Бөтә яңылыҡтар

Ишек артында (фэнтези). Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА

Урам осонан был яҡҡа боролған ҡара пикапты күреү менән ҡото осҡан Рәүиз алан-йолан ҡаранды, йәһәт кенә боҫорға ине лә, ләкин яңы төҙөлөп ятҡан өй, кәртәләп алынмаған ихатала йәшенер, ҡасыр урын юҡ ине.

ru.freepik.com
Фото:ru.freepik.com

Үкенесле уй һыҙып үтте: "Их, нишләп кенә бөгөн бында килдем икән? Берәр аҙна күренмәй торорға булған да бит..." Тик хәҙер һуң, коллекторҙар уны тағы ла бәргесләп аласаҡ. Ипотека, кредит, проценттар... Уй, ул "аңлашыуҙар"! Ҡаҡшатты Бузмый менән Ерән! Эйе, уларға ҡушамат таҡҡан Рәүиз. Өс көн элек ошо ике әзмәүер уны ап-аруҡ ҡына төпәләштереп киткәйне. Хәйер, уға тиклем дә танау аҫтында йоҙроҡ терәгәндәре булды. Шул мәлдәр иҫкә төшөү менән тәне зымбырлап китте.

– Нишләп һаман бурысыңды түләмәйһең, йәнеңде алабыҙ! – тип екерҙе был ике әшнә аҙаҡҡы килгәндәрендә.

– Аҡса табыу менән... – тип инде нисәнсе ҡат ҡабатланы Рәүиз.

– Һо, имеш, аҡса таба! Тәк, иҫкә төшөр, кем булып эшләйһең?

– Мин корректор...

– Нимә! Был беҙҙе мыҫҡыл итәме? Беҙ – коллектор! – тип екерҙе Ерән.

– Корректор тигән һөнәр бар! – Бузмыйы ғилемлерәктер, уныһы шулай тине.

– Нимә менән булыша кор-р-р-ректор?..- тип ышанмағандай һораны Ерән.

– Улмы? – Бузмый Рәүиздең яғаһынан ҡулын ысҡындырҙы, ҡорбанын ситкә этте лә, ауыҙын мыҫҡыллы бәлшәйтте. – Тауыҡ ҡыйлыҡта ем эҙләйме? Былар хәреф сүпләй. Эҙләгән еме – яҙыу хатаһы. Шулаймы, корректор?

– Шу-шу-шу... – тип өҙлөкһөҙ баш ҡаҡты Рәүиз.

Уның күпме эш хаҡы алғанын ишеткәс, Бузмыйҙың ауыҙы йәнә мыҫҡыллы салышайҙы:

– Тимәк, бурысын йөҙ йылдан ғына ҡайтара! Нимә, көтәбеҙме?

– Шуға ла беҙ – тиҙләтеүселәр – бында, – тине Ерән.

Бузмыйҙың йоҙроғо танау аҫтына терәлде.

– Кеше яҙғанды төҙәтеүсе, бурысты ҡасан ҡайтараһың, юҡһа, беҙ бит хәҙер һинең яҙмышыңды "төҙәтәбеҙ"! Һинең яҙмыш – тотош хата!

Ҡайтара алмай шул. Ҡәйнәһе Милана Дауисовна уны төп башына ултыртты. "Һинең вкус юҡ, төҙөлөш материалдарын үҙем һайлайым", – тип бөтөн аҡсаны һыпырып алды. Һәм был яҡҡа юлды онотто. Эйе, Милана Дауисовна баштан уҡ ҡыҙын уға кейәүгә биргеһе килмәгәйне. Диана менән өйләнешкәс тә мөнәсәбәте үҙгәрмәне. Ҡыҙын бик бай кешегә биреү, юғары даирәләрҙә өйөрөлөү тураһында хаялланған ханым университет тамамлап, корректор булып саҡ эшкә урынлашҡан бер хәйерсене Дианаһының үҙ итеүен һис кенә лә аңлай алманы. Тик әсәһенең көнөн-төнөн ҡолаҡ итен сәйнәүе кәләшен дә үҙгәртте, үҙе лә ҡай саҡ әсәһенә оҡшай башланы. Меҫкен кейәүҙең уларға ярарға тырышып, ашығып коттежд һала башлауы – шуның бер ғилләһе. Рәүиз ауылдағы иҫке өйөн һата алды, унан барыбер әллә ни аҡса сыҡманы. Хәйер, тәүге взносҡа таҡы-тоҡо етеп ҡалды... "Төҙөлөш кәрәк-яраҡтарын үҙем хәстәрләйем", тигән ҡәйнә, кейәүенә банк биргән барлыҡ аҡсаны алыу менән, килеп күренмәҫ булды. Дианаһы ла әсәһе һүҙенән сыҡманы, уның янына ҡайтты ла китте: "Йортоңдо һалып бөткәс, килерһең".

Рәүиз Дианаһына шылтырата, тик тегенеһе, ғәҙәтенсә, телефонды алмай. Уның урынына ҡәйнәһе тауыш бирә: "Әйтелде бит, һалып бөт өйөңдө башта, шунан шылтырат! Минең ҡыҙым алтындан да ҡыйбат. Уны һоратыусылар әле лә етерлек..."

* * *

Бына хәҙер Рәүизгә нисек булһа ла йортто төҙөп бөтөргә лә, кәләшен кире ҡайтарырға кәрәк. Яйлап эшкиндерер ине, тик бына коллекторҙар ҡара күләгәһенә әйләнделәр, килә лә баҫалар.

Ана, ҡара пикап урам буйлай. Машина хужаһы – бегемотҡа оҡшаған Бузмыйы уғата яуыз. Рәүиздәр яғында һимеҙ кешене "бузмый", тиҙәр. Ул шулай ҡушамат таҡты төп коллекторға. Бына-бына машина һалынып ятҡан өйө эргәһенә килеп туҡтаясаҡ. Рәүиз иһә уларға күренмәҫ өсөн ер тишегенә инергә әҙер. Һатҡан иҫке өйҙөң ишеге генә стенаға терәүле тора. Ҡомартҡы ишек тип, ташларға йәлләп ошонда алып килеп һөйәгәйне. Яланғас стенаға терәлеп, ҡыуыш яһаған, ләкин ҡыуыштың ике яғы ла асыҡ. Рәүиз бер урында зыр әйләнде. Ҡасырға! Ҡотолоп ҡалырға!

Пикап йорт эргәһенә килеп туҡтаны.

– Теге байғош ялт-йолт итеп күренеп ҡалғайны, әллә тәҙрә аҫтына сүкәйҙе, – тине Ерән.

– Дүрт стена араһында ҡайҙа ҡасһын? Ҡолағынан тотоп бында алып кил, ул әле тулыһынса корректор булып бөтмәгән...

– Аңламаным, нисек булып бөтмәгән?

– Корректировка эшләйбеҙ корректно ғына итеп. Артабан ул текст корректоры түгел, ә тормошоноң корректоры буласаҡ.

Ерән иренен ҡыйшайтып көлдө, шунан ергә төкөргәс, өй яғына атланы. Ә Рәүиз үҙе лә һиҙмәҫтән һөйәлгән ишек артына боҫто. Уға тиклем, нишләптер, өс тапҡыр ишеккә туҡылдатты. Ни хәл итәһең, аптыраған өйрәк күлгә арты менән сума... – Эй, сыҡ, иҫәүән! Аҡылдан яҙҙыңмы әллә? – тине Ерән ишеккә ҡарап.

Яуап биреүсе булманы. Ерән эйелеп "ҡыуыш" эсенә ҡараны. Күҙе аҡайҙы: берәү ҙә юҡсы! Һуң, ул бит корректорҙың ошонда инеп ҡасҡанын үҙ күҙҙәре менән күрҙе! Быныһы ҡалай була?

Хәйер, кисә бер әшнәһенең яңы машинаһын ныҡ йыуғайнылар, баш әле лә зәңкеп тора. Шулай булғас, юҡ нәмә күренһә лә, аптыраҡ түгел... Ул ситкәрәк китеп, йәһәтләп тәмәке тоҡандырҙы. Ныҡ итеп берҙе һурҙы ла, ышанмаған төҫлө иҫке ишеккә ҡараны. Ишек эргәһендә сүкеш ята.

– Ә-ә-ә, минең менән йәшенмәк уйнамаҡсыһыңмы, клоун! Хәҙер тәпәйеңдән һөйрәп сығарам! – Ерән һөйләнә-һөйләнә ишеккә яҡынлашты. – Сыҡ, йәнеңде алмаҫ борон. Уһу, бында ҡараңғы. Мин ҡараңғылыҡты ныҡ яратам, белеп ҡуй! Ҡараңғылыҡ минең дуҫым! Ҡараңғы, рәхәт ҡараңғыла! Күҙҙе быуа торған япма бөркәнеп ултырмайҙыр бит теге хөрәсән? – Ерән һәрмәнеп, ишек артына инеп китте.

Машина эсендә ултырған Бузмый ярҙамсыһын һәм ҡорбанын көтә-көтә хәле бөттө.

– Сволочь, ауыҙынан борлап тора ине. Хәҙер аулаҡта баш төҙәтә, тимәк! Атаңды уҡытмаһаммы! – тип һөйләнә-һөйләнә машинаһынан сыҡты ла өй яғына атланы.

– Эй, һин ҡайҙа?

Яуап биреүсе булманы. Бузмый өйҙө тегеләй ҙә, былай ҙа әйләнеп сыҡты, бер йән эйәһен дә тап итмәне.

– Шайтан алғыры, ҡайҙа олаҡты ярҙамсым? Был ни булды? – Ул оҙаҡ ҡына баҫып торҙо. – Теге етешмәгән корректор менән бер нәмә уйланылармы? Икеһе лә юҡ бит. Ярар, асыҡларбыҙ...

Сығып барған еренән күҙе иҫке ишеккә төштө. Әҙерәк уйланып торғас, тегене күтәреп алды. Иҫкерәк, ну, бара. Иҫке булһа ла ныҡ күренә. Буярға ғына кәрәк. Баҡсаға алып барһа, һатып алыусы табылыр. Арзан малға ҡыҙыҡмаған кеше юҡ. Бузмый ишекте пикабының кузовына һалды ла, ҡуҙғалып китте. Ерән кәрәген аласаҡ әле унан.

...Сүкеш тотҡан Рәүиз өйгә табан атлаған Ерәнде күреү менән, бәләкәй бала шикелле, ишек артына боҫҡанын һиҙмәй ҙә ҡалды. Шунан ҡапыл бер соҡорға төшөп китте. Күҙ асып йомған арала муйындан аҫта тора ине. "Баҙ булғанын белмәнем бит! Баҙҙа ҡасып ҡотолоп булырмы икән? Әллә кире сығырғамы? Юҡ, был ҡотолоу юлы! " Рәүиз аҫҡа табан нисек осҡанын үҙе лә һиҙмәне.

Ир күҙен асҡанда тирә-йүн яп-яҡты ине. Ниндәйҙер йылы нур менән солғап алынғайны ул. Тирә-йүн яҡты, ә ҡояш юҡ. "Мин ҡайҙа? Бында бит бөтөнләй икенсе донъя. Үлеме мин, тереме?" Йөрәге жыу итеп китте, хатта тороп ултырғанын да һиҙмәй ҡалды. Хәҙер кемдәр килер? Рәхмәт фәрештәләреме, әллә уны язалаусылармы? Тәүге һорауҙары нимә булыр? "Ыһ" тип ыңғырашты ул. Бер яҡтан, коллекторҙарҙан туҡмалмай-һыҙланмай ғына китеп барыуы яҡшы. Икенсе яҡтан, Дианаһы уны юғалтып өҙгөләнәсәк. Улар бит яратышып өйләнештеләр. Тик ҡәйнәһе... Юҡ, берәүҙе лә яманларға ярамай, ул хәҙер баҡый донъяла... Банк өйҙө тартып аласаҡ, ҡатынына ул бер нәмә лә ҡалдыра алманы, шуныһы үкенесле. Нишләп берәү ҙә күренмәй? Фәрештәләрҙе көтә-көтә көтөк булынды бит. Әллә был донъяла ла ул япа-яңғыҙымы? Ул тағы тирә-яғына күҙ һалды. Ер аҫтына төшкән һымаҡ ине лә баһа, ләкин бының күге бар. Рәүиздең күҙе даһрайҙы: күк ҡояшһыҙ, барыбер шундай нурлы. Хушландырыр яғымлы нур, эйе, бында ҡояш кәрәкмәй ҙә.

"Ғәләмәт хәлдәр... Мин бер ниндәй ҙә баҙға төшөп китмәгәнмен. Ишек артында... Ишек артында икенсе донъя? Ул ҡалай була инде? Нисек тә берәйһен табырға кәрәк". Рәүиз тирә-яғына ҡарана-ҡарана ары атланы. Һуҡмаҡ, гүйә, зөмрәт япмала. Ә ағастарҙың матурлығы! Япраҡтары алтын төҫөндә, үҙҙәре ем-ем килә. Рәүиз күҙҙәрен ышҡыны. Бына бер мәл япраҡтар бөтәһе лә бер юлы икенсе яғына әйләнде. Уларҙың был яғы фирүзә төҫөндә ине. "Ыста, мин ожмахталыр ул!" Дианаһы менән хушлашыуы ғына мәғәнәһеҙ килеп сыҡты. Шулай ҙа күңелдә үкенес юҡ. Ул тирә-йүндең матурлығына хайран ҡалып атлай бирҙе, сәскәләргә ҡарап күҙе ҡамашты. Ауыҙ тирәһенә эйелеп-һығылып төшкән емештәрҙе тәмләне.

Аҙмы-күпмелер барғас, тәбиғи, бындағы ваҡыт иҫәбен Рәүиз белмәй, бер тауыш ишетелгән һымаҡ булды. Ирҙең ҡолағы ҡарп итеп ҡалды. Эйе, кемдер ыңғырашҡан һымаҡсы... Хәҙер шул яҡҡа боролдо. Ошондай хозурлыҡ эсендә кем ыңғырашырға тейеш? Аҙымын тиҙләтте һәм бер аҙҙан ҡатып ҡалды. Алдында көйәнтәләй кәкерәйеп Ерән ята ине. Һиҫкәнде, әлбиттә. "Мине эҙәрлекләп килеп еткәнме! Иҫән саҡта тайырға кәрәк был тирәнән!" Шулай ҙа ҡурҡыу тиҙ үтте, сөнки үҙенә бында хәүеф янамағанын йәне-тәне менән тоя ине. Йөрәге йәнә ғәйрәт менән тулышты. Рәүиз ыңғырашҡан әҙәмгә яҡыныраҡ килде. Аһ-аһ, арандай ҙур ине бит, нимә булған уға, нишләп бәләкәсәйеп ҡалған? Рәүиз уға табан эйелде, шул саҡ үҙенең ҡулдарына иғтибар итте һәм Ерәндән үҙен күпкә ғәйре икәнен аңғарҙы. Тегегә инде ҡыйыу тауыш менән өндәште.

– Бында нишләп ятыш, коллектор?

– Кем һин, эй, мәрхәмәтле кеше?

"Әллә һуҡырайған?"

– Нимә, танымай башланыңмы?

– Хөрмәтле корректор! Таныным! Таныным тауышыңдан. Ҡәҙерлем, нишләйбеҙ был ҡараңғы зинданда?

– Ҡараңғы? Нимә, алйып бараһыңмы әллә? Донъя нурға сумған! Беҙ Йәннәттә!

– Нисек? – Ерән күҙен ышҡыны. – Сәсрәп кенә киткере, бер нәмә лә күрмәйем. Ҡотҡар мине, изгелекле корректор. Мин тамуҡта!

Рәүиз тынысландырыр өсөн тегенең иңбашына ҡағылды.

– Күрәм! Бына күҙем асылды, – тип ҡысҡырып ебәрҙе Ерән. – Бер ҡағылыуың булды, күҙем асылды! Вәт, әй! Һин яҡтылыҡ! Һин әүлиә!

– Тағы нимә тип һайрамаҡсыһың?

Ерән уны ишетмәне шикелле, тирә-яғын байҡаны, ауыҙы салышайҙы.

– О-о-о-о-о! Был бит... Иҫ киткес! – Ул торған еренән кире ултыра төштө. Күҙҙәрен ышҡыны, битен усланы. Рәүиз Ерәндең алдашмағанын, ысынлап та, әле генә күрә башлауына ышанды, ул иркен тын алды: тимәк, был Рәүиздең донъяһы! Ерән башын сайҡай-сайҡай тағы тороп баҫты һәм хәҙер бәһлеүән Рәүизгә ҡарап шаҡ ҡатты.

– Оһо, мин һине бер байғош тип күрә инем. Һин бит алпамышаның да алпамышаһы! Кисер мин оңҡотто!

– Юхалана башланыңмы? Нимә, үҙең генә мәңге бүгәй булып йөрөрмөн тип уйлағайныңмы? Тормош алмаш килә ул, – тип өҫтәне Рәүиз асыу менән. – Йә, киҙән миңә теге мәлдәге һымаҡ!

– Коллектор булып яңыраҡ ҡына эшләй башланым бит... Нимә ҡушалар, шуны үтәргә тура килә.

– Ярай, биғәйбә, һинең – үҙ юлың, минең – үҙ юлым.

– Ана, мине тағы ҡараңғылыҡ баҫты! Китмә!

Юҡ, сат йәбеште бит был әҙәм. Эйәртмәйенсә сара ҡалманы. Һуҡмаҡ буйлап ары киттеләр. Бер аҙҙан Ерәнгә йән инде:

– Алтын, тотош алтын! – тип ҡысҡырып ебәрҙе. – Алтын япраҡлы ағастар! Ҡайҙа баҡма, хазина!

– Алтын төҫөндә, тигән. Алтын япраҡ була, тиме ни, – тип шелтәләне Рәүиз.

– Мин алтынды таныйым!

Ерән тамам терелде. Ул әле бер, әле икенсе ағасты барып ҡосаҡланы, тубыҡланды, үкерҙе, олоно, бейене...

– Шул тиклем байлығың була тороп, нисек коллекторҙарҙан туҡмаҡ алып йәшәйһең! Бына нимә йәшерелгән ишегең артында! – Ул яман итеп көлөргә тотондо. – Быны тейәп сыҡһаҡ, тотош донъяға хужа булабыҙ!

– Нисек "тейәп"? Урлапмы? Кем һиңә рөхсәт итә?

– Төкөрҙөм мин рөхсәткә! – Ерән әтәсләнеп уға килә башланы. – Күрһәт сығыу юлын! Юҡһа, кәрәгеңде алаһың, корректор!

Был һүҙҙән асыуы сыҡҡан Рәүиз тегегә нисек тондорғанын һиҙмәй ҙә ҡалды, һәм Ерән әллә ҡайҙа түкмәс атып барып төштө. "Мин әллә төш күрәмме? – тип уйланы шул саҡ Рәүиз . – Ҡайҙан миндә бындай көс?" Үҙенә-үҙе аптырап баш сайҡаны ла, ары атланы. Ерән уны шундуҡ ҡыуып етте, йәнә сат йәбеште:

– Бөттө, бөттө, аңланым! Ҡалдырма, мине ҡараңғылыҡ йота!

Был донъяның ҡанундары бөтөнләй икенсе икәнен Рәүиз үҙе лә һиҙә башлағайны. Ҡәйнәһе килеп эләкһә, ошо алтынлыҡҡа, иң бәхетле әҙәмгә әйләнер ине. Шул саҡта, бәлки, Дианаһы менән кейәүен тыныслыҡта ҡалдырыр ине. "Ҡатынды күрергә зар-интизармын, тик муйындан бурысҡа батҡас, бер ҙә ризалата алмайым шул..." Был серле донъяла бөтәһе лә бар: әҙер ризыҡ, саф һауа, иркенлек. Ләкин бик теләһә лә, ул ҡала алмай, юғиһә, бөтөн бурысын ҡатыны түләргә тейеш буласаҡ. Рәүиз быға юл ҡуймаясаҡ! Ҡайтырға! Шул саҡ ҡаршыла алтын баҫҡыс хасил булды. Рәүиз уның ҡайтыу юлы икәнен аңланы.

– Эй, һин ҡайҙа? – тип өндәште Ерән.

Рәүиз яуап бирмәне. Баҫҡыс буйлап үрләне. Шул саҡ Ерән аҫтан яман тауыш менән аҡырырға тотондо:

– Ай-ай, тотош ҡараңғылыҡ ялманы! Туҡта! Ҡалдырма мине! Корректор! Яҙмышым һинең ҡулда! Әүлиәм!

Ник шайтаныма олаҡмайһың? Үҙеңдең күңелеңде яҡтырта белмәгәнгә кем ғәйепле, күпме кеше яҡтылығында йәшәргә була һиңә? Эйе, яҙмышың хәҙер минең ҡулда. Ә ҡасан ғына минең яҙмыш һеҙҙең ҡулда ине!

Ерән уның артынан ташланды. Тик баҫҡысҡа тотоноу менән тегеһе өҙөлдө лә ҡуйҙы.

– Хөрмәтле корректор, туҡта, зинһар! Һин миллион тапҡыр хөрмәтле батыр йән!

"Хамелеон, ниндәй генә төҫкә инмәй был ике йөҙлөләр! Хәҙер алып сыҡһам, ергә аяҡ баҫыу менән мине түпәләргә керешәсәк бит!" – тип нәфрәт менән уйланы Рәүиз. Ул туҡталманы, баҫҡыс буйлап үрләүен белде.

Рәүиз ишек артынан башын һоноп, тирә-яҡты байҡаны һәм аптырап китте. Бәй, был ниндәй ят баҡса? Был мәл Бузмый ишекте машинаһына һөйәп, коллектив баҡсала бер кеше менән ҡыҙыу сауҙалаша ине. Бузмыйҙың тауышын ул әллә ҡайҙан таный, һағая төштө. Ирекһеҙҙән, гәпләшеүселәргә ҡолаҡ һалды. Әле Бузмый ишеккә арты менән тора, уны күрмәй.

– Һинең бындағы өйөңә тап-таман. Күп һорамайым. Биш йөҙ.

"Ҡәһәр төшкөрө нәмә, минең ишеккә "айыу майы" һөрткән бит!"

– Биш йөҙ бара... – Һатып алыусы ишеккә ҡараны, Рәүиздең башын күреп ҡалды ла, ҡашы маңлайына менде.

– Нимә, бире эйәртеп алып килдеңме әллә? Ниндәй баш һерәйгән?

– Һин нимә? – тине Бузмый. Уның тауышын ишетеү менән Рәүиз йәһәт кенә боҫа һалды. Бузмый ишек яғына ҡайырылды. – Күҙеңә нимә күренә башланы? Ярай, ал өс йөҙгә.

Һатып алыусы ҡәнәғәт төҫ менән ишеккә ҡараны. Рәүиздең асыу тулы күҙҙәрен күргәс, төҫө үҙгәреп китте.

– А-а-а-а, ишегең дә, шайтаның да кәрәкмәй! Үҙем өҫтәп бирәм аҡса, бар кит! – Ул ҡул һелтәп ситкә атланы. Бузмый һүгенде:

– Тфү, наркоман, һиңә ваҡыт әрәм иткән мин алйот! Хәҙер күлгә алып барып быраҡтырам был нәмәне. Хәжәте бер тин!

Рәүиз ялп итеп аҫҡа сумғанын һиҙмәй ҙә ҡалды. Ул кире сыға алмай. Сөнки кире сығыу менән бөтәһе лә элеккесә ҡабатланасаҡ. Туҡмаҡ, янау... Бөтәһе лә үҙгәрешһеҙ ҡаласаҡ. Бузмый ишекте машинаһының кузовына һалды. Әле әйткәненсә, ишекте күлгә алып барып ташлаһа? Ул саҡта ергә сығыу юлы бикләнәсәк. Ерән! Бына кем ярҙам итә ала! Рәүиз ул әҙәмде ауыр хәлдә ташлап китте. Үҙе тас ошо ике зобани һымаҡ ҡыланды. Шуның һөҙөмтәһендә үҙенең дә кире сыға алмауы бар... Бер нәмә асыҡланды, Ерәнде тегендә ҡалдырырға ярамай.

– Кире килдеңме, йомшаҡ күңелле корректор! – тип уны ҡосаҡлап алды Ерән. – Зинһар, мине ҡалдыра күрмә!

Икәүләп баҫҡысҡа тотондолар. Ләкин ни ғәжәп, баҫҡыс өҙөлөп ыуалып төштө лә ҡуйҙы. Инде Ерән сәсен йолҡҡосларға кереште.

– Минең арҡала! Минең арҡала һин дә сыға алмайһың! Мин гонаһлы, мин ҡәбәхәт! Ер йотҡоро!

– Беҙ бөтәбеҙ ҙә гонаһлы, – тип мығырланы Рәүиз.

– Ох, мине бөтөнләй белмәйһең бит һин! Мин, хаин, ауырыу ҡатынымды, баламды ташлап киттем. Уларға бер тин аҡса ебәргәнем булманы. Алимент түләмәнем.

– Нисек түләмәнең? – тип шаҡ ҡатты Рәүиз.

– Түләмәйем, тиһәң, төрлө сараһы бар инде уның, юлы күп. Ғәзиз еремә кире сыға алһам, ант итеп әйтәм, бөтөнөһөн түләйем. Түләп бөтәм! – тине Ерән ғәйепле тауыш менән. – Мин ҡатынды ҡурҡыттым. Аҡса һораһа, баланан яҙаһың, ә һинең һөйәгеңде лә тапмаясаҡтар, тинем. Нимә өсөн шул тейешле аҡсаһын ҡыҙғандым? Йә, нимәгә ирештем? Кемгә ҡала малым! Был ҡараңғылыҡтан ҡотола алһам, йыйған аҡсамдың бер өлөшөн хәйриәгә бирәм. Үҙгәрәм. Мине ҡалдырма. Күп нәмәне аңланым. Һүҙһеҙ ҙә аңланым... Был алтын япраҡтар баламдың бер тамсы күҙ йәшенә тормай. "Атай" тип бер әйтеүе мең алтындан ҡыйбат.

Шул саҡ бер алтын япраҡ Рәүиздең усына килеп төштө. Унда яҙыу бар ине. "Беҙ "алтын япраҡ" тип түгел, "васыят япраҡтары", тип аталабыҙ". Япраҡ үҙе кире урынына эленде. Хәҙер Рәүиз телгә килде.

– Минең ишек әле Бузмый ҡулында. Ишекте юҡ итергә ирек ҡуйма, нисек тә унан кире алырға кәрәк.

– Ишек тик һинеке. Уға берәү ҙә ҡул һуҙмаясаҡ! – тип ҡысҡырҙы Ерән. Шул саҡ баҫҡыс хасил булды. Һәм шул мәлдә икенсе япраҡ Рәүиздең усына төшөп ятты: "Һин ашыҡма, юлдашың вәғәҙәһен үтәһен". Был япраҡ кире урынына эленеүгә, өсөнсөһө осоп, Ерәндең иңенә ятты. "Үҙе ҡунды, тимәк, минеке!", тине коллектор. Рәүиз ҡаршы булырға иткәйне, теле көрмәләнде лә ҡуйҙы. Ерән япраҡты ҡуйынына тығыуға, баҫҡыс хасил булды, һәм теге өҫкә үрләп күҙҙән юғалды.

Машинаһын ишек алдына индереп, кабинанан сыҡҡан ыңғайға Бузмыйҙың күҙенә нимәлер салынғандай булды. Йөрөтмән кузовта ҡунаҡлаған Ерәнде күреп, шаҡ ҡатты.

– Шайтан алғыры, һин нисек бында?..

– Аңлатырмын, тик иң башта ишекте урынына апарып ҡуй.

– Конфискация! Бөттө-китте!

– Ишекте...

– Тағын эстеңме?

– Кире алып барырға кәрәк. Мин һүҙ бирҙем.

– Ҡайҙа, кемгә һүҙ бирҙең?

– Тылсымлы донъяла. Уға.

Бузмый хахылдап көлөргә тотондо:

– Айнығырға ваҡыт, алкаш! Бергә эстегеҙме!

– Алып бар.

Бузмый йәһәт кенә ҡулына балта эләктерҙе.

– Хәҙер онтайым был аламаны!

– Туҡта! – Ерән япраҡты кеҫәһенән сығарҙы. – Ә быны ҡайҙан алған тип уйлайһың?

Бузмый уның ҡулынан алтын япраҡты тартып алды, тегеләй ҙә, былай ҙа әйләндерҙе. Йөҙө үҙгәрҙе. Ҡыйбатлы металдың нимә икәнен, кем-кем, ә ул яҡшы белә.

– Ҡайҙан сәлдерҙең? Корректорҙыҡымы?

Ерән уға ҡараған килеш бер нәмә лә өндәшмәне.

– Бахыр Милана Дауисовна! – тине Бузмый ауыҙын ҡыйшайтып.

– Аңламаным, – тине Ерән.

– Кейәүен өшкөртөргә ул ҡотортто мине. Мәүеш, серек ҡул, тине. Шул мәүештән ҡотолмаҡсы ине. Кейәүенең бай икәнен белһә, әле бысраҡ табанын ялап ултырған булыр ине лә бит! – Бузмый яман итеп хахылданы. – Кейәүенең алтын эсендә мыҙырап ятҡанын белмәй, миңә күпме димләне ҡыҙыҡайын. Әйт, ҡайҙа ул? Ҡайҙа корректор? – тип Ерәнгә барып йәбеште.

– Ҡағылма миңә!

– Ҡағылыуҙы белмәйһең әле, себен теймәҫ сер итер!

– Әйтһәм әйтәйем инде, бына һин күҙгә төшкән себен булдың күптәр өсөн...

– Эйе, мин себендең дә себене! Һин урлаған хазина хәҙер минеке, төшөндөңмө? – Бузмый япраҡты ҡуйынына тыҡты, ҡорһағы менән һөҙөп әшнәһенең алдына килеп баҫты, ишеккә ымланы. – Ә был алама һинеке. Бергә – бер.

Ерән ишек тейәлгән машинаға инеп ултырҙы. Юл буйлап елдергәндә үҙенең иркенлеккә сыҡҡанын, азат икәнен аңлап ирәйҙе. Бузмыйҙан ул хәҙер ҡурҡмай. Буйһонмай. Корректорға килгәндә... Ерән уйланды, ул егеткә теге бағстанда бөтөн шарттар бар ҙа баһа. Мәкерле ҡәйнәһе, бер ҡатлы диуана Дианаһы нимәгә кәрәк? Ҡалһын Рәүиз шул тылсымлы донъяла. Ишектә түгел мәсьәлә. Ишеккә Ерән урын табыр, эйе, бәлки, киләсәктә тап уға файҙаһы тейер. Шул урында ирҙең фекер ебе ҡапыл өҙөлдө. Ҡаршыға килгән бер фура пикапҡа еңелсә генә ҡағылып үтеп китте. Һәм машина күҙ эйәрмәҫ тиҙлектә юл аҫтына тәгәрләне. Ерәндең башынан бер генә үкенесле уй һыҙып үтте: "Харап булдым, мин бит тәүбәлә инем!.."

Номеры буйынса тикшереп, пикап хужаһына шылтыраттылар. Бузмый БМВ-һына ултырҙы ла һәләкәт булған ергә елдерҙе. Хәтәр! Юл аҫтында йәмшәйгән, үтекләнгән пикабы ята. Күпме файҙа, табыш килтерҙе ул хужаһына, хәҙер эшкиндерерлек түгел. "Себен теймәҫ сер итер" машина йөрөтә лә белмәй... Юҡ, уға Ерән йәл түгел. Ныҡ ҡазаланған, тинеләр, үлеп-нитеп китһә, алтын япрағын таптырып, темеҫкенләнеп йөрөмәҫ. Бер аҙҙан Бузмыйҙың күҙе ҡаршылағы ағасҡа төштө. Дөрөҫөрәге, олонға барып терәлгән ишеккә. Атаҡ-атаҡ, нисек уға бер нәмә лә булмаған! Әллә ысынлап та берәй тылсымы бармы? Ошо алама өсөн һуғышырға әҙер Ерән йәнә күҙ алдына килеп баҫты. "Ашҡа төшкән себен", имеш. Хужаһы менән нишләп телләшеп маташты, йүнһеҙ? "Эйе, мин себен! Себендең дә себене, шуға ла берәүҙән дә туҡмалған да, еңелгән дә юҡ", – тип һөйләнә-һөйләнә Бузмый ишеккә табан атланы. Берәй йәнселгән урынын эҙләне, тапмағас, аптырап баш сайҡаны. "Эйе, һатырлыҡ булһа, һатып ебәрәм. Тәк, кем мин? Һа, мин себен, мин себен, һәр йөйҙө, шырауҙы тикшереп, асыҡлайым",- тип ҡабатлай-ҡабатлай ишек артына инеп китте. Тикшерҙе, тик кире сыҡманы.

* * *

Аяҡ-ҡулдары бинт менән сырмалған Ерән күҙен асып, саҡ-саҡ телгә килеү менән, ҡатынын саҡырырға ҡушты. Бына эргәһендә күп йылдар элек айырып ебәргән бисәкәйе бошонҡо йөҙ менән ҡарап ултыра. "Нисә тапҡыр янаның, нисә тапҡыр ҡурҡыттың, тик үҙең ялынғас, килдем инде", тигән һүҙҙәр яҙылғайны уның күҙҙәрендә. Ерәндең керпеге селт-селт килде.

– Васыят... Васыятымды әйтәм, Хәлисә. Баҡсамдағы өйҙә сейф бар. Бөтөн аҡса һеҙҙеке. Балабыҙҙыҡы. Бер өлөшөн хәйриә ойошмаһына бир. Мин үлгәс, сауап булыр.

– Тыныслан. Һине үлмәй, тинеләр. Ныҡ тирләп киттең, – тип ҡатыны ҡулъяулыҡ алып тегенең битен һөртөргә кереште.

– Мин илайым. Хәҙер генә япраҡтың нимә икәнен аңланым. Тимәк, теге япраҡта минең васыятнамә түгел.

– Аңламайым, ниндәй япраҡ? Ниндәй васыятнамә?

– Хәлисә, мин тәүбәлә... Шуны белһәң, еткән.

Ул арала Бузмыйҙың сейфына бикләп ҡуйылған алтын япраҡ үҙ рәүешен үҙгәртте. Ул яҙмаһы, мисәте булған ҡағыҙға әйләнде. Бузмыйҙың адвокатына заказлы хат булып килеп төштө. Унда: "Минең менән бер-бер хәл булһа, үлһәм йәки ғәйеп булһам, бөтөн мөлкәтем хәйриә ойошмаһына бүләк итеп бирелә," – тип яҙылған ине.

Кеше рәхәткә тиҙ өйрәнә, тиҙәр бит, бындағы тормошона зарланмай Рәүиз. Тәү күргән нәмә башта мөғжизә һымаҡ күренһә лә, тора-бара күнегелгән күренешкә, тәбиғи әйбергә әйләнә башлай бит ул. Шулай ҙа ирҙең эсен ҡырып торған нәмә бар: "Банктарға үтесем муйындан. Хәләлемдең алҡымынан аласаҡтар, үлгәнсе минең бурысты түләйәсәк". Алтын япраҡтарға оҙаҡ итеп ҡарап торған саҡтары ла бар. Эйе, бер нисәһен һатһаң, бурыс ҡайтарыу ғына түгел, киләсәк быуынын хәстәрләрлек запас тупларға була. Ләкин былар фани донъя емеше түгел. Ер өҫтөндәгеһен ул үҙе табырға тейеш. Шул саҡ бер япраҡ усына килеп ятты: "Беҙ ярҙам итә алабыҙ". Рәүиз моңһоу йылмайып, баш сайҡаны. "Ниндәй теләгең бар? Бурыстарымды ҡайтарырлыҡ аҡсамы?" – тип яҙылды япраҡ битендә. Шул саҡ япраҡтар уның баш осонда әйләнергә тотондо: "Һайла! Һайла!"

– Эйе, бурыслымын, ләкин һеҙгә бармаҡ осо менән дә оронмайым.

Япраҡтар кире үҙ урына барып ҡунды. Шул саҡ бер себен баш осонда өйөрөлөргә кереште. "Бында себен?. Ҡайҙан?" Рәүиз ныҡ аптыраны, башын сайҡаны. Еңелсә генә баш ҡағыуҙы бурандай ҡабул иттеме, себен мәтәлә-мәтәлә әллә ҡайҙа осоп юҡ булды. Рәүиз ауыҙын асып торған арала, бер япраҡ кеҫәһенә инеп йәшенде.

Көтмәгәндә-уйламағанда, баҫҡыс хасил булды. Тимәк, Ерән һүҙендә торған, Бузмыйҙан уның ишеген ала алған! Ҡыуанысы эсенә һыймаған Рәүиз баҫҡысҡа табан ҡулдарын һуҙҙы һәм күҙ асып йомған арала ер өҫтөндә баҫып тора ине. Үҙенең ихатаһына ҡайтырмын тип уйлаған егет ҡайһы ергә килеп сыҡҡанын башта аңлай алмай торҙо. Ни өсөн Ерән ишекте урманда ҡалдырып киткән? Эйе, тылсымлы ишеге ҡайынға һөйәтелгән. Ярай, баш ватырға түгел, иң мөһиме, ул ер өҫтөндә. Ана, ҡояш ҡалай сумарт йылмая! Рәүиз ҡәҙерле йөгөн артмаҡланы ла юлға сыҡты. Оҙаҡламай бер йөк машинаһын туҡтатты. Адресын атап, тейешле хаҡ килешкәс, ҡуҙғалып киттеләр.

Ҡайтып инеү менән Дианаһына шылтыратты. Һуңғы айҙарға кәләше телефонын алмай, һәр саҡ ҡәйнәһе яуап бирә торғайны. "Нимә, үтескә һорамаҡсыһыңмы? Әллә ҡыҙымды алып ҡайтырлыҡ хан һарайы төҙөп ҡуйҙыңмы?" – тип кенә ебәрә Милана Дауисовна. Был юлы ла шулай булыр тип уйлағайны, ләкин Диананың тауышын ишеткәс, ҡыуаныстан бер килке телһеҙ торҙо. Иламһыраған тауыш менән кәләше хәлен һөйләй башланы.

– Әсәйем ҡаты ауырып китте. Операция яһатыр кәрәк. Түләүле, етмәһә. Нимә эшләргә?

– Уйларбыҙ, Дианаҡайым! – тип ҡысҡырып ебәрҙе Рәүиз . – Тыныслан! Мин хәҙер!

– Эй, ҡайҙан инде һин!.. – телефон һүнде.

Рәүиз, ыуаланып, тегеләй-былай ҡаранды. Аҡса кәрәк! Ошо уйҙан хатта йөрәге сәнсеп ҡуйҙы. Шуға ла "тыныслан," тип, үҙенең күкрәк тирәһен һыпырҙы, нишләптер, шул мәл уға кеҫәһе ҡалын һымаҡ күренде. Кеҫәһенән ҡағыҙ аҡсалар килтереп сығарғас, шаҡ ҡатты. Ләкин оҙаҡ уйланырға ваҡыт юҡ ине, Рәүиз кире телефонға йәбеште.

– Дианаҡайым! Күпме кәрәк? – Тейешле сумманы ишеткәс, аҡса һанарға тотондо. – Артығы менән етә! Хәҙер барып етәм, йәнем!

Ҡәйнәһенә операция уңышлы үткәнен ишеткәс, ул өйҙәге ҡалған аҡсаны иҫәпләргә булды. Ҡумтаны асты, шыптырлаҡ ҡағыҙҙарҙы ҡулына алды. Банктан алған сумма ята ине был ҡумтала... Мөғжизә. Хәҙер Рәүиз артыҡ баш ватманы, бурыстарын түләне. Бушаған ҡумтаны быраҡтырырға ғына ҡалды. Ул иркен һулап, ҡумтаны асты һәм телһеҙ ҡалды. Ҡумта эсендә алтын япраҡ ята ине. Рәүиз уға ҡараған килеш баш ҡағып оҙаҡ торҙо. Һауытты кире элекке урынына ҡуйҙы. Шунан хәләленә шылтыратты:

– Ҡайт, был донъя хәҙер һинеке.

Ҡатыны ла бер ни булмағандай кире ҡайтты, тормош көйләнде һымаҡ. Ҡәҙимге донъя көтә башланылар, тик әлегә өйҙөң эсен тултыра алмайҙар. Диана арзан мебелгә ризалашманы. Рәүиздең эш хаҡы әллә ни ҙур түгел шул. Шуға ҡарамаҫтан, иренең бер туҡтауһыҙ "Миңә вариҫ кәрәк", тип тыңҡылдауы ғына аптыратты ҡатынды. Диана элек, өйөң юҡ, тип сәбәп таба ине, хәҙер "Булыр бөтәһе лә үҙ яйы менән, сабыр ит", ти ҙә ҡуя. Бер ҡыуаныс, һауығып сыҡҡан ҡәйнәһе элекке шикелле мыжымай, һирәгерәк килә. Һәм, ғәҙәттә, кейәүе юҡ саҡта килергә тырыша.

Бер мәл Диана ҡояштай балҡып, уның эргәһенә килеп баҫты.

– Был миңәме?

Ҡатыны ҡулында япраҡ һалынған ҡумтаны күргәс, Рәүиз телһеҙ ҡалды.

– Зинһар, ҡағылма... Онот һин уны. Ишеттеңме?

Диананың күҙҙәре шарҙай булды.

– Һин нимә! Бындай хазина берәүҙә лә юҡ. Япраҡ минеке! Ниңә ҡотоң осто? Әйт, улайһа, ҡайҙан алдың? Мин үҙ өлөшөмдө талап итәм, хаҡым бар! – Ире өндәшмәгәс, ҡыҙа башланы. – Ҡайҙан алдың, тием, мыубаш!

– Ишек артынан... – тине Рәүиз ағас ишеккә күрһәтеп. – Ул тылсымлы. Ләкин берәү ҙә белмәһен. Кәрәкмәй.

Ҡатыны уға ышанманы, нәфрәт менән ҡарап тора бирҙе.

– Һин мине күптән алтын-көмөшкә күмергә тейеш инең. Алама ишектең ни ҡыҫылышы бар? Мине мыҫҡыл итеүеңме?

– Иҫкене алыштыр тип әрләй инең, мин уны тимерҙән көпләтәм.

– Нишләп һүҙҙе ситкә бораһың! Был алтын япраҡ минеке! Берәүгә лә бирмәйем.

– Диана, тыныслан. Онот был нәмәне, – Ул ҡумтаны ҡатынының ҡулынан тартып тигәндәй алды ла, кире шкаф эсенә тыҡты, шунан хәләленә боролдо. – Малай табып бир, Диана, миңә вариҫ кәрәк.

– Дауаланам, тинем бит! Булыр бөтәһе лә үҙ яйы менән. Һүҙҙе ситкә борма! Ә алама ишегеңде, ысынлап та, көпләт, кеше килһә, оят!

Рәүиз командировкаға китеү менән Милана Дауисовна килеп төштө. Ҡыҙы һуҙған алтын япраҡты күргәс, бер талай телһеҙ ултырҙы.

– Кейәү бик мәүеш түгел, бай ул, һиҙәм. Тик йәшерә-ә-ә... – тип һуҙҙы. – Бы һынным хазинаны нишләп кулон итеп таҡманың? Эл үңәсеңә, бөтөнөһө күреп шаҡ ҡатһын!

Диана Рәүиз менән булған һөйләшеүҙе әсәһенә түкмәй-сәсмәй еткерҙе. Үҙе бер аҙҙан магазинға сыҡты ла, кире ҡайтып тупһаға баҫыу менән аптырап ҡысҡырып ебәрҙе.

– Әсәй, ҡайҙа булды беҙҙең тышҡы ишек?

– Мин өр-яңы броняле ишеккә заказ бирҙем. Онлайн түләнем, иртәгә килтереп ҡуялар.

– Рәүиз көпләтергә һөйләште бит ул. Бына командировканан ҡайтыу менән эшләтә.

– Аламаны көпләтеп ултырып булмай инде! Ҡарун, күпме байлығын беҙҙән йәшерә. Юҡ, беҙ уны яулаясаҡбыҙ.

– Кемде?

– Хазинаны.

– Ә быны... Был ишекте нисек ысҡындыра алдың? Күгәнен тимер менән йәбештерҙе бит ул. Ун бурҙың да көсө етмәйәсәк, тине.

– Һа, маҡсат булғанда көс табыла, – тине Милана ханым эре генә.

– Белмәйем, оҡшатмаҫ шул... Аламаһын ныҡ һаҡлай торғайны. Ашына төшкән тараҡан була күрмә, әсәй, – тип ҡуйҙы Диана.

– Һа, хыял ҡошон эләктереп, бик бәхетле йәшәй бит әле. Ә уның хыял ҡошон кем үҫтергән? Хәҙер мин, имеш, бөтөн нәмәгә ҡыҫылыусы тараҡан. Тараҡан булһам ни! – Милана Дауисовна тышта һөйәп ҡуйылған ишеккә ымланы. – Тикшереп ҡарайыҡмы әллә?

– Шуның әкиәтенә ышанаһыңмы?

Милана ханым, күҙ ҡырыйы менән ҡарап алды ла, һөйәп ҡуйылған ишек артына сумды:

– Мин тараҡандан кәм түгел! Тикшерәм!

Уның кире сыҡҡанын көтөп торған Диана түҙемһеҙләнеп өндәште.

– Ярай, әсәй, етте, сыҡ. – Ул алтын япраҡты ҡулына алды. Йылмайҙы. – Эйе, мин хыял ҡошо, мин алтын, ишеттеңме, әсәй! – Шунан Милана Дауисовна артынан ҡыуыш эсенә уҡталды. "Тараҡан" да, "хыял ҡошо" ла кире сыҡманылар.

Иртәгәһен оҫталар килде. Ихатала һөйәп ҡуйылған иҫке ишекте күргәс, өлкәне тамаҡ ҡырып ҡуйҙы: "Хужаһы егәрле, алып әҙерләп ҡуйған! Тимәк, яңыһын ҡуйып нығытырға ғына ҡалды." Шунан ярҙамсыһы менән ауыр броня ишекте ҡуйҙылар. Иҫкеһен үҙҙәренең йөк машинаһына ырғыттылар. Бер аҙҙан тимер арба оло юл буйлап елдерҙе.

Оҙаҡламай Рәүиз командировканан ҡайтып төштө. Тимер ишекте күреп, ҡәнәғәтлеге йөҙөнә сыҡты: "Килеп эшләп тә киткәндәр! Ҡалай яҡшы көпләгәндәр. Хәҙер Диана "Иҫке ишекте алыштыр", тип һөйләнмәҫ. Тылсымлы ишегем броня эсендә мәңгегә бикләнде, күңел дә тынысланды". Шул саҡ күҙе өҫтәлдә ултырған ҡумтаға төштө. Рәүиздең йөҙө кинәт ағарҙы, эйәге дерелдәп ҡуйҙы.

Ҡумта асылды. Йорт хужаһы, ирекһеҙҙән, артҡа сигенде. Бына ҡумта эсенән япраҡ осоп сыҡты һәм ирҙең усына төшөп ятты.

– Васыят япрағы, – Рәүиз тамағына тығылған төйөрҙө көс-хәл менән йотто. – Мин һинең ҡасан да булһа усыма ҡунырыңды белә инем. Бары ошо мәлде кисектерергә тырыштым. Шуға ла ҡатыныма, тиҙерәк бала тап, минең вариҫ кәрәк, тип инәлдем. Тик, нишләптер, Дианам һаман һуҙҙы. Инде был йыйған донъя кемгә ҡалырын белмәйем. Хәйер, васыят күптән яҙылғандыр инде. Үкенес, үҙ балама ҡалдырып китә алмайым, япраҡ...

"Бушҡа өмөтләнгәнһең, ҡатының һиңә бала тапмаҫ ине. Уның бындай уйы юҡ ине", – тип яҙылды япраҡ битендә.

– Мин аңлайым, һеҙҙең донъяға рөхсәтһеҙ барып индем. Мин борсоном һеҙҙе!

"Тап һин беҙҙән рөхсәт һораның!"

– Нисек?

"Ишекте шаҡының, һәм беҙ һине индерҙек".

Рәүиз сытырлатып күҙҙәрен йомдо, шунан йәнә ҙур асып, япраҡҡа текләне:

– Васыят япрағы, нимә яҙылған минең васыятта?

"Белмәйем".

– Нисек? – тип ҡабатланы Рәүиз.

"Мин һинеке түгел. Һинең васыят әле яҙылмаған. Мин инде яҙылған васыят. Икенсе кешенеке. Йәғни, уның һиңә яҙған васыяты. Оҙаҡламай ҡулыңа алырһың".

Рәүиздең тәне эҫеле-һыуыҡлы булып китте.

– Яҡындарымдың ғәйебе юҡ! Минең арҡала килеп сыҡты аңлашылмаусанлыҡ!

"Һәр кем үҙе ынтылғанды алды".

– Был бит дөрөҫ түгел!

"Улар үҙ хыялдарына ирештеләр. Ҡабатлайым, васыяттары һиңә килеп ирешер".

– Япраҡ, туҡта!

"Мин ишек артына инергә тейеш. Уның юлы буйлап киттем".

– Ишек? Бына бит ул ишек. Көпләнгән!

"Тылсымлы ишекте берәү ҙә көпләй алғаны юҡ".

Рәүиздең ауыҙы асылды.

– Нисек? Улайһа, ҡайҙа ағас ишек? Ашыҡма! Мин хатаны төҙәтәм! Мин яҡындарымды ҡотҡарам!

Ләкин алтын япраҡ ҡулдан ысҡынды ла, тәгәрәй-тәгәрәй осоп китте. Рәүиз уны күпме генә баҫтырһа ла, ҡыуып етә алманы. Кире әйләнеп килгәс, ир, ярһып, броня ишекте типкесләргә тотондо.

– Ҡайҙа минең ағас ишек? Ҡайҙа? Һин нимәне, кемде һаҡларға тейеш?

Ни саҡлы типһә лә, дөмбәҫләһә лә, броняға барыбер ине.

Читайте нас: