Бөтә яңылыҡтар

Бала тараҡандың мыйыҡ уйнатҡаны... (повесть). Дүртенсе өлөш. Мөнир ҠУНАФИН

Атаман тағы ла шыбырлап: – Һин шым ғына тора алаһыңмы, юҡмы? Һин емтек, мин балыҡ, аңлайһыңмы шуны? Ҡармаҡ улар ҡулында, мине эләктермәкселәр.

Асет тә шулай уҡ шыбырлауға күсеп:
– Нимәгә? Матросов булғанғамы ни?
– Ҡоҙғон күҙе менән күргәнгә! Директор аҡылға ултыртмаҡсы хәҙер.
– Нисек итеп?
– Һорауһыҙ шәм яндырған өсөн.
– Беҙ яндырманыҡ таһа.
– Кәрәсин еҫе бында алып киләсәк.
– Килһә һуң? Ул һүнгән, беҙ яндырманыҡ.
Атаман йылмайҙы. "Тауышы сихырлай бит, ауыҙынан, юҡ бар булмышынан иҫ киткес моң ағыла, шишмә кеүек сылтырап көй ағыла. Их, төндәр буйы һөйләшеп ултырһаң икән". Шом-хәүеф менән бергә унда кинәнес бер тойғо ла тантана итә ине.
– Ул дошмандар сәбәп табасаҡ. Нишләп подвалда, ҡараңғыла икәүегеҙ генә ултыраһығыҙ, тип ғәйепләйәсәктәр. – Асет был юлы үҙе табып Фредтың ҡулына йәбеште.
– Әйҙә, китәйек бынан. – Атаман тынып ҡалды. Ул бында төшөп килгән өс пар аяҡ тауышын асыҡ ишетә ине инде. Тик ҡыҙҙың, вайымһыҙ һәм керһеҙ ҡыҙҙың ҡулы йылыһы уның устарын ғына түгел, йөрәгендә йылыта, шуға айырылғыһы ла килмәй.
– Һаҡ ҡына баҫып килә ята улар. Ишетәһеңме? Береһе Хәмиҙә Маликовнаның баҫыуы, Ғимайҙың йылан кеүек уға эйәреүе. Уларға Аҡмал да ҡушылған. –Ул Асеттең ҡулын нығыраҡ ҡыҫты.
Асет: “Тотма мине, ҡурҡам мин һинән, – тип шыбырланы, тик үҙе уға нығыраҡ йәбеште.– Ебәрмә лә. Хәҙер нишләйбеҙ?”
– Аңламаҫһың, берсә "ебәр", берсә "тотма мине". Әйҙә, ишек артына йәшен. – Фред уны тартҡылап асыласаҡ ишек артына алып барып ҡуйҙы ла үҙе өҫтәл артына, ултырғысҡа барып ултырҙы. – Башҡа ҡасыр урын да юҡ бында. Тын да алма, шым ғына тор.
"Һин бында саҡта минең күңел тыныс. Ана подвал ҡалай яҡтырып китте" – тип уйланы. Һәрмәнеп шәмде тапты, һаҡ ҡына кеҫәһенән шырпыһын сығарҙы ла филтәгә ялҡынды терәне. Шәм бар донъяны яҡтыртып янып китте. Тик подвалдағы был икәү был яҡтылыҡты күрмәй ине. Шул саҡ Черчилль, Сулаҡ, Аҡмал ишекте шар асып килеп инде. Асылған ишек Асетте ҡапланы.
– Ниндәй тауыш бында? Балаҡайҙар, һеҙ ҡайҙа? Ох, һорауһыҙ кем шәм яндырған? –Уф, инде, Хәмиҙә Маликовнаның яһалма борсолоуына хатта өҫтөлдәге шәмдең ялҡындары ситкә тайпылып ҡуйҙы. Атаман ғәҙәттәгесә ғорур ҡалды:
– Кем булһын? Пушкин инде.
– Асет апайым ҡайҙа? – Фредҡа асыуым килде. Мин уны шәп егет тип икмәк менән һыйларға йөрөйөм, ә ул бында апайымды алып төшөп... Уға ташланырҙай булып торам. "Фик һиңә икмәк, эләкмәйәсәк. Ас йөрө шулай. Һиңә шул кәрәк!"
– Ҡайҙа булһын, бешмәгән помидорҙар баҡсала йәшелләнә, бешкәндәре подвалда һаҡлана.
– Ҡайҙа Асет? Исмаһам, бында йәшерер урын да юҡ бит. –Тәрбиәсе ҡапыл ныҡ хәүефләнеп китте. – Ҡайҙа тим?
Атаман һүҙендә ныҡ торҙо:
– Бешеп еткәйнеме ни помидорығыҙ, ниңәлер уны подвалдан эҙләйһегеҙ?
Черчилль ни эшләргә белмәне, уйлаған ҡырын эшенең килеп сыҡмаҫын аңланымы, әллә, унан бигерәк, Асеттең бында төшкәнен үҙ күҙҙәре менән күрҙе бит инде, хәҙер килеп уныһының мөғжизә менән юҡҡа сығыуы аптыратты. Иҙәнгә сүкәйеп карауат аҫтын да ҡарап алды. Ни эшләргә белмәй:
– Шәм яндырғандар. Ужа-ас! – тип сәрелдәне.
Арҡыры Ғимай шәмде ҡулына алды ла ныҡ итеп өрөп һүндереп ҡуйҙы.
– Кем утты һүндерҙе? – Атамандың тауышы тағы ла ҡалыныраҡ яңғыраны.
– Һиңә барыбер түгелме ни? Һуҡырҙарға яҡтылыҡ кәрәкмәй, шикелле, – һөйләнә-һөйләнә Сулаҡ өҫтәлдән ситкә тайпылды.
– Яҡтылыҡ күҙҙе ауырттыра тиҙәр. Киреһенсә, күргәндәргә кәрәкмәйҙер, – подвал хужаһының тауышы һаман ҡәтғи ине.
Черчиллде ҡурҡыу баҫты, сәрелдәй башланы:
– Шәмде яндырығыҙ, бер ни күренмәй. Ҡалай ҡараңғы. Ғимай, тим.
Сулаҡ яңынан яндырып маташҡанда мин Фредҡа яҡыныраҡ килдем. Тондороп ебәреүҙән саҡ үҙемде тыйып торам. Уның һәр һөйләгән һүҙе йәнемә тейә. Тешемде ҡыҫып:
–Фред, Асеть ҡайҙа? Яҡшылап һорайым, әйт, – тип ыҫылданым
– Үҙ күҙҙәрем менән күрҙем, шәм тотоп бында төшөп бара ине Асет, – Сулаҡ тоҡандырылған шәмде өҫтәлгә ҡуйҙы.
Атаман ултырғысҡа ултырҙы ла аяғын өҫтәлгә күтәреп һалды. Шулай итеп кемдең бында хужа икәнен аңлатырға теләне, буғай.
– Күңелең генә түгел, күҙҙәрең дә зәғиф бит һинең, Сулаҡ. Яңылыш күргәнһеңдер. Асет кеүек бешкән ҡыҙҙар шәм тотоп йөрөмәҫ, улар ҡояш балҡытып йөрөр йөрөһә.
Шул саҡ ҡапыл апайымдың тауышы ишетелде:
– Үҙең төшөрҙөң бит, Ғимай. Ҡалай алдашаһың.
Ҡапыл тәүҙә тауыштың ҡайҙан килгәне аңлашылмай торҙо. Тәрбиәсе йүгереп барып ишекте япты ла Асет апайымды ҡулынан тотоп яҡтылыҡҡа яҡыныраҡ килтерҙе.Алдын, артын ҡарап алды, иҫәнме, бер ни булмағанмы, йәнәһе.
– Атаман ҡушты бит, – Сулаҡ күҙ ҙә йоммай алдашты. Атаман көлөмһөрәп:
– Нимә тип ҡуштым әле мин? – ҡулын бөкләп үҙе "хужа" булып ултырыуында булды.
–Асетте һаҡларға кәрәк, бешеп килә, тинең.
–Шәм тоттороп миңә төшөрөрһөң, тинемме мин һиңә, ә?
– Юҡ та, ну шулай ҙа... уйланыҡ та... ну, уйланым да, һеҙ яҡшылап таныша торорһоғоҙ тинем.
Атаман урынынан торҙо.
– Алдаша белмәй алдашаһың, Ғимай. Ҡуштылар, тиң дә ҡуй. Мин бит һине барыбер ғәфү итәм. Зәғиф һәм подхалим булып тыуғанһың икән, уға һин ғәйепле түгел бит. Ярай, мин, ултырмаған изолятормы, тик Асетте һаҡларға кәрәк, тигәнде ныҡлап аңлап ҡуй. Мороноңдо ҡанатып ҡына ҡалмаясаҡмын, муйыныңды һындырасаҡмын.
Тынып ҡалған, йөҙөнә йылмайыу хасил булған Черчилль телгә килде:
–Ҡалай шашып киттең әле, Фред. Директорға әйтмәй булмаҫ ни ҡылғаныңды!
–Ни ҡылдым әле мин?
– Асетте үҙеңә саҡырғанһың, шәм яндырғанһың, үбергә лә маташҡанһыңдыр әле, ҡыҙ баланы ҡурҡытып, – тәрбиәсе тантана итте. Һуҙып-һуҙып һөйләне. Ғәҙәттә, кинәнес кисерһә, ул шулай йырлап һөйләй.
– Ул теләмәй ине, мин уны көсләп үптем. Ирендәре бөтөнләй тәмле түгел. Бешмәгән йәшел помидор тәме килә. – Атаман йәмһеҙ итеп көлгән булды. Уның янына яҡыныраҡ килдем, ярһыным.
– Алдайһың һин, алдайһың. Үпмәнең һин.
– Алдаша ул, – Асет апайым ҡәтғи әйтте – Үпмәне.
– Нисек алдаша? Ысынлап йәшел помидор тәме киләме ни? Үпкән, тимәк. – Сулаҡ урынында һикерәнләп алды.
– Ул миңә бөтөнләй теймәне.
– Ә тейһә? Нимә тип төшөп йөрөйһөң бында? – Тәрбиәсенең тауышында баяғы моң юҡҡа сыҡты.
– Ул теймәҫ ине. Мин беләм, ул теймәҫ ине. Тәү ҡарашҡа ғына яуыз ул, ә былай... – Асет апайым ни әйтергә белмәне. – Ә бына Ғимай яуыз.
Черчилль төпсөнөргә теләне:
– Нимә былай?.. Тотоп көсләһә, белерһең. Яуыз түгел, имеш. Нишләнегеҙ бында? Дөрөҫөн әйт, үбештегеҙме?
– Ул үбешмәне, мин генә үбештем, – атаман тағы ла ултырғысына йәйелеп ултырҙы ла аяғын күтәреп өҫтәлгә һалды.
– Нисек, кем менән? – тәрбиәсе аңламаны.
– Ялҡын менән. Бына ауыҙым беште. Ялҡын менән үбешкән өсөн ишеү директор бешерәсәк әле.
Мине аптыратып Асет апайым Фредты яҡлашырға тотондо.
– Юҡ, Фред бер кем менән дә үбешмәне. Уның ғәйебе юҡ, Хәмиҙә Маликовна.
Атаман сырт итеп төкөрөп ебәрҙе:
– Кәрәкмәй, Асет. Юғарыраҡ булайыҡ, ваҡлама тойғоларҙы.
Тәрбиәсе ярһып китте, үҙе мут ҡына йылмайҙы:
– Кит, мәғәнәһеҙ. Күрһәтермен "юғарыраҡ булайыҡ"ты. Ҡыҙ кешене рәнйетеп. Киттек, Асет. – Тәрбиәсе Асетте етәкләп алды ла ишеккә табан әйҙәне. Апайым бер нисә аҙым атланы ла, туҡтаны, шунан артына боролоп, Фред яғына "ҡарап" тора бирҙе.
– Шәп егет һин, Фред. Һинең менән разведкаға барып була. Һинән Матросов сығыр ине, – тине. Мин аптырап ҡалдым. Шул саҡ атаманға күҙ һирпеп алдым. Ул ҡапыл аяғын өҫтәлдән алды ла ҡалҡына биреп ҡуйҙы.
"Күрһәтермен разведканы, атла, әйҙә", – тәрбиәсе Асетте тартҡылап тигәндәй алып сығып китте. Улар артынан ҡаймаҡ урлап ашаған бесәй кеүек Сулаҡ йүрмәләне. Бер аҙҙан мин дә уларға эйәрҙем. Шәм янып торған өҫтәл янында Фред баҫып тороп ҡалды. Сулаҡ менән бер ике баҫҡыс та атлап өлгәрмәнек, атамандың ҡалын тауыш менән:
– Мин күрәм! – тигән ауазын ишетеп туҡтап ҡалдыҡ. Черчилль иғтибар итмәне, апайымды һөйрәкләүендә булды.
– Мин күрәм!
Ғимай менән яңынан бүлмәгә индек. Төрлө төҫкә, сүрәткә инә белгән Ғимай, унан алда бер ни булмағандай:
– Ни фига себе. Һин күрәһеңме, һөйөклө атаман? Бынау һоро стенаны күрәһеңме?
Атаман үҙен-үҙе ҡыҫып ҡосаҡланы ла:
– Мин күрәм. Мин ҡояшты, мин йондоҙҙарҙы, мин, мин... – ни тип әйтергә белмәнеме, – мин яландағы сәскәләрҙе лә күрәм. Ана...
–Нимә "ана"? – Сулаҡ стенаны ентекләп, һәрмәп ҡарарға тотондо. – Бында бер үрмәксе китеп бара. Шул. Ниндәй йондоҙҙар, ти. Фу, үрмәксе тиһәм, ҡаҙаҡ, ҡаҙаҡ башы икән.
– Ана иңдәренә силәк һалып, кемдер күктә йондоҙ сүпләй. Эргәһендә күркә...
–Ниндәй күркә?
– Эйе, күркәгә оҡшаған ниндәйҙер батша ҡошо бара, – атаман ҡосағын йәйҙе. Ә Ғимай түҙемһеҙләнде, ни эшләргә белмәне.
–Ҡайҙа ул?
– Яҡын килмә, соҡоп алыр.
– Һинең күҙеңә күренәме әллә?
– Яҡын килмә, силәктәрҙе сайпылдыраһың. Китер йондоҙҙар түгелеп. Килеп төшөр башыңа, әйләнерһең тирмән ташына.
– Кит әле юҡты, ниндәй күркә тей.
– Күккә ҡара! Тауистың үҙе. –Фред илаһи итеп күккә баҡты. Мин быны күрҙем дә, тойҙом да. Юҡ, ул Сулаҡты хыялландырыр өсөн шулай һөйләнмәй ине, уның һәр хәрәкәтендә ниндәйҙер еңеллек, сафлыҡ бар ине. Әле лә ул күккә, дөрөҫөрәге өҫкә бағып ҡына ҡалманы, нисектер талпынып китте.
– Ниндәй күк, түбә бит бында. Алйот,– Сулаҡ үҙенең йырын һуҙҙы. Ә атаман ихлас йылмайҙы.
– Юҡ, мин алйот түгел, мин тиле бөгөн.
Сулаҡ ҡаҡ ҡарауатҡа барып ултырҙы:
–Тауис, имеш. Үҙен түгел, китаптан һүрәтен күргәне юҡ бит инде бахырҙың.
– Нисек күргән юҡ, хатта тауышын ишетәм мин уның.– Ҡыҙыҡ итеп ниндәйҙер ҡош тауышын сығарып маташты.– Ҡоғ-ҡоғғ тей. Моңо самалы, әлбиттә, тик үҙенеке, ә бына һыны, ҡойроғо күркәм, бик күркәм. Ә атлап йөрөүҙәре!.. Ғорур ғына икән әле ул... Самаһын белеп, үҙенең гүзәллеген танытып ҡына баҫа. Ә ҡанат ҡағыштары! Донъя нурға сума! Был донъяны йәйғор төҫөндә күрһәң ҡалай шәп!?.. – Шунан ул ҡапыл тын ҡалды. Ултырғысына ултырҙы. Әһәмиәт бирмәгән мәғәнәһеҙ тауыш менән:
– Ә мин бөгөн төш күрҙем, – тип ҡуйҙы.
Сулаҡ йәмһеҙ итеп көлдө
– Ну, шыттыраһың да үҙең. Һуҡырҙар төш күрәме һуң, һантый?
– Ә мин һуҡыр түгел, тик ни бары күҙем генә күрмәй, – был һүҙҙәрҙе лә бик тыныс ҡына әйтте атаман.
– Шулай булғас, ниндәй төш тей? Күҙ күрмәгәс тей, һуҡыр.
– Ә мин төш күрҙем. Күптән күргәнем юҡ ине. Күрһәм дә, шәүләләр, аҡлы-ҡаралы шарҙар, йондоҙсоҡтар ғына килеп инә ине йоҡо ҡасырып. Ә бөгөн… ҡояшҡа табан осоп барыусы ҡоштарҙы күрҙем. Ана шул тауистар ине бит улар...
Атамандың ни һөйләгәнен аңламаһам да, нишләптер мин уға тағы ла һоҡланып ҡуйҙым. Теге ҡатҡан өс һыныҡ икмәктең береһен уға бирермен ахыры.

4.

Иртәгәһенә үк йыйманылар беҙҙе. Фред менән Асет апайыма ҡаты яза буласағын барыһыла тиерлек аңлай ине инде. Шул турала шыбыр-шыбыр килеүселәр һүҙҙе тағы ла нығыраҡ ҡуйыртты. Подвалда улар шәм яндырып ҡына ҡалмағандар, карауатта ла аунағандар. Минең уларға, улай булмаған тип ҡысҡырғым килә, тик шауларға ҡурҡам. Ә теге өс һыныҡ икмәк хаҡында ауыҙ асып һүҙ әйткән кеше юҡ әлегә.
Икенсе көнөнә Павел бәҙрәфтән килеп сыҡҡас, бүлмәләгеләргә:
– Һиҙҙегеҙме, унда икмәк еҫе бар, - тип өндәште.
Сулаҡ эләктерә һалып алды.
– Ҡайҙа тегендә?
– Туалетта, эйе.
Күптәр көлөп ебәрҙе.
– Китәле, туалеттамы? Буҡ менән бутамайһыңмы? – Шулай ҙа Сулаҡ шул яҡҡа ыңғайланы. Үҙе менән Пашканы етәкләне. Мин, тағы бер нисә малай арттарынан эйәрҙек. Йөрәк – табанда. Хәҙер икмәкте тапһалар, барыһын да аяҡҡа баҫтырасаҡтар. Фредты ғына ғәйепләмәһәләр ярар ине. Сулаҡҡа эләгергә мөмкин, уның күҙе күрә бит.
– Йә, әйт, ҡайҙа еҫе килә? – Сулаҡ Пашкаға ҡарай.
Дөм һуҡыр өҫтәге ширлеккә күрһәтте.
"Тәк-тәк" тип Сулаҡ ишеккә атланып еңел генә өҫкә үрелде лә шап итеп таҡтаға һуғып ебәрҙе. Беҙ тертләп киттек. Бәләкәй генә икмәк киҫәген бармаҡтары менән семтеп алып төштө.
– Сысҡандар кимергән, кемдер йәшергән дә... Пашка, маладис, нюх собачий, – тип тегенең арҡаһынан ҡаҡҡылап алды. Шау-шыу шуның менән бөттө. Мин сысҡандарға рәхмәтле инем. Был миңә оло һабаҡ булды. Икенсе тапҡыр һағыраҡ булырға кәрәк.
Аҙна аҙағында элеккесә теҙелешеп, тубыҡланып ярым түңәрәк яһап директор бүлмәһендә ултырабыҙ. Ғәҙәттәгесә Берия ҡулында бысаҡ уйнатҡылап, өҫтәл артында шымып ҡалған. Өҫтәлдә һүнгән бер нисә шәм һаман шул килеш, тоҡанғандары ла юҡ ахыры. Бүлмәлә башты әйләндерерлек хуш еҫле икмәк еҫе таралған. Тәрбиәсе уларҙы тотоп торҙо ла беҙҙең алға ҡуйҙы. Ауыҙҙан шайыҡ ҡойола. Былар мин сәлдергән ҡатҡан икмәктәргә ҡарағанда күпкә тәмлерәк күренә.
ҒәфүрҠәйүмович бысаҡ һабы менән өҫтәлгә туҡылдап алды:
– Яңы көн тыуҙы. Тағы ҡояш сыҡты. Һеҙ уны күрәһегеҙме, балалар? – эстән мығырҙарға ла онотманы. – Хөкүмәт елкәһен кимереүсе йолҡоштар.
Һәр ваҡыттағыса бер-нисә бала:
– Күрәбеҙ.
– Күрмәйбеҙ.
– Ҡояш сыҡты ламы ни? – тип яуапланы.
- Фред, ҡоҙғондарың иҫәнме әле?- директор ҡаты өндәште. Хатта тәҙрәләр сыңлап киткәндәй булды. Тонына ҡарағанда бөгөн ул сыбыртҡыны ныҡ шартлатмаҡсы. Ә Фред-атаман, киреһенсә, бик тыныс ине.
– Ҡоҙғондар үлде, – тине ул. – Мин бөгөн тауис күрәм. Ана, ул нисек ҡысҡыра. Бар донъяны йәмгә күмеп ҡойроҡтарын да, ҡанаттарын да йәйеп, йәйғор төҫтәре менән донъяны балҡыта. Хайран ҡалырлыҡ бит! Кеше шундай матурлыҡты нисек күрмәй икән ул?! Йырлағы килә хатта.
– Иҫәрләнгән был. Кисәнән бирле бер үк ҡош. Ҡоғ-ҡоғ тип ҡысҡырып та күрһәт. - Ғимай-Сулаҡ йәмһеҙ итеп көлөп маташты. - Ә мин пәниктәр...
Фред тегене бүлдерҙе:
– Иҫәрләнгән тей, тилерҙем мин. Бындай матурлыҡты күргәндәр барыһы ла тилеләр, - ул урынынан ҡалҡынды ла ҡош булып талпынырға, бейергә тотондо - Ҡоғ-ҡоғ... ҡоғ-ҡоғ...
Черчилль иҫ киткес матур итеп йылмайҙы ла директорға баҡты:
– Табип саҡыртмайыҡмы?
Директор уның һүҙҙәренә иғтибар ҙа итмәне:
– Фредҡа ике, юҡ, биш һыныҡ икмәк бирергә! - тип һөрән һалды. Тауышы көр яңғыраһа ла, был юлы тәҙрә сыңлағандай булманы.
Фред ҡапыл айнып киткәндәй, бейеүенән туҡтап ҡалды
– Биш һыныҡ икмәк?... Юҡ, бындай тойғоларҙы ваҡламағыҙ әле, директор иптәш, биш һыныҡ нимә ул, буханкаға, бер машина икмәккә торошло ул. Ғөмүмән, һатылмай был тойғо, был тауис ҡош та. Ул минеке, мин уны бер ниндәй байлыҡҡа ла һатмайым. Кәрәкмәй биш һыныҡ икмәгегеҙ.
Ғимай атамандың ҡулын тотто:
– Ал, миңә бирерһең.
– Һыныҡ икмәк менән беҙҙең тойғоларҙы һатып алып бөттөгөҙ былай ҙа. Ҡайҙа ысын тойғо, ҡайҙа ялған, – Фред Сулаҡтан ҡулын тартып алды ла уға бармағы менән төртөп күрһәтте. –Аңламай бит хәҙер был әҙәмдәр. Һуҡырҙың да үҙенең күргән яҡтылығы, үҙ офоғо, зәғифтең дә үҙ ҡара-аҡлығы, үҙ тойғоһо була.
Барыһы ла тынып ҡалды. Директорҙың йөҙө ҡараға әйләнә барғанын мин әллә күҙем менән күрҙем, әллә күңелем менән тойҙом.
Блондинка Гәүһәр, интернаттағы иң һылыу, иң һомғол ҡыҙ:
– Тамаҡ һыйына, тамаҡ хаҡына күп нәмә һатыла, Фред, - тип өндәште. Ул беҙҙең барыбыҙҙан да өлкән. Директорҙың һөйәркәһе тиҙәр, дөрөҫөрәге, тәүге танышҡанда Фред әйткәйне. Ҡолаҡты ярыр тынлыҡты баяғы аңһыҙ Ғимай боҙҙо:
– Биш һыныҡ икмәк бирһәләр, мин дә ул ҡошто, ниндәй ҡош әле, эйе, тауыҡты ла күрә алам. Бирһендәр генә...– мәғәнәһеҙ һүҙҙәре өсөн Сулаҡҡа эстән рәхмәт уҡып ултырам, көсөргәнешлекте кәметергә әлдә уның кеүек иҫәрҙәр бар әле. Мин ул иҫәрҙе күтәремләргә булып:
– Ҡыт-ҡыт-ҡыт... - тигән булдым. Бындағы ауыр һауа тәрбиәсегә лә күтәргеһеҙ тойолғандыр:
– Аҡмал, ә һин нимә күрәһең? – ул миңә төбәлде.
– Дөрөҫөн әйтергәме? – тип башымды эйҙем.
– Әлбиттә, дөрөҫөн. Фред кеүек тамаҡ хаҡына алдашырға ярамай, -директорҙың тауышы тағы ла тәҙрәләрҙе сыңлатты.
– Мин? Һеҙ нимә?– атаман бирешергә теләмәне. Мин, ҡапыл башымды күтәрҙем дә, нишләп улай әйтергә булғанмындыр, белмәйем, тотлоға-тотлоға һөйләргә тотондом:
– Ә мин... ә мин ана шул Фредтың бар донъяға йәм, нур биргән тауис ҡошона ... ташланған этте күрәм. Ул уның өҫтөнә һикерҙе лә, ҡоштоң муйынын, боғаҙынбыуа башланы. Тирә-яҡҡа ҡан сәсрәне, төрлө төҫтәге, шул тиклем матур ҡаурыйҙар һибелде. Ә эттең яуыз күҙҙәре яна, уға матурлыҡ түгел, уға ҡорбан, уға ит кәрәк. – Янымда ултырған Фред яғамдан мыҡтып тотто ла башыма ҡундырҙы. Миңә ауыртманы ла, ҡаршылашманым да, бары аҡырҙым ғына.– Эт ырылдап-ырылдап ашай, бар тирә-яҡ ҡан менән тулды-ы...
Директор Фредтың ҡулын тотто.
– Етәр!
Бәрәкәтле Ғимай тағы телгә килде:
– Икеһе лә ас ҡалды бөгөн. Ә мин прәниктәр күрәм.
Директор һалмаҡ ҡына тауыш менән:
– Тә-әк. Был миңә оҡшаны. Аҡмалға – биш һыныҡ икмәк.
Барыһы ла аптырап ҡалды. Мин дә. Хәйер миңә барыбер ине шикелле. Ярһығайным.

Дауамы бар. 

Автор:Мунир Кунафин
Читайте нас: