Бөтә яңылыҡтар

Мөнир ҠУНАФИН Бала тараҡандың мыйыҡ уйнатҡаны... (повесть) Етенсе өлөш

– Яратмайһыңдыр ҙа... Миңә әсир булырға тура килде шул. Бөтәһе лә уларҙың һатлыҡ йән түгел бит әле. Һыуһатты тигәндән... иҫкә төштө. Тыңлаһағыҙ, бер тарих һөйләйем.

ru.freepik.com
Фото:ru.freepik.com

– Һөйләгеҙ, – тине ҡалын тауыш менән Фред.
– Ваҡыт яғы самалы ла, шулай ҙа... – Берия эшем эйәһе булып мығырҙаны.
– Малайҙарға бер ғибрәт булыр, һөйләйем әле. – Сынтимер ағай үрелеп кенә стакандағы сәйҙе уртлап алды. – Һыуһатты, тигәндән. Ҡамауға эләгеп, әсирлеккә төштөк. Лагерға килтереп яптылар. Немецтар көн һайын кискеһен ауыр эштән һуң йыя ла илде, үҙ илеңде, Совет илен мәсхәрәләргә ҡуша. Сталинды ҡәһәрлә, Гитлерҙы маҡта, тип маңлайға пушка терәйҙәр. Илде һатмайым, тип ғүмерҙәре менән хушлашыусылар ҙа булды. Унан бигерәк, һыу бирмәй йонсота торғайнылар. “Советтар иле –ҡолдар иле, йәшәһен бөйөк Германия!” – тигәндәргә генә бер көрөшкә һыу бирергә вәғәҙәләнеләр. Бер шулай алты көн язаланылар. Камералағы утыҙҙан ашыу кешенең тиҫтәләгәне йән бирҙе, йә атылды. Күҙгә мираж булып диңгеҙҙәр күренә, тыуған яҡтың шишмә-күлдәре төшкә инеп ыҙалата. Тирләгән стенаны ялайбыҙ. Нисек тә түҙәбеҙ, илебеҙгә булған һөйөүебеҙ шулай көслө булғандыр, аяҡтан йығылһаҡ та, йәнебеҙ сыҡһа ла, илебеҙгә ҡарата бысраҡ һүҙебеҙ булманы. Алтынсы көн берәүебеҙ, түҙмәне, “Йәшәһен Германия, йәшәһен Гитлер” тип һөрән һалып ебәрҙе. Тиҙ генә ҡулына көрөшкә менән һыу килтерҙеләр, ҡалтырана-ҡалтырана сәсәй-сәсәй һыуҙы эсеп тә ебәрҙе, иҫен юғалтып ҡоланы ла бахыр…
– Бахыр һиңә, һатлыҡ йән. Вә-әт, сволочь, үҙем булһам, быуып үлтергән булыр инем, – Фред урынынан ҡалҡынып ҡуйҙы.
– Эйе, һатлыҡ йән. Һуңынан үҙен ҡарауылсы иттеләр. Баяғы Әлимов Мансур. Рухың булмаһа, шулай дошманға хеҙмәт итергә ҡала. Немецтар үҙҙәре лә һатлыҡ йәндәрҙе яратманы, һуңынан быуғандарҙыр былай ҙа.
Директор урынынан торҙо, йөрөп әйләнде лә:
– Һеҙ шулай булмағыҙ, малайҙар. Үҙем хатта һыуһап киттем, – тип сәйен эсеп ебәрҙе.
Фред шунда ҡолағын һаҡ тотоп ултырҙы, аңғармаҫтан минең аяҡҡа баҫҡылып-баҫҡылап алды. Ни әйтергә теләне – мин аңламаным да.
Сынтимер ағай ҡалала йоҡларға ҡалмай, ҡайтып китте. Килеү сәбәбен дә һуңынан ғына белдем, әсирлегенә шик белдереп НКВД-ның сираттағы тикшереүе булған. Ҡалаға йыш саҡырып торҙолар уны. Аҙым һайын тикшерҙеләр. Әле, әсәй мәрхүмә булғас, беҙҙең хәлде лә белергә, тип инеп сыҡҡан.
Отбой алдынан бәҙрәфтә Фред, рәхмәт әйтер урынға: "Юҡҡа һин мине яҡлаштың, күрһәтәсәктәр һиңә", – тине.
– Ғимай элек мужик ине ул. Бер ҡатлы, намыҫлы малай ине. Икмәк урлағаны, директорға ҡаршы әйткәне өсөн изоляторға ла күп яптылар, туҡманы ла уны Берия. Шунан биреште, подхалимға әйләнде. Уны яҡлап директорға, Һеҙ СС, тип әйткәйнем, бысаҡ менән бына ошо шрамды һалды. “СС “тип ярып яҙғайны ла, тик нишләптер бер генә “С” ҡалды. Мине һындыра алманы. Һине һындырасаҡ. Һаҡлан! – тип иҫкәртте.
Уң яҡ ҡолағы төбөнән ирен осона тиклем "с" хәрефенә оҡшап һуҙылған яраһы ана шунан икән. Шул хәшәрәткә һаман түҙәбеҙ.
Бүлмәгә ҡайтып ятҡас, ҡараңғыла шым ғына инде быйма еҫе һеңеп бөткән ярым алманы Пашканың танауына терәнем. Аша, һиңә, дауаханан алып ҡайттым, тинем.
Ул алманы тотто ла оҙаҡ ҡына еҫкәп ятты, буғай, шунан умырып тешләп алды.
– Тәмле. Тик бер тәм бар. Ай тәме, ҡараңғылыҡ тәме. Ярты булғанғалыр. Ә бөтөнөнән ҡояш еҫе килә. Рәхмәт һиңә, – тине.
Нисектер йылмайып ҡуйҙым. Күңелемә рәхәт булып китте. Төшөмдә әсәйемде күрҙем. Матур яланда сәскәләр йыя, еләктәр ҙә өҙә ине буғай. Тик бына һин, Аҡмал, был матурлыҡты күрмәйһең инде, тей. Мин күрәм, күрәм тип ҡысҡырам, ә ул осто ла китте...

6.

Ул ваҡытта минең күҙҙәр күрә ине әле. Кеше тормошта ла юғалтҡас ҡына булғандың ҡәҙерен белә. Иртәгәһенә ғүмергә күҙемде юғалттым. Тик бөгөн артыма боролоп ҡарайым да, бала саҡта ҡалған зәңгәр күкте, аҡ ҡояшты, эйе аҡ, һүрәт төшөргәндә балаларым уны йә һарыға, йә ҡыҙылға буяй, һәр кем үҙенсә күрә бит, ана шул аҡ ҡояшты, йәшел үләнде, әсәйемдең йөҙөн – барыһын да хәтеремә алып һағынған кеүекмен. Тик бына нишләптер үкенмәйем. Ул саҡта мин бысраҡты күберәк күрә инем барыбер ҙә. Юҡҡа ғына бөйөк Демокрит та үҙе теләп һуҡырға әйләнмәгәндер. Донъяны нығыраҡ аңлар өсөн үҙенең күҙҙәрен нурҙан мәхрүм итә. Баҡһаң, нур юғалмай ул. Күҙҙән бигерәк йөрәк, аң нығыраҡ күрә. Хатта бөйөк хаким Сөләймән дә һуҡырҙарҙы ябай кешеләрҙән зирәгерәк тип билдәләй ҙәһә. Ни өсөн шулай ти, сөнки беҙ һәр һуҡмаҡты, һәр аҙымды самалап, тикшереп, аңлап, хатт, һанлап баҫабыҙ. Ә элек ҡайҙа ҡоларымды ла, ҡайҙа абынырымды ла белмәй шул тиклем ниңә йүгергәнмендер... Күҙҙәр күрә, тип ней.
Иртәгәһенә таң менән тентеү башланды. Күрәһең, теге хәшәрәт бысағы юғалғанын шәйләп ҡалғандыр. Элегерәк тә еңелсәрәк тикшереүҙәр, ятҡан әйберҙәрҙе тәртипкә һалыу кеүек күренештәр булғыланы ул. Тик был юлы... Беҙҙең барыбыҙҙы ла коридорға сығарып теҙҙеләр тәүҙә. Тәрбиәселәр, хатта директор ҙа бүлмәгә инеп бар нәмәне аҡтарырға, туҙҙырырға тотондо. “Һәр бер мөйөштө, һәр бер ярыҡты ҡарағыҙ, тик табығыҙ!” – тип екерҙе Берия.Тик бер кем дә, ҡайҙа бысаҡ, тип һораманы. Бурҙы ҡапыл ғына эләктерергә булдылар шикелле. Оҙаҡ ҡына мәшәҡәтләнделәр. Бер мәл сыр-сыу килеп тә алдылар. Директор, шымығыҙ, үҙем, тине. Әллә таптылармы? Йөрәгем жыу итеп китте. Тапһалар ҙа, уның мейес аҫтына кем һалғанын кем белә, тип уйлайым. Кисә әлдә генә алманы Пашкаға ашатҡанмын да типтә һөйөнәм. Тапһалар, ҡайҙан алдың, тип башты ҡатырырҙар ине. Дауаханала апайым бирҙе, тип алдашырға булыр ине. Кәпис, ҡапыл башым ауыртып, йөрәк тапҡыры ныҡ итеп сәнсеп ҡуйҙы. Сталинға яҙған хат... Төрлө мәшәҡәттәр менән уныһы онотолоп киткән. Уф, уф, мендәр эсен генә ҡарамаһалар ярар ине. Тапһала-ар, быныһы бысаҡтан да үткерерәк, бысаҡтан да ослораҡ “малявка”. Көскә түҙҙем.
Яңынан бүлмәгә инеп урындарҙы һәрмәп йыйыштыра башлағас та тиҙ генә мендәремде тотҡоланым. Эйе, хат юҡ ине, Сталинға тип яҙған хатты тегеләр тапҡанда-ар. Мейес аҫтында ятҡан бысаҡ та улар ҡулындалыр. Миңә бына хәҙер хана. Һаҡланып өлгөрөп булманы. Ысынлап та, бөттөм. Минең мендәрҙән тапҡас, кем яҙғанын аңлағандар инде. Ой, иҫәүәнмен дә инде. Шуны бысаҡ менән бергә мейес аҫтына тығып була бит. Аңра. Тиҙерәк һыпыртырға кәрәк бынан.
Хәмиҙә Маликовна килеп инде. Эйе, күҙаллауым дөрөҫкә сыҡты.
– Тотон ҡулға, директор саҡырта, – тине.
Директорға алып китмәне, подвалға йүнәлдек. Атаман өңөнә.
– Беҙ ҡайҙа барабыҙ? – тинем.
– Директорға тинем бит, – Черчилль ныҡ асыулы ине. Бөттөм. Подвалда бер кем бер ни ишетмәй, бер ни күрмәй. Мин ҡаршылашырға тотондом, төшмәйем, мин директорға үҙем барам, тим. Көслө, ҡәһәрең, тәрбиәсе елкәгә бармаҡтарын батырып, елтерәкләтеп алып төштө лә китте.
Таныш подвал бүлмәһе, таныш һаҫыҡ еҫ. Иҫке тимер карауатта директор йәйелгән. Янында сумкаһы бар. Өҫтәл янында оҙон булып Ғимай баҫып тора. Хәмиҙә Маликовна мине елтерәтеп индерҙе лә ишекте ябып ҡуйҙы.
– Бында кил! – кисәге бесәй кеүек йөрөгән директор бөгөн ажар арыҫлан ҡиәфәтендә. Тауышында тимер сыңы бар.
– Һеҙ ҡайҙа? – тигән булдым. Үҙем ипләп кенә яҡынлаштым.
Һәм ҡапыл... күҙҙәремдән уттар сәсрәне, танауымдан ҡан бөркөп килеп сыҡты. Директор шул тиклем килтереп тондорҙо, йыраҡҡа осоп барып төштөм. Эскә килтереп типте. Бөтөнләй бөгәрләнеп яттым. Ҡулдарым менән башымды ҡапланым. Башыма, эсемә тағы, тағы типте. Бөтә тәнде ток һуҡҡан кеүек ауыртты, ҡалтыратты. Тын алырлыҡ түгел. Черчиллдың "Ужас! Ужас!" тигән һүҙҙәре генә ҡолаҡҡа салынғандай. Оҙаҡ ҡына типкеләне директор. Шунан уф табыш килеп өҫтән ҡарап торҙо. Бер кем бер ни әйтмәй, өн дә сығармай. Ҡурҡыныс тынлыҡ. Ҡара сепрәгемде битемдән йолҡоп тартып алды. Ни булһа ла булыр, тип ыңғырашып ятам. Күҙҙе асырлыҡ та көс юҡ. Ныҡ ҡурҡыуҙан дерелдәп ҡалтыранам.
– Был кемдең хаты? – директор өҫтөмдә Сталинға яҙған хатты болғаны.
Ауыҙға уҡмашҡан ҡанды көскә йотоп:
– Белмәйем, ниндәй хат? – тип әйтергә көс табам. Аңым эшләй икән, тип уйлайым.
– Сталинғамы, тағы кемгә яҙҙың хаттар? Нимә тип яҙҙың?
– Мин нисек яҙайым. Күрмәйем дәһә һуң.
– Күрмәйһе-ең? Ҡыҙы-ыҡ!
Директор ҡарап торҙо ла, сығып китте. Артынан тәрбиәсе эйәрҙе лә, оҙаҡ та тормай яңынан инде, тағы сыҡты. Ҡолаҡты ярырлыҡ тынлыҡ урынлашты. Башым геүләй, күҙ алдарым ҡараңғыланып китә. Тынлыҡтан ҡолағым тағы ла нығыраҡ ауырта. Бер кемдең дә юҡлығын файҙаланып, яныма Ғимай килде.
– Хатты һин яҙҙыңмы? Кем менән яҙҙың? – яғымлы итеп һорашты. Мин яуап ҡайтарманым. – Яҙһаң да, яҙмаһаң да, танма, бирешмә. Ул һине барыбер үлтерәсәк. Ғорур бул! Мин егеттәргә, ул берегеҙҙе лә һатманы, тип әйтермен.
– Минең үлгем килмәй, – тинем. Шул уҡ ваҡытта илағым да килмәне. Миңә бер төрлө барыбер ине. Бер генә үкенес, апайымды, әсәйемде башҡаса күрмәйәсәкмен. Бигерәк тә Асетте, ул мине эҙләп, һағынып бер буласаҡ бит. Мин бында уны һаҡларға тип килгәйнем дә, бына нисек килеп сыҡты.
Берия үҙенең кабинетында торған Сталиндың портретын тотоп килеп инде. Ғәҙәттәгесә артынан Черчилль эйәргәйне.
Портретты минең күҙгә килеп терәне.
– Күрмәйһеңме? Бында кем төшөрөлгән, әйт!
Бер ни өндәшмәнем. Башымды эйеп тик торҙом.
– Һеҙ нимә… нимә, кем менән шаяраһығыҙ, Ғәфүр Ҡәйүмович – Хәмиҙә Маликовна күҙен ҡаплап сүкәйеп ултырҙы. – Юлбашсы бит, атабыҙ. Мин күрмәнем, мин күрмәнем.
– Кем төшөрөлгән, маңҡа малай, әйт, күрмәһәң, танымаһаң… Үлтерәм! – Директор иҫ киткес итеп аҡырҙы, хатта артҡа сигеп ҡуйҙым. Ул портретты яҡыныраҡ килтереп битемә терәне. Мин, әлбиттә, таныным. Был беҙҙең атабыҙ Сталин бабай ине. Уны күргәс тағы ла нығыраҡ ҡалтыранырға тотондом. Мин кемдән нығыраҡ ҡурҡам: Унанмы, әллә директорҙанмы? Директорҙандыр, Бериянандыр. Ә атабыҙ мине шулай туҡмай алыр инеме ни? Юҡ, әлбиттә, киреһенсә, ул беҙҙе яҡлай бит.
– Кем һуң был? Әйт, Аҡмал, – тигән булды Сулаҡ, йәлләп әйттеме, әллә көсөргәнешлеккә түҙеме бөттөмө- аңлашылманы. Йәлләгәндер - тауышы тыныс ине.
Мин ауыҙымдағы ҡанлы шайыҡты йотоп, ғәфү итегеҙ, күрмәгәс, танымайым шул, тинем. Үҙем саҡ баҫып торам. Йығылмаһам ярар ине. Директор портретты ике ҡулыма тотторҙо.
– Үҙ атаңды танымағас… – тине лә, карауатҡа барып ултырҙы. Бер аҙ тынлыҡтан: – Миңә үҙемә хат яҙырға тура килер. Сталиндың үҙенә, - тип өҫтәне. Һөйләнгән һайын ярһый-ярһый барҙы. – Һине танымайҙар, күрмәйҙәр, һанламайҙар тип. Совет ҡоролошонан көләләр, бушҡа икмәк ашап шашалар…
– Шашмайбыҙ, көлмәйбеҙ. Беҙ Сталин бабайҙы яратабыҙ, – тинем башымды ҡалҡытып. Хәлһеҙлектәнме, ҡалтыраныуҙанмы ҡулымдан портрет сайҡалып-сайҡалып китте. Тәрбиәсе шунда уҡ яныма килеп, портретты яҡшылап тотторҙо: –Ипләп тот, төшөрөп ебәрмә, харап булырбыҙ, тип һөйләнде.
Директор уға иғтибар ҙа итмәне, ишетмәнелә, киреһенсә, яныма килеп портретты битемә этте:
– Яратҡас, мә иҫбатла, ярат, һөй. Үп! Үп, тим.
Ҡапыл арҡырылығым бәреп сыҡты. "Тауис ҡошҡа ырғыған эт" ҡаныма йүгерҙе.
– Ә бында кем төшөрөлгән, мин бит күрмәйем. Бәлки, эт һүрәтелер, – портретты уға һуҙҙым.
– Йә Хоҙай, мин күрмәнем, мин ишетмәнем. Юлбашсы бит, иплә-әп. Мин күрмәнем, мин ишетмәнем, – Черчилль нишләргә белмәй бүлмә буйлап йөрөргә кереште. Шунан берсә портретты ҡулына алырға ниәтләне,берсә өҫтәл янына барып сүкәйҙе. Ҡайҙа булһа ла йәшеренергә теләне шикелле. Әйтерһең, уның алдында юлбашсы үҙе тора.
Ипләп кенә портретты бармаҡ остарым менән һәрмәп, һыйпай башланым.
– Эйе, оҡшаған да кеүек. Кеше һүрәте. Күҙе, бите, мундирында погондар. Бәләкәй саҡта гәзит битенән күргәнем бар ине. Мыйығы хәтерҙә ҡалған. Сталин бабайыбыҙмы әтеү?
Директорҙың тауышы бер аҙ йомшарҙы:
– Эйе, Сталин бабайың был. Хәҙер беҙгә уның исеменән ант ит.
– Нимә тип?
– Сталин юлбашсыбыҙ исеменән тик дөрөҫөн һөйләйем, тиң.
Тәрбиәсе серелдәп ебәрҙе:
– Ул исем менән шаярмағыҙ, зинһар. Ул бит беҙҙең ҡояшыбыҙ. Мин күрмәнем, мин ишетмәнем, - үҙе шым ғына туңҡайып өҫтәл аҫтына инеп китте. Ғимай ҙа уның янына ултырҙы.
– Мин һәр саҡ дөрөҫөн һөйләйем, сәскәләр тураһында ла, эттәр хаҡында ла…
–Тағы бер тапҡыр һорайым. Сталин бабабыҙ исеменән дөрөҫөн генә әйт, хат яҙҙыңмы уға?
Уйлап та тормайса "Юҡ!" тинем.
– Сталин юлбашсыбыҙ исеме менән әйт! – директор ҡабатланы.
– Сталин исеме менән әйтәм, мин уға хат,– бер аҙ тынып ҡалдым да, – юҡ, яҙманым, – тинем. Шулай тигәс үҙемә нисектер рәхәт булып китте. Әйтерһең ысынлап та мин яҙмағанмын.
– Хәмиҙә Маликовна, Асетте алып килергә кәрәк булыр. Һеҙ ҡайҙа һуң ул?
Тәрбиәсе өҫтәл аҫтынан килеп сыҡты:
– Ул ауырый ҙа һуң, нисек дауахананан...
– Ауырыһа һуң, сисендерәбеҙ ҙә беҙ уны… Ғимай, ир булғың киләме? Ғимай менән йылытабыҙ. Һуҡыр Аҡмал барыбер бер ни күрмәй.
– Һеҙ ни һөйләйһегеҙ? - тәрбиәсе ҡурҡып китте.
Нишләргә? Асет апайыма бер-бер хәл булһа, мин уны кисерә алмаясаҡмын. Был хәшәрәтте мин беләм.
Ғимай иламһырай башланы:
– Юҡ, минең ир булғым килмәй. Мин, ҡурҡам, иптәш директор.
– Мин ни һөйләйемме?.. – Директор тағы ярһыны. Черчиллдың алдында баяғы хатты һелкетте. – Әгәр ҙә хат яҙылып, Сталин бабайыбыҙға барып етһә, Хәмиҙә һеңлекәш, һиңә лә, миңә лә, Аҡмалдың үҙенә лә төрмә янай. Мин төрмәнең ни икәнен беләм…
(Дауамы бар)

Читайте нас: