Бөтә яңылыҡтар

Бала тараҡандың мыйыҡ уйнатҡаны... (повесть). Өсөнсө өлөш. Мөнир ҠУНАФИН

Атаман-Фредтың ҡалын тауышы яңғыраны, теге елкәмә ауыр беләге менән тондорҙо. – Бында үткәндәр менән йәшәмәйҙәр. Әйткәнде аңламайһыңмы ни һин, ә, аңра? – Тәрбиәсе араға килеп инмәһә, мин дә уға ташлана инем. Торорға әйткәйнем, Черчилль ауыр ҡулы менән башыма баҫты.

Һәр ваҡыттағыса Сулаҡ-Ғимай, дә-ә, икеһе лә ас ҡалды былай булғас, тип һығымта яһап та өлгөрә. Һуғышҡандарға, урлашҡандарға, ҡәғиҙә боҙғандарға тәртип ҡаты, ике-өс көн бөтөнләй ас тоторға мөмкиндәр шул. Ас ҡалыуҙан ҡурҡыпмы:
– Нишләп ул тота ла миңә тондора һуң ул?– тип үпкәләгән булдым.
– Дөрөҫ әйтә Фред, бында үткәндәргә урын юҡ. Ала һыйыр, йәшел үлән – былар барыһы ла һәйбәт, тик илаған әсәңде, һағышлы тыуған яҡтарыңды онот хәҙер, Аҡмал. Бөгөнгө менән йәшәйҙәр бында. Әсе үткәндәр менән йәшәһәң, икмәкһеҙ ҡалаһың. Аңлашылдымы? – тине директор.
– Аңлашылды, – тинем танауымды мышҡылдатып. – Башҡаса тондормаһын, әйтегеҙ, улайһа, мин дә ҡоҙғон күрәсәкмен.
Берия, аңлашылһа, бер һыныҡ икмәк бирһәк бирәйекме Аҡмалға, тип бер һыныҡты минең танауға терәне, үрел дә ҡап бына. Их, еҫе, хатта теҙ-быуындарым ҡалтыранып киткәндәй булды. Башымды ситкә борҙом.
– Матурлыҡҡа, яҡшылыҡҡа күҙе асылып етмәгән әле был малайҙың, – хуш еҫле икмәк тағы ла баяғы таныш кеҫәгә инеп ятты. Береһе лә күрмәй, тип уйлайҙыр, йүнһеҙ. Саҡҡа түҙеп ултырам, ул икмәкте үҙ кеҫәһенә һалды, тип ҡысҡырғым килә. Тик... ауыҙға йыйылған шайыҡты, төйөрҙө көскә йотоп ебәрәм дә тынып ҡалам.
–Асет, ә һин нимә күрәһең?– тәрбиәсе яғымлы итеп өндәште.
– Мин әйтергә ҡурҡам.
– Ҡурҡма.
– Дөрөҫөн әйткәндә, Сынтимер ағайҙың беҙгә моңһоу ғына ҡул болғағаны күҙ алдыма баҫа. Ул беҙҙе йәлләп шулай күҙле йәшен йәшереп кенә ҡул болғағандыр тип уйлайым. Ҡарашында һыҙланыу ҙа, беҙҙең өсөн борсолоу ҙа тоям.
Минең дә был күренеш күҙ алдымда. Юлда, ат арбаһында бәүелеп килгәндә лә, поезда елгәндә лә беҙгә бер һүҙ ҙә өндәшмәне тиерлек. Тик: “Бер-берегеҙҙе юғалтмағыҙ, бер-берегеҙҙе һаҡлағыҙ!” –тип ҡабатланы ла ҡабатланы. Интернат ҡапҡаһы төбөндә хушлашҡанда икебеҙҙе лә ныҡ итеп ҡосаҡланы. Күҙендә йәштәр ине. “Һуғышта күпме ауырлыҡтар, язалар күрҙем, тик һеҙҙең, тере әсәгеҙ була тороп, ауыр ғазабығыҙҙы кисерә алмайым”, –тип шыбырҙаны. Беҙ уның иҫке шинеленә битебеҙҙе терәп тора бирҙек, ул беҙҙең баштан һыйпаны. Мин тағы килермен әле, бер-берегеҙҙе юғалтмағыҙ тип тағы ла ҡабатланы. Шинеленән көн, ҡояш еҫе килә ине, көн йөҙөндә ул йылынғайнымы, терәгән битте, танауҙы унан тартып алғы ла килмәй тора бирҙек.
Ә әсәйем минең тере, Фред-Кәримгә үлгән тип алданым мин. Ул, атайҙы көтөп, ахмаҡланды. Тәүҙә төндәр буйы бик ҡаты иланы. Беҙҙе ҡосаҡлап ултырыр ине. Нимә тип йәшәргә, ул үлде, атайығыҙ үлде, тип йән илатҡыс итеп сеңләй. Шунан самауырға ҡарап атай менән һөйләшә башланы. "Ҡайттыңмы, йәнем. Һин һис тә үҙгәрмәгәнһең", –тип һөйләнә. Эҫе самауырҙы ҡосаҡлай, ҡулы, бите көйөп киткәнен дә тоймай ҡай саҡ. Апайым менән уны эҫе самауырҙан айырырға маташабыҙ, ҡайнар һыуы түгелеп китеүҙән ҡурҡабыҙ. Бер -ике тапҡыр дауахана ла ятып сыҡҡас, һәйбәтләнгәндәй ҙә булғайны, унан эсергә тотондо, сит ирҙәр менән өйгә ҡайта башланы. Бер көн, һуҡыр сысҡандарым минең, урынығыҙ бында, тип беҙҙе баҙға бикләп китте лә биш көн буйы ҡайтманы. Шунда беҙҙең юҡлыҡты һиҙеп күршеләр өйгә инеп беҙҙе тапмаһа...Дүрт бөртөк сей бәрәңге кимерҙек. Сынтимер ағай күтәреп сығарғанда мин аңымды юймағайным әле. Шунан ошо интернатҡа юллау хәстәрен күрә башланылар ҙа инде.
– Кем әле ул Сынтимер? – Берия нисектер һағайып, тирә -яҡҡа ҡаранып алды. Миңә лә, апайыма ла текәлеп ҡарап торҙо ла урынына барып ултырҙы. Әллә минең күргәнде был шәйләп ҡалдымы, тип атамандың артына йәшеренеберәк ултырҙым.
– Беҙҙең күршебеҙ. Ул үҙе герой, һуғыш батыры. Беҙгә бында, әлбиттә, рәхәт, тамаҡ туҡ, донъя яҡты... Шул бына, – апайым ышаныслы яуап бирергә тырышты.
Директор бер аҙ тын торғас:
– Бер һыныҡ икмәк бирәйек ҡыҙға ла. Геройҙы күргәс. Тик ҡул болғаусы үткәндәр кәрәкмәй. Сынтиме-ер тиһеңме-е?.. Герой булһа ла. Ишеттеңме, ҡыҙыҡай? Икенсе тапҡыр икмәк эләкмәйәсәк, – тип иҫкәртергә онотманы.
– Нисек, геройҙы ла күрергә ярамаймы ни? – атамандың ҡалын тауышы яңғырап китте. – Мин,мәҫәлән, амбразураға ташланған Матросов була алам.
– Һуғышта ҡатнашыусы һәр кем герой булмаҫҡа ла мөмкин. Арабыҙҙа халыҡ дошмандары ла бар. Һаҡ булайыҡ. Минең үҙ атайым ҡоротҡослоҡ менән шөғөлләнде, миңә лә ул герой һымаҡ ине. Баш тартырға тура килде, – Черчилль дә тәрбиә мәсьәләһендә үҙенең тос фекерен белдерергә кәрәк тип тапты.
– Мин нимә әйтәм – шул ярай, аңлашылдымы? Ҡалай берәү Матросов, – директор ҡәтғи һәм ҡаты итеп әйтте.
Күптәр,эйе, иптәш директор, тип ҡабатланы. Ғимай, әлбиттә, директор, тип өҫтәп тә ҡуйҙы.
– Башҡалар ҡояш, сәскә күрәме? – тип һораны директор ҡәнәғәт төҫ менән.
Ҡалғандар барыһыла хор менән, эйе, тине.
– Фредтан башҡа, барыһына ла икмәк бирегеҙ.
– Аҡмалғаламы? – тип һораны тәрбиәсе.
Директор минең яҡҡа ҡарашын ташланы. Мин Фредтың артынан сыҡмай, башымды эйеп ултырыуымды белдем.
– Үҙе ни уйлай һуң, Аҡмал? – Яҡыныраҡ килеп, һыныҡ икмәкте кеҫәһенән алып тағы танауға төрттө. – Икмәк ашағың киләме? Һин дә ҡояш, сәскәләр күрәһеңме?
Мин, ни әйтергә белмәй, оҙаҡ тынып торҙом да:
– Мин дә... ҡояш, сәскәләр күрәм... тик үҙебеҙҙең ауылдағы сәскәләрҙе, ала һыйырҙы, әсәйемде... – тинем. Үҙемдең илағым килде.
– Бирмәҫкә! Аҡмалға икмәк бирмәҫкә!
Минең йәнем көйөп китте. Баяғы төйөр тамаҡ төбөнә нығыраҡ килеп ҡыҫылды. Күҙҙән йәш килеп сыҡты
– Йәнекәй тауы башынан ҡалҡып килгән ҡояшты, үҙебеҙҙең ҡояшты күрәм, бында ҡояш һалҡын, шәм кеүек кенә яна... Беҙҙең ауыл ҡояшы йылыраҡ, – тип йәшелле-зәңгәрле тауыш менән аҡырҙым. Директор миңә текәлеп ҡарап торҙо. Ҡурҡып киттем, битемде усым менән ҡапланым. Черчилль тантана итте.
– Аңлашыла, һуҡыр, ну зәғиф, кешегә ҡояш та шәм кеүек күренә инде ул. Аптырайһы түгел.
Директор урынына барып ултырҙы ла, бысағын ҡулына алды, уның һабы башы менән өҫтәлгә туҡылдатып алды ла:
– Барығыҙ, эш менән булығыҙ. Бөгөнгә һөйләшеү тамам. Бер үтенес. Зинһар, һорауһыҙ-ниһеҙ шәм яндырмағыҙ, янғын сығарыуығыҙ ихтимал. Ғөмүмән, һеҙгә шәм кәрәкме ул?
– Ҡайсаҡ кәрәк. Яҡтылыҡ – ул маяҡ бит,– яһалма Сулаҡтан да көн эсендә аҡыллы, ысын һүҙ ишеттек.
– Ярай, шәм яндырмағыҙ, ут менән булмағыҙ, зинһар, балалар. Ут, яҡтылыҡ кәрәк икән, тәрбиәсегеҙҙән һорағыҙ. Зинһар. Эшкә! Хәмиҙә Маликовна, һеҙ ҡалығыҙ әле.
Ысынлапта, рөхсәтһеҙ-ниһеҙ шәм яндырыу ҡағиҙә буйынса иң ҡаты талап ине. Электр уты килеп еткән дә, тик ул йыш ҡына эшләмәй ине. Шуға элекке ғәҙәт буйынса күпселектә шәм ҡулланылды. Бер нисә урында торған шәм беҙгә түгел, тәрбиәсе, башҡа күҙле хеҙмәткәрҙәргә генә кәрәк ине. Ҡояш уты һүрелһә, ҡайһы бер эштәр шәм яҡтыһында эшләнә. Көндәр ҡыҫҡара барған һайын беҙҙе йоҡларға иртәрәк һалалар, киске аш та иртәрәк бирелә. Ләкин арабыҙҙа отбойҙан һуң шәм менән шаярыусыларҙа табыла торғайны. Күп түгел улар, ни бары Сулаҡ та тағы бер-ике малай. Шуға, шәм яндырмағыҙ, тип иҫкәртеүҙәре хатта ҡыҙыҡ та, сәйер ҙә. Фред ундай эш менән шөғөлләнмәне, уға кәрәк тә түгел ине, унан бигерәк, ут менән шаярыуҙың хәтәр икәнен ул былай ҙа аңлай ине. Тик атамандың кеҫәһендә һәр саҡ шырпы булды. Ул шаптырлап тауыш сығармаһын өсөн, ҡап эсенә мендәр мамығы тығып йөрөй ине. Миңә ут кәрәк ине, әлбиттә, тик мин дә ундай тәртипһеҙлеккә тартылманым. Мейес яғыусыларҙың йәшергән урынынан шырпы сәлдереүсе бер малайҙы табып, ҡайтарып та ебәрҙеләр. Ҡайһы бер егеттәр тәмәке менән шаяралар, буғай.
Беҙ сыҡҡас, директор тәрбиәсегә:
– Фредтың тәртибе бик тә оҡшамай миңә. Берәй сараһын күрергә кәрәк. Уның ҡаршылашыуы, тырманы арҡыры һөйрәүе башҡаларға ла күсеүе бар. Ныҡ ҡына итеп аҡылға ултыртырға кәрәк. Аҡмал да уның арбаһына ултырмаҡсы. Берәй язаһын уйлағыҙ. Икеһенә лә ныҡ ҡына эләгерҙәй булһын! – тип әйтәсәк. Хатта бойорасаҡ. Барыһында аҡылға ултырыртыр өсөн, ҡорбандар кәрәк икәнен Уинстон һәйбәт белә инде ул. Сығыр саҡта етәксеһенә юхаланып:
– Аңлашылды, иптәш директор. Ҡалған өс буханка икмәкте элеккесә өйөгеҙгә алып барайыҡмы, Ғәфүр Ҡәйүмович? – тигән буласаҡ. Тегенеһе:
– Беләһегеҙ бит, нимәһен һорап торорға! – тип һүгенәсәк. Ошо зәғиф, бар йәһәттәндә ҡыйырһытылған балаларҙың өлөшөнә инеп, уларҙың икмәген ашап, уларҙың эсе лә китмәй, намыҫына ла көс төшмәй. Әлеге тәрбиә менән улар беҙҙе икмәкһеҙ ҡалдырып ҡына ҡалмай, ә беҙҙең уйҙар, хистәр һәм аҡыл менән идара ла итәләр ине. Һәм, ысынлап та, Берия менән Черчиллдең "гипноз"ына барыбыҙ ҙа тиерлек эйәрә инек. Шулай уйлаһаҡ дөрөҫ тә, тик сәскәләр һәм прәниктар тураһында хыялланһаҡ, ҡурҡыныс көтмәй тигән фекер беҙҙә нығына барҙы. Беҙ күҙ менән генә түгел, күңел-зиһен менән дә һуҡырая бара инек.

3.

Мин директор бүлмәһенән икмәк урларға, дөрөҫөрәге беҙгә тигән ризыҡты алырға булдым. Юҡ, улай уҡ асыҡҡандан да түгел. Берҙән, Фредҡа ярағым килде, уның менән бүлешәсәкмен, икенсенән, Черчиллгә һәм Сулаҡҡа үс итеп эшләргә кәрәк. Берия иң тәүҙә уларҙан шикләнәсәк.
Отбой алдынан бер ун-ун биш минут тирәһе сыуалыш булып ала, кемдер йыуына, кемдер урынын әҙерләй, тәрбиәселәр ярҙам итешә. Еңелсә хаос барлыҡҡа килә, ҡыҫҡаһы, кемдең ҡайҙа йөрөгәне, ни ҡылғаны аныҡ ҡына аңлашылмай. Шул мәлде файҙаланырға булдым.
Коридорҙа бер кемдең дә юҡлығынныҡлап аңлағас, директор бүлмәһенә йүгереп барҙым. Ишеген ипләп кенә этеп ҡараным. Үҙем йөрәгемдең дөп-дөп типкәнен тоям, ҡулым менән этмәйенсә лә ишек асылып китер төҫлө. Һәм унан асыулы һәм шул уҡ ваҡытта яғымлы тауышлы директор килеп сығыр кеүек. Ишекте әҙ генә асып эскә баҡтым, ҡараңғы. Тимәк, буш. Бында артыҡ йыһаз да юҡ. Өҫтәле, ултырғысы. Артында затлы ике шкаф тора. (Улар ысынлап та затлы икәнен үҫкәс белдем, Аксаковтар имениеһынан ҡалған ҡомартҡы булып сыҡты ул). Мин тәүҙә өҫтәл тирәһен ҡараным. Бында икмәк юҡ ине. Беренсе шкафты асып күҙ һалдым. Унда директорҙың хәрби кейеме, костюмы эленеп тора ине, өҫтә китаптар бар. Икенсе шкафты асҡайным, ул буш булып сыҡты. Тик артҡы стенаһы нисектер ишекте хәтерләткәндәй тойолдо. Мин тағы өҫтәлгә килдем. Тегенең тартмаларын тартҡылай башланым. Беренсеһендә теге таныш бысаҡ ята. Затлы, ҡәһәрең, үҙе ауыр, үҙе үткер. Тотоп ҡарап торҙом да, яңынан урынына һалдым. Аҫҡы тартмала ҡатып бөткән өс һыныҡ икмәк килеп сыҡты. Ҡапҡайным, ҡатылығынан тештәр сыңлап китте. Ҡамасауламаҫ был сохари. Кеҫәгә тыға һалдым.
Коридор буш ине. Юл ыңғай туалетҡа индем. Ҡайҙа ҡуйырға был байлыҡты? Алдан уныһын уйламағанмын, шайтан алғыры. Йәнәһе, алып ҡайтам да йәшерәм. Һантый. Уның еҫе һуң. Йөрәк һаман ярһып тибә. Бар донъяны икмәк еҫе алған кеүек. Хәҙер барыһы ла белер ише. Тынымды тигеҙләп алдым, бик теләк булмаһа ла бәләкәй йомошомдо бушатып алдым. Шул саҡ күҙемә ишек башындағы арҡыры торған ике таҡтала ширлек ишараты салынды. Ул ширлек ғәҙәттә буш тора, ҡайсаҡ хлорлы һыулы банка йә кәрәкмәгән сепрәк-фәләнде шунда ҡуялар. Ишеккә йәбешеп етеҙ генә өҫкә үрмәләнем дә теге өс һыныҡты төпкә генә теҙеп ҡуйҙым. Күренерлек түгел. Еҫе генә һатмаһа, был һуҡырҙар ишетеүгә, еҫкә шәптәр әтеү.
Бер ни булмағандай башымды эйеп, ҡара сепрәгемде рәтләп ҡуйып, бүлмәгә ҡайтып, мөйөшөмә һыйыныуым булды, хатта ике минут та үтмәгәндер, Ғимай менән Черчилль килеп инде. Әлдә өлгөргәнмен дә. Ярһып, шаулап йөрөгәндәренә ҡарап, әллә былар арттан мине күҙәтеп, енәйәтемде белеп килделәрме, тип ҡурҡып киттем.
– Асет апайың ҡайҙа? Йоҡларға ваҡыт еткән, ә ул юҡ, – тине Хәмиҙә Маликовна.
– Белмәйем, – тим. Тауышым ҡалтыранып сыҡҡанын үҙем тойҙом, тик тегеләр иғтибар бирмәне.
– Фред та бында түгел! – тәрбиәсе бүлмәгә күҙ һалып алды. Күңелгә шом төштө. Сулаҡ тартып тигәндәй торғоҙҙо ла, арттан эйәр, тип бойорҙо. Бер ни аңламаһам да, Ғимайға йәбешеп арттан һөйрәлдем. Алдан тәрбиәсе атлай, ипләп кенә, һаҡ ҡына баҫа. Разведкаға барамы ни. Апайым менән бер-бер хәл булдымы икән – борсолам. Юл подвалға ыңғайлағас, ҡайҙа барабыҙ, тинем.
– Атаман апайыңды урлаған, шым ғына бар, т-сс, – тине алдан барыусы.
Алға китеп шуны әйтәйем, директорҙың Фредты "аҡылға ултыртыу" эшен Сулаҡ аша башҡарырға булғандар. Бик ябай ғына ине уларҙың әшәке уйы. Подвалда атаман бүлмәһендә шәм яҡтыртып Фред менән Асетте осраштырыу. Шул ғына. Нишләп Асетте? Моғайын, бер юлы мине лә, апайымды ла дөйөм тәртипкә бойһондорорға, тик "сәскәләр араһында йөрөтөү” уйы булғандыр.
Әле мин тегеләрҙең мәкерле уйҙарын белмәйем. Бар нәфрәтем Фредҡа. Оло серҙе һатмаҫмын, тип мине тотҡонға алып, апайымды әүрәтмәксе. Күрһәтәсәкмен үҙенә. Ул минең күргәнде белә – шул ғына әҙерәк ярһыуымды баҫа, дөрөҫөрәге, шул ҡурҡыта. Үҙемде тынысыраҡ тоторға тырышып, Сулаҡ артынан шым ғына һөйрәләм әлегә.

Мин ҡайһы бер хәлдәрҙе геройҙарым күҙлегенән дә, уларҙың һүҙҙәренән дә сығып та һөйләрмен. Тимәк, баяғы подвал. Шул дөм ҡараңғы һәм һаҫыҡ урында Фред бар донъя шауынан ҡасып ни эшләне икән? Ғәҙәт буйынса, таяғын туҡылдатмай, тауыш-тынһыҙ ғына, һунарға барған бесәй ише, төшә лә, һәрмәнеп тә тормай ишекте аса һәм алты аҙым үтеп яңылышмай ғына карауатына килеп ултыра. Уныһының пружинаһы юҡ, буйға өс таҡта һалынған, шул ҡатыға аяғын сәнсеп ултыра йә һуҙылып ята ла дөм ҡараңғылыҡҡа төбәлеп тынып ҡала. Үҙе әйтмешләй, тараҡан балаһының сығыр-сыҡмаҫ мыйығын һелкетеүенә тиклем ишетеп, оло Ер шарының майлы һәм утлы күсәрендә шәп тиҙлек менән әйләнеүенә тиклем һиҙеп-тойоп ултыра ул. Мин бөтәһен дә беләм, ни булырын да һиҙәм тигәненә ышанып та ҡуяһың ҡай саҡ.
Әле өҫтә Асет апайым шәм тотоп подвалға табан бер аҙым да атламаған, ә Фред урынынан һикереп торҙо ла уға табан бара башланы. Ишеккә етеп туҡтаны ла, бер аҙ торғас, кире урынына килеп ултырҙы. Ул шул саҡта Асетте кире лә бороп ебәрә ала ине, тик... Уның үҙ сәбәбе булған икән, мин уны һуңынан ғына аңлаясаҡмын.

Дөм ҡараңғы бүлмәгә янған шәм тотоп Асет апайым килеп инә. Уның килгәнен дә, шәм тотҡанын да белеп-аңлап ятҡан атаман һикереп тороп баҫҡан була һәм:
– Кем унда? – тип ҡалын тауыш менән етди итеп һорап ҡуя.
Апайым ҡурҡып ҡына:
– Мин. Асет, – тип яуаплаясаҡ.
– Ҡулыңда нимә? – Фредтың тауышы йомшара төшә.
– Шәм иреп яна.
– Шә-әм? Янып торған? Нимәгә ул?
– Белмәйем, Сулаҡ тоттороп ебәрҙе. Һин саҡырҙы, тигәйне.
– Шәм, тиһең... Мин бысаҡ тип торам әтеү. Нимәлер ялтыраған кеүек тойолдо, – атамандың быныһы былай ғына һөйләнеүе. "Ҡалай тауышы яғымлы, әсәйем бишек йыры һуҙамы ни! Юҡ, гонаһһыҙ сабый тауышы был. Күңелгә дауа," – шулай тип уйлаясаҡ Фред һәм ипле генә йылмаясаҡ.
– Шәмеңде өҫтәлгә ҡуяйыҡ, һин ҡайһы тирәлә, ҡыҙыҡай?
Асет ҡулын алға һуҙып:
– Мин бында. Бына өҫтәлгә еттем. Эйе, өҫтәл, буғай, – тип ышаныслы өндәшә.
Атаман, алға атлап, аңғармаҫтан, әллә, киреһенсә, белә-тора уның ҡулдарын тотоп ала.
– Бир шәмеңде.
Быны көтмәгән Асет тертләп китә. "Ой, миңә теймә, мин һинән ҡурҡам", – тип ситкә тайпылыу менән шәмде төшөрөп ебәрә. Тегенеһе сатыр-сотор барып төшә лә, ятҡан килеш яныуын дауам итә.
– Ой, шәм төшөп китте, – Асет тағы ла ҡурҡынысыраҡ тауыш менән иҙәнгә эйелә, шунан, ҡалҡынып, өҫтәлгә яңынан килә лә унан нимәлер эҙләй. Ҡулы сәйнүккә тейә. Фред ҡаушап ҡалмай, ул һәрмәнеп иҙәндән шәмде эҙләй башлай. Бер заман өҫтөнә, арҡаһына һыу һибелгәнен тойоп, аптырап китә. Күҙе күреп, өҫкә ҡараһа, әлбиттә, Асеттең сәйнүк тотоп тирә-яҡҡа һыу һипкәнен күрер ине. Ул аңланы, шәмде тапты ла, тотоп тынып ҡалды. Уға ҡыҙыҡ ине. Бер аҙҙан үҙе лә ҡалҡынды.
– Янған шәм ҡурҡыныс бит ул, ҡыҙыҡай. Ярай ҙа иҙән таш, итәгеңә йәбешһә, йә башҡаға... Ғөмүмән, нимәгә кәрәк булды әле был шәм? – Шәмде ипләп кенә өҫтәлгә ҡуйҙы.
– Нимәгә тип ней... Яҡтыһы булмаһа ла, йылыһы бар ҙаһа. Өҫтәлдәме? – ипләп кенә ҡул устарын утҡа яҡынайтты Асет. – Йылы.
– Уныһы шулай. Ә бында нишләйһең?
– Ғимай ебәрҙе, тим дә һуң.
– Нимә ти сулаҡ?
– Фред шәм һораны, ҡулына тотторорһоң, ти.
– Шым. – Фред ҡапыл Асеттең ҡулынан тартты.
– Ә мин һинән ҡурҡам... шикелле.
– Шым, туҡта, тим, аяҡ тауыштары... – Фред һағайып ҡалды. Шунан ҡулына шәмде ады, ныҡ итеп өрөп һүндерә һалды. Асет ҡапыл һалҡынлыҡ тойҙо.
– Нишләп шәмде һүндерҙең? Ҡараңғы бит. Ҡурҡам.
– Нимәгә кәрәк ул шәм. Уны Сулаҡ берәй хәйлә уйлап ебәргән. Шым, тим.
Асет, ҡараңғылыҡты атаман үҙенсә файҙаланыр, тип уйланымы, һаман сәбәләнде.
– Миңә яҡын килмә! Зинһар!
– Яҡын килмәйем. Зинһар, тауышланма. –Шыбырлап ҡына өндәште. – Мин һине бында саҡырманым, был подвох. Тын да алма, шым тор.
Фред ипләп кенә ишеккә табан атланы. Асет хәҙер башҡаса сәбәләнә башланы.
– Һин ҡайҙа киттең? Мин ҡурҡам, һин китһәң дә, тейһәң дә ҡурҡам. Китмә!

Дауамы бар.

Читайте нас: