Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
26 Декабрь 2023, 15:17
ӘҘӘБИӘТ

Тарантул. Тәнзилә Кейекбаева

Тарантул хаҡына. Бындай ҙур паук менән кем яҡындан таныш? Уның хаҡында ниндәй мәғлүмәттәр беләһегеҙ?

ru.freepik.com
Фото:ru.freepik.com


 Йәйҙәрен мин ауылда йәшәйем. Өйөм бар. Ҡыш буйына бер кем йәшәмәгән, яғылмай торған өйҙө йәй башында ҡайтып, йыуып- йышып, әйберҙәрҙе ҡаҡҡылап, белгән доғаларҙы уҡып, йәшәп алып китәм мин. Әммә ҡыш буйына бер кем йәшәмәгән өйгә инеп, бер үҙең йәшәп алып китеү өсөн дә батырлыҡ кәрәк!
Бер мәл миңә тарантулдар эйәләште. Көнө буйына ер эше менән булышып, кисен мунса инеп, таҙа постелгә килеп ятыр алдынан сисенеп, утты һүндереп, урыныма килеп ятһам, ҡолағым йомшаҡ бер нәмәгә төртөлдө. Ырғып килеп торҙом да йүгереп барып утты тоҡандырып ҡараһам, ҙууур ҡара үрмәкес! Үрмәкес тә түгел, тарантул булып сыҡты! (аҙаҡ күршеләрҙән һорашып белештем) Аҡ наволочка өҫтөндә ҡап -ҡара ҙур йөнтәҫ тарантул тора! Ятамы, торамы шунда! Әйтерһең, мине көтөп ятҡан ир!!! Аҡ простынямды асып ебәреүемде көтөп ята! Нишләргә? Ярҙам һорап кемгә йүгерәһең?Ауыл халҡы бик иртә ята, мин инде бик һуң ятам. Төн уртаһы, ауыл йоҡлай.
Диванға күсеп яттым. Ятманым, төнө буйы ултырып сыҡтым. Икенсе көнө тағы ҡабатланды. Ятыр алдынан диванды ҡараһам, ҡаршымда дивандың спинкаһында тора ҡар- ҡара ҙур йөнтәҫ нәмәкәй! Йоҡо ҡасты! Креслоға барып ултырҙым. Тағы ултырып йоҡланым. Шулай ҡаҡшаттылар, шулай ҙа ыҙалаттылар.
Хәбәрем ауылға ла таралды.
Күршеләрем баҙға өйҙәге бөжәктәрҙе бөтөрә торған "серная шашка" һалырға кәңәш итте. Шул "нәмә"не һорап магазинға барҙым, хәлемде һөйләнем. Хәбәремде ишетеп торған ике ирекәй: "Яңғыҙ ҡатын- ҡыҙҙарға ен эйәләшә!" тип мәрәкәләп көлдөләр. Магазинда " көкөрт" булманы, мин ҡалаға барып, бер-нисәүҙе һатып алып ҡайттым. Нисек ҡулланырға икәнен инструкцияһын уҡыным да, шырпы алып, баҙға һикереп төштөм. Шырпыны сыйып, фителенә ут ҡабыҙҙым. Тиҙ генә тоҡанып, уныһы янып китте. Баҙ эсе момент төтөнгә сорналды. Ә мин? Ә мин баҙҙан нисек сығам??? Бейек, буй етмәй, һикереп сығып булмай, баҫҡыс юҡ. Етмәһә, төтөнгә быуыла ла башланым. Үәт диуана... Ҡысҡырһам да берәү ҙә ишетмәй! Хәлем бөтә башлағанын һиҙеп, ауыҙымды асмаҫҡа, ҡысҡырмаҫҡа булдым. Ҡысҡырыу менән дә бер кем ишетмәйәсәк. Эй, маташтым, эй маташтым, тәки килеп сыҡтым бит... Үәт!
Ошонан һуң да мине тарантул тигән йөнтәҫ ҙур паук ныҡ ҡаҡшатты. Ул йылды паук күп булды шул...
P.S. Ә йәшәргә кәрәк! Батырлығыңды байраҡ итеп эләһең дә, йәшәй бирәһең... Тормош дауам итә.
Тәнзилә Кейекбаева,
Сыңғыҙ ауылы.

Читайте нас: