Бөтә яңылыҡтар

Алда ғүмер бар әле. Дауамы. Миләүшә Ҡаһарманова

Ток һуҡҡандай тәьҫир итте был һүҙҙәр егеткә, ул һеләүһен етеҙлегендә ситкә ырғыны. Уңайһыҙ тынлыҡ урынлашты. Бер аҙҙан ҡатын телгә килде:

– Булат, әйҙә, ошо тәңгәлдә матур ғына итеп айырылышайыҡ. Минең - һиңә, һинең миңә үпкәң ҡалмаһын. Әгәр ҙә икенсе ваҡытта, башҡараҡ хәлдәрҙә осрашҡан булһаҡ, моғайын, башкөллө ғашиҡ та булыр инем. Һинең яҡшы кеше икәнлегеңде күрәм. Әммә… үҙең беләһең, тигәндәй…
– Нимә беләм? Бер нәмә лә! Һин бит минең менән һөйләшмәйһең, ҡасаһың минән, ҡурҡаһың.
– Аралашҡым килмәй, ышан. Ғәйеп һиндә түгел.
– Сафия, хәлеңде аңлайым…
– Нимә аңлайһың һин? – Ҡатын һарҡып сығып, сикәләренән йүгерә башлаған йәштәренән оялыуын асыу менән баҫып маташты, әллә тулышып һыҙлаған күңеле урғып түгелеп киттеме. – Минең кеүек берәүгә лә кәрәкмәгән бала булып үҫтеңме? Оятһыҙлыҡтан ҡасып-боҫоп йәшәнеңме? Мыҫҡыл ителдеңме? Түбәнһетелеү кисерҙеңме? Балаң… сабыйың үлдеме…
Башҡаса булдыра алманы Булат, ҡысҡырыуҙары үкһеүгә әүерелгән ҡатынды һаҡ, әммә ҡаршылашмаҫлыҡ итеп ҡосаҡлап алды.
– Тыныслан, Сафия, тыныслан, матурым, мин һине бынан ары берәүҙән дә рәнйеттермәм. Тыныслан…
Уның һайын ярһыны, уның һайын буҫлыҡты ҡатын. Егеттең күлдәк түше лыс һыу булды. Берәүҙең дә былай оҙаҡ итеп илағанын күргәне булмаған Булат, әле килеп күҙ йәштәренең йән әрнеүен йыуып төшөрә ала торған көс икәнлеген аңлап, ҡосағын ҡыҫа ғына төштө.
Ахыры шымып ҡалды ҡатын. Бер аҙ торғас, тынысланғандай булып, үҙен ҡоршаған көслө беләктәрҙән ысҡынды. Ысҡынды ла карауатына барып ултырҙы һәм «бына инде, ошолай килеп сыҡты» тигән ҡиәфәттә егеткә күтәрелеп ҡараны. Ошоно ғына көткән Булат уның алдына килеп сүгәләне, кескәй ҡулдарын устарына алды. Ҡатын ҡарышманы.
– Сафия, һөйләшеп алырға кәрәк.
– Һөйләштек бит инде, тағы ни…
– Бик етди проблема бар. Һин бүлдермәй генә тыңла, тик ҡурҡма, йәме, тыңлап бөт тә, уйлашырбыҙ.
Ҡатындың ебеп киткән танауын мыршылдатып, үҙәген тарта-тарта ризалығын белдереп баш һелкеүе бөтөнләй балаларса килеп сыҡты. Был күренештән Булаттың уны тағы ла ҡосағына алғыһы, иркәләгеһе килде. Тик булмай, улай ярамай. Ул хәҙер ҡабалана-ҡабалана ишеткән-күргәндәрен һөйләп бирҙе. Аҙаҡ үҙенең уйҙарын да әйтте. Ә тегенеһе, гүйә, бер ни аңламаған кеүек текәлеп тик ултырыуын белде.
– Сафия, һин мине тыңланыңмы шул? Сафия…
– Булат? – Ҡатын уға ышанмай ине.
– Ышынмаһаң ышанма, Сафия, әммә мин һине былай ғына берәүгә лә тоттороп ебәрә алмайым.
Арығансы бәхәсләште был кисте ике йәш кеше, тик Сафия бындай хәлдең булыу мөмкинлеген ишетергә лә теләмәне. Ул бит бөтөн донъяла берҙән-бер һыйыныр урын тапҡан, уны ауыр хәлендә ошонда ғына ҡабул иткәндәр, кешесә мөнәсәбәт күрһәткәндәр. Шундай упҡындан тартып сығарып йән өргәндән һуң ниңә уны үлтерергә теләһендәр, ти. Ниндәй ағза? Ниндәй донор? Ул ниндәй донъяла булмаған, ҡолаҡ ишетмәгән хәбәр?!

***
Булатты көскә тынысландырып, һаҡ булырға, бөтә яңылыҡтарҙы ла уға белдереп, аңғартып ҡына йөрөргә вәғәҙә итеп, саҡ сығарып ебәргәс, Сафия урын йәйеп ятһа ла, йоҡлап китә алманы. Беренсенән, уны егеттең һөйләгәндәре хайран итһә, икенсенән, көндән-көн эҫенә, яҡынлаша барған мөнәсәбәттәре борсоно. Ул үҙенә ундай хис-тойғолар рөхсәт итә алмай. Хистәр һиҙерлек, хисләнеп йөрөрлөк наҙ ҡалғанмы һуң күңелендә? Барыһы ла тапалып, бысранып, көйөп-янып бөткән бит. «Һөйлә, мин аңлармын», – тигән була ла, егет кешегә һөйләрлек, аңлатырлыҡмы уның күргәндәре? Һәм ниҙән башлап һөйләргә була?
Сафияның атаһы менән әсәһе айырылышҡанда ул беренсе класҡа бара торған бала ине. Тик ололар еңешә алмай, тартҡылашып йөрөп, йәй үтеп, көҙ еткәнен дә һиҙмәй ҡалдылармы, әллә шулай бер-береһенән үс алдылармы – ҡыҙыҡайҙы мәктәпкә әҙерләүсе булманы. Атаһы икенсе ҡатынға мөкиббән киткән булһа, әсәһе уны ебәрмәҫ өсөн, балаңды ла алып кит, тип яһилланды. Тик бала атайға бер ни хаҡҡа ла кәрәкмәй булып сыҡты. Ул китте лә юғалды. Әсәһе иһә яңғыҙ ҡалыуының бар ҡөһөрөн ҡыҙына төшөрҙө. Ураған һайын “атаң балаһы”, “атаң ҡошап” тип әрләне. Бер йылға һуңлатып, өләсәһе алып барҙы Сафияны мәктәпкә. Әсәһе, этеп-төртөп йөрөтә торғас, ауылдағы ҡарт ҡәйнәһенә алып барып ҡалдырып киткәйне балаһын. Шунда унынсыны бөтөп, өләсәһе лә үлеп киткәс, әсәһенә күсеп килергә мәжбүр булды. Был ваҡытта әсәй тигәненең, үҙенән ун ике йәшкә кесе ирҙе индереп алып, шуны нисек тә тотоп, әүрәтеп йәшәү өсөн тиреһенән сығырҙай булып йөрөгән сағы ине. Теләгәндә килеп, теләмәгәндә сығып китеп, эре генә көн иткән әҙәм, йәш ҡыҙ барлыҡҡа килгәндән һуң, был йортҡа эҫенде лә китте. Ҡатыны өйҙә булмағанда, үгәй ҡыҙын аулаҡта һағалап, мөхәббәт һүҙҙәре һөйләп, бәйләнеп аптыратты. Ярҙам эҙләп, хәлде әсәһенә аңғартҡайны, тегенеһе балаһын яҡлашыр урынға: «Атаң балаһы, шуның кеүек, күҙең-башың уйнап», – тип тетмәһен тетте генә. Аҙаҡ нисек тә үҙен-үҙе яҡларға, һаҡланып, абайлап ҡына йөрөргә тырышты ла, тик йәш ҡыҙ бала һунар ҡомары уянған әрһеҙ ирҙән хәйләлерәк була аламы? Бер көн, төн шикелле ҡараңғы һәм ҡурҡыныс көндө булды ул хәл. Уҡыуҙан ҡайтып, сәй эскәс, серем итеп алмаҡсы ине, баҫылып йоҡлаған да киткән. Шул ятыуында теге хәсистең ишек асып килеп ингәнен дә, янына килеп аунағанын да ишетмәй-тоймай ҡалған. Тәненә кемдеңдер ҡағылыуына албырғап уянып киткәйне, ҡотолор әмәл юҡ. Әҙәм аҡтығы оло кәүҙәһе менән тал сыбыҡтай һынын түшәккә ҡуша ҡыҫты ла, ҡысҡырырға асылған ауыҙын усы менән томаланы. Ҡото осоп, көрмәкләшеп маташҡан ҡыҙ бер аҙҙан ҡурҡыуҙан һәм тын етмәүҙән иҫен юйҙы…
Был афәтте әсәһенә һөйләп аңлатыу, бәләһе менән бүлешеү мөмкин булмаған хәл ине. Сафия ни эшләргә, үҙен ҡайҙа ҡуйырға белмәне. Ә теге ҡомһоҙ бындай рәхәтлектән баш тартырға теләмәне: һағаланы, баҫтырҙы, эҙәрлекләне. Дәрестәрҙән һуң көндәр буйы әсәһенең ҡайтыуын көтөп, урамда йөрөнө ҡыҙ. Тик теге бында ла хәйләһен тапты. Әсәһенә Сафия ишетерлек итеп: “Килә алмайым, шунда-бында барам”, – тигән булды ла, ҡыҙ тынысланып ҡайтып ултырһа ғына, килеп тә инде. Һәм теге кәмһенеү тағы кисерелде… Унан тағы… Тағы… Ә бер көн Сафия физкультура дәресендә иҫтән яҙып йығылды ла, “тиҙ ярҙам” алып барып ҡалдырған дауахана табибы әсәһенә ҡыҙҙың йөклө икәнлеген әйтте. Барыһын да аңланы әсәһе, нисектер, шунда уҡ һиҙҙе еҫтең ҡайҙан сыҡҡанын. Юғиһә, “Кемдән?” тигән һорауҙы бирер ине лә һуң? Башта бер аҙ шаңҡығандай өндәшмәй йөрөнө лә, бер аҙ фекер туплап алғас микән: “Мин һинең арҡала шәхси бәхетемдән баш тарта алмайым, атайыңдың тормошомдо боҙғаны ла еткән, кит, приютҡа бар, унда һине аласаҡтар”, – тине. Шул һүҙенән һуң башҡаса һөйләшмәне лә, белмәне лә күрмәне лә ҡыҙын. Әйтерһең дә, ул юҡ, инде-сыҡты, әле бер, әле икенсе дуҫын алып ҡайтты, күңел асты, әммә балаһына бер генә ҡараш та һалманы. Эсе беленә башлағас, мәктәпкә йөрөүен дә ҡуйҙы Сафия, унан килеп, эҙләй башлағастары көндәрен вокзалдарҙа, парктарҙа йөрөп үткәрә торған булып китте. Әсәһе килеүсе уҡытыусыларға, ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһы хеҙмәткәрҙәренә: “Бер ни хәл дә итә алмайым, тотоп алып булмай, теләһә кемгә тағылып сыға ла китә, боҙолған инде боҙолған”, – тип һөйләп ҡалды. Мәктәпкә лә, ғөмүмән, был ҡалаға ла яңы килгән ҡыҙҙың ниндәйлеген кем белеп, аңлап өлгөрһөн. Шулай аңҡы-тиңке килеп йөрөгәндә, берәү килеп, фәлән-фәлән ерҙә уның кеүектәр өсөн приют барлығын әйтте, теләһә хәҙер үк алып барып ҡуйыу теләген дә белдерҙе. Бығаса ҡала уртаһындағы бер приюттың янынан ҡырҡ үтеп тә инергә ҡыйыулыҡ тапмаған булһа, әле килеп ярҙам ҡулы һуҙыусыға ҡараны ла ҡатты. Эйе лә, юҡ та тип әйтә алманы ул. “Эйе” тиһә, тағы бер кәмһенеү, “юҡ” тиһә – нишләр? Өндәшеүсе лә уның хәлен аңланы, буғай, ипләп кенә ҡултыҡлап алды ла китте. Юлда йөҙ төрлө уйҙар уйлап, борсолоп килһә лә, бында урынлашып алғас, үкенмәне ҡыҙ. Хатта рәхмәт уҡып бөтә алманы. Бәпесен дә яратҡайны бит ул. Яратҡайны. Ҡорһағында йөрөткәнендә: “Мәңге ҡабул итә алмам, теге әҙәмдең балаһы”, – тип екһенеп уйланы, шул зарынан һыҙылып, хәсрәтләнеп йөрөнө. Ә инде йәнен ярып сыҡҡас, Богдан Радионовичтың тиҙерәк биләүләп алып килеп һалыуын көттө, нишләптер күргеһе килде. “Бер ҡарармын да ҡуйырмын”, –тигәйне, алдан да табипҡа шуны аңғартып ҡуйғайны. Тик врач ҡулында тегеләй-былай әйләндерелгән сабыйҙың ялыныс илауын тыңлап ята торғас, йәне һурылып сыҡҡандай булды. Түҙеме бөттө һәм: “Бирә һалығыҙ”, – тип ынтылды. Яратты шул, ҡарап, һөйөп туя алманы. Тик ниңәлер был бәхете лә оҙаҡҡа барманы. Ниңә генә шулай булды һуң? Уйламағанда! Көтмәгәндә! Һау кеүек ине лә. Бер ере лә ауыртҡан кеүек түгел ине. Мыжыманы, юҡҡа борсоманы. Шул көн иртәнсәк прививка яһап киткәйнеләр, уныһы ла укол түгел, ә ауыҙына ике тамсы тамыҙыуҙан ғибәрәт ине. Туйғансы имеп, йоҡоға талды бала … һәм шунан уянманы ла ҡуйҙы. Әсә бәләкәсе ятҡан арала әллә күпме кер йыуҙы, иркенләп сәйләп алды, унан үҙе лә серем итте. Инде һаман да уянмаған сабыйын иркәләп кенә күтәреп алғайны, тегеһенең тынын һиҙмәне. Бер аҙ һелкеткәндәй итте. Унан, ҡобараһы осоп, сикәләрен тотҡоланы, унда ла ҡыбырламағас, ашығып, төргәктәрен сисеп ташланы ла, аңына барып еткән ҡурҡыныстан аҡылын юйып, тыпырсынып сарылдап ебәрҙе. Үҙәк төбөнән сыҡҡан ауазы ике ҡатлы бинаны ғына түгел, эргә-тирәләге урман-тауҙарҙы, хатта йыһанды ла иңрәткәндер. Кемдәрҙер инеп, үҙен тотто, кемдәрҙер баланы алды… Ике көндән генә һушына килде ҡатын. Богдан Родионович сабыйҙың йөрәге насар булған, үҙаллы оҙаҡ эшләй алмаған, тип аңлатты һуңынан. Шул мәлдәрендә янынан китмәне, уколдар ҡаҙап, йылы сәйҙәр эсереп, башынан һыйпап ҡына торҙо. Әллә ниндәй шифалы һүҙҙәр таба белде, һарғайып ҡына үлеп китергә бирмәне табип. Әле бынау Булат килеп, шул кеше хаҡында нимәлер тип ышандырып маташа. Ни булған уға? Шундай юҡ-бар һөйләп, иғтибарын йәлеп итергә уйлаймы? Улай тиһәң, аҡылһыҙ егеткә оҡшамаған да…

Читайте нас: