Иркен вестибюль тулы халыҡ: кемдәр кәрт һуға, кемдәр үҙ-ара әңгәмә ҡора, гәзит-журнал ҡараштырып ултырыусылар, китап уҡыусылар ҙа күренә, бәғзеләр әлеге лә баяғы телефонға тексәйгән... Бер яҡ ситтә яңғыҙы ғына моңайып ултырған оло йәштәге ханым янына барып ултырҙым.
–Нишләп яңғыҙ ултыраһығыҙ?
–Эй, энекәш, башҡа кем менән ултырайым инде... Люкс-палатала яңғыҙым ғына ятам мин, – үҙен ,Фәридә, тип таныштырған татар апа райондарҙвңбереһенән икән. Ошо дауахана бухгалтерияһында баш белгес булып эшләгән ҡыҙы урынлаштырған “люкс”ҡа. – Бер кем кермәй, бер кем сыҡмай, тигәндәй. Һөйләшергә кеше лә юҡ. Бында сыҡһам да аралашырға ашҡынып тормайҙар... ятам инде шунда ни саранан бисара булып...
Фәридә апа,үҙен тыңлаусы табылғанына ҡыуаныптыр инде, осһоҙ-ҡырыйһыҙ хәбәрҙәрен теҙә. Мин ара-тирә генә һүҙ ҡыҫтырып ултырырға мәжбүрмен. Байтаҡ ваҡыттан һуң яныбыҙға урта йәштәрҙәге ханым килеп ултырҙы. Йөҙөнән үк башҡортлоғо күренеп тора. Бер аҙ өндәшмәй генә ултыра биргәс, ул миңә һүҙ ҡушты:
–Беҙҙең яҡ кешеһенә оҡшағанһығыҙ, ҡайҙан килдегеҙ?
–Баймаҡ яҡтарынанмын. Үҙегеҙ ҡайһы яҡ һуң?
–Күршеләш райондан. Башҡортостан Швейцарияһы тураһында ишеткәнегеҙ бармы?
–Әлбиттә, бар. Урал менән Шүлгән эпосы тыуған яҡ...
–Эйе. Унда булдығыҙмы ни?
–Һеҙ бәхетле! Шүлгән мәмерйәһе һеҙҙең өсөн проблема түгел инде улайһа. Беҙ генә онотҡанда бер барабыҙ...
–Э-э, Шүлгәндән ҡайтып инмәйбеҙ! – Яңы танышым үҙенсәлекле генә итеп сылтыратып көлөп ҡуя. – Барғаның бармы, тигән! Ауыл ерендә донъя мәшәҡәтенән арынып буламы?
–Буш көндәрегеҙ ҙә булалыр әле... Эргәһендә йәшәп, нисек түҙеп ятмаҡ кәрәк!
–Һеҙҙең яҡтар бар яҡтан да бай инде ул, – быға тиклем өндәшмәй генә тыңлап ултырған Фәридә апа һүҙ ҡыҫтыра. – Башҡортостандың бар мөжизәһе Ирәндек тауҙарына йәшеренгән шул...
–Ирәндек тауы Баймаҡтарҙыҡы, беҙ – бөтөнләй икенсе район! – Рәйсә апай төҙәтеү индерергә ашыға. – Аҡ ҡаялы Ағиҙел буйы башҡорттары булабыҙ! Алпамышалар төйәгенән!
–“Бөрйән ҡыҙҙары” бейеүен күргәнегеҙ бармы, Фәридә апа? – Мин дә һүҙһеҙ ҡалмайым. – Рәйсә апай – ып-ысын Бөрйән һылыуы инде...
–Ҡупырт, йәме! – Күңеле булған ханым тағы ла көмөш тауыштар менән сыңғырҙатып көлөп ала. – Минең һылыулыҡ һылыулыҡ була тиме...
–Нишләп, ысын әйтәм – йәш ваҡытығыҙҙа түгелеп йөрөгәнһегеҙҙер әле... – Мин, үҙемсә, тирмәнгә һыу өҫтәйем – Әле лә хатта матурһығыҙсы...
–Прәм, кәүшәйеп бөткән әбей... – Беҙҙең алда һиҙҙермәҫкә тырышһа ла, һүҙҙәремдән Рәйсә ханым бик ҡәнәғәт, хатта ихлас йылмайып, тороп уҡ китә... – Рәхмәт инде матур һүҙҙәреңә!
Ошо һөйләшеүҙән һуң йыш ҡына әңгәмәләшә инек Рәйсә апай менән. Мин үҙ тормошом тураһында һөйләйем, ул үҙенекен бәйән итә.
–Күрелде инде барыһын да... – Рәйсә апай, ауыр көрһөнөп,тормошон тасуирлай. – Йәшләй генә кейәүгә сыҡтым, әммә бер ниндәй ҙә рәхәт күрмәнем. Ирем эсте, ситтәр менән типтерҙе. Белгәне мине һүгеү ҙә, туҡмау булды... Ҡапҡанан инер-инмәҫтән фәләнем дә төгәнем, тип һөрәнләп килеп инер ине, ҡаршы һүҙ әйтеп булманы...
–Шул ҡәҙәрем нужа сигеп, ҡәҙер күрмәй ни бысағыма йәшәнең инде? Айырылып ҡына китмәй...
–Балалар ишәйҙе... Ниндәй булһа ла, үҙ аталары, – тигән булып йәшәнем инде. Хәҙер, ана, фалиж һуғып, баҡма булып ултыра... Үҙе тотоп ашай ҙа алмай... Ҡалаҡлап ашатҡан мәлдәремдә үткәндәрҙе иҫләп, шул тиклем йәнем көйә лә бит, ауырыуҙан нимә тип үс алаһың? Хоҙай үҙе бирҙе уға язаһын... Бер ауылда йәшәһәк тә һөйәркәләре килеп тә күрмәй...
Дауахананан сыҡҡас та Рәйсә апай менән телефон аша хәбәрләшеп, хәл белешеп торҙоҡ. Ҡасандыр үҙенән көлөп, мыҫҡыл итеп йөрөгән ирен һуңғы һулышынаса ҡарап-тәрбиәләп, ҡәбергә дәфенләне ҡатын.
–Бер бәхетең булмағас, булмай икән ул, – бер һөйләшкәнебеҙҙә Рәйсә апай бер бөртөк кенә ҡыҙына һәм улдарына зарланып алды. – Ике малайым менән ҡыҙым аталарының юлын ҡыуа. Ҙур улым һаман өйләнмәй, икенсеһе башҡа йәшәһә лә, эсеүҙән бушамай. Өс балалы ҡыҙым шул араҡынан ниндәй йыуаныс табалыр... Балаларын тартып алып та ҡаранылар, туҡтарға теләмәй ҙә...
Тап шул осорҙа яҡын туғаныбыҙҙың ҡатыны үлеп ҡалды ла, ире минән берәй ҡатын табышып биреүемде үтенде. Күп уйламай ғына Рәйсә апайға һүҙ тиштем. Баштараҡ: ”Бигерәк алыҫ... әллә килешеп китәбеҙ, әллә юҡ...”, – тип ыңғарлаһа ла, ризалашты. Йылға яҡын бик татыу, матур йәшәнеләр. Тик ҡәһәрле сир – ковид арҡаһында ҡайнағам дауаханаға ятырға мәжбүр булды һәм һис уйламаған-көтмәгәндә мәрхүм булып ҡалды. Рәйсә апайҙың өҙгөләнеп илауы... “Бер йыл ғына ысын бәхет татыным, – тиер ине ул. – үҙемә кешесә мөнәсәбәт күрҙем! Шул тиклем ипле, кеселекле, хәстәрлекле булды, бер тауыш күтәрмәне, ауыр әйбер ҙә күтәртмәй ине мәрхүмкәйем... Тик оҙаҡ ҡыуана алманым бит...”
...Бабайының үлеменән һуң Рәйсә апай тағы ла балалары янына ҡайтты. Ә унда әүәлге тормош: ҡыҙы ла, бергә йәшәгән улы ла эсә, әсәләренән аҡса таптыралар... Өс ейәнсәре тулыһынса өләсәләре тәрбиәһендә. Балалар аҡсаһын ҡыҙы үҙе ала ла, әлеге лә баяғы араҡыға сарыфлай. Телефон аша һөйләшкән һайын зарланыр ине, бахыр:
–Был балалар мине ҡәбергә тыҡмайынса аңламаҫтар ахыры. Шуларға көйөп-янып йөрөүҙән шәкәрем күтәрелә, ҡан баҫымым юғары. Ҡайнағаң үлеп кенә харап булдым бит...
Һуңғы һөйләшкәнебеҙҙә район үҙәгендә дауаханала ята ине:
–Бында ла тынғылыҡ бирмәйҙәр. Ҡыҙым үҙ юлын ҡыуа һаман. Балалары үҙ аллы көн иткән булалар ҙа ул, күпмегә барыр... Әле улым килеп китте. “Әсәй, хәлең нисек?” – тигән юҡ, – пенсия алдың, шикелле, аҡса бир”, – тип давайлай. Әрләп сығарып ебәрҙем дә, түшәгемә йығылдым... Әле яңы ғына укол һалып сыҡтылар – ҡан баҫымым ныҡ күтәрелеп киткән...
Апайҙы йәлләп, улы менән ҡыҙын ҡаралай әрләп, ни әйтергә белмәй ултырам.
–Туғаным, әҙ генә булһа ла бәхет остоғо татытҡаның өсөн рәхмәт һиңә! Ней... бер үтенесем бар ине... Үлеп-фәлән китһәм, иҫеңә төшкәндә миңә лә аят-доғаларыңды бағышларһың әле, зинһар! Тегеләрҙән булмаҫ ул... Мәхрүм булып ятмаһам ине...
–Ауыҙыңдан ел алһын, апай! Йәшәйек әле, яҡты донъянан кем туйған... Үлергә өлгөрөрбөҙ, йәшһегеҙ бит әле...
–Үҙ хәлемде үҙем аңлайым – күпкә бармамдыр...
...Бер нисә көндән Рәйсә апайҙың үлем хәбәрен ишеттек...
...Уйҙарында әллә күпме эштәр эшләгән, киләсәккә, тыныс тормошҡа өмөт тотоп, яҡты хыялдар менән йәшәгән, ниндәй генә ауыр хәлдә лә, күңел көрлөгөн, донъяны яратыуын һаҡлап ҡалған мөләйем ханымдың шулай ҡапыл ғына әхирәткә күсеүендә кем ғәйепле һуң?Тәҡдирме? Әллә...
Эй, тормошто яратты Рәйсә апай! Халыҡ ижадына ғашиҡ ине ул. Мәңге айырылмаҫ мандолинаһы менән ауылдарындағы фольклор ансамбленең алыштырғыһыҙ ағзаһы булып йөрөнө. Мандолина ҡылдарын сирткәнендә күҙҙәренең нисек янғанын күрһәгеҙ икән! Бар оҫталығын, дәртен һалып, мөкиббән бирелеп уйнар ине... Моҡзамандан килгән музыка ҡоралын ҡәҙерләп, һаҡлап ҡына алып йөрөнө. Йәл, мәҙәниәт бүлеге иҫән сағында уға яңы мандолина алып биреү хаҡында уйлап та бирмәне... Ә нисек хыяллана ине ул, хатта мәҙәниәт министрына ла мөрәжәғәт итеп, өмөтләнеп көтөп тә йөрөгәйне...
Рәйсә апайҙың милли аш-һыуға оҫталығын ул яраштырған талҡандарҙы ғына ла ауыҙ иткән һәр кем әйтер! Ҡурмасын тик үҙенсә генә ҡурып, унан ҡул тирмәнендә үткәреп, еренә еткереп эшләй ине ул талҡанды! Йөҙөм ҡушылғаны, баллы-татлыһы һәм башҡалары – һәр береһенә күңел йылыһын һалып, телеңде йоторлоҡ ризыҡ әҙерләне. Уның шул талҡандарын тәмләр өсөн генә лә саҡырған бер табынынан баш тартманым...
Һауынсы, унан мәктәптә йыйыштырыусы булып эшләгән ябай ғына ауыл ҡатыны яҙмыш тарафынан үҙенә бирелгән һынауҙарҙы лайыҡлы үтте, ауырлыҡтар алдында баш эймәне, һәр саҡ ғорур һәм сая башҡорт ҡатыны була белде...
Тәҡдир, тәҡдир, бәллүр түгел,
Үтә күренмәй. ..
–тип йырҙа йырланғанса, күрәсәген күрмәй бәндә гүргә инмәй инде ул. Йәнкәйҙәрең йәннәт түрҙәрендә буһын, Рәйсә апай! Беҙ һине иҫләйбеҙ,мандолинаңдың моңо ҡолаҡта сыңлай, талҡандарыңдың тәме тел осонда...