Бөтә яңылыҡтар

Алда ғүмер бар әле. Дауамы. Миләүшә Ҡаһарманова

Ҡайтырға йыйынды Булат. Иртәгә үк юлға сығыр. Сумкаһын төйнәп ҡуйҙы ла, табипты эҙләп китте. Һуңғы көндәр алдына алған эштәрен йомғаҡлап ҡуйыу өсөн генә үҙен көсләп тотоп йөрөнө бында.

Бөтөн йәм, мәғәнә бөттө. Ә нимәлә ине һуң ул йәм? Үҙ-үҙенә ошо һорауҙы бирә лә, яуап тапмай. Сафияламы? Улар бит яҡшылап таныш та түгелдәр. Кем икәнлеген дә белмәй ул ҡыҙҙың, ниндәй милләт, ҡайҙа үҫкән, ҡайҙа йәшәгән – билгеһеҙ. Хәҙер инде белмәҫ тә. «Яҡын килеп йөрөмә», – тине бит. Бармаҫ. Инәлеп йөрөй торған ғәҙәте юҡ.
Ҡаттар араһындағы тимер рәшәткә янында була торған ҡарауылсы күренмәне. Өндәшеп ҡараны Булат. Ишеткән, сыҡҡан кеше юҡ. Тауыш сығарайым әле тип, ишекте эткәйне, асылды ла китте. Бер аҙ көтә биреп торҙо ла эскә үтте, бур түгел дә инде ул, врачты күрер ҙә сығыр. Етмәһә, бында ингәне лә бар. Ныҡ баҫмаҫҡа тырышып, Богдан Родионовичтың кабинеты тәңгәленә үтте лә, эстән һөйләшкән тауыш ишетелгәс, яңғыҙы түгелдер тип, ябылып етмәгән ишек ярығынан күҙ һалды. Телефондан кемделер һүгә генә табип, бөтөнләй үҙенә хас булмағанса, ҡаты, хатта тупаҫ һөйләшә. Булат ҡырғараҡ китеп торорға уйлағайны ла, ниндәйҙер эске тойомлауымы, һиҙемләүеме, уны туҡтап ҡалырға мәжбүр итте. Ирекһеҙҙән, эстән ишетелгәндәргә ҡолаҡ һалды.
– Әйтәм бит, клиент йәш, һау-сәләмәт. Һеҙгә кәрәк ағза ла яңыраҡ ҡына үҙ функцияһын башҡара алыуын иҫбатланы. Юҡ, уныһы реализацияланды инде. Тағы ла ике айҙай ял итһә, күсереүҙе күтәрә алырлыҡ була. Нимә тиһең? Һин нимә, коллега? Мин һиңә сифатлы тауар тәҡдим итәм, ә һин сауҙалашаһың. Был һиңә алкаштарҙың үпкә-бауыры түгел. Ситкә өсләтә арттырып ебәрә алам. Юҡ! Юҡ! Һин берәүгә генә заявка бирҙең, уныһына клиент бар, күптән көтә. Юҡ, дуҫ, уныһы ла һатылған, был тауар үтемле, шулай булғас, үҙең ҡара – ризалаш йәки баш тарт. Ыһы, ыһы, ярай, килештек, ярай…
Башҡаса тыңлап тора алмай ине Булат. Ишеткәндәрен аңына һеңдерергә тырышып, инде хәҙер аяҡ остарына ғына баҫып, кирегә китте. Рәшәткәне сыҡҡайны ғына врачтың кабинет ишеге асылды һәм егет ҡапыл иҙәнгә сүгәләне лә, эйелгән килеш аҫҡа шыуып төштө. Унан, коридорҙы ике һикереүҙә үтеп, бүлмәһенә инеп ауҙы. Шунда ғына уйлау һәләте ҡайтты үҙенә. «Әстәғәфирулла!» тиме әле күршеһе Әлифә әбей ныҡ аптырағанда? Ни тигән һөйләшеү ул был? Кем хаҡында, нимә хаҡында барҙы?.. Тимәк… Булыуы мөмкин түгел! Булмаҫ! Бындай ҡырағайлыҡҡа барырға януармы ни Богдан Родионович, яҙа-йоҙа ишеткәндән ундай һығымта яһап булмай. Туҡта, Сафияға барып, һорашып ҡарарға кәрәк…
Барғайны, ҡатын эшкә сыҡҡан икән, ҡош-ҡорт ҡарай, тинеләр. Эҙләп тапты ла һүҙҙе нимәнән башларға белмәне. Сафия уны күрмәмешкә һалышты. Үпкәһе бөтмәгән, күрәһең. Һаулығын да әллә алды, әллә юҡ.
– Сафия, ҡарале, бер генә һүҙем бар.
– …
– Бәпәйеңдең кәүҙәһен алып килмәнеләрме әле?
Ҡатындың ҡулынан емле биҙрәһе төшөп китә яҙҙы. Күҙҙәрен ҙур асып, ҡарап ебәрҙе.
– Алып килһәләр, ерләшеп китәйем, тигәйнем. Үҙебеҙсә ләхетләп. – Ҡатындан һаман яуап булмағас, өҫтәп ҡуйҙы, - Мосолман түгелме ни һин?..
– Эй-йе, – тип кенә әйтә алды тегеһе, ниһайәт.
– Шулай булғас, – тип элеп алды егет, – Ҡасан килтерәләр?
– Әллә. Богдан Родионовичтан көн дә һорайым, көн дә «иртәгә» ти.
– Үҙем һорармын атыу, ризаһыңмы?
Ҡатын ашығып баш ҡаҡты.
***
Аңлайышһыҙ һөйләшеүҙең осраҡлы шаһиты булғандан һуң, бик оҙаҡ уйланып йөрөгәс, Булат, эске тойомлауҙарына ҡолаҡ һалып, ниндәй генә хәлдәргә лә әҙер торорлоҡ план төҙөп алырға булды. Уға хәҙер йәки барыһын да оноторға, йәки, бөтөн был ҡатмарлы мәсьәләне асыҡлағансы, тикшеренергә тура киләсәк. Иң башта ҡалаға сығып килергә кәрәк. Ул Палычтың ҡайтыу-ҡайтмауын белергә тейеш. Әгәр ҙә ул ҡайтһа, барыһы ла улай уҡ ҡурҡыныс түгел. Ә инде ҡайтмаһа… ни эшләр?
Сығыу юлы булмағанда, сетерекле хәлдәрҙе хәл итеү, эҙмә-эҙлекле уйлай һәм эш итә белеүгә өйрәткәйнеләр түгелме һуң уларҙы армияла? Объектты билдәләү, уны күҙәтеү, ғәҙәттәрен, шөғөлдәрен, көндәлек эштәрен ятлап алыу… Унан юҡ итеү. Снайпер булғайны. Икенсе Чечен һуғышында.
Баш ҡала хәрби комиссариатында уҡ уларҙы төркөмдән айырып алдылар. Башта тағы ла бер ҡат сәләмәтлектәрен тикшерҙеләр, психологтар ҡат-ҡат һөйләште, әллә ниндәй һүрәттәр төшөртөп, һорауҙарға яуап бирҙертеп йөҙәттеләр. Унан дүртәүһе төшөп ҡалып, алтау ҡалдылар. Шунан был тағы ла бәләкәсләнә төшкән төркөмдө Сочи ҡалаһына оҙаттылар. Унда килеп төшкәс, шундай уҡ төрлө тарафтарҙан йыйып алып киленгән башҡалар менән ҡушып, казармаларға урынлаштырҙылар.
Аңлатыуҙарынса, эттәр менән эш итергә тейеш ине был егеттәр. Тик тәүге ике айҙа әле эттәрҙең ҡойроғон да күрһәткән кеше булманы. Таңдан тороп йүгереп, ашап алғандан һуң, эштәре прицеллы винтовканы өйрәнеү булды. Уны яһау, ҡороу, таҙалау. Унан атыу күнекмәләренә керештеләр. Быныһы оҡшаны егеттәргә. Күптәр былай ҙа атыу буйынса спорт мәктәптәрендә шөғөлләнеп, Булат кеүектәр иһә һунарсылыҡ менән таныш булып килгән. Һәр хәлдә, сәпкә атыу береһенә лә яңылыҡ түгел.
Тик бығаса белгәндәре әле өйрәнгәндең бер кескәй генә өлөшө лә түгел икән дә. Иң башта һунар итәсәк кешеңдең ғәҙәттәрен, көн дә эшләр эштәрен хәрәкәттәренә ҡәҙәр күҙәтергә, белергә тейешһең икән. Унан һунар итеү урынын табыу, унда урынлашыу, йәшеренеү ысулдарын һайлау, көтөү. Көткән саҡта йоҡлап, онотолоп китмәү өсөн хатта ниндәй уйҙар уйларға мөмкинлекте лә ентекләп тикшерҙеләр, башҡарып ҡаранылар.
Алты ай шөғөлләнеүҙәрҙең һуңғы аҙнаһында эттәр килтерелеп, һәр береһенә таратып бирелде лә, төп хеҙмәт урынына күсерелделәр. Уйынсыҡтары булғанға ҡыуанышып та өлгөрмәнеләр, Грозный ҡалаһына килеп төшкәс тә, улары йыйып алынды.
– Иптәш командир, беҙҙең эттәрҙе тартып алалар! – тип һөрәнләп йүгерешеп килде бер ни аңламаған егеттәр штаб янына.
Командир, утыҙ биш менән ҡырҡ араһындағы оло сырайлы ерән әҙәм, нимәлер ашауҙан майланған ауыҙын һөртә-һөртә килеп сыҡты ла, ҡайышы буйлап ҡулдарын йөрөтөп алғас, ялтыр итекле аяҡтарын кирә баҫып, ҡаршыһында геүләгән төркөмгә ҡәнәғәт булып ҡарап торҙо.
– Иптәш командир, – тип ялынды йәштәр. – Ни өсөн?
– Ә шуға, – был кешегә яңы килеүселәрҙең аптыраныуы оҡшай ине, ахыры.
– Нисек инде? Нисек аңларға?
– Сөнки һеҙ кинологтар түгел.
– Ә кем? Кем һуң беҙ?
– Бына нимә, һөтимәрҙәр! – Командирҙың тауышын күтәрә төштө, әйтерһең, тыңлаусыларына нығыраҡ тәьҫир итергә теләне. - Һеҙ бөгөндән – снайперҙар! Ошо минуттан иң яҡын дуҫығыҙ – винтовка, иң яман дошманығыҙ – сәптәге объект!
Эттәр араһында көн итте шулай ҙа егеттәр. Быныһы ҡаршы яҡтың күҙен бәйләү өсөн эшләнде. Заданиела булмағандарға эттәр менән уйнарға ла, шөғөлләнергә лә рөхсәт бирелде.
Күпмелер ваҡыттан Булат менән Ертай исемле ҡаҙаҡ егетенә задание бәхете эләкте. Ысын эш көтөп зарыҡҡан, ниндәйҙер батырлыҡ ҡылыуға атлыҡҡан егеттәр көтә-көтә көтөк булғайны инде. Шунлыҡтан һикереп төштөләр. Бурыстары ҡайҙандыр сит илдән килә торған ҡунаҡтарҙы ҡаршы алып, шуларҙың араһынан фотола күрһәтелгәнен юҡ итеү булды. Бик оҙаҡ текләне фотоға егеттәр. Хатта ул кешене әллә күпме халыҡ араһында ла танырлыҡ хәлгә еттеләр. Мәғлүмәт биреүсе объекттың елкәһен һыйпау ғәҙәте барлығын, уң күҙенә аҡ төшкән булыуын, шунлыҡтан, һөйләшкәндә һул яғы менәнерәк боролоп тороуын, оҫта ата һәм бысаҡ һелтәй белеүен еткерҙе. Бойороҡ буйынса, башта Булат ата, Ертай, кәрәк була ҡалһа, уның хатаһын төҙәтә.
Был халыҡ оло ҡунаҡтарҙы мотлаҡ ҡала ситендә үк ҡаршы алырға яратыуын иҫәпкә алып, снайперҙарға шлагбаум тәңгәлендге урын-ерҙе байҡарға ҡуштылар. Күҙәткән урынды, тәүге тапҡыр булғас, өйрәтеүсе ярҙамында һайланылар. Булат ҡаршылағы ҡаяташ араһына ҡыҫылып инеп ултырһа, пары икенсе яҡтан ағас башын оя итте. Шунда өс көн күҙ талдырҙылар. Дүртенсе көн тигәндә, ҡала яғынан килеп туҡтаған өс джиптан сығып һибелгән ир-егеттәр эргә-тирәне байҡап сыҡты, биноклдән күҙәтте. Тын алырға ла ҡурҡып, һалҡын таш эсенә һеңерҙәй булып һылашты Булат. “Тапһалар” тигән ҡот осҡос уйҙан иҫен юйыр хәлгә етте, шыбыр тиргә төштө, сығып йүгереү теләген нисек баҫырға белмәй, ирендәрен сәйнәне. Тамағына ағып төшкән йылы ҡан тәме былай ҙа ҡайнаған аңын тамам томалағандай итте.
Бына ҡаршы яҡтан ике машина пәйҙә булды. Көтөүселәр юл ситенә теҙелеп баҫып, күренеште сикләне. Килеүселәр етер-етмәҫ туҡтап, берәүһенең сығып, ишек асҡанын көттө. Һәр сығыусыны күҙлек аша ентекле күҙәтте Булат. Уға кәрәклеһе икенсе машинаның артҡы ишегенән пәйҙә булды. Фотолағыса, оло сәлләлә, оҙон халатта. Уны шундуҡ уратып торҙолар. Снайпер прицелда йылпылдаусы баштар араһынан үҙенекен тоторға, ысҡындырмаҫҡа тырышты. Ҡаршы алыусылар менән күрешкән һайын елкәһен һыпырҙы ҡунаҡ, башын уң яҡҡа ҡырыныраҡ тотто.
Сәпте эләктерә алмай арманһыҙ булды Булат - йә уны һаҡсылары ышыҡланы, йә тура килгәндә өлгөрә алманы. Шулай мыштырлай торғас, тегеләр ҡапыл-ҡапыл йыйынышып, машиналарына ултырҙы ла ҡуҙғалып та китте. Илай яҙып ҡарап торҙо ла ҡалды снайпер. Хәҙер, хәҙер яйы сығыр, тип көткәйне, ул яй булманы ла ҡуйҙы.
Ҡайтҡас, икеһен дә барыһы алдына баҫтырып ҡуйып, биш ҡатлы итеп һүкте офицер. Кисерелгәндән һаман ҡалтыранып торған егеттәр винтовкаларын һығып ҡосаҡлап ҡатып тороуҙан башҡаға эшкинмәне.
– Ҡурҡаҡтар! Һеҙ – ҡурҡаҡтар! - тине офицер маңлайҙарына бармағын төртөп. – Етлекмәгәндәр! Һеҙҙе бушҡа ашатабыҙ!
Ҡоралдарын тапшырғас, инструктор снайперҙарҙың хатаһын асыҡлау өсөн тикшереү эшен башланы, һәр хәрәкәтте, һәр күргәнде һүрәтләп, һөйләп сыҡтылар. Һығымтала икеһе лә булған мөмкинлеген ҡуллана алмаған, ҡурҡҡан йә мыштырлаған булып сыҡты. Киске аштан һуң янына Ертай килде. Борсолоуҙан йөҙө һурылып киткән байғоштоң.
– Ҡарале, Булат, мин бүренең күҙенә генә атып ала ла ҡуя торғайным. Хатта уҡ менән әллә ҡайҙағы бөркөткә тигеҙгәнем бар, – тигән булды үҙе бер аҙ шым ултырғас.
– Бүре менән бөркөт кеше түгел инде, – Булаттың һаман был хаҡта тылҡырға теләге юҡ.
– Ысын икән. Ышанаһыңмы, бына, ата алманым да ҡуйҙым. Үҙемсә, “был дошман” тип уйлап та ҡарайым – юҡ, булмай.
– Әллә эт өйрәтергә генә күсәйек тә ҡуяйыҡмы? – был уй әле генә башына килде Булаттың.
– Кем күсерә унда һине? Тағы ошондай хәл булһа, былай ҙа мәсхәрә менән берәй яҡҡа оҙатырҙар инде, – Ертай, яҙмышына күнгән хәлдә башын эйеп, китеп барҙы.
Икенсе заданиеға ярты йыл алдараҡ хеҙмәт башлаған Виталий менән күрше ҡалаға алып барып ҡалдырҙылар. Тәжрибәле снайпер уны үҙәк майҙан ситендәге ярым емерек йорт ҡыйығына урынлаштырҙы ла, үҙе икенсе яҡта ышыҡ тапты. Был юлы оҙаҡ көтмәнеләр. Майҙан эргәһендәге ихатаның ҡапҡалары ике яҡҡа шар асылып китте лә, халыҡ ағылып сыға башланы. Туй бара, ахыры. Уртала егет менән ҡыҙ, уларҙы уратып, осоп-ҡунып бейешәләр, шарт та шорт килтереп һауаға аталар, дәррәү сәпәкәйләйҙәр.
Булат “күҙ”ен етеҙ шылдырып, хәтеренә һеңдергән һаҡалтайҙы эҙләй. Был түгел, был түгел, эй, әттәгенәһе, быларҙың ни, барыһы ла тигәндәй һаҡалтай. Туҡта-туҡта, әһә, бына уға кәрәге! Йәштәрҙе ҡосаҡлап-ҡосаҡлап ҡотлай, күрәһең. Яйлап сәпкә индереп алды уны снайпер. Хәҙер ысҡындырмаҫҡа, уңайлы мәлен генә тоторға кәрәк. Хата китһә, төҙәтеп булмаясаҡ. Һаҡалтай кәләштең ҡулдарын тотоп, һаман да нимәлер һөйләй, тегеһе, баш һелкә-һелкә ризалашып тора. Ҡыҙы микән әллә, һуңғы өгөт-нәсихәтен бирәлер. Ошондай уйҙан бөтөнләй ҡыйын булып китте Булатҡа. Тамағына ҡаты төйөр килеп тығылды, көсөргәнештән тубыҡтары ҡалтырай башланы. Хәҙер ҡалтырыу ҡулдарына ла төшөр һәм бынан шылыуҙан башҡа юл ҡалмаясаҡ. Викторға ышаныр ине – уныһы был операцияла ҡаплаусы ғына. Тағы ла килеп сыҡмаһа, ояты ни тора! Бер генә секундҡа күҙҙәрен сытырлатып йомоп асты ла, прицелды объекттың ҡолаҡ тәңгәленә төбәп, күреккә баҫты. Тауыш-тынһыҙ сығып осҡан пуля шул мәлендә тәғәйенләнгәндең ярты башын алып китеп, янындағы кәләштең аҡ күлдәгенә ҡыҙыл буяҡ һирпте. Ҡапыл шау-шыу ҡупты, бер-береһен тапап йүгерештеләр, сыр-сыу ҡысҡырыштылар, этә-төртөшә ҡапҡа эсенә йомолдолар. Бөтөн был мәшхәрҙе һаман прицелдан күҙәтеп, шаңҡып тик ултырҙы Булат. Күпме дауам итер ине икән был хәл, шул мәл Виктор килеп елтерәтмәһә. Ул иптәшенең винтовкаһын тартып алып, үҙен терһәгенән тотоп, алға өҫтөрәне.
– Һин нимә, алйот, хәҙер килеп баҫасаҡтар! Үлемеңде көтөп ултыраһыңмы? Әйҙә, ҡыбырла! Шәберәк!
Ике күләгә таш ҡоймалар, емерек йорттар араһынан ҡаса-боҫа ҡала ситенә елдерҙе. Урамдарҙы сығып бөтөп, йылға буйындағы үҙәктә йәшерелгән машинаға ҡәҙәр саптылар. Килеп еткәс, Виктор яҙа-йоҙа бит-ҡулын сайҙы ла, маскировкаһын сисеп, ябай хәрби формаһын кейҙе һәм һуңғы сабырлығын йыйып, Булатты көтөп тора башланы. Дүрт аяҡлап йөрөп уҡшый, шуның араһында буҫлығып-буҫлығып илай ине тегеһе.

Читайте нас: