Бөтә яңылыҡтар

Алда ғүмер бар әле. Дауамы. Миләүшә Ҡаһарманова

Өмөттәре аҡланманы Сергейҙың. Һуңғы сиккәсә ошо ҡараңғылыҡта ҡапыл ғына күк көмбәҙе асылып китер ҙә, яҡты өмөт сатҡыһы юлын яҡтыртып ебәрер, тип көткәйне. Тик улай булманы.

Табиптар «донорһыҙ, күп булһа, ике ай» тип, һуңғы ярты йылда донъяларын ялмап алған ҡараңғылыҡты бөтөнләй бушлыҡҡа әйләндерҙе. «Нисек? Нисек ике ай?», - тип, кардиохирургия бүлеге мөдиренең яғаһынан алһа ла, хәлдең сараһыҙлығын бөтөн күҙәнәктәре менән тоя һәм ошо хаяһыҙлыҡтан да ярһый ине ул. Был мәл бөтөн тормошо, донъялағы барлығы һәм донъяһы үҙе лә бер ни хаҡҡа торошһоҙ булып ҡалды. Әрнеүе үҙәгенә үтеп ҡарғаны был аллаһыҙ бушлыҡты. Булһа, ишетергә тейеш ине бит ул алла, шул ҡәҙәр ялынып-ялбарыуҙарын да ишетмәгәс… юҡтыр…
Көтөлмәгәйне бәлә. Аңғармаҫтан, аҫтыртын килде. Килде лә йығаһынан, тәгәрәтәһенән һуҡты. Күҙ алмаһылай булған, иркәләп-һөйөп кенә үҫтереп килгән дүрт йәшлек ҡыҙҙарына бер көн килеп башҡа һыймаҫлыҡ диагноз ҡуйҙылар: йөрәк. Имеш, шул кескәй генә бала йөрәгенең ике клапаны эшлектән сыҡҡан. Имеш, ҡалған икәүһе лә ауырлыҡ менән генә лерпелдәп тора. Ышанманы быға Сергей. Район табибының ғына хәбәрен эшкә һанаманы. Ул бит әле ул-былға алданып барыр ауыл ҡарты түгел, ә район эске эштәр бүлегенең баш тәфтишсеһе, аңлы, белемле кеше. Ҡатынын да, юҡҡа паника ҡуптарма, тип кенә тыйҙы ла, шул көндө үк ҡыҙын өлкә клиникаһына алып китте. Шундай ышандырғайны бит ул Любаһын, «Беҙҙәге наҙандар нимә белә», – тип кенә ебәргәйне. Аҙаҡ аҡланыр ҙа, йыуатыр ҙа һүҙ тапманы.
Ғаилә бөтә көсөн шул сиргә ҡаршы көрәшкә һалды. Любаһы, эшен ташлап, һәр минутын балаһына бағышланы. Сергей дауалау этаптарын үтеүгә, машина яңыртам, тип, йыйғандарын да, машинаһының үҙен дә тотондо. Унан ҡала хәйриә ойошмаларының ярҙамдарын тапты, танышлыҡтарын, мөмкинлектәрен файҙаланып, төрлө табиптарға, клиникаларға сыҡты. Дауаланыу курстары өлкәлә лә, баш ҡалала ла үтелде, тик ыңғай һөҙөмтәләр генә булманы. Сырайында ауырыуҙың төҫө лә булмаған, уйнап-көлөп йөрөгән сабыйҙарына ҡарап, эстән янып ҡарайҙы ата-әсә. Любаһы йәшереп илап, Сергей төн йоҡоларынан яҙып ҡартайҙы һуңғы бер нисә айҙа. Дауаланыу һөҙөмтә бирмәҫен аңлағас, операцияға яҙылып, донор көтә башланылар. «Срочниктар» теҙмәһенә индерҙеләр ярай ҙа, әйтелгән хаҡтан сикәләрендәге ҡан тамырҙары шартларҙай булып бүртеп сыҡһа ла, Сергей тешен ҡыҫып, ҡағыҙҙарға имзаһын һалды. Сауҙалашып торор саҡмы ла, балаң ғүмерен аҡса менән үлсәп буламы? Ҡайтып, һис икеләнеүһеҙ фатирҙарын һатыуға ҡуйҙы ла, иң кәрәкле генә әйберҙәрен алып, әсәһенә күсте. Ҡыҙы менән ҡатыны клиникала йәшәй, тигәндәй.
Бер-ике ай эсендә донор мәсьәләһе хәл ителергә тейеш, тинеләр. Хәҙер инде Сергей һәр иртәһен табипҡа шылтыратып, хәл белешеүҙән башлай ҙа, ике-өс көн араһында уның ишек төбөн тапай. Бик аңлай уны табип. Шылтыратыуҙарына ипле генә яуап бирә, ҡул биреп күрешеп ҡаршы ала, яурынынан ҡағып, йөҙөнә төбәлеп һөйләшә, тынысландыра, өмөтләндерә. Һауа етмәй һуҡлыҡҡанда тәрән итеп тын алып ебәргәндәй була уның менән осрашҡанда Сергей. Хирургтың хәстәрлегенән күңеле тулып китә, хатта сабырлығы һынып, һыңҡылдап илап та ебәрҙе бер. Уның алдында оят түгел кеүек. Ул бит аңлай, ул белә.
Фатир һатылып, аҡсаһы ҡулға алынғас, инде донор табылып, операцияға әҙерләнгән арала ғына нимәлер яҙлыҡты, нимәлер яңылыш китте был ҡыл шикелле генә итеп һуҙылып тарттырылған юлда. Көтөлгән ваҡытҡа ҡайҙандыр ебәрелде, тигән йөрәк килеп етмәне. Табип бик борсолған ҡиәфәттә: «Донорҙы һуңғы сиктә яраҡһыҙ тип тапҡандар», – тип хәбәр итте. Үҙенең йөрәге өҙөлөп төшкәндәй булды шул мәл Сергейҙың. Йә ысынлап өҙөлөп кенә төшмәне. Исмаһам, ҡатынына бындайҙы еткермәҫ ине. Икәүләшеп аптырау сигендә ултырып ҡалдылар. Был тиклем дә ярҙамһыҙ һәм сараһыҙ итеп тойғаны юҡ ине үҙен ир кеше. Әле килеп балаһын, ҡатынын түгел, үҙен дә яҡлай алмаҫлыҡ хәлһеҙ булып һуҙылып төштө лә ятты. Түңкәрелеп кенә китһә икән ошо мәлдә бөтөн донъяһы! Юҡ шул, донъяһы ла шул уҡ, бәләһе лә. Барыһына ҡул һелтәп, үлеп кенә лә булмай. Үлә алмай шул ул, балаһын бындай хәлдә ҡалдырып китә алмай. Аҡсаларын йомарлап, сумкаһына тултырып алды ла донорҙы үҙе эҙләп сығып китте Сергей. Бөтөн булған клиникаларға ярҙам һорап мөрәжәғәт итте, сил өлкә, сит ил дауаханаларына ла, шәхси ойошмаларға ла мәғлүмәттәр ебәрҙе. Күптәренә үҙе барып инде, табиптарҙы күреп һөйләште, ниндәй хаҡҡа ла ризалығын белдерҙе. Асырғанып ярҙам һораны барыһынан да, үтенде, инәлде, ысҡынып китеп ҡысҡырҙы, талап итте. Шулай ҡаңғыра торғас, бер клиниканан “баланы алып килергә мөмкин” тигән йыуаныслы саҡырыу алғайнылар… өлгөрмәй генә ҡалдылар. Иртәгә юлға сығабыҙ тигән төндә ҡыҙҙары йоҡоһонда йән биреп ҡуйҙы. Шул ҡәҙәр шаңҡыны ата менән әсә, Любаһы үҙе шунда иҫен юйып йығылһа, Сергей ҡапыл эсе бушап, барына ла битараф булғандай торошҡа инде лә ҡуйҙы. Шул халәтендә балаһын нисек ерләгәндәрен дә хәтерләп етә алмай. Иланы микән, кемдәр килде-китте – белмәй ҙә хатта. Бер аҙ иҫенә килеп, уйлау һәләте ҡайтҡас, аңында барыһын да баштан алып әйләндерҙе лә үҙ-үҙен ғәфү итә алманы. Алданыраҡ ниндәйҙер юлдар тапмағанына, ҡыҙыуыраҡ тотонмағанына, сирҙе лә иртәрәк асыҡлай алмағанына ғәйепле тойҙо. Ул бит атай кеше, ул белергә, аңларға, балаһын һаҡлап ҡалыу өсөн йән аямай айҡашырға тейеш булған. Берҙән-бере, ҡыҙсығы уны ғәфү итмәҫ. Һаҡлай алмағаны өсөн атаһын кисермәҫ. Ошондай уйҙарҙан сәсе ағарҙы ирҙең. Күпмелер ваҡыттан эшкә сыҡҡан майорҙы хеҙмәттәштәре танымай торҙо. Төп-төҙ баҫып йөрөгән ғорур ҡарашлы, имәндәй хәрби урынына яурындары төшкән сал башлы ҡарт килеп ингәндәй булды. Ҡайғы бөккәйне, бөтөргәйне ирҙе.
Бер нисә ай үткәс, һаман да шул хәсрәттәре солғанышында йөрөгән Сергей ниндәйҙер йыуатыу һүҙҙәре эҙләпме, әллә шул аптыранған көндәнме, теге клиниканың номерын йыйҙы. Телефонды ул белгән хирург түгел, ә башҡа кеше алды.
– Богдан Родионовичты ишетергә теләгәйнем, – тине ул яҡын кешеһен һорағандай итеп.
– Һеҙ кем?
– Был Сергей Колесников ине, мин һеҙҙә донор көткәйнем… ҡыҙыма… Диана Колесниковаға.
– Эйе-эйе, списокта бар инегеҙ, хәтерләйем. Шунан, хәлдәрегеҙ нисек?
– Нисек тип… шул инде.
– Ҡайҙа үтте операция, кем яһаны?
– Һеҙ белмәйһегеҙҙер инде… операция булманы бит, донор килмәне… Ҡыҙымдың булмағанына дүртенсе ай.
Теге яҡтағы бер килке тынып торҙо.
– Нисек килмәне?..
– Әллә инде… килмәне, – Сергейға кем менәндер был хаҡта һөйләшеү еңеллек биргәндәй булды.
– Туҡтағыҙ, трубканы һалмай тороғоҙ, мин хәҙер үк база мәғлүмәттәрен асып ҡарайым. Тә-әк, тә-әк, бына… «срочниктар» теҙмәһе… Колесникова… Колесникова Диана Сергеевна, дүрт йәш тә өс ай тиелгән, шулаймы?
Сергейҙың йәне һыҙылып китте. Күптән ҡыҙының исемен улай ҡысҡырып әйткәндәре юҡ.
– Эй-йе…
– Беҙҙәге мәғлүмәттәр буйынса, һеҙ заказды алғанһығыҙ.
– …
– Алло! Ишетәһегеҙме?
– Һеҙ кем ул, ниндәй врач?
– Фамилиям Савичев.
– Мин хәҙер һеҙгә киләм!
– Һуң инде, индермәҫтәр. Иртәнсәк килегеҙ, уға тиклем мин Богдан Радионовичтан барыһын да асыҡлап ҡуйырмын.
Саҡ таң аттырҙы Сергей. Любаһы ла булмағас, ауыҙ асып һүҙ һөйләшер кешеһе юҡ. Ҡыҙҙарын юғалтҡас, ҡатынының был ҡалала ҡалғыһы килмәне, тыуған яғына ҡайтырға булды. Ҡаршы төшмәне уға Сергей, әүрәтер, йыуатыр әмәл тапманы. Яратышып өйләнешкән инеләр, балалары араларындағы бар йылы тойғоларҙы ла үҙе менән ҡуша алып киткәндәй булып ҡалды. Уртаҡ хистәре лә ҡалмағандай. Ҡатыны китте, ире тотманы.
Сиратта тороусыларҙы күрмәҫтән, хирургтың кабинет ишеген ҡайыра тартып асып килеп инде ул. Табип ҡаршыһында ултырған ауырыу тертләп китте. Тик ул ризаһыҙлығын белдерергә ауыҙын асып өлгөрмәне, Сергей врачтың алдына килеп тә баҫты.
– Богдан Родионович, аңлатығыҙ!
Табип тыныс ҡалды. Ҡаршыһындағы клиентынан кеселекле ғәфү үтенде лә, Сергейға ултырырға иҙәп, урын күрһәтте.
– Беренсенән, һаумыһығыҙ. Хәтерем яңылышмаһа, Колесников бит әле?
– Эйе, Богдан Родионович, мин кисә Савичев фамилиялы врач менән һөйләшкәйнем, саҡыртығыҙ әле уны.
– Һеҙҙең теләкте үтәй алмайым шул, үкенескә ҡаршы, ундай табип беҙҙә эшләмәй.
– Эшләмәй? Һуң мин…
– Ул кисә эштән бушатыуҙы һорап, ғариза ҡалдырған, мин ҡул ҡуйҙым, юҡ ул бында.
– Кисә?.. Кисә киске унда мин уға шылтыраттым бит һуң.
– Теләһәгеҙ, ғаризаһын күрһәтә алам, кисә көндөҙгө икелә документтарын алып киткән. Һорауығыҙ шул ғына инеме?
– Һорауым… Ул миңә беҙгә тейешле донор булған тигәйне, – Сергей әйтергә теләгәнен нисек аңлатырға белмәне, буталды.
– Ҡәҙерлем, тәжрибәһеҙ йәш табиптың һеҙгә нимәләр һөйләп башығыҙҙы бутағанын белмәйем, әммә тағы ла бер тапҡыр ҡабатлайым: һеҙҙең өсөн хәлебеҙҙән килгәндең барыһын да эшләнек. Аңлайым, бындай ваҡытта күп нәмәләр шулай буталырға, онотолорға мөмкин. Теләһәгеҙ, дауаланыу курсы яҙып бирәм.

Богдан Родионович тағы оҙаҡ ҡына йыуатты Сергейҙы, стрестан хәлен артыҡ ҡатмарлаштырып ебәреүен аңлатырға тырышты, тынысландырыу дарыуҙарына рецептар яҙып бирҙе. Тик баҫылманы күңеле Сергейҙың, киреһенсә, ниндәйҙер шом инеп ятты. Һөнәри тәжрибәһе лә, тәбиғи тойомлау һәләте лә бында ниндәйҙер бер йомаҡ барлығын аңғартты. Күнгәнлеген белдереп, өндәшмәй генә сығып китһә лә, кинәт аңы асылып, нисә айҙар буйына башын томалаған томан таралып киткәндәй булды. Ошо көндән башлап ул клиниканың тормошо менән ныҡлап ҡыҙыҡһына башланы. Тапты теге Савичевты ла. Йәш табип тәфтишсенең баҫымы аҫтында бик оло сер итеп кенә ҡыҙыҡһыныуын еңә алмайынса үҙенең ҡулы аҫтына инмәгән документтарҙа ҡутарынғаны һәм ситкә мәғлүмәт сығарғаны өсөн эштән ебәрелеүе хаҡында һөйләне. Ярай әле, ғариза менән ебәргәндәр, юғиһә, статьяла оса яҙған. Ә инде документтарҙағы “Диана Колесниковаға донор тотонолдо” тигән юлдарҙы үҙ күҙҙәре менән күргән. Белгәндәрен ҡалтырана-ҡалтырана һөйләп бөткәндән һуң, әле ярты сәғәттәй был хаҡта берәүгә лә әйтмәүҙе, серҙе үҙендә генә ҡалдырыуҙы ялбарҙы табип. Ул да һиҙә, күрәһең, эштең ниндәйҙер ҡара тәрәнлектән килгәнлеген, был хәлдең артында аңлайышһыҙ оло ҡурҡыныс барлығын. Сергей Савичевҡа бәйләнеште өҙмәҫкә һәм хәбәрһеҙ юғалмаҫҡа бойороп, егеттең инде үҙенең һағы аҫтында буласағын әйтеп китте. Ҡайтып, шул төндө керпек тә ҡаҡмайынса план төҙөнө ул. Бер ятты, бер ултырҙы, әле бүлмәһендә кәлеп һуҡты, әле балконға сығып, тәмәке көйрәтте. Әллә нисә шәшке ҡәһүә артында башында өйрөлткәндәрен блокнотына төшөрҙө. Ҡыҙы менән башланған бәләләр барышында табип менән булған һәр һөйләшеүен, үҙенең ниндәй һорауҙар биреп, уның нисек яуаплағанына тиклем хәтерендә яңыртырға тырышты. Һәр иҫләгәнен ентекләп анализланы, уйланды, һығымталар яһаны. Эйе, енәйәт бар ине был хәлдәрҙең артында. Тәжрибәле тәфтишсе быны аңы-ҡаны менән тойҙо, тик төйөндө тартып, тағатып ебәреү өсөн еп осон ғына таба алманы. Әммә ул табырға тейеш, тағатырға тейеш был йомғаҡты. Юғиһә, үҙен бер ваҡытта ла ғәфү итә алмаҫ.
Көҙгө ҡояш һуң ғына уянып, инде күптән шау-шыулы тормош башлаған оло ҡала өҫтөнә күтәрелгән мәлде – таңды ошондай ғазаплы уйҙар менән ҡаршыланы Сергей Колесников.

Дауамы бар.

Читайте нас: