Бөтә яңылыҡтар

АНТОНОВКА ЕҪЕ. Повесть. Икенсе өлөш. Гүзәл Ситдыҡова

Уңарсы булмай, ҡасҡындар тураһында ла һүҙҙәр ишетелгеләп ҡалды. Имеш, егерме саҡрымдағы теге урыҫ ауылынан берәү ҡасып ҡайтҡан.

Аталарының ызнакумы Фидкә дәдәй булып сыҡҡан ул, район үҙәгенә баҙарға барғанда шунда туҡтап, сәй эсеп китәләр ине. Баһадир кәүҙәле, өй һалғанда ниргәгә бер үҙе бер бүрәнәне күтәреп һала тиҙәр ине, ҡара һин уны, ҡуян йөрәкле булып сыҡҡан! Мәктәптә балаларға һалдаттарҙың ҡаһарманлығы, фашистар мотлаҡ еңеләсәге тураһында һөйләйҙәр, һатлыҡ йәндәрҙе, дезертирҙарҙы ҡарғайҙар. Әгәр ҡасҡындар бер-бер ауылға килеп сыҡһа, кисектермәй кәнсәләргә хәбәр итергә ҡушалар.

Бер көн кисләтеп әсәһе кескәнтәйе Сәхиәне мунсала ҡалған таҫтамалды алып ҡайтырға ебәрҙе. Бала оҙаҡлап киткәс, барып мунса алды ишеген асып ебәреүгә иҫһеҙ ятҡан ҡыҙын күреп, үҙе ауып китә яҙҙы. Таҫтамал ҡайғыһымы, көтөлмәгән хәлдән албырғап, сабыйын нисек күтәреп алып ҡайтҡанын да иҫләмәй. Ҡыҙыҡайға мунса ене ҡағылғандыр тип, өшкөртөп тә ҡараны, мәгәр уныһы һушына килмәй бер нисә көн тәне ҡыҙышып, һаташып ятты әле. Хәле арыуланғас ҡына ул мунсала нимә күргәнен һөйләй алды: ишекте асып ебәреүгә сысҡан күҙендәй генә тәҙрәнән төшкән яҡтылыҡта ләүкәнән битен йөн баҫҡан иләмһеҙ ҙур шүрәле башын ҡалҡытыуы күҙенә салынған да, иҫтән яҙып йығылған. Ул “шүрәле”нең Фидкә дәдәй булғанын һуңғараҡ, ул тотолғас ҡына, аңланылар. Баҡһаң, ир йәйгеһен башҡорт ауылындағы ышаныслы һанаған белештәренең мунсаларында, һарай баштарында боҫоп ятҡан, күрһәләр ҙә, тотоп бирмәҫтәренә иҫәп тотҡан.

Өйөндә эләктергәндәр уны. Башлы ла инде үҙе – баҙ аҫтында мейес нигеҙе тәңгәлен кирбес менән дауам итеп, инеп йәшенерлек боҫҡон әтмәләгән, уныһының бер ҡабырғаһы ишек кеүек асылған.

Өйөн тентергә килһәләр, шунда ултырып ҡалған. Тик береһендә ишектең еткерә ябылмағанын абайлап ҡалалалар ҙа, танымаһындар өсөн һаҡал-мыйығын ҡырмай йөрөгән “шүрәлене” баҙҙан һөйрәп сығаралар. Ҡатыны иренең тотолғанын күреп, шунда уҡ йөрәге ярылып йығыла. Ҡыҙын иһә, ҡасҡын атаһын йәшереп тотошоуҙа ғәйепләп, 2 йылға төрмәгә ултырталар.

Ә мәктәптә дезертирҙы “ул дошмандан да яманыраҡ, сөнки үҙ илен, ғаиләһен яҡлау урынына, яугир антын боҙған, Ҡыҙыл Армияның намыҫына тап төшөргән”, тип ҡәһәрләп, балалар, ата-әсәләр менән йыйылыштар үткәргәндәр.

Ҡыш көнө иһә Фәйзелғаян абзыҡайҙары ун һигеҙе тулыр-тулмаҫтан һуғышҡа алынды. Һәнәк һабы артына ла йәшенә алырлыҡ асҡаҡ кәүҙәле, ҡом елек кенә егет ауырлыҡтарҙы күтәрә алмаҫ, имен ҡайтмаҫ инде, тип ҡалғайны әбей-һәбей. Әсәһе лә кинйәкәй, иркә генә энекәшен йәлләп бер булды.

Теге әзмәүерҙәй кәүҙәле, өйҙә – батыр, яуҙа бахыр булып сыҡҡан Фидкә дәдәйҙең ҡасып ҡайтҡан мәле ине. Тотолмай оҙаҡ ҡына йөрөп ташлағас, ауыл кешеләре араһында яман күренеш таралып китер тип, мәктәптә лә, клубта ла бер-бер артлы дезертирҙарҙы ҡайыҙлаған йыйылыштар йышайҙы. Фидкә дәдәйҙең тотолоуында ла бер хикмәте бар ине – ауылдаштарынан кемдер күреп ҡалып, хәбәр еткергән тигән һүҙҙәр ҙә йөрөнө. Ҡатыны ирен алып киткәнде кисерә алмай шунда уҡ йән биреп, ҡыҙын да ултыртып ҡуйғастар, активистар тынсайып ҡалғайны ла ул.

Һуғыш әллә ҡайҙа, улар күрмәгән-белмәгән яҡтарҙа ҡан ҡойҙортһа ла, ипкене килеп етеп тора, бурандар ҙа ыжғырыраҡ, көндәре лә һалҡыныраҡ, болото ла түбәнерәк йөрөгән кеүек, ауылдан ҡот ҡаса барыуын күреп йөрөй үҫмер генә Сәбилә лә. Әле бер, әле икенсе йортҡа ҡара хәбәр килә, хат ташыусының сумкаһынан һөйөндөрөрлөк ҡағыҙ өсмөйөштәр ҙә йыш сыҡмай, айҙар буйы ҡош телендәй ҙә сәләм ала алмай һарғайыша һалдатлы йорттағылар. Аслыҡтан күтәртешкән ҡатын-ҡыҙ, бала-сағаның ҡар көрәрҙәй хәле лә ҡалмай, урамдан ҡапҡа эстәренә сысҡан йырғандай тар ғына һуҡмаҡтар инеп китә. Көслө зат ҡулдары теймәгәнлеге әллә ҡайҙан күҙгә ташлана.

Яңғыҙ ғына энекәшенән киткәне бирле хат булмағас, Сәбиләнең әсәһе ла хат ташыусы урамда күренеү менән тәҙрәгә ҡаплана ла, тегеһе улар яғына боролоп та ҡарамай үтеп китһә, бошонҡо ғына төҫтә бер аҙ ултырып ала, тик балаларына күңел төшөнкөлөгөн күрһәтмәҫкә тырыша. Ә бер көн яр аҫтынан яу сығарып, Фәйзелғаян һуғыштан ҡасҡан, тигән хәбәр ҙә килеп етеште. Шул сәғәтендә үк мәктәптә директор Сәлимә менән Сәбиләне саҡырып алып, абзыҡайығыҙ килеп сыға-нитә ҡалһа, саҡ ҡына ла кисектермәй кәнсәләргә хәбәр итегеҙ, тип иҫкәртеп ҡайтарҙы. Әсәһе менән дә һөйләшеү үткәргәндәр. Әгәр хәбәр итмәһәгеҙ, төрмә, тигәндәр. Мәктәптә уҡытыусы апай совет власына ҡаршы яманлыҡ эшләгән атаһын ҡулға алдыртҡан герой пионер Павлик Морозов тураһында, апалы-һеңлеле яғына мәғәнәле ҡараш ташлай-ташлай, тәрбиә сәғәте үткәрҙе. Бына бит, ил дошманы булғас, хатта атаһын власть ҡулына тапшыртҡан!

Әммә көн артынан көн үтә бирҙе, абзыҡайҙары күренмәне.

...Ауылда кәрәсинде бик һаҡлап ҡына тотоналар, ҡышҡы кистәрҙә ҡатын-ҡыҙ алмашлап берәйһенә йыйылып, ҡул эштәре менән була, бер-береһенең ҡайғыһын уртаҡлаша, шунда инде бөтә хәбәрҙе ишетеп, партком секретары әйтмешләй, “политзанятие” ла үтеп ҡайталар. Уныһын ауылдың күҙ-ҡолаҡ активистары “үҙ кеше” булып ҡына һөйләшеп, башҡара.

Бер кисте әсәләре башлаған бәйләмдәрен тотоп сираттағы күршеһенә юлланды, өйҙә иһә балалар һүнеп барған мейестең ҡапҡасы аҫтындағы көлдөксә күмере яҡтыһында ғына ултырып ҡалды. Сәлимә иң оло апай булғас, үҙен әсәһенең урынбаҫары итеп тота, кескәйҙәрҙе мауыҡтырып йоҡларға ятҡырып, улар яратҡан, нисә һөйләһәң дә ялҡмай тыңлаған “йомро-йомро йомғағым” тип әкиәтен башлап ебәрҙе. Әкиәте ялҡытмаҫ шул, һәр юлы хәлдәр икенселәнә тора, йомғаҡ бөтөнләй элек тәгәрәмәгән яҡтарға барып сыға, хатта Гитлерҙың үҙенең өйөнә инеп китеп, уны сырмап һалып ҡуя ла беҙҙең һалдаттар яғына тәгәрәп килеп юл күрһәтә. Был юлы ул ете диңгеҙ аръяғына, Һиндостан тигән илгә барып етеп, шырлыҡтан юлбарыҫ килеп кенә сыҡҡанда ҡапыл ҡапҡа асылып ябылғаны ишетелде, әсәләре ҡайтып киләлер тип бошмай ғына яталар ине әле, өй ишеге асылып китеп, һалҡын һауа эйәртеп, ап-аҡ һалдат тиртуны, тире ҡолаҡсын кейеп алған кеше килеп инде. Ҡараңғылы-яҡтылыла ҡыҙҙар башта уны таныманы, хатта ҡурҡып, сайылдап ебәрҙеләр, Сәғитйән шарылдап иларға тотондо.

– Шауламағыҙ, сеү, сеү, – тип тауыш бирҙе ингән кеше. – Был мин, Фәйзелғаян абзыйығыҙ.

Ҡыҙҙарға тағы ла ҡурҡынысыраҡ булып китте, был минутта ул яҡын туған түгел, ә илен һатҡан ҡурҡыныс өрәк кеүек күренде.

Сәлимә шунда уҡ үҙен ҡулға алды:

– Абзыҡай, әсәйем ултырмаға китте, хәҙер әйтеп киләм, – тип хатта аяғына ла кеймәгән килеш, ойоҡсан көйө, бишмәтен генә эләктереп сығып та йүгерҙе. Урамдың икенсе осондағы әсәһен саҡырып сығарып хәлде әйтә һалды ла, уға ҡайҙа барырын аңлатыу ҡайҙа, кәнсәләр яғына элдерҙе. Хәҙер килеп етеп, абзыҡайы өсөн әсәһен төрмәгә алып китеүҙәренән ҡурҡышынан ул һыуыҡты ла, табаны ҡарҙа һыҙырылып ятып ҡалыуын да һиҙмәне.

Кәнсәләрҙә төндә лә сиратлап нәүбәттә ултыралар ине, ауылдан дезертир булғас, көн дә һағауылдарҙы әҙер тотҡандарҙыр инде, әсәһе күршеләренән өйөнә ҡайтып етеп, энекәшен ҡосаҡлап ҡына алғанда, кашауайға тейәлеп, өйгә фонарь тотҡан ҡораллы кешеләр килеп тә тулды. Ҡулдары артҡа ҡайырып бәйләнгән Фәйзелғаян абзыйының ҡобараһы осоп, йөҙө ҡарҙай ап-аҡ булды, мөлдөрәгән ҡарашын берсә апаһына, берсә һеңлеләренә ташлап, рәнйегән төҫ менән сығып китте.

Һуғыш тамамланғансы энекәшенән бер ниндәй хәбәр-хәтер булмағас, әсәһе бик көйөндө, тик ҡыҙына ла асыуланманы, уны төрмәнән, үҙҙәрен үкһеҙлектән аяп, ағаһын тоттороп ебәрҙе бит. Бер үҙҙәре генә ҡалһа, балаҡайҙары яңғыҙҙары нишләр ине.

Сәлимәне инде һуғыш бөткәс, тормош яйлана башларына өмөт уянғас, бесән сапҡанда йылан саҡты. Өйҙә ир заты булмағас, бар ауыр эш әсәһенә лә, әле быуындары ла ҡатмаған олораҡ ике ҡыҙы иңенә төштө. Күтәремләп, күбәне лә үҙҙәре һуға ине бит ҡыҙҙар. Сабынлыҡтың эргәһенән кескәй генә йылға ағып үтә, бакуйҙарҙың тап һыуға яҡын осонда йыландар ҡояш ҡурыуынан йәшенеп ятыусан, шуға ул яҡтан кипкән үләнде тарта башлағансы тырма менән алыҫтан ғына һуҡҡылап алалар ине. Бакуйҙы тәгәрәтеп килтереп, тапай ғына башлағанда бесән араһынан ҡара йылан килеп сығып, апаһының балтырын саҡты, урта тоштараҡ ятҡан булғандыр инде. Ауыл йыраҡ, аты ла юҡ бит, исмаһам. Ҡанын һығып сығарып та, йыуып та ҡаранылар, нишләргә лә белмәй, әсәһе менән күрше сабынлыҡҡа йүгереп барып, ат табып килгәнсе ҡыҙыҡайҙың танауынан ҡан китеп, ныҡ итеп шешенеп, быуыла башлағайны инде.

Күрше бабай ҙа яраны ҡарап, ике генә теш эҙен күргәс, көйөнөп китте, тимәк, атаһы саҡҡан, ә уларҙың ағыуы үлемесле була икән. Был хәлдә нисек ярҙам итергә белмәй:

– Йылан йыраҡҡа китмәгәндер, саҡҡас, йылғаға төшөүсән улар. Табып үлтерһәң, сағылған кеше тере ҡала тип әйтәләр, – тип эҙләһә лә, таба алманы.

Ҡыҙҙы арбаға һалып, саҡҡан йыланды арбай белә тип ишетелгән имсе әбейгә барып өлгөрөргә атты аҡ күбеккә батырып ҡыуып сығып киттеләр. Имеш, йылан тейешле доғаларға буйһоноп, үҙе уның алдына шыуып килә лә, әбей ҡулындағы сыбыҡты һыртына тейҙереүе генә була, мәхлүҡ ҡорһағы ярылып китеп әйләнеп төшә, сағылған кеше бермә-бер төҙәлеп китә, ти. Тик өлгөрмәнеләр.

Үҙҙәренең йәнен һурып алып уға һалырҙай булып өҙгөләнгән әсәһе менән һеңлеһенең күҙ алдында йән бирҙе балаҡай.

Был фажиғәнән һуң, абзыҡайының ҡарғышы төшкән, тип имеш-мимеш таратыусы ла табылды. Икенсегә сағыуы булды инде балаҡайҙы кеше һынындағы йыландың. Кемдер иһә әллә мыҫҡыл һалып, әллә ысынлап та совет власына мөкиббән бирелеп, пионер-геройға һоҡланыу тойғоһонан Сәлимәгә “Павлик Морозов” тигән ҡушамат та тағып ҡуйҙы.

Теге саҡ Фәйзелғаянды бәйләп кәнсәләргә килтергәс, һорау алғанда, “апайым исмаһаҡайым сәй ҙә эсермәй, тоттороп ебәрҙе”, – тип илаған имеш, ти. Бәлки, шулай ҙа булғандыр. Тик яза ҡарары сығарып, абзыйын штраф батальонына ебәргәстәр, ул тәүге яу тотҡанда уҡ сирҡаныс алып, ҡурҡыуын еңеп сыҡҡас, һәүетемсә ҡыйыу һалдатҡа әүерелгән. Ә уларҙы, белеүебеҙсә, иң ауыр урындарға йүнәлткәндәр. Бер алышта Фәйзелғаян капитан дәрәжәһендәге яраланған командирын ут эсенән алып сыға, һәм шунан һуң уның юллауы буйынса штраф батальонынан азат ителә. Батырлыҡтары өсөн миҙалдар, хатта III дәрәжә Дан ордены менән бүләкләнеп, Берлинғаса барып етә, тик уны яулғанда янында снаряд шартлап, тәне теткеләнә, аяғының һөйәге сәрпәкләнә.

Бик оҙаҡ төрлө госпиталдәрҙә ятып, яраһы уңалып бөтмәгән көйө һалдат ауылға, апаһына ҡайтып төштө. Юҡ, рәнйемәгән ул туғандарына, үҙен генә ғәйепле һанап, бары оялышынан хат яҙмаған, ғәрләнәләрҙер тип уйлаған. Сәлимә генә ағаһын ҡаршы алып, ғәфү ителеүен ишетеп өлгөрмәй, яҡты донъянан киткән ине инде. Ауыр хәбәрҙе ишеткәс, күпме үлемдәр күргән Фәйзелғаян абзыҡайы һеңлекәшен йәлләп үкһеп илап алды, яман хәбәр таратҡандарын ишетеп, нәфрәтләнде.

Ай самаһы ваҡыт үткәс, командирынан фото һалынған хат килеп төштө. Уның менән бәйләнеште өҙмәй, хатлашып торғандар икән. Ҡотҡарыусыһының госпиталгә эләккәнен белгәс, ул, инде майор дәрәжәһендә, килеп хәл белешеп киткән. Иҫтәлеккә икәү төшкән фотоны күргәс, туғандары үҙенән бер башҡа оҙон ҡалын ғына кәүҙәле командирҙы сибек кенә Фәйзелғаяндың арҡаһына йөкмәп нисек шыуышып алып сыҡҡанына хайран ҡалдылар. Хәйер, апаһы бер үҙе тирмән ташын күтәрә алған ҡатын бит әле, ҡарама беләккә, ҡара йөрәккә, ти.

Һалдаттың аяғындағы яра ғына уңалмай бер булды, аҡ балсыҡтың да нишләптер бик ярҙамы һиҙелмәне. Имсе әбей шунда, һинең дауаң яныңда йөрөй бит, Сәғитйәндән һейҙерт, тип кәңәш биргән. Уныһы ҡыҫталған һайын йүгереп килеп, ағаһының аяғын “дауаларға” тотондо. Күпмелер шулай шифалап маташҡас, яра ҡортлап сыҡты. Быны күреп, бошаманға төшкән егеткә имсе, ит себене ҡорттары улар, сәләмәт итеңә теймәй бар серегеңде ашап бөтөрә, былай булғас яраң уңала, тигән. Ысынлап та, яраһы бөтәште, тик аяғы ҡыҫҡараҡ булып ҡалды егеттең.

Баҡыйлыҡҡа күскәнсе, йәшлектәге йомшаҡлығы иҫенә төшкән һайын, ярай Сәлимә ваҡытында хәбәр иткән, ҡасып йөрөп, күпме бәләгә тарыр инем, бәлки донъяла ла булмаҫ инем, ә хәҙер хөрмәтле кешемен, тип рәхмәттәрен уҡыр булды.

Мәктәптәрҙә элеккесә уҡытыусылар етешмәй, яраһы уңалыу менән ете класс ҡына белемле Фәйзелғаянды йылға ашаһындағы күрше ауыл мәктәбенә эшкә ебәрҙеләр, шунан башланды ла инде уның уңышҡа юлы. Үҙе лә киске мәктәптә уҡып урта белем алып, ситтән тороп педагогия институтын да тамамлап сыҡты. Абруйлы уҡытыусы булып танылып, бер нисә йыл район үҙәгендәге урта мәктәп директоры булып эшләне. Пенсияға сыҡҡанда атҡаҙанған уҡытыусы исеме алып, Өфөлә уҡыта ине инде. Унда ла тәжрибәле белгесте эшенән шунда уҡ бушатманылар әле, тиҫтә йыллап балаларға белем биреүен дауам итте.

 

* * *

Эйе, яу юлдары үтеп, олпатланып ҡайтҡан Фәйзелғаян ғына түгел, һуғыш ваҡытында уҡытыусы ағайҙар тотош яуға ебәрелгәс, хатта 7 класс ҡына бөткән үҫмер егеттәр уҡыта башланы шул. Уҡыу әсбаптары, ҡағыҙ етмәй, ручка-ҡәләмдәр юҡ, күмер, сөгөлдөр һыуы менән яҙып бер булдылар. Имән япрағында хасил булған бәләкәй генә тупсыҡтарҙан уҡытыусылар ҡыҙыл ҡара эшләп ала. Бар – барынса, юҡ хәленсә инде.

Төпкөл ауылдағы мейестәр үҙҙәре һуҡҡан кирбестән һалына ине, улар һатыуҙағы ҡыҙыл кирбестән ҡайтыш, бик йылы биреп бармай. Сәбиләләрҙең дә аласыҡтағы мейес кирбестәре ярылып сыҡҡас, мәктәптән ҡалып һорап алып тороп, шулай уҡ үҙҙәренә кирбес һуғырға тура килде. Ярлауҙан көйәнтәләп ҡыҙыл балсыҡ ташып алдылар, уны ялғашҡа һалып, ат тиҙәген ваҡлап, ҡом ҡушып, һағыҙланғансы яланаяҡлап тапанылар, береһендә быяла эләгеп, ҡыҙҙың аяғын ҡыйып ебәрҙе. Барыбер ташлап ҡуйманы, һаман үҙләндергәнсе баҫыуын дауам итте. Ғәжәпкә күрә яраһы ла тиҙ генә төҙәлдесе. Балсыҡ үҙләнеп тығыҙланғас ҡалыпҡа әҙләп һала барып, эсендә саҡ ҡына ла бушлыҡ ҡалдырмаҫҡа тырышып әллә күпме туҡманылар. Унан инде ярылдырмай ғына дөрөҫ итеп киптерергә ҡалды.

Утын күп китә тип, уны ла самалап яғалар. Мәктәптең һалҡын бүлмәләрендә юлда туңып өлгөргән ҡара ла иремәй, бала-саға яҙға тиклем көпөһен сисмәй генә ултыра, өшөгән бармаҡтары яҙғанда ҡарыша. Дәрестәрҙе яҡты ваҡытта ғына үткәрәләр, кәрәсин әҙ, бик һаҡлап тотоналар. Май шәмгә лә ҡытлыҡ.

1943 йылдың ҡышҡы ныҡ һалҡын көнөндә мәктәптә ҡыҙыу яғылған мейестән ут сыҡты. Янғын хеҙмәте бармы әле, аяғына баҫҡан, түшенән шыуған һәр кем өйөндә булған һыуҙы килтерә һалып, тиҙ үк төбөнә төшә башлаған ҡойоларҙан силәктәрҙе ҡулдан-ҡулға  тапшырып, ҡар  һибеп маташты ла, ут ялҡындары уларҙы төкөрөктәй ҙә күрмәй, ялмап ҡына алып йотоп тик торҙо. Һыу етмәүлек! Нисек һүндерергә тырышһалар ҙа торонбаштар ғына ятып ҡалды. Ялҡын ләүкеүен ҡыҙыҡ күреп аяҡ араһында буталанып йөрөгән, уҡыуға бик барымы булмаған малай-шалай, хәҙер иртә уянырға, мәктәпкә йөрөргә кәрәкмәй тип әй һөйөндө. Тик иртәнсәгенә үк уларҙы мәктәпкә ебәрҙеләр – бронь менән ҡалып эшләп йөрөгән ағайҙар, үҫмер комсомолдар, ауылдың активистары таң атҡансы клубта парта һымаҡ итеп таҡталарҙан эскәмйә, өҫтәл эшләп тә ҡуйған. Елғыуарҙарҙың шатлығы оҙаҡҡа булманы шул.

Ауылдың активистары тигәс, улар һуғыш ваҡытында ла халыҡтың күңелен күтәрергә тырышты, һис шикһеҙ еңәбеҙ тип, дошман Мәскәү янына килеп еткәс тә әле халыҡты өмөтһөҙлөккә бирелдермәҫкә тырышты.

Ә инде дошмандың билен һындырып, капитуляцияға ҡул ҡуйҙыртыу тураһында шатлыҡлы хәбәр килеп етеү менән әүҙемселәр клубҡа халыҡты йыйып, матур концерт ҡуйҙы. Клуб тигәне манараһы ауҙарып төшөрөлгән ҙур булмаған мәсет инде, мөнбәре торған яҡҡа сәхнә эшләп ҡуйғандар, ул ярайһы тар, шуға күрә күмәк бейеүҙәрҙе лә залға йығылып төшә яҙып башҡаралар. Фашистың өңөнә барып еткәс, ана-бына баш һалырҙары билдәле бит инде, алдан әҙерләнеп йөрөгәндәр. Ирҙәр ролен уйнарлыҡ кеше тапмағас, ҡыҙҙар үҙҙәре танау аҫтына ҡором менән мыйыҡ һыҙған булып, һуғыштағы атай-ағаларының пинжәк-салбарын кейеп, тауышты ҡалындан сығарырға тырышып спектакль дә ҡуйҙылар. Үҙешмәкәрлеккә үҫмер малайҙарҙы ылыҡтыра башланылар.

Бер мәл “Ғәлиәбаныу” спектаклен уйнарға булып киттеләр. Хәлил роленә, ни саранан бисара, әҙәпһеҙ тигән даны сыҡһа ла Сәбиләләрҙең күршеһе Ҡәүиҙе саҡырҙылар. Уныһы инәлтергә уйлап та ҡараманы, һәләк ҡыйыу, килештереп уйнап алды ла китте бит. Гармунда ла ап-арыу уҡ уйнай белә, тауышы ла моңло икән. Тамашаны сәхнәгә сығарғансы уҡ репетицияларға уны ҡарарға йөрөй башланылар. Тик спектакль үҙе сәхнәгә сығарылған көндө генә көтөлмәгәнсә тамамланып ҡуйҙы.

Бына Хәлилде көнсөл бай улы атып йыҡты, барыһы ла ах итеп уның тирәһенә йыйыла башлағанда ғына “мәрхүм”дең ҡатлы-ҡатлынан һүгенеп ебәргән әсе тауышы яңғыраны:

– Әлем-әлеем! Ҡулды иҙҙегеҙ бит, фәлән-фәләндәр (аҡҡа төшөрөп булмаҫлыҡ һүҙбәйләнеш).

Илай ғына башлаған тамашасылар барыһы ла тәҙрәләрҙе зыңғылдатҡансы йығылып ятып көлгәйнеләр...

* * *

Ауыл ныҡ миктәгәйне – ҡышына уҡ яуыз дошманды үҙ ояһында дөмөктөрәбеҙ тип үҙ теләге менән киткән комсомол яугирҙәрҙең күбеһе һуғыштың тәүге йылында уҡ башын һалды йәки яраланып, имгәнеп, ҡайһыһы аяҡһыҙ, ҡайһыһы ҡулһыҙ, йә ҡара таҫма менән күҙен бәйләп ҡайтып төштө. Дүрт йыл дауамында әле бер, әле икенсе өйҙән бер нисә балалыларҙан тыш ун һигеҙе тулыр-тулмаҫтан һалдат артмағы аҫып, ауыл ҡапҡаһынан сығып китеп торҙолар, тик кире ҡайтып уны асып инеүселәре генә күпкә әҙ булып сыҡты. Был йылдарҙа колхоз тормошоноң бар ҡыйынлығы тиерлек – аслыҡ, яланғаслыҡ, ауыр эш – ана шул ғәрип-ғөрәбә, ҡарт-ҡоро менән ҡатын-ҡыҙ, йәш ҡурпылай ҡалҡып ҡына килгән бала-саға, үҫмерҙәр иңенә ятты.

Етем төҫө ингән Аҡбалсыҡ осо һуғыш тамамланыуға ике йыл уҙһа ла һаман иҫенә килеп бөтә алмай. Унан һуғышҡа 27 кеше киткәйне, шуларҙың барлығы етәүһе генә әйләнеп ҡайтты. Ҡайһы берҙәренең дүртәр-бишәр балаһы етем ҡалды. Ә әсәләре үҙҙәре ас булғанда ла бер балаһын да балалар йортона бирмәне. Бер өй эсенән атайлы-уллы, йә ағайлы-ҡустылы ҡайтмай ҡалғандары ла булды.

...Иртә килгән көҙ үҙ көсөнә инеп, урмандар үтәҙекләнеп ҡалған, аҙна буйы яуған ямғырҙарҙан шәмәргән йонсоу көндә әллә ҡайҙағы, ер аяғы-ер башы Ҡайынлыҡ ауылына ла повестка килеп төштө: Сәбилә металлургия заводы менән билдәле Белоретҡа ФЗО-ға уҡырға саҡырылған. Саҡырылған тип әйтеү – күпкә йомшартылған, ҡыҫҡаһы, мо-би-ли-зация – ауыл кешеһе өсөн ни әйтеүе, ни аңлауы ауыр булған һүҙ! Кисектермәй барып етеү – мотлаҡ!

Һуғыш тамамланыу менән ил яраларын яларға тотондо, иң тәү нәүбәттә ауыр сәнәғәтте аяҡҡа баҫтырыуға бар көсөн йүнәлтте. Эшсе ҡулдар етмәй, һуғышҡа тиклем фабрика-завод мәктәптәрендә уҡыу абруйлы һаналһа, яу барған йылдарҙа һәм һуңғараҡ хатта мәжбүр итеп уҡырға үҫмерҙәрҙе йыйҙылар.

Әсәһе повестканан һеңгәҙәп төштө: уң ҡулы – Сәлимәһен юғалтҡандан һуң инде был ҡыҙы шаҡтай быуын ултырып, ныҡлы ярҙамсыһына әйләнеп кенә алғайны; һоратырға ниәтләнеп, ситләтеп кенә ойотҡо һалыусылар ҙа күренгеләй башлағайны; бәлки ауылда берәйһенә йәрәшелһә, был тиклем яңғыҙлыҡтан, сараһыҙлыҡтан интекмәҫ ине.

Ун алты йәше менән барһа ла ҡыҙыҡайға ун дүрттән артыҡ биреп тә булмай – ас-яланғас һуғыш йылдары балаһы бит. Шулай булғанда ла ҡулынан килмәгән эше юҡ, өйҙә ете йәшлек энекәшен һанамағанда ир заты булмағас, ҡарап тормай утынын да яра, бесән дә саба, ерен дә ҡаҙа. Әсәһе ҡыҙҙарына күлдәклеккә тотоноп, тәҙрәгә элерлек ҡорған ҡалмағас, мәктәптән иҫке гәзиттәр һорап алып ҡайтып, ҡайсы менән биҙәкләп ҡырҡып элеп ҡуйҙы. Әллә ҡайһы арала ырғаҡ менән дә, ойоҡ энәһе менән дә бәйләргә лә өйрәнеп алды. Бына хәҙер өйөнә генә түгел, иленә лә кәрәк булып сыҡты.

Илаулап оҙатманы ҡыҙын ире һуғышта һәләк булған, дүрт бала аҫрауҙың бар ауырлығын үҙ елкәһендә күтәреп, ваҡытынан алда ҡартайған әсәһе. Эсәге өҙөлгәнендә эсенән ялғап йәшәп өйрәнгән шул башҡорт ҡатындары. Ил ҡушҡанды ҡарыуһыҙ үтәп, тәҡдир тип ҡарап күнеккәндәр. Кемде ейер ризығы, эсер һыуы ҡайҙа тарта, йәнәһе.

ФЗО-ға район үҙәгенән ылау ебәреп, үҫмерҙәрҙе йыйып алып киттеләр. Тәғәйенләнгән көнгә таң һарыһына тиерлек йоҡо алмай һөйләшеп сыҡһалар ҙа, хушлашҡанда әсәһе бәләкәйҙән үк инабатлы итеп тәрбиәләргә тырышҡан балаҡайына, ҡаршыһына ултыртып алып, ятлатып бөткән өгөт-нәсихәтен йәнә ҡабатламай түҙә алманы.

– Балам, урыҫ телен дә белмәйһең, яңғыҙ-ярпы йөрөй күрмә, ҡыҙҙар менән дуҫлашырға тырыш, ҡалаға бергәләп кенә сығығыҙ. Уҡытыусыларыңдың һүҙен тыңлап ҡына йөрө инде, йәме. Итәк-еңең  йыйыулы булһын, егеттәрҙең юха һүҙенә ышанып, осһоҙланып ҡуйма. Әйбереңде йыйнаҡ тот, ниндәй эш ҡушһалар ҙа, баш тартма, тырыш, эштән кеше үлмәй...

Ҡыҙ сабыр ғына баш ҡағып тыңлай, билдәһеҙлек уны ла өркөтә: ысын әле ул, эшенән дә ҡурҡмаҫ, һабаҡташтары менән дә һыйышырға тырышыр, ә бына әйтерен әйтә алмай, әйткәндәрен төшөнә алмай нисек кенә аңлашыр?

Әсәһе тағы ниҙе әйтергә оноттом тигәндәй әҙерәк уйланып ултырҙы ла, ҡалтыранған тауыш менән:

– Йәшең еткән инде, балам, мине 15 йәшемдә никахлағайнылар. Кейәүгә-фәлән сығырға булһаң, егеттең ашағанда амин тотҡанын ҡара.

Бына һиңә кәрәкһә – иҫке төймә, яңы тун! Сәбиләгә әсәһенең был һүҙҙәре сәйер тойолдо: мәктәптә Аллаһ юҡ тип өйрәтәләр, хәҙер ауылда уларҙың үҙҙәренән башҡа әпәр иткән кем бар икән? Етмәһә, ҡалала... Кейәүгә сығырға ла йыйынмай әле, уҡырға бара, шул һүҙҙе ишетеүгә үк оялып, ҡыҙарып китте.

Ҡапҡа алдына инде 3 ҡыҙ ултыртып алынған арбалы ат килеп туҡтаны.

Сәбилә иҫ белмәй йоҡлап ятҡан һеңлеһе менән энекәшенең арҡаларынан һөйөп, маңлайҙарын үпте лә, төйөнсөгөн ҡулына алды. Әсәһе юлға таң менән  күрше апайҙарҙа сипараттан айыртып ҡайтҡан ҡаймаҡ, ҡорот, үтескә алған ондан күмәс бешереп һалғайны. Инде фатиха уҡырға ултырған ғына еренән йәнә нимәлер иҫенә төштө, түрбашҡа инеп, тартманан сәй ҡурғашына төрөлгән бер нәмә килтереп сығарып, әйбер араһында тыҡты:

– Әсеүташ был, балам, тамағың ауырта-нитә ҡалһа, шуны яларһың, саҡ ҡына ҡырып алып, хәйезле сағыңда тәһәрәтләнергә лә тотонорһоң.

Әсәкәй генәһе нисек алдан ҡайғырта белгән, ысынлап та, күп тапҡырҙар уны ныҡлап ауырып китеүҙән һаҡлап ҡалды ул мөғжизәле таш.

Аяҡ аҫтында сәпелдәп ятҡан батҡаҡты кисә-кисә әсәһе арба артынан ауыл ҡапҡаһына тиклем барып оҙатып ҡалды. Иҫке генә бишмәт кейгән, төҫө уңған яулыҡ ябынған, ямалған итәген йәшерер өсөн яңыраҡ тегелгән алъяпҡысын таҡҡан, ҡапҡа бағанаһына бөршәйеп кенә һөйәлеп баҫып ҡалған әсәһе һыны ғүмер буйы күҙ алдынан китмәҫ.

Уны, юлайҡан ауылдарҙан йәнә бер нисә үҫмерҙе, көҙгө бысраҡ юлда бата-сума, арба менән район үҙәгенә алып киттеләр.

Сәбилә оҙон йөн ойоҡ, тәрән калуш, эсенә мамыҡ һалып һырылған куфайка, иҫке булһа ла әҙме-күпме йылы тотҡан дебет шәл ябынып сыҡҡайны. Яҡын-тирәнән йыйылған башҡа ҡыҙҙар ҙа шул сама кейенгән.

Район үҙәгендә яуаплы кеше тәғәйенләнеләр, Өфө аша Белоретҡа поезд менән Силәбе өлкәһе буйлап Магнитҡа сығып, станцияларҙа кәрәкле составтарҙы көтөп ултырып, аҙаплы оҙон юл үтеү үҙе генә аҙнанан ашыу ваҡытты алды.

Дауамы бар.

Читайте нас: