Бөтә яңылыҡтар

АНТОНОВКА ЕҪЕ. Повесть. Дүртенсе өлөш. Гүзәл Ситдыҡова

Яҙ ҙа етте. Белоретта ул башҡа яҡтарға ҡарағанда ике аҙнаға яҡын һуңлабыраҡ көсөнә инә: Көньяҡ Уралдың иң бейек түбәһе – Ямантауҙың ҡырыҫлығының ҡоһорон күрә.

Шулай ҙа ҡояш та хәҙер алсағыраҡ, тау үңере лә ҡышҡы тунынан тиҙерәк арынырға тырышып, быуа яғына гөрләүектәрен атылдыра. Ҡыҙҙар ҙа ялҡытҡан бушлаттарын тиҙерәк ташлап ҡуйып, урамға йоҡараҡ кейенеп сығырға тырыша. Алдаҡсы яҙ йылыһы берсә аҡман-тоҡман менән алмашынып, берсә гөрләүектәрҙе селтәрле боҙ ҡаймаһына төрөп, байтаҡ ҡына көтөргә тура килде әле күлдәксән генә йөрөр ваҡытты.

Ҡала яҙғыһын күксин болотона төрөнә икән, сәскәләре ҡойолғанса уның хуш еҫе заводтан сыҡҡан төтөн ыҫын да баҫып киткән кеүек булды хатта. Яҡындағы урманда ҡоштар сутылдауы, кәкүк саҡырыуы күңелдәрҙе иләҫ-миләҫ килтерә. Сәбиләнең дә ауылды, әсәһен, туғандарын һағыныуы иңен баҫҡандан-баҫа, хәленән килһә, ҡоштай осоп ҡына ҡайта һалып килер ине. Иртәләрен мендәренең күҙ йәшенән лыс һыу булған яғын аҫҡа әйләндереп һала ла эшкә йүгерә.

Тап шул мәлдә мәктәптең тотош бер сығарылышының яҙмышын ҡырҡа үҙгәртеп ебәргән хәл пәйҙә булды ла инде.

Ул көндө практикаға барырға тейеш инеләр ҙә, директор ниңәлер уҡыу корпусына йыйылырға ҡушҡан. Сәбиләләр төркөмөн иркен класс бүлмәһенә индергәндә унда беҙҙең милләт кешеләренә оҡшамаған, дүрт ҡырлы биҙәкле түбәтәй кейгән, буйлы сапанлы бер ағай ултыра ине. Башта директор үҙе һүҙ алды, СССР тигән ҙур илдә ауыр сәнәғәтте тиҙерәк аяҡҡа баҫтырыу зарурлығын, Үзбәкстанда уларҙыҡы кеүек үк кабель етештергән завод булыуын, унда эшсе ҡулдар етмәүен тәфсирләп алып китте. Үҙәк Комитет башҡорт металлургтарынан үҙе ярҙам һорап мөрәжәғәт иткән, унда яҡшы кадрҙар әҙерләйҙәр, тигән.

Үҙәк Комитет тигәнде ҡыҙ әллә ни аңлап та етмәй, коммунистарҙың ҙур түрәләре булһа кәрәк. Бәлки камсамулдыҡыларҙыр. Яҡшы эшләй, был ҡыҙҙан рәт сығыр, тип уны ла шулар сафына өндәп ҡыялғайнылар ҙа, Сәбилә ризалашманы, взнос түләгәнсе конверт һатып алып ауылға хат яҙырмын, исмаһам, тип уйланы. Әйтеүен әйтмәне инде, әлбиттә, сәйәси наҙанлыҡтан һалдырырға әҙер генәләр бит, тел белмәүгә һылтанды, иркен һөйләшергә өйрәнгәс инермен, тип ялтанып ҡалды.

Үзбәк әкә урыҫ телен вата-емерә директорҙың һүҙҙәрен ҡабатланы ла ике бөртөк кенә антоновка алмаһын йоҡа ғына итеп ҡырҡып ваҡ-ваҡ киҫәктәрҙе ҡыҙҙарға таратып бирҙе, үлтереп Ташкент тарафтарын маҡтарға тотондо: ул йылы, ул урам буйлап теҙелеп киткән алмағастары, ҡарбуз, ҡауындары – үрелеп алырға ғына йыбанма. Йәйе ҡыҫҡа ғына таулы Белореттың һалҡын ҡышынан биҙрәгән ҡылҡа ғына кейемле үҫмер ҡыҙҙарҙы ымһындырыу ни инде! Етмәһә, бынауындай тәмле алмаларын бер туя ашауың ни тора! Антоновканың бит үҙенән бигерәк еҫе тәмле.

Төпкөл ауылдан ҡалаға металлург һөнәренә өйрәтергә тип саҡыртып алып, ғүмеренең йомро-йомро йомғағы бөтөнләй икенсе тарафтарға, хатта хәҙер яҡын сит ил тип аталған төбәккә тәгәрәп сығып китер тип күрһә, төшөнән дә көлөр ине Сәбилә. Уларҙы, фабрика-завод мәктәбендә уҡып йөрөгән ҡыҙҙарҙы, тап шулай, төшкөһөн завод гудогы оҙон итеп олоп ебәргән ваҡытта, һис ҡасан булмағанса алма еҫтәре аңҡытҡан директор бүлмәһендә, оҫта ғына итеп әүрәтеп, аңын-тоңон аңлап етмәгән ауыл балаларының яҙмышын хәл итеп тә ҡуйҙылар. Сабыйҙарса ғына уйлап, алма еҫенә арбалып сығып китте Сәбилә сит-ят яҡтарға. Хәйер, риза булмаһа ла өйҙә ҡалдырмаҫтар ине.

Ғаиләләренә хәбәр итергә, уйларға ваҡыт та бирмәй, көн эсендә йыйындырып йөҙҙән ашыу үҫмерҙе Үзбәкстанға, теге үзбәккә эйәртеп, практикаға тип ултыртып алып киттеләр. Нина Михайловна Сәбиләгә эҫенеп өлгөргәйне, үҙ ҡыҙы кеүек күреп, ҡосаҡлап, күстәнәстәр һалып оҙатты, улар араһында хатта бер нисә йомғаҡ та урын алғайны.

 

* * *

Башҡортостанды сыҡҡансы ожмах донъяһына китеп барған төҫлө тойҙолар үҫмерҙәр үҙҙәрен. Юлға мул ғына ашанты бирелгән, таҙа йәймәләр түшәлгән йомшаҡ яҫтыҡтарҙа йәнһеҙ йоҡо туйҙырҙылар, Көньяҡ Уралдың таулы матур тәбиғәтенән ялан яҡтарға күсә барған күренештәр менән хозурландылар. Сәбилә төйөнсөгөнән йомғаҡ сығарып, яратҡан шөғөлөнә тотондо, бер кемде лә тыңламай, уйҙарына сумды.

Үзбәкстан һынлым ергә сығып киткәнен ишеткәс, әсәһе ныҡ көйөнөр инде, әле Белореты ла ҡош осоп етмәҫтәй ер бит уның өсөн, бер осҡа юлы ғына ла аҙнанан ашыу ваҡытты ала. Их, бына Үзбәкстандан алма алып ҡайтып һыйларға ине практика бөткәс! Ғүмерҙә лә тәмләп ҡарамаған күстәнәскә инде һөйөнөрҙәр ине!

Ул арала әхирәте Гөләмзә йыр башланы: күңелде күтәрә белгән ҡыҙ шул, тауышы ла матур, көслө, яңы сыҡҡан йырҙарҙы әллә ҡайҙан ота һалып, матур итеп көйләп тә ебәрә. Уны шунда уҡ уратып алып, күмәкләп ҡушылдылар. Сәбиләләр ҙә һуғыш осорондағы “Вставай, страна огромная”, “Катюша”, “Синий платочек”, “Валенки” йырҙарын, һүҙҙәрен аңламаһалар ҙа, ятлап алып мәктәптә башҡара инеләр. Ул да ситтә ҡалманы, тик ҡул эшен дә ҡулынан төшөрмәне. Башта “дерёвня” тип унан мыҫҡыллап көлөп йөрөгән төркөмдәше Катя практика ваҡытында ҡыҙ алдынғылар рәтендә йөрөй башлағас, бер аҙ баҫылғайны. Бала ғына бит әле, был ҡыҙҙа ҡайҙан ирҙәр ғәйрәте, тип мастерҙарҙың үҙ-ара һөйләшкәнен дә ишетеп, көнләшеүҙән ҡара янғайны. Хәҙер инде ихахайларға сәбәп тапты:

– Нимә бәйләйһең?

