Бөтә яңылыҡтар

АНТОНОВКА ЕҪЕ. Повесть. Бишенсе өлөш. Гүзәл Ситдыҡова

... Сменалап эшләгәс, алмашсыһы ни сәбәптәндер сыҡмай ҡалһа, төндә станок янында саҡ ҡына серем итеп алып ҡына ла норма үтәргә тура килә.

Өс йыл буйы ваҡытлы паспорт менән тотоп, ҡайтырға мөмкинлек бирелмәгән ҡыҙҙар, сит-ят яҡтарға сығып китһәләр ҙә, тәртипһеҙләнеп йөрөмәне. Ауыр саҡтар тип, яман юлға төшмәнеләр.

Үҙҙәренең йәштәре лә ырай бит, производство практикаһы үтергә тип алдап ҡына алып киленгән һылыуҡайҙар берәм-һәрәм кейәүгә сығып бөтөп бара. Һөйкөмлө һөйәге бар бит ҡыҙҙың, егеттәр әҙ уранғыламаны уның янында, ләкин Сәбилә әсәһенең, егеттең амин тотҡанын ҡара, тигәнен иҫтә тотоп, тел дә яңаҡ алағанаттарҙы яҡын да юлатманы. Ниндәй тәрән мәғәнәле кәңәш биргәнен ул йылдар үткәс, ҡыҙын Өфөгә уҡырға ебәргәндә генә аңланы.

Завод ашханаһында бер мәл уны күҙләп йөрөгән Таһирбәк тигән ҡырғыҙ егете ҡаршыһына килеп ултырҙы ла, танышырға теләүен әйтте. Егет алдында туйынып ултырырға ҡыйынһынған Сәбилә, оялып, йомош тапҡан булып, ишек яғына йүнәлде. Үҙе ситтән генә уны күҙәтә башланы, бына егет һауыттарҙы ялтыратып ҡуйҙы, хатта тәрилкәһенә һылашып ҡалған бәрәңге иҙмәһен, нәҡ ҡыҙҙың әсәһе өйрәткәнсә, икмәк менән йыйып алып ауыҙына оҙатты ла, берәүҙән дә тартынмай, амин тотто. Европаса булмаһа ни, беҙҙеңсә, үҙебеҙсә. Билдәле, ҡыҙҙың артабанғы яҙмышы шул минутта хәл ителде лә ҡуйҙы. Мөхәббәт тигән китап һүҙҙәре уның башына ла инеп сыҡманы, әсәһе ҡушҡанса, амин тотҡан юлдаш тапты.

Өйләнештеләр ҙә һин дә мин йәшәп алды ла киттеләр. Икеһе лә алдынғы эшсе тип, уларға йәш ғаиләләр өсөн тәғәйенләнгән йорттан фатир ҙа биреп ҡуйҙылар. Тик янында әсәһе, кәңәш биреп торорҙай яҡындары ла юҡ. Бары ҡатын-ҡыҙ менән генә бүлешеп булырлыҡ серҙәр ҙә була бит. Таһирбәк тә яңғыҙ, әммә донъяның әсеһен-сөсөһөн күп күреп өлгөргән, бик үҙаллы, һүҙен елгә ташламаҫ, төптән уйлап хәл итеүсән, шул йәшенән аҡһаҡалдар аҡылына эйә ир-егет булып сыҡты. Әсәһе намаҙҙарында ҡыҙына тап шундай ҡушаҡты бик һораған булғандыр инде.

Ярты йыл самаһы йәшәгәс, йәш ҡатын үҙендә үҙгәрештәр һиҙә башланы, аш һайлаусан булып китте. Әле бер еҫте, әле икенсеһен оҡшатманы, мәгәр кәрәсин еҫкәгеһе килеп биҙрәтте. Ире һынап ҡарап, уй-бай, жанашым, беҙ хәҙер өсәү булдыҡ ахыры, тип ҡуйғас та әле йөклө икәнлегенә ышанып етмәне. Кит, унан ниндәй әсәй сыҡһын! Бәпесте нисек биләр, нисек йыуындырыр... Бына тимер сымдар менән идара итергә оҫта, мәгәр йүнле аҙыҡ күрмәй үҫеп, гел ашханала туҡланып йөрөп, төрләндереп бешеренә лә белмәйсе. Ярай Таһирбәге был эшкә маһир, уны плитәгә яҡын да килтермәй. Баҡһаң, ҡырғыҙҙар ҡатын-ҡыҙҙан тәғәм яраштыртмай икән.

Иренең былау бешергәне – үҙе бер мауыҡтырғыс сәнғәт! Гел тик ҡәнәғәт төҫ менән, һөйөнөп йөрөп кенә әҙерләй бит ул ризыҡты, кәйефтең тәме ашҡа күсә, тип ҡабатларға ярата. Хәрәкәттәре тилбер, өҫтәлгә ҡупшы итеп теҙеп һалған әҙерләмәләре лә рәссамдар һүрәт төшөрөрлөк! Сәбиләләр ауылда хатта кишерҙе лә ашҡа һалып бармай ине, һуған менән аш утынан (укроптан) башҡаһын үҫтермәнеләр ҙә. Балтырған, оҫҡон-йыуа, ҡаҡы башын тотоналар ине уныһы. Таһирбәге иһә эшен “бисмилла” әйтеп, ауылынан килтереп үҙенән ҡалдырмай йөрөткән ҡаҙанында башта ҡуйҙың ҡойроҡ майын иретеп, күп итеп кишер һалыуҙан башлай. Дөгөгә ноҡот борсағы ла, тәмләткестәр ҙә ҡушып ебәрә, иң ахырҙа башлай һарымһаҡ тығып ҡуя. Әҙерләгән бүлмәһенә генә түгел, хатта фатирҙан тышҡа ла таралып китә был илаһи арбағыс еҫ. Уны тойоп, ҡайһы саҡ күршеләре лә килеп ингеләй, бер-береһенә тәғәм ейергә йөрөшөү уларҙың мөхитендә ғәйре тәбиғи күренеш. Ә ҡунаҡ-фәлән йыйһалар, былау бешерергә Таһирбәген саҡыралар. Ашы ғына түгел, эше лә тәмле бит уның!

Ҡасандыр бер туя икмәк ашарға хыялланған Сәбилә үҙен йәннәттең етенсе ҡатында итеп тоя, көнитмештәре шөкөр инде, күҙҙәр генә теймәһен тип төкөрөнөп тә ала. Үҙе телеңде йоторлоҡ былау менән һыйланғанда, мәрхүмә әсәһе менән апай-һеңлеһе иҫенә төшөп, балауыҙ һығып та алғылай: улар төрләндереп түгел, һис юғы туя ла туҡлана алмай, бер рәхәт күрмәй киттеләр бит...

Бушаныр көнө яҡыная барған һайын ҡатын хәүефләнеүсәнерәккә әйләнде, ней серләшер яҡындары, апайымы, инәйеме лә юҡ. Бер көн түҙмәй, Таһирбәге алдында иланы ла ебәрҙе:

– Ҡалайтып ҡына табам инде мин баланы, мин бит бәпәй нисек тыуғанын да белмәйем, ҡайһы юлдан сыға ул?

Ире рәхәтләнеп көлөп алды:

– Әй, иҫәркәйем, беҙҙең бәпес кенә юлын таба алмай эсеңдә ҡалмаҫ инде, үҙе белә ул ҡайҙан сығырға. Ҡыҫыр көйөккә көйөнөп ни...

Иренең мәрәкәләп әйткән һүҙҙәренән ҡатыны шунда уҡ тынысланды ла ҡуйҙы.

Тимербәген алып ҡайтҡас, кәләшенең малайҙы ибәтәйһеҙ генә биләп маташҡанын ҡарап-ҡарап торҙо ла, үҙе йүргәккә һалып, ыҡсым ғына итеп төрөп тә ҡуйҙы. Сәбилә энекәше Сәғитйәнде биләгәнде бик күрмәне лә, әсәһенә уны ҡарашырға Сәлимә апаһы ярҙамлаша ине. Саҡ ҡына ҙурая төшкәс, бала иҫкеһенә мал мөгөҙөнә элерлек тә сепрәк таба алмай, әсәһе улының аҫтына сөрөк кенә һала башланы. Атаһы йүкә сөрөгө йомшаҡ була тип күп кенә итеп алып ҡайтҡайны, шуны башта ваҡлайҙар ҙа, ҡыл иләк аша үткәрәләр. Баланың аҫты һәр саҡ ҡоро, бысранһа ла, алып ҡына ташлайҙар ҙа, яңыны һалалар.

Йыуындырырға булғас, йәнә бер албырғап ҡалды йәш әсә, тик бишеккә урын әҙерләп, кипкән йүргәктәрҙе үтекләп, алды-артына ҡарағансы Таһирбәге ҡайһы арала малайын ялт та йолт таҙарындырып-сайындырып, бишеккә һалып, ялғаштағы һыуҙы әрәм итмәҫтән, бала иҫкеләрен сайып та элгәйне. Ҡайһылай ҡулдары килешле, тип аптырап та, һоҡланып та уйлап ҡуйҙы ҡатыны.  

Ата-әсәһе ваба сиренән вафат булып, бәләкәйҙән үкһеҙ етем ҡалған Таһирбәк атаһының бер туған энеһе ғаиләһендә үҫкән. Уныһы ауыҙын асһа үпкәһе күренерҙәй фәҡир булһа ла, туғанын береһенән-береһе бәләкәй балалары янына һыйындырған, әммә үҙе көн оҙоно эштә йөрөгәс, өй эсендәге тәртип малайҙың еңгәһе өҫтөндә ятҡан. Булмышынанмы, әллә мохтажлыҡтан, итәк тулы бала менән арып-алйыуынан таш бәғерлегә әйләнгәнмелер, нисә ҡараһаң да ауыр аяҡлы йөрөгән ҡатын Таһирбәкте баштан уҡ артыҡ бүрәнә башы, икмәк көйәһе күреп ҡабул итә, кейеме ямау тотмай башлаһа ғына үҙ балаларының эт алаһығыҙ иҫкеһенән берәй нәмә кейҙерә. Малай хеҙмәтсе урынына була, балаларҙы тәрбиәләшеү, йорт эштәре уның көндәлек бурысына әйләнә. Еңгәһенең берәй нәмәгә йәне көйһә, кәйефе булмаһа, талағы ташып, асыуын да аҫрауға төшөрә, туҡмаҡ ашатырға ла күп һорамай, етем көнө – көйөнөс.

Быларҙы ире ҡатынына һөйләмәй, һөйләгәндә лә, ауырлыҡты ла мәрәкәгә әйләндереп, көнитмешендәге бер кәрәкле һабаҡ рәүешле тасуирлай ҙа ҡуя. Үҫтергәндәр, үҙаллы тормошҡа, һынауҙарға әҙерләгәндәр, ҡойолоп төшмәҫкә өйрәткәндәр. Шулары өсөн рәхмәтле була белергә кәрәк тә. Хатта, үҙең бешерһәң, ас йөрөмәҫһең, тип ҡаҙан тоттороп сығарып ебәргәндәр. Эше бик бармағанда ла балтаһы һыуға төшөп йөрөмәй, йән биргәнгә йүн биргән тип, сараһын күреп, килеп сыҡмағанда ла өҙөклөктө сабыр ғына үткәреп ебәрә, өйгә сырайы асылмай ҡайтып ингәне лә юҡ. Шул һыҙаттары менән нәҡ Сәбиләнең атаһы инде, кейәү тупрағы ҡайнынан тип  юҡҡа әйтмәйҙәр икән.

Заводтары Союзда ғына түгел, хатта сит илдәрҙә лә танылыу алып өлгөрҙө – Сәбилә хеҙмәт һалған линиянан ғына ла кабель утыҙлап дәүләткә, хатта Америкаға ла оҙатыла тиҙәр, шуға күрә алдынғы эшселәр торлаҡ менән ауырлыҡ кисермәне. Ике малайҙан һуң нур өҫтөнә нур өҫтәп ҡыҙҙары тыуғас, яңы йорттан икенсе ҡатта дүрт бүлмәле иркен фатир бирҙеләр. Ана шуның алдында алма ултыртты ла инде Сәбилә. Антоновка алмаһы. Ҡасандыр уның еҫенә генә әүрәп йәһәннәм тишеге тарафтарға сығып киткәйне лә.

Таһирбәге бер цехта эшләгән теге Холмурад әкә менән бығаса баҡса үҫтереп ҡарамаған күршеләренә соҡорҙар ҡаҙышып, емеш ағастары ултыртышты. Бер ҡайҙа ла рөхсәт һорап та йөрөмәнеләр. Икәүләп ағастар араһында сит-яттың күҙенә бик ташланмаҫлыҡ итеп бәләкәй генә мунса ла әтмәләп ҡуйҙылар ҙа ишек алдына мискә ултыртып, сәтләүек ҡабыҡтарын шунда йыйып барыуҙарын һоранылар. Имән ағасынан кәм бирмәй икән улары йылыны! Бындай “үҙидараға” ҡайҙалыр ялыу ебәреп, тауыш күтәреп йөрөүсе лә булманы.

Тимербәктәренең исеме есеменә тап килде лә ҡуйҙы, бәләкәйҙән күрше-күләндең гараждарында тимер-томор араһында буталанып, машина майына батып, ташландыҡ берәй деталь тотоп ҡайтып инер булды. Мәктәптәрендә хеҙмәт дәрестәрен көтөп алып, токарь станогында ла “һә” тигәнсе нәйәт итеп эшләп ҡуйырға өйрәнде. Атайыма оҡшаған, тип әсәһе эстән генә һөйөнөп туймай. Уныһы ул әле, ана шул тотоп ҡайтҡан тимер киҫәктәренән мәктәп тамамлар йылы хатта Холмурад әкәһе ярҙамында мотоцикл әтмәләп алып, күрше-күләнде аптыратты.

Батырбәге атаһынан бәләкәй ҡалғас, аралары өс кенә йәш булһа ла, һәр нәмәлә ағаһына эйәреп, уҙаҡлашып үҫтеләр. Алғы тәгәрмәс ҡайҙан тәгәрәй, артҡыһы ла шунан китә бит. Ул да тимер-томор менән мауығып үҫте лә, ҡайҙа ла кәрәк һөнәр тип, металл йәбештереүсе һөнәрен һайланы. Берҙе алһа, берҙе бирә Хоҙай, улдарының тәртәгә иртә инеп, Йәмилә менән икеһен терәкләп, яҙа баҫмай ғына буй еткереүҙәренә ҡыуанып бөтә алмай Сәбилә.

Йәмиләһен атаһы үҙенә башҡа бер наҙ менән яратты, ҡулында гүйә гәлсәр һауыт, яңылыштан ватып ҡуймайым тигән кеүек ине ҡыланышы. Бер ҡайҙа ла тотҡарланмай, эштән йүгереп ҡайта ла, йоҡлап ятһа ла, күтәреп алып, бүлмә буйлап йөрөй, балконға алып сыға, бәхеткә сумып, шул килеш урамдағы хәрәкәтте күҙәтеү рәхәтлек бирә уға. Ҡыҙы ла тиҙ үк атаһын таный башланы, әсәһенән былай эҫенеп, уны күреүгә ҡош балаһындай талпынып, ҡулдарын һона һала. Теле лә “атай” тип сыҡты бит уның.

Яҡшыға сыҡҡан – ярпайған, Сәбилә был йылдарҙа шатлыҡтарға ҡойоноп, осоп ҡына йөрөнө, ҡыҙ сағына ҡарағанда ла һылыуланып, хатта буйға ла тартылып киткәндәй, күҙҙәренән нур бөркөлөп торған ҡатынға әүерелде. Төндәрен уянып китә лә, янында тыныс ҡына йоҡлаған иренең көслө беләгенә һыйынып, өнөммө-төшөммө тип үҙ бәхетенә үҙе ышана алмай ята.

Артыҡ бәхет һағыш килтерә тигәндәре дөрөҫтөр ахыры, донъяһы түңәрәкләнеп, матур ғына йәшәп ятҡанда, етемдең ауыҙы ашҡа тейһә, танауы ҡанай, тигән ише Таһирбәге көтмәгәндә ҡаты сиргә дусар булып ҡуйҙы. Эше кислоталар менән бәйле ине бит, бәлки, шул сәбәпсе булғандыр – үпкәһендә яман шеш таптылар. Һыҙланыуҙарына, быуылыуҙарына сабыр ғына түҙеп ятып, донъя ҡуйҙы. Үҙен түгел, ҡатыны менән сабыйҙарын йәлләп өҙгөләнде. Күңеленә бер нәмә килгәндәй күҙенән осоп ҡына барғандай ине бит Йәмиләһе. Ҡыҙғынаһы өс йәшлек кенә булһа ла, ниндәй ҡайғы килгәнен, мәңгегә айырыласаҡтарын тойғандай, атаһы янына шым ғына килеп инә лә, өндәшмәй генә, көйһөҙләнмәй генә кескәй генә йомшаҡ ҡулдары менән уның йөҙөн һыйпап ултыра, өҫтөндәге юрғанын ипләй. Һораһа, карауат янындағы ултырғыстан һыу алып бирә.

Ауырый башлағанда терелеренә өмөтө бар ине әле, яман шеш икәнен унан йәшерһәләр ҙә, айҙарға һуҙылғас, хәлен аңланы. Бер көндө ул ҡатынына:

– Хәләлем, йәнем, барыһы өсөн дә рәхмәт, һиңә бик ризамын, мине бәхетле иттең, - тине. Тауышы өҙөлөп, бер аҙ дауам итә алмай ятты. – Мин дә һине бәхетле итергә тырыштым, минән ҡалғас та Хоҙай һине, балаларҙы ташламаһын. Ир балалар юғалмаҫ, бирешмәҫ, Йәмиләне етем итмә... Бәхил бул. 

– Ауыҙыңдан ел алһын, атаһы, һинән ҡалырға яҙмаһын. Һауығаһың, мотлаҡ һауығаһың. – Сәбилә үкереп илап ебәрерҙәй булһа ла, күҙ йәшен йәшерҙе.

Шул һүҙҙәрҙе әйтергә көс туплап ятҡандыр, бәхилләште лә телдән дә ҡалды. Бер нисә көндән мәңгелеккә күҙен йомдо.

Тел төбөн аңланы ҡатын бер ваҡытта ла артығын әйтмәҫ иренең, Йәмиләне үгәй атайлы итмә тип васыят әйтеүе булды инде уның.

Киноларҙағы кеүек шашып яратып бармағайны ул кейәүгә. Шәреҡсә тәрбиәләнгән етем егет сәскәләр тотоп, балкон төптәрендә йырлап та йөрөмәне, Холмурад әкә менән икәү килеп, никах тураһында килештеләр ҙә, ябай ғына табын йыйып яҙылышты ла ҡуйҙылар. Хәләле хәл өҫтөндә ятҡанда аңланы ҡатын ни тиклем оло мөхәббәт менән ирен яратҡанын, йәненең яртыһы икәнен. Ярты йән булып ҡалды ла инде ул был фани донъяларҙа, ғүмеренең ахырынаса уға тоғро булып, һағынып йәшәне. Һарыларға һабышып, аяҡтан йығылырҙай булһа ла, әсәһе кеүек, балалары хаҡына түҙҙе ошо тиклем оло юғалтыуға; әлеге лә баяғы – эсәгең өҙөлһә эсеңдән ялға... Ары һуғылып, бире бәрелеп йөрөгәндә ярай әле Холмурад әкәнең ғаиләһе үҙ туғанындай күреп, ҡанат аҫтына алды.

Малайҙары һабаҡҡа төшкәйне, бишкә ярылырҙай булып, кинйәкәйен, үҙенә һуйған да ҡаплаған  ҡыҙы Йәмиләне, төштән һуң баҡса ябылғас икенсе сменаға хатта эшкә лә алып барырға тура килгеләне. Етәкселек күҙ йомдо инде, һүҙ әйтеүсе булманы.

 

* * *

Ҡыҙы урта мәктәпте алтын миҙалға тамамлаған йылы энекәшен эйәртеп, Фәйзелғаян абзыҡайы килеп төштө. Ныҡ ҡартайған, таяҡ менән йөрөй, тик зиһене теүәл әле, аяғынан башҡа ауыртҡан ере лә юҡ икән. Ватан һуғышында ҡатнашҡан кеше булараҡ, Өфөлә фатир биргәндәр. Үҙ балалары булмағас, Сәғитйәнде етемһерәтмәй, хәлдәренән килгәнсә тәрбиәләп, аяҡҡа баҫтырҙылар улар еңгәһе менән. Энекәшен армия хеҙмәтенән һуң, металлургияға ҡарағанда нефть сәнәғәтендә һөнәр отошлораҡ, тип Салауат нефтехимия комбинатына урынлашырға өгөтләгәйне. Был юлы егет абзыйының һүҙен йыҡманы һәм яңылышманы: ябай эшсе булып башлап, установка начальнигы дәрәжәһенә тиклем үҫте. Былтыр ул Өфө нефть институтының Салауаттағы филиалының киске бүлеген тамамлағайны.

Абзыҡайы менән энекәше туғандарының тормош-көнкүрешенән ҡәнәғәт ҡалды, тик Йәмиләне үҙебеҙгә алып ҡайтып вузға индерәбеҙ, Рәсәй дипломы алһын, тип аптыраттылар.

Берҙән-бер ҡыҙын янынан ебәргеһе килмәһә лә, оҙаҡ уйланғас, ризалашты Сәбилә. Эстән генә, әйҙә, һис юғы бер балам Тыуған еремә ерекһен, бәлки, доғаларымда һорағанса, берәй яҡшы ғына башҡорт егете менән иптәшләнер, тип тә уйлап ҡуйҙы.

Хәҙер самолет менән теләгән бер ереңә барып етеп була, донъяһы етеш, орсоҡ буйлыҡ ҡына әсәнән тыуған тимәҫһең, шәмдәй төҙ, имәндәй мыҡты булып үҫеп еткән улдары ла, ситтән тороп булһа ла бер-бер артлы вуз бөтөп, донъяны бөтәйтеп баралар. Берҙән-бер һеңлеләренә ярҙам итерҙәр, ташлап ҡуймаҫтар, моғайын.

V

...Шулай ҙа башта Өфөгә ҡыҙы менән бергә үҙе барып күрергә булды. Башҡортостанданмын тип ғорурланып һөйләргә яратһа ла, башҡаланың вокзалын ғына күреп сығып киткәйне лә.

Аэропортта уларҙы Фәйзелғаян абзыйы ҡаршы алды.

Йырҙағыса “тау башында балҡыған”, йәшеллеккә күмелгән мәркәз ҡала алыҫтан, Ағиҙел ярында ҡоштай талпынып ҡатып ҡалған һыбайлы һыны менән сәләмләп ҡаршы алды. Күпер аша үткәндә үк “Өфө” тигән яҙыу һәм биш сатлы йондоҙ менән сиратлап биҙәкләнгән яндауырҙарына тиклем һоҡланыу тойғоһо уятып, күңеленә ауыл ҡапҡаһы аша тыуған йортҡа ҡайтыу хисе инеп тә ояланы. Мәргән күҙле Сәбиләнең иғтибарынан бер ни ҙә ысҡынманы, автобус күперҙән сыҡҡас һулға боролоп үрләй башлаған ерҙә ФЗО мәктәбенә йөрөгән юлдағына оҡшаған төҙөк ағас йорттар күренеше хатта керпектәрен сыланырға мәжбүр итте. Ленин урамынан абзыҡайы тотош экскурсиялыҡ биналарҙы күрһәтеп уҙғанда телеграмма һуҡҡандай ғына тасуирлап өлгөрҙө – һәр береһе бер оло тарихлыҡ икән. Аҙаҡ иркенләп һөйләргә вәғәҙә итте. Абзыҡайының ике бүлмәле “хрущевка”һы үҙенеке менән сағыштырғанда тығырыҡ ҡына кеүек күренде уларға, тик күңеле еткәндең урыны ла етә шул.

Икенсе көнөнә үк Ленин урамының башланған ерендә урынлашҡан медицина инстутына йүнәлделәр. Ғүмер баҡый баш баҫып эшләп, өҙгөсләнмәй генә, нимәгә лайыҡмындыр шуға байыҡ тип көн күрергә күнеккән Сәбилә, абзыҡайы етәксеһенә инеп сығайыҡ тигәс, баҙаны ла ҡалды, ректор һынлы ректор менән нисек ҡыйып һөйләшмәк кәрәк. Әммә күкрәгенә Дан ордены, миҙалдар тағып алған сатан ҡарт һалдат, кабинеттан кеше сығыу менән, секретарь ҡыҙҙың туҡтатырға тырышыуына иғтибар итмәй, “Ректор Сәхәүетдинов Венер Ғәзиз улы ” тигән табличка ҡағылған  ишекте ябырға ла бирмәй, һеңлеһен етәкләп эскә инде лә китте. Аҡ халатлы, аҡ ҡалпаҡлы түңәрәк йөҙлө, ҡара ҡашлы уҙаман һорамай-нитмәй килеп ингән оло йәштәге әҙәпһеҙҙәрҙең сәләмләүенә маңлай йыйырмай ғына аптыраулы ҡараш ташлап яуапланы ла, өҫтәл артынан портфель сығарып, хәрәкәттәре менән ҡайҙалыр ашыға икәнен ишаралап, башҡортсалап ҡабалан ғына һорау бирҙе:

– Ниндәй мәсьәлә менән килгәйнегеҙ, әйтә һалығыҙ.

Шундай оло вазифалы кеше туған телендә һүҙ ҡатһын әле! Башҡорт икәнлеген танығанын әйт! Абзыҡайы ҡыйыу ғына килеп инһә лә, өндәшмәй, һеңлеһенә ымланы. Ҡапыл ауыҙы кибеп китеп, Сәбилә:

– Ней бит әле, Венер Ғәзиз улы, беҙ Үзбәкстандан инек, – тигән һүҙҙәрен саҡ һығып сығарҙы. – Ҡыҙымды уҡытырға иткәйнек һеҙҙең институтта. Мәктәпте алтын миҙалға тамамланы.

Ректор ҡаштарын сөйҙө:

– Уҡытырға иткәс, уҡытығыҙ һуң, документтарын тапшырһын да, имтихан тотһон, – үҙе ихлас итеп шарҡылдап көлөп ебәрҙе. – Исем-фамилияһы нисек ҡыҙыңдың? Башҡортса беләме? Уға бит, врач булһа, русса белмәгән ҡарт-ҡороно ла ҡарарға тура киләсәк.

– Белә-белә, өйрәтеп үҫтерҙем, беҙ күмәк бит унда... Үзбәксә лә, русса ла белә.

Сәхәүетдинов ихлас йылмайҙы ла:

– Ярай, имтихандарын тапшырһын, – тип, өҫтәлендә ятҡан ҡалын дәфтәренә ниҙер теркәп тә ҡуйып, сығыу яғына йүнәлде.

Секретарь ҡыҙҙы, мин лекция уҡырға киттем, тип иҫкәртте лә, һаубуллашып, шәп-шәп атлап күҙҙән юғалды.

Оҫта хирург, профессор икән үҙе, ә ябайлығы менән арбаны ла ҡуйҙы.

Аяғөҫтө генә һүҙ ҡатып китеүҙәренең берәй файҙаһы булдымы-юҡмы, билдәһеҙ, мәгәр ҡыҙынан өсөнсө курста хирургия буйынса зачет алғанда, һин Үзбәкстандан бит әле, тип бик мәғәнәле ҡарап ҡуйған. Шунса студенттар араһынан онотмағанын ҡара һин уның.

Еңгәһе менән Башҡорт драма театрына барып, “Ғәлиәбаныу” спектаклен ҡаранылар. Йәмилә имтихандарға әҙерләнә башлап, өйҙә ҡалды. Сәбилә сәхнәлә барған ваҡиғалар эсенә инеп китеп, ысын кеүек күреп балауыҙ һығып та алды, тик урта тоштараҡ ҡапыл бала сағында ауыл әүҙемселәре шул спектаклде ҡуйғандары иҫенә төштө лә ҡуйҙы. Бына сәхнәлә Хәлил үлтерелде, залдағы бөтә нәфис зат мыш-мыш килеп илай, ирҙәр ҙә ауыр һулап ҡуя, ә ул йөҙөн ҡаплап, көлөүен саҡ тыйып ултыра, яурындары һикереп-һикереп ҡуя. Шулай ҙа була икән – бер юлы талантлы  тамашанан тетрәнеүҙән илағыһы ла, клуб сәхнәһендәге теп-тере булып күҙ алдына килеп баҫҡан күренештән эсе ҡатып шарҡылдағыһы ла килде. Бер күҙе көлә, икенсеһе илай тигән кеүек булды инде. Йөҙөн ҡаплап яурындары дерелдәгән ҡәйенһеңлеһенә еңгәһе ҡарап-ҡарап ҡуйҙы, тик өндәшмәне. Ҡайтҡас, иренә: “Сәбилә шул тиклем ихлас итеп ҡараны, хатта илап бөттө, меҫкенкәйем”, – тип хәбәр еткерҙе.

Иҙел ярында Салауат Юлаев һәйкәлен ҡуйғандарын Ташкентта ишеткәйне инде. Алыҫтан күреп, урынын ниндәй шәп ерҙә һайлағандар, тип һоҡланды. Салауат, әйтерһең, ерҙән түгел, күктән сабып бара, әйҙәгеҙ минең менән, тип саҡыра. Ә һәйкәл үҙе ниндәй! Төрлө яҡтан әйләнеп йөрөп, ентекләп ҡарап сыҡты. Шунда ул батырҙың ҡолағына иғтибар итте лә абзыйына аптыраулы һорау бирҙе:

– Уға нишләп алҡа таҡҡҡандар ул? Беҙҙә ундай йола булғанмы ни?

– Әлләсе, ҡайһылай күҙең осло, минең нишләптер иғтибар иткәнем юҡ ине. Былай казак ғәскәрҙәрендә атаһының берҙән-бер вариҫын ҡурғаулау йолаһы булған. Юлайҙың да Сөләймән менән Ыраҡай исҽмлҽ икҽ улы Пугачёв болаһы башланғансы уҡ донъя ҡуйған да, Салауат нәҫҽлҽн дауам итҽүсҽ бҽрҙән-бҽр улы булып ҡалған. Ихтимал, скульптор Сосланбәк Тавасиҽв уны ҡолағына алҡа кҽйҙҽрҽп, шуға ишаралағандыр. Беҙҙең халыҡ та һуғышсан булған бит, бихисап яуҙарҙа ҡатнашҡан, мишәрҙәр менән даими булмаған ғәскәр итеп тотолғанбыҙ, халҡыбыҙҙа ла борон ундай йола йәшәгән булыуы бик мөмкин.

 

* * *

Өфөнө ни тиклем оҡшатһа ла, Сәбиләнең күңеле ҡасандыр уҡып киткән, яҙмышында ҡырҡа боролош яһаттырған Белоретта ине. Уның йөрәкһегәнен күреп, Фәйзелғаян абзыҡайы көлөмһөрәне:

– Күнтәйҙәреңте һағынтыңмы? – ул ҡалаға ер иҙел-ҡатай башҡорттарынан алдап һатып алынғанын, ниндәй ҡушаматҡа дусар булып ҡалғандарын белә булып сыҡты.

Абзыҡайы аңлатыуынса, хәл ул теге саҡта ишеткәнсә түгел, икенсерәк булған. Заводсылар күндән эшләнгән ҙур картала Әзекәй ауылы ултырған бармаҡ баҫымындай ғына урынды ҡәләм менән түңәрәтеп алып, шул тиклем генә ер һатыуҙарын һораған. Тәүләп карта күргән ауыл кешеһе масштаб тигәнде беләме һуң әле, күндәй генә ерҙе ҡыйбатҡа һатабыҙ тип һөйөнөп, рәсми килешеүгә ҡул ҡуйғандар. Шунан инде ултырған ерҙәренән ҡыуып сығарылғандар. Хәҙер был ҡайһы берәүҙәргә ирмәк бер тарих кеүек кенә күренһә лә лә, заманында наҙанлыҡ арҡаһында ниндәй ҙур фажиғә кисергән бит ауыл халҡы! “Башҡорттарым, уҡыу кәрәк, уҡыу кәрәк... наҙанлыҡтан ҡурҡыу кәрәк!” Аҡмулла милләттәштәре өсөн йән әсеһенән шулай тип яҙғандыр инде.

Эйе, һағынды ул күнтәй ерҙәрен!

Ҡалаға самолет осҡанын белгәс, ауырлыҡ менән ике яҡҡа билет алып, Сәбилә шунда юлланды.

Өс тиҫтә йылдан ашыу ваҡыт эсендә, шикһеҙ, Иҙелбашы һиҙелерлек үҙгәргән, төҙөкләнгән, бейек кенә яңы йорттар ҡалҡып сыҡҡан. Ҡатын Ленин урамындағы дүрт ҡатлы ҡунаҡханаға урынлашып, бер аҙ хәл алғас, ҡала күрергә сыҡты. Юл ашаһында ғына автоматлы һалдат һәйкәле ҡуйылған, уның алдында Мәңгелек ут яна. Саҡ ҡына бара бирһәң – парк, уның элгәре енәйәт ояһы тигән яманаты сыҡҡайны. Урам буйлап арыраҡ атлағас, таныш һыу һурҙырғыс башняға барып теркәлде, яҡынын күргәндәй булып, хатта ҡабырғаларын һөйөп сыҡты. Уны төҙөү өсөн сифатлы ҡыҙыл кирбес ситтән килтерелгән булған, шуға ла бындағы ҡырыҫ тау климатына һис бирешмәгән. Тик ул күргән саҡта башняның өҫ яғында ағастан һалынған ротонда тигән ҡоролма бар ине, шуны һүтеп алғандар, 1956 йылда һыу биреүҙе туҡтатҡандар икән.

Юл ашаһында педучилище бинаһы эргәһендәге туҡталышҡа барып баҫып, Мокрая Поляна яғына ниндәй автобус йөрөгәнен һорашты ла, эскәмйәгә ултырып, кешеләрҙең һүҙҙәренә ҡолаҡ һалды. Милләтәш икәнлектәре күренеп торһа ла, үҙ-ара вата-емерә русса һөйләшергә тырышыуҙарына сәйерһенде. Хатта ҡолағына “апайка” тигән һүҙ ҙә сағылып ҡалды. Биләрәт Биләрәт инде. Гөләмзә иҫенә төштө...

Завод гудогы һаман һаҡланған икән, 60-сы йылдарҙа ҡала шау-шыуына ҡаршы көрәш башланғас, ил буйынса күп гудоктар шымып ҡалған, белореттар иһә дәррәү ҡаршы сығып, тарихи дыуылдаҡты туҡтатырға бирмәгән.

Элек ятаҡ менән мәктәп булған урынды тапмай ҡуйҙы, ФЗО бөтөрөлгәс, кәрәге лә ҡалмай, үҙгәртеп бөткәндәрҙер. Осраған кешеләр ҙә ләм-мим һүҙ әйтә алманы, аптырашып ҡараштылар, биналарын түгел, хатта ФЗО-ның ни икәнен белмәйҙәр... Сәбилә яйлап ҡына тау түбәненә төшә, тирә-яҡты байҡай башланы, шәхси йорттар урынлашҡан биҫтә барыбер әллә ни үҙгәрмәгән, шул уҡ йорттар, ҡыйыҡлы ҡапҡалар, шул уҡ һабаҡтары әскелтем еҫ таратҡан картуф баҡсалары. Әҙ булһа ла, һаман мал тотоусылар ҙа булғаны тойола, ана, өй алдындағы кәртә эсендә батҡаҡҡа ҡатҡан бер сусҡа мырҡылдап йөрөй. Тәүге тапҡыр шул хайуанды күргәндә аяғы ергә теймәй бүренән ҡасҡандай йүгереп сығып киткәне иҫенә төшөп, шым ғына көлөп алды.

Артыҡ үҙгәрмәгән тиһәң дә, бер яңылыҡ ингән – алмағастар күренә! Хәҙер таулы райондар өсөн районлаштырылған емеш ағастары килеп сыҡҡан тип ишеткәйне шул. Ә уларҙы алма еҫенә әүрәтеп, Үзбәкстан һынлым ергә алып киткәйнеләр...

Ул кире ҡайтырға булып, туҡталышҡа барып баҫты. Элеккесә, автобустар һирәк, баш һуҡҡанса йөрөй икән. Кеше күп йыйылып киткән. Шунда урта йәштәрҙәге бер ир күтәрелеп, уға урынын бирҙе. Ниҙер әйтергә теләгәне күренә, тик ҡыймай ахыры. Ниһайәт, ул һүҙ ҡушырға булып китте:

– Апай, һеҙ ФЗУ-ла уҡымағайнығыҙмы?

Сәбилә терт итеп ҡалды:

– Уҡыным. Таныйһығыҙмы әллә?

– Таныған кеүекмен шул. Сәбилә тигән апайға оҡшағанһығыҙ.

Ҡатын аптырап уға текләп ҡараны: ҡуйы ҡара ҡаштар аҫтынан ҡараған оҙон керпекле йәшкелт-һоро күҙҙәр, һөйкөмлө йөҙ. Ғимал бит, ихата аша мәктәпкә йөрөгән, ҡустыһындай күреп эҫенеп өлгөргән малай!

Ул урынынан килеп тороп, күрешергә ҡул һонғайны ла, теге ир уны һаҡ ҡына ҡосаҡлап алды, шунда уҡ яҡын күреп, “һин” тип һөйләүгә күсте.

– Апый, көтмәгәндә әллә ҡайҙа булдың да ҡуйҙың бит, бик оҙаҡ эҙләнем һине. Бәйләп биргән бейәләйеңде лә тишелгәнсе кейҙем. Ҡуныстарына резинка тегеп тоташтырып биргәйнең бит, шуға юғалманы, – тип көлөп ебәрҙе.

Ҡарасы, шул ваҡлығына тиклем иҫләй бит әле ул, Сәбилә быныһын үҙе онотҡайны.

– Мин дә һине гел иҫемдә тоттом, бер туған энекәшемә шул тиклем оҡшағайның. Беҙҙе бит Үзбәкстанға практикаға тип ебәрҙеләр ҙә шунда ҡалдым инде.

– Ә-ә, бына нисек. Әсәйем бейәләй тураһында белгәс, бик күргеһе килгәйне лә, тик роддомдан яңы ҡайтҡан булғас, шунда уҡ ҡына бара алманы. Уның исеменән рәхмәт әйтеп ҡуяйым. Оло йәштә инде хәҙер, кинйә ҡустыбыҙҙа йәшәй.

– Рәхмәтенә рәхмәт. Ошо йәшеңә еткәндә лә әсәйле булыу бәхет инде ул. Минән сәләм тапшыр. Ғимал балаҡай, мин ятаҡ менән мәктәпте күрәйем тип килгәйнем дә таба алмай ҡуйҙым бит, урамдар үҙгәреп бөткән.

– Шулаймы? Ваҡытың булһа, әйҙә, күрһәтәм.

Улар һөйләшә-һөйләшә йәйәүләп тау үренә менеп киттеләр. Былай дөрөҫ барған икән башта, тик бер нисә яңы йорт аҙаштырған. Шуларҙан уҙғас, һулға боролоп бер тыҡрыҡтан уҙыуға сәнскеле ҡойма менән уратылған биналар янына барып сыҡтылар. Таныны был юлы ҡатын үҙе йәшәгән ятаҡты. Баҡһаң, ФЗУ бөтөрөлгәс, ошонда 26-сы һанлы һөнәри-техник училище асылып, яңы бинаға күсерелгәнсе байтаҡ ҡына йылдар төҙөүсе-ташсылар әҙерләгәндәр. Уҡыу йорто ҡала үҙәгенә күсенгәс, бында ЛТП, тағатып әйткәндә лечебно-трудовой профилакторий, йәғни хеҙмәт менән дауалау профилакторийы асҡандар. Ана шуға һаҡ хеҙмәте лә төрмәләгенә яҡын, баҡһаң.

Беҙҙең осорҙа ла тәртип шуға оҡшаш ине инде, сәнскеле ҡамау ғына булманы, тип уйлап ҡуйҙы ҡатын. Уҡымай ҡасып киткәндәрҙе бер йылға тиклем ултыртып ҡуялар ине бит.

Ғимал менән туҡталышҡа төшөп еткәндә кәрәкле автобус килеп тә етте, уның йөрөп ҡайтҡанын көтөп кенә торған тиерһең. Бик йылы итеп, адрестар бирешеп, туғандарса хушлаштылар. Тормошта осраҡлылыҡ юҡ икән ул, бына бит, нисә тиҫтә йылдарҙан һуң осрашып, бәләкәй генә балаға күрһәткән Нух заманындағы йылы мөнәсәбәте өсөн көтмәгәндә, кәрәк кенә сағында, игелек күрәһе булған.

...Завод үҙ биләмәләрен киңәйткән, хәҙер комбинат тип атала икән. Ҡатын уның идаралығы алдында төшөп ҡалды. Тракт урамы тип атала ине элек быуа яры буйынан башланған был урам. Хәҙер Блюхер исеме биргәндәр икән. Ҡышҡы бер кистә әхирәтен ошо буйҙа урынлашҡан Нура станцияһына оҙата барғаны иҫенә төштө. Декабрҙең ҡараңғы кисе. Билетҡа аҡса йәлләп, Мокрая Поляна яғының автобус туҡталышына тиклем йәйәү генә юлланды. Завод ҡоймаһы менән яр араһындағы тротуарҙан үткән-һәткән кеше күренмәй. Кинәт ул артта шәп-шап атлаған аяҡ тауышы ишетеп, һағайып китте, аҙымдарын тиҙләтте. Тайғаҡ ботинкалары менән күпме шәберәк барырға тырышһа ла, тротуарҙағы туҡылдау яҡынайғандан-яҡыная бара. Ах, әсәһе әйткәйне бит яңғыҙ-ярпы йөрөмә тип. Әле иҫенә төштө. Бына моңһоҙ, бына вайымһыҙ! Йөрәге тарһылдап тибә, ҡулдары ҡалтырай, һауа етмәй; йүгерә башлаһа, теге тиҙ генә ҡыуып етер, ә яйыраҡ барһа, ул да бәлки артыҡ ҡыуаламаҫ, уңарсы бәлки берәйһе килеп сығыр тип уйлаған булды. Әммә теге кеше етеп килгәнен арҡаһы менән тойоп, йүгерә башланы һәм... салҡан барып та төштө. Теге ир килеп етте лә, эйелеп:

– Не больно, девочка? Сможешь встать? – тип ҡултыҡ аҫтынан эләктереп алып, һаҡ ҡына ҡарға баҫтырҙы.

Ҡыҙҙың аяғында ныҡлы ғына баҫып торғанын күргәс:

– Бывает хуже, но реже, – тип, күңелле итеп көлөп ебәрҙе лә йүгерә – атлап алға сығып китте.

Әсәһенең һәр һүҙен иҫтә тоторға яҡшы һабаҡ булды был хәйерле тамамланған ваҡиға.

Сәғиҙәнең ҡарашы идаралыҡ ҡаршыһындағы хеҙмәт алдынғыларының портреттары ҡуйылған баннерға төштө: күмәктәр икән, хатта Социалистик Хеҙмәт Геройҙары исеменә лайыҡтар күренә. Аһ-аһ, бынауһындағы йөҙ таныш кеүек бит! Сәғиҙә ләһә, фамилияһы Мөхәмәтдинова икән. Ҡара күлдәген күрмәлекле иткән селтәрле аҡ яға, ҡыҫҡа ҡуйы сәстәрен ҡабартып өйөп ҡуйған, күкрәгендә орден-миҙалдар. Йәш сағынан әллә ни үҙгәрмәгән: ҡыйылып киткән ҡаштар, шешмәгерәк ҡабаҡлы уйсан ҙур ҡара күҙҙәр, түңәрәк йөҙөн һөйкөмлө иткән йәмшегерәк танау – ул да ФЗО-ла канатсылыҡҡа уҡығайны, тик ятаҡта йәшәмәне, ҡаланан ине. Уларҙы ҡайһы саҡ бутай ҙа торғайнылар әле.

Мәктәптә, ашханала осраштырғылағайнылар, үҙе кеүек бәләкәй генә буйлы, ихлас башҡорт ҡыҙы, уның күңелен күтәрерлек һүҙҙәр әйтеп киткеләй ине. Сәғиҙәнең дә атаһы яуҙа һәләк булған, һуғышҡа тиклем Белорет районының “Митал өсөн” тигән гәзитендә мөхәррир булып эшләне тигәне хәтерендә ҡалған. Зыялы ғаиләнән икәнлеге уның үҙен тотошонда ла, һөйләшендә лә тойола торғайны шул. Бына бит, тыуған илендә булғас, ниндәй бейеклеккә күтәрелгән! Шулай тип уйлап ҡуйыуының ғилләһе лә бар, үҙен фиҙакәр хеҙмәте өсөн миҙалға тәҡдим итеп, тейешле ҡағыҙҙарын юғарыға ебәргәс, аҙаҡ ишетеүенсә, үзбәк түгел тип кире борғандар. Тик күңелен һүрмәҫ өсөн келәм менән бүләкләгәйнеләр. Уныһына ҡатын, дөрөҫөн әйткәндә, миҙалдан былай ҡыуанды, келәм менән гәлсәр ине бит ул саҡтағы етеш йәшәү билдәһе...

Һөнәренә көйөнә-һөйөнә тәүге аҙымдар яһаған, ауыл ҡыҙынан сәнәғәт эшсеһе тыуҙырған цехына ла инеп, ҡарап сығырға ине лә, проходнойҙан үткәрмәҫтәр шул, был ниндәй ят ҡортҡа төртөнөп йөрөй, тиерҙәр. Йә, завод директорынан рөхсәт кәрәк, тип бороп сығарырҙар. Ундай рөхсәтте сираттарҙа ҡаңғыра-ҡаңғыра алып сыҡҡансы (иҫбатлай алһа) бер көн генә етһә әле. Һәр хәлдә ул уҡыған заманда тәртип ҡаты ине. Цехтың арт яғындағы ҡойманың бер сөйҙә бәүелеп торған таҡтаһын шыуҙырып инеп-сығып йөрөп булһа ла... Һуңлағандар шуның аша инә, табаларҙы яңы һымаҡ ялтыратып ҡуйыусы сәстән нәҙек сеймәлгән сым йомғағы менән керҙе иҫ киткес шәп таҙартыуы менән дан тотҡан һелтеле һабынды ла шунан елгәрәләр ине.

Проходнойға ғәҙәттә таштамаҡ, туң кешеләрҙе ҡуйыусандар, баҡыртып сығарып ебәреүҙәренән дә шөрләй, олоғайған һайын ундайға түҙемһеҙ булып китәһең икән.

Ишек алдында шулай баҙнатһыҙланып тапанынғанында артта аяҡ тауыштары һәм йылдар үткәс тә һис кем менән бутап булмаҫ таныш тауыш ишетте:

– Девочки мои, заранее приготовьте пропуска.

Ул бит – Полина Ивановна! Боролоп ҡарау менән бер төркөм ҡыҙҙар алдынан атлаған ярайһы ҡалынайған, бер аҙ үҙгәреп, олоғайып киткән тәүге остазын шунда уҡ таныны. “Парлы осраҡтар ҡанун” тиҙәрме әле, уйламағанда-нитмәгәндә икенсе осрашыу! Ҡараштар тап булышты, мәрйә лә уны сырамыта төштө шикелле:

– Батюшки, С... С... Сабиля, это ты? Птичка ты моя невеличка, – тип ҡосаҡлап уҡ алды.

Ҡарасы, күпме йылдар үткән, онотмаған. Ҡыҙҙарына цехҡа инеп, көтөргә ҡушты ла:

– Какими судьбами, приехала за воспоминаниями молодости? – тип биленән йомшаҡ ҡына тотоп ишектән үткәрҙе.

Проходнойҙағы вахтёр менән шым ғына ниҙер бышырлашты ла, бер тапҡыр үтергә рөхсәт биреүсе пропуск алып, цехҡа алып инеп китте. Ҡыҙҙарына эш бүлеп биргәс, хәүефһеҙлек техникаһын боҙмайыҡ, тип ярым шаяртып, Сәбиләгә цех ситенән генә йөрөп яңылыҡтарҙы күрһәтеп сыҡты. Һуңғы йылдарҙа байтаҡ нәмә үҙгәргән, автоматлаштырылған, һауа ла таҙараҡ булып тойолдо, хәҙер быға иғтибар көсәйгән. Элекке кеүек үк гөрһөлдәмәгәндәй ҙә һымаҡ, әллә үҙем ҡолаҡҡа ҡатыланғанмынмы икән, тип эстән генә йылмайып уйлап ҡуйҙы. Полина Ивановна пенсияға сыҡһа ла, мастер-наставник (остаз) вазифаһында эшен дауам итеүен һорағандар.

– Һеҙ минең беренсе наборым инегеҙ бит, Үзбәкстанға алып киткәндәрендә йәшлегем менән үҙем дә аңын-тоңон аңламай ҡалғайным, өс йылға уҡ һуҙылыр тип тә уйламағайным. Тырым-тырағай әллә ҡайҙа булып бөттөгөҙ. Ә һин иң зирәк, иң бөтмөр уҡыусым булып иҫтә ҡалдың. Русса ла бик һөйләшә белмәй инең әле, ә процесты бер күреүҙән төшөнөп, әҙерләмәләрҙе бик боҙмай ғына өйрәндең дә киттең.

Шунан ғәфү үтенеп, цехтағы мастерҙы ҡыҙҙарына күҙ-ҡолаҡ булырға һорап, итәғәтле генә итеп проходнойға оҙатып ҡуйҙы ла, сәғәт киске алтыла осрашып һөйләшеп ултырырға үҙе тәҡдим итте. Сәбилә шатланып риза булды, ә шуғаса мин автобуста ҡаланы ҡарап йөрөп килермен, тип әйтеп тә ҡуйҙы.

Цехтан сыҡҡас, яр буйына йүнәлде, унан асылған күренешкә һоҡланыулы ҡарап, быуа өҫтөндәге алыҫта күренгән ағас күперҙән Түбәнге Биҫтәнән Үрге Биҫтәгә сығып, ҡаланы ҡарап ҡайтҡылағандарын иҫләп алды. Оҙонлоғо ярты саҡрымдан ашыу тиҙәр ине. Уны 1935 йылда эшселәрҙең үтенесе буйынса төҙөгән булғандар, Рәсәйҙәге иң оҙон ағас күпер һанала. Завод эшселәре иртән автобус көтмәй шунан эшкә йөрөй торғайны, әле лә шулайҙыр. Һаман имен икән әле, ныҡлы итеп һалғандар.

Тауҙар ҡарағай урмандары менән ҡапланған, ситтән килгәндәр уйлағанса, үҙенән-үҙе үҫеп сыҡмаған улар, ултыртылған ағастар. Һуғыш ваҡытында Түбәнге Биҫтә тауы, ағасы завод ихтыяжына ҡырҡылып, ялтасланып ҡалған булған, урынына ултыртылған мешәләр Сәбилә уҡырға килгәндә тубыҡтан ғына ине, хәҙер ана ниндәй мөһабәт булып ҡайҡайып, тәкәббер генә ҡарап баҫҡандар.

Туҡталышта Сәбилә баш һуҡҡан яҡҡа, тәүге осраған автобусҡа ултырып китте лә барҙы, остан-осҡа сәйәхәт итеп сығыу теләге уянды.  Белореттың “8-се километр” тигән вокзалына булған икән маршруты. Барып еткәс, водитель уны автобустан төшөрөп, ишеген шапылдатып япты ла эргәләге магазинға инеп китте. Уңарсы булмай ҡайҙандыр состав килеп туҡтаны, юл йөкмәүҙәре ауыр булыуына ла ҡарамай, пассажирҙар йән-фарман уҙышып йүгереп килеп, автобус ишектәрен себендәй һарып, ҡамалап та ҡуйҙы. Әҙәп һаҡлап ҡыҫылып инмәй көтәүелләгән Сәбилә уға ултыра алмай, тороп ҡалды. Икенсеһе бары бер сәғәттән генә килә икән. Бына һиңә мә!

Таксийы ла юҡ бит әле ул, ҡороғоро! Икенсеһенә эләгә алды былай, мәгәр Блюхер урамын арҡырылай тимер юл киҫеп үткән ерҙә оҙаҡ ҡына ултырырға тура килде, Себер тураһында “Вечный зов” тигән кино төшөрөп яталар икән, теге саҡ әхирәтен оҙатып ҡалған Нура тип аталған тар колеялы тимер юл станцияһы революция осороноҡоноң кәнт үҙе имеш. Шуға кәрәкле кадрҙарҙы төшөргәнсе юлды ябып ҡуйғандар. Ҡара һин уны, Белоретта Себер тапҡандар!

Ҡунаҡханаға йәне сыға яҙып, йүгерә-атлай тарһылдап ҡайтып ингәндә сәғәт уҡтары 7-гә яҡынлашҡайны инде. Полина Ивановна килгән, ярты сәғәтләп көткән дә, яҙыу ҡалдырған. Үпкәләгәнмелер, әммә һиҙҙермәгән. Һин һәр саҡ теүәллек яраттың, һуңлағаныңды иҫләмәйем, моғайын, беҙҙең болама транспортҡа ышанып, берәй ерҙә тотҡарланғанһыңдыр. Тәүлектең теләгән ваҡытында шылтырат, тип телефон номерын ҡалдырған.

Һуңғараҡ шылтыратып, хәлде аңлатып ғәфү үтенде лә, иртәнге рейс менән юлға икәнен әйтеп, Өфөгә ҡайтҡас бәйләнешкә инеп, иркенләп һөйләшергә һүҙ ҡуйыштылар.

Бәлки башҡаса күрә алмам тип иртән аэропортҡа китеп барғанда Сәбилә йәшлек эҙҙәрен йылдар юйҙыра-юйҙыра танылыр-танылмаҫ ҡына булып ҡалған ҡаланың юл буйындағы һәр йорто, һәр ағасы менән тере кеүек күреп, мәңгелеккә тип хушлашты.

Бәхил бул, йәшлек, бәхил бул, Иҙелбашы, тәүге хеҙмәт сирҡанысы алып, ике ҡулына бер һөнәр биргән заводы, бәхил бул, гудок, бәлки, һине башҡаса ишетергә насип булмаҫ!

Дауамы бар. 

Читайте нас: