“Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамына саҡырғайнылар үҙен. “Ҡайтам, мотлаҡ ҡайтам был юлы”, – тигән фекергә килде лә шул көндә үк юлға сығыу мәшәҡәттәре менән йүгергеләй башланы.
Анау һынды тантанаға буш ҡул менән барып төшөү килешмәҫ, клубҡамы, мәктәпкәме һәйбәтерәк бүләк алырға кәрәктер. Үҙе белгән, хәтерләгән дуҫ-ишенә лә күстәнәс-бүләген барланы. Оҙаҡ ҡына уйланғандан һуң мәктәпкә шахмат менән футбол тубы һатып алды, күтәреп ҡайтырға ла еңел, балаларға бер ҡыуаныс та булыр.
Әҙ-әҙләп йыя торғас, йөгө апаруҡ ауырайҙы, вокзалға таксиға ултырып төштө. Мулдаштан утыҙ саҡрымда ятҡан ҡалаға барып еткәс, ауылға тиклем йәнә такси ялларға тура килде: автобус бынан кискә юҡ ине инде.
Көн кискә ауышһа ла, тура мәҙәниәт йортона алып барыуын үтенде такси йөрөтөүсенән.
– Ана, тағы бер ҡунағыбыҙ килә, әйҙә, әйҙә, инәй, түрҙән уҙығыҙ! – тип, йәш кенә клуб мөдиреме, мәҙәниәт йорто директорымы, хәҙер улары буталып та бөткән, Зәлифәнең ҡулындағы сумкаһын алып, эргәһендәге егеткә тотторҙо.
– Инәй, кем булаһығыҙ, кемгә төбәп килдегеҙ? – тип һорау артынан һорау яуҙырҙы ҡыҙыҡай. – Таксиғыҙҙы ебәрегеҙ, хәҙер сәй эсеп алабыҙ ҙа машинала үҙебеҙ оҙатып ҡуйырбыҙ.
Ни тип әйтергә лә белмәгән Зәлифә:
– Сәйҙән баш тартҡан юҡ, юлда һыуһап та кителде, – тип, рәхмәттәрен уҡый-уҡый, бай итеп әҙерләнгән өҫтәл янына уҙҙы.
Ниндәй генә ризыҡ юҡ ине табында: һәр төрлө бәлеше, ҡайнатмаһы, эремсектең ағы һәм ҡыҙылы, ҡаҙылығы менән тултырмаһы – һанап та, тәмләп тә бөтөрлөк түгел.
– Бүтән ҡунаҡтар килеп етмәгәнме әллә? – тип һорай ҡуйҙы Зәлифә.
– Килгән береһен туғандарына оҙата торабыҙ, яҡын-тирәләгеләр иртәгә генә килә инде, – тине өҫтәл эргәһендә сәй яһап торған ҡатын.
Клуб мөдире ҡыҙыҡай, ҡағыҙ-ҡәләмен тотоп, Зәлифә эргәһенә ултырҙы.
– Инәй, исем-фамилияғыҙҙы теркәп кенә ҡуяйыҡ әле.
– Зәлифә инәйең булам, Нәзимова, – тип яуап бирҙе ҡунаҡ.
– Ой-й! Ниңә шундуҡ әйтмәнегеҙ? Һеҙ бит беҙҙең ауылдың ғорурлығы! Билдәле ғалим! – Ҡыҙыҡай, ихлас ҡыуанып, ҡунаҡтың ҡулын ҡыҫты. – Мулдашта туғандарығыҙ ҡалмаған да шикелле, һеҙҙе үҙемә алып ҡайтам!
Зәлифә өсөн бөгөн иң ауыр мәсьәлә шулай еңел хәл ителде.
Береһенән-береһе күркәмерәк йорттарҙы машина тәҙрәһенән ҡарап килә торғас, төбәгән фатирына килеп еткәндәр, имеш. Әллә ҡайҙан балҡып ултырған ҙур ғына өйгә инделәр. Бүлмәләре лә әллә нисәү, иркен, тыштан бер һоҡландырһа, эстән дә күңеленә хуш килде төшкән йорто. Зәлифәгә айырым бүлмә лә тәғәйенләп ҡуйылған икән. Бөтәһе лә ҡалалағы кеүек: ҡайнар һәм һалҡын һыу, йыуыныу бүлмәһе, хатта бәҙрәфе лә. Матур йәшәй ауыл халҡы. Клуб мөдирен йәш кенә ҡыҙыҡай тип уйлаһа, ул үҙе әсәй, ошо мөһабәт донъяның төп хужабикәһе булып сыҡты. Төн ауышҡансы ҡымыҙ, буҙа менән һыйлана-һыйлана әңгәмә ҡороп ултырҙылар.
– Ҡыҙым, үҙең ошо ауылдыҡымы? Кем балаһы булаһың? – тип һорамай сыҙаманы ҡунаҡ.
– Мин тау яғынан килен булып төшкәнмен, ирем Мулдаштыҡы, – тип яуапланы хужабикә. – Хәтерләйһегеҙме икән Шәйәхмәт бабайҙы? Шуның ейәне. Иртәгә ҡайтып етергә тейеш, ҡырҙа йылҡы көтөп ята.
“Аһ” итте Зәлифә. Хәтерләмәй буламы һуң ул Шәйәхмәт ҡартты?! Ғүмере онотасағы ла, кисерәсәге лә юҡ уны. Яҙмышына ҡара ҡарғыш булып ишетелгән исем ул – Шәйәхмәт...
Ҡунағының төҫө үҙгәреп китеүен шәйләне хужабикә. Ни уйларға ла белмәне, ҡапыл ҡыйыуһыҙланып:
– Инәй, юлдан да йонсоп килгәнһегеҙ, мин арытам хәбәрем менән өҫтәүенә, ял итегеҙ, – тине лә Зәлифәгә йоҡлар урын әҙерләй башланы.
Зәлифә төн буйы керпек ҡаҡманы. Шәйәхмәт... Бригадир Шәйәхмәт. Яңғыҙ ҡатын-ҡыҙҙы, етем-еһерҙе зар илатҡан хәсис йән.
1944 йылдың йәйе. Зәлифәгә ни бары ете генә йәш. Атаһының яуҙа һәләк булыуы тураһындағы ҡағыҙҙы алғас, әсәһе лә ҡапыл биреште. Былай ҙа йөрәк сирле ғәзиз кешеһен дә юғалтты береһенән-береһе ваҡ өс бала. Зәлифә – иң өлкәне. Эргәләрендә атаһының үгәй әсәһе Бибиниса өләсәһе генә бар. Шулай ҙа балалар йортона бирҙермәй алып ҡалды әбей ейәндәрен.
Үгәй булһалар ҙа, үҙҙәрен ҡағып-һуҡҡанын да хәтерләмәй Зәлифә. Бары менән байрам булып, тартып-һуҙып, аслы-туҡлы көн иттеләр. Йәйгә сығып, ҡырҙа йыуа, ҡымыҙлыҡ, һарына күренә башлағас, биш йәшлек һеңлеһен эйәрткән булып, тамаҡ артынан урман, тау-таш ҡыҙыра башланы апай кеше. Ике йәшлек кенә ҡустыһы менән өләсәһенә лә алып ҡайталар. Шулай, емеш-еләк тә өлгөрә башланы. Әмәлгә ҡалғандай, ер еләге ишелеп уңғайны ул йылы.
Колхоз эшенән һис бушамаған бисә-сәсә, ҡыҙ-ҡырҡын бик йөрөй алмай, эш ҡалдырғандарҙы аңдып ҡына торалар. Айырыуса бригадир Шәйәхмәт уҫал, еләккә тип сыҡҡан береһен сыбыртҡылап, кире бора тора. Фронтта эштәр беҙҙең яҡҡа көйләнһә лә, халыҡтың ашарына юҡ, сосораҡтар еләк тиреп, йәшертен генә ҡырҙан уҡ Мәғнит баҙарына барып, яҙа-йоҙа ризыҡ алып ҡайтҡылай.
Һиҙеп ҡалһалар, язанан ҡотолормон тимә: йә һатып алған нәмәләрҙе әлеге Шәйәхмәткә биреп, башыңды ҡотҡараһың, йә ит-тирең айырылып сыҡҡансы сыбыртҡынан ярылаһың. Әле лә әсенеп-әрнеп уйлай Зәлифә: үҙ кешең ни өсөн шул ҡәҙәр ҙә ҡанһыҙ булды икән? “Унда, фронтта, еңеү өсөн ҡан ҡоялар, ә һеҙ бында эштән ҡасаһығыҙ. Мәтри малай, башыңды төрмәлә серетәм”, – яратҡан һүҙе шул булыр ине яһилдың.
Ни өсөн үҙе яуға барып, еңеүҙе яулашмаған, дошман урынына тылда бала-саға, бисә-сәсә менән алышҡан – Хоҙайҙың бер үҙенә мәғлүм. Бигүк ҡарт булмаһа ла, өләсәһе ниңә бауырҙары ла ҡалҡмаған бәләкәй балаларҙың тапҡанын көтөп ултырғаны – быныһы үҙе бер сер. Хәйер, хәҙер ҡараһына ҡатҡан иҙәндәрен, керҙән йышылып бөткән яҫтар-түшәрҙәрен хәтерләй ҙә, нәҫ баҫҡан бит өләсәйҙе, тип уйлай.
Нәҫ баҫыу – ул бик хәүефле нәмә, әҙәм балаһының дәрт-дарманын да һүндерә, йәшәүгә булған ынтылышын да юҡҡа сығара, үҙеңде ғүмерлек ялҡаулыҡҡа, шамтырлыҡҡа дусар итә. Ашап-эсеүгә, йоҡоға әүәҫлектәрен юғалтмаһа ла, кешесә донъя көтөү теләге булмай ундай бәндәлә. Көтөргә хәленән килмәгәс, балалар йортона ғына бирергә кәрәк булған да бит үкһеҙ етем өсәүҙе. Унда ла тормош әллә ни шәптән булмаһа ла, күптәр өсөн үлемдән ҡотолоу юлы ине бит детдом тигәндәре.
Илле йыл дауамында йөрәгенә ҡан һауҙырған фажиғә булыр көндә лә Зәлифә, һеңлеһен эйәртеп, Ҡоръятмаҫ битләүенә күтәрелде. Ҡыҙыл балаҫ булып түшәлгән еләклекте күреп, һеңлеһе сәбәләнеп ҡыуанған булды, бисара.
– Апый, кү-ү-үп итеп йыяйыҡ, йәме! Баҙарға апарып, әпәкәй алырлыҡ кү-ү-үп итеп...
Ошоларҙы хәтерләһә, бөгөн дә күҙ йәштәрен тыя алмай Зәлифә. Күп тә үтмәй, улар эргәһенә Мәндүҙә апай килеп сүгәләне.
– Эй-й, бәләкәстәр, ҡалай шәпһегеҙ, иң еләкле урынды тапҡанһығыҙ бит, – тип, ул да ҡыуана-ҡыуана тәбиғәт биргән байлыҡты тирергә кереште. Йәһәт кенә үҙенең ике силәген дә тултырғас, ҡыҙҙарға йыйыша башланы. Уларҙың күнәктәре лә тулды. Кескенә һеңлеһенең иҫке генә күлмәген йәйеп һалып, йыйылған еләкте шунда ауҙарҙылар ҙа йәнә күнәсеккә тирҙеләр.
– Нисек кенә апҡайтырһығыҙ икән инде был хәтлем байҙыҡты? – тип бот сапты Мәндүҙә апайҙары.
Тауға табан йүгереп килгән һыбайлыны иң тәүҙә Зәлифә күреп ҡалды:
– Уй! Мәндүҙә апай, йәшен, ана теге Шәйәх килә!
Ауыл халҡы нәфрәтләнеп тулы исеме менән өндәшмәй ине бригадирға. Ҡыҙыҡай, өлкәндәрҙән ишетеп, был һарыуһыҙ бәндәнең исеме шулай икән тип уйлай.
Мәндүҙә ҡайынлыҡ араһына боҫто. Ул арала Шәйәх килеп тә етте.
– Ҡайҙа башҡалар?! – тип екерҙе, шунсама еләкте бәләкәс кенә ике ҡыҙ йыймағанын аңлап ҡалып. – Ҡайҙа, тим, башҡалар?!
Зәлифә һеңлеһен ҡосаҡлап, шаҡ ҡатып тик торҙо. Апаһы өндәшмәгәс, бәләкәс тә телен тешләне.
Шәйәх атынан төшөп, улар эргәһенә тубыҡланды.
– Ҡайҙа башҡалар?! – был юлы ул тағы ла ҡурҡынысыраҡ тауыш менән ажғырҙы. Яуап ишетмәгәс, Зәлифәнең һеңлеһен һелкетә тартып, үҙенә яҡын килтерҙе. – Һин һөйләшә беләңме, әйт, апайҙар ҡайҙа?
Һеңлеһе баш сайҡаны. Һөйләшә белмәйем тиеүе булдымы был, әллә барыбер әйтмәйем, тиеүеме.
Шәйәх йән асыуы менән биҙрәләрҙәге еләкте лә ергә һирпеп, кирза итек кейгән аяҡтары менән иҙә тапарға кереште. Нисек кенә асыҡһа ла, бер генә бөртөгөн дә ҡапмай тиерлек йыйған еләгенең ҡан кеүек иҙелеп ятыуына ҡарап торған Зәлифәнең күҙҙәренән йәш атылып сыҡты. Ҡыҙҙар унда ла өндәшмәне.
– Әйтмәһәң, хәҙер апайыңды ништәтәм, беләңме? Әйтһәң, яңынан еләк йыйып бирәм. Апайыңа ла теймәйем...
– Апайыма һуҡма! Еләк кәрәкмәй! – тип сеңләп илап ебәрҙе һеңлеһе.
– Ә миңә апайың кәрәк! – Хәшәрәт әҙәм Зәлифәнең күлмәген буйҙан-буйға йыртып төшөрҙө.
Зәлифә оялышынан ергә сүгәләне. Шәйәх һеңлеһен ҡаты ғына этәреп ебәрҙе лә Зәлифә эргәһенә яҡынайҙы.
– Йә, йә, өркмә, ҡыр кәзәһе. Мин һине кәләш итеп алам.
Һеңлеһе йығылып барып төшкән ерҙә иҙелгән еләк кеүек ҡан йәйелеп китеүенән иҫе-һушын юйған Зәлифә таш кеүек ҡатып ҡалғайны. Был Шәйәхте һиҫкәндермәне. Ул ҡыҙҙы үләнгә йығырға була йәнә ынтылды.
– Туҡта! Туҡта, тием! Теймә сабыйға! – Мәндүҙәнең әсе итеп ҡысҡырып, урмандан йүгереп сығыуын Шәйәх ишетте. Ишетте лә, иһаһайлап, тауыш килгән яҡҡа боролдо. Бары тик Зәлифә генә урынынан ҡуҙғала алманы, һеңлеһенең тороп баҫыуын көттө. Эргәһенә йүгереп кенә барыр, үҙе урынынан ҡалҡытыр ине туғанын, ике аяғы ла ергә ҡуша йәбешкәнме ни – ҡуҙғалтып та алырлыҡ түгел.
– Кеше үлтереүсе! Һин үлтерҙең баланы, ҡанһыҙ! – Мәндүҙә үкһеп, сабый эргәһенә ултырҙы, уның башын күреп, йәнә ҡысҡырып илап ебәрҙе.
Тик шунда ғына ни ҡылғаны мейеһенә барып етте әшәкенең.
– Мин берәүгә лә теймәнем! Ишеттеңме?! Әгәр берәйһенә ауыҙыңды асһаң, тереләй күмермен! Был көсөктө лә тый! Бөгөн төнөн ырҙын артында көтәм, килмәһәң, эш ҡалдырған өсөн һөргөн китерһең! – Шәйәх атына һикереп менде лә саптырып китеп тә барҙы.
Бәләкәс ҡыҙ тын алмай ине. Тамыры ла типмәй. Зәлифәне ҡосағына алып, һеңгәҙәп оҙаҡ ултырҙы Мәндүҙә. Нишләргә лә белмәне. Ә Зәлифә илай ҙа алмай, һөйләшерлек тә хәле ҡалмаған.
Һорашҡан береһенә Мәндүҙә: “Тайып йығылып китте лә, башы ташҡа бәрелде”, – тип аңлатты. Зәлифә дөрөҫөн һөйләп бирергә ынтылып ҡараны, ауыҙынан бер өн сыҡманы: ул телдән ҡалғайны. Һеңлеһен ауыл зыяратына алып киткәндәрендә лә өй артында өнһөҙ-тынһыҙ ултырып ҡалды. Күҙҙәренән бер бөртөк йәш сыҡһасы! Күпте күргән күрше инәй: “Ила, ила, балам, үҙеңә еңелерәк булыр”, – тип тә ҡараны, ни илай, ни һөйләшә алмай, сәғәттәр буйы бер нөктәгә текәлеп ултырҙы ла ултырҙы. Кескәй ҡустыһы менән икеһен балалар йортона алып киткәндәрендә лә өн-тынһыҙ ҡалды. Даими асығыуҙан һуңғы сиккә етеп ябыҡҡан, хәлһеҙләнгән кесе туғаны оҙаҡ йәшәмәне. Зәлифә тотош ер йөҙөндә бер яңғыҙы тороп ҡалды.
Һөйләшергә лә яңынан өйрәнде. Ауыл ерҙәрендәге балалар йорттарын япҡас, уны әллә ҡайҙа ятҡан Өфөнөң үҙенә оҙаттылар. Артабанғы яҙмышы өсөн ул баш ҡалалағы тәрбиәселәренә, табиптарға рәхмәтле.
Ете йәшендә айырылған тыуған ауылында һуңынан бер генә булды Зәлифә. Интернатты тамамлап, шунда уҡ уҡытып йөрөгән сағы ине. Йәненең өҙөлөп әрнеүен баҫырға теләп, Ҡоръятмаҫҡа, үҙҙәре еләк тиргән урынға, күтәрелде. Баҫылманы йәне, тағы ла нығыраҡ һыҙланырға кереште. Һеңлеһенең ҡәберенә күгәрсен күҙҙәренән йыйылған гөлләмәһен һалды. Уның күҙҙәре лә ошо сәскәләр кеүек асыҡ зәңгәр ине. “Ғәфү ит мине, бәпәй генәм”, – тип шыбырланы, ниңә ғәфү үтенгәнен үҙе лә аңламаны. Йөҙө шешенгәнсе иланы ла иланы. Ергә ҡара эңер йәйелгәс кенә, уны балалыҡ дуҫы Нәғимә зыяратта эҙләп тапты.
– Кешеләр бер сәйер юлсы хаҡында әйткәстәре, моғайын, һиндер, тип уйлағайным да, – тип, Зәлифәне һыға ҡосаҡлап алды. – Ниңә тура үҙемә килмәнең?
Фермала һауынсы булып эшләгән әхирәте уны алып ҡайтып, ярты төн уҙғансы һөйләштеләр. Шунда ғына Зәлифә Нәғимәгә бөтә дөрөҫлөктө асып һалды.
– Ауылда бөтәһе лә ниҙер һиҙенә ине лә бит, шаһит булмағас, төбөнә төшөүсе булманы. Мәндүҙә апай, үҙе йығылды, тине бит. Ә һин телһеҙ...
– Ә Мәндүҙә апай ни хәлдә? – Нисек бығаса һорашырға башы етмәгән? Ул Зәлифә менән һеңлеһенең иң бәхетле минуттарын, шатлана-ҡыуана еләк тиреүҙәрен, шул уҡ сәғәттә тиерлек Зәлифәнең иң ҡара ҡайғылы мәлен дә күргән шаһит бит! Зәлифәне күрәләтә һәләкәттән ҡотҡарыусы ла ул. – Кем менән йәшәй?
– Йәшәмәй Мәндүҙә апай. Теге ваҡыт бригадир Шәйәх уны һөйәркә итеп алған булған, тиҙәр. Ауырға ҡалған. Оятын күтәрә алмаған, аҫылынған. Үҙенә үҙе ҡул һалып, гонаһ ҡылған, тинеләр ҙә, зыяратҡа ла күмдермәй, Олоһар башына ерләнеләр.
– Эй, халыҡтың наҙанлығы! Ни өсөн аҫылынғаны берәүҙе лә ҡыҙыҡһындырманы ламы ни?
– Бөтәһе лә белә ине, буғай. Кем тикшереп торһон инде? Ниндәй замана икәнен үҙең хәтерләйһеңдер.
...Әле Нәғимә менән һуңғы осрашыуын иҫләп, үткәндәрҙе күңеленән үткәреп ятҡан Зәлифә: “Нишләп килеп төшкәс тә Нәғимә тураһында белешмәнем һуң мин?” – тип уйланы. Һағыныуҙан да, тыуған ауылы менән осрашыу ҡыуанысынан да, хәтирәләр ҡойононда албырғап, йәне үртәлеүҙән дә иҫе инәрле-сығарлы булып, бөтөнләй онотҡан. Иртән торғас та Нәғимәне барып табып алыр кәрәк. Иҫәндер. Улар бит байтаҡ ҡына хат алышып та торҙо. Аҙаҡ, донъялар боларып, илдә үҙгәртеп ҡороуҙар башланып киткәс, бәйләнеш өҙөлдө. Ә Шәйәх иҫән ине әле. Зәлифә хатта ситтән күреп тә ҡалды үҙен. Алтмышты уҙһа ла, текә баҫып йөрөгән ныҡлы ир ине. Хәҙер, моғайын, юҡтыр. Быны бөтә күңеле менән теләй Зәлифә, сөнки ғүмер буйы йөрәген өйкәгән ҡурҡыныс кисерешенән ҡурҡа – үс алыу теләгенән. Уның ихтыярына ҡуйһалар, бер ниндәй йәлләү һәм үкенеү тойғоһо кисермәйенсә, өҙгөсләп ташларҙай көс ярһыта күңелен. Үлеп ҡотолһон, юғиһә, үҙе лә аңғармаҫтан, әллә ниҙәр ҡылып ҡуйыр кеүек тойола. Туҡһанды уҙып, инде йөҙҙө ваҡлаған бәндәне һау килеш күрергә теләмәй. Һеңлеһе – биш, ә ҡустыһы ике генә йыл йәшәп ҡалдылар яҡты донъяла, шул әҙәм аҡтығы арҡаһында ул япа-яңғыҙ. Тормошҡа ла сыҡманы, күҙ алдында ыштан төймәләрен ысҡындырып, үҙенә яҡынлаған шөҡәтһеҙ әҙәм аҡтығы ир-атҡа ҡарата уянырҙай ғәҙәти хис-тойғоно ҡара күләгә булып ҡаплап торҙо. Күпме ҡатын-ҡыҙҙы, бала-сағаны зар илатты, Мәндүҙә апайҙың ваҡытһыҙ үлемендә лә ул ғына ғәйепле. Әле береһе лә белмәгән әллә ниҙәр ҡылғандыр, улары ваҡыт саңында күмелеп ҡалғандыр...
Бына әле ул Шәйәхтең ейәне йортонда төн үткәрә алмай ыҙалана. Иртән торғас, үҙен нисек тоторон да белмәй, күҙҙәрендә, йөҙөндә ауыр кисерештәре сағылыр, хужалар менән ихлас аралашыуға ҡамасаулар. Олатаһы ҡылған әшәкелектәр өсөн ейәне ғәйепле түгел, шулай ҙа...
Иртәнге сәйҙе эсергә ултырғас та Зәлифә хужабикәнән Нәғимә хаҡында һорашты. Уның иҫән-һау икәнлеген, яңғыҙ ғына йәшәп ятыуын ишеткәс, иркен һуланы.
– Ҡыҙым, барыһы өсөн дә рәхмәт һиңә. Балалыҡ дуҫымды бик күргем килә, аҙаҡ йыйын-ҡаңғырыҡ араһында күрмәй ҙә ҡалырмын, йортон өйрәтһәңсе...
– Эй-й, инәй, уф! Зәлифә Рәжәповна, беҙҙә генә тороғоҙ ҙа ҡуйығыҙ, өй иркен, бөтә уңайлыҡтар эстә, осрашыуҙан һуң бөтә тиң-тошоғоҙҙо эргәгеҙгә саҡырырмын.
– Юҡ, юҡ, рәхмәт, сикһеҙ рәхмәтлемен, балам. Минең аулаҡта ғына Нәғимә инәйең менән сөкөрҙәшеп ултырғым килә. Ә бына был һиңә бәләкәй генә бүләгем, – ҡунаҡ үҙе бәйләгән бик матур шәлде сығарып өҫтәлгә һалды.
Аптыранды хужабикә, ҡунағы ыҡҡа килмәгәс, машина менән Зәлифәне ауылдың арғы осона алып китте. Бер пакет итеп күстәнәстәрен дә һалып алды.
Әхирәтенең иҫке генә өйө тағы ла ергә сүгеберәк киткән. Ҡапҡаһы, тәҙрә яҡтауҙары матур итеп буялған, быныһы инде бөгөнгө байрамға күрәлер. Бүтән йорттар эргәһендә Нәғимәнең өйө тартынып ҡына ултырғандай тойола. Тегеләре, иркен, бейек булғанға күрә, түш киреп баҫҡан. Нәғимә яңғыҙ йәшәй. Ире менән биш-алты йыл ғына донъя көтөп ҡалған. Уныһы утынға барғанда бүрәнә аҫтында ҡалып һәләк булған. “Ни балабыҙ булманы, исмаһам, эргәмдә тере йән булыр ине”, – тип әсенә ине теге юлы.
Эскә эйелә биреберәк үттеләр. Ыҫпай ғына йыйыштырылғайны ике бүлмәле ҡәҙимге өй. Һуғыштан һуң хәленән килгәндәр бер бүлмәле йорттарын шулай киңәйтеп эшләгән – быны Зәлифә тәүге килгәнендә үк аңғарғайны. Хәҙер иһә дүртәр-бишәр, хатта унан да күберәк бүлмәле йорттар артҡан ауылда. 90-сы йылдарҙа кибет кәштәләрендә бер нәмә ҡалмай, халыҡтың көнкүреше ҡапыл артҡа тәгәрәһә лә, һуңғы йылдарҙа бер-береһе менән ярыша-ярыша донъя көтөүселәр, баҙар иҡтисадына яраҡлашыусылар ҙа күбәйә. Быны дөрөҫ тип һанай Зәлифә. Әҙәм балаһы ниндәй ҡоролошта ла, ниндәй шарттарҙа ла йәшәп өйрәнергә тейеш, ябай халыҡ өсөн бүтән юл юҡ.
– Әхирәтем килгән бит! – ятып торған еренән һикереп тиерлек тороп, Зәлифәне ҡосаҡлап алды Нәғимә. – Бына был, исмаһам, байрам!
Клуб мөдирен дә әйҙүкләне ҡатын. Тантанаға әҙерләнергә кәрәк тип, тегеһе йәһәтләп сығып тайҙы.
– Әҙер тороғоҙ, машина ебәрермен! – тип ҡысҡырҙы сығып барғанында.
– Ошо килен килгәс, ауылда клуб эше яйланды, уңған, булдыҡлы ҡыҙыҡай, – тип ҡуйҙы Нәғимә. – Һине үҙенә алып ҡайтҡанын ишеткәс, эй эсем бошҡайны. Ҙур ғалим, минең фәҡир донъямды иш итмәйҙер, тип тә ҡәһәтләндем.
– Юҡҡа, бына бит килеп тә еттем. Миңә һин үҙең ҡәҙерле, донъяң да бик ыҡсым.
Ысынлап та, Зәлифә бында үҙен нисектер иркенерәк, өйөндәге һымаҡ тойҙо. “Кисә үк киләһе булған да бит, – тип уйланы, йоҡоһоҙ төнөн иҫләп. – Бер керпек ҡаҡманым төнө буйы”.
Байрам Суйынтапҡан йылғаһы буйында уҙа икән. Халыҡ һабантуйға йыйылғанмы ни, геүләп тора. Зәлифә күбеһен, айырыуса йәштәрҙе, белмәй ҙә. Алыҫтан килгән иң абруйлы ҡунаҡтарҙы сәхнә түренә ҡаҙаҡлап яһалған өҫтәл артына ултырттылар. Тәүҙә Зәлифәнең исеме аталды. Ул, баҙнатһыҙ ғына йылмайып, ауылдаштарын күҙҙән үткәрҙе. Имгәкләгәненән алып таяҡҡа таянғанына тиклем ошонда ине. Бер яҡ ситтәрәк тағы өҫтәл тора, унда эскәмйә бәләкәйерәк. Ауылда йәшәп, хөрмәт ҡаҙанғандар шул өҫтәл янына саҡырылды. – Ауылыбыҙҙың иң хөрмәтле, иң оло аҡһаҡалы, Бөйөк Еңеүҙе үҙенең тылдағы фиҙакәр хеҙмәте менән яҡынайтҡан ҡәҙерле апабыҙ Шәйәхмәт Исламов!
Зәлифә тертләне. Ҡалтырана-ҡалтырана, тәнтерәкләй-тәнтерәкләй сәхнәгә табан атлаған ҡартты ике яҡтан ике егет ҡултыҡлап алды. Береһе Шәйәхтең йәш сағына бигерәк оҡшаған ине. Ул атлап йөрөшө, ул хәрәкәттәре, төҫ-башы – һуйған да ҡаплаған. “Мин бөгөн уның йортонда ҡундым”, – тигән фекергә килде Зәлифә Рәжәповна.
Ҡартты сәхнәгә көскә мендереп, эскәмйәгә ултырттылар. Ваҡыт ҡайһылай үҙгәртә кешене. Әле ҡаршыһында тиерлек ҡунаҡлаған бабай һис тә генә ажарланып, кеше туҡмап, бисәләрҙе көсләп, халыҡты ҡан илатып йөрөгән әҙәмгә оҡшамағайны. Йәшкәҙегән күҙҙәре менән ҡунаҡтарҙы барлап сыҡты ла ҡарашы Зәлифәгә туҡтаны. Танығандай итте, ахыры, әкрен генә ҡалтыранған башын ҡаҡҡан булды. Зәлифә сәләмгә яуап бирә алманы. Күҙ алдында йәнә үлән өҫтөндә иҙелеп, ҡандай ҡыҙарып ятҡан еләктәр, һеңлеһенең шул еләк өҫтөнә йәйелгән ҡаны хасил булды. Үҙенең яҙмышы ла хас тапалған еләкте хәтерләтте...