Бөтә яңылыҡтар

Алда ғүмер бар әле. Дауамы. Миләүшә Ҡаһарманова

Заданиеға сыҡмаған саҡтарында, тренировкаларҙан буш ваҡыттарҙа ихатала үҙҙәре нимә теләй, шуның менән мәшғүл булды һалдаттар. Кеме йоҡо һимертә, кеме эт көсөктәрен уйната, кеме урындағы алыпһатарҙарҙан алған телефон, планшеттарға сумған.

Урындағылар, тигәндән, Булат яндағы ҡасабанан килеп йөрөүсе Абулхай исемле малай менән дуҫлашып алды. 12-13 йәштәрҙәге ҡаҡса ғына ҡарасман уларға һөт алып килеп һата. Башта офицерҙар уның килеп йөрөүен оҡшатмай ине, бер-ике ҡыуылып киткәндән һуң, хәйләкәр үҫмерҙең ҡуйынында “ярты” сүрәтендәге күстәнәстәр ҙә табыла башланы. Тора-бара уны күҙгә элеүсе булманы, күреп өйрәнделәр. Күптәр менән танышып, дуҫлашып алды. Уны хәҙер теләһә ҡайһы мәлдә ниндәй нөктәлә осратһалар ҙа аптыраманылар. Етем бала икәнлеген, инәйендә тамаҡ хаҡы өсөн ошолай хеҙмәт итеүен дә белгәс, ҡул һелтәнеләр.
Һөтөн һатып бөткәс, Абулхай бушыраҡ күренгән һалдаттарҙан атырға өйрәтеүҙе һорап ҡаңғыртыр булды. Эйәреп йөрөп, инәлеп аптыратты. Башҡаларҙы ризалаштыра алмағанда ла Булатты күндерә ине ул. Егет малайҙың себешләп бөткән тарамыш бармаҡтарын ҡармап тотоп, ҡорал менән булыштырып ҡаратты. Исмаһам, берәүҙең күңелен күтәрәм был үлем таяғы менән, тип уйланы үҙе сараһыҙҙан. Ҡайһы саҡ улар һәүетемсә генә һөйләшеп тә ултырғыланы. Чечен малайы арыу уҡ русса ла һупалай. Белеме өс класс ҡына булһа ла, аңы яҡшы үҫешкән, фекерҙәре ҡыйыу ине уның.
–Ни өсөн һин бында килдең? – тип һораны малай бер шулай сәпкә бысаҡ ташлап уйнағанда.
– Нисек, нишләп, мин бит илгә хеҙмәт итәм, мин – һалдат, – тип аңлатты Булат.
– Һеҙҙең ил һалдаттары башҡалар илен онтап-емереп, кешеләрен үлтереп хеҙмәт итәме ни? – тип ныҡышты һаман Абулхай.
–Минең бер нәмәгеҙҙе лә емергәнем юҡ, берәүҙе лә…. – ары аҡлана алмай ине ул, аҡланыр һүҙ ҙә, дәлил дә тапманы.
Аҙаҡ был үткер малай менән әллә ни яйлап аралаша алманы. Һуңғы ваҡытта ҡарауыл нөктәләрендәге һалдаттарҙы сүпләүсе ниндәйҙер серле снайпер килеп сыҡты ла, бар көстө шуны аулауға ташланылар. Хәҙер Булаттар көнө-төнө сиратлап һунарға сығыр, эргә-тирә урман-тауҙарҙы һөҙөр, прицел торбаһынан сәғәттәр буйы ҡарауыл пункттарын күҙәтер булып китте. Ике ай этләне уларҙы был күҙгә күренмәҫ снайпер, ике ай һалдаттарға төн йоҡоһо, йүнле тамаҡ туйҙырыу эләкмәне. Өсөнсө ай тигәндә саҡ эләктерҙе уны снайперҙар. Кейек шикелле итеп ағас башынан атып төшөрөлгән. Йөҙ-башы тулыһынса уралған был әҙәмде ихата уртаһына индереп һалғас, инде даны таралған серле снайперҙы күреп ҡалырға тип, барыһы ла йыйылды. Йөҙөн асып ебәргәс иһә, бер арауыҡ телһеҙ ҡалып торҙолар. Хатта күпте күргән командирҙар ҙа, аңшая биреп, текәлеп ҡалды. Ерҙә иҙерәп кенә йоҡлағандай булып, уларҙың яратҡан етемәге Абулхай ята ине. Ышана алманы был хәлгә Булат.
– Иптәш командир, был малай йүнләп ата ла белмәй ине бит, яңылышлыҡ килеп сыҡманымы икән? – уның һорауын хуплаусылар табылды.
– Эйе шул, бала-саға, - тиештеләр.
– Юҡ, - тине малайға облава ойоштороусы төркөм башлығы, - беҙ уны оҙаҡ күҙәттек, ышаныслы булһын өсөн алдан ҡороп ҡуйылған алдатҡыс сәпкә атҡанын көттөк, унан ғына алдыҡ. Был – һалҡын ҡанлы, оҫта снайпер – бәхәсһеҙ.
Шаңҡыуҙан һөйләшә алмаҫ халәткә инде Булат. Шул төн керпек ҡаҡмай уйланып сыҡты ла, иртән барып снайпер булыуҙан баш тартып, рапорт яҙҙы. “Әхлаҡи һәм дини ҡанундарым мине кеше үлтереүҙән тыя”, – тип аңлатты егет ниәтен. Яҙмаһын ҡабул иттеләр, ҡарарбыҙ, хәл итербеҙ, тип ебәрҙеләр ҙә төндә дежурный аша офицерҙар казармаһына саҡыртып алдылар. Бына шунда күрһәттеләр уға “әхлаҡи һәм дини ҡанундарын”. Биш-алты иҫерек ир, ауыҙ-моронон ҡанға туҙҙырып, иҫен юйғансы типкеләне. Шулай тикшерелде һалдаттың рапорты. Һуңынан ике аҙна лазаретта ҡан ярау итеп ятты – бөйөрҙәрен төйгөләгәндәр генә икән. Эш бының менән генә бөтмәне әле. Һауығып сығыуына уны, армия сафтарында ил алдындағы бурыстарын үтәүҙән баш тарта тип, хәрби трибунаға ла ҡуйҙылар. Командир рәхимлек күрһәтеп, тикшереүҙән алда үҙе килеп, “йәки төрмә, йәки хеҙмәт” тигән шарт ҡуйғас, икенсеһен һайланы Булат. Бер бығауҙы икенсеһенә алмаштыра алмай ине ул. Хәйер, һайлау ҙа булманы инде. Ҡулына ҡабаттан прицеллы винтовка тотторҙолар.
Бынан ары тау-таш, йорт-ҡыйыҡтар өлөшө булып ултырыр, лупалы күҙ аша ҡорбандарын күҙләр аҙналар, айҙар һөйрәлеп барған яралы тиҙлегендә өҫтөрәлә торҙо, бәғерҙәр ҡата, хис-тойғолар үлә барҙы. Яйлап, ваҡыт йәш һалдаттарҙан аңдары томанланған үлтереүселәр яһаны. Бер аҙҙан егеттәр инде бомбалар өҙгөләгән иптәштәрен йыйып алып килгәндә лә, ҡара күмер генә ҡалған кәүҙәләрҙе табуттарға һалып оҙатҡанда ла, ҡатын-ҡыҙын, бала-сағаһын сыр-сыулатып, ауыл-ҡалаларҙы ут эсендә тотҡанда ла күҙ бәбәген сылатманы. Хатта ҡулға алынып, айҙан ашыу баҙҙа тотолған ике снайпер украин ҡыҙын йөҙәр һумға һатып йөрөгәндәрендә лә артыҡ иҫе китмәне Булаттың. Бахырҙарҙың ҡарар ере ҡалмай туҡмалғандар, нәжестәре менән бер соҡорҙа ултырғандан һаҫығандар, әллә баҙ һалҡынынан, әллә ҡурҡыуҙан дер-дер ҡалтырайҙар ине. Нимә етмәгән был бисәләргә? Эҙләгәндәрен тапҡандар, тип йәне генә көйҙө – йәлләмәне. Ә инде юғалған улдарын эҙләп килеп, офицерҙар корпусында туҡталған ҡатындар ишеген төндә иҫерек офицерҙар емерә башлағас, был асыу унда ниндәйҙер тыйып тотҡоһоҙ үс менән алмашынды. Винтовкаһын алды ла шул яҡҡа йүгерҙе, уға бер нисә егет эйәрҙе. Барып етһәләр, аяҡтарында саҡ баҫып торған ҡәбәхәттәр эстән баррикадаланып өлгөрөлгән ишекте аса алмай маташа.
–Китегеҙ бынан! – тип ҡысҡырҙы Булат етер-етмәҫтән. – Беренсе ингәнде атып йығам!
Ҡыҙып алған дүрт офицер ҡайҡайышып боролоп ҡараһа, арттарында бер төркөм снайперҙар ҡорал төбәп баҫып тора.
–Трибунал! Отставить! – тип һөрәнләп ҡараһалар ҙа, байғоштар хәлдең айышына тиҙ төшөндө. Бер килке үгеҙҙәр ише ҡараштар менән һөҙөшөп торғас, офицерҙар һуғыш яланын ташлап китте. Ҡайтып, байрамдарын артабан дауам итте улар. Һалдаттар иһә, ҡатындар ултырған бүлмәне таңғаса алмашлап ҡарауыллап сыҡты. Иртәнсәк был хаҡта иҫләүсе булманымы, һәр хәлдә, эште юллап йөрөүсе табылманы.
Хеҙмәтен тултырып ҡайтҡанда уның снайпер икәнлеген берәү ҙә белмәне, сер тота алмағандар тере килеш ҡайтып етә алмай ине. Чечендарҙың снайперҙарҙы икеләтә дошман күреп, эҙәрлекләп килеп, ҡайҙа ла язаһын биререн беләләр. Шулай итеп, Булат армиянан “миротворец” исеме күтәреп ҡайтты. Һорашҡандарға ла, тыныслыҡ урынлаштырылған ерҙәрҙе эттәр ярҙамында бомбаларҙан таҙарттыҡ, тип кенә аңлатты. Кешеләр тыңланы ла онотто. Тик бына үҙе генә онота алманы. Бәлки, эш хәтерҙә лә булмағандыр, бары элеккесә ҡәҙимге тормош алып бара алмай ине инде ул. Үткән ике йыл арауығындағы ваҡытта тормош уны, нишләптер, үҙ арбаһынан төшөрөп ҡалдырған, нимәләрҙер юйылған, онотолған, иҫтән сыҡҡан булып сыҡты. Кешеләр уны, ул эйләнә-тирәләгеләрҙе аңлай алманы. Апаһы, уҡыуыңды дауам ит, тип игәһә лә, уҡыуҙың фәтеүәһен күрмәне. Эстән хатта үртәлеп, “Ана Абулхай өс класс менән дә барыһынан шәп атты әле”, – тип уйлаған саҡтары булды. Өйҙәгеләрҙең вәғәзенән ҡасып, урманға сығып китте лә, көндәр, ҡай саҡ төндәр буйы ла шунда ятты. Тынлыҡты тыңлап, уны һағалап өйрәнгән, был торош уның ҡанына һеңеп киткән икән. Тора-бара, ошо хәле яйлап ҡатмарлашты, уйы менән ысынбарлығы буталды, йөрөй-йөрөй үҙенең ҡайҙалығын онотоп китеү осраҡтары йышайҙы. Йоҡларға ятһа, күҙ алдынан номерланған ҡорбандары үтте, улар егетте баҫтырҙы, быуҙы, саҡырҙы… Шуларҙы күрмәҫ, ишетмәҫ өсөн ятманы, йоҡоһоҙлоҡтан сәбәпһеҙгә ҡыҙҙы, енләнде, үҙ-үҙен тота алмай башланы. Сараһыҙҙан бер-ике рюмкалап эсә, эсһә, бер аҙ тыныслана ине лә, тора-бара лаяҡыл иҫермәйенсә онотолмай, ә инде ул хәлдә әҙәм ышанмаҫ хәлдәр башҡара башланы. Дуҫтары ҡасып бөттө, туғандары биҙҙе, аралашманы. Янында бер апаһы - әлеге һаман да үҙен ҡорбан итер апаһы ғына ҡалды.
***
Булат Богдан Родионовичтың күҙ алдында булырға тырышты. Тағы ла бер аҙға ҡал тигән тәҡдимен көттө. Ул саҡта иркенләп йөрөргә була. Юғиһә, Сафия менән асыуланышҡас, ҡайтам, тип әйтеп һалғайны бит.
Кискә ҡарайыраҡ санитар аша саҡыртып та алды табип һәм йомшаҡ ҡына итеп:
–Булатик, братишка, бына һине күҙәткән документтарҙы ҡарап ултырам да, белгестәр әлегә дауалауҙы өҙмәҫкә ҡуша бит әле, үҙең нисек уйлайһың? – тип өндәште.
Егеткә шул ғына кәрәк тә ине.
– Ҡушҡастар, ҡушалар инде, ни хәт итәһең? – тигән булды төшөнкө генә.
– Һин улай уҡ бошонма әле, файҙа өсөн эшләнә бит, дауалауҙың сифаты булһын өсөн, аңлайһыңмы, братишка? – табип күҙлеген сисеп, арыған күҙҙәрен ыуаланы. – Давай, иртәгә дарыуҙар артынан сығып, елләнеп йөрөп кил. Софьяңа бүләк тә ҡара.
Был хәбәрҙән Булаттың ҡалын ҡаштары өҫкә һикерҙе. Табип көлдө генә:
– Еткерҙеләр инде. Хуплайым. Һинең йәштә булһам, ул ҡыҙға минең дә күҙ төшөр ине. Тик ҡара, уның хәле әлегә шәптән түгел.
– Сафия тигәндән, Богдан Родионович, бәлки, бер юлы бәпесенең кәүҙәһен дә алып ҡайтырмын.
Хирург ҡапыл ғына аптырағандай булдымы, һынап ҡарай биреп торҙо. Юҡ, тойолманы, аңғарҙы Булат, һиҙҙе уның күҙ ҡарашындағы үҙгәреште. Тик нигә ҡаушаны ул, көтөлмәгән хәбәргәме, әллә был эшкә Булаттың ҡатнашлығынамы?
– Ниңә һиңә үле кәүҙә?
– Миңә түгел дә, Сафия үҙебеҙсә күмешһәң, тигәйне.
– Ә-ә… Баланы бер клиника тикшереүгә алғайны, шылтыратманылар әле.
– Ә инеп белешеп сыҡһам…
– Уныһы һин башҡара алыр эш түгел, Булатик, ваҡыты еткәс, килтерерҙәр – күмерһең.
«Һе, – тип уйланы йөк машинаһы кабинаһында елдергәндә Булат, – насар уйлағы ла килмәй бит әле, тик нисек итеп бөтөн был буталсыҡтарҙың осон-осҡа ялғарға?»
Йөк тейәп бөткәс, санитарҙарға «Богдан Радионович рөхсәт итте» тип, бүләк алыуҙы һылтау итеп айырылып китте лә, тегеләрҙән күҙ яҙҙырғас та, квартал эстәренән боролоп, Палычтың йортона ҡарай йүгерҙе. Тағы ла теге ваҡыттағы кеүек, даһыр-доһор сабып килеп менеп, ҡыңғырауға баҫты. Көттөрә биреп булһа ла, таныш ҡатын асты.
– Һаумыһығыҙ! Таныйһығыҙмы?
– Таныйым да… Сергей Павлович ҡайтманы бит, йәш кеше, инде бөтөн ҡаланы тетеп эҙләп бөттөм, дауалаған табибын күреп һөйләштем, полицияға ғариза яҙҙым.
Булат шаҡ ҡатты:
– Шу-шунан?..
– Доктор, дауахананан сығарылды, тигән ҡағыҙҙарын күрһәтә, ҡалаға алып килгән кешеләр, уларҙың шаһиттары бар. Уйлап ҡараһаң, мин бит инде уны полиция аша ла беренсе тапҡыр ғына эҙләмәйем. Быға тиклем ауылдағы дуҫында эсеп ятҡан, берәҙәктәргә эйәреп китеп, юғалған осраҡтары булғайны. Шуғалырмы, береһе лә етдигә алмай, ҡайтып төшөр, ти ҙә ҡуялар. Тик ниңәлер был юлы күңелем шомло…
Бер нәмә лә вәғәҙә итә алманы ҡатынға Булат. Бары тик өнһөҙ тыңлап торҙо ла, күңелһеҙ хушлашып, китеп барырға мәжбүр булды. Подъездан сығыуға, ингәнендә эскәмйәлә тәмәке көйрәткән ир һикереп тороп, артынан эйәрҙе. Нимә кәрәк быға, тип уйлап өлгөрмәне, теге ҡыуып етеп, йәнәш үк атланы. Улай ҙа булмай, күптәнге танышылай хәбәр ҡуша:
– Палычты эҙләйһеңме ?
Шып туҡтаны егет.
– Эйе! Ҡайҙа ул, беләһеңме әллә?
– Ә һин уның кеме? – Һорауға һорау менән яуап бирҙе.
– Ну, дуҫы тип әйтәйек. Ә һин?
– Шулай уҡ тиергә була.
– Ҡарале, – Булаттың был файҙаһыҙ әҙәмгә йәне көйҙө, - әйтер һүҙең булмаһа, башты ҡатырма, һинһеҙ ҙә ҡаңғырылған.
Ят әҙәм тағы бер аҙ эйәрә биреп барҙы ла, яңынан телгә килде:
– Һине лә Палычтың эҙһеҙ юғалыуы аптырата, шулай бит. Мине лә.
Булат тамам бынан ялҡып:
– Шунан? Ары нимә? Икәүләшеп аптырашып тик торайыҡмы? – тип екерҙе лә аҙымдарын ҡыҙыулатҡайны, теге еңенән эләктереп үк алды:
– Туҡтале, егет, ҡыҙмай тор, һөйләшер һүҙ бар.
– Ни хаҡында? Һин дә бит бер ни белмәйһең.
– Палычтың ҡайҙалығын әйтә алмаһам да, унан башҡа нәмәләрҙе беләм. Аңлауымса, һиңә лә күп нәмә мәғлүм.
– Һөйлә, улайһа.
– Бында түгел, оҙон хәбәр. Әйҙә, берәй кафеға инеп ултырайыҡ.
– Ваҡыт юҡ, көтөп торалар.
– Тағы ҡасан киләһең? Әйҙә, һин ошо араларҙа ысҡынырға тырыш. Килгәс тә миңә шылтыратырһың…
– Телефон юҡ минең! – Булат был юҡлыҡтан үҙен кәм итеп тойоп, тағы ҡыҙып китә яҙҙы. Килгәс тә, кемдер телефонын сәлдерҙе шул, осона ла сығып булманы.
– Аңлашыла, был яҡ менән бөтөн бәйләнеште өҙәләр, тимәк. Улайһа, автоматтан шылтыратырһың, тик был хаҡта берәүгә лә әйтмә, - тип бәйләнсек ир тәмәкеһе тышына арҡыс-торҡос һандар сыймаҡлап тотторҙо ла, бумажнигынан меңлек алып һуҙҙы. – Ҡапылда кәрәк булыр.
Тәүгә осраған ете ят әҙәмдең уға былайтып аҡса тәҡдим итеп тороуы Булатты ғәрләндерҙе. Ҡаштарын төйөп, аҡса һуҙған ҡулды этәреп ебәрҙе:
– Ал аҡсаңды! Хәйерсе тиһеңме әллә!
Ә тегеһе бер ни булмағандай, артынан ялбара биреп ҡысҡырып ҡалды:
– Шылтырат, йәме! Номерҙы юғалтып ҡуйма! Онотма, был бик мөһим! Көтәм! Көтәм, дуҫ!
“Көтмәһәң, кәрәк!” – тип, ауыҙ эсенән мығырлап китеп барһа ла, «Тә-әк, – тип уйланы ул машинала кирегә әйләнгәндә. – Нисек был эштең осона сығырға? Ул бит үҙе лә, бына ҡалайтҡанда ла, Палычтың өйөнә ҡайтмай эсеп йөрөрөнә ышанмай. Бығаса шулай булғандыр ҙа ул, дауаланғандан һуң, ҡабат ҡайҙалыр китер хәлдә лә, инеп күренергә тейеш тә баһа. Ул бит ҡыҙын һағынғайны, тик шул хаҡта ғына һөйләне һуңғы көндәрҙә. Ишеткәндәрен бергә бында килтереп ялғағанда… бигерәк ҡурҡыныс булып китә. Улайһа, санаторийҙағыларҙың барыһы ла үлем алдында йөрөй буламы? Ул да, Сафия ла… Ә һуң, теге ваҡыт, Сафия хаҡында барманымы ни һөйләшеү? Нисек белергә? Нисек яңылышмаҫҡа? Нисек, нисек? Башҡа һыймай… Етмәһә, бынау әҙәме кем? Нимә бәйләнде, нимә белә?.. Вәт башҡа бәлә булды, ә!»
Нисек кенә булғанда ла барыһын да асыҡларға тейеш икәнлеген аңлай ине Булат. Шунсама кешене, бигерәк тә Сафияны ҡорбанға килтертә алмай. Ул инде бер тапҡыр әҙәм ғүмерҙәрен ҡыйыуҙа ҡатнашты, икенсе тапҡыр ундайҙы ҡабатламаясаҡ. Бер тапҡыр эске донъяһын ҡыйратырға, намыҫын һалып тапарға юл ҡуйҙы, ҡабат рөхсәт итмәҫ. Үлһә, ошолар менән бергә үлер, әммә ташлап ҡасмаҫ.
Һуңға ҡалып ҡына, кеше аяғы һил булғас, Сафияның ишеген шаҡыны. Ҡатын кем икәнлеген аяҡ тауышынан уҡ танып ултырғас, килеп асты ла, кире урынына – тегеү машинаһы артына барып ултырҙы. Ул да үҙенә шөғөл тапҡан – бындағыларға түшәк кәрәк-яраҡтары, ҡорған-фәләндәр тегеп үткәрә көнөн. Машинкаһын Богдан Родионович алып килеп биргән.
Егет инеп тә, һаман өндәшмәй ултырғас, Сафия ҡулындағы һүтеп ултырғандарын ҡуйып, ҡарашын күтәрҙе:
– Ни булды?
Булат икеләнде, шуға уратып башланы:
– Сафия, һин батыр кешеме?..
Тегеһе бер нәмә лә аңламаны:
– Нисек? Ниндәй мәғәнәлә?
– Ну-у… Дөйөм алғанда. Кисергәндәреңде уйлағанда, көслөһөңдөр. Ҡарап тороуға сибек кенә булһаң да, артыҡ ҡурҡаҡҡа ла оҡшамағанһың.
– Аңламайым. Ниндәй булыуым ниңә кәрәк әле? Бөгөн күрештек, иртәгә хушлашабыҙ тигәндәй, ҡалай булһам да, киләһе аҙнала китәм инде.
Был яңылыҡтан егет әйтергә теләгәнен онотто:
– Кем әйтте ?
Уның ҡапыл былай ҡысҡырып ебәреүе Сафияны оторо аптыратты:
– Кем булһын – врач.
– Богдан Родионовичмы?
– Эйе.
Булат урынынан һикереп тороп уҡ китте, ҙур устарын шытырлатҡансы ыуалап, иҙән буйлап әйләнде. Унан, ниндәйҙер бер мөһим нәмәне хәл иткәндәй, ҡатынға яҡын уҡ килеп ултырҙы, тегеһе күҙҙәрен киң асып артҡа шылды. Егет инде ҡапыл ынтылып, яурындарынан тотоп алғайны, бөтөнләй бөршәйеп төштө. Булат, барыһын да бер юлы һөйләп ташларға тип, етди төҫ менән ҡатындың йөҙөнә тура ҡараны ла, ҡурҡыуҙан юғалып ҡалған был йәшкелт-зәңгәр түңәрәк күҙҙәргә төбәлеп ҡалды. Айыра алмай ине ул ҡарашын был төпһөҙ күлдәрҙән. Бындай илаһилыҡты күргәне лә булмағандыр - юҡтыр. Бөтөн тәне, кәүҙәһе аша үтеп ингән һиҙелер-һиҙелмәҫ кенә татлы тулҡындарҙы тойоуҙан йөрәге һуғыуҙан туҡтаны, хатта бар эргә-тирә, донъя, йыһан ҡатып ҡалды. Магнит менән тартылғандай булып, үҙе лә аңламаҫтан, дерелдәп асыла башлаған ирендәргә эйелгәйне генә, тегенеһе:
– Теймә миңә… үтенәм, – тип шыбырлап өлгөрҙө.

Читайте нас: