Бөтә яңылыҡтар

Алда ғүмер бар әле. Аҙағы. Миләүшә Ҡаһарманова

Көн дә табип тупһаһын тапай торғас, Сафия бәпәйенең кәүҙәһен таптырып алды. Богдан Родионович уны шәхсән үҙе алып килеп бирҙе. Кескәй генә табут эсендә аҡ сепрәктәргә ныҡлап төрөлөп, сит-ситтәре тегелеп үк ҡуйылғайны.

 Хужа санитарҙарға ҡыҙ күрһәткән ергә алып барып күмергә ҡушты. Сафия, ҡабаланып, берәүҙе Булат артынан йүгертте. Табипҡа был оҡшаманы.
– Үлек былай ҙа оҙаҡ тотолдо, көнө буйы юлда килде, әйҙә, тиҙерәк ер ҡуйынына оҙатайыҡ, – тине ул үҙенә хас булмағанса ҡоро итеп.
– Мин ерләүҙең рәтен белмәйем, көтәйек инде, – тип инәлде ҡыҙ.
Ул арала өҫтөндәге әпилкәләрен ҡаға-ҡаға, Булат йүгереп килеп етте.
– Күрҙеңме?
– Юҡ… – ҡатын бер соҡор ситендәге табутҡа, бер табипҡа ҡараны.
– Богдан Родионович, күҙ һалырға яраймы? – Булат табутҡа килеп үк тотондо.
– Һин нимә! – тегеһе уйламағанда ҡыҙып китә яҙҙы. – Ниңә әсәне өҙгөләргә?..
– Сафия ҡарамаҫ, мин генә… Таныйым бит уны, – тип һаман ҡуйманы Булат.
Шул ваҡыт Богдан Родионовичтың тамам түҙеме бөттө һәм ул санитарына “күм” тигәнде аңғартты. Тегеһе көрәккә тотонғайны ғына, Сафия алдына төштө:
– Юҡ! Булат күмһен!
Егет кескәй ҡәбер төбөнә ҡыялатып өң яһағас, ынтылып, табуттан аҡ төргәкте алды. Ике усында ғына күсергән кәүҙә үтә еңел тойолдо уға. Шуға, аптырап, ҡапыл ҡарашын өҫкә күтәрҙе лә, күҙҙәрен киң асып ҡатып ҡалған табипҡа һирпелеп ҡараны. Барыһы ла ауыр кисерә, буғай, бала ерләүҙе. Аҙаҡ Булат ләхет таҡталарын теҙеп, белгән генә бисмиллаһын ҡат-ҡат ҡабатлап, бит һыпырҙы ла, бер-ике ус тупраҡ ташлағас, көрәкләп күмеп ҡуйҙы. Сафия, хәсрәте һағышлы күҙҙәренән түгелеп, яулығы менән ауыҙын ҡаплап торһа ла, иламай ине инде. Әле ныҡлы аңлап та, өйрәнеп тә өлгөрмәгән сабыйын юғалтыуға күнгәйне, күрәһең.
Киске аш ваҡытында Сафия егет өйрәткәнсә хәйер таратып сыҡты. Хәйерлек ҡулъяулыҡтарҙы машинкала үҙе теккәйне. Күптәрҙең бындай йоланы ишеткәне-күргәне булмаһа ла, бәпәй тарихын белгәнлектән, рәхмәт әйтеп ҡабул итте. Сафияның күңеле күтәрелә төшкәйне, аралашырға теләге булыпмы, аштан һуң ҡабаланып алдан төшөп атлаған Булаттың еңенән тотто:
– Булат, нимә булды? Өҫтәл артында ла өндәшмәнең?
Егет әйләнде лә ни әйтергә белмәне, үҙе бында булһа ла, уйҙары ҡайҙалыр ҡырҙа ине уның. Тора биреп тә һүҙ тапмағас, еңен ипләп кенә тартып ысҡындырҙы:
– Эш бар. Һин… бүлмәңә ҡайт.
