ЯРАЛЫ БӘХЕТ (хикәйәт). Зәйтүнә Айытбаева
Бөтә яңылыҡтар

Тапшырылмаған хаттар йәки бәхетле булып ҡараным

Тирә-яҡты күҙҙән үткәрәм: эргәләге ике мәрйә донъяларын онотоп гәп һата, арыраҡ туристар төркөмө кәрт уйнай.

ru.freepik.com
Фото:ru.freepik.com

Мин ултыраһы поезд ҡуҙғалыуға 5 сәғәт самаһы ваҡыт бар әле. Райондан көнөнә бер генә автобус йөрөгәс, шулай иртә килеп, бушты-бушҡа ауҙарып ултырырға тура килә.

Иғтибарымды йәнә эргәләге апай йәлеп итте. Бәй, илай түгелме һуң? Сикәләре буйлап өҙлөкһөҙ күҙ йәштәре аға ла аға. Күңелгә ауыр булып китте. Үҙем дә һиҙмәҫтән, ауыр итеп көрһөнөп ҡуйҙым. Апай, һиҫкәнгәндәй, миңә әйләнеп ҡараны. Ҡараштар осрашты. Күҙҙәре иҫ киткес матур икән апайҙың – әллә ниндәй нур, эске яҡтылыҡ, йылылыҡ бөркөлә. Мин йәһәтләп ҡарашымды ситкә ала һалдым. Уңайһыҙлыҡтан ҡотолоу өсөн, билет алырға булып, сумкамдан аҡса сығара башлағас, апай телгә килде.

– Һеңлем, һеҙ Уфаға түгелме?

– Эйе, Өфөгә.

Улайһа, миңә лә үҙегеҙ менән бергә билет алығыҙ әле, зинһар. – Күршем тәүгә күргән кешегә аҡса һуҙҙы. Мин аптырабыраҡ баҙап ҡалдым башта. Беренсе осратҡан кешегә улай бер ҡатлыланып ышаныу ғәҙәтем юҡ.

– Ҡурҡмағыҙ, әйберҙәрегеҙҙе ҡарап торормон. Ҡуҙғалырлыҡ та хәлем юҡ, тәнем дә, йәнем дә һыҙлай...

Кассаға йүнәлдем. Мин билет алып килеүгә апай, күрәһең, хистәрен йүгәнләп, буйтым тынысланған ине. Хатта кескәй генә табын да хәстәрләп өлгөргән.

– Әйҙәгеҙ, сәй эсеп алайыҡ. Әй, башта танышайыҡ әле. Мин Миләүшә апайың булам. Өфөлә йәшәйем. Әле тыуған яғыма ҡайтып, кире китеп барам. – Шулай тип бик алсаҡ ҡына үҙе менән ҡыҫҡаса таныштырып ҡуйҙы күршем.

Мин дә үҙем тураһында бер-ике ауыҙ һүҙ менән таныштырып, табынға үҙемдең юлға алған һый-ниғмәттәремде теҙҙем. Миләүшә апайҙың табынға яҡынлағанда аяҡтарын уңайһыҙыраҡ итеп һуҙып ебәреүенә иғтибар иткәс, тертләп ҡуйҙым – бер аяғы протез булһа кәрәк.

Сәй эсеп алғас, күптәнге таныштар кеүек булып киттек.

– Тән яраһына ҡарағанда йән яраһы күпкә нығыраҡ әрней, оҙаҡ уңала икән ул, һеңлем. Миңә ҡарап кешеләр, эй, бахыр, бер аяҡһыҙ килеш көн итеүе ҡатын-ҡыҙға бигерәк ауырҙыр инде, тип йәлләйҙәрҙер. Эйе, һыҙланыуҙарҙан йәнем биҙеп бөткән минең. Илап, үкһеп, ҡысҡырған саҡтарым да аҙ булманы – ҡырҡылған аяғым шулай түҙҙермәй төндәрен. Ярай, уныһы көндөҙ баҫылғандай була. Ә бына йән ғазаптарымың йәнемде ҡырмай торған минуты юҡ. Бая күҙ йәштәремде күрҙең бит, шуға һөйләйем быларҙы. Бер үк йәлләтергә тырыша был тип уйлама. Йәлләүле ҡараштарҙы күрә алмайым. Берәй ере ғәрип булған кешенән һауһаҡтар бит үҙҙәрен өҫтөн генә күрмәй, хатта сикәнгәндәре лә бар. Ә күңел, хистәр ғәрип түгел бит беҙҙең, бүтәндәр кеүек үк яратылғы, яратҡы килә. Ни эшләйһең, тешеңде ҡыҫып түҙергә ҡала..

Мин дә һинең кеүек йәш, матур инем ҡасандыр. Биш баҫырҙы бер баҫып, осоп ҡына йөрөр инем. Бер яйлап йөрөүҙе белмәнем – гел ҡайҙалыр ҡабаландым, остом. "Сиңерткә" тигән ҡушаматым да булды хатта.

Мәле еткәс, янып-шашып ғашиҡ булдым, һөйгәнем сибәр егет ине. Әле лә төштәремә инеп илертә, унан... өнөмдә тилмертә...

Киске уйындарҙың да уртаһында мин инем. Ә һөйгәнем оялсаныраҡ холоҡло булды, ҡайҙа ул кисәләрҙең уртаһында йөрөү.

Өнһөҙ яратып йөрөйөм тегене. Юҡ бит, миңә ҡарамай. Ҡайһы ваҡыт ҡараштарыбыҙ осрашып та ҡуя, тик күҙҙәрен ситкә күсерә һала.

Бер йыл шулай үтте. Түҙмәнем, әхирәтем аша теге шымафыйға "мөхәббәт хаты" ебәрҙем. Үҙемә лә яуап хаты алып, ҡыуаныстан илау бәхеттәре насип булды. Аңлап тораһыңдыр, шунан һуң осраша башланыҡ. Эй, ул осрашыуҙар... Әле булһа, йоҡоларҙан яҙҙырып, йөрәкте тулата. Ысын-ысынлап шул мәлдә татығанмын икән ул бәхетте, бәхетле булып ҡарағанмын. Бүтән ҡабатланманы тормошомда ундай ҙа илаһи минуттар. Ул тиклем дә бәхетте нисек күтәргәндер йөрәгем.

...Миләүшә апайҙың тауыштары ҡалтырап китте. Мин һиҙҙермәй генә уның йөҙөнә күтәрелеп ҡараным. Ярым йомолған күҙҙәрҙән йәштәр һырғалай. Ауыр тынлыҡ урынлашты.

– Шулай беҙ һөйөү уттарында дөрләгән мәлдә Вәхиткә армияға китергә саҡырыу килде. Гүйә, донъям емерелеп төштө. Күрәһең, килер яҙмыштарыбыҙҙа бындай бәхетле миҙгелдәрҙең бүтән ҡабатланмаҫын һиҙҙереп, беҙгә һөйөү-бәхеттәрҙе Хоҙай мөлдөрәтеп, аштырып биргәндер, ахыры.

Вәхит китер алдынан төндәр буйы һөйләшеп һүҙебеҙ бөтмәне, киләсәккә матур-матур хыялдар ҡорҙоҡ. Вәхит хатта, әйҙә, өйләнешәйек, юҡһа мине көтмәй ҡуйырһың, тип тә аптыратып бөттө. Тик мин ҡайҙа ул, ҡатыны булып ҡалһам, әллә ниндәй хәбәрҙәр сурытып, араны боҙорҙар тип ҡурҡтым. Үҙемә былай ҙа ышана инем.

Илай-илай оҙаттым Вәхитемде армияға. Ул киткәс, күгемдәге ҡояшым ҡолап төштөмө, айым һүндеме, көндәрем дә, төндәрем дә мәғәнәһеҙ бер төрлөгә әйләнде, буп-буш булып ҡалды.

Шулай ҙа йәшлек йәшлек инде, клубҡа сыҡмай түҙеп буламы ней. Көндөҙ – эштә, кис клубта йән әрнеүен баҫырға тырыштым. Вәхиткә көн һайын тиерлек һөйөү тулы хаттар яҙҙым, ул да тилмертмәне. Яттарҙы янға ебәреү хаҡында уйларға ла түгел.

Ә бәхетһеҙлек уйламаған ерҙән килеп сыҡты. Тормош беҙ теләгәнсә генә бармай шул ул.

Ауыл йәштәре менән спектакль әҙерләп алдыҡ та ҡышҡы оҙон кистәрҙә эргә-тирәләге ауылдар буйлап йөрөй башланыҡ. Халыҡ эркелеп килә. Был беҙҙе тағы ла ҡанатландырҙы. Концерт номерҙары ла өҫтәп ебәрҙек. Мине әллә нисә ҡат һорап бейетерҙәр ине.

Бер ауылда концерттан һуң шул ауылдың йәштәре беҙҙе ҡунаҡ итте. Алдан әҙерләнеп торғандар. Комсоргтары ойошторған икән. Шунда шоферыбыҙ ҙа ныҡ ҡына эсеп ташланы. Нимә эшләйһең – ҡайтырға кәрәк. Сөнки иртәнге сәғәт алтынан һауынсы ҡыҙҙарға эшкә. Ҡурҡа-ҡурҡа булһа ла машина кузовына тейәлештек. Йөрәк ус төбөндә гөнә. Етмәһә, эсһә буйына һеңдерә белмәй торған бер еңел нәмә булып сыҡты егетебеҙ – ен кеүек ҡыуа ғына машинаны. Әйткән һайын ҡарыша үҙе.

– Беҙҙең шоферҙарҙың айыҡ йөрөгәне һирәк инде ул, барыһы ла эсеп йөрөй. Вис ҡолап бөтөрҙәр ине әле, ҡурҡма, хәҙер осортоп ҡына алып ҡайтып еткерер, – тип ҡыҙҙар мине тынысландырып маташа.

Инде ауылдың уттары ла күренде. "Уф, алла, имен генә ҡайтып еттек, ниһайәт" тип уйлап та өлгөрмәнем, ҡапыл йондоҙло күк әйләнеп китте, донъя түңкәрелде. Үҙем ҡайҙалыр остом. Ҡот осҡос ауыртыныуҙы аҙ ғына хәтерләгәндәй булам. Күҙемде асҡанда эргәмдә күҙе ҡыҙарып бөткән әсәйем менән ауыл фельдшеры тора ине. Өйҙә карауатта ятам икән. Күп тә үтмәй, район үҙәгенән "тиҙ ярҙам" машинаһы килеп етте. Носилкаға һалырға ҡуҙғатырға иткәндәрендә генә уң аяғымдың бөтөнләй иҫ белмәүен аңғарҙым. Шунан көслө ауыртыуҙан тағы аңымды юғалтҡанмын.

Район дауаханаһы табиптары хәлдәренән килгәндең барыһын да эшләргә тырышты. Тик... аяғымды ғына һаҡлап ҡала алманылар.

Миләүшә апайҙың башта тауышы ғына ҡалтырап сыҡһа, бер аҙҙан тыйыла алмай үкһеүгә күсте. Мин көсһөҙ инем. Йыуатыр һүҙҙәр таба алманым. Бары тик беҙҙең яҡҡа сәйерерәк итеп ҡаранғылай башлаған бүтән кешеләрҙән дымланған күҙҙәремде йәшереп, башымды ситкә борҙом.

– Көндәрем ҡара төнгә әйләнде. Йәшәр көстәрем ташлап киткәйне мине. Ашауҙан да баш тарттым. Көнө-төнө эргәмдә әсәйем үкһей.

"Вәхит ишетһә, нимә тиер. Мин хәҙер уға тиң түгел. Уның икенсе кешегә өйләнгәнен ишеткәнсе үлгәнең артыҡ. Бәхет ҡул һуҙымы ерҙә генә ине, күҙ асып йомғансы юҡҡа ла сыҡты" тип өҙгөләндем.

Уға хәбәр барып еткәндер, күрәһең, мин дауаханаға ингәндән һуң уның бер генә хаты ла килмәне. Туғандары тыйғандыр, күрәләтә ғәрип ҡыҙ менән яҙмышыңды бәйләмә һап-һау көйөңә, тигәндәрҙер. Һөйгәнемдең был хыянатын бик ауыр кисерҙем. Өндәшмәһәм дә, көн һайын әсәйемдең хат килтереүен көтәм. Тик бушҡа ғына...

Өйгә алып ҡайттылар. Өйҙә тағы ла ауырыраҡ. Тегендә, дауаханала, үҙем һымағыраҡтарға ҡарап, ана, минән дә ауырыраҡ хәлдә ҡалғандар бар, тип, әҙме-күпме йыуанғандай инем. Ә өйҙә бөтә уй-һағыштарым, хәсрәттәрем менән яңғыҙ ҡалдым. Бер кемде лә күргем килмәй. Айырыуса кешеләрҙең йәлләп ҡарап, бер төрлө уйлап, күрәләтә икенсе төрлө йыуатып маташыуҙарын кисереүе ҡыйын... Көндәр буйы түшәмгә төбәлеп ятам. Бәхетле, сәләмәт, уйһыҙ саҡтарым иҫкә төшөп, бәғерҙе өҙә.

– Атайым менән өсөйем алмашлап янымда булырға тырышалар.

– Бер көндө Өфөлө йәшәгән апайымдан хат килеп төштө. Ул үҙенө сакырған һәм протез белешеп йөрөүҙәре хаҡында яҙған. Атайым менән әсәйем йәһәтләп машина яллап, мине алып та киттеләр. Апайым шул барыуҙан мине ҡайтарманы.

Тағы дауахана, тағы һыҙланыуҙар... Эргәмдәге ырғыта баҫып йөрөгән кешеләргә ҡарап йәндәремдең әрнеүҙәре...

Кеше сәләмәт саҡта бөтөнләй һаулығының ҡәҙерен белмәй икән ул. Күп нәмәнең ҡәҙерен юғалтҡас ҡына аңлай шул әҙәм балаһы. Вәхит менән бергә кисергән бәхетле миҙгелдәремде күңелдән ҡабат үткәреп йыуанам. Уны күңелемдән юйып ташларға маташам. Тик... йөрәкте тыңлатып буламы ней. Вәхиткә янып-көйөп ғашиҡ булып йөрөгән саҡта яҙған шиғыр юлдары иҫкә төшә:

Йөрәк бит ул – тыңлауһыҙ бала,

Һөйөү моңо менән арбала...

Төштәремә лә йыш инә Вәхитем, етмәһә.

Протез да булды. Яйлап атларға өйрәнә башланым. Үҙем ҡара тиргә батам. Һыҙланыуҙар менән көрәш бик ҡаты бара. Хәйер, яҙмыш менән айҡашыу тиһәң дә була инде.

Апайым да, еҙнәм дә бик һәйбәт кешеләр. Балалары ла нисек тә минең тормошомдо еңеләйтеү өсөн өҙөлөп торалар.

Шулай байтаҡ ваҡыт үтте. Протез менән дә ышаныслы ғына атларға өйрәндем. Тик таяҡҡа таянып йөрөүҙән кәмһенеп яфаландым.

Апайым берҙән-бер көн һөнәр алыу тураһында һүҙ ҡуҙғатты. Был турала үҙем дә уйлап йөрөй инем. Уйлаған эш – бөткән эш, күп тә уйлап тормай, бухгалтерҙар курсына инеп, уҡып алдым. Был да үҙенә күрә ҙур ғына еңеү ине минең өсөн. Кеше араһына сыҡтым, үҙемдең нимәгәлер һәләтле икәнемде раҫланым. Еҙнәм юллап бер ойошмаға кассир итеп урынлаштырҙы. Яңы дуҫтар, таныштар табылды. Тормошом күҙгә күренеп ыңғайлағандай булды. Инде йәшәү теләге көндән-көн арта ғына барҙы. Эсемә һыймаҫтай булып урғыла башланы йәшәү теләге. Эшкә байрамға барғандай ҡыуанып барам, ҡанатланып ҡайтам. Тик күңел төбөндәге һағыш ҡына, бур кеүек, төндәрен килеп йонсота, йәнде ғазаплай.

Инде Вәхиттең ҡайтыр мәлдәре лә яҡынлашты. Күпме генә оноторға тырышһам да, уның бүтән берәүҙе йәр итерен күҙ алдыма ла килтерә алмайым, күңелдең күнгеһе килмәй. Шул "берәү"ҙән үлеп ҡыҙғанам үҙен. Уның мине оноторона, ташлап ҡуйырына күңел ышанмай.

...Ғәҙәти генә ял көнө ине. Еҙнәй балалары менән баҡсаға китте. Беҙ апайым менән йорт мәшәҡәттәренә сумғанбыҙ. Ул кер йыуа, мин бәлеш бешерергә әҙерләнеп йөрөйөм. Ишектә ҡыңғырау шылтыраны. Шул мәлдә ниңәлер быуындарым йомшарып, йөрәгем йыш-йыш тибергә тотондо. Ишекте апайым асты. Сәләмләүенән таныным – инеүсе кеше Ул ине, Вәхит... Хәлем бөтөп, кухняның стенаһына һеңерҙәй булып һөйәлдем дә ҡаттым. Тауышын ап-асыҡ ишетәм, тик аяҡтарымды шылдырып баҫырлыҡ көсөм юҡ. Йәнә ошо хәлдә күренерлек тә әмәл табырлыҡ түгелмен. Ике ут араһында дөрләйем. Йөрәк ситлегенән сығып ҡына килә, тибеше хатта Вәхиткә лә ишетелә һымаҡ. Түҙмәй, өҙөлөп төшөр ҙө, Вәхиткә ҡарап тәгәрәр төҫлө. Ниндәйҙер көс мине йән тәслимгә ишек яғына һөрәй. "Юҡ-юҡ, һин уға тиң түгел, һиңә ауыр саҡта ул хатта ҡош телендөй хәбәр ебәрергә лә теләмәне" тигән икенсе бер эске тауыш стенаға нығыраҡ һырындыра. Илай-илай һөйгәнемдең ҡосағына атылырға әҙер инем шул минутта. Нисек тыйылғанмындыр. Уларҙың апайым менән һөйләшкән һүҙҙәре ер аҫтынан килгән һымаҡ.

– Апай, Миләүшәне күрергә ине.

– Иҫеңә төштөмө инде. Ә уның һине күргеһе килмәй. Йөрөмә уңалып барған яраларын тырнап. Ул кисергәнде һин кисерһәң әле, күптән аҡылыңдан шашҡан булыр инең.

Ирҙәргә уйнаҡлап торған һауһаҡ ҡатын-ҡыҙҙар кәрәк бит ул. Шулай булһаң да ярап булмай, һуңынан үкенеп йәшәп, уның йәнен өҙгәләр, кәмһетеп, һанламай ташлап китер өсөн килдеңме.

– Апай, һеҙ...

Ләкин апайым уға һүҙен әйтеп бөтөргә ирек бирмәне.

– Кит. Хәл өҫтөндә ятҡан сағында кәрәк инең һин уға. Йөрөмә юлға һалынып барған тормошон бутап. Ул донъяға яңынан тыуҙы, тормошҡа яңынан әйләнеп ҡайтты.

– Апай...

Ишек асылып ҡына ябылды. Гүйә йөрәгемде Һурып алдылар ҙа йомарлап ырғыттылар. Тораташтай ҡаттым да ҡалдым. Уҫал шул апайым, бигерәк ҡаты кеше. Үҙем дә ебек инде. Их, шулай ҙа бер аҙым ғына яһарға ҡыйманым шул. Бәлки, бәхетемә табан бер аҙым булғандыр, кем белә, бәлки, бәхетһеҙлегемә... Тик ул аҙым яһалманы.

Ул ваҡыттан байтаҡ һыуҙар аҡты инде. Ауылға ла ҡайтҡаным булманы. Ата-әсәйемдәр үҙҙәре ике аҙнаға бер килеп кенә торҙолар. Күңелдәре лә урынына ултырҙы булһа кәрәк уларҙың. Минең һәр уңышыма минән дә нығыраҡ һөйөнөп, шунан балалар кеүек йәм табып йәшәйҙәр.

Ауылымды үлеп һағынам. Тик ауылдаштарымдың йәлләп, хатта кемдәренеңдер үсәп ҡарауынан ҡурҡам. Элекке шат, шаталаҡ, биш баҫырҙы бер баҫып йөрөгән Миләш булып ҡалғым килә улар өсөн.

Ауыл яңылыҡтарын да йүнләп ишеткән юҡ. Әсәйем үлем-тыуым кеүек хәбәрҙәрҙе генә еткереп тора. Ә минең Вәхиттең яҙмышын белгем килә. Тик һорашырға ҡыймайым. Өйләнде тип әйтһәләр, йөрәгем туҡтап ҡуйыр төҫлө, һуңғы өмөтөм юйылыр тип ҡурҡам. Билдәһеҙлек барыбер ҙә күңелдә өмөткә урын ҡалдыра бит.

Үҙемдең тормошомда ла был ваҡыт эсендә байтаҡ үҙгәрештәр булды. Еҙнәм бик йүнсел кеше. Эшемдәге етәкселек, хатта юғарыраҡ етәкселәр менән һөйләшеп, инвалидлығымды иҫәпкә алып, бер бүлмәле фатир юллашып бирҙе. Шатлыҡтарым башымдан ашты. Эш хакымды яйлап йыйыштырып барып, йыһаз- фәлән алдым. Үҙ өйөң – туҙ өйөң шул. Йәшәү дәрте уғата артты. Тик йөрәк һағыштарын өйгә генә йәшереп буламы ней. Минең дә бүтәндәр кеүек үҙ бәпесемде һөйгөм, бәпес еҫтәренә иҫергем, эштән ҡайтҡан иремде тәмле-татлы аштар менән һағынып ҡаршы алғым килә башланы.

Ситтән тороп институтҡа индем. Эшем буйынса үрләтеп, баш бухгалтер урынбаҫары итеп ебәрҙеләр.

Эшләгән еремдә байтаҡтан берәүҙең иғтибарын тоя йөрөй инем. Мин дә, иреп китеп сөсөләнмәһәм дә, артыҡ эреләнмәнем дә, өҙә лә һуҡманым.

Тормош мине күктән ергә төшөргәйне инде. Төшөрөү генәме, күтәреп һуҡҡайны. Берҙән-бер көндә, яҙмышым ошолор, тип, шул ҡатынын айырған хеҙмәттәшемә яҙмышымды тапшырҙым. Әлбиттә, арала әллә ниндәй хистәр ҙә ҡайнаманы, ғүмерҙә бер генә әйтелә торған һүҙҙәр ҙә әйтелмәне. Хәйер, икебеҙҙеке лә әйтелгәйне инде. Былай арыу ғына йәшәп киттек. Бер-беребеҙҙе ихтирам иттек. Тиң итеп ҡабул итте ирем. Тик уның фатирына күсенергә риза булманым. Үҙемдең бер яйға һалынған тормошомдо үҙгәрткем килмәне. Өйөм эшемә лә яҡын ине.

Күп тә үтмәй, ҡыуаныслы ла, хәүефле лә яңылыҡ билдәле булды – мин әсө буласаҡмын. Берсә ҡанатһыҙ осорҙаймын, берсә йырып сыҡмаҫ уйҙарға сумам. Бар донъям нурға сумғандай булды. Татлы көтөүҙәр башланды. Донъяма бығаса булмаған өр-яңы ҡот ҡунды. Йәшәүем өр-яңы һулыш алды. Хәҙер бар булмышым, эшем бары тик тыуасаҡ сабыйыма ғына көйләнде. Шәһит үҙенән-үҙе артҡа күсеберәк китте. Былай ҙа арала артыҡ тартылыу юҡ ине. Мин декрет отпускыһына сыҡҡас, ул өйгә һуңлаңҡырап, хатта һуҡмышыраҡ та ҡайта башланы.

– Һин мине яратмайһың, мин был өйҙә артыҡ кеше, – тип үпкәһен белдереп алған саҡтары ла булды.

Нисек кенә булмаһын, бәхет өмөтөм бер таңда шартлап ярылып сәскә атты – алма кеүек матур ғына ҡыҙым донъяға килде. Үҙ сабыйыңды тәүге тапҡыр ҡулға алыуҙан да ҙурыраҡ бәхет бармы икән донъяла. Юҡтыр. Минең ярҙамыма мохтаж ғына булып, күҙҙәремә мөлдөрәп ятҡан ошо тере йоморсаҡ бар булмышымды биләп алды, тормош мәғәнәмә әйләнде. Шәһит тә бик һөйөндө. Дауахананан бик ҙурлап барып алды. Өйҙә йәнлелек артты, әллә ниндәй сихри нур инде йортобоҙға.

Әсәһенең бер бөртөк иркә генә улы булғанғамы, Шәһит бала-саға һымаҡ үҙенә артыҡ иғтибар талап итә, юҡҡа ғына ла үсегеп барыусан ине. Тора-бара ул мине ҡыҙымдан, уртаҡ ҡыҙыбыҙҙан, ҡыҙғана һымаҡ тойола башланы. Балаға артыҡ күп ваҡыт сарыф итәһең, тип мыжый. Ҡулға өйрәтәһең, тип, ҡуйынымдағы баланы тартып алып карауатына илтеп һала хатта. Шулай тартҡылашлыраҡ тормош булып китте. Бер ҡараһаң, ҡыҙын да, мине лә өҙөлөп яратҡан кеүек, икенсе ҡараһаң...

Берҙән-бер көндө ул өндәшмәй генә әйберҙәрен йыя башланы һәм үҙ өйөнә ҡайтып китәсәген белдерҙе. Минән, бәлки, китмә, тип ялбарыу, инәлеү көткәндер. Инәлтеп алырға ғына уйлағандыр.

Мин өндәшмәнем. Хатта шулай икебеҙгә лә яҡшыраҡ булыр һымаҡ тойолдо.

– Миләүшә, беҙ бер-беребеҙҙе ысынлап ярата алманыҡ шикелле. Шуға ыҙалатышмайыҡ. Ауыр булһа ла әйтәйем, мин һине йәлләй торғайным. Йәп-йәш һылыу ҡыҙ, ә үҙе ғәрип, тип. Бергә йәшәү осоронда һинең йәлләүгә мохтаж түгел икәнлегеңде аңланым. Көслө ҡатынһың һин. Ҡыҙыма ярҙам итермен, – тине киткән сағында.

Хәйер, беҙҙең мөнәсәбәттәрҙең шулайыраҡ тамамланырын һиҙә, хатта көтә йөрөй инем. Ул сығып киткәс, нисектер, өҫтәмдән йөк төшкән кеүек булды. Ысынлап та, эгоислыҡ тойолһа ла, миңә бит бала ғына кәрәк ине. Ә йөрәк түре... күптән яуланған.

Шөкөр, ҡыҙым матур булып үҫеп килә. Исемен Айсулпан тип ҡуштыҡ.

Ошо урында Миләүшә апай сумкаһынан ҡыҙының фоторәсемен килтереп сығарҙы. Фотонан исеме есеменә тура килгән түңәрәк айҙай йоморо битле, күҙҙәре сулпан йондоҙондай балҡыған бигерәк һөймәлекле ҡыҙ бала ҡарап тора ине, Фәрештә лек фәрештә.

– Уй, Миләүшә апай, ҡалай матур ҡыҙығыҙ бар. Күҙ генә тейә күрмәһен, тфү-тфү. бәхетле булһын, – тинем.

– Эйе, бәхеттәре булһын инде баламдың. Ҡыҙ баланың бәхете ир ҡулында, яратҡан кешеһенән яратылһын.

Шулай тине лә күҙенә йәнә йәш алды юлдашым. Ә минең теге тарихтың дауамын тиҙерәк артабан тыңлағым килә. Бер аҙҙан Миләүшә апай ҡабат телгә килде.

– Ышанаһыңмы-юҡмы, бына ете йыл тигәндә тәүгә тыуған ауылыма ҡайтып, кире китеп барам.

Ниңәлер, быйыл бигерәк ашҡындым ауылға, һағыныуҙан тәҡәтем ҡалманы. Төшөмдә Вәхитте лә күреп бөттөм. Уны Себергә сығып киткән тип ишеткәйнем.

Түҙер әмәлдәрем ҡалмағас, ниһайәт, ҡайтырға булдым. Иңдәремә, гүйә, ҡанат үҫте. Тыуған яҡтың тартыу көсөнә хайран ҡалмалы бит ул.

Поездан килеп төшкәс, тыуған яҡ һауаларын еҫкәп иләҫләнеп тороп, саҡ автобусҡа һуңламаным. Автобус таныш юлға төшкәс, ашҡыныуҙан йөрәгем хатта һыҙлай башланы. Күҙҙәремә йәш тығылды. Автобус үтә яй бара һымаҡ тойола. Тиҙерәк ҡайтып етке килә.

Таныш тауҙар, таныш болондар... Бала сағым, йәшлегем үткән ерҙәр... Ауылға ла яҡынлаштыҡ. Бына... теге... минең яҙмышымды селпәрәмә килтергән боролош. Күҙҙәремде сытырлатып йомдом. Шул ваҡыттағы һыҙланыуҙар бер секундҡа ғына йәнемде телеп үткәндәй булды.

Автобус ауыл уртаһындағы туҡталышҡа барып туҡтаны. Ашығып ишеккә уҡталдым. Тыуған ер тупрағына тиҙерәк аяҡ баҫҡы килә. Эйелеп, таштарын үбер сиккә еткәйнем бит.

Ә ауыл үҙгәргән, ныҡ үҙгәргән. Туҡталышҡа ҡаршы ғына ике ҡатлы мәктәп ҡалҡып сыҡҡан. Беҙ уҡығаны уның эргәһендә бөтөнләй кесерәйеп, шиңеп ҡалған. Урамға асфальт түшәлгән. Газ да килеп еткән. Бары ҡаршылағы тауҙар ғына үҙгәрмәгән – әүәлгесә уйсан, ғорурҙар.

Урам буйлап яйлап ҡына үҙебеҙҙең яҡҡа ыңғайланым. Осоп-елеп йүгерге килә лә бит, тик аяҡтар тыңламай шул. Өҫтәүенә, шәберәк атлаһам, һылтыҡлауым нығыраҡ һиҙелә. Кешеләр танымаһын тип, ҡара күҙлектәр кейгәнмен. Шулай ҙа таныусылар табылды әле ул – онотмаған икән ауылдаштарым.

– Бәй, әллә Миләүшәбеҙ ҡайтып килә инде. Уй, аллакайғынам, ҡалай сәпсим ҡала кешеһе булғаның да ҡуйғаның, – тип тәү башлап "урамсы Латифа" исеме алған Латифа апай яр һалды.

Осраған берәүгә сәләм бирә-бирә атлайым. Ҡалай һағындырған икән ауылдаштар ҙа. Күркәм-күркәм йорттар күтәрелгән, бына тигән итеп йәшәп яталар икән яҡташтарым. Ваҡ балалар, танымай, аптырабыраҡ ҡарап ҡала. Ҡайҙан таныһындар инде, мин ауылда саҡта планда ла булмаған балалар бит улар. Тау яғында өр-яңы урам барлыҡҡа килгән – йәштәр тик ятмай, ғаилә ҡоралар, оя тибәләр, афарин. Минең уйҙарымды дәлилләгәндәй, үҙебеҙҙең өйгә етеп барғанда туй автомобилдәре осраны. Ауылда ла хәҙер никах теркәргә машинала ғына йөрөйҙәр икән. Бер ауыл урамы булып, әүәлгесә гөрләшеп, гармун тартып, йырлап йәйәү генә барһалар, тағы ла күркәмерәк булыр ине, тип уйлап ҡуйҙым. Үҙ дәрәжәләрен белеп, яйлап сигнал бирә-бирә килгән машина эсендәге бәхетле парҙарҙы танымаһам да, ауылдаштар бит, тип, сәләм биреп, ҡул болғаным. "Бәхеттәрегеҙ теүәл булһын, минең кеүек өҙөлгән бәхетегеҙгә зарығып, туғаҙаҡ ҡаҙҙай үтмәһен ғүмерҙәрегеҙ" тип теләнем эстән генә. Машиналарға ҡарап килеп, аяғымды яҙа баҫып, саҡ ҡолап китмәнем. Ҡалай оят булыр ине аунап ятһам, Хоҙай аралағандыр.

Бына тыуған өйөм. Быуындарым йомшарҙы, күҙҙәремә йәш эркелде.

– Миләүшә...

Ҡулымдан сумкам төшөп китә яҙҙы. Вәхит кенә шулай матур итеп әйтә ала торғайны минең исемемде. Әйләнеп ҡарарға көс таптым. Алдымда энәнән-ептән сыҡҡан костюм кейеп, кейәү егете кеүек ҡупшы Вәхит баҫып тора. Күҙҙәренән күҙемде лә ала алмайым. Күрәһең, уның берәй затының туйылыр инде. Туй машиналары ла туҡтап ҡалған икән. Машиналарҙың тәҙрәләренән сығырҙай булып тиҫтә-тиҫтә күҙҙәр беҙгә төбәлгән.

– Ҡайттыңмы, Миләүшә? Хәлдәрең нисек?

– Хәлемде күреп тораһың, хәҙер һәйбәт инде. – Тауышым ишетелер-ишетелмәҫ кенә булып ҡалтырап сыҡты. Уңарса ҡапҡала әсәйем күренде. Йөҙө бик хәсрәтле күренәсе, нимәгәлер бик борсолған да һымаҡ. Йөрәк жыу итеп ҡалды.

– Ҡыҙым, Миләүшәм...

Мин әсәйемдең ҡосағына ташландым.

...Өлтөрәп йөрөп әсәйем сәй ҡуйып ебәрҙе, атайым мунса тоҡандырып ебәрҙе. Өҫтәлгә әллә ҡасандан алып һаҡлаған һый-ниғмәттәрен теҙҙеләр. Өйҙәге изгелек, йылылыҡ күңелемде тамам урынына ултыртҡандай итте. Өсәүләшеп сөкөрләшеп сәй эсеп бөтөүгә, ҡайҙан ишетеп өлгөргәндәр тиһең, ауыл йолаһы буйынса, ете йәшәр юлдан ҡайтһа, етмеш йәшәр күрә килер, тигәндәй, күрше-күлән йыйыла башланы. Оло инәйҙәрҙең күҙҙәренә йәш алды. Минең дә күңел тулып-тулып китте. Ҡайһы тиклем бәхеттән үҙемде мәхрүм итеп йәшәгәнемде аңланым. Ауыл кешеһе ҡайғыһын да, шатлығын да бергә күтәреп өйрәнгән шул. Ҡыҫҡаһы, кискә тиклем моңайырға ла, уйланырға ла ваҡыт булманы. Эңер төшөп, шәмгә ут алыр ваҡыт еткәс кенә әсәйем менән иркенләп аралашырға форсат тейҙе.

Әсәйем һүҙ араһында Вәхиттең нимәләр һөйләүен һорап ҡуйҙы, һөйләшеп өлгөрмәүебеҙҙе әйттем.

– Ярай, ҡыҙым, насибығыҙ шул булғандыр. Туйҙары көнөндә ҡайтып тешәүеңде, юлдарына осрап тороуыңды әйт әле. Хоҙай шулай ҡушҡандыр инде, йә. Был донъяла һәр кемдең үҙ юлы, тәҡдире. Ҡатыны түбәнге ос Сәләхтың ҡыҙы. Кейәүгә бармай бәпәй алып ҡайтҡайны былтыр.

Өҫтәмә, гүйә, бер биҙрә боҙло һыу ҡойҙолар. Улай булғас, машиналағы кейәү егет Вәхит булып сыға түгелме? Ә мин йылмайып ҡул болғаным... Бына ниңә күңел ашҡынған икән... Ниндәйҙер тыйып тотоп булмаҫлыҡ бер көс әйҙәгәйне бит мине тыуған яҡтарыма.

Эсемдә бер ҡылмы, моңмо өҙөлдө лә ҡуйҙы. Төнө буйы керпек тә ҡаҡманым. Таңға ғына бер аҙ серем итеп алғанмын. Төнө буйы ғүмеремдең бәхетле миҙгелдәрен барланым, һары һағыш менән сорналған өлөшөн дә күңелдән ҡабат кисерҙем. Ә, бәлки... Юҡ, юҡ, уға тиң була алмас инем. Типһә тимер өҙөрлөк ир кеше бит. Өндәшмәһә лә, эстән һыҙыр, кәмһенеп өҙгөләнер ине. Тормош ығы-зығыһы, ваҡланыуҙар минең өсөн илаһи йәшәү көсө биргән мөхәббәтте юҡҡа сығарып ҡуйһа... Алыҫтағы ҡояш, йылыһы булмаһа ла, барыбер яҡтырак. Тик ошо төндә, ошо минутта һөйгәнемдең бүтән ҡосағында булыуын кисереү бик-бик ауыр булды. Саҡ ҡына ойоп китәм дә, төшөмдә Вәхитте күреп, һаташып уянам. Гел икәүләшеп етәкләшеп йөрөйбөҙ, шаярабыҙ. Минең аяғым да иҫән икән, тимен. Уянғас, бының төштө ге-нә икәнлеген аңлап, төштәге бәхетемдән көнләшеп иланым.

Иртәнсәк туҡмалған кеше һымаҡ килеп торҙом. Күҙ төптәрем ҡарайған, сикәләрем дә һурылып киткән кеүек. Атайым миңә сәйерһенеп ҡарап ҡуйҙы. Эй, ошо атайымдың ҡараштары. Берәй һүҙ әйтһә, еңелерәк булыр ине, юғиһә.

– Айсулпанымды һағындым, – тигән булдым, өҫтәл янына ултырғас. Әсәйем башта миңә, унан атайыма ҡарап алды.

Ҡыҙымды балалар шифаханаһына оҙатҡайным, шуға бергә алып ҡайта алманым.

Ә ауылдың үрге осонда туй дауам итте. Йырлашҡан, гармунға бейешкән тауыштар иртәнсәктән ишетелә башланы. Был тауыштар йөрәгемә уҡ булып килеп ҡаҙала, йән яраларымды тырнай, күңелемде әрнетә. Шуға өйҙән сыҡмаҫҡа тырышам. Әсәйемдең бөхтә донъяһында сүп тә табырлыҡ түгел. Хәйер, эшкә күңел дә төшмәй инде. Әсәйемдең күҙ ҡараһы кеүек күреп үҫтергән гөлдәренә һыу һибергә тотондом.

...Ишек шаҡыған тауыш ҡапыл һиҫкәндереп ебәрҙе. Ауылда элек ишек шаҡыу ғәҙәте бик булмай торғайны. Бары тик уҡытыусы кеүек уҡыған кешеләр генә шаҡып инер ине. Нимә тип яуап бирергә лә белмәй баҙап ҡалдым. Уңарса ишек асылып та китте. Тупһала... Вәхит пәйҙә булғас, аптырауҙан ултыра төшә яҙҙым.

Йөҙө лә, кейеме лә шаҡтай таушалған. Кисәге ыҫпай, тәтәй кеүек кейәү егете түгел ине инде минең алда. Әллә эскән инде, күҙҙәре ҡыҙарып, шешмәкләнеп тора.

Нимә әйтергә лә белмәй, һаман аптырап торам. Үт, тиер инең, ниңә әле ул үҙенең туйы көнөндә, кәләшен ташлап, бер яңғыҙ ҡатын менән аулаҡлап ултырырға тейеш, тип уйлайым. Унан килеп, кешене, дуҫмы ул, дошманмы, ауыл ғәҙәте буйынса, түргә саҡыраһың, ишек янында тотоп булмай.

Башлап Вәхит телгә килде.

– Миләүшә, мин килдем.

– Нисек инде "килдең"?

– Миләш, ғәфү ит...

– Нимә өсөн? Шағир әйтмешләй, яза бит ул яратҡандар өсөн, яратмаған өсөн яза юҡ. – Эстән ут кеүек янһам да, тыш күңел менән һалҡын ҡыланам.

– Мин һинең менән осрашыуға оҙаҡ өмөт иттем. Себергө лә ҡасып ҡараным. Тик үҙ-үҙеңдән ҡасып булмай икән. Көндәрем эштә үтһә лә, төндәрем һине уйлап үтә ине. Унан һинең кейәүгә сыҡҡаныңды ишеттем, ҡыҙың тыуғанын.

Ирең һәйбәтме, Миләүшә, ҡыйырһытмаймы?

Минең тамағыма төйөр тығылды, күҙҙәремә йәш тулды. Иң ауыртҡан ергә тейҙе уның был һүҙҙәре.

– Юҡ, – тип кенә әйтә алдым.

– Хаттарыма ниңә яуап яҙманың, Миләүшә?

– Ниндәй хаттар?

Ул минең һорауға ҡаршы биргән һорауыма яуап биреп торманы, үҙенекен һөйләүендә булды.

– Миңә лә алйып яңғыҙ йөрөүе ауыр ине... Шуға бына... туғандарҙың димләүе буйынса...

Ишектән әсәйем килеп инде. Индә лә туҡтап ҡалды. Вәхиттең дә һүҙҙәре өҙөлдө. Уңайһыҙ тынлыҡты, ниһайәт, әсәйем үҙе боҙҙо. Уның ҡапыл һыҡтап илап ебәреүе икебеҙгә лә йәшен атҡан кеүек тәьҫир итте. Баҙап ҡалдыҡ. Вәхит башын эйеп ишеккә ыңғайланы. Тик әсәйемдең тауышы уны туҡталырға мәжбүр итте.

– Туҡта, Вәхит улым, туҡта. Һеҙҙең икегеҙгә генә әйтә торған һүҙем бар.

Мин әсәйемә танымағандай ҡарап ҡаттым. Нимә һөйләмәксе һуң ул?

Әсәйем күҙ йәштәрен һөрткәс, әллә күпме һүҙ башлай алмай торҙо.

– Һеҙҙең был тиклем дә өҙгөләнеп йөрөрөгөҙҙө белһәм, ҡыҫылмаған булыр инем дә бит. Ҡыҙымдың бәхете хаҡына ғына... Аптыранып, ҡайғынан аңҡы-тиңке булып йөрөгән мәле ине бит.

Хәтерләйһеңме, ҡыҙым, һин балниста ятҡанда көн һайын өмөтләнеп хат көтә инең. Ә мин "юҡ" тип килә инем. Хаттар бит көн аша килеп торҙо. Тик һинең йөрәгеңде яраламайым, юҡҡа өмөтләнмәһен, тип, мин уларҙы һинән йәшерҙем, тапшырманым. Имәндәй егет аяҡһыҙ ҡыҙҙы барыбер үҙ итмәҫ, ғәрләнер, тинем. Өйләнгән хәлдә лә тора-бара тиңһенмәй өҫтөнән йөрөр, тип шөбһәләндем. Миләүшәгә һуңынан тән яраларына өҫтәп йән яралары – хыянат кисереүе икеләтә ауыр булыр, тип, балағынамды ҡурсаламаҡсы булдым үҙемсә.

Беҙ өнһөҙ инек. Әсәйем етеҙ генә хәрәкәттәр менән барып һандығын асты ла, әйберҙәрен ҡутарып, иң төптән бер төргәк килтереп сығарҙы. Беҙҙең алға килтереп таратып ебәрҙе төргәген. Унда асылмаған һалдат хаттары ине. Өсмөйөшлө үтә лә таныш почерк менән яҙылған хаттар. Бик күп ине улар.

Вәхиттең башы тағы ла нығыраҡ эйелде. Ул хаттарға төбәлеп ҡатҡан ине. Әсәйем йәнә һамаҡлай-һамаҡлай илай башланы.

– Был тиклем дә өҙгөләнерегеҙҙе белһәм икән... Мин ғәйепле һеҙҙең айырылышыуығыҙға, гонаһлымын һеҙҙең алда.

Кейәү ҙә йәшәмәҫлек кеше түгел ине. Һеҙ айырылышҡас, аңланым мин барыһын да, ҡыҙым. Ғәфү итә алһағыҙ, итегеҙ. Кисерә алмаһағыҙ ҙа үҙ ихтыярығыҙҙа.

– Әсәй, үҙең әйтмешләй, яҙғаны шул булғандыр, юҡҡа улай үҙеңде бөтөрмә, – тип әсәйемде йыуатҡан булам.

Вәхит бер нәмә лә өндәшмәй.

– Хуш бул, Вәхит. Кәләшең янына кит. Туйҙа кәләште яңғыҙ ҡалдырмайҙар. – Мин, үҙ-үҙемде еңеп, йәнә һалҡын ғына шулай тинем.

Вәхит күҙҙәремә тултырып ҡараны ла сығып китте. Иҙән тулып ятҡан хаттар ғына ҡалды. Әсәйем уларҙы кире йыя башлағас, йәһәтләп алып, үҙемдең юл сумкама тыҡтым. Ниңә улай иткәнемде үҙем дә аңламаным, берәй асып уҡырға батырсылығым етерме-юкмы, үҙем дә белмәйем.

Артабан ауылда ҡалырлыҡ көс тапманым, йыйынып, көндөҙгө автобусҡа сығып та киттем. Китер саҡта әсөйемде тынысландырып, ике-өс аҙнанан Айсул- паным менән оҙаҡҡараҡ ҡайтырға вәғәҙә бирҙем. Ә ауылда туй гөрләп халды.

– Миләүшә апай, теге хаттар әле үҙегеҙ менән-ме? – Мин ҡыҙыҡһыныуымды еңә алманым.

Юлдашым юл сумкаһын асып ебәрҙе. Уның яртыһы хаттар менән тулған ине. Уларҙың береһен генә булһа ла уҡып ҡарау теләгем шул тиклем көслө булһа ла, рөхсәт һорарға ҡыйманым. Әле үҙе лә уҡып харамаған бит уларҙы Миләүшә апай.

– Моғайын, ҡыҙыҡһынаһыңдыр, мә, уҡып ҡара бер нисәһен, – тип Миләүшә апай, уйҙарымды уҡығандай, хаттарҙы миңә һондо.

– Ҡуй, әле үҙегеҙ ҙә асып ҡарамағанһығыҙ, – тип баш тарттым.

– Уҡы-уҡы.

Әллә ниндәй эске бер тетрәнеү менән тәүге хатты асып уҡый башланым.

"Һаумы, ҡәҙерлем, Миләшем!

Бына тағы һинән хат көттөм-көттөм дә үҙем яҙа башланым. Үпкәләнеңме әллә? Бер генә һөйләм булһа ла яуап яҙ инде быныһына, йәме..." Башҡаса дауам итә алманым, тамағыма төйөр тығылды.

Бер аҙ ултырғас, икенсе хатты астым.

"Һаумы, хәҙерлем, Миләүшәм! Һинән яуап килмәгәндән алып инде йөҙөнсө хатымды яҙам шикелле. Хәлеңде ишеттем. Иң мөһиме – үҙең иҫән ҡалғанһың. Һиңә иң ауыр ваҡытта яныңда була алмауым ҡыҙғаныс һәм үкенесле. Ә һин ныҡ бул, бирешмә, йәме. Мин ҡайтҡас, гөрләтеп туйҙар үткәрербеҙ. Берәү ҙә һиңә ҡырын ҡарай алмаясаҡ. Тик үҙең кәмһенмә, йәме. Теге икәүләп исем ҡушҡан шишмә буйына өй һалырбыҙ..."

Артабан уҡый алманым. Түгелеп иларға керештем. "676-сы һанлы Сибай-Өфө поезы беренсе платформаға килеп туҡтаны" тигән тауыш ҡына ысынбар- лыҡҡа алып кайтты. Әйберҙәребеҙҙе йыя һалып, Миләүшә апай менән перронға ашыҡтыҡ.

Унда бер төркөм кешеләр гармун көйөнә бейей, икенселәре йыр һуҙа. Егеттәрҙе армияға оҙаталар икән. Ситтәрәк йәш кенә ҡыҙ менән егет ҡосаҡлашып донъяларын онотҡандар, бер һын булып ҡатҡандар. Күҙҙәрен күҙҙәренән ала алмай, серләшәләр.

– Көтөрһөңме? – тиҙер егет.

– Көтөрмөн, – тиҙер ҡыҙы...

Юлдашым да уларға ҡарап моңһоу йылмая. Вагонда Миләүшә апайҙың яҙмышы хаҡында бүтән һүҙ ҡуҙғалманы. Өфөгә барып еткәс, әллә ҡасанғы әхирәттәр кеүек, бер-беребеҙҙе онотмаҫҡа, хәбәрләшеп торорға вәғәҙәләр биреп айырылыштыҡ. Тик тормош беҙ тигәнсә генә бармай шул – донъя ығы-зығыһы баҫып китеп, Миләүшә апайҙы күпмелер ваҡытҡа онотоп киткәнмен. Бер йыл самаһы үткәс, апайға шылтыратып ҡараным – телефоны яуап бирмәне. Юл төшкәндә фатирын да юллап барҙым. Унда бер йәш ғаилә йәшәй ине. Фатирҙы уларға хужабикәнең апаһы биреп торған. Ваҡытлыса йәшәргә.

– Фатир хужаһы үҙе ҡайҙалыр күсеп киткән, ахыры. Беҙ ҡыҙыҡһынманыҡ та ул, – тинеләр йәштәр.

Танышымдың апаһын юллап йөрөргә ҡыйманым. Шулай ҙа күңелдә өмөт нуры сағылып үтте. Ә, бәлки...

Таңһылыу БАҺАҮЕТДИНОВА.

Читайте нас в