– Бейәләй.

Катя шарҡ-шорҡ килде:

– Бейәләй? Уны ҡайҙа кейергә итәһең, Ташкенттамы? Унда бит ҡыш булмай!

Хаслыҡлы төркөмдәшенә ҡушылып хихылдашыусылар ҙа табылды. Сәбилә бер ни ҙә өндәшмәне, тик яндырай әхирәте Гөләмзә генә тибешкәк төркөмдәшенә әсе-әсе һүҙҙәр ҡаптырмай түҙә алманы. Эләгешеп тә алдылар.

Кемдер Үзбәкстанда ла ҡыш була тип әйтеп ҡараһа ла уға ышаныусы табылманы: ҡарлы һыуыҡта алма нисек үҫһен, ти?! Туңа бит ул!

 

* * *

Башҡортостан сиген уҙыу менән юлаусыларҙы пассажир поезынан тауар вагонына күсереп ултырттылар – бына ҡайҙа башланды ул ерҙәге тамуҡ! Яҫтыҡ юҡ – төйөнсөктәрен баш аҫтына һалып йоҡлайҙар. Юлға алған аҙыҡтары бөттө. Сәбиләнең Нина Михайловна ҡайтарып биргән һаҡлантыһы ла һыуға һалған тоҙҙай иреп юҡҡа сыҡты – аҙыҡ-түлек иҫ киткес ҡыйбат. Булған әйберҙәрен туҡталыштарҙа ризыҡҡа алмаштырырға мәжбүр булдылар. ФЗО иҫкеһе тип алмайҙар әле ул.

Куйбышевта Сәбилә инәлә-инәлә бушлатын биреп, бер буханка икмәк алды – Ташкентта ҡыш булмағас, нимәгә ул! Һыр йылғаһы буйына килеп еткәндә үҫмерҙәрҙең алмаштырыр нәмәләре лә ҡалмағайны тиерлек, булған ризығын самалап ҡына ҡапҡылап, Гөләмзә үҙенең матур яулығын, Сәбилә юлда бәйләгән бейәләйен сығарырға ашыҡмай, тотоңғоранылар.

Был яҡта балыҡ күп, арзан да, тип ишетте ҡыҙҙар. Поезд туҡтау менән платформаға һибелделәр, ә унда бер кем юҡ. Эргәлә генә күл йәйрәп ята. Һатынырға килеүсе булмауы мөмкин түгел, тип үҙенән йәшкә лә олораҡ, ҡыйыу әхирәте Гөләмзә ҡамышлыҡ яғына йүнәлде лә уның араһында боҫоп ултырған ҡаҙаҡ әбейен күреп ҡалды. Ҡыҙыҡайҙың һуңғы ғына күҙ тегәп һаҡлаған яулығына уның күҙе төшкәне күренеп тора, мәгәр, урынынан ҡуҙғалмай. Баҡһаң, ниндәйҙер разъездан кемдер, бер вагон бандиттар килә, тип шылтыратҡан булған. Инсафлы, етмәһә телдәре ярайһы аңлайышлы йәш кенә мосолман ҡыҙҙарын күргәс, әбей балыҡ тулы табағын тотоп, поезд янына сыҡты ла Гөләмзәнең һауытына мулдан өлөш сығарып һалды. Шул минут майҙанға боҫҡан ерҙәренән балыҡ һатыусылар килеп тулды. Сәбиләнең юлда бәйләгән бейәләйенә лә йомарт алыусы тап булды.

Аслыҡ һиңә апайың түгел, юлға сыҡҡанда берҙәм генә тойолған, йырлап та, бейеп тә алып күңел асып килгән төркөм тарылай таралып, һәр кемдә үҙе ҡайғыһы ҡайғы була башлауы күренде. Тауар вагонына күскән тәүге көндәрҙә төркөмләшеп бер-береһе менән бүлешәләр ине әле, был юлы состав ҡуҙғалғас, балыҡ ала алғандар дөйөм табын ҡорорға ашыҡманы. Сәбилә ситтә генә башын баҫып ултырған Катя яғына ымланы, уның нимәлер ашағаны күренмәгәнгә ике-өс көн үк ине ахыры.

– Әйҙә, саҡырайыҡ, – тине ул әхирәтенә.

Тегеһе аптырай биреп:

– Бигерәк ҡайтымһаҡ икәнһең, ул һине әҙ ҡыйырһыттымы ни?! – тип һорау бирмәй түҙә алманы.

– Ҡуй, улай тимә. Таш менән атҡанға аш менән ат, ти торғайны әсәйем. Уның – үҙ ғәйебе, мин туҡ булып, ул ас ҡалһа, ғәйебе миндә булыр. Биргән ҡулға бирермен, тигән бит Хоҙай.

Үҙен саҡырғанды ишеткәс, ниҙәр кисергәне Катяның йөҙөнә сыҡты: унда аптырауы ла, уңайһыҙланыуы ла, ас булһа ла, тәкәбберлеген ҡуя алмай маташыуы ла яҙылғайны, тик ашағыһы килеүе еңде, рәхмәт әйтеп, ҡыҙҙар янына килеп ултырҙы. Бына бит, аш ташты ла иретә, артабан Катя ҡыҙҙарҙың яҡын әхирәттәренең береһе булып китте, үткер телле Гөләмзә иһә был хаҡта, “эттәр талашып дуҫлаша” тип көлөп иҫләп алғыланы. Ҡышҡы һыуыҡтар еткәс, атаһы юллап, ҡыҙын Рәсәйгә алып ҡайтып киткәнендә Катя ҡыҙҙар менән илап хушлашты.

...Ни өсөн ауыҙында әсә һөтө лә кибеп бөтмәгән шунсама балаларҙы ошондай шарттарҙа, үҙ көндәрен үҙҙәре күрергә тейеш һымаҡ итеп юлға сығарып ебәргәндәрен Сәбилә ғүмер буйы аңлай алманы. Булдымы ул шул үзбәктән башҡа үҙҙәренән берәйһе, ниңә уларҙы тауар вагондарында, ябай ғына уңайлыҡтар ҙа тыуҙырмай, хатта ашатмай алып барҙылар – һорауҙар, һорауҙар, һорауҙар... Транспортҡа бер ултыртып алғас, бер ҡайҙа ла китә алмаҫтарына иҫәп тотҡандарҙыр бәлки.

 

* * *

Ике аҙна аслы-туҡлы интектергес юлда Ленинград ҡасаҡтарынан һис тә артыҡ ерҙәре ҡалмаған хәлдә, төндә генә Ташкент янындағы бер предприятиеның клубына килеп төштөләр. Ҡаланың Сергели тип аталған промзонаһы булған икән был. Ҡаршы алыусыларға төркөмдәрҙе тапшырып, теге үзбәк ҡайтып китте, үҫмерҙәр завод етәкселеге ҡарамағында ҡалды.

Кабель заводы Ташкентта һуғыш ваҡытында, 1942 йылда нигеҙләнгән булған. Төп цехтары Владимир өлкәһенең Кольчугин ҡалаһынан күсереп килтерелгән. Һуғыш бөтөү менән белгестәрҙең күбеһе тыуған яғына ҡайтып киткән, эшсе ҡулдар етмәй башлаған.

Быға тиклем унда төрмәлә ултырыусылар ғына эшләгән, улар клубтың икенсе яғында йәшәй. Шулай булғас, заводта шарттарҙың ни рәүешле булғанын самаларға мөмкин. Иртәгеһен мунсаға алып барҙылар – ҡайҙа инде ул беҙҙең яҡтыҡына етеү – йылымыс ҡына, һыуы ла саҡ-саҡ.

Практиканттар төрөмшиктәр яғындағыларҙы күрмәй, уларҙы ныҡ һаҡлап тоталар. Шунда ла ҡыҙ ангарҙың икенсе осонда бер мәл цехтың геүләүе аша башҡортса йыр ишетеп ҡалғандай булды. Хатта “Ғәлиәбаныу” йыры ине шикелле. Тас үҙҙәренең ауылынан Ҡәүи тауышы! Бәләкәйҙән ишетеп үҫкән тауыш бит, әллә яңылышамы?! Башҡортостандан практиканттар килгән тип ишеткәндер ҙә, бәлки, яҡташтарына хәбәр бирмәксе булғандыр. Тик башҡаса ул яҡтан ым-ишара һиҙелмәне – тыйғандарҙыр. Ҡыҙ ҙа үҙен белдермәҫкә ҡарар итте.

Ҡәүи унан 3-4 йәшкә олораҡ ине, тимәк хәҙер уға егерме йәш тирәһе. Төрмәгә эләккән булһа ла, бик аптыраманы ҡыҙ – бәләкәйҙән бәйелһеҙ, тәүфиҡһыҙ, үрҙәндәк тигән даны сыҡҡайны. Ауылдарына урман йыраҡ булһа ла, өйҙәр араһы ек ҡалдырмай нәҙек бүрәнәләр менән кәртәләнгән. Ҡәүи ололар өйҙә юҡ саҡта ҡойма башына менеп ҡунаҡлай ҙа, әҙәпһеҙ таҡмаҡтар сурыта башлай. Бер ҡайҙа ла ишетелгәнсә түгел, үҙе уйлап сығарған инде.

Бер көндө малайҙың өләсәһе килеп сығып, уны ғәҙәтләнгән шөғөлө ваҡытында таяҡ менән төрткөләп төшөрөп, ҡарғана башланы:

– Ай, ыристан, кемғошап был тиклем буш ҡыңғырау булырһың икән! Ауыҙыңдан сыҡҡанды эт ашамай, телең ҡороғор!

– Өләсәй, үҙең әйттең дә: эттән эт тыуа, беттән бет тыуа. Берәйһенә ғошап тыуғанмындыр инде, мужыт, үҙеңә.

– Тфү, ташҡа үлсәйем, аяҡлы ҡаза! – Әбей оторо ҡыҙып китеп, ейәнен шыйыҡ сыбыҡ менән һыҙыра тартып алды ла, Сәбиләләр яғына ҡысҡырҙы:

– Икенсе ҡоймағыҙ башына менһә, ҡулығыҙға ни эләкһә, шуның менән тондороғоҙ!

Ҡәүи үҙе лә башҡаса һантыраманы, һуғыш бөткән йылы, теге спектаклде ҡуйғандан һуң,  өйҙән ҡасып сығып киткән, тинеләр.

– Паспорт та бирмәгән, каторга  колхозығыҙҙа үҙегеҙ эшләгеҙ, – тип әйткән имеш, ти, дуҫтарына.

– Ыҡҡа килә торған бала түгел шул, – тип ҡуйғайны шунда Сәбиләнең әсәһе.

Өләсәһенең “ыристан” тип әрләүе әллә юш килдеме икән?! Ҡалала ышпаналар менән бәйләнгән тигән һүҙҙәр килеп ишетелгеләгәйне былай.

Олоғайғас әле Ҡәүи иҫенә төшкәндә, бәлки шәп шағир, артист юғалған булғандыр, тип уйлап ҡуя ине Сәбилә. “Ғәлиәбаныу”ҙа уйнағаны, йырлағаны һаман әле күҙ алдында. Бер әшәке таҡмағы ла иҫенән сыҡмай тик йөрөнө, шул әҙәпһеҙлеге менән тетрәтеп, хәтеренә уйылғандыр ҙа, бәлки.

Институт тамамлап, әҙәбиәт уҡытыусыһы булып киткән, хәҙер Ҡаршы ҡалаһында йәшәгән Гөләмзә әхирәте ҡунаҡҡа килгәндә бер мәл төрөмшиктәр араһында “шағир” күршеһе булғандыр тип шикләнеүен һөйләгәс, ул был тиклем оҫта параллелдәр, ритм, рифма менән ижад ителгән дүрт юллыҡҡа хайран ҡалып:

– Гениально, – тип хатта тел шартлатты.

...Өс ай шул клубта йәшәне ҡыҙҙар. Ҡышҡа ингәс, өйөрөлтөп-бурап ҡарҙар яуа башланы, декабрҙә хатта бер көндө егерме өс градусҡа уҡ етә яҙып, һыуытты. Башҡортостандағы ҡоро һауа һыуығы ул тиклем үк үҙәккә үтмәй, бында дымлылыҡ икенсе, шуға күпкә ауырыраҡ кисерелә. Етмәһә, цехтың башы янып китеп, ҡыйығы емерелеп төштө. Ташкент йылыһына ышанып, күлдәксән генә ҡалған ҡыҙҙар өшөй, туңа. Берҙән-бер йылы табырҙай урын – кабелде эҫе резина менән ҡоршап сығарыусы вулканизатор.

Тәнәфестә, ҡорошҡан инкубатор себештәре йылы һыу һалынған һауытҡа йылышҡан кеүек, шунда терәлеп ултырышҡан булалар. Заводтың директоры ҡулынан килгәнсе уларҙың хәлен еңеләйтергә тырыша ла бит... Ятаҡҡа ла төндәрендә килеп, тикшереп китә. Бала-саға ғына лаһа, йәберләүселәр булмаһын тип тә ҡурҡҡандыр. Бөршәйеп кенә йоҡа одеал аҫтында ятҡан Сәбилә бер саҡ кемдер йөрөгәнен тойоп, керпек аҫтынан ғына ҡараш ташлағайны, ағайҙың йәш тулы күҙҙәрен күреп ҡалды.

Ярай әле, бушлай ашаталар, тип һөйөнгән булды ҡыҙҙар. Ошо өс ай өсөн аҙаҡтан ҡан ҡоҫтороп, йыл буйы эш хаҡтарын тотоп ҡалырҙарын белмәйҙәр шул әле.

...Ҡыҙҙарҙы клубтан һуң ятаҡҡа күсергәйнеләр, унда ла йылы юҡ. Белореттағы кеүек, ағас та аунап ятмай. Эштән броня урауға тотонолған мазутлы ҡағыҙ алып ҡайтып, тимер мейескә тығып, яндырған булалар. Уныһы һаҫы еҫ сығарып төтәй, йылыһы үҙе янынан ары китмәй. Електәренә үтеп өшөй-туңа шулай яфаланып ҡыш сыҡтылар. Өйөнә был хаҡта яҙып ебәргәс, Катяны ғына атаһы нисектер сәбәп табып юллап, килеп алып ҡайтып китте.

Яҙғы йылыға өмөтләнгән Сәбилә тағы бәләгә һуғылды – малярия, халыҡ телендә тапма биҙгәге тип аталған сир эләктерҙе. Урта Азияның ҡайнар ҡояшы ла йылыта алманы ҡыҙҙы. Эшкә һырма кейеп йөрөй; бөтәһе күләгә эҙләй, ә ул станок артында теше-тешкә теймәй, дер ҡалтырап баҫып тора. Етмәһә, тейешле дарыуын да табып булмай. Бер дауа ла алмай, оҙаҡ ауырыны Сәбилә. Ни тиклем сабыр, түҙем булһа ла, тапмаһынан йонсоулап, ҡаҡ һөйәккә ҡалды, сикәләре үңкәшеп, күҙҙәре батып китте. Тәртипле, ҡалтырап торғанда ла нормаһын үтәгән, эшкә шәп ҡыҙ һаман йүнәлеп китә алмағас, завод директоры Яҡупов Мөхөтдин әкә тигән профессорҙы саҡырып килтерткән булған. Ул ҡыҙҙың анализдарын ҡарап, ҡул аҫтында булған төнәтмәләрҙе бирә башлағас та яҡшыға үҙгәреш һиҙелмәне.

Көндәре ғазапланып үткән ҡыҙҙың йоҡоһо ла тынысһыҙ, һаташып килеп уяна – йылға буйында бесән сабалар, имеш. Бакуйҙар араһынан йыуан ҡара йылан шыуышып килә лә, күтәремдәр һалып йөрөгән Сәлимә апаһына ташлана. Ҡыҙ тертләп, ҡара тиргә батып, дер ҡалтырап уянып китә. Ер йөҙөндәге иң ҡурҡан йән эйәһе – шул һөйрәлеүсе, ағыулы мәхлүҡтәр. Сүлдә әлеге имәнес хәшәрәттәрҙең ҡайнап йөрөй икәнен ишеткәне бар ине ҡыҙҙың. Хатта йорттарға ла килеп инәләр, ти, улар. Быны ишеткәс, Сәбилә айырыуса өркәккә әйләнде. Ә бер саҡ уянып китһә... Койка янындағы ултырғыс өҫтөндә йомарланып аҡ йылан ята. Ҡыҙҙың уянғанын күреп, теге башын күтәреп телен сығарып ҡуйҙы. Сәбилә ҡурҡышынан бар көсөнә һөрән һалып, асыҡ тәҙрәгә ташланды ла... икенсе ҡаттан һикереп төшкәнен белмәй ҙә ҡалды. Саҡ тотоп алып, тынысландырҙылар үҙен. Ярай имгәнмәгән, еңел кәүҙәлелеге ҡотҡарғандыр инде. Мөхөтдин әкә – әлеге профессор – рәсми дауа ярҙам итмәгәс, халыҡ медицинаһын ҡулланырға ҡарар иткән икән. Ҡыҙҙың нимәнән ҡурҡҡанын белешкән дә, сүлдәге ағыуһыҙ аҡ йыланды алып килеп, алдына һалырға ҡушҡан. Ғәжәп, шул хәлдән һуң терелеп китте бит Сәбилә.

Йәйгеһен төнгө сменала эшләүселәр ҡайтып аҙыраҡ серем итә лә колхозға помидор тирешергә китә. Эштәре өсөн йәшелсә менән түләйҙәр. Икмәккә помидор ҡушып ашайҙар – бөтөн ризыҡтары шул. Алма бешкәнен саҡ көтөп алалар.

Ә директорҙың тәҙрәһе алдында ғына ап-ал булып шафталы бешкән. Ауыҙ һыуҙары ҡойола ҡыҙҙарҙың ошонан үткән һайын. Ут бөрсәһе кеүек етеҙ, еңел һөйәк Сәбилә урман күреп, ағас баштарына үрмәләп, муйыл-балан тиреп үҫкән, кем әйтмешләй, “ағас аяҡ, таҡта оса” лаһа.

Төн... Директор тәҙрәһендә ут күренмәй. Өс ҡыҙ шыпырт ҡына әллә ҡайҙан хуш еҫтәрен бөркөп ултырған емеш ағастары янына килеп баҫа. Сәбиләгә ағас башына менеү бер ни түгел – һә тигәнсә ай яҡтыһында ялтыраған персиктарҙы әхирәттәренә ташлап та бөтөрә. Һуңғы емешкә үрелгәс кенә, төн ҡарынын ярып, таныш гөрөлдәк тауыш яңғырай.

– Бәйтуллина, һинме унда?

Директор. Әхирәттәре йәһәт кенә табан ялтырата, яуап тоторға Сәбилә бер үҙе ҡала.

– Шафталы ашағың килдеме ни?

– Эйе, – тине ҡыҙ, оялышынан ут янып.

– Ниңә һорап алманың? Кем менән инең?

– Бер үҙем, – тип яуапланы ишетелер-ишетелмәҫ кенә.

Директор ышанмай ныҡышһа ла, иптәштәрен һатманы.

– Бар, ҡайт, йоҡла, бүтәнсә төндә сығып йөрөмә, – тип ҡайтарып ебәрә ағай.

Ҡайта буламы һуң инде, әхирәттәренең ҡайһы яҡҡа ҡасҡанын күрҙе – эҙләп тапты ла, ҡойма янындағы бүрәнәгә ултырып, әлеге хәйерһеҙ емеште туйғансы ашап алғас ҡына ятаҡҡа ҡайтып йоҡларға яттылар.

Иртән цехҡа килһәләр... Стена буйына теҙеп персик тулы биҙрәләр ултыртып ҡуйғандар. Ҡыҙҙар шатлана-шатлана бүккәнсе һутлы көнъяҡ тәмлекәсен ашарға ташланды. Сәбилә менән әхирәттәре генә бындай хан һыйының сәбәпселәре булыуын һиҙҙертмәнеләр.

Станокҡа буйы етмәгәнлектән тәпәш кенә урындыҡҡа баҫып эшләгән, ал бирмәгән уңған ҡыҙға ҡарата директор атайҙарса хәстәрлек күрһәтеп, ун дүрт кенә йәшлек Нәжиә исемле ҡыҙға һәм Сәбиләгә – башҡаларҙан кесерәктәргә – бер саҡ ысын байрам яһаны: завхоз ағай баҙарға алып сығып, баштан-аяҡ кейем алып бирҙе. Ул һырыған фуфайка, ул күлдәк, ботинка, галош! Ә яулыҡ һуң – күҙҙең яуын алырлыҡ!

Әсәһенә ошо хаҡта һөйөнөп хат яҙып һалды. Почта оҙаҡ йөрөй ине, ай самаһы ваҡыт китте.

Хаттарҙы ятаҡтың ишектән ингән ерендәге аҫмалы кәштәнең алфавит буйынса бүленеп сыҡҡан “оя”ларына һалалар ине. Алдан инеп киткән Гөләмзә әхирәтенә килгән хатты эләктереп ала һалып, һөйөнсө һорап Сәбиләнең ҡаршыһына сыҡты.

– Һөйөнсөһөнә – ҡолағың, – тип шаяртты уныһы.

– Ярай инде, бейе тип әйтмәйем, арығанһың, мәгәр бер кәнфит бурысың булыр, – тип тиҙ генә тоттора һалырға ашыҡманы көләкәс ҡыҙ, һүҙен бирҙерткәс кенә конверт Сәбиләнең усына инеп ятты.

Мөйөшкә баҫып түҙемһеҙләнеп шунда уҡ хатты уҡый башлаған ҡыҙҙың төҫө үҙгәрә барҙы, быуыны тотмай, ҡапыл иҙәнгә ултыра төштө, йөҙөн ҡулдары менән ҡаплап тауышһыҙ ғына буҫығып илап ебәрҙе. Һеңлеһе Сәхиә Фәйзелғаян абзыйына әсәһе һалған күстәнәстәрҙе алып китеп барғанда ҡалын кеүек күренгән яҙғы боҙ уйылып, батып үлгән. Йөрәге теленеп-теленеп киткәндәй булды ҡыҙҙың. Һеңлеһен, унан да бигерәк меҫкен әсәһен йәлләп, Сәбилә хатта ҡасып ҡайтып китерҙәй булды, тик быныһы тормошҡа ашырып булмаҫ бер хыял ғына инде, эҙемтәләрен үҙе лә аңлай бит. Дуҫыңа түгел дошманыңа бирмәһен бындай ҡайғыны!

Ярты йылдан әсәһенең дә вафат булыуы тураһында телеграмма килеп төштө – бала ҡайғыһын күтәрә алмағандыр инде.. Сәбилә өсөн күктәр түңкәрелде тиһәң дә әҙ булыр. Йыл эсендә ике юғалтыу! Бер рәхәт күрмәй йәшәп киттегеҙ, исмаһам, алма ғына ла тәмләп өлгөрмәнегеҙ бит, тип өҙгөләнде ҡыҙ! Сәғитйәнде дитдумға ебәреп кенә ҡуймаһындар, абзыҡайы үҙенә алһа ярай ине – еңгәһе генә ҡаршы булмаһа, ул яңыраҡ өйләнгәйне. Фәйзелғаян үкһеҙ етем энекәшен үҙенә тәрбиәгә алыуын, практикаһы тамамланғас, уның да ҡайтыуын көтөүе тураһында хат ебәргәс кенә бер аҙ күңеле урынына ултырҙы ҡыҙҙың. Абзыҡайы хәбәр итеүенсә, Сәхиәһен дә юғалтҡас, әсәһенең йөрәк өйәнәге ҡубып, ҡапыл ныҡ бирешкән, өс-дүрт айҙан шәбәйә башлаған кеүек тә булған, тик инде аяҡҡа баҫты тип тыныслана башлағанда китеп тә барған.

Сәбилә тыуған тупрағынан ем алып һутланған тамырҙары берәм-берәм өҙөлә башлағандай тойҙо. Күрешә алмай ғына йәшәһәләр ҙә, тыуған йорто, әсәһе барлығын тойоу көс, яҡлаулылыҡ тойғоһо биреп торған икән. Бына хәҙер инде шул төп тамыр шартлап өҙөлдө, уға ҡарата ошоғаса рәхимһеҙ яҙмыш елдәре ҡамғаҡтай тәгәрәтеп алып алып сығып китмәһә ярай ине. Юҡ, бер нигә ҡарамай бирешмәҫкә! Бер ҡарында яралған иң яҡын кешеһе – Сәғитйәне бар, уның хаҡына түҙергә, уға терәк булырға кәрәк. Ҡайтып та булмағас, энекәше менән хаттар аша ғына хәбәрләштеләр. Бәхеткә, еңгәһе бик игелекле булып сыҡты, малайҙың яҙғанынан да, һирәкләп кенә һалынған фотоларынан да күренеүенсә, күңел йылыһынан мәхрүм түгел, кейем-һалымы ла ҡупшы ғына, йонсоп йәшәгәнгә оҡшамаған. Апаһының һоҡланып хикәйәләп яҙғандары аша Сәғитйән Белоретты яратып өлгөргәйне, абзыҡайы кире һуғып ҡараһа ла, өҙмәй ҙә ҡуймай, етенсе кластан һуң шундағы ФЗО урынына асылған техучилищеға уҡырға инде, артабан армияла хеҙмәт итеп ҡайтты.

Дауамы бар.

Читайте нас: