Бөтә яңылыҡтар

АНТОНОВКА ЕҪЕ. Повесть. Өсөнсө өлөш. Гүзәл Ситдыҡова

Йыуыныу-сайыныуһыҙ тиерлек толланып, аҙна-ун көн буйы мосафир хәлендә йөрөү ҡыҙҙарҙы тамам киңгәтте, урындағы башҡорттар Зауыт йәки Иҙелбашы тип атаған ҡалаға бетләп, өҫтәре ҡаҡашып, асҡа ҡаҡланып барып төштөләр.

Башта завод бинаһына килтерҙеләр. Проходной тигән урындан ары үткәрмәй генә әйберҙәрен шунда ҡалдыртып, яңы килгәндәрҙе завод ашханаһында туйындырып сығарҙылар ҙа “санитар эшкәртеү” кәрәк тип бөтәһен дә мунсаға  алып киттеләр.

Сәбилә тубығынан түбән төшөп торған ҡалын сәсен юлда йүнле-башлы тағатып, тарай ҙа алмағанлыҡтан, сеймәлгән, етмәһә бетләп киткән. Түҙеп булмаҫлыҡ ҡысыта ине шул. Әсәһе ағастан эшләнгән ваҡ тараҡ һалғайны, итәгенә аҡ яулығын түшәп ҡуйып, үсе ҡанғанса, ҡысытыу бөткәнсе теге ҡанэскес бөжәктәрҙе һыпырып төшөрҙө генә. Юлдаштары ла шулай итте. Артабан дегет еҫе аңҡытҡан һабын менән рәхәтләнеп йыуынып, тәндәре еңеләйеп, мунсаның ингән яғынан түгел, икенсе яҡтағы кейенеү бүлмәһенә сығыуға тотонолған булһа ла таҙа кейем тотторҙолар. Бигерәк тә эстән кейер нәмәләр булыуы һөйөндөрҙө ҡыҙҙарҙы. Йөйҙәренә уҡа кеүек ялтыратып һеркә һалып, мыжғышҡан бетле юл кейемен иһә сисенгәс үк ниндәйҙер һаҫы еҫ аңҡытҡан бүлмәгә ташлағайнылар.

Шулай уҡ кейелгәнлеге күренһә лә ныҡ туҙмаған ботинкалы ла булып алғас, үҙҙәрен күктең етенсе ҡатында итеп тойҙо юлаусылар. Сәфәрҙәрендә күрҙеләр бит инде – ҡаланыҡылар бер ҙә тәрән калуш кейеп йөрөмәй икән. Тик Сәбиләгә яраҡлы 33 размер табылманы, шулай ҙа юғалып ҡалманы ҡыҙыҡай, һөртөнөп ташларға тип бирелгән иҫке-моҫҡо сепрәкте силғау итеп урап кейҙе лә алды.

Автобуста ҡайтып барғанда кинәт кенә ниндәйҙер көслө геүләү ишетелде, һуҙып-һуҙып дауам итте был тауыш. Паровоз һыҙғырыуы тиһәң, ул тотош ҡалаға ишетелерлек итеп шауламай. Ҡыҙҙар һағайып, хәүефләнеп ҡараша башлағас, уларҙы оҙатып йөрөгән Полина Ивановна тигән апайға бының завод гудогы икәнен, сәғәт нисәлә, күпме ҡысҡырғанын аңлатырға тура килде. Заводта өс смена эшләй, ул тамамланғанда гудок бер генә, эш башланғанын белдереп ике тапҡыр ҡысҡыра, ти. Сәғәттәре булмағандарға яйлы икән.

– Иртән ике тапҡыр ҡысҡырғанда уянырға кәрәк, сәғәт ете булыр, – тип иҫкәртергә лә онотманы яғымлы был апай. – Шунан ашханаға алып барырмын, туғыҙҙа дәрестәр башлана.

Сәбилә үҙе ул һөйләгәндәрҙең бик төшөнмәне, әлдә урыҫ ауылында үҫкән Гөләмзә тигән юлдашы башҡортсаға әйләндереп бирҙе.

Ятаҡ тигәне ҡаланың быуа ярындағы тау башында Мокрая Поляна тигән ерендә урынлашҡан ике ҡатлы таш йорт булып сыҡты. Таҡта ҡыртышы ҡағып ҡоймаланған иркен ихата эсендә бер нисә 2-3 ҡатлы бина, шуларҙың береһе ҡыҙҙарға тәғәйенләнгән. Биҫтә бала-сағаһы, үҫмерҙәре, улай ғына ла түгел, хатта яңғыҙ сығырға тура килгәндә ололар ҙа уны әллә ҡайҙан урап уҙа икәнлеген аҙаҡ ишетерҙәр. Сәбиләләрҙе икенсе ҡатҡа саҡырҙылар ҙа, панцирлы дүртәр тимер карауат ҡуйылған ике бүлмә күрһәттеләр. Яҡташтарынан дүрт ҡыҙ юлда ла нисектер уртаҡ тел табып, яҡынайып киткәйне, улар бергә йәшәргә булды. Ҡалғандар күршелә урынлашты.

Ишек яғы мөйөшөндә һулда шкаф ҡуйылған, уның эсендәге кәштәләргә иҫкерәк булһа ла, таҙа йәймәләр, кейем-һалым һалынған булып сыҡты. Оҙатып йөрөгән апай бушлат та бирәсәктәр тигәйне. Сәбилә бигерәк тә түшәмдән тотош бүлмәгә яҡтылыҡ һибеп балҡыған лампочкаға һөйөндө – ауылдағы үҙ тирәһен генә шәйләткән май шәм кеүек төтәмәй ҙә, еҫе лә юҡ. Килеп тороп төндә лә көндөҙгө кеүек, ҡағыҙҙағы һәр хәреф күренә. Выключатель тигән нәмә менән ҡабыҙаһың да, һүндерәһең. Кәрәсин лампаһын өрөп һүндерһәң, әллә күпме төтәп, бүлмәне ыҫлап ултыра әле ул.

Ҡыҙҙар йоҡларға иртәрәк ятырға килеште – ҡаҡшатылған! Сәбилә әллә ниндәй таптар йоғоп бөткән матрасҡа таҙа йәймә түшәп, мендәргә баш терәгәс тә, арыуы етеүгә ҡарамаҫтан, бер аҙ йоҡлай алмай ятты әле: хистәр ҡайнай, ул хәҙер – ҡала ҡыҙы! Ул – ФЗО уҡыусыһы!

* * *

Гудок ике тапҡыр ҡысҡырыуға ҡыҙҙар аяғөҫтө ине инде. Коридорҙың икенсе осондағы туалет бүлмәһендә хәжәт үтәп, йыуынып алырға сират та көтөргә тура килде әле. Әһә, иртәрәк ҡуҙғалырға кәрәк икән. Полина Ивановна шул арала килеп етеп, ҡыҙҙарҙы эргәлә генә урынлашҡан фабрика-завод мәктәбенә алып китте, йәнә күңел ҡайтарғыс һауалы ашханала еҫе шик тыуҙырған балыҡ ашы менән тамаҡ туйҙырып алдылар ҙа, дүрт ҡатлы иркен биналағы уҡыу кабинеттарында илдең төп әйҙәүсе көсө – эшселәр синыфы ҡатламына инеүҙең тәүге аҙымдарын башлап ебәрҙеләр. Эйе, уларға фатиха рәүешле телмәр тотоп, шулай тип аңлаттылар, һеҙ – авангард, тинеләр. Уныһы нимә белдерәлер, хатта Гөләмзә лә айышына сыға алмаған, берәй шәп нәмәлер, моғайын. Сәбиләгә был юлдашын Аллаһы тәғәлә үҙе ебәргәндер, энәгә тағылған еп кеүек эйәреп йөрөп, башҡалар биләгәнсе тиҙ генә уның менән бер партаға бара һалып та ултырҙы. Төпкөл ауылдан тигәс тә, ул тиклем үк мәмәй ауыҙ түгел дә.

Дәрестәр тамамланғас, ҡыҙҙар өймәкләшеп йәйәү генә ҡала күрергә сыҡтылар. Ҡала тиһәң дә, ятаҡ урынлашҡан биҫтә тау итәгендә бер-береһенә һырығышҡан шәхси ағас йорттарҙан да, бер ҡатлы оҙон барактарҙан хасил тиерлек. Революцияға тиклем үк ҡара эшселәр нигеҙләгән Түбәнге Биҫтә тигән яғы икән. Ҡырсын түшәлгән тар ғына урамдар, һыйыр мөңрәгән, сусҡа мырҡылдаған, әтәс ҡысҡырған тауыштар ҙа ишетелә. Һәр йорттоң ихата эсе ҡыйыҡлы бейек ҡапҡа менән йәшерелгән, аҙбар артында оҙон ыҙандарға ултыртылған картуф һабаҡтарынан, ауылын хәтерләтеп, үткер еҫ килә. Бында ла әле бәрәңге сығарылмаған икән. Яҫы япраҡтар менән тирәсләнгән ҙур йәшкелт туп кеүек үҫемлек кәбеҫтә тип атала имеш, ашханала бирелгән әсе ашты шунан бешерәләр, ти.

Тау үңере көҙгө кеүек ҡояшты сағылтып, йәйрәп ятҡан Иҙел быуаһына барып теркәлә. Йылға инеше ошо тарафтарҙа баш ала, шуға әллә ни ҡеүәтләнеп өлгөрмәгән, завод өсөн кәрәк булғанға быуып, диңгеҙ һынлым итеп ҡуйғандар. Предприятие үҙе, идаралығы йылғаның уң ярында урынлашҡан, цехтар, домна мейестәре, тимер рудаһы ташыған паровоз тауыштары ҡалаға йән биреп күңелле геүләп, йәшәү сығанағы булып хеҙмәт итә лә шул.

Быуаның аръяғында ағас йорттар был яҡтағы кеүек тырым-тырағай түгел, төҙөк урамдар булып урынлашҡан, тау үренә табан таҫма-таҫма булып теҙелеп киткән; 3-4 ҡатлы биналар урта тошта урын алып, ҡала үҙәген хасил итә. Баштан уҡ завод түрәләре, хәллеләр йәшәгән ул яғы Үрге Биҫтә тип атала икән, завод идаралығы яғынан плотина күпере аша ярҙан менеп еткән ерҙә, үҙәк урамда, йыуан торба кеүек түңәрәкләтеп, һигеҙ ҡырлы итеп һалынған бейек һыу һурҙырғыс ҡыҙыл башня әллә ҡайҙан шәйләнә.

* * *

Ҡыҙҙарҙы, әлбиттә, завод менән генә таныштырҙылар, ҡала тарихы иһә улар өсөн ҡараңғы булып ҡалды. 179 000 дисәтинә тәшкил иткән был ерҙәр Белорет заводы өсөн үҙ заманында урындағы башҡорттарҙан 300 һумға ғына һатып алынған булғанын һөйләүсе табылманы. Гөләмзә генә бындағы урыҫтарҙың һөйләше бер-береһенән айырылғанына иғтибар итеп, аптырап та ҡуйғайны. Ҡала янындағы Ломовканыҡылар урыҫтарҙың әҙәби һөйләшендә “А”-ға тартым итеп әйтелгән өндәрҙе ауыҙҙарын ослайтып ҡына “О” менән генә һалдыралар, уларҙы үҙҙәре кеүек үк “лОмОвскиЯ” тип мәрәкәләүсәндәр. Бер мастерҙары шул ҡасабанан ине. Икенсеһе Әүжәндән. Уныһының инде “Ч” урынына “Щ” тип һөйләүе Гөләмзәгә мәҙәк тойолдо. Етмәһә, ижектәрҙе көйләңкерәп һуҙып ебәрә! “А щёёё, ты щёёё”, – тип ҡушамат таҡтылар уға ҡыҙҙар. Ҡағыныҡыларҙы иһә: “Мой-то Ванькя без буханьки у деляньку не пойдееть”, – тип үртәүсәндәр. Заводта бергә эшләһәләр ҙә айырымыраҡ йөрөйҙәр, башҡалар менән ултырып ашамайҙар, кемдер һауыт-фәлән һораһа-нитһә, йә бирмәйҙәр, йә кире алғас күҙ алдында сүп һауытына ырғыталар. Был хәлгә аптыраған ҡыҙҙарға, “улар-староверҙар”, тип аңлаттылар. Уныһы нимә булалыр, төбөнә төшә алманылар.

Бөрйән районыныҡыларҙың юлы шул яҡтан үтә бит, ҡышҡыһын төнләтә уларҙың ауылында ҡалмаҫҡа, арыраҡҡы Әүжәнгә барып етергә тырышалар икән, сөнки тәүгеләрендә туңып үлһәң дә бер кем ҡапҡа асмаясаҡ тигән һүҙ таралған. Әүжән, Үҙән урыҫтары башҡортҡа алсаҡ, мөнәсәбәттәре яҡшы, ти.

Һөйләш, холоҡ-фиғел айырмаларының сәбәбе – уларҙың сығышында, заводсылар заманында эшсе көс итеп Новгород, Пенза, Рязань губерналарынан урыҫ крәҫтиәндәрен күсереп алып килгән булған.

Милләттәштәр араһында ла ҡушаматлылар бар икән әле, ҡалаға яҡын урынлашҡан Әзекәй ауылыныҡыларҙы “күнтәй” тип йөрөткәндәре билдәле булды. Үҙҙәре ләҡәп исемгә үпкәләмәйҙәр тағы, йылмая ла ҡуялар.

Гөләмзә бындайҙы соҡонмай ғына үткәрәме ни, төбәшеп-төпсөнөп, уныһы ла ҡала тарихы менән бәйле икәнлеген асыҡлаған. Заводсылар әзекәйҙәрҙән, имеш, үгеҙ тиреһендәй генә ер һатыуҙы һораған да, үҙҙәре килтергән мал араһынан иң эре бер нисә үгеҙҙе тотоп һуйҙырырға ҡушҡан. Итен шунда уҡ уларға таратып биреп: "Беҙгә ошо тиреләр ҙурлыҡ ҡына ер кәрәк", – тигәндәр.

Завод хужалары ул тире-күнде нәҙек кенә еп итеп, телгеләтәләр. Шул ептәр менән ерҙе үлсәп ҡараһалар, ауыл ере тотош завод хужалары файҙаһына ҡала булып сыға. Күндәй генә ерҙе ҡыйбатҡа һатабыҙ икән тип әзекәйҙәр ныҡ алдана, ерҙәрен ташлап сығып китергә мәжбүр була. Ә ырыуҙаштары “күнтәй” тигән ҡушамат менән был ваҡиғаны быуаттар дауамында онотмаҫлыҡ итеп мөһөрләп ҡуя.

Ҡала-а-а... Сәбиләгә ятаҡ бүлмәһенән ус төбөндә кеүек күренеп ятҡан ундағы бөтә нәмә: заводтың индустриаль пейзаж (уның шулай аталғанын ҡыҙ белмәй ине әле) төшөрөлгән плакаттарҙағылай бейек торбаһынан һуҙылып сыҡҡан төтөнө, быуаның ике яғынан теҙелеп киткән, тәҙрәләренә матур ҡапҡастар ҡуйылған төҙөк йорттар, тау түбәнендәрәк урынлашҡан балалар баҡсаһы майҙансығында кескәйҙәрҙең мәж килеп уйнауы, бер ярҙан икенсе ярға йөрөп ятҡан автобустар, ҡыҫҡаһы барыһы ла уның өсөн яңы, барыһы ла оҡшай, хатта хлорка еҫе аңҡытҡан һыуы ла тәмле кеүек. Көйәнтәләп ташырға кәрәкмәй – крандан шишмә кеүек ағып тора, мейес яғаһы ла түгел. Йәйәү йөрөмәҫкә лә мөмкин.

Тик барыбер үҙенең утһыҙ, юлһыҙ, элемтәһеҙ ауылын, унан да бигерәк әсәһе менән кескәй туғандарын үлеп һағынып өлгөрҙө инде. Әсәкәй генәһе урмандан ҡоро-һары ботаҡтар ташып, ҡышҡылыҡҡа әҙерләнәлер, ун йәшлек һеңлеһе Сәхиә менән һуғыш башланған йылы донъяға килгән энекәше Сәғитйән дә төптән егелеп ярҙам итәлер. Сәбиләләр утын етмәгәндән мейес эргәһенә тиҙ генә гөлпөлдәп янып бөтөп, ололар әйтмешләй, уҫырыҡ йылыһы ла биреп өлгөрмәгән һаламды көнөнә әллә нисә тапҡыр күп итеп бороп һалып ҡуялар, ҡышын кескәйҙәрҙең көнө шуның менән мәж килеп үтә ине. Сәбилә киткәс, ул тартҡан йөк бөтәһенең елкәһенә төшә инде.

Бер һыйырға ғына ҡарап көн итәләр, уныһының ағы астан үлмәҫлек кенә, недоимка булмаһын тип балаларҙың ауыҙынан өҙөп дәүләткә тапшырыла. Һуғыш барған йылдары ҡыштарын әсәһе иртәнсәк берәр генә балғалаҡ аҡбалсыҡты ҡайнаған һыуҙа иҙеп, һөткә ҡушып эсерә ине. Бәлки шуғалыр ҙа балалары асыҡһа ла бик сир-сорға бирешеп барманы, ашҡаҙандарын да шулай алданылар. Орлоҡтары һарыҡ артынан ҡалған йомроҡастарҙан саҡ ҡына эрерәк ине, шулай ҙа быйыл бәрәңге арыу булыр һымаҡ тойола, ямғырҙар туҡтамай, сереп кенә ҡуймаһын. Колхоз эштәренән бушамай, ул өйҙә саҡта алып өлгөрмәнеләр.

Үҙе бында, күңеле барыбер ауылда. Ағастың да бит сатыры ер өҫтөндә, тамырҙары – тупраҡта, ҡыҙҙы ла ауыллығы ғүмер буйы оҙатып барасаҡ әле.

Бына шулай зарығып, сабырлыҡтары бөтөрҙәй сағында ҡыҙға көтмәгәндә күңел йыуанысы табылды.

Мокрая Полянала ФЗУ ятаҡтарының “ышпаналар ояһы” тигән яманаты сыҡҡайны, бергә уҡыған егет ҡорона инеп барған үҫмерҙәр бәлки биҫтәнекеләр менән һыйышмағандыр, мәгәр ятаҡтағы ҡыҙҙарҙы ҡыйырһытманы. Ҡыҙ бер көн ҡар яуғас ятаҡ ҡоймаһының тар ғына таҡтаһы һынып хасил булған, һыйһа бәләкәй бала ғына һыйырлыҡ тишеккә иғтибар итте. Унан ысынлап та кескәй генә аяҡ эҙҙәре сыбарлап барып, ҡойманың икенсе яғындағы шундай уҡ тишектән сығып китә. Ҙурыраҡтарҙан йөрьәте етеп уларҙың ихатаһы аша кем йөрөһөн инде. Сәбилә ҡыҙыҡһынып китте, эҙҙәрҙең хужаһын көтәүелләп йөрөй башланы, тик уныһы осраманы ла торҙо бит. Иртән мәктәпкә бүтәндәрҙән алдараҡ сыҡҡайны, таҡта ярығынан брезент ҡата кейҙерелгән быйма, уға эйәреп ямаулы көпө еңе, артмаҡлы сумка, артынса иҫке генә бүрекле баш күренде, шунан ғына бәләкәс малай тотош кәүҙәһе менән килеп сыҡты ла маңҡалы танау осона хәтлем төшкән баш кейемен төҙәтеп, Сәбиләгә ҡарап ҡатып ҡалды. Еңе менән танауын һөртөп алғас, ҡыҙҙан күҙ яҙҙырмай һағайып, ҡырын баҫып ҡына урап үтә башланы. Тас энекәше Сәғитйән инде – уныҡы кеүек үк оҙон ҡара керпектәр менән ҡаймаланған йәшкелт-һоро ҙур күҙҙәр, ҡыйылып торған ҡуйы ҡара ҡаштар, күперенке иренле бәләкәй генә ауыҙ. Ҡыҙ бала тип торорһоң. Тотоп тупылдатып ҡына һөйәһе! Һүҙ ҡушмай түҙмәне:

– Исемең кем, малай?

– Әйтмәйем.

– Ниңә

– Буш.

– Ҡайҙа бараһың?

– Мәктәпкә.

– Нисәнсе мәктәпкә?

– Әйтмәйем.

Йүгереп сығып та китте. Ҡурҡытты ахыры баланы. Икенсе юлы тағы осраны ул. Был юлы малай үҙен ҡыйыуыраҡ тотто. Сәбиләгә күптәнге танышындай ҡарап, янынан ҡыйыу ғына үтеп китте. Йәнә бер нисә тап булышҡас, ҡыҙ уны энекәшендәй күреп һағынып көтөп ала башланы, дуҫлашып та киттеләр. Тимер юл станцияһы янында, тимәк 2-3 саҡрым алыҫлыҡта йәшәйҙәр икән, мәктәпкә тау аша йөрөгән Ғимал юлды шулай ҡыҫҡарта, баҡһаң. Күмәктәр икән, 9 бала, ти. Ҡыйыу, ҡара һин уны, беренселә генә уҡыһа ла, бер үҙе йөрөй. ФЗУ-ның “ышпана” уҡыусылары ла уны бер ҙә ҡыйырһытҡаны тойолманы. Бәлки, уларға ла кескәй генә был малай үҙ туғандарын хәтерләткәндер. Хәйер, ул замандың хулиган һаналған үҫмерҙәрендә лә “намыҫ ҡануны” тигән тәртип йәшәй ине бит.

Сәбилә ауыҙынан өҙөп бишинйә-фәлән, һирәкләп эләккән кәнфиттәрҙе кеҫәһендә һаҡлап, уға тоттора алһа, үҙе ашағандан да былай һөйөнөп йөрөй. Шулай “ҡусты” табып алып, күңелен баҫты ҡыҙ. 

* * *

Сәбиләне сым һуҙыусылар төркөмөнә яҙғайнылар, иртәгәһенә заводҡа, цехты күрһәтергә экскурсияға алып киттеләр. Ундағы тауыштан башта бөтәһе лә шаңҡып ҡалды. Мастер тигән кеше “О” өнөнә һуҡтырып ниҙелер ҡысҡырып һөйләй, тик тел белмәгән Сәбилә түгел, хатта Гөләмзә лә ярты һүҙен аңламаған. Ҡайтҡас, бер талай ҡолағы шаулап, башы ауыртып алды. Ҡыҙыҡ, бер нисә айҙан практика үтә башлағас, улар был гөрһөлдәүҙе түгел, хатта кем нимә әйткәнен айырым асыҡ ишетергә өйрәнеп китте.

Бик ҙур ангар эсендә станоктар теҙелеп киткән, уларға икенсе цехтан йыуан сым уралған барабандар килтерәләр. Сым һуҙыусыларҙың бурысы – волока тигән ҡорамалға беркетеп, уларҙы кәрәкле нәҙеклеккә еткәнсе фильер тигән күҙәү аша үткәреү. Ана шунан килеп сыҡҡан да инде һөнәрҙең урыҫса атамаһы – волочильщик. Һүҙҙәрҙе аңламаһа ла зирәк ҡыҙҙың күҙе үткер: теге йыуан сымдың станокҡа индерелергә тейешле осон башта пресс тигән нәмәлә төрлө яғынан ҡыҫҡылап нәҙегәйтеп алалар: нәҡ энәгә еп һаплаған ише лә баһа. Артабан иләгәндә йөндө тарта-тарта нәҙегәйткән кеүек, сымды күҙәүҙән-күҙәүгә һаплап индерә барып, хатта сәстән нескәрәк булып килеп сыға икән! Әҙер сым яңынан барабанға урала. Ҡарап тороу еңел дә ул, ә ауыр барабандарҙы ҡуҙғатып йөрөтөү, саҡ ҡына ла иғтибарҙы юғалтмай, сым осон кәрәкле дәүмәл ҡыҫҡысына етеҙ генә индереп ебәреүгә, өҙөлөп киткәнендә йөй ҡалдырмай беркетеүгә лә көс, сослоҡ кәрәк, етмәһә, еңел шыуһын өсөн һабынлы шыйыҡса аша үткәреү зарур. Шуға ла цех эсендә зәһәр һелте еҫе тынды ҡура. Кемдер хатта сөскөрә, тыны ҡыҫыла башланы. Был һөнәргә яраҡһыҙ, тимәк.

Практикаға йөрөй башлағас, тубырсыҡтай ғына буйлы, русса йүнләп аңламаған Сәбилә бирелгән йөкләмәһен башҡаларҙан алда уҡ үтәп, сымдарҙы бик сыбалтмай ғына үткәреп барыһын да аптыратты. Ул инде тәүге экскурсия көнө үк технология тигән нәмәне аңлап алғайнысы, нимә тип айҙар буйы уҡытып маташалар икән! Имеш, теорияһын белергә кәрәк. Юлайҡан өйрәнергә була лаһа. Атайһыҙ өйҙә бәләкәйҙән ауыр эштәргә егелгән ҡыҙ бала хатта кәбән дә һалыша ине әле ул, тик буйға мантымаған. Сымы өҙөлөп, “восьмёрка” йә тулҡынлы булып сығып, илар сиккә еткән саҡтары булһа ла, оҫтарғандан-оҫтара барҙы.

Эш ауыр – тиҙ үк елкәһенә тейеп, түҙмәй ҡасып китеүселәр ҙә табылды. Аяғына барабан төшөп, бер ҡыҙ хатта операцияға эләкте. Эштә имгәнгән тип һаналмаһын өсөн практикантты йыумалап-йүпәләп икенсе төрлө һөйләргә өгөтләгәндәр, ауыл балаһы ни белә инде, мастеры ҡушҡанса һүрәтләгән. Үҫмер баланың зәғифләнеүе өсөн цехта берәү ҙә язаһын алманы, ә ул ғәрип ҡалып, бер ярҙамһыҙ, ауылына ҡайтып китте. Быныһын да аҙаҡ ҡына аңланы ҡыҙ.

Сәбилә ҡыл өҙгөһөҙ булып арып, саҡ ҡайтып йығылһа ла, әсәһенең хушлашҡандағы һүҙҙәре ныҡлыҡ биреп торҙо. Ә ҡасҡандарҙы тотоп төрмәгә ултырттылар. Закон буйынса бер йылға тиклем иректән мәхрүм итергә мөмкин. Ә унда ултырыуҙың хурлығы! Ҡата башындай ғына ҡыҙҙың сабырлығы, намыҫсанлығы, егәрлелеге үҙенән оло – һағыныуына, арыуына ла тешен ҡыҫып түҙә. Ауыр бушлаттарына саҡ көсө етеп, хәлһеҙ булып ҡайтып йығылалар – таң менән тағы эшкә. Ҡыш еткәс, тау башындағы ятаҡтан ҡар өҫтөнән шыуып ҡына төшәләр, яҙғыһын да ул иртәнге яҡта иреп өлгөрмәй күтәртә, – балалыҡтан сығып та бөтмәгәндәр бит әле, икенсенән, көс һаҡлайҙар, йәнәһе.

Гөләмзә бер көн мастер менән эләгешеп, енләнеп ҡайтты ла, ҡасам тип әхирәтенә сер тиште. Морон төбө лә кибеп бөтмәгән, күбеһе телде йүнләп белмәгән ауыл балаларына әҙ генә кәмселек өсөн дә йөн йотторорға ғына торған йөҙө ҡара Ван Ваныч тигән теге “мужик”, уның брак ебәргәнен күреп, инәһенән һалдырып әшәке итеп һүгенгән, етмәһә, "тупая апайка” тигән. Матына ла түҙер ине, шул ике һүҙенән ныҡ ғәрләнгән ҡыҙ. Ғөмүмән, биләрәт урыҫтары башҡорт, татар ҡатындарын “апайка” тип атарға күнеккән. Был һүҙҙең ни тиклем ауыр ҡабул ителеүе уларҙың башына ла инеп сыҡмай. Гөләмзә лә, тел белә бит, яуапһыҙ ҡалмаған...

Ауыр аҡыллы Сәбилә уны бүлдермәй генә тыңлап бөткәс:

– Ҡасып, ҡайҙа бараһың, юл алыҫ, барыбер эләгерһең. Ашарыңа ла, поезға ла аҡса кәрәк, – тип уны тынысландырырлыҡ дәлилдәр килтерергә тырышты. – Тотоп ултыртып ҡуйырҙар, ишерһең ишәк сумарын, йәш кенә көйө “төрөмшик” тигән исем менән ҡайҙа барып һыйырһың?!

– Учалы районында туғаныбыҙ бар беҙҙең, унда йәйәү ҙә барып етәм мин.

– Кеше өҫтөндә барыбер оҙаҡ йәшәй алмаҫһың, унан ФЗО кейеме менән килеп төшкән ниндәйҙер ят ҡыҙҙы күрше-күлән күрмәҫ тиһеңме? Шунан алдың байыңды!

Әхирәте һыуына төштө, тик түбәнһетелеүен һис кисерә алмай өҙгөләнде.

– Әйҙә, Полина Ивановна менән һөйләшәйек, ул бит беҙҙе гел яҡлашып ҡына йөрөй.

Ул хаҡлы булып сыҡты, апай ҡыҙҙы йыуатып ҡына ҡалманы, педколлективта ла һүҙ булған, ахыры, башҡаса мастерҙарҙан һүгенеү һүҙҙәре лә, “апайка” тигәндәре лә ишетелмәне.

 

* * *

Сәбиләнең ауылдағы иң яратҡан шөғөлө ойоҡ энәһе менән бәйләү булды, хатта һыуға барғанда ла ҡул эшен ҡалдырмай, яй ғына сөрләп ағып ятҡан алыҫ Аҡшишмәнән кире әйләнгәнсе бәйләме өс-дүрт иле өҫтәлеп өлгөргән булыр ине. Бер көн ятаҡҡа аяғы аяҡҡа саҡ эйәреп арманһыҙланып ҡайтып ингәнендә, ишек төбөнә һаҡҡан вахтер әбейҙең ойоҡбаш бәйләп ултырғанын күреп, шып туҡтаны, хатта арыуы онотолоп киткән кеүек булып, тәмле нәмә көҫәгәндәй, ҡылҡынып уҡ ҡуйҙы. Әбей уның ҡуҙғалып китмәй торғанын күргәс, бәйләмен ситкәрәк ҡуйып:

– Берәй нәмә кәрәкме әллә? – тип һораны.

– Юҡ, мин дә бәйләргә яратам. Рөхсәт итһәгеҙ... – артабан нисек әйтергә белмәй, бәйләм яғына ымланы.

Әбей йылмайып, уға ҡул эшен һондо ла:

– Тик күҙен ысҡындырып ҡуйма, – тип иҫкәртте.

Ысҡындыра буламы һуң инде! Ҡулына тылсымлы энәләр килеп эләгеү менән, бар донъяһын онотоп бәйләргә тотондо ла китте, әйтерһең нескә генә бармаҡтары көнө буйы ауыр сым һапламаған, талмаған. Энәләргә күҙ эйәрмәй, сылт-сылт итеп кенә ҡала, танһығын ҡандыра алмай, уйнай. Әбей, ул Нина Михайловна исемле икән, бындай оҫталыҡты көтмәгәйне, шул арала бер иле үк бәйләп ташлаған ҡыҙға:

– Балаҡай, бар, бөгөн ял ит, мин һиңә иртәгә энә менән йөн еп килтерермен, әйҙә, күпме теләйһең, бәйлә, – тип һөйөндөрҙө.

Һүҙен тотто әбей, аҡсаһын да һораманы, Сәбилә күңеле булғансы бәйләп, үҙенә яңы ойоҡбаш бөтөрҙө, әбейҙең дә эштәрен ыратышты. Ул арала был шәп һөнәрен белеп ҡалып, хатта башҡа бүлмәләрҙән заказ бирә башланылар. Ҡыҙ башта хаҡ алырға тартынһа ла, Нина Михайловнаның, һаҡланты тупларға кәрәк, эсеңде тишмәҫ, тигән кәңәше менән килеште. Урламаһындар өсөн әбей уның монаятын үҙендә тотто. Арыу ғына йыйылғас, ҡыҙ әсәһенә аҡса ла ебәрә алды әле. Ә бер мәл Ғимал мәктәптә бейәләйен юғалтып ҡайтҡан да, әсәһенә әйтергә шөрләп, ҡып-ҡыҙыл булып өшөгән ҡулдарын кеҫәһенә тығып йөрөй башлағанын күргәс, тиҙ генә әбекәй биргән йөндән бейәләй бәйләй һалып та бирҙе әле. Баланың шатлығын әйтеп аңлатырлыҡ та түгел ине.

Дауамы бар.

Читайте нас: