Янындағы хеҙмәткәрҙәрен дә дер ҡалтыратып, ҡурҡытып эшләтеүҙән йәм тапты, ҡаршы өндәшеүселәрҙе аяманы. Уға ҡарап ҡайһы берәүҙәр “Йөрәге юҡтыр ул”, – тиҙәр. Әммә нисек кенә булмаһын, ул гел генә уҫал булманы, тормош өйрәтте. Сәриәһенә тәү күреүҙән шашып ғашиҡ булды. Сибәр ҡатындың яғымлы ҡарашынан, һомғол буй-һынынан иҫерҙе, татлы теле башын әйләндерҙе. Һөйөклөһөн көн дә ҡиммәтле бүләктәр, матур гөлләмәләр менән ҡыуандырҙы, оҙаҡҡа һуҙмай өйләнеп тә ҡуйҙы. Тиҙләтмәһә бәхете ҡулынан ысҡыныр төҫлө ине...
Тик бына ғаилә усағын йылытып, тәмле аштарын бешереп, һөйөклө ирен көтөр тигән өмөттәре генә аҡланманы. Иң-иңдәр араһынан һайлап, яратып өйләнгән ҡатыны керпек-ҡаштар һыҙҙырып, алтын-көмөшкә төрөнөп йөрөүгә, ҡыйбатлы ресторан аштарына өҫтөнлөк бирҙе, кәйеф-сафаны үҙ итте. Балалары тыуһа, үҙгәрер тип тә уйланы ир, ләкин фигураһы боҙолоуҙы сәбәп итеп, ҡатыны ҡырҡа баш тартты. Ике йыл үҙгәртергә тырышты Илһам ҡатынын, еңел тормошҡа өйрәнеп өлгөргән Сәриәһе генә ыҡҡа килмәне. Донъялағы бөтөн ҡатын-ҡыҙ затын күралмаҫлыҡ хәлгә етте, барыһын да ике йөҙлөлөктә ғәйепләне.
Һуңғы сиктә фатир алып биреү шарты менән бала табып биреүен һораны. Һәр форсатты ҡулдан ысҡындырмаған ҡатын, үҙ сиратында, улы тыуһа машиналы булыу теләген, йыл һайын ҙур күләмдәге пособие кәрәклеген еткерҙе. Үҙе малайлы, ҡатынының шарттарын иҫәпкә алып, тауыш-тынһыҙ ғына айырылып ҡуйҙы.
Тәрбиәсе ярҙамы менән үҫтерҙе улын Илһам, Сәриә иһә улын бөтөнләй онотто, барлығы-юҡлығы һис борсоманы.
Экс ҡатынын ара-тирә уртаҡ дуҫтарҙа, кафе-ресторандарҙа күргеләне. Уныһы осраған һайын йә бер, йә икенсе ир ҡуйынында ине. Илһам үҙе лә буш йөрөмәне, тик ҡатындарҙы түшәк бүлеү өсөн һайланы. Һәр күрешеүҙән һуң ҡиммәтле презент тапшырҙы, бүләген кире ҡағыусылар булманы. Эскерһеҙҙәр табылмаған һайын ҡатын-ҡыҙҙың ҡомһоҙлоғона инанып, асыуы ҡабарҙы, оторо ярһыны.
Уйламағанда Сәриәһе килеп, пособие күләмен күтәреүҙе талап итте, хатта Айнурына “ҡыуып сығарҙы” тиеп еткерәсәген белдерҙе. Был Сәриәнең аҡса кәрәк саҡта ҡулланған иң һөҙөмтәле хәйләләшеүе ине. Ҡырҡа киҫте Илһам, юғиһә теҙгенде ысҡындырыу хәлдең ҡабатланыуына килтергәнен белә ине. Күсенергә, ҡырға китергә булды, үҙен төпкөл райондарҙың береһенә ебәреүҙәрен үтенде. Әлбиттә, уның теләгенә ҡаршы төшөүсе табылманы.
***
Тәслимә ҡыҙын иркәләтеп, ҡаҡмай-һуҡмай үҫтерҙе. Ғәлиәһе лә артыҡ мәшәҡәттәр килтермәне, итәғәтле, ярҙамсыл бала булды, уҡыу яғынан да алдынғылар рәтенән төшмәне. Конкурстарҙа, олимпиадаларҙа ҡатнашты. Йөрөгән юлында гел уңыштар юлдаш ине. Тәслимә ҡыҙын яңғыҙы аяҡҡа баҫтырҙы, Рәмиле иртә гүр эйәһе булып ҡуйҙы. Иптәше ҡыҙын да ныҡ яратты, ҡулынан төшөрмәне, һирәк эләккән буш ваҡытын ғаиләһе янында үткәрергә тырышты. Вахта ысулы менән эшләгән ире командировкаларҙа йыш булды. Иң яҡшы, ышаныслы водителдәр иҫәбендә ине ул. Шулай, бер эшкә тип кенә юлланған ире мәңгелеккә киткән булып сыҡты. Юл фажиғәһенә юлығып, һәләк булып ҡалды. Аяныслы юғалтыуҙы нисек кисергәнен бер Хоҙай ғына белә. Әммә Тәслимә ҡайғыһын тышҡа сығарып, үҙен йәлләтеп йөрөмәне. Ныҡ булырға тырышты. Ҡыҙын аяҡҡа баҫтырырға ла кәрәк ине уға. Шуға ла үҙенә “кейәүгә сыҡ”, тип килгәндәрҙе лә, димселәрҙе лә кире бороп ҡайтарып торҙо. “Үҙем ир ҡосоп, ҡыҙымдан ут йоттораһым юҡ”, -- тип ҡырт киҫте ул. Ҡайғыһын ҡыҙы менән баҫты, бар ғүмерен йөрәк майына бағышланы. Эш хаҡы аҙ булһа ла, уҡытыуҙы ташламаны. Өҫтәмә дәрестәр алды, репетиторлыҡҡа уҡыусылар йыйҙы. Ғәлиәһе мохтажлыҡ кисермәһен өсөн барыһын да эшләне.
Сибек кәүҙәле, зәңгәр күҙле, һарыҡай Ғәлиә, үҫмерлек осоронда бешкән сейәләй тулылашып, сибәр ҡыҙға әйләнде. Унынсы класты тик бишле билдәләренә тамамланы. Яҡшы уҡыусы өсөн һуңғы уҡыу йылы ла һәүетемсә башланып китте. Алда мөһим имтихандар ҡыҙҙы башкөллө уҡыуға сумырҙы.
Бына быйыл ҡыҙҙың күңелендә ҡуҙ уянып ҡуйҙы. Ул ҡуҙ ғишҡы, тип атала. Яңы класташын Айнур, тип таныштырҙылар. Киң яурынлы, ҡыйғас ҡашлы, бөркөттәй үткер ҡарашлы, оҙон буйлы һылыу егет уның күңелен әсир итте.
Айнурҙың атаһын Ғәлиәләр йәшәгән ҡаласыҡҡа хакимиәт башлығы итеп тәғәйенләнеләр. Улар баш ҡаланан күсеп килделәр.
Көндәр үтә торҙо, яңы егетте барыһы ла ихлас ҡабул итте. Әллә атаһының биләгән урыны, әллә ҡиммәтле кейемдәре, импорт машинаһы булышлыҡ иттеме – ул тиҙ үк үҙ кешегә әйләнде. Бер Ғәлиә генә ғашиҡ түгел, мәктәптәге бар ҡыҙҙарҙың да һушын алды егет. Ғәлиә иһә тәртип һаҡлап йөрөһә, бәғзеләре егеттең муйынына үҙҙәре тағылды. Ундайҙарҙы егет ипле генә кире ҡаға килде, сөнки бындайҙар ул йәшәп киткән ҡалала ла бихисап ине.
Ғәлиә менән Айнурҙың яҡынлашыуҙары көтмәгәндә килеп сыҡты. Химия дәресенән икеһенә бер тема бирелде. Улар бергә лаборатор эш башҡарырға тейеш инеләр. Эш барышында ҡыҙҙың оялсанлығы ҡамасауланы, һорауына яуап таба алманы, теле аңҡауына йәбешкән кеүек тойолдо, егет алдында ҡыҙарынды, бүртенде. Айнур ғына йылмайып:
– Ҡурҡма, мин тешләшмәйем! – тигәндән һуң, үҙен ҡулға алырға тырышты. Лаборатор эштәре күптән тамамланһа ла, был икәү бер парта бүлеүҙе дауам итте, башты-башҡа, иңде-иңгә терәүҙәр ҙә йышайҙы. Айнур ҡыҙҙың арҡаһына һыйынып, эйәген яурынына һалып ултырыуҙы ғәҙәт итеп алды, ҡыҙ ҙа тартҡылашманы, һөйгәне яҡынайған һайын ирәйҙе. Ғашиҡ йәнгә күпме генә кәрәк инде?!
Айнур ҙа ҡыҙҙың итәғәтле, яғымлы булыуына, һылыулығына һоҡланды. Сафлыҡ бөрккән ҡарашына, тик үҙенә генә йәлеп иткән зәңгәр күҙҙәренә арбалды. Бер-береһенә ғашиҡ йәндәр, килешле, матур пар булып китте. Бәхеттәренә көнләшеүселәр ҙә табылып торҙо, тик ике йәш йөрәк кеше һүҙенә иғтибар итмәне, осрашыуҙар дауам итте.
Ҡыҙының ғашиҡ булып, ҡоштай талпынып йөрөүе Тәслимәнең тыныслығын алды, ғәзиз балаһы өсөн борсолоуы ярылып ята ине уның эсендә. Егеттең атаһы ла ҡаршы торҙо, ябай уҡытыусы ҡыҙын улына тиңһенмәне. Ғәлиә тураһында белештереп бөткән ине, ул уны байлыҡҡа ҡыҙыҡҡан елбәҙәк итеп күрҙе. Айнурына яйы сыҡҡан һайын ризаһыҙлығын тыҡып торор булды. Илһам Ишбулды улы үҙенең тормош тәжрибәһе аша фекер йөрөттө, өгөтләп тә, ҡурҡытып та, йүнһеҙ әсәһен дә миҫалға килтерҙе, ләкин Айнур тыңламаны – Ғәлиәһенән баш тартманы.
Ваҡыт осҡан ел кеүек үтә торҙо. Балалар ҙа мәктәпте тамамланы. Илһам улын янынан ебәргеһе килмәне, юғиһә, бушҡа ер аяғы, ер башына күсенгәнме?! Ҡыуанысына, Айнуры ҡырға атлыҡманы, һөйгәне яңғыҙ әсәһен ҡалдырып китергә теләмәгәнлектән, икеһе лә урындағы юғары уҡыу йорттарына инделәр. Әҙерәк сыуалыр ҙа ташлар тигән өмөтө лә Илһамдың бушҡа булды, бөтөн дәғүәләргә ҡаршы тороп, йәштәр өйләнешергә ҡарар итте.
Тәслимәнең борсолоуҙары ла бушҡа булмаған икән, оҡшаманы уға буласаҡ ҡоҙаһы. Юҡ, йәштәрҙең хистәренә, бергә булыуҙарына ҡаршы түгел ине. Ҡыҙының мөкиббән китеп ғашиҡлығына инанғайны. Бына дорфа һүҙле, уҫал ҡарашлы ҡоҙаһын ҡорбанына ташланырға әҙерләнгән януарға оҡшатты. Ирендәре йылмайһа ла, күҙҙәре туң, ихлас итеп күрһәтергә тырышҡан күңеле яһалма тойолдо уға.
Илһам да танышыуҙан ҡәнәғәт ҡалманы. Ябай ҡиәфәтле, төҫһөҙ кейемле уҡытыусы ҡоҙағыйын аш бүлмәһенең файҙаһыҙ йыһазы кеүек күрҙе.
Ә бына буласаҡ киленен күреү онотолмаҫ тәьҫораттар ҡалдырҙы. Алиһәгә тиң сибәрлеге телһеҙ, быуынһыҙ итте. Килешле буй-һынын, ипле ҡыланышын фәрештәгә тиңләне. Йәһәт кенә ҡосағына алып, ҡалҡып торған күкрәктәренән, алһыуланған сикәләренән үпкеһе, йәш, тығыҙ тәнен, нәҙекәй билен мытҡып тотҡоһо, наҙлағыһы килде. Мейеһенән үткән йәшен тиҙлегендәй хыялдары, ҡандарын ҡайнатып, башын әйләндерҙе. Әкиәттәге Һыуһылыуҙай ҡыҙҙың һөйөү тулы ҡарашы Айнурына төбәлгәнен күреү, көнләшеү хистәрен ҡуҙғытып, аҡтарып сығарҙы, бер бөртөк улын күралманы, ауыр тойғолар хәлен алды. Үҙенең дә шашып һөйгөһө, һөйөлгөһө килде. Был илерткес тойғо тыныслығын сикләне, ашын аш, йоҡоһон йоҡо итмәне.
Ғәлиәнең киләсәге яҡты, матур тормошҡа хыялдары бер көндә юҡҡа сыҡты. Туй мәжлесенә бер ай ҡалған ине. Айнуры икенсе ҡалала практика үткән ваҡытта булды ул. Буласаҡ ҡайныһы Айнур ҡайтыуға сюрприз әҙерләү сәбәбен һылтау итеп саҡыртып алды. Үҙенең мөһим эштәре булһа ла, ҡайны һүҙен йығырға ҡыйманы. Ғәлиә килгәндә Илһам Ишбулдович ярайһы уҡ иҫергән ине инде. Был аҙымға уны эскән шарабы ла, эсенә һыймаған көнләшеү ҙә, мөхәббәткә, наҙға сарсаған күңеле лә этәрҙе. Ғәлиә килеп инеү менән күҙе томаланды. Ҡорбанына ташланған януарға әйләнде. Йәш ҡыҙҙың ялбарыуын да, илауын да ишетмәне. Ул гүйә бар донъяны ҡаплап алған вакуумда кеүек хис итте үҙен.
Бар эштәрен барлап, һағынып, ваҡытынан алда ҡайтып ингән Айнур ҡурҡыныс та, имәнес тә күренешкә шаһит булды. Шаһит ҡынамы?! Һөйгәненең сепрәк ҡурсаҡ кеүек ятыуы, атаһының башҡа һыймаҫлыҡ енәйәте, орған еренә таш ҡаялай һеңдерҙе. Күңел түренән үрәпсеп, ҡайнап, урғылып сыҡҡан асыуы күҙенә ҡан һауҙырҙы, һарыуын ҡайнатты. Тиҙерәк үс алыу теләге елегенә үтеп инде, аңын томаланы. “Типкесләргә! Иҙгесләргә! Юҡ, юҡ! Үлтерергә! Мотлаҡ үлтерергә! Өҙгөсләп, салып ырғытырға!”
Яраһына тоҙ һалынған йыртҡыс хайуандай ташланды ул үҙенең ҡорбанына. Йән йылытҡыс, тән илерткес тойғолар кисереп, бер нәмә белмәй иҙерәп йоҡоға талған Илһам һуңғы һулыш алыуын аңламай ҙа ҡалды.
“Ашығыс ярҙам” машинаһын, хоҡуҡ һаҡлау органдарын Айнур үҙе саҡыртты. Ҡанға мансылған килеш, һөйөклөһөн, яңы тыуған балаһын бәпләгән әсә кеүек, ҡәҙерләп тапшырҙы. Ғәлиәһенең биттәренән, сәстәренән һыйпап хушлашты. Һаҡ ҡына ирендәренә ҡағылды. Сикәләренән субырлап аҡҡан күҙ йәштәренә лә иғтибар бирмәне, йөрәген һыҙлатҡан йәлләү хисенән арына алманы. Һөйгәне менән иңгә-иң терәп, бер-береһен ярты һүҙҙән аңлап, буласаҡ балаларын буй еткереп, олатай-өләсәй булырға хыялланғайнылар ҙа бит... Бар уйҙары, өмөттәре селпәрәмә килде, керле ҡулдар, бысраҡ аяҡтар менән тапалды... Нескә күңелле ҡыҙ бала ла, йән һәм тән йәрәхәттәрен кисерә алмай, үҙ-үҙенә ҡул һалды.
Ҡыҙын һуңғы юлға оҙатып, ҡалҡып сыҡҡан яңы ҡәберлек янында ғәзиз балаһының әсе яҙмышын уйлап үрһәләнде Тәслимә. Ҡыҫҡа ғүмерле һөйөклө иптәшен иҫләне, күҙ ҡараһындай яратып, һөйөп, иркәләтеп үҫтергән берҙән-бер балаһын ҡурсалай алмағанына әсенде, ҡайғыһынан бөгөлөп төштө. Ә йәш бөртөктәре, күҙ ҡабағына тулыша алмай, аҡты ла аҡтылар...
Лилиә Илбулова.
Иҫәнбәт ауылы.