Нимә булғанын был ваҡытта Булат үҙе лә аңлата алмаҫ ине. Тик булды, нимәлер булды уға. Уны ниндәйҙер ҡотолғоһоҙ бер тойғо биләп алды ла, ысҡындырмаҫтан ҡыҫып тотто. Йөрәге һеркелдәп, нимәгәлер әҙерләнде әллә. Хәҙер-хәҙер йә ҡапыл ер тетрәр, йә дауыл сығыр, тип көткән кеүек. Ҡайһы мәл, ҡай арауыҡта башланды һуң әле был тойғо? Ҡайһы?.. Ҡаҙғанда… төшөргәндә… эйе! Бәпәйҙе ҡәбергә төшөргәндә… Устары нимәлер тойҙо бит һуң. Төргәк эсендәге кәүҙәнең нисектер төйөрөм түгеллеген. Эйе шул… Үтә еңеллектән хатта ырғытып ебәрә яҙҙы. Аптырап, Богдан Родионовичҡа ҡарап ҡуйҙы. Ә ул?.. Ул бит… ҡурҡҡан инеме… Ҡурҡҡан ине шул. Ни өсөн? Төшөрөп ебәрә яҙғанғамы? Әллә… Юҡ. Ҡулға алғанға. Ыһы… Тимәк, врач бала кәүҙәһен табуттан алырҙар, тип уйламаған. Ул уны шул йәшнигендә көйө күмеүгә өмөт иткән, сөнки мосолман йолаһын белмәгән. Ә Булат уны күтәрҙе һәм… ни икәнлеген аңламаны.

***
…Шәмһеҙ-ниһеҙ соҡона торғас, ниһайәт, ләхет таҡталарына барып төртөлдө. Уларҙы ла ҡайырып асҡас, төпкәрәк ынтылып, һәрмәләнеп сепрәк төргәкте тапты. Тартып сығарып алдына һалды ла, бер тәрән итеп тын алғас, “Хоҙайым, ғәфү ит”, – тип шыбырлап, тегелгән еренән ептәрен йолҡа тартып, һүтеп ебәрҙе. Тоноҡ ай яҡтыһында төргәк эсендәгенең йөҙө ағарып күренде. Ҡалтыранған бармаҡтары менән битте һыйпап ҡарарға иткәйне, ҡулы аңлайышһыҙ йомшаҡ нәмәгә тейҙе. Ултыра торғас, аңына нимәлер барып еткән егет, төргәктең аҫҡы яғын тағатып ташланы ла, яҡшыраҡ күреү өсөн эйелеп, мәйетте ике ҡуллап алып ҡарамаҡсы булды. Һәм шул секундында уҡ, берәү йоҙороҡлап һуғып ебәргәндәй булып, артҡа тайшанды. О, Аллаһ! Уның алдында ҡәҙимге сепрәк ҡурсаҡ, оло күҙҙәрен шар асып, йылмайып ята ине…
Ярты сәғәттән кескәй ҡәберлек кире элекке хәленә ҡайтып, күңелһеҙ генә убасыҡ булып ятып ҡалды.

***
– Богдан Родионович, ҡалаға сығып килергә рөхсәт итегеҙ әле, – Булат машина ишегенән врачтың башы күренеү менән осоп ҡунды.
– Ни йомош? – табип, сығып баҫып, салбар балаҡтарын ҡаҡҡыланы.
– Эшем килеп сыҡты, ала торған нәмәләр бар.
– Миңә әйтеп ебәр, иртәгә киләм бит.
Егет бер аҙ албырғаны. Нимә, уға ышанмайҙармы әллә хәҙер?
– Ҡасып китер, тип уйлайһығыҙмы? – вайымһыҙ көлгән булды үҙе.
– Юҡ, уйламайым, йомаҡ йәшергәнеңә генә әйтәм, – Богдан да һыр бирмәй.
Аптырағас, егеткә бөтөнләй уйланылмаған хәбәргә төшөп китергә тура килде.
– Йәшерене юҡ, Сафияға тәҡдим эшләргә уйлайым да… шуға берәй иҫтәлекле нәмә ҡарармын тигәйнем.
Уның ситкә ҡарап, шулай мығырлауына хайран булып ҡараны доктор. Ахырҙа телгә килде:
– Килештегеҙ ҙәме?
– Юҡ, ул белмәй.
– Улайһа, нисек була инде?
– Беҙҙә, мосолмандарҙа, ҡыҙҙарҙан артыҡ һорап тормайҙар ул, – егет үҙ тапҡырлығына үҙе шат.
– Һуң, Софья иртән ҡайта би?.
– Беләм. Шуға бөгөн өлгөрәйем, тигәйнем. Һуңынан үҙем барып табыр инем. – Унан инәлә биреп өндәште. – Рөхсәт ит, ә, һуңғы үтенес.

***
Ҡағыҙҙары өҫтөнә эйелеп, әллә уҡып, әллә уйланып ултырған Сергейҙы ҡапыл сыңлаған телефон тертләтте. Ошо бер нәмәнең тауышын үҙгәртмәйҙәр, йәнгә тейеп тазылдай. Ынтылып, трубканы алды ла, ҡырҡыу өндәште:
– Да!
– Алло!- теге яҡтағы бер аҙ тынып торҙо.
Сергейҙың түҙеме етмәне:
– Тыңлайым!
– Миңә Сергей Колесников кәрәк ине, – өндәшеүсенең акценты һиҙелә, күрәһең, икенсе милләттән.
– Баш тәфтишсе Колесников, кем менән һөйләшәм?
– Мин – Булат, санаторийҙан…
Ике ир сәғәткә яҡын ҡаршылағы ашхана өҫтәле артында һөйләште, унан тәфтишсе кабинетында карталар һыҙҙы, план төҙөнө. Кәрәк-яраҡтар биреп, Булатты оҙатҡас, Колесников рапорт менән етәксеһенә юлланды, уға операцияға рөхсәт алырға кәрәк ине.
***
Сафия оҙата сығыусыларға ҡарап баҫты. Ҡайтыу шатлығы юҡ ине уның һурынҡы аҡ йөҙөндә. Йәшкел-зәңгәр күҙҙәре лә ситлектән иреккә сығырға ҡурҡҡан ҡошсоҡтоҡолай ҡарай. Уймаҡ ирендәре генә дерелдәй биреп йылмайған була. Бына ул күнгән зарлы ҡарашын алдындағыларға һирпелдереп уҙып, Булатта туҡтатты. Тегеһе баш һелкте. Илап ебәреүҙән саҡ тыйылып, ирендәрен тешләне ҡыҙ. Һөмбаш, йүнләп хушлаша ла белмәй. Әллә нимә булды уныһына һуңғы мәл, йә ихласлап һөйләшмәй, йә бөтөнләй күренмәй. Бығаса ҡайһы яҡҡа боролһа ла, ҡаршыһында торор ине, әле тотоп алырлыҡ түгел. Ысынлап араларында бер нимә лә була алмаҫын аңлауымы был, әллә үҙенә тиң түгеллеген аңғартыуымы…
Ауыр уйҙар менән машинаның артҡы урынына инеп ултырҙы һәм үтә күренмәҫен белһә лә, тәҙрәгә ҡалҡынып ҡараманы Сафия. Ҡыйын ине уға, бик ҡыйын ине. Күпме ҡаршы тороуына, тартышып сәбәләнеүенә ҡарамаҫтан, солғап алды бит күңелен бынау ҡарасман әзмәүер. Ҡарағусҡыл йөҙөн, ҡаш аҫтынан һөҙә биреп ҡарауын, ирәбе йылмайыуын, яурын, беләк мускулдарын уйнатып ҡайырып эш эшләүен күҙ алдынан мәңге лә юя алмаҫ кеүек. Һуңғы ваҡытта әллә ниндәй уй етмәҫ хыялдарға бирелер, ләззәтле уйҙар диңгеҙендә йөҙөр булып китте үҙе лә. Имеш, Булат уға сәскәләр тотоп һөйөүен белдерергә ингән. Имеш, етәкләп туғандары янына алып ҡайтҡан, бығаса егет һөйләгәндәрҙән генә белгән апаһы, ҡустыһы бергәләшеп өҫтәл артындалар, Сафия уларға сәй яһап эсерә. Имеш, Булат уға никах балдағы кейҙерә…
Йөрәге туңып килгәйне бында, әлеге шул йөрәге ҡанһырап ҡайтырға сыҡты. Ҡайтырға, тип… Богдан Радионович уны ҡалалағы икенсе приютҡа күсерә. Уҡыуыңды тамамларһың, эшкә урынлашырһың, ти. Тик ҡалайтып был яңғыҙлыҡҡа күнергә…
***
Машина артынан тимер ҡапҡалар сыйылдап ябылыу менән, Булат ағас йышыу оҫтаханаһына ашыҡты. Инеп, ишеген япҡас та, таҡталар аҫтынан тоҡ һөйрәп сығарып, ҡабаланып эсендәгеләрен бушатты. Башта бронижилет өҫтөнән махсус костюм, аяҡтарына уңайлы кроссовкиҙар кейеп, пистолет магазинын тикшереп, салбар ҡайышына ҡыҫтырҙы ла, һарай артындағы һурылған таҡтаны шылдырып, тышҡа сыҡты. Был юлды ул кисә төндә бер ҡабат үтһә, уйында мең ҡат ҡабатлаған инде. Шунлыҡтан, алан-йолан ҡарамаҫтан, йән-фарман ағаслыҡтарға ҡарай йүгерҙе лә, ҡоймаға етәрәк бейек ҡарағастың аҫҡы ботағына ырғып һикереп тотоноп, тейен етеҙлегендә өҫкә үрмәләне. Унан күҙ йомоп асҡан арала икенсе яҡҡа һикереп тә төштө. Сүгәләгән килеш бер секунд ҡына йүнәлешен самалап алғас, тороп, ике тау араһынан һуҙылған үҙәк буйлап сапты. Уға өлгөрөргә, машина һыртты урап сыҡҡансы, туралап, алдан төшөргә кәрәк.
***
Арттағы пассажирының, бәүелеп килә торғас, ҡолап уҡ йоҡлап китеүен аңғарған Богдан, үҙе лә ойоп алырға булып, күҙҙәрен йомдо. Бер аҙ ял кәрәк, ике-өс сәғәттән оҙайлы операцияға баҫасаҡ. Яңғыҙына әллә нисә ағзаны айырып алаһы, урынлаштыраһы бар. Шулай ҙа хеҙмәте емешенә торошло. Инде саҡ ҡына, саҡ ҡына түҙгәндә. Ошоноһон һәм һуңғыһын… яҡшы хаҡ менән ебәргәндә. Унда ҡалғандарының артыҡ баһаһы юҡ. Башҡа был эшкә тотонмаҫ. Яңы тормош башларға кәрәк. Өйләнергә, балалар үҫтерергә. Юғиһә, бөтөнләй нервыһы бөттө. Һуңғы айҙар үтә лә ҡатмарлы булды. Бынау басурман килеп юлығып, әллә ниндәй шомдарға һалып бөттө бит, сәстәре ағара яҙҙы. Әллә берәй нәмә һиҙә, мәлғүн. Күҙгә күренмәҫ януарға ау ҡорған һунарсы кеүек йөрөй, ситкә ҡарап торғанында ла күҙ ҡойроғо менән һине тота һымаҡ. Һәр хәлдә, уның янында үҙен ҡайҙа ҡуйырға белмәй Богдан. Ҡарашы елек майына тиклем үткәндәй, уйҙарын сығарып, тетеп һалғандай. Ярай, яра-ай… берәй аҙна йөрөп ҡал әле, һунар…
Машина ҡапыл туҡтауҙан башын алғы тәҙрәгә бәрә яҙҙы Богдан. Сәбәләнеп, шоферына екерҙе:
– Күҙең сыҡҡанмы?
Тегеһе алдына ҡарап ҡатҡан. Күҙен күтәрһә – ҡаршыла ике ҡулын алға һуҙып... басур… Булат тора. Ҡулында – пистолет.
– Сығығыҙ! Ҡулдарығыҙҙы мин күрерлек итеп күтәреп сығығыҙ! – эстәгеләр һаман шаңҡып ултыра бирҙе. Тыштағы машинаның капотына типте – һелкенеп киттеләр. – Сығығыҙ, тинем!
Богдан водителенә ултырғыс аҫтындағы автоматҡа ымланы. Тегеһе ҡоралды бер ҡулы менән эләктереп, ишекте киң асҡан булды ла, ҡапыл тәгәрәп сығып, тәтегә баҫты:
– Та-та-та-татт-тат-тат!
Урман, тау-таштар ҡайтауз итеп яңғыратты:
– Тат-тат-та-а-а!..
Ҡарағай олонона ышыҡланып өлгөргән Булат, ҡоралын ташлап ҡаса башлаған әҙәмгә төбәп атмаҡсы булып, пистолетын күтәреп төҙләгәйне, ҡапыл беләгенең хәле бөтөп, ҡулы аҫҡа һәленде. Ҡараһа, костюмы яурын тәңгәленән тишек, ул арала эстән ағып килгән ҡан бармаҡ остарынан һарҡыны. Яраланған, ахыры, ҡалай беленмәгән…
Бөтөн был бәрелеште быяла аша ҡарап ултырған Богдан, ҡулын күтәреп, һаҡ ҡына машинанан сыҡты.Ошонан башҡа сара юҡ ине уға.
– Булатик… Булат, братишка… Ни булды ул был, ә?..
Булат алға атланы.
– Булат, братишка, әйҙә килешәйек. Мин һиңә күп аҡса бирә алам! Ғүмереңдә лә күрмәгәнсә күп!
– Машинанан ҡырғараҡ кит!
Богдан егеттең әйткәнен йәһәт үтәне. Булат артҡы ишекте иҫән ҡулы менән һелкә тартып асып, үле шикелле ятҡан ҡыҙҙы һөйрәп сығарҙы һәм, үләнгә һалып, пульсын тикшереп ҡараны.
– Булатик, һин нимә? Ошо ҡыҙ өсөнмө? Был бит сәйнәп төкөрөлгән. Мин һиңә ҡыҙҙарҙың әллә ниндәйҙәрен табып бирә алам, Булатик!
Егет ҡыҙҙың сикәләренә һуҡҡыланы, елкәһе аҫтына усын тығып, башын күтәрергә итте:
– Сафия! Сафия, ишетәһеңме мине?
– Ишетмәй, ул клиник үлем хәлендә, үҙаллы иҫенә лә килә алмаясаҡ, – Богдан зәһәр йылмайҙы. – Әйҙә, ваҡытты юғалтма, машинаға кире һал да минең ҡалалағы клиникаға барайыҡ. Ярҙам итәсәкмен – ышан.
– Һиңә былай ҙа аҙ ышанманыҡ инде. Беҙ хәҙер… – Хәбәрен ослай алманы, артынан Богдандың ағас киҫәге менән киҙәнгәнен шәйләп өлгөрөп, һау беләге менән ҡапланды ла, теге сәбәләнгәнсе, аяҡ салып ҡолатты. Ирҙәр йән тәсмәнгә көрмәкләшеп китте. Икеһе лә кәүҙәле, икеһе лә көслө, әммә яралының көсәнгән һайын шәберәк аҡҡан ҡаны үҙе менән бергә хәлен дә ала. Быны икеһе лә аңлай. Богдан ваҡытты һуҙырға, Булат өлгөрөп ҡалырға теләне. Дошманының хәлен яҡшы тойомлаған врач уның яралы яурынын төйҙө, әлегә ауыртыу тоймаған организмды шок хәленән сығарырға тырышты. Шулай булғанда, егетең һыңар ҡулын ҡыбырлата ла алмаҫ ине. Булат та бына-бына хәле мөшкөлләнерен белеп, бар таҫылын, ажарлығын һалды. Бына ул өҫтөндәге кәүҙәне тубығы һәм йоҙроғо ярҙамында һелкеп ташланы ла, өҫтөнә ырғып, беләге менән муйынына баҫты. Тегеһе күҙҙәре һытылып сығырҙай булып, баҫымдан ысҡынырға маташты. Бөтә кәүҙәһе менән, бармаҡтары менән ер тырнаны, йөҙөндә ҡан тамырҙары күгәреп бүртте, ауыҙы күперҙе. Хәле бөтә барғанын тойған Булат беләгенә нығыраҡ ятты. Аҫтағы кәүҙә тағы бер-ике тыпырсынды ла тынып ҡалды. Уның иҫен юйғанын аңлаған егет, тороп, ауа-түнә ҡыҙ янына тәнтерәкләне. Уға Сафияһын ҡотҡарырға кәрәк.
Егет ҡыҙҙы күкрәгенә ҡыҫып тотоп, көсәнеп тороп баҫты. Һәр аҙымы ғазаплы көс, әрнеү менән бирелде уға. Ҡайҙа? Ҡайҙа был Сергей? Нишләп һаман килеп етмәй? Карта төшөрөп, засада ҡороу урынын билдәләгәйнеләр бит. Нимә тотҡарлай уларҙы?!
Урман юлы буйлап һуңғы көсө менән тәнтерәкләгән егет томанлана барған ҡарашын офоҡ һыҙығынан алманы, үҙе әллә иҫендә булып, әллә буталып, бер үкте һамаҡланы ла һамаҡланы:
– Саф-фыя, ҡарале, алда ғүмер… бар ә-әле… Саф-фыя… ҡар-рал-ле… Сафы-ыя… Саф-фыя… ғүме-ер… бар…әле…
Аҫтан ғына яман тарылдап, вертолет осоп үтте, ҡаршы уба артынан һыҙғырып килгән полиция машиналары пәйҙә булды.
– Саф-фы…фыя… Саф-фыя… ҡара… ле….

Әҫәр тамам.

Читайте нас: