– Сулаҡ? Тоғро яраның?– атамандың һөйләгәндәре мине аптырауға ғына түгел, хафаға һала. Ярай, уның һөйләгәндәре дөрөҫ тә булһын, ти, мин уныһына бик ғәжәпләнмәйем дә хатта. Шул хәлдәрҙе уның ауыҙынан ишетеүемә көйәм. Ул мине тикшерәме, әллә мине үҙенә яҡынайтып, “шестерка” эшләп алмаҡсымы – ана шул анлайышһыҙ һорау мине тағы ла нығыраҡ ҡурҡыта. Ә ул тыныс ҡына һөйләүен дауам итә, суҡынғыр.
– Эйе. Һин уның арҡаңа ҡасан бысаҡ килтереп ҡаҙарын белмәйһең. Уны Алла башҡалар ғибрәт алһын өсөн тыуҙырған, ул һатлыҡ йән дә була ала, тоғро дуҫ та, кәкре ҡайын да, ҡортло алма ла, һин дә, мин дә була ала. Хатта һуҡыр ҙа, күҙле лә.
Мин түҙмәнем:
– Ә быларҙың барыһын да ниңә миңә һөйләйһең әле? – тип аҡырып ебәрҙем. Фред-Кәрим тауыш күтәреүгә аптыраманы, тыныс ҡына:
– Асетте һаҡла. Директор уға ла йәбешә башлаясаҡ бына, – тине.
– Пошел! – мин нишләптер ярһыным.– Ә бына мин һинең әйткәндәргә ышанмайым. Һин үҙең көсһөҙ, шуға алдашаһың. Маугли түгел һин, уның бүреләре лә кеше кеүек, ә һинеке…
– Ҡыҙыҡ, шундай ҡот осҡос хәбәрҙәр менән нисек алдашмаҡ кәрәк? Бел! Бел, мин һәр кемдең тын алышын, ни уйлағанын беләм, башҡалар белмәгәнде лә беләм.
– Ну, шыттыраһың, әй! – мин көлөмһөрәгән булдым.Ә үҙемдең йөрәк дөп-дөп тибә башланы.
– Аҡмал, миңә ҡара әле. Ҡара, йөҙөмә ҡара. – Мин уның яғына нисек тә ҡарамаҫҡа тырышам. Тик нишләптер килеп сыҡмай. Шунан аптырап һаҡ ҡына уға бағам. – Мин һинең ҡарашыңды тоям. Тоям! Ниңә йәшерәһең ҡарашыңды? Бына бит... мин бөтәһен дә беләм. Һинең күҙҙәрең, һинең күҙҙәрең... күрә. Күрә! Шулай бит!
Ярһыуым тышҡа бәреп сыҡты, йүгереп килеп, Атаманды этеп ебәрҙем.
– Күрмәй. Һинеке лә күрмәй! Минеке лә күрмәй! Беҙ барыбыҙ ҙа һуҡыр. – Һәм ҡапыл үҙем дә һиҙмәҫтән аҡырып илап ебәрҙем. Аҡмал туҡылдап килеп мине тапты ла яныма ултырҙы. Шунан уң ҡулын елкәмә һалды. Мин унан ҡурҡманым да.
– Ҡорос ҡаҙаҡты әрәм итеп серек таҡтаға ҡаҡма, Аҡмал, ҡапҡаларың емерек. Илама ла. Беҙҙең күҙҙән барыбер йәш сыҡмай. Һуҡыр булып ҡыланма ла.
– Һыҡһаң, сыға ул, – тип иламһыраным.
– Әйттең һүҙ, һыҡһаң, ҡан да сыға ул. Тик ағыр йәштәр ағып бөткән инде. Йә, Аҡмал, өндәш, ниндәй елдәр ташланы бында? Апайымдан ҡалмайым, тип итәгенә йәбешеп килдеңме, маңҡа? – минең күҙ шар булды. Нисек ул барыһында белә һуң? – Нимә, тамаҡ һыйы өсөн, йылы бутҡа ашайым, тип ҡояшлы донъяңды ҡараңғылыҡҡа алмаштырырға булдыңмы?
Минең бында һис кенә лә килгем килмәне. Ысынлап. Һуҡырҙар араһына бигерәк тә. Донъя былай ҙа ҡараңғы. Әсәйем һуғыш бөткәс бөтөнләй аҡылдан шашты.Атайымды үлеп яратҡан. Ә ул хәбәрһеҙ юғалды. Хәҙер ҡайтыр, тип көттө. Төн уртаһында беҙҙе сығарып ҡапҡа астыра торғайны. Атайың ҡайтыр ҙа инә алмай торор, тип. Баҙға бикләп, аҙналар буйы ҡайтмай торғайны. Сынтимер ағай нишләргә белмәй ошо интернатты белешеп ҡайтты. Мине бер ай һуҡыр кеше булып атларға, тоторға өйрәтте. Асет апайыма ҡарайым да, күҙемде йомам да, атлайым. Аҙаҡ үҙем дә ышана башланым. Хатта күпселек күҙемде йомоп йөрөр инем. Был подвалға төшкәс, мин бер тапҡырҙа күҙемде асып ҡараманым. Яңаҡҡа тондорғанда ғына сараһыҙлыҡтан асылды ла мин йома һалдым. Мин хатта Сулаҡтың яңынан инеп ултырғанын да белмәнем дә, күрмәнем дә. Күҙле килеш үҙ теләгең менән һуҡыр булып йөрөүе икеләтә ҡыйын икәнен улар белмәйҙер әле. Сынтимер ағайҙың ай ярым буйы, һин һуҡыр, һин һуҡыр тип тылҡыуы, бына, мейемдә һаман сыңлап тора. Һин ҡасабала ҡалһаң, астан үләһең. Ә интернатта Асет апайыңды кем ҡарай, ул унда һине һағынып үләсәк, тине.
– Атай һуғышта ятып ҡалды, әсәй үлде. Шуға бында килдек, –тинем.Үткәндәремде кисереп алдым да:– Һин, атаман, бел: күҙленең дә, һуҡырҙың да бутҡа ашағыһы килгән саҡтары була, – тип өҫтәнем. Атаман ҡыҙарып, бүртеп баяғынанда яманыраҡ ҡыҙып китте.
– Етер! Белгәнеңде беләгемә элдем, ергә күмдем. Үҙеңә етмәгән аҡылды кешегә өйрәтмә. Тамаҡ хаҡы өсөн һуҡыр булып йөрөсө әле. Белгең килһә, һин беҙҙе, һуҡырҙарҙы, түбәнһетәһең. Беҙҙең дә ғорурлыҡ бар. Ниндәйҙер еңел тормош эҙләп, һуҡырҙар араһына килеп инсе әле. Маңҡа! Һин уйлағандан беҙ күпкә юғары. Юғал күҙемдән!
Мин ҡуҙғалманым. Баҫҡан урынымда ҡатып ҡалдым. Хәҙер нишләргә? Башҡалар белһә, ҡыуасаҡтар бит. Маңҡа тигәне оҡшамаһала, һалмаҡ ҡына һөйләп киттем. Уның мине һатмаҫын шул саҡта уҡ тойомланым, шулай ҙа һүҙ ҡатыуым, асыҡлыҡ индереүем урынлылыр тип уйланым.
–Ҡыҙма, атаман. Ҡыума, Фред. Юғалмайым да. Һинең тормошоңа ҡыҫылмайым, бутҡаңа ла үрелмәйем. Миңә апайым кәрәк. Ул минһеҙ нишләр? Эскән әсәй әҙ ҡаҡманы беҙҙе. Хәйләләшергә тормош өйрәтте.
– Етәр! Аҡланма!
– Һуҡыр сысҡандарым минең, урынығыҙ бында, тип үҙ әсәйең баҙға бикләп китеп, аҙналар буйы ҡайтмай эсеп йөрөһә, нисек һайрар инең икән, Фред? Аҙналар буйы ҡараңғы баҙҙа сей бәрәңге кимереп ултырып ҡара. Бәрәңгеһе булһа әле тағы. Ул ваҡытта белерһең, ой, майлы бутҡаның нисек тәмле булғанын.
– Етәр, тип әйттем түгелме! Етә-ә-әр!
– Ярай ҙа күрше Сынтимер ағай булды. Ул бында алып килеп урынлаштырҙы. Белгең килһә, ул һуғыштан герой булып ҡайтҡан.
– Етә-әр! Герой һиңә, һуҡыр булып килештер, тип әйтмәгәндер ҙә, маңҡа! – атамандың ошо һүҙҙәре айнытып ебәрҙе. Уның ысын егет икәненә ышандым. Хатта уға оҡшағым килде. Һуҡыр булһала, ниндәй ауырлыҡтар күрһә лә, Фред ысын ир ине, ун өс йәшлек ысын ир ине.
– Герой әйтмәне, яйлашырға, майлашырға тормош өйрәтте. Һин мине маңҡа тип төкөрмәй тор әле, мин Сулаҡ түгел. Һин донъяны тойһаң, мин елдең ҡайҙан иҫкәнен күрәм. Тәмле бутҡа ғына ашап донъяның тын алышын белеп булмай ул. Күрәм, һиңә лә әрем һурпаһы тәме ят түгел. Ят тү-үгел, – тип Атамандың яурынына ҡулымды һалып ултырҙым. Ул ҡулымды алып ташламаны. Кәүҙәһе суйын кеүек ҡаты ине. Ысынлап та, көслө, күрәһең. Уң яҡ ҡолағы төбөнән ирен осона тиклем "с" хәрефенә оҡшап һуҙылған яраһы уға нисектер ирҙәр төҫөн бирә. Һуңынан ул миңә был яра тарихында һөйләйәсәк.
Атаман менән танышыу бына шулайыраҡ булды. Ике яралы күңел бер-береһен тиҙ тапты. Ысынлап та, ул ваҡытта минең күҙҙәр күрә ине әле. Тик мин шартына килтереп йөрөй ҙә белгәнмендер. Фред, Асеттән башҡа берәү ҙә белмәне.
2.
Һуғыштан һуңғы аслыҡ йылдары бит. Бутҡа тигән булабыҙ ҙа ул, һәр һыныҡ икмәк ҡәҙерле. Тик ул икмәк беҙгә ниндәй юлдар менән ризыҡ булып ауыҙға килеп инә ине! Күңелде, тойғоно һатып... Ул саҡта, ҡасан да булһа бер саҡ туйғансы икмәк ашап булырмы икән, тип уйлай торғайным. Хәҙер өҫтәл тулы һый, буханка-буханка икмәк. Тик мин һаман да туйғансы әпәкәй ашағаным юҡ. Юҡ, ысынлап. Туйғансы ашаһам уның ҡәҙере китер төҫлө. Һәм бала саҡтағылай башҡаса уға табынмам кеүек. Ә минең уға бөгөн дә табынғым, бөгөн дә уға мохтаж булғым килә. Икмәккә һәм күңел йылыһына…
Көндәр артынан көндәр үтте. Ашау яғы бик наҡыҫ булһа ла, беҙ шул тормошобоҙға яйлап өйрәнә килдек. Ни генә тимә, үҙ мөйөшөң, ятам тиһәң урының бар. Асет апайым һәйбәт итеп уҡып китте. Мин ул Брайль системаһында өйрәнә алманым. Уҡыуым насар барҙы, һуңғараҡ уҡытыусылар ҙа ҡул һелтәне. Күпселек күҙемә ҡара сепрәк ҡапларға тырышам, бер туҡтауһыҙ йомоп йөрөп, башым әйләнә. Окулистар килһә, күҙемде аҡайтамда ятам. Теймәгеҙ, һыҙлай, хәҙер һытыла, тип аҡырам. Тегеләр,бигерәк Алевтина Макаровна минән ҡурҡа ине. Уның күҙе генә түгел, мейеһе лә һуҡырая бара шикелле, тип хәбәр тарата. Ә миңә шул кәрәк тә. Иң мөһиме – бында ҡалайым. Һуңғараҡ күҙ күрер.
Атамандың интернат тураһында ҡурҡыныс һүҙҙәрендә, эйе, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, дөрөҫлөк тә бар ине. Шуға мин Асет апайымдың яҙмышына һәр саҡ хәүеф менән ҡараным. Уны берәйһе рәнйетеп ҡуймаһын, ауыр һүҙ әйтмәһен, тип кенә торҙом. Директор менән яҡынданыраҡ танышҡас, был хәүеф тағы арта төштө. Уның уйнап торған күҙҙәре (бер-ике тапҡыр башымды ҡалҡытып, күҙемде асып ҡарап алған сағым булды), һөмһөҙ ҡарашы әллә ҡайҙан уҡ күренеп тора ине.
Уның аҙнаһына бер тапҡыр ҡот осҡос имтихан уйыны, үҙе әйтмешләй, тәрбиәнең яңы ысулы-тәжрибәһе үткәрелә торғайны.
Һәр шаршамбы төштән һуң уның бүлмәһенә йыйылабыҙ. Ашхана янындағы иркен кабинетына шулай тере сылбыр булып тотоношоп барабыҙ.
Директор йылмайып ҡаршы ала. Йоморо күҙлек кейә торғайны. Һуйып ҡаплаған Берия. Мавзолей трибунаһында Сталин янында тора гел, гәзиттән күрҙем, тип баяғы әрһеҙ Ғимай әйтте. Шунан ҡушамат тағылды ла китте. Беҙ уны Берия тип йөрөттөк үҙ-ара. Ул үҙ ҡушаматын белә лә ине шикелле. Фред уға ҡайсаҡ, Берия тип өндәшкеләп ҡуя ине. Ниндәй Берия булайым, тип ҡаршы әйткәнен иҫләмәйем. Мин дә уға бер мәл, һин – Берия, һин – палач, тип ҡысҡырҙым. Шул саҡ ул бик тертләгәйне. Ул турала һуңғараҡ һөйләрмен. Һәм шуныһы ныҡ иҫемдә: ҡулында бысаҡ уйнатҡылап, өҫтәл артында ултыра торғайны. Ялтырап торған был хәнйәрҙе башҡалар күрмәһәлә, бысаҡтың йөҙө ялтырап киткәндә күҙем уйнап китә лә, минең күҙле икәнемде белеп ҡалмаһалар ярар ине, тигән борсолоу баҫа күңелемде.
Һәм өҫтәлдә һүнгән бер нисә шәм тора ине. Мин уның янған сағын тик бер тапҡыр ғына күрҙем. Ике өҫтәл т хәрефен хәтерләтеп ҡуйылған. Артта ике шкаф. Был яҡ стенала Сталиндың портреты эленгән. Ул мыйыҡ аҫтынан йылмайып баҡҡан. Хәстәрлекле атабыҙ беҙҙең.
Беҙ, балалар, ингәс тә түңәрәк эшләп иҙәнгә теҙләнешеп ултырабыҙ. Дөрөҫөрәге, ултыртып сығалар. Устарыбыҙҙы бот араһына ҡыҫтырып тын ғына ултыра бирәбеҙ. Бер ни күрмәйбеҙ, тик иҫ киткес тәмле еҫ һиҙәбеҙ. Иҫерткес еҫ! Яңы бешкән икмәк еҫе. Ауыҙыбыҙҙан шайыҡтар аға. Тик беҙ ҡуҙғалмай ғына ултыра бирәбеҙ. Баяғы тәжрибә башланыр алдынан һушты алырҙай еҫ аңҡытып тәрбиәсе тәрилкәлә телем-телем икмәк алып инә лә беҙҙең түңәрәк уртаһына ҡуя. Атаман-Фред һәр саҡ ситтәрәк урын һайлай. Мин уның тирәһенә һыйынам. Сулаҡ , киреһенсә, директор тирәһендә урала.
Директор һүҙ башлар алдынан тамаҡ ҡыра, шунан бысаҡ һабы менән өҫтәлгә бер нисә тапҡыр туҡылдатып ала. Ә уның тауышы былай бик яғымлы, хәстәрлекле ул. Бөтөнләй уны күрмәгән кеше, тауышынан ғына фекерләһә, уны фәрештә ише күрергә мөмкин.
– Яңы көн тыуҙы. Тағы ҡояш сыҡты. Һеҙ уны күрәһегеҙме, балалар? – тип яғымлы итеп өндәшә, шунан үҙ-үҙенә: –Хөкүмәт елкәһен кимереүсе йолҡоштар, – тип өҫтәп ҡуя. Был һүҙҙәрен ул нисек кенә шым әйтһә лә, беҙ барыбер ишетәбеҙ. Мин тәүге мәл аңламайыраҡ ҡалғайным да, һуңынан Сулаҡ шулай тип беҙгә өндәшкәс, ана кемдән отҡан был әшәке һүҙҙе, тип уйлап алғайным.
Бер-нисә бала яуап биреүҙе урынлы тапты:
– Күрәбеҙ.
–Күрмәйбеҙ.
– Ҡояш сыҡты ламы ни? – быныһы Пашканың тауышы. Ул ҡояшты белә хәҙер.
Тыумыштан һуҡыр, шулай ҙа бер аҙ ишеткән, шуныһы ҡыҙыҡ – уға шыбырлап өндәшһәң, ул һәйбәтерәк ишетә, ишеткәнгә күрә бер аҙ һөйләшә, үҙ торошон аңлата алған әлегеминең койкалаш күршем Павелгә мин ҡояштың нисек булғанын аңлаттым. Тышҡа, һауа һуларға сыҡҡас, уның усын оҙаҡ ҡояшҡа ҡаратып ҡуйҙым. Шунан, нимә тояһың, тинем. Ул, йылы, тине. Мин һөйөндөм.Шунан тупраҡты еүешләп тәүҙә йомро икмәк эшләнем дә ағас сыбыҡтары тығып сыҡтым. Пашкаға тотторғайным, ул йомро буламы, тип һораны. Эйе, йомро, тип һөйөндөм. Ә бына был сыбыҡтары – нурҙар, улар ергә йылы һәм яҡтылыҡ килтерә, тинем. Ул аңланы ҡояшты, белде, тойҙо ҡояшты. Ә яҡтылыҡ нисек була, тип һорағайны, нисек яуап бирергә белмәнем.
Ә кисә ул бөтөнләй аптыратты:
– Мин ҡояштың тауышын ишетәм. Эйе, ишетәм. Бик серле тауышы.
– Нимә тауышына оҡшаған? – тип төпсөнәм.
– Бер нимәнекенә лә оҡшамаған, – тине лә ҡуйҙы.
Шуларҙы иҫләп ултырһам, атамандың ҡалын тауышы яңғыраны.
– Беҙҙең ҡояш күптән һүнгән инде. Уға сығып беҙҙең күңелде әүрәтәһе түгел.
– Ҡояш сыҡмай, ҡояш ҡалҡа. Сыҡты тиһәң, күҙеңде сығарам, тей ул, – тип мин дә ҡасандыр әсәйемдән ишеткән һүҙҙе ҡыҫтырған булам. Унан бигерәк, Фредтың директор менән бәхәскә инеп китеүенән ҡурҡып, шулай һөйләшеүгә һыу өҫтәйем. Сулаҡ һәр ваҡыттағыса үҙ репертуарында, берәй әшәке һүҙ әйтмәһә...
– Сығарырлыҡ күҙе булһа икән дә…
Директор Хәмиҙә Малиҡовнаға ҡарап, эйәген ҡалҡыта. Башлайыҡ йәнәһе. Йыуан Хәмиҙә, беҙ уны УинстонЧерчилль тип йөрөтәбеҙ. Уның йөҙө ысынлап та Англияның премьер-министрына оҡшаған, эйәк аҫтында тағы бер эйәк.Черчиллдең, Сталиндың, Рузвельттең фотоһын Сулаҡ күргән, был ҡушамат та уның этлеге. Беҙ ул Уинстондың, дөрөҫөрәге, кем икәнен дә белмәйбеҙ, аулаҡта Черчилль, Черчилль, тип тәрбиәсенән көләбеҙ, шунан кинәнес табабыҙ.
– Эйе, һеҙ, балалар, яҡты донъяны күреүҙән мәхрүм. Ләкин һеҙ бөйөк Ленин, бөйөк Сталин бабабыҙ төҙөгән бәхетле илдә йәшәйһегеҙ. Һуҡыр булһағыҙ ҙа, һеҙ барыбер бәхетле, – һәр йыйылышты ошо һүҙҙәре менән аса беҙҙең Уинстон. Һәм, әлбиттә, ошо урында директорыбыҙ Ғәфүр Ҡәйүмович уны бүлдерә лә барыбыҙ ҙа ятлап алған фразаны яңғырата:
– Улай тимәйек әле, Хәмиҙә. Аҡмал, Асет һәм башҡалар, белеп ҡуйығыҙ, беҙҙә һәр кем донъяны үҙенсә күрә. Тик үҙенсә! – ошо урында ул һәр ваҡыттағыса бысаҡ тотмаған һулаҡай ҡулының күрһәтеүсе бармағын мотлаҡ өҫкә күтәрә. – Шуға айына ике-өс тапҡыр бында йыйылабыҙ ҙа, күҙебеҙ нимә күрә шул турала һөйләйбеҙ. Әйтәйек, Ғимай бына нимә күрә икән?
Сулаҡ-Ғимай һикереп тора. Ауыҙынан шайыҡтарын ҡоя-ҡоя бер үк күренеште һөйләй башлай:
– Мин, минме? О-о! Прәниктәр, билле прәниктәр! Шунан һуң, иптәш директор, һеҙҙең менән... ну бер ат арбаһы прәниктәр инде.
Директор ихлас йылмайған була.
–Аңлашылды. Ғимай инде ул беҙҙең көн дә прәниктәр күрә... Донъяла күҙҙең яуын алыр башҡа тәмлекәстәр ҙә бар ҙа бит. –Директор урынан тороп, Сулаҡҡа һыныҡ икмәк һона. Тегеһе ҡәнәғәт килеш, ҡомһоҙланып ашай башлай. Барыбыҙ ҙа белеп бөткән, яҡшы, матур уйлылар ғына икмәккә лайыҡлы. Яман уйҙар, насар ниәтлеләргә интернатта урын юҡ. Шуға директорға бер кемдә ҡаршы бара алмай. – Мәҫәлән... әйҙә, Фред, һин әйт әле. Ниндәй уйҙар һиндә? Ниндәй тәмлекәстәр?
Атамандың ҡарашын тойғас та, яйлап ҡына ҡуҙғала биреп ҡуйғанынан уҡ, хәҙер баш етмәҫлек һүҙ әйтерен шәйләп алам. Мин дә ҡуҙғалғылап ҡуям.
Атаман: “Мин ни бер үк нәмә күрәм”, – тине лә туҡтап ҡалды.
Директор түҙемһеҙләнде. Был һөйләшеүҙә тик уныңса ғына килеп сыҡмаясағын тойҙо шикелле:
– Нимә күрәһең? Тағы ла ҡоҙғонмо? – тип һорай һалды.
– Эйе. Тағы ла ҡоҙғон. Юҡ, юҡ, ҡоҙғондарҙың үҙен түгел, ә уларҙың күҙҙәре булып күрәм. Бейектә осоп барам, ә аҫта, аҫта... – шул ваҡыт директор тәрилкәнән һыныҡ икмәкте алды ла, атаманға һөйләргә ирек бирмәй, уның танауы тапҡырына килтерҙе. Тик Фред уға иғтибар ҙа итмәне. Директор уға һаман әйтергә ирек бирмәне, уны бүлдереп, үҙенекен тылҡыны:
– Ә аҫта гүзәл донъя. Сәскәләр, шишмә-күлдәр, кешеләр, иген баҫыуҙары...
Атаман уға төбәлеп торғандай булды, шунан һүҙен дауам итте:
– Юҡ шул, ә аҫта емтектәр ята. Һарыҡ та емтек, кешеләр ҙә емтек. Эй, миңә – ҡоҙғонға ашарға күп.
Берия икмәкте кеҫәһенә һалды ла, кукиш күрһәтеп, уны Фредттың танауына терәне:
– Фредҡа икмәк юҡ бөгөн. Күңеле бысраҡтарға икмәк бирелмәй. Ә күҙ беҙҙең... Әйтеп бөт әле, Ғимай.
Сулаҡ-Ғимай тағы һикереп торҙо ла, ятлаған шиғырын һөйләгән кеүек , шартлатып яуап бирҙе:
– Ә күҙ – беҙҙең күңел торошо ул. Яҡты уйҙар булһа, һәйбәт нәмәләрҙе, ну, әйтәйек, прәниктәрҙе күрәбеҙ, күңелебеҙ насар булһа, емтектәрҙе шәйләйбеҙ.
Директор, дөрөҫ, минең школа, тип ҡуйған булды.
Тынлыҡты боҙа һалып Черчилль телгә килде:
– Ғәфүр Ҡәйүмович, ә башҡа һуҡыр... эйе, башҡа бынау гүзәл балалар нимә күрә икән? Уларҙан һорайыҡ әле.
– Эйе шул. Йә, Аҡмал, һөйлә.
Мин ҡапыл ҡаушап ҡалдым. Фредтан һуң алдашып торғом да килмәй. Икмәк еҫе, ауыҙҙа шайыҡтар бүлеп сығарып, мейегә барып етә. Иҫ киткес тәмле ошонда, директор бүлмәһендә, икмәк. Ошо осрашыу өсөн айырым бешерәләрме икән әллә? Әллә үҙ-үҙлегеңде юғалтып, алдап, күрмәгәнеңде һөйләп ашағанға тәмлеме? Юҡ, киреһенсә, тоҙло булырға тейеш тә.
– Дөрөҫөн әйтергәме? – тигән булдым.
Директор, тәрбиәсе икеһе һиҙмәҫтән бер юлы:
– Әлбиттә, дөрөҫөн, – тип әйтеп ебәрҙе.
– Беҙҙә ялғанға урын юҡ, – тип өҫтәне директор.
– Миңә бында бутҡа тәмле, урыным йылы. Ҡыҙҙар-малайҙар һәйбәт. Миңә ҡыяр тигән Ғимай ҙа, ҡоҙғондар күргән Фред та шәп малайҙар, – башымды эйгәндән эйә барам үҙем.
Директорҙың йөҙө яҡтырып китте.
– Һиңә бында оҡшай инде? Рәхәтме?
– Эйе.
– Аҡмалға ике һыныҡ икмәк бирәбеҙ бөгөн.
Ҡапыл ауыҙыма әсе тәм килде. Ҡапыл:
– Тик мин күҙҙе йомһам...
Тәрбиәсе төҙәтә һалды:
– Асһам тиң.
– Юҡ, мин йомһам, һәйбәтерәк күрәм. Мин күҙҙе йомһам, – артабан дауам иттем, – үҙебеҙҙең ала һыйырҙы, ул уртлаған йәшел үләнде, йылға буйҙарын, беҙҙе һағынып илаған әсәйемде күрәм.