Бөтә яңылыҡтар

Тормошом сәхифәләре. Мотал Рәмов

1984 йылдың көҙө... Ватан алдындағы изге бурысыбыҙҙы үтәп, ике йыл эсендә йән дуҫыма әйләнгән хеҙмәттәшем Зиннур һәм тағы ла унлап егет ҡайтыр юлға сыҡтыҡ.

ru.freepik.com
Фото:ru.freepik.com

Унан алда подразделение буйынса дежурҙа торған мине штабҡа саҡыртып алдылар һәм элемтә бүлеге начальнигына индерҙеләр. Быға ҡәҙәр етди генә булған подполковник мин ишектән инеү менән: “Вольно! Вольно!” – тип урынынан торҙо, ике ҡулын күрешергә һондо... “Бына, иптәш Рәмов, һинең менән дә хушлашыр мәл етте... Ҡайтырға әҙерһеңме?” – командирымдың хәйләкәр йылмайыуына аптырап ҡалдым...

– Нишләп өндәшмәйһең? Ҡайтҡың килмәйме ни? Теләһәң, әйҙә, сроктан тыш хеҙмәткә алып ҡалабыҙ! Һинең ише егеттәргә беҙ һәр ваҡыт шат!.. Дуҫың менән бергә ҡайтыуҙан баш тартмаҫыңды беләбеҙ... әле ул ҡайҙа?” “Ҡарауылда, иптәш подполковник!” “Бар, алып кил минең янға! Автоматын ҡарауыл йортонда ҡалдырырға онотмаһын!” Көтөлмәгән шатлыҡлы хәбәрҙән шаңҡып, ҡыуана-ҡыуана ҡарауыл торған кескәй йортҡа саптым. Зиннур ял итә ине... Тиҙ генә тышҡа сығыуын һораным.

“Ҡайтабыҙ, дуҫ! Автоматыңды ҡалдыр ҙа, йүгерҙек элемтә начальнигына! Хәрби билетың үҙең менәнме?” – йоҡоһонан яңы уянып сыҡҡан дуҫым минең туҡтауһыҙ ләпелдәүемдән, ни әйтергә лә белмәй, аптырап ҡалды.

“Нишләп тик тораһың? Ҡайтабыҙ! Тиҙ генә элемтә начальнигына барырға кәрәк! Автоматыңды ҡалдыр ҙа, киттек, ул көтөп ултыра бит...” Шунан һуң ғына бер аҙ аңына килеп, өҫ-башын төҙәтә башланы, үҙе һаман ышанмай:

“Ысынды һөйләйһеңме ул? Әллә шаяртаһың ғынамы?” “Һине шаяртам, тип посын ташлап киткән, ти берәү...” – Дуҫымды ҡосаҡлап алам һәм штабҡа табан өҫтөрәйем...
Беҙҙе вокзалға тиклем оҙатырға техник дивизиондан бер прапорщик барҙы – бик шаян, эскерһеҙ, хәбәрсел генә егет ине (фамилияһын онотҡанмын). Беҙҙең рота егеттәре күмәкләшеп беҙҙе оҙатырға булдылар һәм, рота командирынан рөхсәт алып, вокзалға бергә төштөләр. Ғәҙәттә, йәш һалдаттарҙы ҡыйырһытып, кәрккән-кәрәкмәгәнгә туҡмап, ҡупайып йөрөгәндәр йәшенеп, ҡасып-боҫоп ҡайталар... Юҡһа, кисәге йәш һалдаттар үҙҙәрен “биҙәп”, фингалдар ҡуйып ҡайтарғылай... Ә беҙҙе, башҡа подразделение дембелдәрен көнләштереп, бер туғандарылай оҙаталар. Шулай ҙа иң ауыры хушлашыу минуттары булғандыр, моғайын... Беҙҙән ярты йыл, бер йыл һуң килгәндәр, ысын күҙ йәштәре менән илап, ҡосаҡтарынан ысҡындырмайҙар... Проводницаларҙың һөрәнен, пассажирҙарҙың ризаһыҙлығын ишетмәйбеҙ ҙә... Поезд ҡуҙғалып киткәс тә, бер призывтағы Сахалин егете Вербняк Аркадий, Каширин Олег, Ҡырымдан Ершов Сергей, Брынцев Сергей, Хабаровскийҙан Крыгин Павел, Татарстандан Маскин Игорь, Ҡаҙағстандан Ҡоланбай һәм тағы ла күп кенә йәш һалдаттар вагондарҙы ҡушлап байтаҡ йүгереп килделәр... Оҙатыусы егеттәр ҙә, беҙ ҙә илайбыҙ. “Төшөп ҡалайыҡ та ҡуяйыҡмы әллә?!” – яурындарыбыҙға ҡулдарыбыҙҙы һалып, тәҙрәгә төбәлгәнбеҙ... Ошо күренеш бик оҙаҡ йылдар хәтерҙән китмәне... Ә оҙатыусы егеттәрҙән Олег Каширин һәм Сергей Ершов менән бер нисә йыл дауамында хаттар алыштыҡ. Аркадий Вербняк, Игорь Маскин менән интернет селтәрендә әле булһа һирәк-һаяҡ хәбәрләшеп алабыҙ...
Йәшлегемдең ике йылын Ҡыҙыл байраҡлы Алыҫ Көнсығыш хәрби округында хәрби хеҙмәткә бағышлап, мең михнәттәр менән тыуған районыма ҡайтып еттем. Беҙҙе, хәрби хеҙмәттән демобилизацияланған һалдаттарҙы Приморье крайының Уссурийск хәрби аэропортынан Ҡаҙағстандың Шымкент ҡалаһына осорҙолар. Алты сәғәттән ашыулыҡ осош ваҡытында һалдаттарға бәләкәй генә стакандар менән минераль һыу ғына эсерҙеләр (пассажирҙар самолетында мотлаҡ ашатып та алырҙар ине...) Шымкентҡа осоуыбыҙҙың сәбәбе – әрме хеҙмәтенән тиҙерәк ҡотолорға теләгән байтаҡ егет, Ҡаҙағыстандағы комсомол-йәштәр төҙөлөшөнә яҙылып, офицерҙар оҙатыуында эшкә баралар ине. Самолетты тултырып ебәреү маҡсатында егермеләп һалдатты ла уларға ҡуштылар. Октябрь аҙағының ҡарлы һалҡынында Уссурийск аэропорты янындағы асыҡ ерҙә ҡар өҫтөнә ҡоролған йәйге палаткаларҙа төн оҙайы буржуйкаға алмашлап ут яғып (ярай әле һәр палатка янына кәрәкмәгән йәшниктәр килтереп ауҙарғандар), туңып үлмәҫлек йылылыҡта таң аттырҙыҡ. Иртән яҡтыра башлағас, теҙелергә команда булды. Палаткаларҙан сыҡҡан беребеҙ тәгәрәп ятып көләбеҙ: шинель-бүректәребеҙ генә түгел, үҙебеҙ ҙә ҡап-ҡара ҡоромға буялып, негрға әйләнгәнбеҙ... Билгә ҡәҙәр сисенеп, ҡар менән йыуынып, өҫ-башыбыҙҙы ла шул уҡ ҡар менән бер аҙ рәткә килтереп алдыҡ. Уңғансы булмай беҙҙе, исемләп саҡырып, сафҡа теҙҙеләр һәм самолетҡа ултырттылар...
Шымкент аэропортында тағы ла сафҡа теҙелдек һәм төҙөлөшкә бармағандарға, хәрби билеттарыбыҙҙы ҡулдарыбыҙға биреп, имен-аман ҡайтып етеүебеҙҙе теләп, беҙгә артабан ирекле ҡайтыу мөмкинлеге бирҙеләр...
Ике йыл бергә хеҙмәт иткән дуҫым – Баймаҡ районының Иҫке Сибай ауылы егете Зиннур Хәлимов һәм Ульяновск егете Андрей менән өсәүләшеп тимер юл вокзалына килдек. Эстә “ас бүреләр” олой... Вокзал тулы кеше, билет кассалары янына үтерлек тә түгел. Сират алып, алмашлап ҡапҡылап алдыҡ. Беҙгә үткенсе Кустанай-Ырымбур поезына ултырырға кәрәк. Әммә яҡын көндәргә билеттар булмай сыҡты. Нимә эшләргә? Килгәс-килгәс, Шымкент менән танышып сығырға була, ҡала буйлап киттек...
Ҡаҙаҡ халҡының ҡунаҡсыллығын, ихласлығын тәүбашлап ошонда күрҙем. Дөрөҫ, әрмелә лә улар менән дуҫ-татыу булдыҡ, дөйә һөтөнән эшләнгән әскелтем генә ҡоротто ла миңә хеҙмәттәш ҡаҙаҡ егеттәре тәмләтте... Ә бында ҡайһы ғына магазинға инмә – сауҙа нөктәһе директоры үҙ кабинетына әйҙүкләй. “Һалдаттар – ил һаҡсылары бит һеҙ! Формала йөрөгәнегеҙҙә беҙҙән ҡәҙер-хөрмәт күреп ҡалығыҙ!” – тип һый-ниғмәттәрен өҫтәлгә теҙәләр... Шымкентта беҙ асығыуҙы оноттоҡ! Майы ағып торған ысын мантыны, ысын ҡаҙаҡ һалмаһын да ошонда ашаныҡ... Рәхмәт ҡунаҡсыл, илгәҙәк ҡаҙаҡ халҡына! 4-5 көн бик һыйлы йөрөнөк... шулай ҙа тиҙерәк ҡайтып етке килә... Билет мәсьәләһе оҙаҡҡа һуҙылғас, бар ҡыйыулығымды йыйып, вокзал начальнигына индем: “Бишенсе көн Ырымбурға билет ала алмайбыҙ, зинһар, ярҙам итегеҙ инде?” – тип үтенәм. Бик аҡыллы, сабыр ғына ҡаҙаҡ ағай мин һөйләгәндәрҙе өндәшмәй генә тыңлап бөттө лә: “Аңлап торам хәлегеҙҙе, улым, беҙҙән ул яҡтарға билеттарҙы көналдын алып бөтәләр шул... – ручкаһы менән бер аҙ өҫтәлен туҡылдатып ултыра биргәс, – бына нимә, энекәш, мин һеҙҙе тауар поезына ултыртып ебәрә алам, дөрөҫөрәге, тауар поезына ике пассажирҙар вагоны тағыла һәр ваҡыт, шуларҙың береһенә нисек тә инеп ултырырға тырышығыҙ. Билеттар юҡ, Арысҡа тиклем алырҙар, моғайын. Ҡыуһалар ҙа төшмәгеҙ! Линия патрулен саҡырһалар, вагондағыларға таянығыҙ – улар һеҙҙе ҡыйырһытырға бирмәҫ. Имен-һау атай-әсәйҙәрегеҙ янына ҡайтып етергә яҙһын! Хәйерле юл һеҙгә!” – ҡуш ҡулын биреп, хушлашып ҡалды изге күңелле ҡаҙаҡ ағай.
Оҙаҡламай, ысынлап та, тауар поезы килде. Ике дөйөм пассажир вагоны ла бар артында. Халыҡ бик күп, этешеп-төртөшөп, беҙ ҙә эскә үттек. Ҡыйыуһыҙ ғына өс һалдат бер һикегә ҡунаҡлағанбыҙ.
–Ҡайҙа юл тотаһығыҙ улым? – Бер ҡаҙаҡ әбейе минән һорашырға тотондо ҡаҙаҡса.
–Мин ҡаҙаҡса аңламайым, русса һөйләгеҙ? – тип яуап ҡайтарам.
–Нуғайһыңмы ни? – ҡаҙаҡ әбей ватып-емереп русса һөйләй башланы. Унан эргәһендәге башҡа ҡаҙаҡ ҡатындарына үҙҙәренсә нимәлер әйтеп алды. – Кемдәрҙеңдер ғәзиз балалары бит һеҙ, уландар... Ас йөрөмәгеҙ, беҙҙең дә улдарыбыҙ бар, улар ҙа һеҙҙең кеүек һалдат булдылар... Бына, бары менән байрам, ҡапҡылап алығыҙ!
Әбей алдыбыҙға ризыҡтар сығарып һалды. Шуны ғына көтөп ултырғандай, башҡа ҡатындар ҙа бәләкәй генә вагон өҫтәленә үҙ тәғәмдәрен килтереп теҙә башланы. Бер нисәүһе күҙҙәренән йәштәрен һөртөп-һөртөп ала, ҡайһылары кеҫәләребеҙгә аҡса тыға.
–Ашағыҙ, балалар, ашағыҙ! Атай-әсәйҙәрегеҙ, туғандарығыҙ янына, тыуған йортоғоҙға имен-аман ҡайтып инергә
яҙһын! – Ҡатындар күмәкләшеп доға ҡылалар...
Шымкентта вокзал начальнигы дөрөҫ әйткән икән: бер ни тиклем ваҡыт үткәс, вагонға тимер юл хеҙмәткәре формаһында өс кеше килеп инде.
–Так, һалдат иптәштәр, билеттарығыҙ бармы? – ҡарлыҡҡан тауышлы берәүһе, һаулыҡ та һорашып тормаҫтан, беҙҙән билеттар таптыра башланы. Өсөбөҙ ҙә ыҡ-мыҡ итеп тик торабыҙ... Шул саҡ баяғы ҡатындарҙың береһе араға инде:
–Ни намыҫың менән һалдаттарға екеренәһең һин, ә? Шәхси поезыңа ултырғандармы ни улар, башта хәлдәрен һораш, улай аҡыллы булғасың!
–Ой-бай, бәйләнергә кешеләр табылды был эшем эйәләренә... Юлығыҙҙа булығыҙ, һалдаттарға ҡағылмағыҙ!
–Аҡса өсөн йәнең инһә, үҙебеҙ күмәкләп түләйбеҙ... Әммә йәш егеттәрҙе ҡыйырһытырға бирмәбеҙ!
Ҡатындар тикшереүселәргә һүҙ әйтергә лә ирек бирмәйҙәр, өтөп алып баралар... Ахырҙа, тегеләр ҡулдарын һелтәп, кире сығып киттеләр. Рәхмәт инде ете ят апайҙарға! Сауаптары насип булһын!

Дауамы бар.

Читайте нас: