Бөтә яңылыҡтар

ЯЗА ЙӘКИ ПЛАН ТУЛТЫРЫУ

Машина менән күп йөрөргә тура килһә лә, юл ҡағиҙәләрен боҙорға тырышмайым. Шулай ҙа ЮХДИ хеҙмәткәрҙәре туҡтата. Йә дөкәмиттәр тикшерә, ҡайһылары башҡа бәләгә тарыған машина йөрөтөүселәргә ярҙам итергә саҡыра йәиһә пүнәтәй булырға кәрәк була.

ru.freepik.com
Фото:ru.freepik.com

Шулай бер ҡыш, буран ваҡытында Стәрле китеп барам. Юлға һалған. Юл һыҙаттары күренмәй. Алдағы машинаны урап уҙмаҫҡа билдәһе лә юҡ. Туҡтатты бит бер тулы кәүҙәле, тәпәш кенә хеҙмәткәр.Полиция хеҙмәткәре майор Мустафин (фамилияны үҙгәрттем) тип таныштырҙы ла: - Юл ҡағиҙәһен боҙҙоң, яй килгән тағылма таҡҡан машинаны уҙып киттең ти. Мин аптырауға төштөм. Әйҙә машинаға ултыр ти. Совет заманында тәрбиә алған кешеләрбеҙ бит. Ултырҙым. Күпме аҡсаң бар? -ти. Мин әйтәм, мең һум. Бер ҡумта асты ла шунда һал, ти. Һалдым. Бик буйһоноусан булыуым оҡшап ҡалды шикелле.Был ғына әҙ, яза ла һалырға тура килә, ти.- Нимә өсөн?- тим. Уйланыбыраҡ торғас, тиҙлекте арттырған өсөн булыр ти.
- Был ҡарҙа нисек тиҙлек арттырайым тим. Юҡ, яҙа башланы был. - Ҡайҙа эшләйһең? -ти.
Мәсеттә, хәҙрәт, тим. Яҙып ултырған арала тағы бер нисә һорау бирҙе лә. - Улай булғас язаны нимә өсөн бирергә икән тип уйланып китте был. Минең дә башҡа бер хәтәр фекер килеп төштө бит әй. Минең машинала бит ГЛОНАСС тора, мөфтиәт ҡайҙа йөрөгәнде белеп тора ул тим. - Тегенең күҙе шар булды. Иптәшен әрләй башланы. Һин генә ғәйепле ти. Теге серле ҡумтаны асты. Ал кире аҡсаңды ти.
Алдым инде. Яҙа башлаған протоколды ни эшләтергә белмәй аҙапланды.Үҙе: Бына, хәҙрәт, план тултырырға кәрәк, шулай былай тип, үҙен йәлләтергә тотондо бит. Йәллнем инде. Яза түләргә ризалыҡ бирҙем. ГЛОНАССҡа күренмәгән юл ҡағиҙәһен боҙоу бар ул, ҡиммәтерәк ти. Телефондан һөйләште тип яҙайыҡ ти.
Бына шулай дуҫтар, күрмәһәң күр, ишетмәһәң ишет. Ергән ҡасабаһы янында һаҡ булырға саҡырам. Эләгеп ҡуймағыҙ.Язаны түләнем инде. Планы тулһын тинем. Күп түгел. Алдан түләһәң яртыһын ғына түләргә бит. 750 һум булды.

Авторы Азат ХӘЛИЛОВ.

Читайте нас: