Бөтә яңылыҡтар

Шаянлығы юҡҡа сыҡты

Ҡапыл арттан кемдер миндеген тотоп алған. Еҙнәй тәүҙә сөйгә эләккән икән тип уйлаған. Миндекте ысҡындырайым тип ынтылһа, ҡулы бер йөнтәҫ, ауыр тын алып ултырған нәмәгә батып инеп киткән...

ru.freepik.com
Фото:ru.freepik.com

Еҙнәйем бик шаян кеше булғас уның һөйләгәненә бер кем дә ышанмағайны. Ә шулай ҙа уның ап-аҡ булып, ҡобараһы осоуына ҡарап, үҙеңде күрәләтә бындай хәлгә индереү өсөн ысын әртис булырға кәрәктер, тип уйланым.

Беҙҙең өләсәй йәйгеһен ауылда йәшәй. Ҡалала тыны тарығыуына һылтанып, ул көн йылыныр-йылынмаҫтан ауылына ҡайтып китә. Балалары, ейән-ейәнсәрҙәре уны аҙна һайын барып күрә. Өй бәләкәй булһа ла, бик ыҡсым, матур. Иҫке генә мунсаһы йылға буйында тиерлек урынлашҡан, нығыраҡ яҡһаң, бик ҡыҙып китә. Еҙнәй килгән һайын шул мунсаны яратып төшә. “Төнгө мунсанан шәп нәмә юҡ”,- ти ҙә йүгерә. Өләсәйем артынан: “Кейәү, мунса пәрейен асыуландырып аҡырып йөрөмә”,-тип ултырып ҡала.

Еҙнәйҙең ҡото осоп килеп ингәндә, беҙ ятмаған инек әле. Бөтәбеҙ ҙә ялда бит. Еҙнәйем һөйләүенсә ул сабынып ултырғанда ҡапыл мунсаның уты һүнгән. Ул шуға ҡарамаҫтан сабыныуын дауам иткән. Ҡапыл арттан кемдер миндеген тотоп алған. Еҙнәй тәүҙә сөйгә эләккән икән тип уйлаған. Миндекте ысҡындырайым тип ынтылһа, ҡулы бер йөнтәҫ, ауыр тын алып ултырған нәмәгә батып инеп киткән. Ҡапыл ул үҙенең арҡаһын йөнлө ҡул тоторға маташҡанын тойған. Шәрә көйөнсә йүгереп ҡайтып, соландағы таҫтамалға уранып ингән. Өләсәйем башын сайҡап: “Күпме әйттем мин һеҙгә мунса пәрейен асыуландырмағыҙ”,-тип кенә ҡуйҙы.

Ә мин хәҙер ул мунсаға түгел, өләсәйҙең ауылына ла барырға ҡурҡам.

С.

"Һаҡмар" гәзитенән. 

Читайте нас: