Остоҡ та болот әҫәре күренмәгән икһеҙ-сикһеҙ зәңгәр киңлектә, тыныс океан ҡосағындағы яңғыҙ кәмәне хәтерләтеп, кескәй генә ҡара тап йөҙә. Һыңар көбәкле иҫке мылтығын иңбашына аҫҡан килеш, иртә йәйҙең ыуыҙ йәшләүеген еүеш ергә һеңдерә баҫып, алаңғырт сауҡалыҡ эсенән үткән беленер-беленмәҫ кейек һуҡмағынан барған Кеше бер ҙурая биреп, бер кесерәйеп, йәиһә бөтөнләй күҙҙән юғалып, Уралтау һыртындағы йөҙйәшәр ялбыр ҡарағай тәңгәлендә әйләнгән ҡошто шәйләп алды. Шәйләне һәм шунда уҡ таныны: ул мәңге ас балапаны менән балаянын аҫырайым тип ыҙа сигеүсе яңғыҙ таҙғара - ошо тирәләге иң эре йыртҡыс ҡош. Уҫлаптай булыуға ҡарамаҫтан, баш әйләнгес бейеклектән бөркөт ерҙәгеләргә шулай бары ҡара нөктә булып күренә. Әммә әлеге кескенә нөктәнең мәле менән ниндәй ҡурҡыныс, аяуһыҙ икәнлеген урманда барлыҡ йән эйәһе белә. Көтмәгәндә күк йөҙөндә шыуышып килгән ҡара тап пәйҙә була икән, ул үтеп киткәнсе күлдән тыныс, бүтәгәнән тәпәш булып тороуың хәйерлерәк. Кейектәргә быныһы ла яҡшы билдәле. Тәбиғәттең ошо яҙылмаған ҡануны, барыһы яғынан да һүҙһеҙ, риғәйә ителә: һауалағы йыртҡыстың күҙ күреме арауыҡта бер осор ҡош, бер йәнлек күренеп ҡалһасы. Барыһы ҡасып-боҫоп, йәшеренеп бөткән. Йән берәү генә, һәр йәндең йәшәгеһе килә.
Көллөһөнөң ҡотон алған ҡоштар батшаһы - алтын яллы, көмөш башлы уҫал таҙғаранан үҙен ер хужаһы һанаған Кеше генә ҡурҡмай. Ирәндек бөркөтөнән айырмалы, таҙғараның төҫө тоноғораҡ, ҡиәфәте мөһабәтерәк, кәүҙәгә лә ул байтаҡҡа дәү. Ситтән ҡарауға баш яғы уның ысынлап та ағарып күренә. «Сал бөркөт тигәндәре лә ошонан килеп сыҡмаймы икән әле? – тип фекер йөрөтә туҡтауһыҙ әйләнгән ҡоштан ҡараштарын айырып ала алмаған Кеше. – Таҙғара. Исеме килешеп тора былай: үҙе сөм ҡара, үҙе таҙ». Асышынан ҡәнәғәт ҡалып, ул ихлас йылмайып ҡуя. Нисек кенә булмаһын, бихисап дәүләттәрҙең, шул иҫәптән Рәсәй империяһының да өләмдәрендә һүрәтләнгән мәшһүр, ғорур ҡиәфәтле, тәкәббер холоҡло, хәнйәр ише үткер тырнаҡлы, ут ҡарашлы, ҡоласы өс метрға яҡын тәүәккәл, ҡурҡыу белмәҫ был сая ҡошто Кеше ҡасандыр Бөркөт тип атаны. Исеме Бөркөт булғас, уға ҡарата мөнәсәбәт тә тейешенсә: ихтирам һәм ололау.
Ифрат ауыр ҡанаттарын һәлмәк ҡағып, шомло күләгә рәүешендә талғын ғына йөҙөп йөрөгәнгәме, был төрҙө ҡарағош тип атаусылар ҙа бар. Әммә Кеше белә: был төптө дөрөҫлөккә тап килмәй, ҡарағош тигәндәре уның бөтөнләй икенсе.
Ҡыҙыҡ, кешеләр тарафынан бер таҙғараға ғына нисәмә төрлө исем-ҡушамат тағылған. Тик таҙғараның уларҙың береһен дә ишеткәне юҡ. Аңһыҙ ҡоштоң кеше уйлап сығарған ҡушаматтарҙы ишеткеһе лә, белгеһе лә килмәй. Исеменә ҡарамай, ул йыртҡыс ҡош булып ҡала. Йәнә лә, мөхит ағзаһы булараҡ, уға тик бер хәҡиҡәт асыҡ: бүтән барса тереклек һымаҡ, ул да тәбиғәттең бәләкәй генә киҫәксәһе, тәбиғәт-әсә тарафынан тыуҙырылған һәм үҙе кеүектәрҙе яҡты донъяға килтереп, бағып үҫтерергә, нәҫелен мотлаҡ дауам итергә тейешле. Юғиһә, аяуһыҙ йәшәйеш затыңды тамырыңдан ҡоротасаҡ. Аңһыҙ ҡошҡа ана шуныһы асыҡ билдәле. Тәбиғәт алдындағы ошо бурысыңды үтәп, ер йөҙөнән нәҫелеңде юғалтмаҫ өсөн бик күп ризыҡ табырға кәрәк. Йәшәү хаҡына Бөркөт башҡа ғүмерҙәрҙе күпләп ҡыйырға мәжбүр. Тағы ла: үҙең ашамаһаң ашама, балаларың - киләсәгең ас булырға тейеш түгел. Шуның өсөн дә Бөркөттөң бар белгән кәсебе - иртә таңдан ҡара кискә ҡәҙәр табыш эҙләп, ҡорбан һағалау. Ул яңғыҙы. Балаларының атаһы иҫән-һау булғанда, ул тиклем ауырға тура килмәҫ ине лә бит...
Ҡабаланмай ғына һәлмәк аҙымдар менән барған Кеше, үҙ сиратында, Бөркөткә лә таныш. Ошо рәүешле көн дә тиерлек тегеләй-былай үтеп-һүтеп йөрөй ул. Әлегә зыяны тейгәне юҡ. Шулай ҙа башҡа заттың ояңдан алыҫыраҡ йөрөүе хәйерле. Бүтән барлыҡ кейектәрҙән айырмалы, ике артҡы аяғына ғына баҫып, иңбашына һәр ваҡыт кәкре таяҡ аҫҡан көйө йөрөгән Кешенең уйында ни барын ҡайҙан беләһең. Ана, үткән йыл, бер кем күтәрелә алмаҫ, тип уйлаған бейек ояһына, балалары янына уҡ менеп етте бит ул. Тәбиғәт шарттары уңайлы килгәнлектән, инә бөркөт былтыр йомортҡаны ғәҙәттәгенән байтаҡҡа иртәрәк һалды, һалды ла баҫырға ла ултырҙы. Бер аҙҙан оялағы йомортҡалар икәү булды, унан - өсәү. Мәле еткәс, уларҙан бер-бер артлы өс себеш морон төрттө. Бәләкәсе моронлап ятҡанда, өлкәндәре атай өҙгөсләп биргән ит киҫәктәрен ялмап йоторға эшкингәйне инде. Тик бөркөттәргә өс баланы ла берҙәй бағып осорорға насип булманы. Меңәр йылдар ағышында ҡанға һеңешкән инстинкт үҙенекен итте, балапан кесе балаянды йәберһетеп йонсотто, ахырҙа оянан төрткөсләп үк төшөрҙө. Йәнәһе, тамаҡ яуы булып ятмаһын, үҙенә күберәк эләгер. Зирәк ҡош булһа ла, бөркөт фекерләй ҙә, һанай ҙа белмәй. Шуға күрә улар мамыҡ ҡурсаҡ ише өс ҡошсоҡтоң береһе ҡапыл ғына ҡайҙалыр ғәйеп булыуына иғтибар ҙа итмәне шикелле.
Урман ҡарауылсыһы булып эшләгән Кеше ул көндә лә шул тирәлә ине. Үҙен сәйер тотҡан ҡыр һайыҫҡанының сарғалап йыуан ҡарағай олоно тирәһендә ураңғыланыуы уны һағайырға мәжбүр итте. Бөркөттәрҙең алыҫҡараҡ китеүен һағалап торҙо ла мөһабәт ҡарағайға яҡынлашты. Һиҙемләүе бушҡа булмаған: дәү ағас төбөндә йомшаҡ бәпкә мамығы менән ҡапланған аҡ йомғаҡ тыпырсына-тыпырсына остоҡ ҡына ҡанаттарын елпелдәткән булып атлап китергә маташа. Шулай ҙа, нисек кенә тырышмаһын, булдыра алмай ҙа ҡуя. Самаһыҙ оло ҡорһағы ҡамасаулау өҫтөнә, артыҡ ауыр кәүҙәһенә әле быуыны ҡатырға өлгөрмәгән итләс аяҡтарының көсө етеңкерәмәй.
Кеше ҡошсоҡто һаҡ ҡына ҡулына алды ла, ҡапшап ҡараны. Шул тиклем бейеклектән ҡолап та бер ере лә имгәнмәгәненә ғәжәпләнеп торҙо. Күрәһең, йәнселеп үлеүҙән балаянды ҡарт ҡарағай ышығында йәйрәп үҫкән тығыҙ ҡурай еләге ҡыуаҡлығы ҡотҡарған. Кеше был бәләкәсте арҡаһындағы биштәргә ҡәҙерләп һалып, һырғый, суғыртмаҡлы олон буйлап күтәрелде. Ул йәш һәм сос ине. Шуға күрә остағы тарбай ботаҡтарға сырмап-үреп яһалған сытыр ояға менеп етә алды. Хәлдән тайҙы, шыбыр тиргә батты, ҡолап төшә яҙҙы, әммә менеп етте. Күтәрелгәс тә, ояның ҙурлығына хайран ҡалды: уның өҫтөнә йәтешерәктән тирмә ҡорорға була ине.
Биштәрҙә ҡыймылдаған балаянды ояға төшөрөүгә, яҡында бөркөт саңҡылдағаны ишетелде. Кеше шул арала сатыр-оя аҫтындағы йыуан, кәкре ботаҡтар араһына боҫоп өлгөрҙө. Ҡанат һыҙғырыуы ишетелеү менән оялағы ҡошсоҡтар, тынысһыҙланып, сәйер ауаз сығарҙы. Бөркөт, шыйлап килеп, оя ситенә ҡуныуға хатта бәһлеүән ҡарағай һелкенеп китте һәм Кеше, тын алырға ла ҡурҡып, хәрәкәтһеҙ ҡалды. Тырнағындағы табышты өҙгөсләп алмаш-тилмәш балаларына һоғондорған йыртҡыс уны шәйләмәне. Хәстәрле ҡош эшен бөтөргәс, бер-ике саңҡылдап алды ла, ҡеүәтле ҡанаттарын йәйеп, йәнә осоп китте. Күңеле булған Кеше ергә төштө. Төштө лә аптырауҙан баҙап ҡалды: әле генә үҙе күтәреп һалған бөркөт балаһы хәрәкәтһеҙ килеш шыйыҡ үлән араһында ята ине. Сөм ҡара күҙҙәре ярым асыҡ, йәтеш кенә ыуыҙ-һары суҡышында ҡан тамсыһы ҡатып ҡалған. «Ояһынан бер төшкән балаһын бөркөт ҡабаттан ҡабул итмәй, - ти торғайны бит олатаһы, хаҡ икән. Был нимә, баш бирмәҫ ғорурлыҡмы, әллә аңралыҡмы?» Кеше, сараһыҙҙан, ауыр көрһөнөп ҡуйҙы ла, йәнһеҙ балаянды ҡулына алды. Бәләкәй кәүҙә әле йылы ғына ине. Тәне һыуынмаған, ә йәне инде юҡ. Үкенес!
Кеше мәхлүкте ҡыҙырым сауҡалыҡ араһына индереп, ер ҡуйынына тапшырҙы. Ни тиһәң дә, аҫыл зат, бөркөт нәҫеленән, ҡарға еме булып теләһә ҡайҙа ятырға тейеш түгел.
Бөркөттәр ҡалған ике балаһын аҫырап, имен-аман ғына осора алды. Яҡын-тирәләге башҡа ояларҙа ла үрсем һәйбәт булды. Таҙғара тоҡомо ишәйеп үк китте. Күҙгә күренеп кәмей, һирәгәйгәндән-һирәгәйә барған ғорур ҡоштоң шулай ҡапыл күбәйеүенә Кеше ҡыуанып бөтә алманы. Ысынлап та, таҙғара һуңғы мәлдәрҙә үтә йыш осрамай башлағайны шул.
Шулай ҙа Кеше иртәрәк тантана итеп, алданыраҡ ҡыуанған икән. Көҙ етеүгә, урман шаулатып, тау һелкетеп таш аҡтарып, ерҙең аҫтын-өҫкә өйләндереүҙән кейек өркөтөп, Урал һыртына леспромхоз техникаһы килеп тулды. Юлдарында улар бер ағас, бөртөк тал сыбыҡ ҡалдырмай, ҡырып-һепереп бара. Һәр төрлө йәнлек-ҡоштоң өйө булыр дөм-ҡараңғы урман үҫкән ерҙә арттарынан ҡола ялан да, йәнһеҙ бушлыҡ ятып ҡала. Ҡыш башында көтөүе менән осоп йөрөгән таҙғаралар күп тә үтмәҫтән ғәйеп булып бөттө. Уларҙың ҡайҙа олаҡҡандарын бер кемдә аңлата алманы.
Киләһе яҙҙы бары бер пар ғына ҡош ҡаршыланы. Әле бына баш осонда әйләнә-әйләнә күк көмбәҙен байҡағаны бөркөттәрҙең һуңғыһы. Эйе, әле йәй башында ғына икәү ине улар, парлы ине. «Их, ҡомһоҙ әҙәмдең ҡанһыҙлығы!» тип эстән янып әсенә Кеше.
...Күпме ваҡыт үтте әле ул фажиғәгә? Көнө теүәл иҫендә ҡалмаған. Бөгөнгө һымаҡ аяҙ, сыуаҡ ине. Кеше, көндәгесә үҙ биләмәләрен байҡап, үҙенә тәғәйен ышанып тапшырылған тәбиғәт мөйөшөнә күҙ-ҡолаҡ булып, бер ниндәй хәүеф-хәтәр һиҙмәй бара. Һауала, ғәҙәттәгесә, инде күнегеп бөтөлгән ишле таҙғаралар әйләнә. Сираттағы ҡорбанын һағалай улар, яңыраҡ йомортҡа ярып сыҡҡан балалары ас булмаһын өсөн тырышып ятҡан көндәре. Күптән таныш булһа ла, урман ҡарауылсыһының ояларына яҡынлашыуын той-омлап, һирәк-һаяҡ үҙенсәлекле тауыш бирә, үҙҙәренә генә аңлайышлы телдә иҫкәртәләр. Йәнәһе, артыҡ яҡын килмә, Кеше, был хәүефле! Һәм Кеше, уларҙың телен төшөнгәндәй, йүнәлешен үҙгәртә биреп, һөҙәк битләс буйлап китә.
Ҡарамаҡҡа хәтәр ҙур ошо ҡоштарҙан Кеше малай сағында ифрат шөрләй торғайны. Шулай булмай һуң! Кәзә, һарыҡ бәрәстәрен, елберләтеп, еңел генә күтәреп ала ла китәләр ине бит. Берәҙәк эт-тәргә лә уларҙан көн булмай торғайны. Бер тапҡыр, яңғыҙы ғына бесәндән ҡайтып килгәнендә, уҫал таҙғара хатта малайҙың үҙенә һөжүм итте. Уҡалы түбәтәйенә тейә яҙып шыҡыйып үтеүгә, ҡанат еле ҡағылып ҡаурыйҙары геү итеп ҡалды. Уғата ҡото алынған малай, күҙенә аҡ-ҡара күренмәй, ҡарағура араһына тәкмәс атты. Ярай әле кәрәк сағында ҡарағураһы булды. Түбә сәсһеҙ ҡалыуҙан уны ошо ғына ҡотҡарҙы. Салҡан ятҡан килеш шунда, яп-яҡындан һоҡланып та, ҡалтыранып та күҙәтте ул. Йыртҡыс бүренең арҡа һөйәген бер тибеүҙә һындырыр кәкре тырнаҡтар, маңлайыңды бер суҡыуҙа тишер көмөрө суҡыш, ут сәсеп торған, йән өшөткәс дәһшәтле ҡараш. Ә ҡанаттары! Өс ҡоласың да етмәҫ! Муйыны, башы үҙенең ерән һымаҡ күренде. Ҡояшҡа йылҡылдап тора. Гүйә, алтынға мансылған. «Алтынбаш» тип исем дә ҡушҡайны әле малай шул саҡта. Ғәжәп матур, ҡурҡыу белмәҫ ошо йыртҡыстың ҡара-көрән шомло шәүләһе һунынан төштәренә кереүҙән баҫлығып байтаҡ ыҙаланы. Әле лә үҙенә төбәлгән тимер ырғаҡ шикелле үткер тырнаҡтарҙы күҙ алдына килтерһә, тәне эҫеле-һыуыҡлы булып, зымбырлап китә. Шул мәлдә һөжүмен аҙағынаса еткергән хәлдә, уҫлаптай йыртҡысҡа ҡаршы малай бер ни ҙә ҡыла алмаҫ ине. Күрәһең, уны Хоҙай үҙе аралағандыр. Ҡанаты аҫтына алып, гонаһһыҙ сабыйҙарҙы фәрештә үҙе ҡурсалап тора, ти бит ...
Йылымыс быу бөркөп ятҡан дымлы ер өҫтөндәге барлыҡ хәрәкәт зәһәр ҡарашлы ҡоштарға ап-асыҡ күренә. Ана, иртәнге талғын елгә үлән һелкенеп ҡуя, ҡыяҡ осонда эленеп торған саф ысыҡ тамсыһы сиҙәмгә тама, һәлмәк иңкеш ҡуныуҙан сәскә эйелә, уҫаҡ япрағы елпелдәй. Береһен дә иғтибарҙан ситтә ҡалдырмай сөм-ҡара үткер күҙҙәр. Ана тағы сысҡан төртөндөһө араһынан ер тишкес йыбырлап уҙҙы. Ашарға яраҡлы булһа ла бөркөт уның ише ваҡ-төйәк артынан ҡыуып көс тә сарыф итмәйәсәк, ваҡыт та уҙғармаясаҡ. Бөркөт бөртөк сүпләмәҫ тигәндәй, сысҡан тибеү бөркөт эше түгел, уның өсөн елбер торомтай бар. Йылғыр кеҫәрткенең юрғалап уҙғаны ла, ҙур йәшел сиңерткәнең һикергәне лә күҙҙәренә генә салынып ҡала бөркөттәрҙең.
Таныш Кеше атлаған тарафтан борғоланып ятҡан һүрән һуҡмаҡ буйлап килгән тауышһыҙ ят еңел машина күренде. Уның көмөш буяуы, ҡояш нурҙарында ялт-йолт итеп, күҙҙәрҙе сағылдырып уҙа. Был тирәләрҙә һирәк күренеп ҡалған тәгәрмәсле януарҙан өрккән ҡоҙғон йылп итеп осоп үтте лә, йәмһеҙ ҡоңғолдап, шырлыҡ араһына инеп боҫто. Башҡа саҡта һис бер нәмәнән ҡурҡмаҫ һөмһөҙ ҡоҙғондоң ҡоҙғоно бөркөттәрҙе шәйләп, йәнен аяп ятҡан көнө. Машина юлһыҙ, соҡор-саҡырлы ерҙә сайҡала-сайҡала әкрен генә алға, бөркөттәр әйләнгән тәңгәлгә, шыуышты. Ерҙе үтекләп килде лә, ҙур аҡлан уртаһында теләр-теләмәҫ кенә туҡтап ҡалды. Бер аҙҙан машина эсенән тап-таҡыр итеп ҡырылған, ялтыр башлы әҙәм сыҡты. Быныһының да ҡулында Кешенең иңбашындағына оҡшаш кәкре таяҡ. Шуны ике ҡуллап тотоп, ялтыр баш йылы һауа ағымдарында талғын ғына бәүелеп сайҡалған ҡоштарға йүнәлтте. Шул әҙере шыҡ иткән тауыш ишетелеп ҡалды ла, эргәләренән күҙгә күренмәҫ ниҙер һыҙғырып үтеүгә, ата бөркөттөң түш ҡаурыйы туҙғып китте. Уның ауыр кәүҙәһен һауала тотҡан ҡеүәтле ҡанаттар ҡапыл ғына хәлһеҙ һәленеп төштө. Аҫтан көслө шартылдау тауышы килеп еткәндә мәшһүр ҡоштоң йәнһеҙ кәүҙәһе, ялбыр-йолбор килеп, гүйә, күктән атылған таш ише, ергә осто. Бөтмәҫ уйҙарға бирелеүҙән донъяһын онотоп вайымһыҙ килгән Кеше, мылтыҡ тауышына һиҫкәнеп, кинәт өҫкә ҡараны. Бер бөркөттөң ҡолап килеүен күреп, ул йүгерә-атлай шул яҡҡа йүнәлде. Ялтыр баш та, ҡыуанышып һөрән һалған иптәштәрен эйәртеп, әле генә йәнен ҡыйған ҡорбаны янына ашыҡты. Ҡаҡ ергә бәрелеп онталған, ярым асыҡ суҡышынан ҡан һарҡып торған, әле йәне сығып та өлгөрмәгән бөркөттө тәпәйҙәренән эләктереп, өҫкә күтәрҙе, үҙенең ауыҙы йәмһеҙ йырылып ҡолағына етте.
– Шәп ҡарасҡы буласаҡ бит, ә!
Ялтыр баш тойғоларын йәшереп тормайынса тантана итә.
– Вовандың танауына сирттең тәки!
– Эсе яныр инде быны күреп!
Ҡалғандары уны йөпләгән булып яһалма көлөшә. Күренеп тора: йәпәтәйҙәр өйөрө.
Ә инә бөркөт ҡыҙғаныс, шул уҡ ваҡытта уҫал итеп бер нисә тапҡыр саңҡылдап ҡуйҙы. Ошо саңҡылдауҙа аяныс ҡатыш бөтмәҫ-төкәнмәҫ нәфрәт һәм хәсрәт тә ишетелеп ҡалды. Шул саҡ яһилдар янына ярһыған Кеше килеп етте. Етте лә, ҡулдарын болғай-болғай тегеләргә ниҙер ҡысҡырырға тотондо. Бәхәс ҡубып, ыҙғыш башланды. Ялтыр баш кәкре таяғы менән килтереп Кешенең моронона төртөүгә уныһы оҙон үлән араһындағы бысҡылға мүкәйләп барып төштө лә, йөҙтүбән килеш хәрәкәтһеҙ ҡалды. Инә бөркөт йән асыуы менән йәнә саңҡылданы, һауа ярып һыҙғырған ҡанаттарын йыйып, йәшен уғы ише түбән ташланды. Ҡот осҡос тиҙлек менән шыҡыйып барып, уны-быны уйламай маһайып, туҡтауһыҙ лабырлап торған Ялтыр баштың түбә ҡойҡаһын күҙ асып йомған арала һыҙырып алды ла китте. Уныһы йән өҙгөс итеп аҡырып ебәрҙе лә, ҡанға туҙып, иҫһеҙ ятҡан Кеше янына барып ауҙы. Шарт-шорт иткән тауыштар урман һиллеген боҙҙо. Инә бөркөттөң ун яғынан да, һул яғынан да баяғы ише күҙгә күренмәҫ нимәләрҙер сыйылдашып уҙҙы. Береһе хатта ҡойроғона ҡағылып үтте, шулай ҙа ҙур зыян яһаманы. Бер бөртөк ҡаурыйын өҙөп төшөрҙө, тейгән бар зыяны шул булды. Ҡаурый, хужаһы менән хушлашҡандай, өйөрөлә-сөйөрөлә әкрен генә аҫҡа осто. Ҡаршы иҫкән киҫкен ел ҡошто кинәт өҫкә сойорғотто. Байтаҡ күтәрелгәс, ул тырнағы осонда ялпылдаған тире киҫәген суҡып ҡараны һәм, ытырғанып, шунда уҡ тырнаҡтарын яҙҙы. Араҡы менән тәмәке еҫе һеңгән һаҫыҡ ҡойҡа осмото әҙәм аяғы баҫмаған серек һаҙлыҡҡа батты.
Әле генә кәпәренеп, ер йөҙөнә һыймаған төҫлө йөрөгән Ялтыр башты күмәкләп көмөш машинаға һалдылар. Башы уның инде ялтырамай ине. Күҙ сағылдырып торған таҡыр баш шул арала уҡмашып ҡанға батҡан һөйәк киҫәгенә әйләнгәйне.
Шунда уҡ ҡуҙғалған машина үҙе менән ата бөркөттө лә алып китте. Ошоно асыҡ күргән ныҡыш инә бөркөт машинаны, урман бөтөп, икһеҙ-сикһеҙ яландар башланған ерҙәргә тиклем оҙатып барҙы. Шул рәүешле, күрәһең, балаларының атайҙарын йолоп, ҡотҡарырға өмөтләнде. Шаулап-ҡайнап торған ҡалаға барып ингән көмөш машинанан күҙ яҙлыҡтырғандан һуң ғына уның аҡтыҡ өмөтө өҙөлдө. Фажиғә булып үткән урынға әйләнеп килеүенә Кеше тороп баҫҡайны. Ул, аяҡтарын көскә һөйрәп, тәнтерәкләй-тәнтерәкләй ҡайтыу яғына ыңғайланы.
Ана шул ҡәһәрле көндән бөркөт япа-яңғыҙы ҡалды. Хәҙер яңғыҙ-ярым көйө, ике бала аҫырайым, уларҙың ҡанаттарын нығытам тип нужа күрә. Үҙе аслы-туҡлы көн итһә лә, балаларын әсә наҙынан мәхрүм итмәй, ваҡытында туйындырып та, йылындырып та өлгөрә. Ә төндәрен, яҡынының йәнен ҡыйған Ялтыр башлы әҙәм төштәренә кереүҙән, тертләп уяна. Шарт-шорт килеп мылтыҡ атҡандары, иһаһайлап көлөшкәндәре ҡолағына салынып ҡалғандай була...
Таушан үҙенекен итте. Яҙғы осор шәйлә ямғырлы булһа ла, йәй үтә ҡоро килде. Аяу белмәй ҡыҙҙырған ҡояш, туҡтауһыҙ иҫкән ҡыуан ел тиҙ арала тупраҡты кәлгә өйләндерҙе. Үлән һирәкләнде, йәнлек аҙайҙы. Ризыҡ наҡыҫ. Хәле етеп ике баланы имен-аман осора алырмы Бөркөт? Балапанын һаҡлап ҡалыу өсөн балаянын өҙгөсләргә тура килмәгәйе тағы. Тормошта аяныслы хәлдәрҙең ундайы ла булғылап ҡуя. Ҡырағай тәбиғәт ҡанундары ҡаты һәм аяуһыҙ.
Ҡайнар ағымға эләгеп ҡапыл юғары күтәрелгән Бөркөт, ғәҙәтенсә, кәкре таяғын йөкмәп, биштәрен артмаҡлаған көйө, текә ҡабаҡ буйлап ҡабаланмай ғына килгән Кешене шәйләне. Шунда уҡ, Кешенән әллә ни алыҫ түгел, ҡойто-яшыҡ һоро ҡуян күренеп ҡалды. Күрәләтә мажара көҫәп, был мәлдә нимәһен ҡарап йөрөй икән ҡылый? Шыҡһыҙ йәшәйештән биҙеп, әллә үҙ үлемен үҙе эҙләйме? Улар заты бит көн яҡтыһында боҫоп ятырға тейеш. Яшығын-яшыҡ, шулай ҙа, эләктергәндә, аслы-туҡлы балаларына бер-ике көнлөк ризыҡ булыр ине...
Әһә, ҡуянды көндөҙгө ятағынан кем ҡуҙғытып сығарғаны аңлашылды. Шешҡолаҡты аслыҡтан кәкерәйгән, ялбыр йөнлө, әлһерәп теле килбәтһеҙ һәленгән бүре ҡыуа! Көслө, мәкерле, хәйләкәр дәғүәсе.
Ҡуян шул арала шырлыҡҡа яҡынлашты. Унда инеп китә ҡалһа, тоторһоң ҡыҫҡа ҡойроҡто. Ҡапыл ғына ҡалҡып сыҡҡан һунар ҡомары үҙенекен итте, һағыраҡ ҡыланырға кәрәклеген аҙға ғына онотоп ебәргән Бөркөт, йән аямай, ҡорбанына ташланды. Үлемесле тырнаҡтарға эләгеп ҡыжылдаған ҡуяндың арҡа һөйәген ул бер йомарлауҙа һындырҙы. Хәҙер инде, бүре килеп етмәҫ элек, мөмкин тиклем тиҙерәк күтәрелеп өлгөргәндә... Бүрегә лә бит ашарға кәрәк, уның да балалары астыр. Шулай булмағанда, бөркөт һунар иткән ерҙә йөрөп ятыр инеме...
Бөркөт күҙ асып йомған араға өлгөрмәне. Оҙаҡ сабыуҙан ярһыған, аслыҡтан енлөнеп, күҙенә аҡ-ҡара күренмәгән бүре, низағтың аҙағы ни менән бөтөрөн уйлап та тормаҫтан, яман ырылдап дәғүәсеһенә ябырылды. Алыш ҡыҫҡа, әммә аяуһыҙ булды. Кеше килеп еткәндә, муйыны шаҡарылыуға ҡарамаҫтан, әрһеҙ йәне әле сығып өлгөрмәгән бүренең күҙҙәре урынында ҡара соҡорҙар ғына өңөрәйеп тора ине. Йөрәк өшөткәс күренеш!
Йәнгә талашыуҙан, һуңғы һулышын алып тыпырсынған йөнтәҫ, бысраҡ йыртҡыс өҫтөнә ғорур Бөркөт ҡунаҡлаған. Тығыҙ итле, тарамыш бүре тәненә батҡан кәкре тырнаҡтарын һурып алырлыҡ та көсө ҡалмаған уның хәҙер. Кеше яҡынлашҡанын күреп, осоп китергә маташып, ҡанаттарын йәймәк булды. Ләкин бер ҡанаты йәпһеҙ һәленде лә төштө. Ҡанатты бүре сәйнәп йәнсегән! Шул арала шойҡаны ҡағылып өлгөргән яуыздың, ә.
Ҡанаты ҡайырылған Бөркөттөң тупсыу һөйәге сурт һынғайны. Яраһынан осло һөйәк ярсығы күренеп тора, ҡаурыйҙар араһынан ал ҡан һарҡа. «Әрәм булды Алтынъял! Меҫкен балалары нишләр инде хәҙер?» - тип асырғана Кеше. Ошолай мәғәнәһеҙ рәүештә һәләк булырға Бөркөттөң хаҡы юҡ! Алтынъялдың үкһеҙ ҡалған сабыйҙары ярҙамға мохтаж, әле үҙ аллы йәшәрлек түгелдәр. Бигерәк бәләкәстәр, һис шикһеҙ, һәләк буласаҡтар.
Бөркөттәргә хас булмаған ят тауыш сығарып ҡауҡылдаған, көмөш елкә ҡаурыйҙарын хәтәр ҡабартып, күҙҙәренән осҡон сәскән, көмрө суҡышын аса биреп хәл иткес алышҡа әҙерләнгән мөһабәт ҡош өҫтөнә Кеше беше плащын ырғытты. Мах бирмәҫкә маташып ыҫылдаған ғәййәр Бөркөттө йомарлап алды ла, һынған ҡанатын ыҡҡа килтереп бәйләп ҡуйҙы. Бүре тәнен йырып ҡытыршы бармаҡтарға тиклем ҡаҙалған оҙон тырнаҡтарҙы берәм-берәмләп көскә һурып сығарҙы. Ярты ботлоҡ мәжрух ҡошто күтәргән һунарсы йортона ыңғайлағанда киске эңер төшә башлағайны.
Аусы булараҡ белә Кеше: был төр бөркөттәр ҡулға эйәләшә һалып бармай. Күпме тырышһаң да. Самаһыҙ ғорур, үтә тәкәббер һәм дә үҙаллы, ирек һөйөүсән ҡоштар. Әммә әлеге осраҡта Бөркөт башы-тояғы менән яҙмыш ҡосағында. Бирелеүҙән башҡа уның сараһы ла, хәле лә юҡ. Шуға күрә тиҙ арала, ҡаршылашмай ғына, шымтайып ҡалырға мәжбүр булды. Селпәрәмә килгән тупсыуы һыҙланымы, әллә, бала, тип, улар хаҡына тиҙерәк терелеп, ҡанатына күтәрелеү өсөн генә шулай иттеме, белмәҫһең?
Кеше иртәгеһенә үк, тотҡонда булыуға ҡармаҫтан, һис йыуашайырға теләмәгән Бөркөттөң башына күн томаға кейҙереп, күрше ауылдағы мал табибына алып барҙы. Уныһы сәйнәлеп һөйәктәре ыуалған ҡанатты бар хәленсә ҡоршап ипкә килтерҙе лә, һыҡтырып бәйләп ҡуйҙы.
- Тиҙ арала һауығыуға өмөт юҡ, - тине.
Шуға күрә Кеше, табиптан ҡайтҡас та, бөркөт балалары артынан юлланды. Үкенескә күрә, өлгөрмәне. Ҡотһоҙланып ҡалған оя төбөндә оңҡот ҡоҙғондар өҙгөсләп ташлаған балапан менән балаяндың яңы үҫеп килгән өрпәк ҡаурыйҙары менән ваҡ һөйәктәре генә туҙғып ята ине. Ул көндө Кеше, эсе бошоуҙан йәне әрнеп, йөрәгендә ауыр таш менән ҡайтты. Балаһын ҡоҙғон алған бөркөттөң нәҫеле синегә, имеш...
Һыҙланыу үҙәгенә үттеме, балаларын юҡһыныуҙанмы, әллә ғорурлығын еңә алманымы, Бөркөт тәүге мәлдә үҙенә тәғәйен ит киҫәктәренә яҡын да килмәне. Сәбәбен әйтер ине, ҡырағай ҡоштоң теле юҡ. Инде биш көн үтте. Тәғәм ризыҡ ҡапмаған Бөркөт бөтөнләй хәлдән тайҙы. Кеше оло хафаға ҡалды: аслыҡтан быныһы ла һәләк булырмы икән ни шулай уҡ? Шулай ҙа, өмөтөн юғалтмай, бер кисте иҫкереп еҫләнә башлаған киҫәктәрҙе яңыларына, ҡан еҫе бөркөп торғанына, алыштырҙы. Иртәгеһен ҡош алдында туҙы-шып ятҡан ит киҫәктәре юҡ ине. Ашаған! Былай булғас, йәшәйәсәк! Кеше, иң яҡын туғанын үлемдән йолоп алып ҡалғандай, ҡыуанып бөтә алманы. Йәһәтләп кисә генә тотолған алатүбәнең бер киҫәк түш итен алып килеп, күҙҙәрен селт-селт йомоп, үҙенә һынамсыл текләп ултырған Бөркөттөң алдына һалды. Уныһы хәҙер, бер ни булмағандай, үҙен тыныс тотто. Туйтанлап, осло тырнаҡтары менән таҡта иҙәнгә шаҡылдата баҫып килде лә, итте өҙгөсләп, ҡылҡына-ҡылҡына йота ла башланы. Ҡош шул ерҙә барлыҡ тәкәбберлеген, еңмешлеген онотго. Аслыҡ уйын эш түгел шул. Аслыҡтан ҡурҡмаған, уға буйһонмаған йән эйәһе бармы икән ер йөҙөндә? Былай булғас, ҡанатына күтәреләсәк Бөркөт! Айҡаясаҡ әле тыуған төйәктең сикһеҙ киңлектәрен, Урал сағылдарын, һаҡмар туғайҙарын! Байҡаясаҡ әле үтеп сыҡҡыһыҙ ҡара урмандарын, бар нәмә ус төбөндәгеләй күренгән яландарын!
Кеше шулай һөйөнөп бөтә алмай. Ул Бөркөттө яңы атып алынған сел, ҡыр күгәрсене, һимеҙ тауыҡ ите менән һыйланы. Тегеһе лә, Кешенең үҙе өсөн тырышып ятҡанлығын, ниһайәт, аңлап алғандай, артабан һис ҡарышып торманы. Туйғансы ашаны ла күп ваҡытын туғыр мөйөшөндәге төнәкәлә йоҡомһорап ултырып уҙғарыр булды.
Ай ярым тигәндә тар ситлек эсендә ҡанат елпергә самалаған ҡошто Кеше иркен ихатаға сығарҙы ла бәйләп ҡуйған ҡанаттарын ысҡындырҙы.
Күрһәгеҙ икән шунда Бөркөттөң кинәнесен! Ике ҡанатын йәйеп ебәреп, рәхәтлектең сигенә сығыуҙан донъяһын онотоп, ҡағына-ҡағына үҙенсә сырылдаған була, гүйә, ҡотҡарыусыһына бөтмәҫ рәхмәтен белдерә. Дуҫына, тоғролоҡ хаҡына, хатта алтын-көмөш ҡаурыйҙарынан һыйпарға ирек бирә. Тик ул көндө күпме генә тырышып ҡарамаһын, Бөркөт осоп китер хәлдә түгел ине әле. Бары ихата эсендә вайымһыҙ сүпләнеп йөрөгән тауыҡ-күркәләрҙең ҡотон ғына алды. Аяу белмәҫ ҡан дошманың, бар ғаләмдең хужаһы ише йәйрәп китеп, ихатаң уртаһында ултырһын әле! Шунда уҡ шау-шыу ҡупты, борхолдап ҡаурый осто, саң ҡойоно күтәрелеп, тиҙ арала ихата эсе бушап ҡалды.
Бөркөткә йәнә ике аҙна тотҡонлоҡҡа түҙергә, әҙерҙе ашап ҡанат нығытырға тура килде. Дөрөҫөн әйткәндә, ул өр-яңынан осорға өйрәнә ине.
Өйөндә бөркөт тотҡанын белеп ҡалған ҡала байҙары урман ҡарауылсыһының теңкәһенә тейеп, наһырын ҡоротто. Улар «төрткән» аҡсаға ҡиммәтле сит ил машинаһы һатып алырға, йәиһә кирбестән ике ҡатлы йорт һалып сығырға була ине. Әммә Кеше кеше булып ҡала алды, оҙон аҡсаға ҡыҙығып, Бөркөтөн һатманы. Шундай матур, ғорур Уралтау ҡошоноң бетле ҡарасҡыға әүерелеп, ниндәйҙер бер ҡапҡорһаҡтың бүлмәһен биҙәп ултырыуын күҙ алдына ла килтерә алманы ул. Әүрәтеп, һатып ала алмағас, ҡурҡытып, янап ҡаранылар. Үҙһүҙле Кеше бирешмәне. Урларға маташтылар - уяу, һаҡ булды. Тәбиғәт балаһы тере ҡалырға тейеш. Ирек һөйөүсән Бөркөт-таҙғара бер һүҙһеҙ иректә йәшәргә, азат булырға тейеш. Былай ҙа үтә һирәк ҡалған улар, ҡырылып бөтөп ер йөҙөнән юғалыу өҫтөндә. Ана шулай фекер йөрөттө Кеше.
Теләһәң-теләмәһәң дә, айырылышыу көнө ҡасандыр бер килә бит ул. Тағы аҙ ғына тәрбиәләп дауаларға ниәте булһа ла, Кеше Бөркөттө осороп ебәрергә ҡарар ҡылды. Юғиһә, үҙҙәрен донъя кендегенә тиңләп хыялланған «яңы байҙар» саманан сығып һөмһөҙләнә башланы: үҙеңде лә аяп тормаҫтар, Бөркөттө лә һәләк итеүҙәре бар. Өҫтәүенә, хушлашыу көнө яҡынлашыуын һиҙенгән һымаҡ, һуңғы арала ҡош та үҙен тынысһыҙ тота, ситлек эсенә һыймай туҙынып-туҙына. Тотҡонлоҡ уны, күрәһең, ныҡ екһетте.
Бөркөттө Кеше, күҙҙәре ҡапланған килеш эйәр ҡашына ҡунаҡлатып, ҡаялы-урманлы тау һыртына алып килде. Осло ташҡа баҫтырҙы ла, ҡанаттарҙы ҡыҫып тотҡан бауҙы ысҡындырҙы, башына кейҙерелгән томананы систе. Ҡош, кинәт яҡтырып китеүгә ғәжәпләнгәндәй, күҙҙәрен кепесләтеп, тамаҡ төбө менән ҡысҡырып ҡуйҙы. Ойошҡан ҡаурыйҙарын туҙғытып, ҡағынып-һелкенеп алды. Ул алдына килеп баҫҡан азатлыҡҡа һаман ышанып етмәй ине, буғай. Шулай ҙа, ҡапыл ғына елгә ҡаршы әйләнеп, ойоп талсыҡҡан ҡанаттарын йәйеп ебәрҙе. Талғын һауа ағымы, шуны ғына көткәндәй, ҡошто еңел генә күтәреп алып китте. Гүйә, тыуған төйәктең еле лә Бөркөттөң оҙаҡ ваҡыт осҡаны булмағанлығын белә, шуның өсөн дә һаҡ ҡылана.
Осоуҙың ни икәнлеген инде онотоп барған Бөркөт әлегә тыңламай маташҡан ҡанаттарын ауыр һелтәп, шунда уҡ ояһы урынлашҡан дәү ҡарағай яғына ҡарай йүнәлде. Кешенең һырт буйы зымбырлап китте, кәйефе ҡырылды. Шыҡһыҙ буш ояла ағарышып ятҡан ҡыу һөйәктәрҙе күргән Бөркөт хәҙер ни эшләр? Унда бит ғәзиз балаҡайҙарының һөйәктәре!
Ҡарап тороуы аяныс. Әммә Бөркөт элекке ояһына яҡынламаны, ҡарағайға ла ҡунып торманы. Асыу ҡатыш ҡыҙғаныс итеп бер ҡысҡырҙы ла, шаян елде файҙаланып, ҡанат ҡаҡмай ғына әйләнә-әйләнә юғары күтәрелә башланы. Уның ошо сәйер ҡыланышын Кеше һис аңламаны. Ни өсөн Бөркөт ояһына яҡын барырға уйламаны ла?
Байтаҡ ара күтәрелергә өлгөргән Бөркөт, күкрәген елгә ҡаршы ҡуйып, бәүелә-кәйелә бер аҙ сайҡалып торҙо. Йәшәй ҙә башламаған көйө һәләк булған балаларының рухы менән хушлаша ине, буғай. Хушлаша, бәхилләшә, хәсрәтләнеп бөтә алмай. Ирекһеҙҙән, Кешенең дә күҙҙәренә йәш эркелде. Әрнеү йәштәре.
Бөркөт йәнә күтәрелә башланы, йәнә асыулы ҡауҡылданы. Уның шулай яр һалыуы һеңгәҙәп торған Кешене асылына ҡайтарҙы. Еүеш күҙҙәрен еңе менән һөрттө лә, күтәрелеп һауалағы дуҫына ҡараны. Ә дуҫы һаман юғарыраҡ, һаман өҫкә, болоттар араһына күтәрелә, һәр төрлө төҫтәргә мансыла башлаған ғәжәп матур, серле урман, еләҫ елгә елберләп ултырған ҡыу үлән, ҡойолорға өлгөргән япраҡтарға төрөнөп кинәнгән йылы ер, еҙ йылан ише борғоланып күренгән эреле-ваҡлы йылғалар, йоморо юлдар, йәйрәшеп ятҡан киң асыҡтар, бушап ҡалған еүеш болондар, моңайышып йәйҙе һағынып ултырған ҡара кәбәндәр, саң туҙҙырып, ер һелкетеп сабышҡан йылҡы өйөрө, йәш танһыҡ ҡурпыға йәбешеп ятҡан ала-ҡола һыйыр көтөүе - барыһы, барыһы ла аҫта ҡалды. Шулар араһында бейек, текә ҡая ситенә баҫҡан килеш өҫкә ҡарап ҡул болғаусы Кеше лә асыҡ күренә. Бөркөт, әллә ҡайҙарға ишетелерлек итеп саң һалды.
– Саңҡ!.. Саңҡ!.. Саңҡ!
Көслө, баҙыҡ тауыш һауа ярып
Уралтау һырты буйлап уҙҙы, күпте күргән, биттәренә сал тарих яҙылған үлемһеҙ ҡаяларға һуғылып, сағылдарға бәрелеп аҙашып йөрөнө-йөрөнө лә кире әйләнеп ҡайтты:
– Саңҡ!.. Саңҡ!...
Түбәләстә баҫып торған Кеше лә тауыш бирҙе:
– Оһо-һо-һо-о-ой! Хуш, Бөркөт! Бәхетле, бул! Ырыҫлы бул! Быуаттар төпкөлөнән вариҫ булып һағауылда торған мәңгелек урман яуап бирҙе:
– Һой-ой-ой!.. бул...ул...ул...
Зәңгәр бушлыҡта ҡара тап булып йөҙгән ҡоштар батшаһы бәләкәй генә нөктә булып ҡалды ла бер аҙҙан бөтөнләй күҙҙән юғалды. Күпме генә көсөргәнеп текләп ҡараһа ла Кеше уны башҡаса шәйләй алманы. Батшаны зәңгәр упҡын йотто. Бөтөнләйгәме, ваҡытлыса ғынамы - уныһы әлегә билдәһеҙ...
Көн дә тороп тышҡа сығыу менән урман ҡарауылсыһы, ғәҙәте буйынса, өҫкә ҡараш ташлар булды. Ҡарашы менән һағынып бөткән ҡанатлы дуҫын эҙләне. Ләкин уны һәр саҡ йә тап-таҙа бушлыҡ, йәиһә ҡайнап торған болоттар ҡаршы ала ине. Бөркөт бүтәнсә күренмәне, ҡайҙалыр олағып ғәйеп булды.
Ергә сафлыҡ, донъяға паклыҡ өҫтәп тәүге ҡар яуҙы. Кеше, болоҡһоған күңелен бушатып, ярһыған йөрәген тынысландырыу маҡсатында, ҡырпаҡ ҡарҙы кисеп йөрөп килмәксе. Юғиһә, биләмәләрен әллә ҡасандан күргәне юҡ. Бөркөтө осоп киткәндән бирле. Үҙе лә һиҙмәҫтән аяҡтары бөркөт оялы ҡарт ҡарағай яғына тартты. Барып еткәс тә аптырауҙан алйып, хатта тын алырға ла онотоп, һынағас ише ҡатып торҙо. Йөҙйәшәр бәһлеүән ҡарағай... ауып ята ине. Бөркөттөң ояһы туҙған, ҡоро сыбыҡ-сабыҡ ер өҫтөнә сәселгән. Кинәт хәле бөтөүҙән быуыны ҡалтыранып киткән Кеше төбөнән бысып йығылған йыуан ағас һыртына ултырҙы. Леспромхоз, ҡәһәрең, бында уҡ килеп еткән икән!» - тип ярһып уйланы. Нимәгә хәжәте булды икән уларға мәлйей башлаған, һыйырҡойроҡ ҡарт ағастың?! Һәм... ҡапыл күк ҡабығы ярылып киттеме ни! Зиһене асылып, Кешенең аңына барып етте. Бөркөт-таҙғара мотлаҡ ошоноң кеүек йөҙйәшәр ҡарағайҙарға ғына оя ҡора бит! Ә ундай ағастар хәҙер был тирәлә үтә һирәк ҡалған. Ҡалһа әле! Ошоноһо һуңғыһы булмағайы... Шунан, хәҙер ҡайҙа барып һыйынһын бисара бөркөт? Әлбиттә, төйәген ташлап, сит-ят яҡтарға олағырға, әҙәми заттан йырағыраҡ китергә мәжбүр. Бына ҡайҙа уның әтнәкәһе! Әлеге лә баяғы, һаман да шул нәфсе тигәнең. Әҙәмдең мәңге туймаҫ нәфсеһе! Быуаттар буйы олон йыуанайтып, тамыр йәйгән ағастарын, кейеккә ышыҡ булыр урманын ҡырып-һепереп, Уралтау һыртын таҙлы баш сүрәтенә индерҙек. Имеш, ағас һатып донъя бөтәйтәбеҙ, кеҫә ҡалынайтабыҙ. Ҡылана торғас, мәшһүр бөркөттәребеҙҙән яҙғаныбыҙҙы һиҙмәй ҙә ҡалғанбыҙ түгелме һуң? Уларҙы оя ҡорор ағастарынан, тыуған төйәгенән мәхрүм иткәнбеҙ. Алда әле әллә ниҙәр булыр. Быныһы, күрәһең, башы ғына, бары емеш бирә торған сәскәһе. Теге Бөркөт Кеше күҙенә салынып ҡалған һуңғы таҙғара булып сыҡмаһа ярай ҙа...
Бөркөт үҙенә ҡул күтәреп, мылтыҡ тоҫҡаған әҙәм аҡтыҡтарына, ғәзиз балаларын тәләфләгән оңҡот ҡоҙғондарға, оя ҡорор ағасын ауҙарған мәғәнәһеҙ урман ҡырҡыусылырға, зәғиф итә яҙған яһил бүрегә ҡарата булған барлыҡ үпкә-нәфрәттәрен үҙе менән алып китте. Онотолмаҫ һағышы ғына тороп ҡалды. Бәлә килгәндә ҡурсалап, күҙ йәштәре аша ҡул болғап оҙатҡан Кешегә генә сикһеҙ рәхмәтле ине ул. Кеше Бөркөт өсөн берҙән-бер мәрхәмәтле йән эйәһе булып ҡалғандыр. Әйләнеп ҡайтырмы үҙ төйәгенә алтын яллы, аҡ яурынлы һоҡландырғыс ҡыйғыр ҡош? Ошо яуапһыҙ ауыр һорау борсой бөгөн Кешене, ҡырлы шырау булып йөрәгенә ҡара ҡан һауҙыра, аяу белмәй бәғерен өйкәп тик тора.
Иҙрис НОҒМАНОВ