Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
4 Декабрь 2023, 19:23
ӘҘӘБИӘТ

ЯЛТЫР ҠАП ҺӘМ ЙӘҺҮД ИР. Рәзинә Зәйнетдинова-Урманшина

Май сүлмәге тышынан билдәле, тиҙәр. Тик реклама маркетингы үҫешкән һайын, был халыҡ әйтеменең иҫкерә барыуын тойорға мөмкин.

ru.freepik.com
Фото:ru.freepik.com

Әхирәттәрем бар-бер артлы бәпәй таба башлағас, минең дә үҙҙәре менән бер ваҡытта декретта ултырыуымды теләнеләр. “Балалар бергә үҫһендәр. Аҙаҡ беҙҙең кеүек дуҫлашырҙар”, – тип тә йыш ҡабатланылар. Тик бәндә теләй, Алла бойора шул. Оҙаҡҡа һуҙылып китте. Бер мәл ҡыҙыу итеп үҙҙәренсә дауалай башланылар. “Ошо сәйҙе көнөнә бер пакетлап ҡына эс. Фәлән йырсының, әсәләре артынан сәхнәлә эйәреп йөрөгән ҡыҙы, шуны эскәс балаға уҙған икән”, – тип Өфөгә йомошо менән килгән сағында, ҡалдырып китте берәүһе. “Ярай”, – тинем дә, аш-һыу бүлмәһендә бер нисә айға бер генә асыла торған кәштәгә ҡуйып, оноттом. Иҫкә өшөрөп ҡарағанда, ҡулланыу ваҡыты уҙған ине.😄
📣💥Ҡороновирус бер мәл беҙҙең ғаиләгә лә килеп ишек шаҡыны. Ике аҙналап кеше араһына сығыу, ул осорҙа ҡәтғи тыйыла ине. Шул арҡала ирем дә вахтаһынан тороп ҡалды. Бер көндө домофондан:
–Ишегеңде ас! – тигән ҡәтғи тауыш яңғыраны. Ишекте асыуыма берәүҙең ҡулы ғына һуҙылып кереп, теге сәйҙең ишен тотторҙо.
– Аҡса бирәм! Көтөп тор! – тип ҡысҡырыуыма:
– Беҙҙән бәпес бүләге булыр! – тине ҡысҡыр-ҡысҡыра ҡыҙыу итеп атлаған подъездың ишегенә еткән әхирәтем.
– Һуң әле ул бөтөнләй юҡ бит! – тип аптырап.
– Ошо сәйҙе эс тә, эшләгеҙ! Икәү бергә саҡта йоҡлап ятмағыҙ! – Йәнә нимәлер тип фарман биргәне ишетелмәй ҡалды.
– Әхирәттәреңде тыңларға кәрәк, – тип ирем мут йылмайып ҡаршы алды.
– Ирҙең әйткәне – закон! – Шунда уҡ һыу ҡайнатырға ҡуйҙым. Үҙем шул арала составына күҙ һалам. Меңъяпраҡ, үгәй инә үләне... – Бәтәс, бында бит үҙебеҙҙең аяҡ аҫтында тапалып ятҡан үҫемлектәр ҡушылмаһы, – тип иремде саҡырам.
– Ә үҙе Европала сығарыла, – ти, был мөғжизә тыуҙырыусы сәй тураһында интернеттан уҡый-уҡый яныма килеп.
– Үләне лә юҡ бында. Саңы ғына... – тим, үтә күренмәле сәй пакетын өҫкәрәк күтәреп әйләндереп-тулғандырып ҡарап. – Нимә өсөн минең эш хаҡының өстән бер өлөшөн түләргә һуң?
– Реклама, ялтыр ҡабы өсөн, – тип көлөмһөрәй хәләл ефетем. – Бәпесте үҙемә генә эшләргә тура килер инде...
*****
💥🗣Бер нимә лә мәңгелек түгел. Быны интернет селтәрҙәрендәге ҡайһы бер сайттарҙың юҡҡа сығыуынан да күрергә мөмкин. Бер мәл күптәрҙең ҡабаттан “Бәйләнештә” сайтына “ҡайтҡанын” иҫләйһегеҙҙер. Сайт был осорҙа яңы исемдәр асты, ҡыҙыҡлы фекерҙәр менән байытылды. Бер мәл филологҡа уҡыған бер ханымдың күршеләрҙә ижад ителеп, тотош Рәсәй уҡыусыһын, кино сәнғәтен шаулатҡан әҫәрҙе уҡыуы тураһында яҙған ине. Тәнҡит-фәлән дә, фекер ҙә юҡ. Блогер булараҡ ваҡытын нисек уҙғарғанын күрһәткән. Шатланып киттем. Китап уҡыусы блогер бар тип.
📢💥💯– Бер быуатлыҡ башҡорт тарихын үҙ эсенә һыйҙырған Таңсулпан Ғарипованың “Бөйрәкәй”енә, Гөлсирә Ғиззәтуллинаның Һәҙиә Дәүләтшинаның тормош юлын сағылдырған “Һәҙиә”һенә лә шундай иғтибар бүленһә, шәп булыр ине, – тинем, хыялдарға бирелеп.
– Уларҙы уҡыманымсы, – ти был күҙ ҙә йоммай.
– Бәй, үҙебеҙҙең бестселлерға әйләнергә тейешле әҫәрҙәрҙе уҡымайынса, уның менән нисек ҡыҙыҡһынып киттең һуң? – тим, аптырауымды йәшермәйенсә.
– Реклама ныҡ эшләнде бит... Бер мәл һәр үтектән әҫәр менән автор исеме ишетелә башлағас, электрон вариантын һатып алдым.
💥💥💥 Был ике ваҡиғаны сағыштырып, байтаҡ ҡына уйлап йөрөй торғас, бер фекергә килдем. Тыуған еребеҙҙә аяҡ аҫтында тапалып ятҡан шифалы үләндәрҙең халҡы ҡәҙерен белһен өсөн, ялтыр ҡапҡа һалып, ат хаҡына һатылырға тейеш. Ә беҙҙең әҙибәләрҙең ижадына ихтыяж артһын өсөн, уларға йәһүдкә кейәүгә сығырға кәрәктер...💥💥💥

Читайте нас: