– Туҡтағыҙ! – Туп-тура директорҙың күҙенә ҡараным. Һәм бар асыуым менән ҡысҡырырға тотондом. – Һин ысынлап та Берия, һин палач!
Директор тертләп китте. Ағарынды.
– Асет апайыма теймәгеҙ! Сталин бабабыҙ исеменән ант итәм, ул хатты мин барыбыҙға ла һәйбәт булһын өсөн генә яҙғайным. Төрмәгә ултыртыр өсөн түгел…
– Үәт, хәшәрәт, үәт ас бет, күҙле килеш дөм һуҡырҙарҙың икмәген ашап ятҡан паразит. Сталин бабабыҙ изге беҙҙең, – Черчилл битемә сәп итеп һуҡты ла, портретты тартып алды ла сығып китте.
– Башҡаларҙың күҙен асыр өсөн яҙҙым, – тинем уның артынан. Директорҙы тотоп алырлыҡ түгел ине. Черчилл сыҡҡас та ишекте шап итеп япты ла, уға һөйрәп килеп, өҫтәлде терәне. Шунан шап итеп битемә һуҡты ла, ҡулымды шаҡарып карауатҡа алып барып йөҙтүбән һуҙып һалып ҡуйҙы.
– Ғимай, ул һиңә тигән икмәкте ашап ятҡан, шуны беләһеңме? Уның күҙе күрә, хат яҙырлыҡ күҙе күрә, аңлайһыңмы? Кил әле аяғын ныҡ тот әле. Ысҡынмаһын был паразит.
Ғимай өндәшмәй генә аяҡтарҙы килеп баҫты. Мин директорҙың ҡулынан ысҡынырға маташтым. Тик ҡуҙғалырлыҡ та хәл юҡ ине. Аяҡ та тотҡонға эләккәс, бөтөнләй ҡуҙғалырлыҡ әмәл ҡалманы.
Директор сумкаһынан асып бер ҡулы менән бау алды. Тимәк алдан ныҡлап әҙерләнгән был. Ҡулымды артҡа шаҡарып ныҡ итеп бәйләне. Ғимайҙың тауышы сыҡты:
– Уны нишләтәбеҙ, иптәш директор?
– Ныҡ тот, Ғимай. Ҡана, күҙеңде ҡарайыҡ әле, ысынлап та күрәме, шаҡшы малай, – әйләндереп арҡаға һалдылар ҙа, директор өҫтөмә ятып күҙемде астырып ҡараны. Тағы ла бер ҡулы менән сумкаһына үрелеп бәләкәй шешә алды. Үҙе, артында торған Ғимайға ҡысҡырҙы, ныҡ тот, ул һинең икмәгеңде ашаған, тип ҡысҡырҙы. Бер ҡулы бармаҡтары менән күҙемде шар астырҙы ла, шешәләге шыйыҡсаны ағыҙҙы.
Иҫ киткес әсетеүгә бар донъяны ярып ҡысҡырып ебәрҙем.
– А-а-а… Күҙем, күҙем!!!
– Нимә булды? Нимә булды, иптәш директор, Аҡмалдың йәне сыҡтымы әллә? – артта Ғимай сәбәләнде. Уңарсы булмай икенсе күҙемә лә тамды теге шыйыҡса. Уныһына ҡысҡырырға хәлем етмәне, яйлап ҡына аңым томаланды. Ләкин ике күҙемдәге әйтеп биргеһеҙ, түҙгеһеҙ һыҙланыуҙы аңһыҙ килеш тә тоя инем шикелле.
– Йәне түгел. Күҙҙәрен паразиттарҙан таҙартабыҙ. Бел, Ғимай, кеше күпте күрергә һәм хәрәм икмәккә үрелергә тейеш түгел! - тип директорҙың "аҡыл һатыуын" ишетмәйәсәкмен дә, ҡулымды бауҙан бушатып карауатҡа һуҙып һалыуҙарын да тоймаясаҡмын.
– Миңә ҡараңғы, ярҙам итегеҙ!– тип өндәшәсәкмен, тик үҙем ишетмәйәсәкмен.
– Уға хәҙер ғүмер буйы яҡтылыҡ етмәйәсәк, – тип әйтәсәк Берия һәм...
...шул ваҡыт бар донъяға һөрән һалып, өҫтәлде шылдырып, ишектедөбөр-шатыр асып, баяғы портретты ҡосаҡлап тәрбиәсе Хәмиҙә Маликовна килеп инәсәк.
– Харап булдыҡ, донъя һүнде, ҡояш һүнде. Ҡот осҡос. Сталин атабыҙ үлгән. Әле хәбәр иткәндәр. Атаҡайыбыҙ үлгә-ән. Хәҙер беҙҙең менән ни буласа-аҡ?
"Ҡаҡ иҙәнгә һуҙылып ятып үкһеп-үкһеп иланы, портретты һыйпаны ла иланы, һыйпаны ла иланы. Ә директор, яңы батша табылыр, уныһы беҙгә мәрхәмәтле булһын, тине лә тыныс ҡына ултырып тәмәке тартты. Иламаны ла, көрһөнмәне лә. Шунан иҫһеҙ ятҡан һиңә (йәғни миңә), бер ҡараны ла, хатың барыбер барып етмәҫ ине, уның дәүере үтте, тип төкөрҙө." – Шулай тип һөйләне һуңынан Сулаҡ.
– Ә һин нишләнең? - тип һораным.
– Мин иламаным. Өҫкә ҡараным. Һәм түбәлә, эйе, күктә ҡоштар күрҙем...
Был көн 1953 йылдың 5 марты ине.
7
Артабанғы тарихты мин Ғимай һөйләгәндән яҙам. Мин ул саҡта күҙем бәйләнгән килеш бүлмәлә ҡалдым. Теге ваҡиғанан һуң бер дүрт-биш көн үткәндер. Әйткәндәй, подвалдан махсус изоляторға һалдылар. Күҙемде майлап бәйләнеләр, уколдар һалдылар. Алевтина Макаровна, күҙемде ҡарағанда, уфылдап-уфылдап алды, ҡулыма уның күҙ йәше тамғанын тойҙом. “Һин килгәс тә күҙеңдең күргәнен белдем мин. Артыҡ ябыҡ икәнеңде , апайыңа ғына йәбешеп йөрөгәнеңде күрҙем дә, йәлләнем. Шулай кәрәктер тип уйланым. Ә хәҙер... үкенәм дә, нығыраҡ та йәлләйем”, – тип битемдән, күҙемдән һыйпаны. Мин бер ни өндәшмәнем. Шулай үлермен, ахыры, тип ауыр уйҙарға бирелеп тик яттым. Күҙем мәңге күрмәйәсәген ул саҡта, бәлки, бөтөнләй аңламағанмындыр. Мине икенсе нимә борсоно: мине лә, апайымды ла, Фредты ла хәҙер бер кем дә яҡлай алмаясаҡ. Беҙ бында ҡолдар, ысын мәғәнәһендә, бер кемгә кәрәк булмаған һуҡыр йәндәр, күҙһеҙ бәндәләр. Хәҙер бынан ҡасып та ҡотолоп булмаясаҡ. Типкеләнгән, иҙгеләнгән тәнемдең ҡайһы өлөшө ауыртҡан һайын, мин үҙемдең көсһөҙлөгөмдө нығыраҡ тоям һәм тағы ла ауырыраҡ булып китә.
Шулай итеп ғәҙәттәгесә директор бүлмәһенә йыйылдыҡ, тип һүҙен башлай Ғимай. Берия өҫтәл артында ултыра, айырма шунда ғына, был юлы ҡулында бысағы юҡ ине (Тимәк, тапмаған тип уйлап ҡуйҙым мин). Һәм Сталин бабайҙың портреты күренмәне. Өҫтәлдә – һүнгән бер нисә шәм. Тәрбиәсе телем-телем икмәк тотоп тора. Балалар түңәрәк эшләп иҙәнгә теҙләнешеп ултырған. Фред ишек төбөндә урын алғайны. Аҡмал һин юҡ инең. Асет дауахананан сыҡмағайны әле.
– Яңы көн тыуҙы. Тағы ҡояш сыҡты. Һеҙ уны күрәһегеҙме, балалар? – тип һораны директор. Эстән, хөкүмәт елкәһен кимереүсе йолҡоштар, тип өндәшмәне, буғай. Мин ишетмәнем.
Барыһы ла тын ине. Ауыҙ асып һүҙ әйтеүсе булманы.
– Һеҙгә ни булды, ҡошсоҡтар? Ни эшләп өндәшмәйһегеҙ? Фред, ҡоҙғондарың иҫәнме әле? Әллә һаман тауис ҡош күрәһеңме? – директор беҙҙе дәртләндерергә тырышты.
Шул саҡ һис ҡасан һүҙ ҡатып, һөйләшеүҙә ҡатнашмаған Гәүһәр блондинка:
– Ҡайҙа Аҡмал? Аҡмал ҡайҙа, иптәш директор? – тип һораны. Мин бит подвалда ниндәй хәлдәр булғанын бер кемгә лә һөйләмәнем. Директор, әйтһәң, аҫам, тине. Шуға телемде йөҙ йоҙаҡҡа бикләнем. Шул саҡ Фред атаман йәмһеҙ итеп көлдө. Мин уның улай көлгәнен күргәнем дә юҡ ине.
– Аҡмалды үҙенең эттәре таланы, – тине ул.
Директор иһә, күҙенә операция яһанылар, тигән булды. Бер ни булмағандай.
Блондинка, ышанмайым, тине.
– Ышанмағандар барып ҡараһын, ана, изоляторҙа. Әйҙәле, Ғимай, һинән башлайыҡ. Һин нимә күрәһең? – ғәҙәттәгесә шулай тип миңә өндәшкән булды. Ярҙам көткәндер. Нишләптер бөгөн, ғүмерҙә булмағанса, дөрөҫөн һөйләгем килде. Нимә күрәм – шуны.
– Мин... мин... мин дә бөгөн ҡоҙғондарҙы күрәм, директор иптәш. Ике ҡоҙғон күктә өйрөлөп осоп йөрөнө, йөрөнө лә аҫҡа атылды. Ә аҫта төрлө төҫтәге сәскәләр араһында, йомшаҡ үләндә һарыҡ бәрәсе уйнай ине. Әллә тегеләй-былай һикергеләп сабып әсәһен эҙләй инеме? Ҡоҙғондар уҡтай атылып осоп төштө лә уға ҡаҙалдылар. Берәүһе уның бер күҙен, икенсеһе икенсе күҙен тимерҙәй ҡаты суҡыштары менән соҡоп алды. Бәрәс шул тиклем баҡырып ебәрҙе, донъяның йөрәге ярылды. Миңә ҡыйын ... – ҡурҡып бөршәйеп ултырҙым.
– Ҡыҙыҡ икән, – тине директор.– Прәниктәр күрмәйһеңме?
– Юҡ шикелле.
Шул ваҡыт шаҡыуһыҙ-ниһеҙ бүлмәгә ике НКВД хеҙмәткәре килеп инде.
– Һаумыһығыҙ. – тине берәүһе. – Әлимов Мансур Мифтах улы бында эшләйме?
Директорҙың йөҙө боҙолоп китте. Ҡабаланып:
– Юҡ. Эшләмәй… Ундай әҙәм юҡ бында, – тип әйтә һалды.
Хәмиҙә Маликовна:
– Яңылышҡанһығыҙ. Һис тә эшләгәне юҡ, – тип өҫтәне.
– Ғәфүр Ҡәйүмович Мостафин тигәне улайһа бындамы? – тип ныҡышты НКВД вәкиле.
Директорҙың бөтөнләй йөҙө ағарҙы. Ул ҡулын берсә кеҫәһенә тыҡты, берсә өҫтәленең тартмаһын тартҡыланы:
– Юҡ, ундай кеше лә юҡ... бында.
Хәмиҙә Маликовна аптырап директорға баҡты:
– Нисек юҡ? ҒәфүрҠәйүмович... Директор ул беҙҙең.
Икенсе вәкил директорҙың артына барып баҫты.
Беренсеһе Берияның күҙенә тура ҡарап:
– РСФСР енәйәт кодексының 58-се статьяһы буйынса 1943 йылдың февралендә немецтарға әсирлеккә төшөп, Маутхаузен лагерында дошман мәнфәғәтенә эшләп, илгә хыянат иткәнегеҙ өсөн һеҙ ҡулға алынаһығыҙ!
Директор ҡалҡынды. Ҡулдары ҡалтыранды.
– Сталин дәүере үтте. Нисек? Нимә? – тине шыбырҙап. – Һеҙ яңылышаһығыҙ, Мин Сталинград геройы, ут уртаһында булдым, – тип ҡысҡырҙы.
НКВД вәкиле уның бер яҡ ҡулын тотто.
– Яҡшы, яҡшы. Унда тикшерерҙәр. Әлегә һеҙ ҡулға алынаһығыҙ.
Ишек төбөндә ултырған Фред ҡалҡына биреп, уң ҡулын кеҫәһенә тыҡты. Директор матур ғына итеп йылмайҙы ла, балалар алдында улай мәсхәрәгә ҡалдырмағыҙ инде, сығайыҡ, тип бер-ике аҙым атланы. Һаҡсылар юлына арҡыры төштө. Шул саҡ Берия ҡапыл бер һаҡсыны этеп ебәрҙе, тос йоҙроғо менән икенсеһенең башына тондорҙо ла ишеккә ынтылды. Ишек төбөндә ултырған Фред ҡалҡынды ла, кеҫәһенән нимәлер алып, директорға киҙәнде. Берия, ах, хәшәрәт, тине лә, бөгөлөп төштө. Аҡ күлдәген ҡыҙыл төҫкә буяп ҡан һарҡып килеп сыҡты. Ҡаҙалған бысаҡтың һабынан ҡулын алмай ғына:
– Һатлыҡ йән, слабак, – тине Фред.–Үҙеңдең бысағың...
Эйе, ысынлап та ҡасандыр ҡулында уйнаған бысаҡ ине ул. Аҡмал күҙһеҙ ҡалған көндө мейес аҫтынан һәрмәп тапты уны Фред һәм үс аласаҡмын тип шул көндө һүҙ биргәйне үҙ-үҙенә.
Ике һаҡсы директорҙың өҫтөнә һикерҙе. Бар балалар инстинкт буйынса ҡурҡышып ситкә тайпылды.
Бүлмә уртаһында баҫып ҡатып ҡалған Хәмиҙә Маликовна бөгөлөп төштө лә битен ҡапланы.
– Мин һуҡыр, беҙ һуҡыр. Яныбыҙҙа дошман йөрөгән, күҙле һуҡырҙар бит бе-еҙ.
– Мин дә слабак. НКВД-ға кем шылтыратты, Сынтимер ағаймы?– тине Фред.Уға яуап биреүсе булманы.
Бына шундай хәлдәр.
Ғимай ана шулай бәйнә-бәйнә һөйләне.
– Ҡайҙан белдең уның һатлыҡ йән икәнен, – тип һораным һуңынан атамандан.
Фредтың яуабы иҫте китәрҙе.
– Мин бөтәһен дә беләм, ни булырын да һиҙәм. Сынтимер ағайың әсирҙәр тураһында һөйләгәндә мин ИҘӘНДӘ ЯТҠАН ҒӘЙЕПҺЕҘ ҠАЛАҠТЫ ҒӘЙЕПЛЕ ТАБАН ИҘГӘНДӘ БАР ДОНЪЯ ШЫҒЫРЛАҒАНЫН, ЫҢҒЫРАШҠАНЫН тойҙом. Шик тыуҙы. Сынтимер ағайға теге көн, директор теге Әлимегеҙҙән кәм түгел, тинем. Слабак мин дә, стукачтарҙы яратмайым, –тип әсе итеп һүгенде атаман.
Йылдар үтте. Хәҙер мин оло кеше инде. Яҙмышыма үкенмәйем. Кәләшем – һары сәсле Гәүһәрем менән, эйе, эйе, шул блондинка минең хәләлем, ике балаүҫтерәбеҙ. Ҡыҙ һәм ул. Үҙебеҙсә донъя көтәбеҙ. Юҡ, әсәйемә лә үпкәм юҡ, ул миңә ғүмер бирмәһә, бынау ике бәхетле сабый оло ер шарында йүгереп йөрөй алыр инеме әле?!Икеһенең дә күҙҙәре күрә, улымдың да, ҡыҙымдың да. Беҙ донъяға Гәүһәрем менән хәҙер улар ҡарашы менән дә бағабыҙ. Таҙа, керһеҙ ҡараш менән!
– Ҡояш ҡалҡып киләме, балаҡайҙарым, ҡарағыҙ әле? – тип һорайым.
Улар моңло тауыштары менән:
– Ҡояш бешкән икмәк булып сығып килә, атай, тиҙәр.
– Сыға тиһәң, күҙеңде сығарам тей. Ҡояш ҡалҡа тигеҙ, балалар. Күҙегеҙҙе сығарһа ҡараңғы булыр, – тип аҡыл өйрәткән булам.
– Ҡояш балҡы-ып ҡалҡып килә, атай!
Ә был тарихты нимәгә һөйләнемме? Уйландым да һөйләнем инде. Һеҙ ҙә уйланһын тип... Күңел күҙҙәрегеҙҙе һаҡлағыҙ тип. Ни тиклем донъя яҡты һәм гүзәл икәнен белеп, күреп атлағыҙ тип һөйләнем мин был тарихты-ы…
Һөйләп бәлки дөрөҫ тә эшләмәгәнмендер.
Фред еҙнәмдең (улар Асет апайым менән өс егеткә ғүмер бирҙе):
– Һуҡыр күҙҙең нуры бөтмәй ул, йәше бына бөтә. Ә мин һуҡыр түгел, тик ни бары күҙем генә күрмәй, – тигән һүҙҙәрен уйланым да һөйләнем. Шул.