Бөтә яңылыҡтар

ӘСӘЙЕМ ӘКИӘТЕ. Миләүшә Ғәйфуллина

Был хәл бик күптән булды. Ул ваҡытта мин ауырырға яратҡан бәләкәй ҡыҙ инем. Ҡаты, ныҡ итеп түгел... Дауаханала уколдар ҡаҙатып, әсе дарыуҙар эсеп тә түгел... Еңелсә генә... Өйҙә карауатта ятып, лимонлы сәй эсеп кенә...

Ундай ваҡытта бөтәһе лә минең янда әйләнә. Өләсәйем башымды тотоп ҡарай, олатыйым дарыуханаға барып, миңә татлы сироптар алып ҡайта. Әсәйем менән атайым эштән һуң иң тәүҙә минең янға йүгереп киләләр ҙә, хәлдәрем менән ҡыҙыҡһыналар:
- Шунан ҡыҙым, хәлдәрең нисек? Ҡайһы ерең ауырта? Нимә ашаһың килә?..
- Башым ауырта, - тим мин ауырыу тауыш менән.
- Сәй эсәһең килмәйме? Бәлки лимон, ҡарағат ҡайнатмаһы менән? Унда вирустар яратмаған С витамины күп.
- Юҡ, миңә бер нәмә лә кәрәкмәй...
Шунан атайым минең янға ултырып ала ла миңә төрлө ҡыҙыҡтар һөйләй, йә рәсем төшөрә. Ул айырыуса төрлө төҫтәге шарҙар һәм ҡояшты төшөрөргә ярата. Башҡа бер нәмә лә төшөрә белмәй. Мин хәлһеҙ тауыш менән:
- Атай, тағы бер шар, ҡояш төшөр – тим. Шулар менән альбом биттәре тулып китә...
Һүңынан әсәйем әкиәт һөйләй. Ҡыҙыҡ ҡына сәйер әкиәттәр. Мин уларҙы тәү тапҡыр ишетәм.

Ул ваҡыттан инде күп һыуҙар аҡты, мин дә ҙур үҫтем. Әсәйемдең әкиәттәре әкиәт түгел, ә үҙенең тормош юлы булыуын хәҙер яҡшы аңлайым.
Шулай берҙән-бер көндө, мин ысынлап ауырып китеп, дауаханаға яттым. Урамда йәй, ә минең тән яна, йүтәл, баш ауырта, хәл юҡ... Эргәлә өләсәй менән олатай ҙа, атай менән әсәй ҙә йүгермәй. Бер кем лимонлап сәй ҙә яһап килтермәй... Шәфҡәт туташтары уколдар ҡаҙап, әсе дарыуҙар ғына эсерә. Бер кем дә йәлләп тормай...
Тәҙрә эргәһендә торған карауатымда ятып, быяла аша ҡайын ағасының елгә тирбәлгән япраҡтарын күҙәтәм. Әсәйемдең әкиәттәре иҫкә төшә...
Әсәйем әкиәттәре мине яңынан бала сағыма алып ҡайта.

Читайте нас: