Еңел генә башланып кткән табын ҡыҙғандан-ҡыҙҙы. Марат әленән-әле һикереп торҙо ла тост әйтте, анекдот артынан анекдот яуҙырҙы, ҡыҙмаса булып алған йәштәр юҡ-барҙан ҡыҙыҡ табып, һындары ҡатҡансы көлдө. Инде апаруҡ башына сыҡҡан Марат һүҙ ыңғайында икеһенең дә хәрбиҙәр булыуҙарын, һуңғы йылдар килешеү буйынса Чечняла хеҙмәт итеүҙәрен, яраланыуҙарын һәм ике айҙай госпиталдә аунап ятҡандан һуң тыуған яҡтарына ҡайтып барыуҙарын да ысҡындырҙы. Теге «Франкиштейн»ы ғына ҡап-ҡара ҡаштары аҫтынан үтә тишеп ҡараған ҡуҙ шикелле һыңар күҙе менән ике ҡыҙға ла алмаш-тилмәш бағып, иптәше «тегендә»гене күберәк ебәрә башлаһа «етәр, кемгә кәрәк ул» йә «ҡуй әле» тип тыя-тыя, һаран ғына йылмайып тик ултырҙы.
Байрам итеү оҙаҡҡа һуҙылып киткәндәй булды. Ул арала Марат, тап шул нөктәһенә етепмелер, сираттағы рүмкәһен күтәреп аяҡ үрә баҫты ла, күкрәк киреп, бер ҡулын һелтәй биреп тороп йырлап ебәрҙе:
Кү-бә-ләк гөл-дәр-гә ҡун-һа, гөл-дәр тирбәл-лә микән!
Күбәләк гөлдәргә ҡунһа гөлдәр тирбәлә микән....
Ул да мин-не һа-ғынғанда, күбәләгем-түңәрәгем, аҫыл ҡошом, һандуғасым...
Тик Оксана уға йырлап бөтөргә ирек бирмәне, ынтылып ике ҡулын ҡармап ҡосаҡлап алды ла:
— Ну вот, приехали! Йә, йә нимәһен ҡысҡыраһың, әйҙә бейейек улайһа, мин һине вальсҡа саҡырам, – тип иркәләнеп әүрәтеп алып төшөп тә китте.
Арина иһә Мараттың ауыҙына төбәлгәйне лә ҡатҡайны. Оксана уны һөйрәкләп тигәндәй алып китеүгә, яратып уйнаған уйынсығы тартып алынған бала шикелле, ымһынып ҡарап ҡалғайны. Унан шул уҡ шаңҡыған һораулы ҡарашын үҙен бик ентекле күҙәтеп ултырған Сәиткә төшөрҙө. Тегеһе һөҙөп ҡарай ҙа ҡарай. «Нимә булды был? Ниндәй тел, ниндәй йыр? Белә түгелме ул был йырҙы... Танышмы... Тик ҡайҙа?...Ҡасан?...» Фантастик киноларҙа күрһәтелгәнсә хәтеренең әллә ҡайһы мөйөштәренең болғансыҡ, томанлы ерҙәре асылып-асылып киткәндәй ҙә, ошо таныш өн-ауаздар ҡолағына ишетелеп-сарпылып ҡалғандай тойолдо. Ирекһеҙҙән Оксана менән һылашып китеп бейеп йөрөгән Маратҡа «Тағы ла йырла әле» тип әйтергә уҡталды ла, туҡталды, унан тағы бер ҡабынғандай итте лә, кире һүрелде. Ул арала Оксана үҙенә терәүгә таянғандай һалынып өҫтөрәлгән егетен елтерәтеп йоҡо бүлмәһенә индереп алып та китте.
Тегеләрҙең артынан шапылдап ябылған ишек тауышы Аринаны ла иҫенә килтерҙе. Туҡта, уға ла хисләнеп-тәҫирләнеп ултырырға түгел. Ҡыҙ көскә үҙен ҡулға алып, һораулы ҡарашын ҡаршы ултырыусыға күтәрҙе. Шул ваҡыт уның һәр хәрәкәтен күҙ яҙҙырмай өйрәнеп ултырыусы көтөлмәгән һорау бирҙе:
— Аңлайһың, тимәк?
— Ә?
— Башҡортса аңлайһың икән, тим.
— Баш… нисек? Нимәнән алдығыҙ уны? Тәүгә ишетәм.
— Ышандырмайһың, мин бит күреп ултырам. Башҡорт ҡыҙымы ни һин?
Аринаны егеттең әле үҙе лә белмәгәндәйҙе, үҙе лә аңлап етмәгәндәйҙе асыҡларға маташыуы ҡурҡытты, ашығып һүҙҙе икенсегә борҙо:
— Мин әхирәтем менән бер ваҡытта китәм.
Сәиттең йомшара төшкән ҡарашында ҡабаттан тимер сатҡылар сағылды, әммә тауышы үҙгәрмәне:
— Аңланым.
— Аңлағас... оҙаҡ ҡарап ултырырға уйлайһығыҙмы? – Ҡыҙ үҙенең һөнәри алымдарының береһен ҡулланды – ирен ситтәрен генә йылмайтып, муйыл күҙҙәрен ҡыҫа төшөп саҡырыулы ҡараш атты. Егет был ымды тотоп алды, ҡараштары менән генә йотто, әммә һәүетемсә донъя хәлдәрен һөйләшеп ултырған яҡын таныштарҙай, тыныс ҡына дауам итте:
— Һинең кеүек сибәр ҡыҙға ғүмер буйына ҡарарға ла була.
«Во, мыҫҡыл итә, сволочь»
— Минең кеүек сибәр ҡыҙҙы ҡарап ултырыр өсөн һатып алмайҙар.
— Мин бит һине, үҙең әйтмешләй, һатып алғанмын, шунлыҡтан, нимә эшләтһәм дә үҙ белдегемдер бит.
— Әлбиттә, әммә... хаҡы шулай уҡ.
— Ризамын, - яйлабыраҡ ултырған ыңғайы егет сытырая биреп зәғиф ҡулын ипләне.
«Ә-ә, бының яралары һыҙлайҙыр инде». Уйын да ҡысҡырып әйтте:
— Һыҙлаймы?
— Бар әҙерәк.
— Битегеҙ?..
Егет күңелле итеп көлөп ебәрҙе:
— Юҡ, бит һыҙламай, бит ҡурҡыта ғына, шуға көҙгөгә ҡарамайым.
Әлллә өйрәнә төштө, әллә ҡарағусҡыл йөҙөн яҡтыртҡан ап-аҡ тештәрен күрһәтеп ихлас көлгәнгә, егет һөйкөмлө үк булып китте. Эскерһеҙ шаярыуы ла оҡшаны ҡыҙға. Ирекһеҙҙән сылтыраҡ тауыш менән егеткә ҡушылды. Туҡтағайны тағы көлкөһө килде. Тағы көлдө. Ул көлгәнгә теге лә көлдө. Инде нимәгә көлгәндәрен дә онотҡандай, бер-береһенә ҡарашып көлөштө лә көлөштөләр.
Күптән улай ҡыуанғаны юҡ ине Аринаның. Үҙенә-үҙе аптыраны. «Ниңә улай юҡтан күңеле күтәрелде әле?»
Кинәт егет тағы ла көтөлмәгән һорау бирҙе:
— Иртәгә һин нишләйһең?
— Нисек «нишләйһең»? Эшләйем.
— Панелдәме ни?
Әле генә балҡып ултырған ҡыҙҙың шатлығы һыпырып алынғандай булды. Һүҙҙәре ирендәре араһынан ҡыҫылып сыҡты:
— Юҡ, балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып. Панелдә буш ваҡытымда ғына мин.
Уның асыуланыуына егеттең иҫе китмәне:
— Ә балалар баҡсаһында тәрбиәсе булыу һиңә бик тә килешер ине. Әйҙә иртәгә киноға барайыҡ.
Арина бер килке ишетмәгәндәй өнһөҙ ултырҙы. Сәит яуап көттө:
— Йә? Барабыҙмы?
— Ҡайҙа?
— Киноға. Бәлки, театрға, операға, балетҡа?
— Кем ебәрә һуң мине операға-балетҡа?
Икеһе лә үҙ уйҙарына сорналып тынып ҡалды. Бер аҙҙан егеттағы телгә килде:
— Ә мин һине һатып алһам... ҡайҙа нимә эшләгәнеңде тикшерәләрме ни?
Ҡыҙ сәйерһенде:
— Әллә... юҡтыр... юҡтыр ул.
Егет йәнләнеп китте:
— Улай булғас, әйҙә мин һине иртәрәк килеп алам да, берәй ергә барып килербеҙ.
Бындай тәҡдимгә Арина ышанырға ла, ышанмаҫҡа ла, нимә уйлап, нимә әйтергә белмәне:
— М...м...мине? Театрға?.. Н...ниңә?..
— Былай. Һин миңә оҡшайһың. Мин һине бынан өс-дүрт көн элек үк аңғарғайным, ҡарап-күҙәтеп йөрөнөм. Башҡа юл менән эргәңә яҡын барып булмағанлығын аңлағас, һатып алдым.
— Минең кем икәнлегемде оноттоң шикелле.
— Һин бер кешегә оҡшағанһың... ныҡ оҡшағанһың.
— Бик ҡәҙерле кешегеҙгәме?..
— Ҡәҙерле тип… ҡасандыр шулай ине лә… хәҙер мәғәнәһе юҡ инде.
Ауыр тынлыҡ урынлашты. Сәиттең тән һыҙлауҙарына йән ғазаптары ла өҫтәлдеме, ҡаштары ҡап уртаға һынып, тәҙрә ҡараңғыһына, төпһөҙлөккә сумған күҙ ҡарашы ауырайып китте. Аринаны иһә, уйламаҫтан, ҡаршыһында ултырған яҡшылап таныш та булмаған әҙәмде «бик ҡәҙреле кеше»нән көнләшеү хисе солғаны. «Нишләп ул шул «ҡәҙерле кеше» түгел һуң? Нишләп оҡшаған ғына...»
Шул ваҡыт, бындағыларҙың осланмаған һүҙен һәм уйҙарын сәсрәтә һуғып, әлеге бүлмә ишеге «дарһ» иттереп эстән тибеп асылды ла, тәҙрә быялаларын зыңҡылдатыр көс менән стенаға бәрелде һәм тертелдәшеп боролоп ҡараусылар алдында, аяҡтарында саҡ баҫып тороуына ҡарамаҫтан, бала шикелле итеп Оксананы күтәреп, бәүелеп-тантып торған Марат пәйҙә булды. Йөҙө хас та май ашаған туҡ бесәйҙеке ише. Табаҡ битен тотошлай балҡытып йәйелгән ҙур ауыҙын йыйып ала алмай.
Бына ул беләктәрендәге йөгөн сепрәк ҡурсағындай ялпылдып алып килеп диванға терәне лә, тегеһенең сар-сор килеүе күңеленә хуш килеп, гөрҫөлдәп янына ауҙы. Ауған ыңғайы, дөйөм көлкө яһап, даһыр-доһор килеп иҙәнгә лә төшөп китте. Унан ятҡан еренән әхирәтенең ҡупшы аяҡтарын бармаҡ остарынан башлап үбә-үбә өҫкә күтәрелде һәм ҡыҙҙың тулы балтыр төптәрен генә япҡандай итәге алдында туҡтап ҡалып, ялп иттереп башын самаһыҙ артҡа ташланы ла, хужаһына баҡҡан эт күҙҙәре менән зәңгәр баҙлауыҡтарға төбәлде. Был ваҡытта кем алдында теҙ сүгеп торғанын да онотҡайны ул. Кешелектең мәңгелек ҡөҙрәттәренә буйһоноп, мәжнүн хәленә ингән ир, бары ҡатын-ҡыҙ матурлығына, гүзәллегенә һоҡлана, уны ошо илаһи мәлдәрендә алиһәләй күрә һәм бары тик тәбиғи йән саҡырыуы артынан ынтыла ине. Эскерһеҙ ине егет был ваҡытта, ирҙәрсә асыҡ, бушаҡ, ҡәнәғәт ине. Хеҙмәтенең уңышлы емеше менән тантана иткән ҡыҙ, ханбикә ҡиәфәтендә, боттарын ҡосаҡлап ултырған Мараттың башынан һыйпаны:
— Давай-давай, Маратик, тор, тор.
Тегеһе һаман да моронон татлы балтырҙарҙан айырып ала алмай мөьмөлдәне:
— М-м-м, Марго, королевам минең… м-м…
— Йә, ҡәҙерлем, королеваңды бер аҙ ғына һыйла ла, айырылышырға ваҡыт.
Был һүҙҙәрҙән Марат айнығып киткәндәй булып ҡапыл ҡалҡып аяҡтарына баҫты ла, «ыъы» тип сиҡылдап шарап шешәһенә үрелде:
— Хәҙер, хәҙер, королевам, була… барыһы ла була.
Марат менән Оксананың ҡыланыштарын көлөп ултырған Арина, шулай уҡ күңеле асылып киткән Сәиткә ҡараны. Тағы ла ҡараштары осрашты. «Беҙҙең дә мөнәсәбәт булһа, ул да шулай уҡ ҡыланыр инеме икән?»- тип уйланы ҡыҙ. Әммә үҙ уйына үҙенең ышанғыһы килмәне. Бындай ҡырыҫ, йомоҡ кеше шаяра белмәйҙер ул.
Сәит ҡыҙҙарҙы оҙата сыҡты. Был ваҡытта Марат ултырған урынында бәржәйеп төшөп хырлай ине инде. Егет такисға ултырырға ынтылып эскә йомолған Аринаның бәләкәс кенә ап-аҡ ҡулын ҡыпһыуыр бармаҡтары менән кинәт кенә ҡыҫҡандай итеп туҡтатты ла «килештек» тигәнде иҫкәртеп баш һелкте. Аңланы уны Арина. Ынтылып ҡолағына бышылданы:
— Килмәһәң дә үпкәләмәм…
* * *
Бүлмә тын. Фатир тын. Ҡаланың төнгө тормошо менән көн иткәндәр иҫһеҙ йоҡлай торған мәл. Таң мәле. Бүлмәнең төрлө мөйөштәрендә әхирәттәренең мыш та мыш тын алғандарын тыңлап ята Арина. Уға йоҡо юҡ. Йоҡо ғына түгел күңел тыныслығы ла ташлап ҡасты уны. Мыжғып торған йөҙ төрлө уйҙар менән шартлар хәлгә етеп тулышҡан башын ике ҡулы менән ике яҡтан ҡыҫып тотҡан да, бар көсөнә серегеп, хәтирәләрен уятырға, ҡайҙандыр онотолаған төш шикелле генә сала-ярпы иҫләнгән нәмәләрҙе бер епкә теҙергә маташа ҡыҙ.
«Кем тине әле Сәит? «Башҡорт» тинеме? Шунан?.. Шуна-ан… » Аңланы бит уларҙы Арина, аңлап үк етмәһә лә һүҙҙәрҙең моңон, ауазын таныны. Мейеһенең ҡайһылыр бер өлөшө, йөрәгенең ниндәйҙер ҡылы тертелдәне. Быны хатта ана Сәит тә һиҙҙе. Ә йырҙы? Йырҙысы? Таныны ғына түгел, һәр күҙәнәге, тиреһе менән тойҙо. Күптән ямғыр күрмәгән ҡоро ер шикеле һеңдереп алды. «Нисек танымаһын?! Был бит әсәһенең йыры…» Ҡыҙ тыңлауһыҙ телен яйһыҙ әйләндерҙе: «Кобо… ко-бо-лэ-гэ… ко-бо-лэгэ…» Кинәт Аринаның күҙ алдына иҫке ятаҡ бүлмәһендә ойошторолған наҡыҫ ҡына табын артында, шешәләштәре араһында ултырған әсәһенең ике ҡулын ҡанат шикелле итеп ике яҡҡа йәйеп:
— Күб-бәл-ләгем! Түң-ңәр-рәгем! – тип күп эсеүҙән ултыра башлаған моңло ғына тауыш менән йырлап ебәргәне килеп баҫты ла, үҙе лә шунда шифоньер артына ҡыҫырыҡлап тығылған кескәй тимер карауатта ошо йырҙы тыңлап ятҡандай тойолдо. Биш-алты йәшлек кенә бәләкәй ҡыҙ ул, әсәһенең ҡунаҡтары таралғанын көтөп ята. Ята-ята ла, көтөп ала алмай, йоҡлап китә.
Ә әсәһе йырлай ҙа йырлай. Эргәһендәге бер ни аңламаған эскесе мәрйәләрҙең тыңлау-тыңламауында уның эше юҡ. Иҫереүенең шул дәрәжәһендә ул тап ошо «Күбәләк»тән башлай ҙа, үкһеп буҫлыҡҡанға ҡәҙәр йырлай торған ғәҙәте бар. Ярата уның йырлағанын Арина, тик оҙаҡ тыңлай алмай, йә әсәһе йөгө етеп буҙлауға күсә, йә үҙе әүен баҙарына юллана. Айныҡта йырламай шул әсәһе, әллә нишләп тик ошолай йәмһеҙәйгәс кенә был һәләте иҫенә төшә.
Әсәһенең исеме Ася ине. Арина кеүек үк ҡара һылыу ҡатын булғандыр, күрәһең. Бала күҙе менән иҫендә ҡалғандарынан ҡоңғорт йөҙҙә ҡыҫығыраҡ күҙҙәр ҙә, ҡабарып торған ҡара сәстәр һәм … нишләптер сәскәле күлдәкме, халатмы хәтеренә килә.
Әсәһендә ул оҙаҡ йәшәмәне. Уға ла ҡайҙандыр килгәйне булһа кәрәк. Әллә килтергәйнеләр микән?.. Тик ҡайҙан? Әгәр ҙә хәтер лабиринттарының ҡайһылыр бер коридорҙарында томан араһынан ғына күренеп ҡалған теге әбей ысын булһа? Әгәр ҙә ул иҫләгәндәре төш тә, үҙ фантазиялары ғына ла булмаһа? Ана бит ул төштәр үҙҙәрен тағы ла бер ҡат һөйләткеләре килә…
… Кескәй генә ҡыҙ бала тотош сепрәккә уралған кеүек булып күренгән бер әбейҙең ҡулына йәбешеп йылға ярынан атлай. Күктән дә, ерҙән дә, әбейҙән дә йылы бөркөлә. Балаға рәхәт. Бына улар һыу ситенә туҡтай ҙа, әбей ҡыҙҙың күлдәген һалдыра һәм һыңар ҡулындағы сөм тасҡа һыу һоҫоп алып, баланы шуның эсенә ултырта. Үҙе ағында нимәлер йыуамы…
… Әлеге шул төҫө асыҡ күренмәгән әбей нимәлер әйтә, һамаҡлай булһа кәрәк, ҡулдарын сәпәкәйләп ултыра. Кескәй ҡыҙ уның янында ялпылдап һикерәнләй, әллә бейей микән?..
… Өй эсе… Ниндәйҙер сағыу япмалар ябылған киң урында сәй эсәләр. Әбей ултыра… ҡыҙ ашъяулыҡ янында аунап ята… уйнай шикелле…
… Ҙур көҙгө янында кескәй генә ҡыҙ бала төрлө ҙурлыҡтағы аллы-гөллө тауарҙарҙымы, яулыҡтарҙымы туҙҙырып, йә ябынып, йә төрөнөп ҡарай…
Ысынында иһә төш түгел ине былар. Егерме ике генә йәшендә ут-һыу һәм баҡыр торбалар аша үткән фәхишәнең ыуыҙ япраҡ шикелле генә саф, керһеҙ сағының иң бәхетле мәлдәре ине. Тик, үкенескә ҡаршы, ул үҙе лә ул ожмахтағы көндәрен белмәй, иҫләмәй.
Шәмсиҡәмәрҙең Асияһы бәләкәйҙән сая, үҙһүҙле бала булды. Дүрт малайҙан һуң тыуған берҙән-бер ҡыҙ булғанғамы, әллә инде ҡырҡты ашып китеп тапҡанғамы, ҡыҙҙарын үтә яраттылар, үтә иркәләттеләр үҙҙәре лә.
Ун алты йәше тулып, туғыҙынсыны тамамлағанда, Асия инде буйтым еткән ҡыҙ ине инде. Башҡа синыфташ ҡыҙҙарынан кәүҙәгә лә лә юғарыраҡ, тән-торошо ла ултырған, холоҡ-фиғеле лә бала-сағалыҡтан сыҡҡайны. Матур йөҙө, ҡупшы һыны, болот кеүек тулҡынлы оҙон сәстәренә өҫтәп моңло тауышы ла, уны, бер-нисә клубҡа сығып әйләнеүендә, ауылдың тәүге сибәре яһаны.
Үҫкән ерендә бер кәртә лә, бер һынау ҙа булмағанға өйрәнгән һәм донъя тик һиңә һоҡланыусыларҙан һәм һине яратыусыларҙан ғына тора, тигәнгә ныҡлы ышанған ҡыҙ, мәктәптән һуң баш ҡаланың сәнғәт училищеһына юлланды. Әммә килеп, тәүге һынауҙарҙан уҡ «төшөп ҡалғас» бик аптыраны, кемдәрҙәндер кәмлеген ҡабул итә алмайынса ярһыны. Бында иһә уның кеүек сибәрҙәр ҙә, һомғолдар ҙа, матур йырлаусылар ҙа туп-тулы икән дәһә. Һәр береһе үҙен бөгөндән сәхнә йондоҙо булырҙай әртис итеп иҫәпләй. Ҡыҫҡаһы, уҡырға инә алманы ул. Шулай ҙа кире ҡайтманы, документтарын эргәләге һөнәрселек училищеһына алып барып тапшырҙы.
Дәртле ине ҡыҙ, илһамы ташып, күңеле йырлап, йөрәге уйнап тора ине. Тик ана шул дәрт-дарманын, бөткөһөҙ энергияһын дөрөҫ юҫыҡҡа фаҙалана ғына белмәне. Тиҙ арала баҫалҡы, йыуаш ауыл ҡыҙҙарынан айырылды ла, үҙе кеүек үткер, төҫкә-башҡа сағыу ҡала ҡыҙҙары төркөмөнә барып ҡушылды. Шуларға эйәреп төнгө дискотекаларға йөрөнө, тартырға, аҙлап эсергә өйрәнде, дәрестәр ҡалдырҙы. Тәрбиәселәренең, ҡыҙҙың йырлау һәләтен белеп ҡалып, төрлө мәҙәни сараларға ылыҡтырыға тырышып ҡарауы ла фәтеүә бирмәне. «Мин башҡаса бер ваҡытта ла йырламаясаҡмын!» тип һауалы ғына яуапланы ул, теге ваҡыт үҙенә «өслө» сәпәгәндәргә һаҡлаған үсен, ниһайәт, ҡандыра алыуға зәһәр ҡыуанып.
Ике курслыҡ уҡыуының тәүге йылында уҡ ауырға ҡалды. Ҡыҙҙың хәлен белгәс тә, егет тип аталғанынан елдәр иҫте. Уныһы Сергей исемле урыҫ ине. Уҡытыусылар, тәрбиәселәр асыҡлай башлауға, елбәгәй ҡыҙ балаһының атаһы була торған кешенең адресын ғына түгел, фамилияһын да белмәй булып сыҡты. Ятаҡ форточкаһынан ҡасып сығып, төнгө дискотекаларҙа йөрөгәндә танышҡан һәм бер нисә тапҡыр аулаҡ фатирҙарҙа күңел асҡан «һөйгәне» ине шул. Күпмелер ваҡыттан һуң уртаҡ таныштары Сергейҙың үҙ теләге менән ғариза яҙып армияға китеүен еткерҙе. Егеттең ата-әсәһе ниндәйҙер ауыл ҡыҙының, «ПТУшницаның», етмәһә башҡорттоң, улдарынан бала табырға йөрөүен дә, ярҙам-фәләнде лә, хатта танышып-күрешеүҙе лә ишетергә лә теләмәне. Улар фекеренсә, бындай хәлдең булыуы мөмкин түгел, сөнки уларҙың балаһы юғары мәҙәниле ғаиләлә тәрбиәләнгән, махсус мәктәп тамамлаған, шөһрәтле уҡыу йортоноң иң яҡшы факультетында белем ала. Нисек итеп ул ундай ҡыҙ менән таныш булһын? Дуҫлашһын? Етмәһә бала… Юҡ, юҡ һәм юҡ!
Юҡҡа талап та юҡ. Әле йәй шауҡымынан арынып та етмәгән сыуаҡ сентябрь баштарында, курсташтары оҙайлы лекцияларҙа ойошоп ултырған көндәрҙең береһендә, яҡты донъяға оло кешенең ус аяһындай ғына ҡыҙ бала килтерҙе ул. Тыуҙырҙы ла, алдан ныҡлы ҡарар иткәнсә, балаһына ҡараманы ла, ҡағылманы ла. Баш тартты ул ҡыҙынан. Биш көндө нисек тә бала табыусы ҡатындарҙың һәм медперсоналдың нәфрәтле ҡарашы аҫтында түҙеп йөрөп үткәргәс, киренән нәҙек билле ҡыҙ булып, тыҡылдата баҫып сыҡты ла китте.
… Баланы аҙаҡ Шәмсеҡәмәр үҙе килеп эҙләп алды. Баш тартһа ла, исемен Арина тип яҙҙырып, теге урыҫтың фамилияһын биреп, милләтен «русская» тип күрһәтеп киткән икән теге йүнһеҙе. Шунда уҡ килә лә алмағайны шул, башта бабайы түшәккә ятып китте, унан кесе улы өйләнде. Өлкән балалары, малайҙары инде, юлдан яҙған һеңлеләрен ғәфү итергә теләмәне. «Балаһы менән бында ҡайтып күренеп йөрөмәһен» тип кенә ебәрҙеләр. Тик оло ҡатынға инәлек тойғоһо тынғы бирмәне. Ятһа ла торһа ла ҡайҙалыр бер ерҙә уның ҡаны, уның өлөшө булған баланың барлығын, ташланып кителгәнлеген иҫләне лә торҙо. Ахырҙа, үҙ намыҫынан, тойғоларынан ҡасып китә һәм йәшенә алмаҫын аңлағас, баланы эҙләп сығырға тәүәкәлләне. Өлкән улы ризаһыҙлығын белдереп ҡаш аҫтынан йәмерәйтә ҡарап ултырһа ла, әсәһен поезғаса алып килеп, ултыртышып, хәйерле юл теләп оҙатып ҡалды.
Баланы табыуы ла, алыуы ла оҙаҡ булманы. Бар ғүмере бер айлыҡ ҡына булған бәпесте һаман да бала тыуҙырыу йортонда тотҡандар икән. Өләсәһе килеп һорап торғас, әсәһе лә өйрәнеп, эҫенеп китер әле тигән өмөт менән, кескәй Аринаны мәрхәмәтле ҡулдарға тапшырҙылар.
Башта имсәк балалары булған ике килене араһында йөрөттө, унан, үҫә төшкәс, яйлап һыйыр һөтөнә күсерҙе ҡыҙын өләсәй. Етем бала әрһеҙ була тигәндәй, үлмәйем дә ҡалмайым тип ауырыу-сырхауға бирешмәйсә, йәшәргә ынтылды сабый ҙа.
Дүрт йәшенәсә торҙо ул өләсәһендә, дүрт йыл үҙе аңламаһа ла бәхетле, ҡәҙерле булды. Дүртенсе көҙөндә өләсәһен фалиж һуҡты ла, ул үҙе килендәре ҡулына ҡалғас, олатайҙары Аринаның (өләсәһе уны бер ваҡытта был исем менән атаманы, Әминә тине ул ейәнсәрен) әсәһен эҙләп табып, хәбәр ителәр. Күптән, ниндәйҙер бер әҙәмгә тағылып, Мәскәү ҡалаһына сығып киткән Асия, был ваҡытта, инде өсөнсө-дүртенсә ирен алмаштырғандан һуң, алама ғына ятаҡ бүлмәһендә бер үҙе көн күрә ине. Унда-бында ҡағылып-һуғылып үткәндәй, инеп йәшәп сыҡҡандай ир-егеттәре бар ҙа ул, тик ысынлап ғаилә ҡороп торорҙайы, үҙен ҡатыны итеп ҡабул иткәндәйе юҡ. Улары ла әллә ҡатындың тышҡы матурлығына ғына ҡыҙығалар ҙа, донъяһына төкөрөп йәшәүенә ризалашмайҙар, әллә икенсе сәбәптәр бар… Ә бит әле үҙенә ул ваҡытта егерме биш тә юҡ ине.
Ағайҙарынан хәбәр алғас Асия ҡайтты. Биш йылда беренсе һәм, үкенескә ҡаршы, һуңғы тапҡыр үтеүе ине уның тыуған һуҡмаҡтарынан. Унда ла оҙаҡ торманы, әсәһенең янында бер кис кенә ултырып, һаран ғына күҙ йәштәрен һығып сығарған булды ла, үҙенән ятһырап тартҡылашҡан бәләкәс Аринаһын елтерәтеп етәкләп алып юлға ла сыҡты. Әйтерһең үҙҙәрен оло ҡала ҡолас йәйеп көтөп тора.
Ярлы ғына, ҡотһоҙ, шыҡһыҙ бүлмәгә лә, ят апайға ла бик оҙаҡ өйрәнде ҡыҙсыҡ. Өләсәһен, йәмле йортон, йылы ҡараштарҙы, ҡулдарҙы, мөнәсәбәтте һағынды, шиңде. Үҙен әсәй тип атарға ҡушҡан был апай ҙа насар булманы уға, һуҡманы, ҡысҡырманы, ҡаты бәрелмәне. Әммә шул уҡ ваҡытта тәрбиәләмәне лә, тыйманы ла, ҡараманы ла тигәндәй. Бала тулыһынса үҙ мәнфәғәтендә булды. Иртәнсәк тороп өҫтәлдә нимә таба шуны тотоп ашай ҙа, коридорға сыға һәм үҙе кеүек ярымҡарауһыҙ балалар менән шау-гөр килеп йүгерешеп үйнап, болғанып, бысранып, кем нимә бирә шуның менән тамаҡ ялғап, кискә арып инеп шифоньер артындағы кескәй тимер карауатына тәгәрәй. Уны йыуындырыусы, өҫ-башын алмаштырыусы, йәки сәс-башын йыйыусы юҡ. Булғанда ла, бындай хәл бер-ике айға бер генә яңылыштан эләгәлер. Көнө буйына эшкә барғандағылай ҡайҙарҙалыр, кемдәрҙәлер йөрөп, апаруҡ ҡына тейәп ҡайтҡан әсәһе, ҡайһы көн балаһының шул шифоньер артында бармы-юҡмы икәнлеген дә белмәйенсә, ятып китә. Дөрөҫөрәге, бушлыҡҡа оса.
Беренсе класҡа ул приюттан барҙы. Бер көн, яҡындағы ашханаға барып, ҡалдыҡ-боҫтоҡ менән тамаҡ туйҙырып ҡайтып, ятаҡ коридорында өй төҙөп тороп уйнап йөрөгән бер-нисә баланы ят ағай-апайҙар килеп, машинаға ултыртып алып киттеләр. Яҡты, таҙа йортта башта уларҙы табиптар ҡараны, унан көсләп тигәндәй сәстәрен алдылар, йыуындырҙылар, таҙа яңы кейемдәр кейҙерҙеләр ҙә, туйҙырғансы ашатып-эсереп, шулай уҡ ҡарҙай таҙа түшәктәргә йоҡлатырға һалдылар. Хәҙер инде берәҙәк ятаҡ балаһына әйләнеп шымарған, йылғырланған һәм ят кешеләрҙән әллә ни ҡурҡып бармаған Арина, бында ла тиҙ өйрәнде. Уның: «Ә әсәйем ҡайҙа?» тигән һорауына тәрбиәселәр: «Әсәйең, әгәр ҙә эсмәһә, төҙәлһә, һине килеп ала ала»-тип яуаплағайны ла. Тик әсәһе килмәне… Аринаның күңелендә оҙаҡ йылдар йәшәп килгән, бына ҡапыл ғына ишектәр асылып китер ҙә, әсәһе килеп инер һәм уны теге күңелле ятаҡҡа алып ҡайтыр, тигән татлы хыялы яйлап, тау үҙәгенән яланға һарҡып төшкән томан шикелле таралып, юҡҡа сыҡты.
Приютта ике йыл булғас, уны балалар йортона күсерҙеләр. Өҫтө таҙа, тамағы туҡ булды, тиҫтерҙәре менән дә аралашып, ҡайнашып йәшәне, әммә йылылыҡ тапманы, алдан һыҙылған план, тәртип менән йәшәп, көн дә бер үк механизмды, бер үк эштәрҙе башҡарҙы. Шулай булып килде килде лә, аңғармаҫтан юғары кластарҙа йәшәйеше үҙгәреп китте. Сөнки һуңғы бер йылда ҡапыл ғына тартылып үҫеп, нәҙек сираҡлы сибек ҡыҙсыҡтан түңәрәк янбашлы, йоморо түшле, баҙыҡ балтырлы ҡыҙ булып еткәйне. Ҡыҫығыраҡ ҡара күҙҙәрендә нур балҡыны, бүлтек ҡыҙыл ирендәрендә илһамлы хис сағылды, алһыу нәфис битендә ҡатын-ҡыҙ наҙлылығы, илаһилығы яралды. Тиңдәш малай-шалайҙар көтөүе менән артынан йүгерҙе, хатта ир-ат уҡытыусылар ҙа, балалар йортона ниндәйҙер мөнәсәбәте булған башҡа көслө зат та еләк кеүек ҡыҙға иғтибар итмәй булманы. Тик Арина ғына үҙенә ҡарата бындай иғтибарҙы аңлап етмәне. Ул бит башҡалар тарафынан артыҡ хис-тойғо тоймайынса, үҙе лә артыҡ кем өсөндөр өҙөлмәйенсә, бер ниндәй талапһыҙ, маҡсатһыҙ, артыҡ хыялһыҙ ғына йәшәп өйрәнгән. Бындай ашҡынып килгән тулҡын шикелле көслө, бай, мул иғтибарға әҙер түгел ине ул. Яңы тойғолар ҡыҙға ят, ситен, кәүҙә-торошо еткән ҡыҙ сифатын алһа ла, эске донъяһы ыуыҙ ғына булған баланы юғалып, албырғап ҡалырға мәжбүр итте. Ә өйрәтеүсе, аҡыл биреүсе, кәңәш итеүсе юҡ.
Балалар йорто етәкселеге лә күҙ уңында тотто уны һәм, беренсе үк осраҡтан файҙаланып, һылыу тәрбиәләнеүселәрен, үҙҙәренең кейем тегеү цехының күлдәктәрен күрһәтеү өсөн, ҡала-ара бәйгегә сығарҙы. Өҫтөндәге осһоҙ тауарҙарҙан тегелгән һәм ҡый-ғыпыр биҙәүестәрҙәр менән биҙәлгән кейем-һалымды түгел, ә ул сепрәк-сапраҡ япҡан һынды күҙәтте бындағы тамашасы. Подиумда түбәһенә алтын таж ултыртҡан текә батша ҡыҙы, ирекле һомғол аҡ болан, һаҡ ҡына, ғорур, мөһабәт ҡара пантера йөрөй ине. Шул арала, тейешле кешеләр араһында был гүзәллек кәрәгенсә баһаланып, хаҡ та ҡуйылды. Унан-бынан эләктерелеп эшләнгән кейемдәре өсөн борсолоп, тәүге тапҡыр сәхнәгә сығыуҙан тулҡынланып зомби хәленә ингән ҡыҙ, быларҙың береһен дә белмәне, әлбиттә.
Яңы ғына балалар йорто тупһаһын ашатлаған Аринаны, башҡа тиңдәштәре кеүек үк, берәү ҙә көтөп тормай, ҡайҙалыр уҡырға инергә, эшкә урынлашырға йүнләгән, зәңгәр экрандарҙан һөйләгәндәренсә торлаҡ менән тәьмин иткән кешеләр ҙә, хеҙмәттәр ҙә юҡ ине. Үҙ йүнен үҙе күреп йәшәүгә яраҡлы булып формалашып етмәгән, бары ағымға ҡулайлашып, билдәле сиктәрҙә генә көн итеп өйрәнгән йәштәр, ҡош фермаһынан ҡыуып сығарылған ҡаҙ бәпкәләре ише ҡайҙа барып төртөлөргә белмәй, урамдағы халыҡ араһында ҡайнашты. Шунлыҡтан, билдәһеҙ генә булһа ла кейем тегеү фирмаһынан саҡырыу алғас, ҡыҙҙың түбәһе күккә тейҙе. Уны башта бер, унан икенсе мода салонына урынлаштырҙылар. Башта бер, унан икенсе мода күрһәтеү байрамында ҡатнаштырҙылар. Күпмелер аҡса ла түләнеләр. Унан берҙән-бер көндө салон администраторы килде лә: «Бер абруйлы спонсорға ҡунаҡҡа барып, байрамын биҙәп ултырып ҡайтырға кәрәк булыр» тине. Үҙен кешеләр йәмғиәтенә йәм бирерҙәй, байрамдарын нурларҙай тип табыуҙарына сикһеҙ ғорурланған ҡыҙ, шатланып ризалашты. Тик барыуы бер кискә генә булмай сыҡты. Ике көндән генә тапалған, иҙелгән, мәсхәрәләнгән хәлдә барып алдылар үҙен. Буҫлығып илаған, йәшәү мәғәнәһен юғалтҡан Аринаны үҙенән олораҡтар йыуатты, барын да улай йөрәккә яҡын алмаҫҡа, тормошҡа яраҡлаша белергә кәрәклекте аңлатырға тырышты. Күп нәмәгә еңелерәк ҡарағанда, ҡай бер хәлдәрҙе артыҡ фажиғә итеп ҡабул итмәгәндә, үҙ көндәренең әллә ни ҡатмарлы ла түгеллеген иҫбатлап маташты.
Тормош дауам итте. Йылдар үтә торҙо. Мода утына арбалып осҡан ҡыҙҙарҙың күбеһе, Арина кеүек үк, төрлө «фирма»лар ҡулында ҡармалып ҡалды. Ерҙәге боронғо һөнәр эйәләре – фәхишәләр яһалды уларҙан. Баҙар донъяһындағы иң үтемле, бер ваҡытта ла хаҡын юғалтмай, иҫкермәй, кәмемәй торған тауар икән дә һуң ҡатын-ҡыҙ тәне. Яңылары өҫтөнә яңылары үҫеп етеп өлгөрә лә, алма шикелле булып бешеп, табын уртаһына өҙөлөп төшөп тора. Ә табында мәңге тынмаҫ мәжлес, байрам, туй...
Ошо йәшәйештә хатта үҙ исемен дә онота яҙҙы Арина. Тәүге көндәре хужалары ҡараҡай ҡыҙҙы күргәс тә һоҡланып: «Үәт экзотика! Что за Гюльчатай?!» тип телен сартлатҡайны, шунан башлап үҙен Гюльчатай тине лә ҡуйҙылар. Ҡулдарында үҙ шәхестәренең кем икәнлеген иҫбатлағандай бер генә документтары ла ҡалдырылмаған, тулыһынса әсирәлеккә төшкән ҡыҙҙарҙың ҡушамат һайлап торор хоҡуҡтары бармы инде. Кем тип атаһалар шул булды ла ҡуйҙы.
Киске сәғәт һигеҙҙәрҙә ҡыҙҙар сығыуға әҙерләнә башланы. Һәр береһе башкөллө көҙгө эстәренә йомолдо. Ҡатлап-ҡатлап биттәренә буяу яҡтылар, баштарына әле был, әле теге парикты һалып ҡаранылар, һуҙғылап-һуҙғылап үрмәксе ауынан ишелгәндәй ойоҡ-колготкиҙар, селтәрле-семәрле эс кейемдәре кейҙеләр ҙә, тоҡос ҡына ялтыр-йолтор юбка-күлдәктәр эсенә инешеп ултырҙылар. Пыш-пыш килтереп хуш еҫтәр менән ҡойонғас, тулыһынса тауар төҫө алып, бейек үксәләрендә тыҡылдашып баҫып теҙелешеп тышҡа юлландылар. Урамда уларҙы ғәҙәттәгесә микроавтобус көтә. Шунда уҡ ултырған ерән Олег үҙҙәрен көндәгесә тейешле нөктәләргә урынлаштырып сығасаҡ, көндәгесә уларҙы баҙарҙан ит һатып алған шикелле сауҙалашып тороп алып китәсәктәр, көндәгесә кемдәрелер алҡымдары үңәстәренә тығылып әрнеп, кемдәрелер донъяһына төкөрөп эсеп-иҫереп, ҡайһылары үлеү йәки ҡасыу теләге менән ярһып ҡайтасаҡ. Ҡайта алмағандары ла була…
Тротуарҙарҙа ҡырмыҫҡа иләүеләй мыжғышҡан халыҡ араһынан, оло йылға булып геүләгән машиналар ағымынан таныш һынды эҙләп башын әле был, әле икенсе яҡҡа ҡайырып ҡарай-ҡарай Аринаның үңәсе өҙөлөрҙәй булды. Йөрәге күкрәгендә түгел, ҡолаҡ төптәрендә типте. «Килерме – килмәҫме?! Килерме – килмәҫме?! Килерме – килмәҫме…»
Әхирәтенең нимәгәлер артыҡ тынысһыҙланғанын күптән аңғарған һиҙгер Оксана, ҡыҙҙың ғазаплы сабырһыҙ ҡараштары менән осрашҡас, һорамай ҙа булдыра алманы:
— Кемде шулай һағындың?
— «Чиновникты»! – быныһы юҡтан ярһырға ғына тора ине. Ҡыҙҙар Аринаны «яратҡан» һәм бер ваҡытта ла унан башҡаны һатып алмаған бүкән башлы әҙәмде шулай атай.
— Ну-ну, - Оксана ла төпсөшөп, ныҡышып йәнде ҡыя торғандарҙан түгел.
Үҙе шулай тип ысҡындырҙы ла телен тешләне Арина. «Вот, блин, әгәр ысынлап та «чиновник» килеп ҡуйһа? Их, Сәит алдараҡ килһәсе… өлгөрһәсе…»
— Әһә, вот кемде көтә был принцесса! – Оксананың тантаналы тауышынан албырғаған ҡыҙ ҡарашын ҡайһы тарафта туҡтатырға белмәй баҫҡан урынында өйөрөлдө:
— Кем?! Ҡайҙа?! Ҡайҙа ул?!
— «Франкинштейн» йәки «Һыңар күҙле пират», ана-ана тора, «көтөүсе» янында, һине һорайҙыр, бында ҡарайҙар… киләләр ана.
Йәштәр баш ҡағып ҡына иҫәнләшеүҙән уҙманы, таксила ла һүҙ берекмәне. Һәр икеһе күңелдәренән урғып килгән шатлыҡ-ҡыуаныс, ашҡыныу тойғоһон тышҡа сығарыуҙан тартыныпмы, әллә ундай хистәрҙе күрһәтеп өйрәнмәгәндәнме, ике яҡ тәҙрәләргә төбәлеп, йылмайышып ҡына килде. Таныш түгел бер урамда төшөп ҡалғас, ҡыҙ ниндәйҙер мөғжизә көтөп, егеттең ҡырыҫлығын юйып ихласланған, һыҙаттары йомшарған һәм хәҙер инде үтә лә һөйкөмлө, яҡын булып тойолған йөҙөнә төбәлде:
— Нишләйбеҙ?
Тегеһе лә шул һорауҙы, шул ҡарашты ғына көткәндәй, ҡыҙҙың йомшаҡ ҡулдарын ҙур, йылы устарына алды:
— Театрға һуңлағанбыҙҙыр инде, әйҙә берәй кино һайлайыҡ, теләйһеңме?
— Ярай. Тик… башта берәй бутикка инеп сығайым, өҫ-башты алмаштырырға…
Сәит ҡыҙҙың үтә ҡысҡырып торған ярым-йорто кейем-һалымына күҙ йүгертте. «Ысынлап та, уныһын кем уйлаған».
Яҡындағы магазиндарҙың береһенә инеп ябай ғына зәңгәр джинсы менән ыҡсым ғына баллон куртка һайланылар. Егеттең түләргә тип аҡса һуҙған ҡулын ҡыҙ:
— Үҙем. Ошолай кейенергә күптән хыялланғайным, - тип туҡтатты. Унан инде бер-нисә минуттан кейенеү бүлмәһенән бөтөнләй икенсе ҡиәфәттә килеп сыҡты. Битенә яҡҡан буяуҙарын һөртөп таҙартып, шоморт сәстәрен килешле итеп соңҡаһына бәйләгән ҡыҙҙы күреүҙән егеттең хайран булып, бер аяғынан икенсеһенә аушайып, ни әйтергә белмәй баҙап ҡалыуына рәхәтләнеп кеткелдәп көлә-көлә килеп ҡултыҡлап алды ла, ҡупшы танауын тегенең киң урынына тызыны:
— Яп ауыҙыңды, әтеү үсегәм. Нимә, йәмһеҙ булдыммы, йәмһеҙме?
Йәштәр, береһе дәү кәүҙәһен бөгә биреп, һыңар ҡулын түшенә ҡыҫып, икенсеһен кеҫәһенә тыҡҡан, йәнәшәһендәге нескә генәһе ике ҡуллап тегеһенең һау беләген ҡармаған килеш, бәхетле балҡып, дәртләнеп халыҡ араһынан атланы. Ҡыҙ өҙмәне лә ҡуйманы:
— Йә, нишләп өндәшмәйһең? Нисек булдым? Нисек күренәм?
Егете һыр бирмәй генә алға ҡарап килгән була, үҙенең һыңар күҙе лә, ап-аҡ тештәре лә төнгө уттар ише ялтырай:
— Бара!
— Ах, һин! Мин уға оҡшайым тип тырышам! Ә ул! – Арина бәләкәс кенә нәфис йоҙроҡтары менән егеттең яурынын төйә. Сәит ҡапыл ғына әлеге «суҡмар»ҙы эләктереп ала ла, устарын яҙҙырып ирендәренә терәй.
— Минең һиндәй һылыу ҡыҙҙы күргәнем юҡ.
— Бар.
— Кем?
— Теге миңә оҡшаған, әй… мин оҡшаған ҡыҙ.
Усындағы нәҙек бармаҡ суҡтарын шытырлата тотто Сәит. Ҡыҙҙың ҡысҡырырға тип ауыҙы асылды ла, күҙҙәре түңәрәкләнде, әммә өнө сыҡманы. Унан ҡулды ҡапыл ысҡындырҙы. Ары шым атланылар. Арина үҙен эсенән беште: «Тфү, ауыҙыңа шайтан төкөргөр! Кемдә ней эшең бар һинең?! Ниндәй һәйбәт мәлдә, әллә нимә бытырлап! Аңра!» Үҙе әленән-әле яҙылмаймы тигәндәй, егеттең йәмерәйеп киткән йөҙөнә күтәрелеп күҙ ата.
Ул арала кинотеатрға килеп еттеләр. Афишанан афишаға күсеп йөрөп кино һайланылар. Дөрөҫөрәге Арина һайланы инде, егете эйәреп кенә йөрөнө. Һуңғы тапҡыр бындай урындарға ла балалар йортонда йәшәгәндә барғандан һуң аяҡ баҫҡаны булмаған ҡыҙ, бөгөнгө кәйефенә тура килтереп, ғашиҡтар хаҡындағы мелодрамаға туҡталды.
Сейансҡа тиклем бер сәғәттәй ваҡыт бар әле. Һәр минуты алтынға бәрәбәр мәлдәрендә турһайышып ултырмаҫтар бит инде, нимәлер эшләргә кәрәк. Шул ваҡыт ҡарашы ҡаршы яҡтағы күргәҙмә рекламаларына төштө. «Күбәләк иле» тиелгән. Шулай уҡ ҡалайтып кире дуҫлашыу яйын таба алмай аҙапланған егетең яурынына төрттө:
— Ҡара, күргәҙмә, тиелгән. Әйҙә, тик йөрөгәнсе, бөжәктәр донъяһында булһа ла даирәбеҙҙе киңәйтеп сығайыҡ.
— Әйҙә һуң, бындай телмәрҙе нисек кире ҡағаһың, - Сәит Аринаның оҫта килешеү яһауына һоҡланып, ҡыҙҙы яурынынан һаҡ ҡына ҡосаҡлап үҙенә тартты ла, йәнәш атланылар.Күргәҙмәнең дә күргәҙмәһе икән бында! Ҙур яҡты бүлмәләрҙә урынлашҡан баҡсаларҙа күбәләктәрҙең әҙәм белгән һәм белмәгәндәре тулышып осоп йөрөй. Йөҙ төрлө сәскәләр ни ғиллә менәндер ерҙән айырылған да күккә күтәрелгән кеүек. Ул хуш еҫле гөлдәргә ҡуналар, ул залдарҙа иҫтәре китеп йөрөгәндәрҙең яурындарына, баштарына ултыралар. Хайран инде.
Үтә ят, үтә көйәҙ күбәләктәрҙе айырым ҙур булмаған быяла бүлмәләрҙә тоталар икән. Тик улары янына инеп булмай, шул үтә күренмәле стеналар аша ғына күҙәтәһең. Егет менән ҡыҙ, быялаға танауҙарын йәлпәштергәнсе терәлеп, тын да алмайса, ҡанаттары үтә күренмәле төҫлө ебәк ептәрҙән туҡылғандай, елпегән ыңғайы шәм уттары аҫтында әллә нисә төҫтәрҙә нурланған, кәүҙәләре нәҙекәй генә билле, йоморо ғына кескәй баштарындағы «антенналары» ҡыҙҙар прическаһындай булып төрөлә биреп торған ғәжәйеп йән эйәләренә мөғжизә ҡылып торҙо. Шул ваҡыт яндарына күргәҙмә хеҙмәткәре килде:
— Һаумыһығыҙ. Оҡшаймы? Былар Гавай утрауынан алып киленгән бик һирәк осрай торған төр. «Ожмах фәрештәләре» тип атала. Ҡырҙан ҡарағанда ысынлап та осоп йөрөгән ваҡ ҡына хур ҡыҙҙарына оҡшағандар, шулай бит.
Арина шатлығынан хатта ҡысҡырып ебәрҙе:
— Ҡарале, ысынлап та! Мин былар нимәгә оҡшаған икән тип уйлап ҡына тора инем. Ҡара, Сәит, хас ҡанатлы ҡыҙҙар бит!
Теге ҡатын тамашасыларының ҡыҙыҡһыныуына ҡыуанып, хәбәрен дауам итте:
— Һеҙ бәхетлеһегеҙ, уникаль күренешкә тап булдығыҙ. Күбәләктәр бөгөн генә «ҡурсаҡтан» сыға башланылар, ана, ҡарағыҙ әле, ана-ау гөлдөң япраҡ аҫтын. Күрәһегеҙме, ҡурсаҡтан күбәләк сығып килә, ана-ана, во-от, сыҡты ла... Ана шулай күбәләк ярала!
Егет менән ҡыҙ, ус эсендә сиратып әүәләп эленгән төйөрөм генә оҙонса йөн ише нәмәнән бөтә кәүҙәһе менән тулай-тыпырсына сығып, дөрөҫөрәге ергә ҡолап төшөп, унан тәненә тиреһеләй булып һылашып йәбешкән үтә күренмәле ҡанаттарын саҡ-саҡ яҙып алып, ҡыйыуһыҙ ғына елпеп ҡарап һәм унан ҡапыл ғына аңлайышһыҙ көс менән ҡалҡынып осоп киткән «ожмах фәрештәһе»н таң ҡалып ҡарап ҡалды.
Оҙаҡламай яйлап баҡсаның һәр мөйөшөнән ҡалҡынып күтәрелгән күбәләктәрҙән быяла бүлмә эсе әкиәти күренешкә әүерелде. Яңы ғына осоу һәләтенә эйә булған күбәләктәр елпенеп, ә тамашасы уларҙы күҙәтеп туйманы.
Күбәләктәр донъяһынан саҡ алып сыҡты Сәит Аринаны. Тәҫирләнеүенән бит остары алһыу алма булып янған ҡыҙ, кино залына инеп урынлашҡас та, егеттең ҡолағына бәләкәй бала шикелле:
— Тағы барырбыҙ, йәме, Сәит, тағы барырбыҙ, - тип ҡат-ҡат шыбырланы.
Кинонан һуң егет менән ҡыҙ бер аҙға төнгө клубҡа инеп ултырҙы, ундағы тауыш ялҡытҡас, сығып ете ят урамдарҙы ҡыҙырҙылар, мөһабәт күпер өҫтөндә тын ғына тороп йылға ағышын күҙәттеләр, унан тағы урамдар, парктар, скверҙарҙың иңен-буйын үлсәнеләр. Әле һыйынышып ҡына барҙылар, әле юҡ-барҙан ҡыҙыҡ табып бөгөлә-һығыла шарҡылдап көлөштөләр, әле шуҡ балалар ише бер-береһен ҡыуып йүгерҙеләр. Һөйләшеп һүҙҙәре, серләшеп серҙәре бөтмәне. Аралашҡан, бер-береһенә йөрәктәрен аса барған һайын, йән ҡәрҙәшлеген, бербөтөнлөгөн нығыраҡ тойҙолар.
Сәит ҡыҙҙы йәшәгән еренә оҙатып килгәндә, төнгө клубтарҙың, күңел асыу урындарының мең төҫлө уттары һүнеп, унда-бында фатир күҙҙәре асыла башлағайны инде. Арина бер өй мөйөшөнә ышыҡланып, ашыҡ-бошоҡ джинсыһы менән курткаһын сисеп, үҙенең ялтыр-йолтор септәләренә төрөнгәс, өшөүҙән ҡалтыранып, шулай уҡ дерелдәп торған нәфис бармаҡтарын үбеп егеттең ирендәренә күсерҙе лә, осло үксәләрендә ҡаймығып китмәҫкә тырышып, юл аша йүгерҙе. Унан мәмерйә ауыҙылай өңөрәйеп торған подъезд ишегенә инеп тә юғалды. Егет һау бләгендә ятҡан кейемдәрҙе танауына килтерҙе, уларға шундай татлы, шундай танһыҡ булып ҡыҙҙың тән, хушбый еҫтәре һеңеп өлгөргәйне.
Икенсе көндө лә теге һыңар күҙле әҙәмдең килеп Гюльчатайҙы һорауына әллә ни сәйерһенмәһә лә, иң ҡиммәтлеләр рәтендә йөрөгән «тауар»ының күҙ алмаларынан һарҡып сығып, эргә-тирәне ялмап барғандай наҙҙы, йылылыҡты тоймай ҡалманы Олег. Һәр ваҡыт тыныс, һалҡын, хатта бер аҙ тәкәбберерәк тә булған был ҡараҡай, ғәҙәти булмағанса теремекләнгән, ташҡурсаҡ ише һылыу йөҙөнә нур ҡунған ине. Әммә ул Гюльчатайын бөгөн ситкә ебәрә алмай. Сөнки кисә теге бүкән башлы «чиновник» килеп эҙләп йөрөнө. Ул, ғәҙәттә, аҡсаһын һынап тормай, мул ғына йомдора ла китә торған. Был инде Олегка бик ҡулай. Шуға бөгөн ҡыҙҙы иртә ебәрмәй тота бирергә булды, моғайын, теге тағы ла килер, һис юғы машина булһа ла ебәрер.
Һыңар күҙен ҡара япма ҡаплағанғамы әллә битендәге яра йөйҙәренәнме, дөйөм ҡиәфәтенән ниндәйҙер ҡурҡыныс янағандай булған егеткә күрәләтә битарафлыҡ та күрһәтә алманы Олег. Янына килеп өҫтөнә тау шикелле булып эйелә биреп торған әзмәүерҙәй кәүҙәнән, суҡмар ише ҙур ҡулдарҙан, бүрәнәләй йыуан елкә, баҙыҡ яурындарҙан бөркөлгән көс-ҡөҙрәт тә үҙенекен итте шикелле. Шуға ла ғәйепле төҫ менән бик кеселекле ҡыланып, торба итеп төрөп һуҙылған аҡсаларҙы кире этте:
— Тауар занят.
Тегеһенең ҡаштары өҫкә һикерҙе:
— Нисек занят?
— Бына шулай – занят.
— Ә өҫтәгәндә? Күпме? – теш араһынан ҡыҫылып сыҡҡан был һүҙҙәрҙән ҡурҡыуҙан «ерән»дең арҡа буйы зымбырлап китте.
— Аңлағыҙ… эш аҡсала түгел…
— Күпме?! – клиент кеҫәһенән тағы бер йомарлам аҡса сығарып Олегтың усына тыҡты. Сутенер икеләнде, алан-йолан ҡаранды ла, артыҡ тулҡынланыуҙан тартыша башлаған нәҙек ирендәрен тағы ла киңерәк йырған булды:
— Ғәфү итегеҙ… минән генә торған эш түгел. Башҡа теләһә ҡайһыһын һайлап алығыҙ, еләк кеүеген биреп ебәрәм…
«Пират» (Олег был клиентҡа эсенән шундай ҡушамат биреп өлгөрҙө) бер аҙ ғына икеләнеп торғандай итте лә, түш кеҫәһенә иҫән ҡулын тығып ебәреп, эстән кескәй бәрхәт ҡумта килтереп сығарҙы. Баш бармаҡ менән генә сиртеп асылған ҡумта эсендә киске уттар яҡтыһында балҡып нурланып аҡһыл-күкһел ҡашлы йөҙөк ята ине. Бер күҙ һирпеүҙә үк балдаҡтың затлылығын самалаған сутенер, тамағына тығылған төйөрҙө ауырлыҡ менән йотоп ебәреп, ҡомһоҙлоҡ менән ҡурҡыу айҡашҡан йүгерек ҡарашын егеткә күтәрҙе. Был ҡараштан клиенттың нәфрәтләнеп ҡатҡан йөҙөндә мыҫҡыллы йылмайыу сағылды. Олег ниҙер уйлап йәки хәл итеп өлгөргәнсе, ул арала «пират» теге ҡумтаны усын шаҡарып астырып тигәндәй тотторҙо ла, эре-эре аҙымдар менән ҡыҙҙар янына атланы.
Клиентынан алда таксиға инеп сумған ҡыҙға машина тәҙрәһе аша тишә тексәйеп, мәғәнәле генә итеп бармаҡ янауҙан башҡа сара ҡалманы Олегка. Аңғартты, һағайтты, «һин минең күҙ аҫтында» тигәнде хәтерләтте, йәнәһе. Арина ҡарашын ситкә күсерҙе.
Тәүге боролошто үткәс тә егеттең ҡосағына һырынды ҡыҙ:
— Һағындым…
Шунда, таксила уҡ кисәге кейемдәрен кейеп, һөртөнөп-таҙарынып алғас, Арина ҡабаттан кисәге үҫмер ҡыҙ төҫөнә ҡайтты һәм балаларса иркәләнеп үҙ талаптарын ҡуя ла башланы:
— Иң тәүҙә кисәге күбәләктәрҙе ҡарап сығайыҡ та…
— Аквапаркка барайыҡ.
— Аквапаркка? Аквапаркка! У-рра! – ҡыҙ ултырған урынынан егеттең муйынына аҫылынды.
Күргәҙмәлә тағы ла йөҙ төрлө күбәләктәрҙе күҙәтә-күҙәтә кисәге «Ожмах фәрештәләре» торған быяла баҡсаға килеп еттеләр һәм … алдарында асылған күренештән шаҡ ҡаттылар. Кисә генә ысынлап ожмах ише булған баҡсала ҡайҙа ҡарама күбәләктәр һибелешеп ята. Ҡайһылары тырпырашып, ҡанаттарын дерелдәтеп йән бирә алмай аҙаплана.
— А-ай! Нимә булған бында?! – Арина улай-былай ҡаранып күҙҙәре менән кисәге ҡатынды эҙләне, — Кем аңлатыр икән, күбәләктәр нишләп үлгән?!
Ҡатын урынына лупалы күҙлектәрен төҙәтә-төҙәтә йәш кенә бер егет йүгереп килде:
— Нимә менән ярҙам итә алам?
— Нишләп? Үлгәндәр… - тетрәнеүҙән һүҙҙәрен дауам итә алмай быяла эсенә ҡулы менән генә иҙәне ҡыҙ.
— Ә-ә, былармы? Былар – шулай, үлә, - «ботаник»тың әллә ни иҫе китмәй ине, күрәһең.
— Нисек үлә, улар бит кисә генә ҡурсаҡтан сыҡҡайнылар. Шундай матурҙар ине…
— Нишләйһең, был төр күбәләктәренең ғүмере шулай ҡыҫҡа. Улар бары бер тәүлек кенә йәшәй.
— Бер тәүлек өсөн шулай яралмайҙарҙыр инде…
— Яралалар, тимәк. Тәбиғәттә шундай мөғжизә лә бар. Был күбәләктәр әллә күпме ваҡыт буйына ҡаршылауыҡ булып, унан ҡурсаҡ эсендә ҡармалып йәшәй-йәшәй ҙә, һеҙ кисә күргән камиллыҡҡа әүерелгәс, бер тәүлеккә генә ҡояшты, зәңгәр күкте күрергә, һауа менән һуларға һәм, әлбиттә, һеҙҙең менән беҙҙе һоҡландырырға тип, донъяға сыға. Үкенесле, әлбиттә…
Аринаның башҡа залдарҙы ҡарағыһы килмәне. Күптән түгел генә иҫтәрен китәреп баҡса иңләп осҡан, әле иһә таш иҙәндә тырпырашып ятҡан күбәләктәргә оҙаҡ ҡарап тороуҙан күҙ ҡараштары ғына түгел, күңелендә былҡып тоҡанған ут та йәлпелдәп һүнгәндәй булды, кәйефе төштө. Ҡулы менән Сәиттең усын эҙләп тапты:
— Әйҙә сығайыҡ.
— Әйҙә һуң.
Урамға сыҡҡас егет янында бөршәйеп ҡалған ҡыҙҙы ҡосағына алды:
— Йә, күбәләк үлгән тип илайһыңмы инде?
— Ауыртты микән уларға …үлгәндә?
Егет тә уйсанланды:
— Әллә инде… Үләм икән тигәндә ауыртыуҙы тоймайһың ул.
Аквапарк ҡайғыһы китте. Күңел асырҙай, шаярырҙай, уйнарҙай түгел ине ҡыҙҙың хәле. Эйелгән башын егеттең күкрәгенә терәне:
— Әйҙә бер ҡайҙа ла бармайыҡ.
— Төндө әрәм итәйекме ни? Һуңғы төн тигәндәй… мин иртәгә ҡайтырға сығам.
Арина аҡрын ғына башын өҫкә күтәрҙе:
— Һиңә барайыҡ, берәүҙе лә күргем килмәй.
…Был төндө Арина тәүге тапҡыр ир-егет янына фәхишә булып түгел, ә һөйгән, һөйөлгән ҡатын-ҡыҙ булып барҙы. Тәүге тапҡыр төндөң оҙонораҡ булыуын, уларға бүленгән ваҡыттың яйыраҡ ағыуын теләне. Тәүге тапҡыр үҙен көслө зат алдында тәжрибәһеҙ, оялсан, баҙнатһыҙ итеп тойҙо. Тәүге тапҡыр онотолдо, ирене, башын юғалтты… Үҙ-үҙен белгәндән тәүге тапҡыр тиңһеҙ, аңһыҙ, тыйып тотҡоһоҙ, аҡылһыҙ рәүештә бәхетле ине ул…
* * *
Улдарының ҡаты яраланып госпиталдә ятҡан айҙарын ҡылыс битендә йөрөгәндәй булып үткәргән ата-әсәһе, Сәиттең ҡайтып төшөүенә сикһеҙ шатланып, әжер итеп әйткән ҡуйҙы салып ебәрҙеләр. Өй тултырып туған-тумаса, күрше-тирә саҡырылды, тулы ҡунаҡ, байрам яһалды.
Сәиттең тыуған йортонда күптән бындай мәжлестәрҙә булғаны юҡ. Һуңғы тапҡыр бынан алты йыл элек, кәләшен күрһәтергә алып ҡайтҡанда йыйғайнылар туғандарҙы. Ул ваҡыттарҙа көс-ғәйрәтен ҡайҙа ҡуйырға белмәй йөрөгән типһә тимер өҙөрҙәй һау-сәләмәт йәш офицер, ҡурсаҡтай кәләшенең сибәрлегенә маһайып, түр башында ҡояштай балҡып китеп ултырғайны. Әле иһә йөҙөндәге, тәнендәге зәғифлеккә йәлләп тә, асырғанып та, бала-сағаларҙың хатта ҡурҡып та ҡарағанын күрмәҫтәй булып башын да күтәрә алмай. Үс иткәндәй, тос әйтә булып тороп баҫҡан һәр береһе лә һүҙҙе: «Иң мөһиме үҙең һау»ҙан башлай бит әле.
… Янып торған ҡараҡай татар ҡыҙы Земфира менән үҙе уҡыған ҡалала танышҡайны Сәит. Хәрби училище янында ғына урынлашҡан медицина училищеһы ҡыҙҙары яңы ир ҡорона ингән егет-еләндең күҙ осонда ғына булды. Һәр шәмбе дөйөм уйындар, бейеүҙәр үткәрелә ине. Бына шунда осратты ла ла инде Сәит үткер холоҡло, осоп-төшөп торған һылыуҡай менән. Иптәше Марат: «Ул ҡараҡай ҡыҙҙарҙы ауылда ла табаһың инде ул, зәңгәр күҙле, етен башлыһынан һайла», - тип аҡыл өйрәтһә лә, күңеле ошо бер туҡтауһыҙ тәтелдәп, ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә йөрәген һәм аңын ялмап алыу һәләтенә эйә булған нәҙекәйгә ятты.
Уҡыуҙарын тамамлағас, Сәиттең ауылына барып күренеп килделәр ҙә, етәкләшеп хәрби ҡаласыҡҡа эшкә юлландылар. Әммә яңы урында Земфира күреп өйрәнгән һары моронло ҡупшы йәш офицерҙар ғына түгел, ә мыҡты майорҙар, етди капитандар, дәрәжәле генералдар ҙа етәрлек булып сыҡты һәм айыҡ аҡыллы ҡыҙ, саңлы хеҙмәт юлына өр-яңы кирза итектәре менән тәүге аҙымдарын ғына яһап тороусы офицер менән яҙмышын бәйләп, ҙур яңылышлыҡ яһауын аңлап алды. Аңланы ла, төҙәтергә лә ашыҡты. Егетенең полигондан ҡайтып күренә алмай ятыуынан файҙаланып, ҡатыны ташлап киткәндән аңҡы-тиңке килеп йөрөгән бер капитанды эләктереп тә алды. Унан, был хаҡта инде хәбәрҙар булған Сәиткә: «Ғәфү ит. Һәр кем матур тормош өсөн үҙенсә көрәшә. Һин бик яҡшы кешеһең, онота ла алмам инде, әммә ҡасан күтәрелереңде көтөп ярты ғүмеремде ятаҡ бүлмәләрендә үткәрергә теләмәйем», - тигән ҡыҫҡа ғына хат киҫәге ҡалдырып, капитанға күсеп тә сыға. Хурлығын, ғәрлеген ҡайһылай итеп баҫырға белмәй өҙгөләнгән офицер, үҙҙәрен, ул йылдарҙа утлы табала ҡурылған Чечен республикаһына ебәреү бойороғон яҡты донъянан ҡайҙалыр олағыу, юғалыу, ҡотолоу юлы итеп ҡабул итә…
Һыңар ҡулындағы, күптән гипсы сиселһә лә, һаманға тиклем баҫылмаған төптән килгән ыңҡылдап һыҙлау егеттең тәҡәтен ҡоротһа ла, ул ғазапланыуын йөҙөнә сығармаҫҡа, шат-көләс булып йөрөргә тырышты.
Өсөнсө көн, халыҡтан арынған йортта әсәһе менән икәү генә сәй эсәләр ине. Сәит һаҡ ҡына итеп аҙна аҙағында юлға сығаһын әйтте. Әле ҡыуаныс шауҡымынан ҡотолоп та етмәгән әсәһе аҙарынып китте:
— Ике айға ҡайтам тип яҙғайның да һуң, балам?
— Шулай ҙа ул… китергә кәрәк, әсәй.
— Нимә булды? Ҡарап йөрөйөм – төҫөң бер ҙә оҡшамай, һауығып етәлмайһыңмы әллә?
— Һауығыуын һауығырмын да ул, әсәй, - унан шаярған һымаҡ итеп һүҙен ослап ҡуйҙы, - өйләнергә ине иҫәп.
Әсәһе шым булып бер килке ултырҙы ла, үпкәле тауыш менән:
— Мәрйәгәме? – тип һорап ҡуйҙы.
Инде етмешкә аяҡ баҫҡан әсәһенең үсеккән бала кеүек турһайып уҡ китеүе Сәиткә көлкө булып тойолдо һәм ул урынынан тора һалып килеп ҡәҙерле кешеһен бәләкәс кенә ҡураныс яурындарынан ҡосаҡлап күкрәгенә ҡыҫты:
— Нишләп шунда уҡ мәрйә, әсәй?!
— Нисә йылдар сит ерҙәрҙә йөрөйһөң, ул яҡтарҙа мәрйәнән башҡа кем булһын.
— Юҡ, әсәй, ҡап-ҡара сәсле, ҡап-ҡара ҡашлы… башҡорт ҡыҙы.
— Ысынмы? - әсәһе теремекләнеп китте, - башҡортса һөйләшәләме?
— Уныһын яйлап үҙең өйрәтерһең. Тик… әсәй, киленеңде бер биш-алты айҙан ғына алып ҡайта алырмын инде. Был хаҡта әлегә үҙең генә бел, ваҡыты еткәс барыһына ла билдәле булыр.
— Уныһы ни ғиллә тағы? - Әсәһе тағы ла үпкәләмәксе булып киткәйне лә, Сәит бик ышаныслы итеп:
— Әсәй, көтөп тор, ул ҡыҙ һиңә һис шикһеҙ оҡшаясаҡ, бына күр ҙә тор, «Килен дә килен» тип һин йүгермәләп йөрөһөң әле, - тигәс, шөрөштөрөп йыйған төҫһөҙ ирендәрен йәйеп йылмайып ебәрҙе:
— Йә.
Тик егет юлға йыйынып өлгөрмәне. Беләгенең һыҙлауы нығынғандан-нығына барып, берсә манма тиргә төшөрөп, берсә дерелдәтеп өшөтөп аҙапланы ла, ахыр тамам, һаман сетерәйеп түҙергә тырышып маташҡан егеттең ҡапыл һушын алды. «Ауыртыуҙан шок булған» тип тынысландырҙы ла ул «Тиҙ ярҙам» табибы, әммә башта район үҙәгенә, унан яҡындағы ҡалаға күсереп тикшергәс, шундай уҡ аҡ халатлылар аяуһыҙ ҡарар сығарҙы: серей башлаған ҡулды терһәктән ҡырҡтылар.
Иҫе инәле-сығалы булып дауахана тапчанында тулағанда, ҡанаты ҡырҡылған бөркөт ише яралы хәрби үҙ-үҙен белештермәҫтән берсә торорға ынтылып һөрәнләне, берсә тик кенә ятып шым ғына нимәләрҙер шыбырланы, йә йырланы, йә көлдө. Унан иҫенә килгәс тә әле тотош хәлһеҙлек, тән һәм йән ғазабы арманһыҙ итеп оҙайлы айҙарға түшәккә бәйләне.
Ул тышты стенаның ярты өлөшөн биләп торған оло тәҙрәләр аша күҙәтә. Күҙәтә тип, күргәндәрен аңлағандай, төшөнгәндәй хәлдә түгел, бары ҡараштары ғына алдындағы бушлыҡҡа төбәлгән. Ә аңы… аңы йоҡлағанмы, ойоғанмы хәлдә. Йошмаҡ ҡәнәфигә сумып, затлы халатҡа уралған тәне, сепрәк ҡурсаҡтыҡы ише, быуынһыҙ булып һәленеп төшкән хәлдә, ҡышҡы ҡыҫҡа көндөң йүгерә һалып үтеп, бүлмәне ҡара һөрөм баҫа барыуын да аңғармайса ултыра ул. Ултыра… йәки һәйкәл шикелле сәғәттәр буйына, урамда бик мөһим нәмә күреп ҡалғандай, әлеге быяла аръяғына текәлеп баҫып тора, унан барып яландай киң, йомшаҡ түшәккә ҡырҡылғандай һаҡһыҙ ауа ла, бөгәрләнеп ҡатып ята. Иламай ул хәҙер, хатта уйламай ҙа, ә бары ай нуры шауҡымында хәрәкәт иткән әҙәм хәлендә йөрөй, тереклек итә.
Ҡуйы тынлыҡты һаҡ ҡына боҙоп эргәлә ятҡан кеҫә телефоны яғымлы сылтырауыҡ көй сығарҙы. Нәфис ҡулдар үҙҙәренән-үҙҙәре телефонға үрелде:
— Эйе.
— Сәләм, һөйөклөм! Кәйефтәр нисек? – ҡыҙ бармаҡтары менән сикәһенә ҡыҫҡан был ҡупшы телефонға шылтыратыусы берҙән-бер номер нисә тапҡыр бәйләнешкә инһә лә ошо уҡ һорауҙы бирә һәм шул уҡ яуапты ишетә:
— Барыһы ла яҡшы.
— Туғыҙҙан һуң инеп алырмын, бик шәп урынға ҡунаҡҡа саҡырҙылар. Теге һуңғы алған ҡара күлдәгеңде кейерһең, прическа эшләргә кеше ебәрәм. Ялтырап, күҙ сағылдырып торорҙай булырға тейешһең! Конкуренттар була. Әҙерлән! Шылтыратырмын. Пип-пип-пип…
Шылтыратыусы уның яуабын, ризалығын йәки ризаһыҙлыҡ белдереүен көтмәй. Сөнки ул кәрәк тә түгел. Уға бары үҙенең теләген әйтеү йә бойороҡ биреү ҙә етә. Әйткәндәр һис шикһеҙ үтәләсәк.
Телефондың кескәй экранында сәғәт һандары баҙланы. Әле алты тула, парикмахер килеүгә ванна ҡабул итеп, маска эшләп өлгөрөргә кәрәк. Арина үҙен көсләп торғоҙоп ванна бүлмәһенә тәнтерәкләне. Түшәмдән иҙәнгәсә диңгеҙ һыуындай зәңгәрһыу ҡиммәтле кафелдән ҡойолған бүлмәнең утын ҡабыҙып, кескәй күл дәүмәлендәй джакузиға һыу тултырырға ҡуйҙы ла, ванна ситенә терәлеп, ҡаршылағы көҙгөнән үҙенә төбәлгән таныш йөҙгә баҡты. Таныш йөҙ, таныш һын, әммә ҡыҫығыраҡ муйыл күҙҙәрҙең ҡарашы ят, үтә тыныс, юҡ, тыныс ҡына түгел, буш һәм мәғәнәһеҙ.
Египет статуэткалары кеүек шоколад төҫөнә ингәнсе яһалма ҡояшта янған һомғол кәүҙә сөм джакузи эсенә шыуып төшөп йылы даръя иркәләүенә бирелде. Төрлө яҡлап һөжүм иткән һыу массажы көн оҙоно ашамайса хәрәкәтһеҙ ултырып өшөп-ҡатҡан тәнгә йән өрөп, аяҡ-ҡулдарға ҡан йүгертеп ебәрҙе. Һүнеп барғандай булған мейегә яйлап киренән эшләү һәләте ҡайтып, күҙ алмаларына бер аҙ нур ингәндәй булды. Терелә барыу менән бергә ғазаплы уйлау һәләте лә ҡайтты һәм ҡыҙҙы аяныслы ысынбарлыҡҡа әйҙәне.
Сәит киткәс Арина нисек тә бөгөнгө көндө үткәрергә тип түгел, ә тиҙерәк киләһе көндәрҙе еткерергә тип йәшәй башланы. «Иң күбе ике аҙна» тине бит уға Сәит, ике аҙнаны нисек тә түҙгәндә, һөйгәне уны был тамуҡтан йолҡоп алып китәсәк. Улар инде ҡасыу планын да төҙөгән. Сәит махсус кешеләргә ҡыҙ исеменә яңы документтар әҙерләргә лә тапшырған, килгәс үҙе күҙгә башҡа күренеп йөрөмәйәсәк, ә ҡыҙҙы алырға алдан һөйләшелгән иптәшен ебәрәсәк һәм шул төндө үк егеттең хеҙмәт иткән еренә - Кавказ яҡтарына елдерәсәктәр. Ә ундағы хәрбиҙәрҙең ғаиләләре йәшәгән ҡасабала Сәиттең ҡатынына ла берәй мөйөш табылыр.
Ике аҙнанан донъя бөтөнләй яңы төҫ алыр, икенсе ҡояш сығыр, икенсе ай ҡалҡыр кеүек ине, әммә ул нишләптер үҙгәрмәне, барыһы ла шул уҡ, юҡ, үҙгәрҙе ул, тик тағы ла ҡарараҡ төҫкә. … Көтөлгән көндө Сәиттән ебәреләһе кеше килмәне… Икенсе көндө лә, унан һуңға ла… бер аҙнанан да. Тимәк, Сәит үҙе килмәне… Әммә Арина бындай фаразды ҡабул итергә теләмәне, ул хатта үҙенә икенсе төрлө итеп уйларға ла рөхсәт итмәне. Әгәр ҙә бында телефон тотоу ҡәтғи тыйылмаһа, ҡыҙ егеткә йәки уның берәй танышына шылтыратып ни булғанын һорай ҙа алыр ине. Юҡ шул, ундай аҙым ҡурҡыныс, телефондары табылған ҡыҙҙарҙың ҡаты яза алғандарын күргәне лә ишеткәне лә етәрлек. Тимәк, ул бары көтә генә ала һәм ул көттө… көттө... көттө… ике аҙна аръяғына тағы ике аҙна, тағы ике аҙна үтте… Сараһыҙлыҡтан әрнегән ҡыҙ үҙен һиҙелмәйсә генә һыуы һарҡып ултырған сатнаған көршәк итеп хис итте. Унан яйлап ҡына йәшәү көсө ағып сыға, тотош барлығында нимәнеңдер юғала барыуын, шиңеүен, һулыуын тоя.
Бына ошондай кисерештәр эсендә булды ул һуңғы көндәрҙә.
Һуңғы көндәрҙә тигәндәй, һуңғы көндәрҙә нишләп уны эшкә лә сығармайҙар әле? Олег «Һин өйҙә булаһың» тип кенә өҙә әйтте лә, аңлатып торманы. Был хаҡта иҫләгәс, параллель йәшәйештә йөрөгәндәй булған ҡыҙ ергә баҫҡандай булды. «Тиктәҫкә булмаҫ бындай «ял», аръяғында нимәлер барҙыр, әллә ҡасырға йөрөгәнен һиҙеп ҡалдылармы? Эй, Хоҙайым, ярҙам ит, азат ит мине был донъянан!»
Аринаның һиҙенеүҙәре, ҡурҡыуҙары бушҡа булмай сыҡты. Бер көн иртәнсәк Олег килеп уны «чиновник»тың һатып алыуын, ялына ла алдан түләп ҡуйыуын һәм хәҙер инде үҙ ояһына күсереп алырға теләүен әйтте. «Бына һиңә лә уңыш йылмайҙы, ҡотлайым!»- тине ул әллә инде ихлас ҡыуанып. Арина урынына ултыра төштө, унан бер аҙ иҫенә килгәс, онотолоп тегенең ҡулына йәбеште, аяҡтарына ҡоланы. Нисә йылдар ошонда көн итеүендә бер ниндәй ҙә хис-тойғоһон өҫкә сығармаған, ниндәй генә хәлдәргә лә өнһөҙ булып түҙгән ҡыҙ тәүге тапҡыр ялына, ялбара, инәлә ине:
— Олежка, ҡәҙерлем, үтенеп һорайым, һатмаһындар мине уға, һатмаһындар… Хәҙер түгел, тик хәҙер түгел… Мин ризамын, ошо йәшәүгә мин бик-бик ризамын… Олежка, үтенәм!
Бындайҙы көтмәгән, бигерәк тә мәңге ҡарһылыу булып йөрөгән ҡараҡайҙың ярһыу сайпылышына әҙер булмаған сутенер ҡурҡып китте хатта:
— Һин нимә, Гюльчатай!? Үҙ аҡылыңдаһыңмы?! Бындай бәхет беҙҙең апайҙарҙың хыялы ғына! Миндә ҡыҙҙарҙың бөтәһе лә һыу һөлөгө кеүек, үҙең беләһең, насарҙарын тотмайым, ә ул шулар араһынан һине һайлаған. Сер итеп әйткәндә, ул һиңә ғашиҡ буғай. Ә ул, белгең килһә, илебеҙ Думаһының депутаты икән ха-ха-ха!
Арина быларҙы ишетергә лә теләмәне һәм һаман үҙенекен тыҡып Олегтың һыңар ҡулын тартҡыланы:
— Олежка, бәғрем, ярҙам ит миңә, мәңге онотмам…
— Бәй, Гюльчатай, алыш-биреш булды бит инде, былай ҙа һине бында фирмаға аҡса күскәнсе тип кенә тоттолар.
— Уйлап тап берәй яйын, үтенәм! Риза түгел, юҡ, яман сир йоҡторған, ауырый, ул тиҙҙән үлә тиген… Олежка…
— Нимә?! – йөҙөндәге ихласлығы бер һыпырыуҙа таҫтамал менән һөртөлөп алынғандай булған сутенер тубыҡланып торған ҡыҙҙы ҡулынан һелкеп ебәрҙе, - Бирермен мин һиңә сирҙе! Нимә өсөн һеҙгә ат хаҡына доктор тотам?! Минең башты ашамаҡсы булдыңмы?! Ут менән шаярма, ҡыҙыҡай!
— Юҡ, мин бармайым, бармайым унда… Үлтер, әммә бармайым! Мин бер кешене яратам, ул да мине ярата, беҙ барыбер ҡасып китәбеҙ! Ишетәһеңме, китер алдынан мин унан һине үлтереп китеүен һораясаҡмын!
Хәҙер инде ҡаршыһына тороп баҫып, йоҙороҡтарын төйнәп йән асыуына ҡысҡырған ҡыҙҙың һүҙҙәренән Олегтың ауыҙы асылып китте:
— Тәк-тәк-тәк. Әх, бына эш нимәлә икән. Әле нимәһен был фәхишә тыпырсына тием. – Олег мыҫҡыллы йылмайып ярһыуынан саҡ тын алып торған ҡыҙҙы урап сыҡты, - Һөйгән йәрең алып китә, тимәк…
— Алып китә! Һинән һорамаясаҡ та! Һинең кеүек ялағайҙарҙы тибеп осороп китә ул - белдеңме!
— Мин ул принцты беләм булһа кәрәк, теге пират шулай бит? Ниндәй диңгеҙҙән, ниндәй караптан инде үҙе? Ә ҡайҙа һуң ул?
— Килә! Тиҙҙән килә ул!
— Көтөп тор! Төкөрҙө ул һинең кеүек фәхишәгә, ҡышлағында бисәһе менән ике балаһы көтәлер әле. Һе, ауыҙын һәлберәткән, килә лә алып китә, ти, белгең килһә теге көн алып килгән балдағын да миңә бүләк итеп китте ул.
— Нимә-ә?!
— Һиңә аҡсаһы етмәгәс, бүләккә алған балдағын да өҫтәп түләне абзыңа. Так что, мин һеҙҙең туйҙа кейәү егете булдым тиергә лә була…
— Ах һин, сволочь! – Асыуы сигенән ташып сыҡҡан ҡыҙ йүгереп килеп тәпәш кәүҙәле Олегтың сәсенә йәбеште. Ләкин сибек булһа ла ир кеше ир кеше инде, йәһәт кенә ҡыҙҙың ҡулдарын эләктереп алып ҡайырҙы ла иҙәнгә йыҡты:
— Бәхетең - тәнеңде күгәртергә ярамай, һин хәҙер беҙҙең тауар түгел, былай булғанда түшәмдән ҡаныңды ялата инем! Ә хәҙер кейен дә үҙеңде тәртипкә килтер! Бер генә яңылыш аҙым, яңылыш ым – һин үлек!
Олег сығып киткәс тә шул урынында бик оҙаҡ үкһеп ятты ҡыҙ, тора бара йәштәре ағып бөтөп, илауы шыңшыуға әүерелде. Кискә махсус кешеләр үҙен эткеләп-төрткөләп кейендереп-яһандырып, йылтыр ҡағыҙға уралған кәнфит сүрәтенә индереп, артынан килгән машинаға тейәп тә ебәрҙе.
Бына инде ике айҙан ашыу Арина Андрей Петровичтың уның өсөн һатып алған фатирында йәшәй. Алтын ситлектәге аҫыл ҡош кеүек. Алтмыштың аръяғына сыҡҡан, инде үҙе Ариналай ейәндәргә олатай булған «Андрюша» әхирәтен затлы бүләктәр менән күмеп ташланы, ожмах емештәре ашатып, күгәрсен һөтө эсереп кенә тота, әммә бер үҙенә өйҙән сығырға ла, элекке таныштары менән аралашырға ла, хатта Оксанаға килеп сығырға ла рөхсәт итмәй. Ҡыҙҙың үҙ ғүмерендә тәүге тапҡыр ҡулына тотҡан ҡупшы телефоны исемлегендә лә бер генә исем: Андрюша.
Андрей Петрович Арина янына көн һайын инеп тә йөрөй алмай, эше ҡатмарлы, тынғыһыҙ, етмәһә ҡатыны, балалары, ейәндәренә лә ваҡыт бүлергә кәрәк «өлгөлө» иргә. Ҡыҙҙы ул күберәген дуҫ-иштәре, ағай-энеләре менән онотолоп типтереүҙәренә, күңел асыуҙарына, ял итеүҙәренә алып бара. Бындай байрамдар, ғәҙәттә, инеүселәре сикләнгән ябыҡ төнгө клубтарҙа, сауналарҙа, тәбиғәттә була. Ҡартая барған, әммә ҡартайыуҙарын нисек тә танымаҫҡа тырышҡан гөп ҡорһаҡлы, пеләш башлы ирҙәр һәр береһе кеме кемде уҙырға тырышҡандай йәштән-йәш, сибәрҙән-сибәр ҡатын-ҡыҙҙарҙы юлдаш итә. Йәнәһе лә һылыуҡайҙар уларҙың олпатлығын биҙәй, хәл-торошон сағылдыра. Ә ысынында иһә, тәндәре лә, күңелдәре лә ҡабан сусҡаһындай муйынһыҙ булып һимергән һәм үҙҙәрен донъяның хакимдары итеп күрһәтергә тырышҡан был әҙәмдәрҙең күбеһе, хакимиәттәге үҙ урындары, дәрәжәләре, дандары, байлыҡтары өсөн ҡан ҡалтырап йәшәп, бер-береһенән сикһеҙ көнләшеүҙән, үсләшеүҙән, аҫтыртын дошманлашыуҙан эстән янып, йәшерен ҡара эштәре, урлауҙары, талауҙары, алдауҙары выждандарын туҡтауһыҙ ғазаплап, шулай уҡ эске һәм бәйһеҙ мул тормоштан, нервы нигеҙендәге йөҙ төрлө ауырыуҙарға дусар булып, ир исемен йөрөтөүсе тиҙәк тоҡтары ғына булып ҡалғандар ине инде.
Андрей Петрович ишек йоҙаҡтарын сылтыратып асып килеп ингәндә, баштан-аяҡ сынъяһау булып кейенеп-яһанған Арина иҙән уртаһында баҫып тора ине инде. Һәр ваҡыттағыса. Һәр ваҡыттағыса олпат ир тупһанан ашатлағас та, матур уйынсыҡ күргән бәләкәй балалай һоҡланыулы әсир ҡараштарын ҡыҙҙан айыра алмайса, ҡулындағы ҡумта-ҡумта бүләктәрен, сумкаһын һаҡһыҙ ғына ситкә ырғытып, ҡоластарын йәйеп ебәрә:
— Ҡәҙерлем! Ҡарап туйғыһыҙ! Һин – алиһә! Клеопатра! – унан һаран булһа ла йылмайыу һығып сығарырға тырышып йөҙөн сирған «алиһә»нең ҡулдарын, яланғас беләктәрен, яурынбаштарын үбә башлай. Тынынан һәр ваҡыт коньяк һәм диңгеҙ аҙыҡтары еҫе аңҡып торғандай булған ирҙең шапылдаҡ ауыҙы төртөлгән һәр ерендә дымлы шайыҡ эҙе ҡала барғанын тойоп торһа ла, Арина ытырғаныуын һиҙҙермәй. Шулай ҙа иҫкәртеүҙе кәрәк таба:
— Андрюша, прическамды боҙаһың. Ваҡыт та ҡыҫыҡ, ун тулды бит инде.
— Эйе-эйе! Ҡәҙерлем, аҫта машина көтә, - онотолоп китергә өлгөргән мәжнүн дә тиҙ генә иҫенә килә һалып, әхирәтенең яурынына йылҡылдыҡ аҡ мантоһын яба. – Ҡумталар эсендәгеһен ҡайтҡас ҡарап ҡыуанырһың, әйҙә.
Сығыуға ыңғайлаған саҡта, ғәҙәттәгесә, коридорҙа торған ҙур көҙгө алдында бер мәлгә генә туҡталып үтә ҡыҙ. Был юлы ла шулай итте һәм … артында үҙенән күпкә бейек булып кемдеңдер торғанын шәйләне. Көтөлмәгәнлектән албырғап «ялт» итеп тотош кәүҙәһе менән артына боролдо – берәү ҙә юҡ. Тағы көҙгөгә, тағы артына әйләнә. Ә бит кемделер ысын күрҙе! Ниндәйҙер ҙур ҡара … шәүлә ине бит. Күрҙе генә түгел, арҡаһы менән унан бөркөлгән һалҡынлыҡты һәм тағы ла ниндәйҙер шомдо тойҙо… Аҡылдан яҙыуы ошомо икән? Алйыһа әйҙә алйыһын да, исмаһам үҙ торошон аңларҙай булмаҫ! Ул арала сығып өлгөргән Андрей Петрович ҡабаландырҙы:
— Ҡәҙерлем, ҡабалан! Һиңә көҙгө нимәгә, сибәрлегеңде үҙем һайрармын!
Көҙгөләге ҡара һынды шәйләгәндән туҡылдап ярһып киткән йөрәге ыңғайына Арина ла ҡапыл ҡабаланып урынынан ҡупты һәм иргә бәрелә яҙып ҡабаланып фатирҙан сыҡты ла, тегеһенең йоҙаҡтарҙы бикләп, таянырға терһәген һуҙыуын да көтмәҫтән, аҫҡа йомолдо. Бар көсөнә тыпырсынған йөрәге алыҫтан ишетелгән набат кеүек булып ҡолаҡ төбөндә типте: гөрһ-гөрһ, гөрһ-гөрһ… Бейек тағалы итек үксәләренең баҫҡыстарға ҡағылыу-ҡағылмауын да аңламаны, һауаһыҙ бушлыҡҡа эләгеп оса-һарҡый барғандай булды. Күҙ алдына килгән күренештәр ҙә яйлатылған кинокадрҙағы кеүек үтә торҙо: бына өҫкә ҡарай махсус кейемдәге слесарь нәҙек резина торбалар һөйрәп килә, ул һынсыл ҡарашы менән баштан аяҡ һөҙөп ҡарай, унан саҡ ҡына аҫтараҡ яурындарына нимәләрҙер аҫҡан тағы шундай уҡ берәү күтәрелә. Алыҫтан ишетелгәндәй булып Андрей Петровичтың тауышы салына:
— Ҡәҙерлем, көтһәңсе!
Арина туҡтап артҡа башын бора: тегеһе лә яй ғына хәрәкәт иткәндәй. Был донъяға нимә булған?! Ҡайырылған еренән алға ҡарап та өлгөрмәҫтән баҫҡыстың бәләкәй майҙансығынаса осҡанда уйланымы был уйын Арина, әллә теге «слесарҙарҙың» һикәлтәләргә буйҙан-буйға һуҙылып шыуып төшкән Андрей Петровичтың кәүҙәһен һелкетә-һелкетә ҡат-ҡат атып, үҙен тоҡ шикелле аша атлап үтеп киткәндәрендәме? Аңлап өлгөрмәне, ҡайҙандыр ҡапыл хасил булып, бөтөн подъезды баҫып алған күбәләк көтөүе бар булмышын ялманы. Берсә өйөрмә булып өҫкә күтәрелде, берсә ҡар бөртөктәрендәй генә талғын осоп аҫҡа төштө, берсә битенә килеп ҡунды ла, берсә йылы ел булып талпынып осто улар. Таный Арина уларҙы – Сәите… Сәите менән ҡараған ожмах күбәләктәре.
Таш иҙәндә йән бирәлмай тырпырағанда ла, Арина, муйын уртаһын үтәнән-үтә тишкән утлы яраның ауыртыуын тойманы, һүнә барған ҡараштарын һаман сыбар күбәләк тубынан айыра алмай, ҡанһыҙ ирендәрен дә, инде ойоған телен дә ҡыбырлатмайса ғына: «Осороғоҙ мине, күбәләктәр, осороғоҙ…» - тип шыбырланы ла шыбырланы.
… Иртәгеһе көндө таңдан уҡ илдең бөтә телеканалдары ла билдәле сәйәсмән, Дәүләт Думаһы депутаты Андрей Петровичтың эш сәфәре менән халыҡ араһына сыҡҡанында, шундай-шундай йорттоң, шунса ҡатында билдәһеҙ киллерҙар тарафынан атып кителеүе хаҡында ҡат-ҡат һөйләне, ҡанлы баҫҡыстарҙы, туҙырашып ятҡан буш гильзаларҙы күрһәтте, тикшереүселәрҙең, тәфтишселәрҙең мәғлүмәттәрен ишеттерҙе, әммә бер ерҙә лә уның янындағы ҡыҙ хаҡында һүҙ булманы. Сөнки абруйлы шәхестең инде хәҙер кәрәкмәгән булһа ла данын тапларҙай был кәүҙә, һыуынып та өлгөрмәҫтән, депутаттың махсус хеҙмәткәрҙәре тарафынан юҡ ителгәйне инде.
Көндәр яҙға тартым. Әлегә ҡояш та ҡырыҫ, ел дә ҡырҡыу, әммә ҡайҙандыр яҙ һулышы тойола. Ҡар инде ул ҙур ҡалаларҙа былай ҙа юҡ, ергә төшөр төшмәҫтән ҡырып алып бөтөлә йә миллионлаған халыҡ һәм машиналар аҫтында ҡалып иҙелеп бысраҡ һыуға әйләнә.
… Үҙәк сквер буйлап теҙелешеп баҫҡан сибәркәйҙәр рәтен яй ғына бер үтте Сәит, ике үтте, унан бер аҙ ситтән күҙәтә бирҙе лә һәр береһенә төбәп ҡарап тағы атланы. Исемен иҫләмәһә лә, күҙҙәре зәңгәр күлдәр ише мөлдөрәгән көләкәс йәш ҡыҙҙы таныны һәм эргәһенә килде:
— Һаумыһығыҙ.
Тегеһе ынйы тештәрен йылтыратып татлы йылмайҙы:
— Сәләм. Нимә теләйһегең? Мин тулыһынса һинең ҡарамаҡта…
— Һин мине танымайһыңмы? Кем әле… исемеңде оноттом. Һин Арина, әй, Гюльчатай менән булғайның. Мин – Сәит, Гюльчатайҙы эҙләп килдем, ҡайҙа ул?
Кинәт сибәркәй ҡурҡынған ҡиәфәттә йәлп-йәлп иттереп йәбештерелгән оҙон керпектәрен ҡаҡты ла, йәһәт кенә алан-йолан ҡаранып:
— Мин һине танымайым, бер нәмә лә хәтерләмәйем һәм ундай исемдәрҙе лә тәүгә ишетәм, - тип ҡабаланып шыбырланы.
Егеттең ҡалын ҡаштары ризаһыҙ булып урталай һынды:
— Нисек тәүгә ишетәм? Гюльчатай ҡайҙа?
— Ундай кешене белмәйем… - былай ҙа ҡаҙ мамығы ише ҡалтыранған ҡыҙ, Сәит ынтылып еңенән тотоп алғас, кескәй ялтыр сумкаһы менән һелтәнә-һелтәнә сәрелдәп үк ебәрҙе, - А-а-а! Ярҙам итегеҙ! Ярҙам!
Тауышҡа тып итеп алдарына таныш йөҙ – ерән сутенер пәйҙә булды һәм юҡҡа тауыш сығарған фәхишәһен «Цыц!»- тип кенә тыйып, ҡунаҡсыл төҫ менән егеткә баҡты:
— Ғәфү итегеҙ, саҡ ҡына яңылышлыҡ килеп тыуҙы буғай. Рәхим итегеҙ, тауарҙың йәнең теләгәне: яңы мәктәп тупһаһынан сыҡҡан йәштәре, тәжрибәлеләре, тулыраҡ, ябығыраҡ, һары сәсле, аҡ, ерән…
— Гюльчатай ҡайҙа?!
Тытылдап торған «ерән» ҡапыл тынып, ҡыҫҡа ғына төҫһөҙ йөн төктәре уралтҡан аҡһыл-зәңгәрһыу күҙ шарҙарын аҡайта биреп тора ла, яһалма йылмая:
— Ундай беҙҙә юҡ.
— Була торғайны бит, мин һиңә түләйем, ҡайҙалығын ғына әйт, зинһар.
— Бик ярҙам итер инем дә, дорогой, ишеткән-белгән кешем түгел.
Был аңлашылмаған уйындан тамам түҙеме юйылған Сәит, һыңар ҡулы менән «ерән»дең яғаһынан бөрөп ала:
— Нимә һин миңә кәмит ҡораһың? Әйт йәки ошонда быуып үлтерәм!
Сутенер ҡаршылашмауын белдереп ике ҡулын өҫкә күтәрә:
— Үлтерһәң дә бер хәл дә итә алмайым, дуҫ. Беҙҙә һин теләгән тауар юҡ, алдамайым, һүҙемә ышан!
Ниндәйҙер, үҙҙәренән күпкә көслө булған һәм барлыҡтарын ялмап йотҡан ҡөҙрәтле көстән ҡурҡыуҙан телһеҙ һәм күҙһеҙ булған был мәхлүктәрҙән ысынлап та бер ни ҙә ала алмаҫына тамам ышанған егет, ҡулында сепрәк ҡурсаҡ булып йәлпелдәгән «ерән»де тағы ла бер һелкеп ситкә төртә лә, арыған, хәлһеҙ аҙымдар менән яй ғына атлап халыҡ араһына инеп юғала.
… Яҙ еҫе һауала тойола, буғай. Эйе, һауала шул. Тәрән итеп һулыш алғанда, күкрәкте өтөп ингән һалҡынлыҡта йөрәктең йәшерен ҡылдарын тирбәтеп-тирбәтеп ебәрерҙәй һиҙелер-һиҙелмәҫ кенә ағым бар. Бына шул һиҙҙерә яҙҙы…