Бөтә яңылыҡтар

АНТОНОВКА ЕҪЕ. Повесть. Аҙағы. Гүзәл Ситдыҡова

Йәмиләһе, шөкөр, Өфөлә мединститут тамамланы. Һуңғы курста әсәһенә, ағаларына ауырлыҡ төшмәһен тип артыҡ сығымдарһыҙ студент туйы ғына үткәреп, әсәһе юрағанса, ипле генә башҡорт егете менән ғаилә ҡорҙо.

Ул арала Сәбилә лә пенсияға сыҡты, уныһын оҙаҡ көтәһең, тиҙ килеп етә икән. Кабель заводын да үҙгәрттеләр, унда мебель етештерә башланылар.

Инде күңеле урынына ултырып, ыңғай ғына тәгәрәп китеп барған тормошо менән оҙаҡ рәхәтләнергә тура килмәне, әсәһенең иң ҙур терәге булып ҡалған баш балаһы Тимербәктең машинаһына ауыр йөк машинаһы килеп менеп, ғүмерен өҙҙө. Күргән тиклемдәрем әҙ булдымы ни, ниңә ошо тиклем һынауҙар бирәһең, яҙмыш, тип иңрәп, һығылып төштө Сәбилә. Бер дәфтәргә хатта шиғырҙар яҙа башланы

Ташкиндәрҙең урамында

Үҫә икән алмағас.

Сит илдәрҙә һарғаямын,

Бәхеткәйем булмағас.

Ул арала “перестройка” ла “перестройка” тип гәперергә тотондолар, уныһының ни икәнен аңламаһалар ҙа, телевизорҙан “эшсе ҡатлам” вәкилдәренән хуплатып хәбәр һаттырҙылар, ҡайһы саҡ тиктәҫтән тупраҡ өҫтөндә туҙанлап, кескәй генә өйөрөлмәк хасил булған ише, йәмғиәттә әле бер, әле икенсе урында элек ишетелеүе лә мөмкин булмаған сафсата һатыусылар пәйҙә булды.

Ҡайғынан бөтөрөнгән Сәбиләнең уртансы улы Батырбәк Өфөгә һеңлеһе менән кейәүен күрә барып, уның әхирәтенә күҙе төшөп ҡайтҡас, етмәһә, ҡыҙҙың башҡорт икәнен ишеткәс, әсәһенең хәсрәттәре баҫылғандай булып, түбәһе күккә тейҙе, туй йәһәтләтергә тотондо. Һуңғы курста уҡыған буласаҡ килен, Өфөнән китмәйем, ординатурала белем алыуымды дауам итәм, тигәс, етмәһә “перестройка” тигән нәмәнең төпкөлдә бығырлап ятҡан ҡара көстәрҙе ҡалҡытып сығарасағын, бер мәл хатта боғаҙға боғаҙ килерҙәрен һиҙемләгән улы ла, ҡыҙы ла әсәләрен Башҡортостанға ҡайтырға өгөтләргә тотондо ла китте.

Сәбилә аяҡ терәп ҡаршы булды, ҡарасы, сит-ят Ташкентҡа кендеге ит үргән дә ҡуйған икән: һөйөклө иренең, улының мәңгелек йорттары ошонда, уларҙы кем тәрбиәләп торор, тере булмаһалар ҙа күреп һөйләшкәндәй булып эс серҙәрен түгеп ҡайта бит зыяраттан; 16 йәшенән, ғүмеренең күп өлөшөн ошонда үткәргән, Үзбәкстандың ауыр сәнәғәтен күтәрешкән, хеҙмәттәштәре менән аралашып, хәл белешеп, күрешеп йәшәй. Ә Өфөлә ул кем? Икенсе республикаға хеҙмәт итеп, ялға сыҡҡан, инде ҡомо ҡойола башлаған ҡарт әбей. Ситтә – ят бауыр, тыуған илдә – киҫелгән икмәк.

Тик Батырбәге һөйгәне янына барып, фатир белешеп ҡайтты ла ҡәтғи генә итеп:

– Мин Өфөгә күсенәм, әсәй, үҙең үлсәүгә һалып ҡара ла хәл ит: ҡайһы яғы ауырыраҡ тартыр икән – Үзбәкстанмы, Башҡортостанмы. Яңғыҙ ҡалаһың бит, беҙҙең бындағы фатир аҡсаһына Өфөлә шундайҙы уҡ алып була, - тип ҡарар ҡабул итеүҙе үҙенә һөйкәтеп ҡуйғас, йоҡоһоҙ төн үткәрҙе лә, китмәйем, тип киҫеп кенә яуап бирҙе. Бында үҙ фатиры, үҙ көнөн үҙе күрерлек; хәләле менән үткәргән бәхетле көндәре, улының иҫтәлеге, туғандан артыҡ күршеләре, хеҙмәттәштәре. Хеҙмәт алдынғылары менән саҡырып, байрамдарҙа бүләктән мәхрүм итмәйҙәр, ярҙам һорап мөрәжәғәт итергә тура килгәндә, кире ҡайырмайҙар. Бынау антоновкаһын ҡара – тарбайып үҫеп китеп, тәҙрәһенән емештәрен һоноп торған була лаһа!

Батырбәге, әсәһенең яуабын ишеткәс, йөҙө ҡара көйөп китте, әммә үҙе ҡарарын үҙгәртмәй, вагонға һалып оҙатырға багаж әҙерләү мәшәҡәтенә сумды.

– Әсәй, беҙ һине барыбер көтөрбөҙ, ҡайтыр уйың тыуыу менән хәбәр ит, килеп апҡайтып китербеҙ, – тип хушлашты

Балаһына аҡ юл теләп оҙатты ла, абзыҡайым да шунда, балалар бер-береһенә терәк булыр, тип үҙ-үҙен йыуатҡан булды, Таһирбәге, Тимербәге ҡәберстанына һуҡмағын таҡырайтты, үҙендә уларҙы ташлап китерлек көс тапманы. Йәмиләһе бәпәй алып ҡайтһа, ихтимал, баланың балаһы балдан татлы тип, бауырын баҫыр бер әүрәткес булыр ине лә, уныһы, әсәй, ошондай болғауыр заманда кем бала таба, киләсәк томан эсендә бит, тип кенә яуап бирҙе. Әлләсе, һуғыш ваҡытында, унан һуң да еңел инеме ни? Һәр бала үҙ өлөшө менән тыуа тип, әсә булыу бәхетенән баш тартмай инеләр.

* * *

Антоновка еҫе! Уның бешеп еткәнен йыл да тыны менән тартып алырҙай көтә Сәбилә. Әле лә икенсе ҡаттағы асыҡ тәҙрәнән үрелеп кенә бер нисә алма өҙөп алып, ыҡсым ғына ҡупшы кәрзиненә һалды ла, бер талай кинәнеп еҫкәй-еҫкәй, йыуып алғас, бүлмә уртаһындағы ҡайылған биҙәкле эскәтерле өҫтәлгә, гәлсәр кәнфит һауытына күсереп һалып ҡуйҙы.

Холмурад әкә менән Таһирбәге теге саҡта предприятиенан фатирҙар алғас, бер-береһенә эштән үк таныш күршеләр һүҙ беркетеп, өй алдындағы иркен майҙансыҡ ерен бүлешеп алып, кем сәтләүек, кем йөҙөм, кем шафталы йә армыт, кем өрөк ултыртырға килешкәйне бит. Ә Сәбилә үҙ фатиры тәҙрәһе тапҡырына, нигеҙ буйына, серле йылмайып ябай ғына антоновка алмаһы ултыртҡайны.

Әле бөгөн дә бына тәҙрә асып ҡына ваза тултырып алмалар алды ла, аш бүлмәһенә инеп Тимербәгенән өйрәнеп ҡалғанса былау әҙерләргә тотондо. Кискә мотлаҡ күршеләре кеме ниндәй емеш тотоп, кәрзин тултырып сәтләүек менән килеп инерҙәр, көңгөр-ҡаңғыр һөйләшеп, ойоҡ энәләрен сиҡылдатырҙар, Сәбилә үҙе йөндән кофта, хатта күлдәктәр бәйләргә оҫтарып китте. Нәҡ бала саҡтағы кис ултырыуҙар... Тик хәҙергеһендә табын тулы йәннәт һыйҙары, өҫтәре бөтөн, күңелдәре туҡ.

Йыл йомғағы, шулай итеп, бер нисә урап сығырға ла өлгөрҙө, балалары йыл да килә алмаһа ла, ташлап ҡуйманы, ә илдәге хәлдәр тау түбәненә тәгәрәгән ҡар өйөмө шикелле ҙурая-ҙурая, тиҙлеген арттырғандан-арттыра башланы. Ул “перестройка” тигәне, бәлки, бик үк насар нәмә лә түгелдер, “тимер шаршау”ҙар асылып, ана бит Себерҙә эшләп йөрөгән Сәғитйәне хатта Америкаға барып ҡайтҡан, уларҙан бер төркөм инженерҙарҙы нефть эшкәртеү буйынса ниндәйҙер сараға саҡырғандар икән. Ентекләп хат яҙып һалған: “Апый, Ер шары бик бәләкәй генә икән ул. Бер көндө беҙҙе ҡытай ресторанына алып киттеләр. Табынға ултырышыуыбыҙға аш-һыу әҙерләгән яҡтан хужа – ҡытай кешеһе килеп сыҡты. Барыбыҙҙы ла аптыратып, ярайһы төҙөк урыҫ телендә сәләмләне лә:

– Башҡортостандан берәйһе бармы? – тип һораны.

– Бар, – тип ҡул болғаным. – Мин ул.

Хужа һөйөнөп китте:

– Ә Белорет тигән ҡаланы беләһегеҙме?

Мин аптырап ҡалдым, бер-бер яман уйҙан булмаһын, тип шик ҡорто ла төшә яҙып ҡуйҙы. Шулай ҙа:

– Беләм, әлбиттә, мин бит унда уҡыным, - тигәс, күҙҙәренә йәш бөркөлгән ҡытай эргәмә йүгерә-атлай килеп, яҡын туғанындай ҡосаҡлап уҡ алды.

– Мин бит студент саҡта Белореттың металлургия комбинатында практика үттем.

Артабан официанттарын саҡырып алып, шатлығынан ҡоласын йәйеп ебәреп:

– Бөгөн ҡунаҡтарҙы үҙ иҫәбемә һыйлайым, – тип иғлан итте.

Ҡытайҙар ҙа беҙҙең кеүек нескә күңелле икән ул, апый”, – тигән.

Шулай, кешелектең төп ҡиммәттәре лә, тыумыштан һалынмыш яҡшы сифаттары ла цивилизациялы йәмғиәттәрҙә бер үктер инде.

Ҡытай кешеһе нисәмә йылдар үткәс тә онотмай, ошо рәүешле туғандарса ҡабул иткәс, беҙҙә үҙе лә ҡәҙер күргәндер, рәхмәтле итерлек мөнәсәбәт булғандыр. Ике ил ул саҡта бик дуҫ йәшәп, хатта совет илен “оло ағайыбыҙ” тип әйтеүгә үк барып еткәйнеләр бит.

* * *

Торғонлоҡ тип аталған тымыҡ күлдәй үҙгәрешһеҙ ятҡан тарих сәхнәһендә бер-бер артлы хәүефле күренештәр уйнала башланы.

1980-се йылдар аҙағында Үзбәкстанда милләт-ара дошманлыҡ нигеҙендә йыш ҡына низағтар сығыуы күҙәтелде. 1988 йылда титуллы милләттең Ташкентта һәм Андижанда рустарға һәм татарҙарға ҡаршы өндәмәләр менән митингылар үткәреүҙәре ишетелде. Башҡорттар тураһында һүҙ сыҡмаһа ла, рәсәйле тип, хатта татар менән бер халыҡ тип ҡарау бар бит.1989 йылдың майында Фәрғәнә өлкәһендә үзбәктәр һәм месхет төрөктәре араһында араһында ла бәрелештәр була.

 1990 йылдың 3 декабрендә Наманган ҡалаһында милли нигеҙҙә күмәк сыуалыштар ҡуба. Урындағы халыҡ һалдаттар менән бәрелешә. Биш хәрби кеше һәләк була, дүртәүһе автобуста яндырыла. Властар 5 декабрҙә генә тәртипте тергеҙә ала.

Шулай ҙа юғарылағылар Мәскәүгә ҡаршы өн сығармайҙар ине әле.

Сәбилә нишләптер ҡат-ҡат бер үк ҡурҡыныс төштө күреп уянды: имеш, ҡайҙандыр геүләп самолеттар килеп сыға ла Кремль диуары эсенә барып төшөп, шартлай. Хәйерлегә булһын инде, тип уҡына-уҡына йоҡлай алмай ята ла, әллә балалар янына китәһе инде, тип шиктәргә бата. Төшөндә самолет күрһә, яҡшыға булмай торған. Хәлдәр ҡапылтын ғына үҙгәреп китмәне, шулай ҙа төп халыҡ менән “килмешәктәр” араһынан боҙло һауа йүгерекләгеләй башланы.

Бөтә был болғаныштар туранан-тура үҙенә ҡағылмағас, етмәһә, ғүмер баҡый бергә эшләп, предприятие биргән йортта төйәкләнеп, бергә ҡартайған күршеләре менән ошоғаса араларынан ҡыл да үтмәҫ бер ғаилә кеүек татыу йәшәгәс, Сәбиләгә ел-ямғыр килеп бәрелмәй ине әле. Үҙе лә әллә ҡайҙа сығып та йөрөмәй, сыҡһа ла кәрәкле йомоштарын йомошлай һала ла, өйгә ашыға. Шулай ҙа бер тапҡыр магазин алдында ҡырағайлыҡ шаһиты булырға тура килде: йөҙөнә рәсәйле икәне яҙылып ҡуйылған,  оҙон джинса итәкле ҡыҙҙың касса янында саф үзбәксә генә һөйләшеп урамға сығыуына өс һаҡалтай уның алдына килеп баҫты ла, берәүһе бысаҡ сығарып, ҡыҙҙың итәген янбашынан аяҡ йөҙлөгөнә еткәнсе ярып та ебәрҙе:

– Рәсәйеңә ҡайтып кит, кафирә, башҡаса күҙемә күренмә! – тип аҡырҙы.

Сәбилә ҡурҡышынан нисек ҡайтып еткәнен дә хәтерләмәй.

Ваҡиғалар ҡуйырғандан-ҡуйыра барҙы, һәм инде оло йәштәге ҡатынға теләһә-теләмәһә лә сәйәсәт менән бәйле хәбәрҙәргә ҡолаҡ һала башларға тура килде. Батырбәге хаҡлы булған шул: һин сәйәсәт менән булашмаһаң, сәйәсәт һинең менән булаша. Мәскәү яғынан да хәтәр-хәтәр хәлдәр ипкене килеп һуғылды, һүҙе үк аңлайышһыҙ, путч тигән нәмә башланған тип әхирәттәре төҫтәре ҡасып уға килеп ингәс, ниндәйҙер яңылыҡ белергә теләп телевизорҙы ҡабыҙғайнылар ҙа, унда Мәскәүҙән көн оҙоно “Лебединое озеро” бейетеүҙән башҡа нәмә күрһәтмәй еләтеп бөттөләр. Шунан инде Ельцин еңгән тигән хәбәр килеп етте. Артынса уҡ 1991 йылдың 31 авгусында Үзбәкстандың Юғары Советы илдең бойондороҡһоҙлоғо тураһында белдереү иғлан итте лә, иртәгеһе көн үк, йәғни 1 сентябрь – Бойондороҡһоҙлоҡ көнө тип раҫланылды. Шул аҙнала уҡ ҡаланың Сәбиләләрҙән йыраҡ түгел үҙәк Ленин урамы Мөстәҡиллек тигән исем алды.

1991 йылдың 26 декабрендә Союз парламенты СССР-ҙың ғәмәлдән сығыуы тураһында рәсми ҡарар ҡабул иткәс, икенсе көнөнә ул инде сит ил гражданы булып уянды. Яңы йылды ҡаршылау мәшәҡәттәре менән мәж килеп йөрөгәндә көтөлмәгән яңылыҡ, ҡурҡыныс яңылыҡ! Нимә-нимә, быныһына уҡ барып етерҙәр тип уйламағайны, йөрәге ҡупты. Өйһөҙ ҡалыуҙан да ҡот осҡосораҡ илһеҙ ҡалыу! Ниндәй ил хаҡына улар үҙҙәре үҫтергән игендең бөртөгөн дә ҡалдырмай дәүләткә тапшырып, астан хатта себен кеүек ҡырылдылар, улар араһында күпме балалар бар ине; ниндәй ил хаҡына атаһы, меңдәрсә һалдаттар баштарын һалды, ғәрипләнеп ҡайтты; ниндәй ил хаҡына ул тыуған республикаһын ҡалдырып, ошонда килеп шунса йылдар йәнтәслим хеҙмәт итте?! Ни хаҡына булды революциянан алып булған көрәш ҡорбандары?! Бөтәһе лә заяға булғанмы ни?! Мейеһен ярып килгән һорауҙар... һорауҙар... һорауҙар...

Көнө лә ниндәй һуң әле, берсә боҙло ямғыр, берсә ҡар яуып китте. Шиғырҙағыса: ырашҡылай, күҙ йәштәре аға боҙ ҡатыш...

Башта үҙ ҡолағына үҙе ышанмай бер булды, радионан бирелгән яңылыҡтарҙы ҡат-ҡат тыңлап, хәҙер ул ысынлап был дәүләт өсөн ят бауыр икәнен һәр күҙәнәге менән тойоп, аяҡ аҫтында ер тетрәй, донъялар ишелеп төшә башлағандай һиҙеп, юғалып ҡалды. Өс көндән августа иғлан ителгән Бойондороҡһоҙлоҡ тураһында ҡарар буйынса референдум да үткәреп ҡуйҙылар, уны хуплап халыҡтың 98,3 проценты тауыш биргән тип хәбәр иттеләр.

* * *

Улына, мине алып ҡайт, тип, ашығыс телеграмма һуҡты ла, ҙур сумаҙан-сумкаларын килтереп сығарып, ҡәҙерлерәк күренгән монаяттарын тултыра башланы. 1 ғинуарҙы ул әхирәттәре менән ҡаршыларға тейеш ине лә, тик байрам ҡайғыһы ҡалмағайны инде, юлға йыйыныу мәшәҡәттәре менән, яңғыҙ, керпек ҡаҡмай төн үткәрҙе. Һаташаммы, яман төш күрәмме әллә тип һаман әле ысынбарлыҡҡа ышана алмай, томан эсендәге кеүек йөрөп, үҙ-үҙен өгөтләп бер булды.

Эйе лә, үлгән артынан үлеп булмай, мәрхүмдәрен доғаларынан ҡалдырмаҫ, йылына бер килеп йөрөр. Ә хеҙмәттәштәр, дуҫтар барыбер йән киҫәккәйҙәре – балаҡайҙарын алмаштыра алмай, хәҙер бигерәк тә. Ейәндәр насип итһә, шуларҙы ҡарашыр, баланың балаһы балдан татлы тиҙәр ҙә. Ниңә баштан уҡ шуны уйламаған! Яҡшы аҡыл эш үткәс килә шул.

Фатир, ҡала уртаһында булғас, балалары саҡырған мәлдә арыу ғына хаҡҡа үтә ине, әле лә артыҡ төшмәҫ тип уйлағайны. Улы килеп етеүгә әҙер булһын тип гәзиткә иғлан бирҙе. Тик ул баҫылып сығыуҙың иртәгәһенә үк туғандай булып бөткән күршеһе, төп ҡурсыусыһы, хәҙер инде оло йәштәге Холмурад әкә килеп инде лә хәлһеҙ булып диванға ҡунаҡланы. 

– Сәбилә-жон, ниңә генә кисә ятып үлмәгәнмен икән, – тамағына төйөн тығылып, бер аҙ дауам итә алмай ултырҙы. – Иғланыңды күргәндәр ҙә, бөгөн башкиҫәр рәүешле бәндәләр килеп инеп, йә фатирҙы беҙгә ҡалдырт, – ул илап ебәрҙе, – йә Фазилаңды алып китәбеҙ, тип янанылар.

Ҡатын һушын юғалта яҙып, ултыра төштө: ни вәхшәт, өнөмө-төшөмө был?! Үзбәкстанды аяҡҡа баҫтырышҡан, Бөйөк Ватан һуғышына тиклем аграр төбәк булып йәшәп ятҡан республиканы сәнәғәтле иткән, хатта самолеттар сығара башлаған, ҡот осҡос ер тетрәүҙән ятып ҡалған харабалар урынында хайран ҡалырлыҡ яңы ҡала күтәрешкән таныштарын, үзбәк түгелһең тип ҡыҫырыҡлап, бер ниһеҙ ҡыуып ҡайтарыуҙарын ишеткеләй ине, тик үҙе менән дә шулай ҡыланырҙары башына ла килмәгәйне.

Шаҡ ҡатыуҙан хатта илай ҙа алмай,  йөҙөн ҡаплап оҙаҡ ҡына ултырҙы.

– Ә милицияға әйтеп ҡараһаҡ? – тигән булды, һаламға йәбешкән батып барыусы кеүек.

– Уй, Сәбилә-жон, хәбәр итә генә күрмә, үҙең беләһең бит күптән инде ярҙамдары теймәгәнен, уларҙа хәҙер кеше ҡайғыһымы, утҡа баҫҡан бесәй кеүек тызранлап, ҡайһылары хатта кешене төп башына ултыртып, бандиттар менән бер ептән йөрөй. Илдә бит баш та юҡ, түш тә юҡ. Инеп, бөтәбеҙҙе һуйып ҡына сығырҙар был башкиҫәрҙәр.

Холмурад әкәнең йыш ҡына уға килеп, өй йыйыштырышып йөрөгән 12 йәшлек ейәнсәре Фазила өсөн йөрәге ярыла яҙҙы Сәбиләнең. Нисек шул баланы бандиттар ҡулына тоттороп ебәрмәк кәрәк! Иҫән-һау тыуған төйәгенә генә ҡайтып йығылһын, баш төртөр мөйөш табыр әле.

– Әкә, ал документтарҙы, – һатҡанда кәрәк булыр тип әҙерләгән бөтә ҡағыҙҙарын Холмурадҡа һондо. – Тик йыйынырға һис юғы бер көн ваҡыт бирһендәр.

Тегеһе ҡапыл уның алдында теҙләнде лә күҙ йәштәрен ҡоя-ҡоя аяҡтарын үпте.

– Рәхмәт, Сәбилә-жон, рәхмәт, Хоҙай һиңә шуның өсөн ярҙамдарын, рәхмәттәрен бирһен.

Ҡағыҙҙарҙы күкрәгенә ҡыҫып сығып китеүенә үткәлектә зыңғыр тауыш бирҙе. Ҡалтырана-ҡалтырана, кем бар, тип һораны. Батырбәге икән. Атаһы кеүек үк төплө, ҡойолоп төшөп бармаҫ, баҙай белмәҫ улы  ваҡиғаларҙың әлегеләй ҡуйырып китерен тоҫмаллаған булған, бары әсәһен тере күреүгә шатланды, фатир юғалтыуға тап шулай булырға тейеш кеүек ҡарап, хатта иҫе лә китмәгән кеүек күренде. Ана бит, мин поезға бөгөнгә үк билет алдым инде, ти ҙәһә.

– Мал-мөлкәт ҡайғыһымы, әсәй, йән һаҡларға кәрәк. Иң кәрәгеңде генә ал да юлға сығабыҙ. Алтын әйберҙәрең булһа, бир бында.

Әсәһе һаман әле тыныслана алмай, эшләй башлағас тәүге алған ҡашлы һырғаһын, улдары бүләк иткән сылбырын, ынйы муйынсаһын, көмөш беләҙеге менән бармағындағы алтын йөҙөгөн тетрәп торған ҡулдары менән һалып бирҙе. Бар биҙәүестәре шунан ғибәрәт ине, яңғыҙы өс бала үҫтергән ябай эшсе ҡатында ҡайҙан инде ус-ус алтын-көмөш! Ир үлде – итәк йыртылды, тигән ише, балалары аяҡҡа баҫҡансы көмөшөн түгел, баҡырын да еткерә алмай ут йотҡан саҡтары булды бит. Улы ишек төбөндәге иҫке куртканың ватин эслекле кеҫәһен айыра тартып алды ла, энә менән еп һорап алып, бәләкәй генә муҡсай текте:

– Әсәй, юлға кейер күлдәгеңде бир әле.

Ҡатын аптыраһа ла уның әйткәнен үтәне. Тегеһе шунда уҡ күлдәктең тиҫкәре яғын әйләндереп, арт таҡтаһына биҙәүестәр һалынған муҡсайҙы ҡуша беркетеп ҡуйҙы. Әсәһенең аҡсаларын үҙ күлдәк яғаһының аҫҡы йөйөн һүтеп шунда тыҡты, күпмеһендер самалап кеҫәһенә һалып алды.

Ҡасып ҡайтҡандарҙан ныҡлап һорашып, юлға әҙерләнеп килгән улы. Батырбәк йыйнап ҡуйылған йөкмәүҙәрҙән ике ҙур ғына сумкаға әсәһенең иң кәрәкле әйберҙәрен, туғандарына бүләккә тип әҙерләгән сепрәк-сапраҡты ғына тултырҙы. Әсәһе ҡалдырырға тура килер нәмәләренән әле береһен, әле икенсеһен ҡулына алып, улынан йәнә бер генә сумка алырға рөхсәт һорап та ҡараны, ул баш сайҡап ҡына ҡуйҙы. Ғүмер буйы, йыш ҡына осто-осҡа ялғап, ауыҙҙарынан өҙөп, хәләл көсө менән йыйған милкен ташлап китеүҙәре! Елдән килмәгән бит. Нимәгә тотонһа ла, зиннәтле булмаһа ла, ҡәҙерле иҫтәлек, ҡомартҡы. Стеналағы келәмде уға теге саҡта миҙал бирелмәгәс, фиҙакәр хеҙмәт өсөн тип бүләк иткәйнеләр, ул да ҡала!

Өйләнешкәс һатып алынған тәүге йыһаз – тимер карауаттың бейек арҡаһынан ашҡансы өйөп балаларына инселәп йыйған түшәк-яҫтыҡтары, күпмә-мендәрҙәре лә Өфөгә ебәрелер сәғәтте көтөп, тапшырылмай ҡалғайны. Тәҙрә төбөндәге йылдар буйы оҡшаған ғыналарын берәмтекләп һайлап, бәпләп үҫтергән гөлдәре! Яратҡан һауыттары! Береһен, һәр саҡ табынды йәмләп антоновка һалырға ғына тотонолғанын, тыуған көнөнә Таһирбәге бүләк иткәйне лә. “Исмаһам, шуныһын  алайыҡ, ә? Атайыңдың төҫө бит, ” – ул улына ялбарып ҡараны.

– Ярай, әсәй, берәй керле эске кейемең эсенә тыҡ түлкә, бәлки унда тығылмаҫтар.

– Әй, балам, мин бысраҡты түҙҙерә буламы ни инде, – хатта үпкәләп китте әсәһе.

– Улайһа, берәйһенә бәүел ит тә, вазаңды шыптырға төрөп, шуның эсенә йәшер, сумкала иң өҫкә, күҙгә ташланыр урынға һал.

Ытырғанһа ла, Батырбәген тыңларға мәжбүр булды ҡатын.

Диванға ултырып, доға ҡылып алғас, ишекте бикләмәй генә Холмурадҡа асҡыс индереп бирҙеләр.

– Күршеләр үҙҙәренә кәрәк нәмәләрҙе инеп бүлешеп алһындар, – тине Батырбәк.

Холмурад уны илап ҡосаҡлап оҙатты, бер туҡтамай ғәфү үтенде...

Ғүмер буйы, ҡырҡ йылдан ашыу шул бер заводта ҡасандыр зектар ғына эшләгән производствола бил яҙмай хеҙмәт итеп, иңдәренә төшкән яҙмыш һынауҙарын баҫалҡы сабырлыҡ менән күтәреп, ошо республика гражданы булып йәшәгән ҡатын тыуған иленә бына шундай “байлыҡ” менән ҡайтып китте.

 

* * *

Вокзалда кәрәкле вагонды тапҡас, үзбәк кондуктор ҙур сумкалар менән индермәйем, урынды күп алаһығыҙ, башҡаларға урын ҡалмаҫ, тип үткәрмәй маташты. “Багаж өсөн түләгеҙ ҙә, тыныс ҡына ҡайтырһығыҙ, Ҡаҙағстанға еткәс, бәйләнһәләр, яҡлашырмын”, – тип Батырбәктең кеҫәһен бер аҙға йоҡартырға мәжбүр итте.

Мәгәр Ҡаҙағстанға килеп ингәс, яҡлашыу түгел, купеһынан моронон да сығарып ҡараманы. Юл буйына үҙҙәрен кем таможня, кем именлек органы, кем наркотиктарға ҡаршы көрәш хеҙмәткәре, кем милиция тип танытып, юлаусыларҙы таранылар, таланылар ғына. Бына һиңә ҡаҡшамаҫ халыҡтар дуҫлығы, бына һиңә кисәңге ҡан ҡәрҙәштәр! 500 километр һайын рекетирҙар ҙа инеп үҙ өлөшөн таптырҙы, улар юлды шулай бүлешеп алған икән. Ике сумка ла бүҫкәреп ҡалды: бүләккә алынған бар монаят юлбаҫарҙар ҡулына күсте. Һыҡра еҫе аңҡытҡан  шыптырҙы ғына нисектер астырып ҡарау менән генә сикләнеп, имен ҡалдырҙылар. Был тиклем битен йыумаған бәндәләр булыр икән, Алланан йәйәү ҡасҡан тамуҡ киҫәүҙәре, ҡара йөрәктәр! Сәбилә елегенә төшөп әрнеүенә сыҙай алмай, эстән генә уларҙы ғүмерҙә ауыҙынан сыҡмаған шундай һүҙҙәр менән ҡәһәрләне.

Һуңғы тапҡыр поезд күл буйында туҡтаны – Сәбилә ҡыш булһа ла таныны был урынды, ошонда яулыҡ менән бейәләй тотоп төшөп, сауҙалашҡайнылар. Ҡаҙаҡ әбейҙәре уларҙы йәлләп, һатыулашмай ғына тулы ҙур табаҡтарын түңкәреп ҡурған балыҡ һалып ебәргәйне. Вагонға күн курткалы, шундай уҡ кепкалы албаҫты килеп ингәндә Батырбәктең төрлө урынға йәшереп юлға самалап алған аҡсаһы бөткәйне инде. Кеҫәләрен тентеп сығып, аҡса тапмағас, паспортыңды тикшерергә кәрәк, тип алып сығып китте. Имеш, уға оҡшаған кешене розыскыға биргәндәр. Батырбәккә инде бәҙрәфтә арҡаһына тегелгән һаҡлантынан өлөш алып, әҙерләнергә тура килде. Бер аҙҙан күн курткалы яңынан күренде, оялып та бирмәй, түләһәң, паспортыңды ҡайтарам, тип белдерҙе. Егет кеҫәләрендә ҡат-ҡат эҙләнгән булып, әсәһенең кеҫәһенә һалынған ерҙән аҡса килтереп сығарып бирҙе. Ас күҙ ҡулсыр әҙәм ишараты иһә әбейҙән аҡса алыуынан тартынып та бирмәй, ауыҙын ҡәнәғәт йырып сығып китте.

Сәбилә фатирын, бар мөлкәтен юғалтыу ҡайғыһынан һаман һушына килә алмау өҫтөнә юлдағы талауҙарҙан бөтөнләй иҫәңгерәп төштө. Ни хәл был?! Ни өсөн улар бер яҡлауһыҙ ҡалды, ҡаршылашып маташҡандарға “Москва теперь нам не указ” тип кенә мыҫҡыллап яуаплайҙар, хатта вагондан төшөрөп алып китәләр. Ғүмер баҡый илем тип йөрәген һалып бил бөккән ябай эшсе ҡатын өсөн был сисеп булмаҫ йомаҡ. Теге саҡта, практикаға тип алып китеп барғандарында, асыҡһалар ҙа, тауар вагондарындағы ҡаҡ иҙәндә йоҡлап барһалар ҙа әлеге кеүек ҡурҡыныс түгел, разъезд-станцияларҙағы кешеләрҙең дә йөҙҙәрендә мәрхәмәт сағыла, улар ватандаштар ине.

Йылдар уҙыу менән “перестройка” тип аталған был түңкәрелешкә сәпкә генә тейгән һүҙе лә табылыр – “катастройка”...

Мең бәлә менән Рәсәй сигенә еткәс кенә тынсайып, бер аҙ хәл алып Өфө вокзалына килеп төштөләр ҙә, ул әлеге лә баяғы Фәйзелғаян абзыҡайы тупһаһына барып йығылды.

Йәмиләһен, балаларының ҡушаҡтарын, уның имен-аман ҡайтып етеүенә  һөйөнөп, оло йәштә булһалар ҙа ихластан үҙҙәрендә йәшәргә ҡабул иткән абзыҡайы менән еңгәһен күреү шатлығы ла уны йән һыҙлауынан, хәсрәтле уйҙарынан арындыра алмай, Сәбилә үҙенә бикләнде, оҙаҡ итеп бер нөктәгә ҡарап өндәшмәй ултырыусан булып китте, үҙе күҙгә күренеп һулығандан-һулый барҙы. Балалары хастаханаға алып барып, һаулығын тикшерә башлағас, иренеке кеүек үк үпкә яман шеше таптылар. Цехтағы зарарлы һауа уның өсөн дә эҙемтәһеҙ үтмәгән, тик боҫоп ятҡан еренән әшәке сир һуңғараҡ килтереп бәргәндер инде. Тетрәнеүҙәре лә сәбәпсе булғандыр, ҡыҙы иһә  быны атаһының сирен үҙе аша үткәреп көйөнгәнлектән килеп сыҡҡан психосоматика менән бәйләне.

Таһирбәге кеүек үк сабыр ғына, быуылыуҙарын күрһәтмәҫ өсөн төпкө бүлмәнән сыҡмай ғына һүнә барҙы әсә. Үҙе табиб Йәмиләһе лә төрлө профессорҙарға күрһәтеп ҡараны ла, һуңлағанһығыҙ, өмөтһөҙ, тиҙ аҙыусан төрө, оҙаҡҡа бармаҫ, тинеләр. 

Күпме юғалтыуҙар, ҡайғы-хәсрәттәр кисереп тә һынмаҫҡа үҙендә көс тапҡайны Сәлимә, зиһене генә был тиклемде күтәрә алмай ҡуйҙы, өнө менән төшө буталана башланы.

– Ауылға ҡайтып, әсәйем менән атайымды, Сәлимә менән Сәхиәне алма менән һыйланым, әй һөйөндөләр, – тип, ҡыҙына ысын булған хәлдәй итеп бер төшөн һөйләп, шатлығы менән бүлеште. – Атайым һуғыштан ҡайтҡан да ул, үлмәгән, йәп-йәш. Ҙур итеп яңы өй һалғандар, бер бүлмәһен миңә ҡалдырғандар, беҙгә ҡайтып йәшә тинеләр. Әллә ҡайтайыммы?

Йәмиләһе әсәһен йәлләүҙән күҙ йәштәрен саҡ тыйып:

– Ярай, әсәй, йәйгеһен, көндәр йылытҡас барып ҡайтырбыҙ, йәме. Оҡшатһаң, шунда ҡалырһың, – тип яуапланы.

Һаташҡанда ла әле әсәһе, бөтмөшөнә тоғро ҡалып, бәлә һалмаҫҡа, быуылып интегеүҙәрен күрһәтмәҫкә тырышты.

Бер көндө ул ҡыҙына ишетелер-ишетелмәҫ кенә тауыш менән, тыны өҙөлә-өҙөлә:

– Антоновка... ашағым... килә, – тине.

Йәмилә шунда уҡ ағаһына хәбәр итеп, ҡала ҡыҙырып ул теләгән емеште эҙләнеләр, таба алмай бер булдылар. Төрлөһө бар алманың, барыһы ла парафин кеүек, айҙар буйы серемәй ятыусан, еҫһеҙ, бер тәме юҡ. Колхоз баҙарына барып, саҡ тап иттеләр кәштәнән үк әллә ҡайҙарға үҙен танытып ятҡан, ҡасандыр еҫе менән бер вагон үҫмерҙе сит яҡтарға алып сығып китер көскә эйә булған антоновканы.

Тиҙерәк ҡайтып етеп, имен ҡалған теге гәлсәр вазаға береһен киҫкеләп, икенсеһен бөтәүләй әсәһенең карауаты эргәһендәге ултырғысҡа ҡуйҙылар. Алма еҫен һиҙеү менән Сәбилә күҙен асты, йоҡа ғына бер киҫәкте шау һөйәккә ҡалған нескә бармаҡтары менән көс-хәл йөҙөнә яҡын килтереп, ләззәтләнеп еҫкәне лә, ауырлыҡ менән кире һалып, быуылып йүтәлләй башланы. Алмаға һонолған ҡулы ҡамсы кеүек һәленеп төштө; әйтерһең, һуңғы һулышын ғазапланып алмаған – йөҙөндә йылмайыу ҡатып ҡалды. СССР тигән ҙур илгә үҙ-үҙен аямай хеҙмәт итеп, эштән башҡаны белмәй сит тарафтарҙа үҙ тупрағын, һыуын һағынып, зар-интизар йәшәп, Башҡортостанына ҡайтҡайны ла, унда бирелгән ғүмере генә ҡыҫҡа булып сыҡты шул. Үҙе йәшәгән дәүер менән бергә күҙҙәрен йомдо.

Ә бүлмәлә ҙур бер кәрзин антоновка хуш еҫ аңҡытыуын дауам итте.

Читайте нас: