Бөтә яңылыҡтар

Бала тараҡандың мыйыҡ уйнатҡаны... (повесть) Мөнир ҠУНАФИН. Алтынсы өлөш

– Юҡ, үлмәне, ну, хәлдәре шәп түгел... ине. Апайым дауаханала. Тамағы шешкән, һыуыҡтан. Бөгөн барҙым. Ашаталар. Хатта ҡыҙыл ғына алма биргәндәр. Һин икмәкте ал. Теге биш һыныҡ икмәктең берәүһен генә ашаным. Ҡалғанын һеҙгә тип киптерҙем. Ал инде, атаман.

Фред тәҙрә тупһаһына таянып тышҡа "ҡарап" тороуын дауам итте. Мин уның йомоҡ күҙҙәрендә бер мәғәнә эҙләнем, ул бик бойоҡ ине.
– Эт еҫе килә икмәгеңдән. Үҙең аша... Иртәгә сығам, намыҫлы икмәкте ҡабырға күп ҡалманы.
Ниндәй әҙәмдер был! Мин ҡар кисеп, бар ҡурҡыуымды еңеп уның янына киләм, ә ул? Өс хәрефкә оҙатһаң инде үҙен. Шулай ҙа:
– Тоғро эттең еҫе бит ул. Апайыма алып барғайным, ул, Фредҡа бир, тине, – тинем мөлдөрәп ҡарап.
Фред ирония менән:
– Тағы нимә тине? – тип мыҫҡыллы йылмайып ҡуйҙы. Мин фантазиямды эшкә ектем. Үҙем тиҙ генә тирә-яғыма күҙ һалып алырға ла онотмайым.
– Ул асыҡҡандыр, тине. Нишләптер ул һине ныҡ йәлләй.
– Йәллә-әй?.. Һин нимә, мине сүп тип беләһеңме? – ул шап итеп форточкаға һуҡты. Туң тәҙрә барыбер ябылманы, һуғылып яңынан асылды. – Йәлләтергә мин баҡа түгел.
Хәле бөтөп киттеме, ултыра төштө.
– Юҡҡа хәлеңде бөтөрмә, атаман. Аша, мин ысын күңелдән... Асет һиңә ярты алмаһын ебәрҙе. – Быйма ҡунысынан ярты алманы сығарҙым.
Атамандың танауы электән еҫте һәйбәт тойҙо. Аслыҡтан был һәләте таралып төшмәгән ахыры, еҫкә был ҡалҡына бирҙе.
– Алма?.. Миңә?..
– Эйе, ҡып-ҡыҙыл ғына. Мин бындайҙы күргәнем дә юҡ. Ҡыш уртаһында ишеү. Ҡапманым, ер өҫтө, еҫкәп кенә ҡараным.
Фред тәҙрә аша ҡулын сығарҙы.
– Ысынлапмы? – Ҡарәсәле, атаман да иреп китергә мөмкин икән дә. Аслыҡ яман нәмә шул.
– Тик мин уны һиңә бирмәйем, – тауышым ҡоро сыҡты. Үҙем тиҙ генә тирә-яғыма ҡарана һалып алдым, йорттоң теге яғында минең исемде әйтеп һөрәнләгәндәр кеүек тойолдо.
Фред ҡапыл юғалып ҡалды.
– Ни-ишлә-әп? Уны Асет миңә бирҙе, тиң түгелме?
– Һиңә бирҙе, тик... һин тәүҙә икмәк аша, шунан бирәм.
– Нимә-ә, һатып алмаҡсыһыңмы? Иди... Һүгенәм хәҙер! Ос бынан! – Фред-атаман койкаһына барып ятты. Мин нишләргә белмәнем.
– Шаярттым бит, шаярттым, – тигән булдым. Фред ҡаымшанманы ла, нисек барып ауҙы, шулай ятыуын белде. Мин сүкәйеп ултырҙым. Китергәме, ҡалырғамы – ни эшләргә лә белмәйем. Илағым килеп китте.
Шул саҡ атамандың хәлһеҙ ҡарлыҡҡан тауышы ишетелде:
– Мин бала саҡта яман яуыз инем.
“ Хәҙер улай түгелһеңме?” – тип уйлап ҡуйҙым, тик бер ни өндәшмәй ҡалҡынып эскә баҡтым. Атаман ҡарашын стенаға төбәгән дә һөйләүен белә. Уны тыңлаусы бармы, юҡмы – уға ул иғтибар ҙа бирмәй буғай.
– Баҡаның ауыҙын астырам да һауа тултырам. Ул шар кеүек йоморайып, ҙурайып китә. Хатта аҫтан, аҡ урындарынан тамырҙары бүлтәйеп килеп сыға. Шар кеүек тулы баҡа ҡуҙғала алмай ята, сөнки аяҡтары ергә теймәй.
– Был тиклем яуызлыҡ беҙҙә лә бар ул. – Мин уның хәбәрен күтәреп алдым. Унан бигерәк, ул хәбәрҙе миңә һөйләй бит. Бар кит, тип ҡыуманы ла инде. –Беҙ уға тәмәке тарттыра торғайныҡ. Баҡа ауыҙынан тәмәкене төшөрә алмай, һура ла ҙурая, һура ла ҙурая, – яһалма көлгән булдым, үҙем тирә-яҡҡа ҡарана һалып алам.
Атаман талғын ғына һөйләүен дауам итә:
– Улай ҡыҙыҡ булмағас, туп урынына тибеп ебәрәһең тегене һәм... бомба кеүек шартлай ҙа эсендәге эсәк-бауырҙары, ҡандары уҡмашып битеңә сәсрәй. Имәнес булып китә.
Донъяны тынлыҡ баҫты. Мин ни тип әйтергә белмәй торам. Фред та тынып ҡалды. Шунан ул минең яҡҡа башын борҙо ла:
– Бутҡаны, икмәкте күп ашап сәсрәп китмә, Аҡмал.
Яуыз һин, Фред. Асыуым килде. Нимә тип бында килеп йөрөйөм. Өшөп, туңып. Икмәк үҙемдән дә артып бармай, улайға китһә. Былай ҙа ҡолағыма "Аҡмал, һин ҡайҙа?" тип ишетелгәндәй.
– Элек ысынлап та күҙең күргән икән, улайһа, атаман, – тинем. Шулай ҙа тегенең йәненә тейгем килеп киттем. –Ә беҙ атҡа ҡунған ҙур күгәүенде тотоп алабыҙ ҙа уның арт һанына әрем ботағы тығабыҙ. Һәм тегене осорабыҙ. Теге ныҡ-ныҡ безелдәй ҙә осоп китә һәм "шап"– әйләнеп килеп төшә, осоп китә лә әйләнеп килеп төшә. Һәм бер заман хәле бөтөп безелдәүҙән дә туҡтай. Тик дерелдәп кенә ята. Шунан был этләнмәһен әле тип, ҡатҡан табандар менән иҙеп ҡуябыҙ.
– Нимә һин, бейектә осҡандарҙы ергә төшөрә беләбеҙ, тип әйтмәксеһеңме? – Фред тағы тәҙрә янына килде.
– Юҡ, мин икенсе нәмә уйланым.
– Уйлай алғас, һин баҡа түге-ел.
– Беҙ бер бөжәк кенә был интернатта, – был һүҙҙәрҙе мин нишләптер шыбырлап ҡына әйттем.
– Нимә тиһең, бөжәк? Һин ул баҡа, мин түгел. – Фред тағы ла сүкәйеп ултыра төштө. Минең йәнем көйөп китте.
– Ә мин Сталинға хат яҙҙым.
– Ни фига себе... Кемгә? Сталинға? Ысынлапмы? Нимә тип яҙҙың?
– Эйе, Сталиндың үҙенә. Икмәкте ашаһаң, әйтәм.
Фред яңынан ҡалҡынды.
– Бер тапҡыр әйттем бит, эт еҫе килә икмәгеңдән.
Ишек яғынан :“Аҡмал! Аҡмал, һин ҡайҙа?” тигән тауыш ишетелгәндәй булды. Сүкәйә һалдым. Күҙ бәйләнә башланы, шуға тирә-йүн йүнләп күренмәй ҙә. Асыуымды тыя алмай:
– Улайһа, уҡымайым да, алманы ла, икмәкте лә бирмәйем. Ғимай сулаҡҡа бирәм, әйҙә тығынһын, – тинем.
– Ҡалай яуызһың. Бир! – шул саҡ ул ҡулын тышҡа һуҙҙы.Үрелеп икмәк менән алманы уның усына һалдым, кире окобыма сумдым. Атаман алманы оҙаҡ ҡына еҫкәп торҙо ла кире һуҙҙы.
