Сынтимер ағайым, һуғыштың бар ауырлығын үҙ елкәһендә татығын күршебеҙ, сараһыҙлыҡтан беҙҙе ошо ҡала ситендәге ике ҡатлы иҫке бинала урынлашҡан интернатҡа килтереп ҡалдырҙы. Беҙҙе, тигәнем – дөм һуҡыр ун дүрт йәшлек Асет апайым менән ун ике йәшлек мине. Мин дә һуҡыр, күрмәйем, кәрәкмәгәнде бөтөнләй иғтибарға алмайым.
Карауаттар теҙелеп киткән һәм бер нисә ултырғыс, уртала бер өҫтәл булған казарма ише ҙур бүлмәлә беҙ ун һигеҙ малай-шалай йәшәйәсәкбеҙ. Ингән ерҙә оло мейес маһайып ултыра. Әлегә уны яҡмайҙар. Көндәр һыуытҡас, таң менән ҡарауылсы ҡарт килеп ут тоҡандырһа, шуның ялтыр-йолтор килгән яҡтылығында үҙеңде өйҙәге кеүек хис итеп ойоп ятыуҙары бер кинәнес тә, ләкин әлегә...
Апайым – ҡыҙҙар бүлмәһендә. Уның менән ашханаға барғанда ғына күрешәбеҙ. Мин уны еҫенән үк һиҙәм, унан һөт, бына яңы ғына һауылған һөт һәм дә тағы ла, нисек аңлатайым, шулай әйтергә яраһа, бойоҡ һәм күңелһеҙ еҫ килә, саңланып, оҙаҡ ятҡан ҡағыҙҙар, китаптар еҫе килә, мин шуға уны тиҙ үк таныйым да ҡулынан тоторға тырышам. Бында мине тәүҙә үк “туҡ-туҡ” килгән тауыш бик шомландырҙы. Һәр кем таяғы менән ҡаҡ иҙәнгә йә штукатуркаһы ҡойолорға торған стенаға туҡ-туҡ тейгән һайын мейемә тондорған кеүек тәьҫир итә. Йоҡлап китһәм дә һаман шул тауыш башымды туҡылдата, йөрәгемде дөпөлтәтә кеүек ине. Ә инде таныш түгел кешеләрҙең бармаҡ остары менән битте, ҡолаҡты, хатта күҙҙәрҙе, шунан ҡулдарҙы тотоп ҡарауы бигерәк һиҫкәндерә. Унан бигерәк, минең яратҡан Асет апайымды шулай тотоп тикшерә башлаһалар, йәнем көйә торғайны. Ул – минең апайым, теймәгеҙ, уны борсомағыҙ әле, тип ҡысҡырғым килә. Тик түҙәм, тыныс ҡына торам. Башҡалар баҡһаң беҙҙең менән шулай таныша, шулай тотҡолап, һәрмәп иҫтәрендә ҡалдыралар икән. Ул саҡта быны белмәнем.
Ә бөтөнләй тыумыштан күрмәгән һәм ишетмәгәндәрҙең хәле тағы ла аяныслыраҡ. Улар хатта көн менән төндө бутай, дөрөҫөрәге, улар өсөн яҡтылыҡ менән ҡараңғылыҡ төшөнсәһе бөтөнләй юҡ,тиерлек. Минең эргәлә ятҡан Пашка шундай ине. Миңә ул әҙерәк ишеткән кеүек тә тойола торғайны. Ҡай саҡ ул шундай хәбәр һалып ҡуя, мин тертләп китәм. Мәҫәлән, килеп бер нисә көн үткәс, ул, ағас үлә, тине. Тышта, беҙҙең йорт янындағы тирәк япраҡ ҡойғанын, тимәк, ул ишеткәнме, тойғанмы – хайран ҡалырлыҡ. Әйберҙәрҙе аңлаһын өсөн уға тәрбиәселәр ҡулға тотоп аңларлыҡ итеп эшләп, әүәләп тә күрһәтәләр. Йә балсыҡтан, йә ҡағыҙ-сепрәктән. Шуларҙы һәрмәп, ул аңлай, ипле генә йылмайып та ҡуя. Уның йылмайыуында оло бер сафлыҡ тоям мин. Тышҡа һауа һуларға сығырға булһаҡ, ағас ботағын тотторалар, һәм ул аңлай ҙа кейенергә тотона. Ҡалаҡ һуҙһаҡ – ашарға, мендәренә ҡағылдырһаҡ, йоҡларға икәнен аңлай. Ул нисектер үҙ тормошонан ҡәнәғәт, һис тә һыҙланмай, тыныс ҡына көнөн, төнөн үткәрә. Һуҡырҙарға бүлмә, интернат, йәғни пространство эсендә генә түгел, ваҡыт хакимлығындала йәшәй, аңлай алһын өсөн бүлмә башындағы тумбочкалағы йәшниккә иғтибар бирергә кәрәк. Әйтәйек, унда тимер шар, йә торба ятһа, тимәк, дүшәмбе, аҙна башы. Ағастан берәй шаҡмаҡ һалынһа, шаршамбы тирәһе. Иң рәхәте, иң наҙлыһы мамыҡтан бәйләнгән бейәләй, ул ял йә байрам көндәрен белдерә.
Тәртип бик ҡаты ҡуйылған. Тәрбиәселәрҙең рөхсәтенән тыш бүлмәнән сығыу түгел, форточка ла асырға ярамай. Коридор осондағы ашханаға барғанда бер-беребеҙгә тотоношоп ҡына йөрөргә тейешбеҙ. Йәғни бер бүлмәнән ҡулға-ҡул тотоношоп сығабыҙ, беҙгә икенселәр тағыла, шулай утыҙҙан ашыу һуҡырҙарҙан торған тере сылбыр барлыҡҡа килә. Мин шул саҡта Асеттың ҡулын эҙләйем, нисек тә уның янында булырға тырышам. Бер шулай малайҙар сылбырынан ысҡынып апайымдың ҡулын эҙләргә тотонғайным, өлкән тәрбиәсе Хәмиҙә Маликовна, һарыҡ, ҡайҙа арҡыры китеп бараһың, тип әсе итеп ҡысҡырҙы ла, башыма таяҡ менән килтереп һуҡты. Ауыртыуҙан хатта сүкәйә төштөм. Минең ыңғырашыуымды аңғарып яныма апайым эйелгәйне, уға таяҡ менән һуҡмаһа ла, ҡулынан ҡапыл тартып, башҡалар янына алып барып ҡуйғас, Асет апайым ныҡ ҡурҡты,мин уның тын алышынан тойҙом. Ул хатта тын ала алмай ҙа торҙо шикелле. Һуңынан тын алышында әсе һыҙғырыу ишетелде. Әсәйем туҡмағанда ла ул шулай ҡурҡа ине. Ҡурҡҡанда тыны ҡыҫыла торғайны.
Һуҡырҙар донъяһы булһынмы, иҫәрҙәр йортомо йә аҡыллылар илеме, ҡайҙа ла өйөр менән көслөләр идара итә. Бында килеп урынлашыуҙың икенсе аҙнаһында үк мин быға төшөндөм.
Карауатымда тыныс ҡына интернат тормошон тыңлап, аңдып ултырғанымда кемдер яныма килеп баҫҡанын тойҙом.
– Тор , минең арттан атла, Атаман саҡыра, –тигән тауышынан Сулаҡ Ғимайҙы таныным. Ул осло танаулы, бер күҙен ҡара сепрәк менән ҡаплап йөрөгән ысынлап та сулаҡ, әрпеш бер малай. Үҙе һонтор, минән ике башҡа оҙон. Атамандың ялсыһы. Ул ҡулдан тотманы, ә таяғы осона тотондорҙо. – Аяҡ аҫтыңды ҡарап атла, – тип иҫкәртергә лә онотманы. Коридорға сыҡҡас, Асет апайымдың беҙҙе көтөп торғанын уның тын алышынан тойҙом. Күрәһең, уны ла сығарған Сулаҡ.
– Тотон малайға, – тине лә беҙҙе подвалға алып төшөп китте.
Бында еүеш һауа танауға килеп бәрелде. Йыһаз юҡ тиерлек шикелле. Шулай ҙа өҫтәл янына алып килде теге әрпеш. Моронло сәйнүк булды шикелле, шуны күтәреп ғолт-ғолт килеп һыу эсте лә, алып төштөм, атаман, тип хәбәр һалды. Пружиналы иҫке тимер карауат шығырлап маташты ( тимәк ,уға таҡта һалынған, тип уйлап алам), кемдер торҙомо, әллә, киреһенсә, яттымы – асыҡ аңлашылып етмәне. Баҙлауыҡлы ғына яҡтылыҡ бар ине, тимәк, шәм янған, эйе, кәрәсин еҫе лә һиҙелгәндәй ине шул.
– Аяҡ тауыштары хәбәр итте. Аңланым. Сулаҡ, һин нимә күрәһең – төшөндөр, – тине ҡарлыҡҡан тауыш. Сулаҡтың сепрәк ҡапламаған һул яҡ күҙе әҙерәк күрә ине. Ә уң яҡтағыһы төптән үк юҡ, хәҙер уныһын тире үреп ҡаплаған да шикелле. Әйтеүҙәренсә, ағаһы, хәҙер мәрхүмме икән, баҙарҙа ҡустыһының уң күҙен кәрттә отторған. Бысаҡ менән соҡоп алғанда һулаҡайы ла зыян күргән, шуға насар күрә, тиҙәр. Бәлки, дөрөҫ тә хәбәр түгелдер. Сулаҡ үҙе бик алдаҡсы заттан, юҡ, алдаҡсы түгел, ә хыялға байҙар сафынан, шуға шыттырып та ебәрәлер. Ағаһынан һорар инең, штрафбатта маңлайына пуля сәпәгәндәр, ти. Мин былар тураһында һуңынан ғына беләсәкмен. Ошо подвалда атамандың йәшерен апартаменты булыуы ла әле миңә яңылыҡ. Отбойҙан һуң, йә буш ваҡыт булыу менән уның һәм Сулаҡтың ҡапыл ғына юҡҡа сығыу ғәҙәте бар ине шул. Ә беҙ, тыңлаусан халыҡ, тәрбиәселәр рөхсәтенән тыш бер аҙым ситкә сыҡмайбыҙ. Тимәк, теге икәү бында аулаҡ оя тапҡан. Һуғыш осоронда был ҡыҫыҡ бүлмәлә йәшелсә-емеш һаҡланғанмы, тоҙло балыҡмы – “татлы” еҫ бар стена-иҙәндәргә һеңгәндер, килеп ингәс тә уҡшытырлыҡ тәмдән баш әйләнеп китә.
– Бер помидор ҙа бер ҡыяр, – әле шулай тип яуапланы ул, өҫтәлгә таянып.
Атаман яуаптан ҡәнәғәт булманы, әллә беҙҙе өркөтөргә булдымы, ҡапыл әсе итеп ҡысҡырып ебәрҙе:” Уныһын мин үҙем дә беләм! – Шунан тынысланып. – Помидорын тотҡолап ҡара, серек түгелме?”
– Серек булырға, өлгөрмәгән дә әле, – Сулаҡ йәмһеҙ итеп хихылдаған булды.
– Ә ҡыяры?
– Бармаҡ ҡалынлыҡ.
Атаман өҫтәл янына яҡынлашты, икебеҙҙең дә битте, ҡулды тотоп ҡараны. Асеттең тын алышы йышайҙы, шулай ҙа ул ҡаршылашмай ғына торҙо. Күрәһең, атаман ҡулын улай уҡ йүгәнһеҙ тотмағандыр. Минең битте һыйпап, күҙгә бармаҡтарын батыра башлағас, түҙмәй тегенең ҡулдарын алып ташланым. Был оҙаҡ минең алда баҫып торҙо, күрәһең, үҙенең һуҡыр ҡарашы менән минең күҙгә ҡарап нимәлер табырға тырышты. Минең күҙҙәремә ауыр булып китте, хатта улар һыҙларға тотондо. Һытылып китәме күҙ шарҙарым, тип башымды һелкеп алдым хатта. Атаман телгә килде:
– Ҡыяр тигәнең боросҡа оҡшаған түгелме?
– Юҡ, тоҙо ла, әсеһе лә юҡ. Бар икән, иләктән һарҡытырбыҙ, – Сулаҡ һәр ваҡыттағыса ярамһаҡланды. Атаман тағы апайым эргәһенә килде.
– Исемең нисек?
– Асет, – апайым нисектер үҙен тыныс тотто, яуабы ла шуға асыҡ ишетелде. Мин хатта аптырап киттем. Ғәҙәттә, бындай хәлдәрҙә уның тыны ҡыҫылып, ул телһеҙ ҡала торған. Атаман көлөмһөрәне:
– Нисе-ек? Ас эт. Нимә, һөйәк ырғытмайҙармы ни?– Сулаҡ аҡырып көлөп ебәрҙе. Мин түҙмәнем:
– Унда һинең ни эшең бар? – тинем ыҫылдап. Ә апайым тыныс ҡына:
– Эйе. Ырғытмайҙар. Бында һәйбәт ашаталар, тигәйнеләр... – тип ҡуйҙы. Ә ысынында апайым минең бик сибәр. Тулҡынланып киткән ҡара сәстәре ап-аҡ йөҙөнә килешле генә. Йәтеш танауы йылмайырға әҙер генә торған ирененә бер биҙәк. Тик ул ябыҡ һәм күҙҙәре йәмһеҙ, икеһе ике яҡҡа ҡарап торған төҫлө, һәм береһендә йәш бөртөгөндәй йәшел бер тап бар.
– Сулаҡ, тот әле. – Ҡапыл Сулаҡ ҡулдарымды шаҡарып арттан тотоп алды ла, алға эйҙерә биреп, атаман алдына килтерҙе. – Был ҡотороҡто нисек атарға? Исемең нисек?
Сулаҡтан ысҡынырға маташтым, тик уның оҙон нәҙек бармаҡтары ҡулдарыма ныҡ "ҡаҙалғайны". Шулай ҙа:
–Ә һин кем әле, минән һорау алырға? – тип аҡырҙым. Йәнем ныҡ көйә башлағайны. Бер аҙ тынлыҡ урынлашты. Атаман яңынан карауатҡа барып ултырҙымы, таҡталарҙың шығырлаған тауышы ишетелде.
– Танышты-ыҡ, – тип һуҙҙы үҙе. – Сулаҡ, помидорҙы илтеп ҡуй, ә ҡыяр ҡалһын, танытайым кем икәнде.
Сулаҡ мине ебәрҙе лә тағы өҫтәлгә таянды булыр:
– Ҡалһын бында. Уға барыбер, күрмәй бит, – тине.
– Сығар, тиҙәр. Һыҙланыу күҙҙәр аша ғына килмәй... Йөрәк, кү-ңел, мейе аша ла килә. Күпме тылҡырға була, ә?
Сулаҡ апайымды етәкләп сығара башланы. Асет бер аҙ ҡарышып маташты. Мин дә уның ҡулына барып йәбештем. Сулаҡ мине тартып алды ла өҫтәл яғына табан ныҡ итеп этеп ебәрҙе. Уның янында ауыр ағас ултырғыс торған икән, мин уға атланып тәкмәсләп барып төштөм. Сулаҡ апайымды һөйрәп тигәндәй алып сыҡты ла бер нисә минуттан яңынан килде.
– Сулаҡ, хәҙер һинең кәрәгең юҡ. Сыҡ.
– Нисек, атаман?
– Кәрәгең бөттө, и все.
– Мин әҙерәк булһа ла күрәм бит әле. Кәрәгем тейәсәк... тик аҙаҡ үкенмә.
– Һин ҡурҡаҡ. Күҙле ҡурҡаҡтар кәрәкмәй миңә. Улар икеләтә ҡурҡыныс. Мин бына алмашты үҙемә серек ҡыярҙан әҙерләргә булдым. – Атамандың яғамдан ялмап тотоп алғанын һиҙмәй ҙә ҡалдым. Уң ҡулы менән яңағыма тондорғайны башым әйләнеп быуынһыҙ ҡалдым. Битте ҡаплап сүкәйә төштөм, тик атамандың ҡулы ҡаты ине, ул яңынан аяҡҡа баҫтырҙы ла, эсемә һуҡты. Мин бөтөнләй ҡаушап төштөм. Үҙе мине ҡулынан ебәрмәй,һөйләнеүен белде. –Тик әле ул минең кем икәнде белмәй. Белмә-әй. – Шунан Сулаҡҡа ҡысҡырып ебәрҙе. – Сыҡ, тиҙәр. Хәҙер һиңә лә тамыҙам.
Ишек асып ябылған тауыш ишетелде. Сулаҡ та китте. Хәҙер яңғыҙымды үлтерәсәк бит был, тип дер ҡалтырап торам. Шул ваҡыт мин Атамандың һиҙгерлегенә аптыраным. Ул мине ысҡындырҙы ла бөтөнләй сәйер тауыш менән һүҙ башланы.
– Һин әле мине белмәйһең. Мин һинең Аллаң, белдеңме? – Мин уның яйлап ҡына ситкә, ишек яғына табан атлағанын шәйләгәндәй булдым. Яғаларымды рәтләп, бер аҙ тын алдым, ә ул шомло тауышы менән һөйләнеүен белде.– Мин донъяла нимә барғанын, нисек барғанын, ҡайҙа барғанын белеп, тойоп торам. Мине алдап булмай. Мин – Алла.
– Һин Алла менән бик шаярма әле, – тигән булдым, танауымды тартып.
Ул мине ишетмәне лә, әллә ишетмәмешкә һалышты.
– Мин ете ҡат ер аҫтындағы йылан көйшәгәнендә ишетәм. Ана, күрәһеңме, ана тояһыңмы, ишек ярығынан бер тараҡан сығып килә. Ышаныслы баҫып килә, хатта маһая биреп килә. Ишетәһеңме, ул нимә, ти. Ой, мин яратҡан хәшәрәттәр, ой, мин үҙ иткән бысраҡтар бар был бүлмәлә, тей. Ана, ана мыйығын уйната, – ул ишеккә яҡыныраҡ килде шикелле, тартып ҡараны. Шунан минең яҡҡа боролоп.
–Һинең исемең нисек әле, ҡыяр? – тине.
– Мин ҡыяр түгел.
– Һин – ҡыяр. Тик һин хәшәрәт түгел. Мин – Алла. Кем бында сволочь? – ҡапыл кемгәлер ныҡ итеп типкән тауыш ишетелде. Уңарса булмай, Сулаҡтың, “за что”, тип ыңғырашҡаны ишетелде.
–Мине алдап булмай, Сулаҡ, сыҡ, тинем түгелме ни?
Ҡара, ысынлап та, яуыз, бая сыҡҡан булып яңынан ингән Ғимай. Ысынлап та ышанысһыҙ икән. Уның бында икәнен нисек шәйләгән атаман. Хатта күҙһеҙ килеш ҡайҙа сүкәйеп ултырыуына тиклем тойған бит әле.
– Ни өсөн, атаман? – Сулаҡ иламһыраны.
– Тоғро хеҙмәт өсөн. Сыҡ, тигәс, сыҡ. – Сулаҡ сығып китте. Хатта ишектең теге яғында әсе итеп һүгенгәне ишетелде.
Атаман карауатҡа барып ултырҙы.
– Ултыр янға, ҡыяр.
– Һуңғы тапҡыр ҡабатлайым, мин ҡыяр түгел.
– Ә кем?
– Аҡмал.
– Шәп исем. – Тамаҡ ҡырып алды атаман. – Һин минән ҡурҡма, мин Аллаһ түгел. Сталин да түгел.
– Мин ҡурҡмайым.
– Кемдән?
– Нисек кемдән, һинән.
– Ә Алланан? Ә Сталин бабайҙан. Ҡурҡаһыңмы?
– Белмәйем, – тинем. Ысынлап та, белмәй инем. Беҙҙең өйҙә Аллаһ тураһында һөйләгәндәре лә булманы, ә Сталинды, киреһенсә, бөтәһе лә маҡтай, атай урынына күрә. Шуға унан нимә тип ҡурҡырға. Ә атамандың үҙенән әҙерәк шөрләй инем, шикелле.
– Ҡурҡырға кәрәк. Ҡурҡаһың икән, тимәк, һанлайһың, уважаешь. Аллаһ уға лайыҡ. Сталин да. Ул – беҙҙең атабыҙ.
Атамандың һүҙ бутҡаһы мине ялҡытып та китте, унан бигерәк, уның һөйләү стиле, нисектер баҫым яһап, төрттөрөп һөйләүе теңкәмә тейә башлағайны. “Мин киттем”, – тип ҡуҙғала башланым.
Атаман тағы ла ярһып китте.
– Тороп тор. Һин нишләп донъяны алдап йөрөйһөң? Бар донъяны. – Мин терт итеп ҡалдым. Уның ҡулына нимәлер алып, сырт иттергән тауышын ишеттем.– Минең ҡулда нимә, әйт әле?
– Белмәйем. Мин күрмәйем. – Ҡапыл тауышымдың үҙгәреп киткәнен үҙем дә тойҙом. Шулай ҙа тиҙ үк ҡаршы әйтергә көс таптым. – Нимә башымды ҡатыраһың, мин барыбер һинән ҡурҡмайым.
– Минең ҡулда нимә, әйт, тим. Һуңғы тапҡыр ҡабатлайым, нимә? –Атаман ныҡышты, миңә табан килә башланы.
– Белмәйем, тим!
– Ә ишетәһеңме, сырт иткәнен ишетәһеңме?
– Ишеттем. Зажигалка инде, утҡабыҙғыс, шунан?– аптырап шулай тип яуаплайым.
– Трофей ул. Һуғыштан ҡайтҡан байлыҡ. Ә мин уның янғанын ишетәм. Ялҡындың һөйләшкәнен ишетәм. Ул ут нимә тип яна, беләһеңме? Ул ошо бүлмәләге алдаҡ һауаны ашап бөтәм хәҙер, тей. Һин дә тыңла әле. Уның да теле, күҙе бар. Тыңлайһыңмы? Ут тик хаҡлыҡты һөйләй, ниңә бар донъяны алдайһың һин, Аҡма-ал, ти ут.
– Улай тимәне ул.
– Ә нимә тей?
– Минең ҡояш булғым килә, тей. – Был яуабымды көтмәне шикелле ул. Бер ни әйтә алмай туҡтап ҡалды. Аптырағас: "Ҡояш? Ҡыҙыҡ",– тигән булды. Бүлмәне тағы тынлыҡ баҫты. Шунан Аҡмал тағы карауаты янына барҙы ла таяғын тотоп алды. Туҡ-туҡ килеп өҫтәл янына яҡынлашты. Мине лә үҙе янына саҡырҙы, ҡурҡма, тине.
– Аҡмал, нимә тип килдең был интернатҡа? Һинең урының башҡа ерҙә, – тине. Мин нимә тип яуап бирергә белмәй тора биргәс:
– Һуҡыр булғанға, – тигән булдым.
– Алдама. Һуҡырҙар икмәге эсеңә теймәҫме икән? – мин ысынлап та унан ҡурҡа башланым. Ул мин һәм Асет апайым ғына белгән серҙе хәҙер асыр ҙа, бөтөнләй мине ыштанһыҙ ҡалдырасаҡ, тип уйланым һәм тағы ла, был юлы ҡәтғи рәүештә:
– Мин киттем, – тинем.
Атаман көлөмһөрәгән булды.
– Бәҙрәфкәме ни? Туҡта. Нишләп минең исемде һорамайһың.
– Нимәгә кәрәк ул. Тарзан, йә Мауглиҙыр.
– Дөрөҫ уйлайһың, молодчина. Фред мин. Эт исеме ул. Атайым шулай ҡушҡан. Һуғыштан бер мәрйәне алып ҡайтты ла, мин артыҡ булып киттем. Ҡайһы берҙә хатта Фриц тип ебәрә ине әле. – Хәбәренә ышанмаһам да, шулай ҙа уны бер аҙ йәлләп ҡуйҙым. Унан бигерәк, был хайуандың да атаһы булған, шәхси тормош менән йәшәгән дә икән, тип аптырандым.
– Нишләп фриц?
– Насарлыҡтар ҡылһам. Эт урынына күргәнгә. Ә мулла ҡушҡан исемем Кәрим. Һуҡырлыҡ тыумыштан уҡ килмәй. Яҡты донъяны мин дә күрҙем. Һинең һымаҡ. – Мин тағы һағайҙым. Мин үҙем тураһында бер ниҙә әйтмәнем дә. Бәлки мин тыумыштан һуҡырҙыр.– Яҙын ағыулы башаҡ ашап ҡына һуҡырайҙым. Дөрөҫөрәге, үлемдән ҡалғанмын. Шул йылды әсәй ҙә үлде… Миндәй йөк атайға кәрәкмәй ине, бында алып килеп ташланы.
Тағы бүлмәлә тынлыҡ урынлашты. Минең дә яҙмыш шул сама ла бит. Тик ул турала был яуыз әҙәм менән бөтөнләй һөйләшкем килмәй. Улай ғына түгел, уның менән бер бүлмәлә тороу минең өсөн оло яза.
–Ә мин ысынлап Маугли бит ул. Бүреләр араһында йәшәйем. Һин дә күрерһең. Тормошта, был донъяла беҙҙе бүреләр уратып алған. Уны күрер өсөн маңлай күҙе кәрәкмәй. Тәрбиәсе Хәмиҙә Маликовна көн һайын беҙгә тигән майҙы, икмәкте урлай. Бахырҡайҙарым, тип баштан һыйпаған була. Үҙе комсомолка. Булған.
– Әйттең хәбәр, беҙҙә ярты ауыл комсомол, – тинем. Уға ҡаршы һүҙ әйтеп, нисек тә туҡтатҡым килә.
– Ул утыҙ һигеҙҙә атаһынан баш тартҡан комсомолка. Халыҡ дошманы тип. Ундайҙар бармы?
– Белмәйем.
– Ә директор бөтөнләй хәшәрәт. Эшкә беҙҙе кәмһетер өсөн генә килә. Һылыу Гәүһәрҙе бөтөнләй мәсхәрәләй. Күрерһең. Бөтәһе лә быны белә, тик бер кем дә өндәшмәй. Атайың һуғышта булғанмы?