– Ваҡытында атҡан пуля кәрәкле сәпкә тейгәндә бер буханка икмәк тә йәл түгел! – директор тағы тәҙрәләрҙе сыңлатты. – Беҙҙең ихатаны, беҙҙең күкте йәмләгән ҡоштоң, ҡайҙалыр йылы яҡтың ҡояшында йылынған тауисмы, тауыҡмы шунда, шул ҡоштоң эттән таланғаны яҡшы. Беҙгә үҙебеҙҙең турғай, һайыҫҡандар, күгәрсендәр ҡәҙерле.
– Хыял ҡанаттарын ҡайырмағыҙ, зинһар. Ул тауис тигән ҡошто минең ишеткәнем дә, күргәнем дә, күҙ алдына килтерә алғаным да юҡ. Тик Фред тәьҫирләнеп һөйләгәндә мин дә уны күргәндәй булдым. Ә, Аҡмал, һин уға эт һөсләтәһең, – Асет апайымдың тауышы мине тертләтеп ебәрҙе.
– Ул ҡош бында барыбер йәшәй алмай бит, Асет апайым, мин шуға уны ҡыуайым тигәйнем дә... эт ашаны. Ундай тойғолар беҙҙе һәләкәткә генә илтәсәк. Фред кеүек дыуамалдарҙы бигерәк тә.
Директор усы менән өҫтәлгә шап итеп һуҡты. Барыһы ла тиерлек урынынан һикереп китте:
– Тыңлап торам да... Нимә, һеҙ беҙгә театр ҡуйырға булып киттегеҙме ул?
– Юҡсы, – тинем.
– Ә улайһа?
– Мин нимә күрҙем – шуны һөйләнем.
– Шулай тип уйлайым шул, – Берия ҡәнәғәт йылмайып, күҙлеген рәтләп ҡуйҙы. - Эт өсөн биш һыныҡ икмәккә лайыҡ һин, Аҡмал.–Усымды астырып, ҡулыма биш һыныҡ икмәк һалды. Сулаҡ ҡына һаман бында ни барғанын аңлай алманы:
– Шулай ҙа була икән. Иртәгә мин бесәйҙе күрәм, улайһа. Тауыҡтың күкәйен һытып эскән бесәйҙе.
Фред минән ситкәрәк шылып ултырҙы ла:
– Аҡмал, икмәгең тамағыңа килеп тығылмаһын тағы. Күҙеңде һуҡырайтҡансы… Һағыраҡ бул.
Һыр бирмәнем. "Күҙеңде һуҡырайтҡансы" тигәненә лә иғтибар бирмәҫкә тырыштым, сөнки атаман – ысын ир, ниндәй генә хәлдә булһа ла, минең "күҙле" икәнде бер кемгә лә һатмаясаҡ. Мин дә. Тик уның Асет апайыма бармаҡ осондай ҙа берәй төрлө ҡағылышлы булыуын теләмәйем шикелле, дуҫ булыуын да. Шуға эт"һөсләттем” уға. Бар донъяға асыуым килде, ней артҡа ла юл юҡ, әйткән һүҙ – атҡан уҡ. Бер кемгә лә ярағым килмәне:
– Тығылмаҫ. Ас тамаҡҡа изге икмәк бер ҡасанда арҡыры һөйәк булмаҫ.
Директор мине күтәремләгән булды.
– Дөрөҫ, тығылмаҫ. Бөгөн һөйләшеү тамам. Тик китмәй торабыҙ әле. Фред менән Асет, һеҙҙең икегеҙгә бөгөн төшкө аш бирмәнеләр. Шулаймы?
– Эйе, – Асет яуап бирҙе, атаман өндәшмәне.
– Нишләп тип уйлайһығыҙ?
– Белмәйем.
– Ә һин, Фред?
– Һимерә башлағанбыҙҙыр.
– Шулай ахыры. Һеҙҙе кисә подвалда застукали, егет. Шәм яҡтыртып үбешеп ултыра ине, тинеләр. Баяғы ҡоштоң подвалдан осоп менгәнен шунда уҡ төшөндөм мин. Хәмиҙә Маликовна, икеһен дә өс көнгә изоляторға, һыуҙан башҡа бер ни бирмәҫкә!
Атаман урынынан ҡалҡынды:
– Бер үҙем алты көн ултырам, тик Асеткә теймәгеҙ, уның ғәйебе юҡ, Ғәфүр Ҡәйүмович. - тине. Ғүмерҙә директорҙы исем-заты менән өндәшмәгән Фред миңә ҡапыл йәл булып китте. Директор урынына барҙы ла, бысағын уйнатҡылап, бер аҙ өндәшмәй балаларға ҡарап ултырҙы.
– Юҡ, икеһен дә алты көнгә! Һыуҙан башҡа бер ни бирмәҫкә! Кем интернат ҡағиҙәләрен боҙа, барыһына ла шундай яза! – тине. Тәҙрәләр тағы сыңлап киткәндәй булды. Мин атаманды ла, Асет апайымды ла йәлләмәнем, нисектер миңә барыһы ла барыбер кеүек ине. Торҙом, баяғы биш һыныҡ икмәктең дүртеһен кеҫәләремә тултырҙым да, берәүһен ауыҙыма ҡаптым. Тәмле ине, тик әсе лә тойолдо. Көткән ләззәт, шайыҡтарҙы ағыҙып килгән кинәнес килмәне, киреһенсә, күңелемде бер бушлыҡ биләп алды ла, миңә йәлләргә, хатта уйланырға ҡамасауларға тотондо. Тик шулай ҙа башҡа бер уй килде: шул бысағын барыбер урлайым һәм... сүплеккә ырғытам. Ултырмаһын бында балалар ҡаршыһында бысаҡ уйнатып.
5.
Асет апайым менән Фредты айырым-айырым изоляторға япҡас, үҙемә урын тапмай башланым. Улар алдында үҙемде бер хыянатсы кеүек күрҙем. Дөрөҫөн әйткәндә, Фредтың апайыма ғашиҡ булыуын белмәнем, уны көсләргә йыйына, тип уйланым. Атамандың, бер үҙем алты көн ултырам, тип әйткәнен ишеткәс генә, уның тойғоһон, унда мөхәббәте хаҡына үҙен ҡорбан итерҙәй көс булыуын, үҙемдең ниндәй аңра, көсһөҙ икәнемде аңланым. Нисек тә уларҙы ҡотҡарғым килде.
Дүрт һыныҡ икмәгемде кейемдәр араһына йәшереп ҡуйҙым. Ашағым килмәне. Уйым – бысаҡта, уны ҡулға төшөрөргә кәрәк.
Теге ваҡыттағы кеүек отбой ығы-зығыһын файҙаланып, киттем директор бүлмәһенә. Бүлмәгә инеүем булдым, коридорҙа Черчиллдең отбой, отбой, тип ҡысҡырғаны ишетелде. Ни эшләргә белмәй тиҙ генә өҫтәл аҫтына инеп ултырҙым. Хәмиҙә Маликовна, ишекте асып башын ғына тыҡты ла, бер кем дә юҡ икән, тип кире япты. Йөрәк жыу итеп китте. "Отбой", "отбой" тигән тауышы һаман коридорҙы яңғыратты. Бөттөм, хана. Нисек сығырмын бынан? Ҡуҙғалырға ҡурҡып ултырам.
Шул саҡ шкаф эсенән тауыш килгәндәй булды. "Рәхәтме?Икмәк тағы ла бирермен йәме". Директор тауышы. Мин аптырап киттем. Бүлмәлә бер кем юҡ та инде, әллә ҡурҡҡандан ҡолағыма директор тауышы ишетеләме, тим. Карауат шығырҙаған да кеүек. Торҙом. Шкафтар янына килдем. Һаҡ ҡына шкаф ишеген астым. Һәм... артта тағы бер бүлмә хасил булды. Ә унда карауатта шыр яланғас Берия менән кемдер тулашалар ине. Ай яҡтыһында икеһе лә ап-асыҡ күренә. Директор һелкенгән һайын, икмәк бирермен, йәме, икмәк бирермен, тип ҡабатлай.
"Миңә икмәк кәрәкмәй, кәрәкмәй, кәрәкмәй", – тип ҡабатланы икенсе тауыш. Мин уны таныным. Ҡыҙҙар араһында иң сибәр, теге блондинка Гәүһәр ине. Ҡапыл ҡалтыранырға тотондом. Теҙ быуындарым бушаны, ҡолап китермен кеүек. Уға ла, директорға ла ныҡ асыуым килде. Хәшәрәттәр. Ипләп кенә шкафты яптым да, артҡа сигендем. Аяҡ, ҡулдарым һаман ҡалтырай. Ҡурҡтыммы шулай, эсемдә нимәлер өҙөлдө. Стенаға һөйәлеп тора бирҙем. Шул саҡ танауға иҫ киткес тәмле еҫ бәрелде. Ингәндә өҫтәл өҫтөнә ҡарамағанмын да икән. Унда хуш еҫле икмәк менән бергә ике алма ла ята ине. Бер алманы кеҫәгә һалдым да, ай яҡтыһында ялтырап ятҡан бысаҡты ҡарап та тормай ең эсенә тыҡтым. Башымды тығып, коридорға күҙ һалдым. Бер кем дә юҡ. Ҡара сепрәкте күҙгә төшөрҙөм дә бүлмә яғына ыңғайланым. Үҙ урыныма стеналағы буй епкә тотона-тотона килдем. Бик оҙаҡ килгәндәй тойолдо. Туҡтатыусы булманы. Тағы ла кейемдәрем араһына алмамды йәшерҙем. Уның еҫе ҡот осҡос икән ул, бар донъяны алғандай булды. Күрше карауатта ятҡан Павел:
– Ҡояштың еҫе алманыҡына оҡшаған, – тип ҡуйҙы. – Мин бына әле шуны тоям.
– Ҡояш күптән байыны бит инде, – тинем шыбырҙап.
- Байыһа ла, еҫе ҡала бит.
– Эйе шул, ҡала. Яҡтыһы Айға ҡала.Йоҡлайыҡ. Хәҙер ергә ай хужа, – тип ятыу яғын ҡараным.
Ятҡас күргәндәремде иҫкә төшөрөп, ни эшләргә белмәнем. Директорҙы үлтерергә кәрәк, ул бит хәшәрәт, тип уйланым. Шундай баш етмәҫ уй нисек килеп инде был башҡа? Нәфрәтем этәрә. Тик уны нисек үлтерәһең? Их, Сынтимер ағай булһа, ул уға күрһәтер ине. Бәлки, уға хат яҙып һалырғалыр. Уф, һантый, һин бит һуҡыр, нисек яҙырһың, белһәләр, хана бит. Юҡ, бәлки Сталиндың үҙенә яҙырға кәрәктер. Ул бит беҙҙең атабыҙ, Хәмиҙә Маликовна һәр ваҡыт шулай тип ҡабатлай ҙаһа. Атай кеше генә өйҙә барыһын тәртипкә һалырға мөмкин. Ул бындағы тәртипһеҙлекте белергә тейеш тә.
Пашканың аҡ ҡағыҙын алып, ҡара ҡәләмде төкөрөкләй-төкөрөкләй Сталин бабайҙың үҙенә ай яҡтыһында хат яҙырға тотондом.“Хөрмәтле юлбашсыбыҙ Сталин бабай. Һинең мәрхәмәтле юлбашсыбыҙ икәнеңде белеп, был хатты һуҡырҙар интернат-мәктәбенән яҙабыҙ". Маңлайҙан тир бәреп сыҡты. Үҙ исемемде яҙырға уйланым да, туҡтаным. Кәрәкмәйҙер, әтеү һуңынан күҙле икәнде белеп, язаға тарттырырҙар. “Беҙҙең Совет иле иң шәп, иң бай ил булһа ла, беҙгә бында икмәк етмәй әле ул, Сталин бабай. Директорыбыҙ Ғәфүр ағай беҙгә үлсәп, бик әҙ бирә. Күберәк үҙ кеҫәһенә һала. Беҙгә килеп китегеҙ, йә икмәк бирегеҙ.” Бында дүрт һыныҡ, йоморо бөтөн бер алмам бар, уйлаһаң, минән дә бай кеше юҡ, ә мин, иҫәр, батшанан икмәк һорап ятам. Ну, бында директорҙың балаларҙы көсләгәнен, йәберләгәнен нисек яҙмаҡ кәрәк һуң? "Беҙҙең дә бәхетле булғы килә" тип өҫтәгән булдым. Аптырап. Хатты тамамлағас, ҡағыҙҙы өсмөйөш итеп бөкләнем дә, “Москва, Сталину. Отцу народов” тип теркәнем. Усымда ятҡан хат ҡыҙған таба кеүек ҡулымды, бар тәнемде бешерә башланы. Ни эшләргә? Хат яҙылды. Уны ҡайҙа йәшереп торорға була? Шунан мендәрҙең эсенә тыҡтым.
Таң менән тороп, барыһы ла йоҡлағанда, ҡарауылсы ҡарт та килеп етмәгән ине әле, мейес аҫтында ике аҡтарылған ҡыҫҡа таҡта янына баяғы бысаҡты күренмәҫлек итеп ҡыҫтырып ҡуйҙым. Әлегә шунда ятҡаны хәйерле.
Изолятор беҙ ятҡан бүлмәләрҙең тап кире яғында, бинаның теге осонда ине. Унда барып хәлдәрен белеп булмаясаҡ. Өс көн, өс төн нишләргә белмәй баш ваттым. Саф һауаға сыҡҡанда, Павел менән йөрөгән булып ипләп кенә тәҙрәләренә күҙ һалам. Бер көн Фред күренеп ҡалғандай булды. Әллә күҙемә күренде, рәшәткәле тәҙрәлә кемдер ҡарап торған төҫлө тойолдо. Ҡояш йорт өҫтөнән ҡарағас, ул тәҙрә ҡап-ҡараңғы ине, шәйләүе ауырыраҡ. Унан бигерәк, күҙемде ныҡ итеп асып ҡарай ҙа алмайым. Ҡара сепрәк аша бөтөнләй күренмәй тиерлек, унан шәүләләрҙе шәйләргә генә була. Күҙемде күп ҡыҫып йөрөү үҙенекен итәме, алыҫтан үҙем дә насар күрә башланым.
Апайым ике көндән аңын юғалтып йығылған. Беҙҙең интернатҡа күрше генә район-ара дауахана урынлашҡайны, шунда алып барып һалғандар. Был турала миңә Сулаҡ ҡолаҡҡа сиртте: “Апайың һинең үләсәк, ул балниста ята”, – тине. Таш күңел. Йөрәгем жыу итеп китте. Стенаға бәйләнгән бауға тейер-теймәҫ йүгереп тәрбиәселәр бүлмәһенә барып индем. Хәмиҙә Маликовнанан һорашһам, ул, борсолма, уның ангина, тамағы шешкән, берәй аҙнанан сығыр тип тынысландырҙы. Апайым үлһә, мин дә үләм, тинем. Черчилль килде лә, башымды ҡосаҡлап алды, йомшаҡ ҡына итеп һыйпаны: “Улай тип һөйләнмә, аслан. Бөгөн апайыңдың хәлен барып белербеҙ, тыныслан, йәме”. Рәхәт ине. Ныҡ итеп илағым килде. Түҙҙем, күҙемде һығып йомдом да, шым ғына тәрбиәсемә һыйынып торҙом.Ниндәй яуыз булһа ла, ни тиклем йылылыҡ, наҙ бар икән үҙендә. Әлеге мәлдә унан яҡын, унан да ҡәҙерле кеше юҡ һымаҡ ине. Бер аҙ тынысланып сығып киттем. Апайым үлмәйәсәк, ул йәшәйәсәк – шул миңә көс бирҙе. Башҡаһы мөһим дә түгел кеүек булһа ла, ирекһеҙҙән уйым төндә яҙған хатҡа килә лә төшә. Яҙҙым да хәҙер, ебәрергәме, юҡмы, тип борсолоуҙан ярылам. Күңелемә бер ҡорт инеп ояланы ла тынғылыҡ бирмәй. Блондинка Гәүһәрҙең, кәрәкмәй, икмәк тә кәрәкмәй, алма ла кәрәкмәй, тигән һүҙе ҡолаҡ төбөндә яңғырап торған кеүек. Ней, апайым, ниңә уға, ҡошҡа, этте һөсләтәһең, тип үпкәләп ҡарағандай.Ә Фред бөтөнләй йоҙроҡ төйнәй. Хатта Пашка ла йүнләп һөйләшмәгәндәй. Былар өсөн үҙемде эстән ашайым. Тик мин бит ғәйепле түгел. Быларҙың барыһын да яуыз директор ҡорҙо. Беҙ барыбыҙ ҙа шул хәшәрәт тоҙағында, дөрөҫөрәге, ҡоллоғонда. Быны бит Сталин атабыҙ белмәй. Минеңсә, ул белергә тейеш. Үҫмер аҡылым кемгәлер таянырға, кемгәлер һыйынырға, кемгәлер ышанырға теләй, нығынып та етмәгән тәнем, йәнем был осо-ҡырыйы күренмәгән ҡоршауҙан ҡотолғоһо килә. Нисек тә Фредты күрергә кәрәк. Унда ашауҙан ғына түгел,бар яңылыҡтарҙан мәхрүм булып ята. Ул атаман даһа, бәлки берәй юлын әйтер, сыуалған уйҙарымды тағатып ебәрер.
Эңерҙә Черчилль мине етәкләп дауаханаға алып килде. Бишмәт кеҫәмә “эт һөсләтеп” алған дүр һыныҡ икмәгемде һалып алдым. Ярты алманы ҡағыҙға төрөп быймам ҡунысына тыҡтым. Бүлтәйеп күренеп торған кеүек ине, салбар балағын тышҡа сығарғас, ҡапланды.Күстәнәс булыр. Ярты ғына, сөнки теге көн иртән уны бәҙрәфтә түҙмәй тешләп ҡарағайным. Китте еҫе аңҡып. Баяғы Берия бысағы менән уртаға киҫтем дә, яртыһын ашаным да ҡуйҙым.Тешләнмәгән икенсе яртыһын күлдәккә урап иҫке быйма эсенә тығып торҙом әле был өс көн. Еҫе хәтәр сыға, шуға һарыҡ йөнө еҫе әҙерәк кенә булһа ла ҡапламаҫмы, тип уйлағайным.
Бүлмә эсе яҡты ине. Асэт төпкө койкала ята. Тәрбиәсе уның янына алып килде лә, үҙе башҡа йомош менән сығып китте. Апайымдың ҡулын тотоп алғас та эҫелеге бар тәнемде бешереп алғандай булды. Ул йылмайҙы ла, Аҡмал туғаным килгән, ҡалай ҡулың һыуыҡ, тигән булды. Оҙаҡ ҡына усты усҡа һалып шулай, ер шарында бер-беребеҙгә бер-беребеҙҙән дә ҡәҙерлерәк кеше юҡ икәнен аңларға, аңлатырға тырыштыҡ. Ул шым ғына ятты, мин шым ғына ултырҙым. Уға ғына хас тәмле һөт еҫе дарыуҙар еҫе менән буталғайны.
– Мин һиңә икмәк алып килдем, апайым, – тинем. Ысынлап та тамағы ныҡ шешкәйне, ул тамағын ҡыра-ҡыра, ҡарлыҡҡан тауыш менән:
– Үҙең аша. Бында ашаталар. Фредҡа бир, ул астыр, – тине. Башҡа һүҙ өндәшмәнем, борсоғым килмәне. Алма тураһында өндәшеп өлгөрмәнем дә, уңарса Черчилль дә килде.
Интернатҡа ҡайтып еткәс, Хәмиҙә Маликовнанан һорап тышта ҡалдым, әҙерәк һауа еҫкәп торғом килә, тинем. Ул,оҙаҡлама, тип инеп китте.
Оҙаҡ уйлап торманым, тәүәккәлләнем. Бинаның икенсе яғына сыҡтым да ҡар йырып барып еттем теге көндөҙ Фредҡа оҡшаған шәүлә торған тәҙрә янына. Тәүҙә тирә-яҡҡа күҙ һалып алдым, былай бер кем дә күренмәй. Стена эргәһендә ҡар ирей төшкән, шунда окоп кеүек бер буй эшләп алдым. Йәшеренергә кәрәк булһа, ҡамасауламаҫ. Үрелеп тәҙрәгә сирттем. Яуап биреүсе булманы.
“Фред, һин бындамы? “ – тәҙрә аша бүлмә эсенә баҡтым. Эңер төшөп килә, ҡараңғы. Күҙ өйрәнгәс,өс койка, бер ситтә өҫтәл дә ултырғыс торғанын шәйләнем. Төпкө карауатта бөгәрләнеп кемдер ята. Нишләптер, тәүҙә сит кеше һымаҡ күренде. Ҡалҡынып, ҡолағын тәҙрә яғына ҡарпытҡас, таныным – атаман. Ябыҡҡан, нисектер һурылып киткән. Биш көн һыу менән генә яттымы икән? Йәлләп киттем үҙен. Әллә миңә шулай ғына тойолдомо. Тағы тәҙрә сирттем, был мин, Аҡмал, тигән булдым. Тәҙрә ярыҡтарынан тауышты ишетте, тик бер ни өндәшмәй ятыуында булды. Йән көйөп китте. Мин үҙ ғүмеремде, күҙемде үлемгә тип әйтерлек дусар итеп уның янына килдем, ә ул... ятҡан була. Аптырағандан:
– Һиңә Асет сәләм әйтте, – тинем.
Теге тороп ултырҙы.
– Әйтһә ни. Шунан?
– Мә һиңә икмәк, – дүрт телемдең берәүһен кеҫәмдән алып тәҙрә аша күрһәттем. Әйтерһең, ул күрә.
– Кәрәкмәй. Үҙеңә булһын! Йә апайыңа бир. Уның хәлдәре нисек?
– Уға икмәк кәрәкмәй хәҙер.
Фред хәүефләнеп китте. Яйлап ҡына тәҙрә янына килде, өҫтәге ике йоҙроҡ һыймалы форточка ишаратын асырға маташты. Уныһы туңғайны, шулай ҙа тартҡылай торғас, яртылаш асылды.
– Нисек кәрәкмәй? Үлдеме әллә?
(дауамы бар)