– Мә, алманы кире ал, Асеткә бирерһең. Миңә эт еҫе килгән ҡатҡан икмәк тә яраған. – Фредты ҡосаҡлап алғым килеп китте.
– Юҡ, ысынлап та, ул һиңә бирҙе, икмәк өҫтө.
– Икмәк өҫтө, имеш. Изоляторҙа Фредҡа ла алма биргәндәр икән, ул да яртыһын һиңә күстәнәс итеп ебәрҙе, тиерһең. Шулай итмәһәң, икмәгеңде ашамаясаҡмын.
– Ярай. Шулай ҙа һин дә яуыз… – яратып әйттем был юлы был һүҙҙе. –Әйҙә, берҙе ҡап та, мин һиңә хатты һөйләйем.
Фред ипле генә итеп ултырып, валсығын да ҡоймай, һаҡсыл ғына икмәкте ҡапты. Мин нимә яҙғанымды һөйләнем. Фред икмәк ашай-ашай тыңланы. Шунан ҡалҡынды ла:
– Слабак һин, ат күгәүененә ҡойроҡ таҡҡан егет. Сталин бабайҙы иҫәүән тиһеңме әллә? Һинең уйыңда нишләп тик ашау ғына һуң, Аҡмал? Был балалар ил яҙмышы тураһында әҙерәк кенә булһа ла уйланмаймы икән ни, тип хәүефкә ҡаласаҡ юлбашсы.
Мин ни әйтергә белмәнем. Блондинка Гәүһәр хаҡында өндәшергә уйланым да, туҡтап ҡалдым. Барыбер “слабак “тип әйтәсәк. Дөрөҫ эшләмәгәнмендер, күрәһең.
– Был хатты белһәләр, һине аҫасаҡтар. Яндыр ул малявкаңды. Директор бысаҡ менән эсеңде ярасаҡ.
– Ярмаясаҡ. Бысаҡ миндә, урланым мин уны. Хәҙер ни эшләргә миңә?
– Яндыр хатыңды. Бысағыңды тапһа, ярасаҡ. Бос-як.
– Мейес аҫтында ул, тапмаясаҡ.
Шул саҡ артымда ғына:
– Кем бар бында? - тигән тауыш яңғыраны. Һылашып окобыма яттым. Бөттөм. Миңә хана!
– Кем бар, тим. Аҡмал, һин түгелме?
Таныш тауыш кеүек. Кем һуң әле? Ипләп кенә ҡалҡынып күҙ һалам. Хәрби кейемдә кемдер. Ҡапыл аңыма барып етте – Сынтимер ағай ҙа һуң.
Мин урынымдан һикереп торҙом да, көрттө йыра-йыра, йүгереп барып ағайҙы ҡосаҡлап алдым. Уның иҫке шинеленә һыйынып иланым да ебәрҙем. Көнө буйы тамаҡ төбөндә йөрөгән төйөр шулай ирене лә мине быуынһыҙ итте лә ҡуйҙы.
- Аҡмал, һин бында икән, эҙләп бер булдым даһа. Асеткә лә барып килдем, интернатты мәж килтерҙем... Нисек хәлдәрең? – тигән булды Сынтимер ағай.
Мин уның муйынынан ҡосаҡлап алдым. Тыныслана биргәс, ҡара сепрәкте күтәреп, күҙҙәренә тултырып ҡараным да:
- Мин һуҡыр түгел. Мин һуҡыр түгел! Мин ҡайтам, әсәйемә ҡайтам, мине алып ҡайт, ҡалдырма бында, – тип ялбарҙым. Сынтимер ағай ҙа миңә тултырып ҡараны.
Мин ул саҡта бер ай элек әсәйемдең туңып үлгәнен белмәйем әле. Тағы ла аҡылы яңылышып, балаларымды алып ҡайтам, тип сығып китеп, февраль буранына мәңгелеккә инеп аҙаша ул. Барыбер балаларымды алып ҡайтам, алып ҡайтам, тип бер нисә тапҡыр ҡабатлай. Күрә-белә буран араһына индереп ебәреүҙәрен әйт ауылдаштарҙың...
Ә әлегә Сынтимер ағай ситкә ҡараны ла:
– Әсәйең үҙе килеп алыр. Бына һеҙгә ул йылы ойоҡ баштар ебәрҙе, ике баш ҡорот һалды, – тине
Тик ул сабый ғына балаға әсәһенең мәңге килмәйәсәген нисек әйтә алһын инде. Ике аҙна эҙләгәндән һуң, туң ер ҡуйынына һалғандарын нисек аңлатһын. Һуңғы көндәрҙә үҙ быймаһын сабый итеп төрөп, ҡосағында бәүелтеп, бишек йыры йырлап йыуаныуын нисек һөйләйһең былай ҙа тормоштоң әсе һурпаһын һемергән үҫмергә. Үҫкәс, әйтер, әлбиттә.
– Мин дә, Асет тә әсәйҙе, һине, ауылды ныҡ һағындыҡ. Бында ҡыйын. Күҙлеләргә тағы ла ҡыйыныраҡ. Тик бында һағынырға ярамай. Һағынһаң, икмәк бирмәйҙәр.
– Нисек инде? Улай ҙа буламы ни? Бик һағынһаң, йәйен алып та ҡайтырмын үҙегеҙҙе. Тик бына әсәйең…
– Нимә әсәйем?
– Тик бына әсәйең… бәлки, үҙе лә килеп алыр. Тик әле түгел.
Тәҙрә аша Фредтың "Слабак!" тигән тауышы ишетелде. Икебеҙ ҙә шул яҡҡа боролдоҡ. Сынтимер ағай:
– Һин бында ни эшләйһең? Нимә кәрәк? – тип һораны.
– Нишләйһең тип ней… эт еҫе килгән икмәк ашайым.
– Төрмәлә ул. Изоляторҙа. Был беҙҙең атаман Фред. Апайымды ла, атаманды ла төшөндә ниндәйҙер, попугай кеүек ҡош күргәне, шунан һорауһыҙ шәм яндырғаны өсөн шулай яптылар.
– Үҙең попугай һин. Ой күп һөйләйһең, Аҡмал. Слабак.
– Төрмәгә? – Сынтимер ағай аптырап китте.– Тәртип ҡаты икән.
– Ҡаты, ныҡ ҡаты. Алты көн һыу менән генә тора. Икмәк бирмәйҙәр.
– Икмәк ашайым ти түгелме һуң?
– Мин алып килдем, асыҡҡан ул. Уны ҡотҡарырға кәрәк.
– Слабак, – Фред шап итеп форточканы ябып ҡуйҙы.
"Әйҙә әле, директорҙы күрәйек",– тип Сынтимер ағай мине етәкләне лә, туҡылдатып-нитеп тә тормай, туп-тура директор бүлмәһенә килеп индек. Ярһығайны, бүреген ҡулына тотоп алды, ипле генә һыпырып ҡуйған сәсе алға килеп төштө, был уны тағы ла аяуһыҙ һәм ғәйрәтле итеп күрһәтте. Күҙҙәре янып тора.
Директор өҫтәл артында, күҙлеген һалып тороп, киске аш ашап ултыра ине. Алдындағы өс шәм яныулы. Бәхетенәнме, әллә бәхетһеҙлектәнме, алдында икмәк һәм бер тәрилкә тары бутҡаһынан башҡа бер ниҙә юҡ. Теге ваҡыттағы алмалар булһа, аслыҡтан интеккән Фредты күргән Сынтимер ағай уны ни эшләтергә белер ине. Әле лә ул килеп тә инде, өҫтәлгә шап итеп бүреген һалды ла:
– Шапылдатып бутҡа ашайһың инде?
– Что вы себе позволяете? – тип һикереп торҙо Ҡәйүмович. Ирене ситендә бутҡа бөртөгө йәбешеп тороп ҡалды. Ипләп кенә күҙлеген кейеп алды.
– Киреһенсә, һеҙ үҙегеҙ нимә “позволяете”? – тип өҫтәлгә тағы ла, был юлы яҫы усы менән шап итеп һуғып алды Сынтимер ағай. – Үҙең бутҡа менән һыйланаһың, ә тегендә бала аслыҡтан интегәме?
Директор ҡапыл нимә тураһында һүҙ барғанын аңламаны, буғай. Әллә аңламауға һалыштымы. Ирен ситтәрен еңе осо менән һөртөп алды ла яңынан урынына йәйелде.
– Кем асыға?
Сынтимер Фред-Кәримдең исемен белмәй ине әле. Шуға бер миңә, бер директорға ҡарап:
– Кем тип, атаман нишләгән унда? Рәшәткә артында талсығырға... Кем уны төрмәгә ултыртҡан?
Директор аңланы, еңелсә яһалма көлөмһөрәп ҡуйҙы.
– Ултырығыҙ, кем тип өндәшәйем һеҙгә?
– Сынтимер Байғотлин булам. Үткән көҙ Асет менән Аҡмалды мин алып килгәйнем. Һеҙҙе тап итмәнем ул саҡта.
Ағай ултырҙы. Мин уға йәбешеп тигәндәй, башымды эйеп янында баҫып ҡалдым. Ҡара сепрәк аша ҡаршы ултырған әҙәмгә күҙ һалам, ул миңә шул тиклем имәнес. Теге “блондинка Гәүһәрле” кистән һуң мин уны шул тиклем күрә алмайым. Ул әле ниңәлер берсә ағарҙы, берсә ҡыҙарҙы. Ҡулын ҡайҙа ҡуйырға белмәне, алдындағы яртылаш ашалған бутҡалы тәрилкәһен берсә алға эткеләне, берсә үҙенәтартҡыланы. Бар тынлыҡты боҙоп иҙәнгә ҡалағы төшөп китте. “Зың-зың” килгән тауыш бар донъяны яңғыратҡандай тойолдо миңә. Уны үрелеп алыусы булманы.
– Сынтимер тиһеңме... – Берияның тауышы нәҙегәйеп китте. Шунан бер аҙ кәүҙәһен турайтып. – Кәрим Искәндәровты әйтәһегеҙме ни? Ул бик ҡаты тәртип боҙҙо.
– Нисә көн ултыра?
– Нисә көн тип, күпме булды икән. Хәҙер Хәмиҙә Маликовнанан...
Сынтимер ағай өҫтәлгә тағы ла усы менән һуғып алды.
– Хәҙер үк сығарығыҙ Искәндәровты.
– Һеҙ кем әле ул тиклем бойорорға? – нәҙек тауышы менән сыйылданы директор.
– Мин ирекле Совет гражданы. Һуғыш яугире. Мин балаларҙы иркенән мәхрүм итеүҙәренә ҡырҡа ҡаршымын. Бөйөк Сталин атабыҙ ҙа быға юл ҡуймаҫ ине. –Шинелле ағай юлбашсының портретына төртөп күрһәтте.
Директор урынынан ҡалҡынды һәм мыйыҡ аҫтынан серле йылмайған юлбашсыға бағып алды ла ишеккә табан килде. Яңынан урынына барып ултырҙы. Тағы ла тороп ишеккә килде. Мин уның былай ҡаушап төшкәнен һис тә күргәнем булмағас, ауыҙымды асып ҡарап ҡаттым. Ишекте асты ла, Хәмиҙә Маликовна, тип һөрәнләне. Коридорҙан йыуан Черчиллдың алпан-толпан ашығып килеүе ишетелде. Ул ингәс тә директор:
– Искәндәровты бында алып килегеҙ. Кем уны изоляторға япҡан? Сәй менән бутҡа алып инһендәр, өс порция, – тип бойорҙо. Тәрбиәсе, хәҙер, хәҙер тип шаптыр-шоптор сығып йүгерҙе. Директор урынына ултырғас сәйен уртлап алды. Мин уның ҡулы ҡалтырағанын тойҙом. Әшәке әҙәм. Кем уны изоляторға япҡан, имеш. Һеҙ үҙегеҙ алты көнгә ябырға, һыу ғына бирергә, тинегеҙ ҙәһә, тип ҡысҡырғым килде.
Фредты алып инде Черчилль. Ысынлап та, бик ябыҡҡайны атаман. Хәле юҡ икәне аңлашылып тора, алға табан эйелеберәк атлай, үҙе һөрлөгөп китер төҫлө. Шулай ҙа башын юғары сөйөргә тырыша.
– Бына Искәндәров, директор иптәш, – тине Хәмиҙә Маликовна.
– Күрәм. Кем уны, ниңә изоляторға япҡан? – тип һораны директор, бармаҡ осо менән төртөп күҙлеген рәтләп ҡуйҙы. Тегеһе бутала-абына яуап биреп маташты.
– Кем тип... Һорауһыҙ шәм яҡтыртып подвалда Асет менән, ну-у, үбешкән өсөн тип әйтәйемме, эйе, тәртип боҙған өсөн, ҡыҫҡаһы, шундай яза бирҙек. Һеҙ беләһегеҙ тип уйлағайным, Ғәфүр Ҡәйүмович.
– Алай икән, – тигән булды Берия. – Бөтәһен дә нисек күрәһең, беләһең инде. Ярай. – Уңарса ашарға алып инделәр. Директор йылмайған булды. – Балалар бында ултырып ашаһын, ҡунаҡ та.
Күҙгә ҡарап алдаша, юха йылан. Түҙмәнем.
– Улай түгел. Улар үбешмәне. Апайым менән атаманды һеҙ алты тәүлеккә ултырттығыҙ, һыу ғына бирергә, тинегеҙ, – тинем.
Шул саҡ Фредтың ҡарлыҡҡан тауышы сыҡты:
– Тик тор, слабак!
Хәмиҙә Маликовнаның был һүҙҙәргә иғтибар биргеһе килмәне, Фредты, мине, ултырғыстар ҡуйып, директорҙың төп өҫтәленә “т”хәрефенең таяҡсаһы булған ярҙамсыл өҫтәлсек артына ултыртты.
– Һыуынмаҫ борон ашағыҙ, әйҙәгеҙ, әйҙәгеҙ, – тип әйҙүкләгән булды.
Сынтимер ағай урынынан ҡалҡынды ла:
– Ашағыҙ, балалар, мин туҡмын, һеҙҙең өлөшкә ингем дә килмәй, – тип ултырғысын алып ситкәрәк барып ултырҙы. Директорҙың уңайһыҙланыуы йөҙөнә сыҡты, ирене һәлберәп төштө.
– Аштан оло булып ни. Беҙ ҙә эшкә бирелеп ашауҙы онотоп китәбеҙ, – тигән булды. Хәстәрлек күрһәткән булып, урынынан тормай ғына үрелеп Фредтың башын һыйпаны. – Фредҡа әҙерәк бирегеҙ, ҡапыл ашҡаҙанына көс төшөр. Асыҡтыңмы, Искәндәров?
– Һыуһатты ғына, – тигән булды атаман. Ҡарһаланып ҡалаҡҡа ташланманы, тәүҙә сәйен уртлап алды, шунан ғына бутҡаға үрелде. Уның да яртыһын ғына ҡапҡыланы ла ситкә ҡуйҙы. Асыҡҡан бит инде, беләм. Артыҡ тотанаҡлы тотона. Мин ныҡлап ашарға тотондом.
Тынлыҡ урынлашты. Хәмиҙә Маликовна юҡ йомош табып сығып китеү яғын ҡараны. Директор эш ҡағыҙҙарына тотоноп киткән булды. Тынлыҡты Сынтимер ағайҙың тауышы бүлде.
– Һыуһатты, тигәндән... Кем әле, директор иптәш, исем-шәрифегеҙ иҫтән сыҡҡан. Һеҙҙең Мансур исемле туғанығыҙ юҡтыр?
Директор күҙҙәрен сылт-сылт йомоп ҡабаланып яуап бирҙе.
– Юҡ! Юҡ, юҡ. Бер ҙә генә иҫләмәйем. Ғәфүр Ҡәйүмович мин. Ниңә һорайһығыҙ?
– Бер әҙәмгә оҡшағанһығыҙ, шуға. Мансур Әлимовҡа. Ундай сволочь бәндәнең туғанын балалар йортона етәксе итеп ҡуялармы ни һуң, тип шикләнәм дә шул.
– Ниндәй бәндә?
– Оҡшаш кешеләр була икән дә... Ә ул бәндә – дошман, немецтарға хеҙмәт итте, лагерҙа охранник булды, үҙе теләп әсирлеккә төштө. Ундай туғаның булмағаны яҡшы, немецтар үҙҙәре лә яратманы уны, атҡандарҙыр.
– Мин үҙем Сталинград һуғышында булдым. Уттың уртаһында. Шуға ла әсирҙәрҙе яратмайым мин. – Директор галстугын йомшартты. Ҡапыл атаман өҫтәл аҫтынан минең беләгемде тотоп алды ла бармаҡтарын батырҙы. Шулай оҙаҡ ҡына ултырҙы. Ҡолаҡтарын тырпайтты. Ауыртһа ла, мин өн дә сығарманым. Ғәҙәттә, ул берәй таныш түгел өн ишетһә, шулай ҡатып ҡала. Тимәк, ҡайҙалыр тараҡан мыйығын таҙарта.
(дауамы бар)

Читайте нас: