Айырым йәшәгән улының өлкән улы килеп бесән һалышып, һарайын таҙалап, утын индереп биреп ҡайтыр ине.Һуңынан 2-3 һарыҡ ҡына тотто, ҡаҙҙар алып үҫтерҙе. 87 йәшенә ҡарай улына күсеп сыҡты, күҙҙәре лә бик насарайғайны, улы менән килененең балалары ла эйәле-башлы булып бөткәндәр ине. Тик өйөнә кеше һалырға ла, һатырға ла рөхсәт итмәне. «Үлһәм, мине өйөмдә берәй кис булһа ла йоҡлатып, үҙ өйөмдә тәрбиәләп оҙатырһығыҙ», - тип балаларына әйтеп ҡуйҙы. Өйө лә шундай ине шул! Һалынғанына 50-55 йыллап ваҡыт үтһә лә һаман да балҡып, үҙенә тартып тора. Хәҙерге өйҙәрҙәге кеүек ҙур, яҡты тәҙрәләр, тәҙрә төбөндәге матур-матур гөлдәр, шау биҙәкле тәҙрә ҡорғандары был өйҙә зауыҡлы, тәрбиәле, матурлыҡ яратыусы, уны тыуҙырыусы кеше йәшәүе хаҡында һөйләй. Ауыл халҡы алдында ихтирамлы, абруйлы булып йәшәне ул. Өйөнән кеше өҙөлмәне. Тик... был тормош һин теләгәнсә генә бармай шул. Хәкимә әбей ҙә ултырған ерендә генә башы әйләнеп китеп ҡолап таз һөйәген һындырып ҡуйҙы. Дауахананан ыңғай оло ҡыҙы Сәриә үҙенә алып ҡайтты. Бына хәҙер ята үткәндәрен уйлап, хәҙергеһен барлап. Хәтере яҡшы, үткән тормошон байән итә башлаһа йотлоғоп тыңлайһың. Күпте күргән, күпте кисергән кеше шул ул, уның тормошо – үҙе тарих.
*****
–Эй, балаҡайым, яңылышҡанһың бит, - тине Ғылмитдин ҡарт ҡыҙының арҡаһынан һөйөп, - фызыуынан ҡасҡандарҙы төрмәгә ябалар бит... Ирекһеҙҙән генә ебәрҙем бит мин һине, бәләкәй һеңлең илай һинһеҙ.
–Атай, мин генә түгел, Мәһәҙей, Брәтәк ауылдарынан да бар минең менән бергә ҡасыусы ҡыҙҙар.
–Закон ҡаты бит хәҙер ҡыҙым, мирный ваҡыт түгел бит, һуғыш ваҡыты, закондар бик ҡаты бит әле, йә нишләрбеҙ инде? – атаһы бер аҙ шым ғына уйланып алды, унан тағы ҡыҙын ҡосаҡлап яратты ла, – ярай, бер аҙ йөрөп тор, ағайыңдан берәй нисек һорашырмын, шоҡаны тейгәндәй булһа кире китерһең инде, балам, - тип һөйләнеп тағы ла сбруйына йәбеште. Хәкимәнең өлкән ағаһы Сәйфетдин райкомдың аттарын ҡарай, күсер вазифаһын да башҡара. Район үҙәгендә үҙенә бәләкәй генә булһа ла бүлмә биреп ҡуйғандар, ваҡыты булһа ҡайтып әйләнә, әммә һирәк, райком уны бушатмай ҙа тиерлек. Кәләше лә үҙе менән. Кесе ағаһы Нуретдин ауылда, колхоздың да, атаһының да ауылдағы төп терәге. Улдары өсөн артыҡ борсолмай Ғылмитдин бабай, бирешкәндәй түгелдәр, үҙаллылар, туғандары, дуҫтары өсөн өҙөлөп торалар. Тик 2 ҡыҙы үҙәген өҙә...
Нуретдин ағаһы килеп инде лә һеңлеһен күреп ҡыуанысынан һөрәнләп ебәрҙе:
- О-һо. Хәкимә ҡайтҡан бит, көтмәгәйнем, - һеңлеһен күтәреп өйөрөлөп тә алды, – өҫ- баш та керегеп киткәйне, тамаҡ та туйып ҡалыр.
– Кире алып китеп бармаһалар ярай ҙа, - тине атаһы бошоноп ҡына.
- Сәйфетдин ағайым райкомда эшләй ҙә һаң, - тине артыҡ бошоноп тормай ғына Нуретдин. Ғөмүмән, шардыуан кеше ул, атаһы ла шулай ти.
– Һай, улым. улым... Һуң, ағайың бит күсер генә. Юғарылағыларҙың бойороғон бындағы етәкселәр ҙә боҙа алмай.
- Һәй,бер әмәле табылыр әле шунда, - Нуретдин һеңлеһен әйләндереп - әйләндереп ҡараны, - ябығып киткәнһең, һиңә килешә, ҡара-ҡара, әллә үҫә лә төшкәнһең инде, – тип һөйләнеп ыуарама килде. Атаһы ишетмәҫлек итеп һеңлеһенә ниҙер шыбырлап уны ҡыҙартып та алды. Белә шул ул Нуретдин ағаһы уның йөрәгенең нисек янғанын, кем өсөн өҙөлгәнен – атаһын, һеңлеһен уйлаһа ла, Зарифын да һағынып ҡайтты бит ул. Йөрәктәге ялҡынды аралар алыҫлығы ғына баҫа алмай шул! Киреһенсә ҡырҙа эшенән дә, тормошонан да һис йәм, толҡа тапманы, Зарифын һағынып йоҡлай алмай бер булды.
Бәләкәй ағаһы менән Зариф бик дуҫтар, шуға күрә ағаһы Хәкимәнең бөтә серҙәрен белә.
Бына әле лә сәй эсеп бөттө лә һеңлеһенә ишеккә ымланы ла үҙе сығып китте, Хәкимә лә уға эйәрҙе.
-Зариф ҡырҙа эштә ята. Тиҙ генә ҡайтмаҫтар, - тине лә, һеңлеһенең күңелһеҙләнеп китеүен күреп, - һинең ҡайтҡаныңды ишетһә төнөн булһа ла ҡайтып әйләнә инде ул, - тип өҫтәне.
-Ҡуй, хәбәр ебәрмә, йә эт-ҡошҡа тап булып ҡуйыр...
-Эй, шуртым булһынмы уға, урманда йөрөй-йөрөй үҙебеҙ ҡырағайланып, эт ҡайышына әйләнеп барабыҙ инде хәҙер. Хәбәр итмәһәм, эләгәсәк бит миңә, етмәһә һин кире китеп барһаң?
Хәкимә өндәшмәне. Зарифты күрмәһә, Белореттағы кеүек зар- интизар булып йөрөр...
Унда бит үҙенә күрә, кейемен дә бирәләр, норма булһа ла ашау ҙа яҡшыраҡ, ә ауылда йәшәү күпкә ауырыраҡ, тик һағына инде, һағына – ни эшләһен?
Ағаһы эшкә китте, Хәкимә өйгә инеп, һауыт-һабаны йыуырға кереште.
-Йәшерәк шул, - тип уйланы Ғылмитдин ағай, ҡыҙына ҡарап, - бирер ҙә ҡуйыр инем мин уны кейәүгә, фызыуы тип әллә ҡайҙа ебәреп ултырғансы...
Балалары уны бер ни ҙә белмәй тип уйлаһалар ҙа атай кеше барыһын да белеп-күреп йөрөй ине. Зариф Нуретдин менән өйгә килеп инһә,ҡыҙының баҙап төшөүе, Зарифтың башҡаларға һиҙҙермәҫкә тырышып, ҡыҙына ҡарап-ҡарап алыуы атай кешенең күҙенә эләкмәй буламы һуң? Үҙе лә оҡшата ул егетте: баһадир кәүҙәле, ҡурайсы. Ата-инәле бала.
Ҡайтҡанының икенсе көнөнә Хәкимә йырлай-йырлай йөрөп өйҙө таҙалап алды, атаһының, ағайҙарының, һеңлеһенең кейемдәрен йыуып киптерергә элеүгә киске аш әҙерләр ваҡыт та етте. Йүгереп сығып мунса тоҡандырҙы ла ҡул аҫтында булған ризыҡтарҙан ашарға бешерергә кереште. Ризыҡ яғы наҡыҫыраҡ булһа ла юҡ түгел. Сәйфетдин ағаһы райкомда ат ҡына ҡараһа ла үҙенән арттырып атаһына ла ярҙам итеп тора,ҡыҙҙарға күлмәклек тауар ҙа ебәргеләй, аҡса ла ебәрә. Ғылмитдин ағай тәүҙә алмаҫҡа уйлаһа ла улы ай-вайына ҡарамай һаман ебәргәс өндәшмәҫкә булды, хатта оло улы менән эстән генә ғорурланып та ҡуйҙы.
Әсәләре бик иртә ташлап китте шул уларҙы. Хәкимәнең үҙенә 10 йәш булһа, һеңлеһе Сәлимәгә 10 ғына ай ине. Әле Сәлимәгә 6 йәш . Хәкимә үҙе бәпләп үҫтерҙе инде уны.Үҙе ашатты, сәстәрен тарап үрҙе, үҙе бәүетеп йоҡлатты, кейендерҙе, сөнки атаһы менән ағайҙары эштән бушаманылар. Тәпәйгә лә үҙе баҫтырҙы һеңлеһен Хәкимә.
Унан... әллә ҡайҙан бынауы ФЗО-һы килеп сыҡты. Ул ФЗО-ға киткәс һеңлеһенең илап Хәкимәне таптырыуын Нуретдин ағаһы хатҡа яҙғайны Хәкимә үҙе төнө буйы буҫығып илап сыҡты, ҡасыуының төп сәбәбе лә ошо ине, ҡалғандары өҫтәмә генә.
Төн урталарында тәҙрә төбөндә генә сут-сут итеп һандуғас һайрап ебәрҙе. Йоҡлай алмай ятҡан Хәкимә эстән генә, - Эй, ошо ағайымды... тәки хәбәр ебәргән, - тип уйлаһа ла үҙе сикһеҙ ҡыуанды. Былай итеп уның Зарифы ғына һайрай ала! Йәһәт кенә кейенеп һөйгәне янына ашыҡты.
- Әллә әйттереп кенә алайым да ҡуяйыммы икән? – тине Зариф һөйгәнен ҡосағына алып.
- Юу-у-уҡ! Яңы 16 йәшем тулды...
-Ҡосағымда үҫерһең әле.
– Эйе һиңә лә... Үҙеңә лә саҡ 17 йәш, ЗАГС –ҡа ҡуймайҙар бит йәш тулмағас.
– Уныһын Әхтәм ағайым менән һөйләшкәйнем дә ул...
Ысынлап та Зариф Әхтәм ағаһына хәлде аңлата биреп ҡуйғайны ла ул, ағаһы асыҡ ҡына яуап бирмәне, көрһөнөп ,,әллә инде, ауыр ваҡыттар бит әле,, - тип кенә яурындарын һикертте, әммә Зариф ағаһының уның һүҙен йыҡмаясағын аңлағайны инде, тик Хәкимәһенең, үҙенең ата-әсәһенең риза булыуҙары ғына кәрәк.
Ауылда аҙна-ун көн тирәһе йөрөүгә иптәш ҡыҙҙарынан сәләм килде, атайҙары кире ебәрергә булған икән. Ғылмитдин ағай ҙа ҡыҙының кире китеүен үтенде. ФЗО-ның төрмәнән яҡшыраҡ булыуын ҡыҙына аңлатырға тырышты. Аңлай ҙа бит Хәкимә, тик һис кенә ауылын ташлап китәһе килмәй шул... Шулай ҙа китергә тура килде. Атаһы уны Брәтәк ауылына иптәш ҡыҙҙары янына илтеп ҡуйҙы. Белорет районы ФЗО №10 – һис онотмаҫ был адресты Хәкимә! Ул киткәндә һеңлеһе йоҡлап ҡалды, уяу булһа һис ебәрмәҫ ине, моғайын. Әсәһе үлгәс, атаһы өсөнсөгә әбей алып ҡараны инде, бына был һуңғы әбейе яҡшы ғына,һеңлеһен тәрбиәләшә, ағайҙарының өҫ-башын да йыуғылап ҡуя, тамаҡ бешерә – шул етмәгәнме ни? Хәкимәгә оҡшай былай, тегеләре кеүек түгел инде.
Берәүһе, тәүге алғаны, үсегеп китеп Хәкимәне яланаяҡ һыуға йүгертте, һыуыҡ ҡышҡы көндә. Ярай әле, атаһы белеп ҡалып ҡаршыһына быйма башы тотоп килде. Шулай ҙа ауырыны Хәкимә, бер өшөп, бер янып, һаташып оҙаҡ ҡына ятып алды. Ул күҙҙәрен асҡанда өйҙә теге ҡатындың эҙе лә юҡ ине инде һәм ул турала бер кем дә ауыҙ асып бер һүҙ ҙә өндәшмәне.
ФЗО-ла райондаш ҡыҙҙар күп. Брәтәк, Мәһәҙей, Яуымбай ауылдарынан килгән ҡыҙҙар бигерәк алсаҡтар, бер туған кеүектәр. Бик дуҫлашты Хәкимә улар менән, сер һөйләр, кәңәшләшер иптәштәре булды улар. Бына әле лә Хәкимә кире килгәс, улар аптырап киттеләр, сөнки улар уны кейәүгә сығыр, тип уйлағайнылар.
Түбә руднигында эш ҡайнай. «Бөтәһе лә фронт өсөн», «Бөтәһе лә Еңеү өсөн» тигән лозунг аҫтында эшләй бындағылар. Хәйер, бөтә ерҙә лә шулай инде.Хәкимәләр әле өйрәнсектәр генә, уларҙы нисек руда сығарырға, нисек тейәргә, хәүефһеҙлек ҡағиҙәләренә өйрәтәләр, паек - норма бар, өҫтә хөкүмәт биргән кейем – ә шулай ҙа ауыл һағындыра. 2 ҡыҙ ҡасып ҡайтып китте. Кире килерҙәрме, тип көттөләр, килмәнеләр, төрмәгә ултыртҡандар, тигән хәбәр ҙә ишетелмәне. Хәкимәләр тағы ҡасырға булды һәм паектарынан юлда ашарға икмәк арттырып ҡалдыра башланылар. Ҡасҡандарында август аҙаҡтары ине, шикелле. Ауылда шым ғына, урамға ла сыҡмай бер аҙ йөрөп алды, хатта Нуретдин ағаһына Зарифҡа ла әйтмәҫкә ҡушты ҡыҙ.Үлеп төрмәнән ҡурҡа ине үҙе. Сәлимәне тәрбиәләне, үгәй әсәһенә ярҙам итте, Шәмсийыһан апай уның килеүенә ҡыуанды ғына. Хәкимә кинәнеп оҙаҡ йөрөй алманы, тағы ла районға китергә тура килде.
–Береһе еткерҙеме икән әллә? – тип борсолдо атаһы, йәйләүҙән ҡайтып ҡына тора ине ул.
–Юҡтыр, – тине Шәмсийыһан апай,– йөрөгән ерҙәренән хәбәр килгәндер.
Нуретдин Хәкимәнең районға саҡыртылыуын ишеткәс, һеңлеһенә уҫал итеп ҡараны ла сығып йүгерҙе.
“Зарифҡа йүгерҙе”-Хәкимәнең йөрәге һикереп китте.
Таң менән юлға сыҡтылар. Атаһы бер ни өндәшмәй, йөҙөк ҡапҡан, тиерһең. Хәкимәне өлкән улы ҡулына тапшырҙы ла боролоп ҡайтып китте. Ҡырҙа ятып эшләй атаһы ла, аҙыҡ-түлек алырға ла, кейемен алыштырырға ғына ҡайтып киткеләй. Кисә лә шуға ғына ҡайтҡан ине. Ни эшләһен ҡыҙын алып барырға ла һуҡрана-һуҡрана 1 генә көн бирҙе бригадир Шәрәфетдин. “Башҡорт түрә булһа, сабатаһын түргә элә,” –тиҙәр, дөрөҫтөр инде. Юғиһә бергә уйнап, Иҙелдә һыу инеп, балыҡ тотоп үҫкән иптәше лә бит. Шулай ҙа Хәкимә тышҡа сыҡҡан арала улына райком етәксеһе менән һөйләшеп ҡарарға кәрәклеген әйтте. Атаһын борсолдормаҫҡа, уның алдында күҙ йәшен күрһәтмәҫкә тырышып тороп ҡалды Хәкимә. Иртәнсәк инде Хәкимә үҙенең төрмәгә ултырасағын белгәс һығылып төштө. Ни уйларға, ни ҡылырға белмәне ул. Уйларлыҡ рәте лә юҡ ине, тик мейеһен бер төрлө һүҙҙәр сүкене лә сүкене: “Бер тапҡыр ҡайтҡас етмәйме ни һиңә, ниңә икенсегә ҡасырға? Шулай булаһын белә инең бит, белә инең бит...”
Уның менән бергә килгән еңгәһе нисек тә уны ҡайғыһынан арындырырға тырышты, сәстәренән һыйпаны, йәшле күҙҙәрен үпте, йыуатты:
–Барыһы ла һәйбәт булыр, Хәкимәкәйем, зинһар тыныслан.
Хәкимәне бер генә көнгә, кейем-һалымын алып килергә, тип ҡайтарып торҙолар.
Ни булһа ла булыр, тип Сәйфетдин Хәкимәне етәләп үҙе күсер булып хеҙмәт итеүсе етәксеһенә инде. Уның ул исем – шәрифен дә белмәй ине. Тик етәксеһенең яҡшы даны бөтә районға таралған һәм уны “Иптәш Ҡасҡынбаев”, “Ҡасҡынбаев ағай” тип йөрөтәләр ине, ә хужаның үҙенә Сәйфетдин “ағай” тиеп кенә өндәште. Ҡасҡынбаев Сәйфетдинде бүлдермәй генә тыңланы. Ара – тирә генә һорау биргеләне. Аҙаҡтан оҙаҡ ҡына уйланып ултырҙы һәм:
–Тәүге ҡасҡанын беләләрме? – тиеп һораны.
–Юҡ, атайым, – бында ул турала белмәйҙәр, өндәшеп ҡуймағыҙ, - тине.
–Тимәк, миңә ярҙам итер, тип ышанып һөйләнең инде, - етәксе көлөмһөрәп ҡуйҙы, - ярай, мин тырышырмын. Сөнки үҙең яҡшы егетһең, атайыңдың хәле лә еңел түгел. Хәҙергә һеңлеңде ауылға ҡайтарма. Ана еңгәңә барып картуф ҡаҙышһын, бушап булмай. Хаҡына картуф бирермен.
–Хаҡы кәрәкмәй, тик ярҙам... – Сәйфетдин һүҙен әйтеп бөтөрә алманы, Ҡасҡынбаев уны бүлдереп:
–Ярай, ярай, барығыҙ, - тип ишеккә ымланы.
Хәкимә, ауылға ҡайтмай Ҡасҡынбаевтың ҡатынына картуф ҡаҙышты.Эштән һуң еңгәһе менән ағаһы ла килде ярҙамға. Ҡаскынбаевтың ҡатыны уларға байтаҡ ҡына картуф биреп оҙатты.
Ҡапҡа төбөндәге әскәмйәлә ултырыусы ике кешене иң алда еңгәһе күрҙе һәм:
– Кемдәр ултыра ул, Сәйфетдин, беҙҙең ҡапҡа төбөндә? – тип иренә ҡараны. Ире ынтылып ҡараны ла:
–Бәй, Нуретдин дә инде, шуны ла танымайһыңмы?- тип еңгәһенән көлөп алды, - икенсеһе Зариф шикелле, эйе шул. Нуретдин менән Зариф гел бергә йөрөй бит, - тип йылмайып һеңлеһенә боролдо. Ҡып-ҡыҙыл булып китте Хәкимә, - бәй, Зариф менән уның тураһында өлкән ағаһы ла белә икән дә... Моғайын, еңгәһе һөйләне инде.
Ул арала Нуретдин менән Зариф ҡаршы килделәр һәм Хәкимә менән еңгәһенең ҡулынан картуфлы биҙрәләрҙе алып, һөйләшеү өсөндөр инде, арттараҡ тороп ҡалдылар. Аш бешеп, сәй ҡайнауға ғына килеп инделәр улар. Улар ингәс, Хәкимә ҡаушауынан үҙен нисек тоторға, ҡулдарын ҡайҙа йәшерергә белмәй мәж килде. Нисек тә ағайҙарының, Зарифтың күҙҙәренә тәл булмаҫҡа тырышты.
Их, был күҙ йәштәре...Ниңә уның күҙҙәрен ҡаплай икән? Хәҙер, хәҙер танау буйлап ағып төшәсәк һәм уны уңайһыҙ хәлгә ҡалдырасаҡтар. Ахырыһы түҙмәне, сәбәп тапҡан булып тышҡа сығып китте, сыҡты ла һығылып төшөп тағы күҙ йәштәренә ирек бирҙе.
Зариф та сыҙаманы, Нуретдингә бер һирпелеп кенә ҡараны ла тышҡа атылды. Иңдәренән Зариф ҡосаҡлап алғас ҡына аңына килде Хәкимә. Әйләнеп, Зарифтың киң күкрәгенә башын һалды ла тағы түгелде.
–Илама, ҡәҙерлем, илама. Мин Әхтәм ағайым менән дә, атайымдар менән дә һөйләшеп килдем.Сәйфетдин ағай менән еңгәй ҙә ҡайта ауылға. Мулла менән дә килешелгән, бер юлы никах уҡытырбыҙ.
– Ә мине... мине ҡайтаралармы һуң, - Хәкимә өмөт тулы күҙҙәрен һөйгәненә төбәне.
– Әлбиттә, әтеү миңә кем менән никахлашырға һуң, Әсмәбикә әбей менән түгелдер бит? – тип уны ҡайғыһынан арындырырға теләп шаярҙы Зариф, асығын белмәүҙән эсе янһа ла.
–Хәкимә,- тип һөрәнләне еңгәһе, ишекте ҡыҫып ҡына, – сәй һыуына, инегеҙ.
–Бар, һин ин, мин саҡ ҡына һуңыраҡ инермен, - тип Хәкимә Зарифтың ҡосағынан ысҡынды.
–Тик һин, илама, йәме, миңә ышан, - Зариф инеп китте. Хәкимә бер аҙ тынысланды, ағаһының эш араһында ҡабалан ғына ярған утындарын рәтләп һала башланы, үҙе лә һиҙмәҫтән бирелеп, утын өйөргә кереште. Эшкә әүрәп, ҡайғыһы ла бер аҙ онотолоп торҙо.
Ағалары тышҡа сыҡҡанда, ул утынды өйөп бөтөп, тап-топтарын йыйыштырып та ҡуйған ине.
– Һе, үҙем өйөр инем әле, - тине Сәйфетдин, эштән сикәләре алланып, күҙҙәре нурланып киткән һеңлеһенә яратып ҡарап, - бар, еңгәң эргәһенә ин, һинең бит йүнләп ашағаның да юҡ.
Нуретдин, ауыҙы ҡолағына етеп, һеңлеһенә ҡараны. Бер аҙ төрткөләп, шаяртып та алыр ине, аҙаҡ ағаһынан эләгәсәк – һапалы, уйлап һөйләүсән, уйлап эш итеүсән Сәйфетдин өйҙәрендә атаһынан ҡала ҙур абруйлы, ауыл халҡы ла бик ихтирам итә үҙен.
Хәкимә Зарифҡа күҙ һирпеп кенә алды ла йүгереп өйгә инеп китте
–Ярай,– тине Сәйфетдин ҡустыларына, – һеҙ, һөйләшкәнсә, ауылға ҡайта тороғоҙ, ә мин райкомға киттем.
Райкомға килеп инде лә ыңғай Ҡасҡынбаевтың кабинетенә йүнәлде.Тик кабинетта кемдәрҙер ҡысҡырышып һөйләшә ине, ул ирекһеҙҙән туҡтап ҡалып, уларҙың һүҙҙәренә ҡолаҡ һалырға мәжбүр булды. Һүҙ, ахырыһы, улар тураһында бара ине.
– Етемдәр ил тулы бит, Ҡасҡынбаев иптәш. Һәр береһенә ундай ташлама яһай башлаһаҡ – ҡайҙа китә ул?. ФЗО-ла тиҙҙән кеше лә ҡалмаҫ.
– Ағаһы бик ипле, тотанаҡлы егет, беҙҙә эшләй...
– Ағаһы бер төрлө шәхес, һеңлеһе – икенсе. Ниңә ҡасырға? Тамаҡ туҡ, йоҡлар урын бар, паек бирелә, кейем бирелә – нимә етмәгән уға?
– Әсәләре юҡ уларҙың... етмәһә, бөтөнләй бәләкәй һеңлеһе бар, үгәй әсәй бер туған апайға етмәй инде.
– Ну-у... Кейәүгә генә сыҡмаһа... Ул саҡта мөмкин, уныһын үҙең дә беләһеңдер, иптәш Ҡасҡынбаев.
–Йәшерәк шул...
Был һүҙҙәрҙе ишеткәс, Сәйфетдиндең артабан ишек артында тыңлап торорға түҙемлеге етмәне. Ул, ишекте туҡылдатты ла, яуапты ла көтмәй кабинеткә инде, әллә ниҙәр әйтмәксе ине, тик түрәләрҙе, улар янындағы ят, погонлы кешене күреп ҡаушап төштө.
– Бына Сәйфетдин үҙе лә килде, - тине Ҡасҡынбаев тегеләргә ҡарап.
–Беҙ Хәкимә һеңлебеҙҙе бөгөн кейәүгә бирәбеҙ, миңә ауылға ҡайтып килергә рөхсәт итегеҙ, - тине ашығып, ҡаушауын йәшерергә тырышып Сәйфетдин.
– Нимә, әллә тышта тыңлап торҙоңмо? – погонлы уға шундай уҫал ҡараны, Сәйфетдин уның ҡарашынан сүгеп киткәндәй булды.
–Юҡ, - тине ул, нисек тә ҡаушауын йәшерергә тырышып, - әле кейәү буласаҡ егет килде, шул әйтте, беҙ риза булдыҡ, - Сәйфетдин һүҙҙәрҙе бындай урындарҙа һайлап, уйлап әйтергә кәрәклеген белә ине, хужаһынан күп нәмәгә өйрәнде ул. Күҙәтеүсән, һынап, уйлап ҡына һөйләшеүсе хужаһын да яратты,эшен дә яратып башҡара ине.
Бер аҙ ҡаштарын төйөп тәҙрәгә ҡарап уйланып торҙо ла:
–Ҡарағыҙ уны, иртәгә төшкә ЗАГС ҡағыҙы өҫтәлдә ятһын. – тип алмаш-тилмәш бөтәһенә лә ҡарап сыҡҡандан һуң погонлы кеше ишекте ҡаты ябып сығып китте.
Йөрәге ҡаты ишек тауышынан жыу-у итеп ҡалды Сәйфетдиндең.
–Яҡшы кешеме һуң, исмаһам, егете? – Ҡасҡынбаевтың һорауы уны иҫенә килтерҙе.
– Бик яҡшы, бик яҡшы. Ул ата-әсәһе менән дә, ЗАГС бюро менән дә килешеп килгән.
– Ярай улайһа, иртәгә төшкә ҡалмай кире килеп ет. Беҙҙе ауыр хәлгә тарытып ҡуйма, - тине уны оҙатып Ҡасҡынбаев. Ҡайһылай итеп квартираға ҡайтып ингәнен дә хәтерләмәй ҡалды Сәйфетдин. Уҡ кеүек атылды, килеп инде лә кәләше менән һеңлеһен бер юлы ҡосағына аймап алды һәм:
– Тиҙерәк йыйынығыҙ, ҡайттыҡ ауылға, - тип ыуарама килеп, тегеләрҙе ҡабаландырҙы.
– Әллә мин дәме? – тип ғәжәпләнеп һораны Хәкимә.
–Һин инде, кем өсөн йүгерәм һуң? Әйҙәгеҙ тиҙерәк. Иртәгә төшкөлөккә мин кире бында ҡайтып өлгөрөргә тейешмен.
Йәһәт кенә йыйынып туранан ат менән Монасипҡа елдерҙе улар. Нуретдин менән Зарифтың алдан ҡайтыуҙары ла һәйбәт булған, Әхтәм ағаһы бөтә ҡағыҙҙарҙы әҙерләп, Зарифтың ата-әсәһе менән быларҙың килеп төшөүҙәрен генә көтөп торалар ине.
Тик... ҡапыл Хәкимә ҡарышты ла китте.
– Атайымды алдырайыҡ, ағайҙар. Мин уның фатихаһын алмайынса кейәүгә сыҡмайым.
– Һин нимә, тилебәрән орлоғо ашаныңмы әллә? Йәйләүҙең ҡайһы алыҫлыҡта икәнен беләһең дә инде.
– Булһын, атайым ҡайтмаһа...
– Миңә һине төрмәнән алып ҡалыу өсөн иртәгә төшкөлөккә ЗАГС ҡағыҙын алып барып өлгөртөр кәрәк, ә атайға бөгөн төнөн ат ебәрһәк тә иртәгә кисһеҙ ҡайтып етә алмаясаҡ.
– Әй, төрмәгә китәм дә барам, - тине Хәкимә иламһырап.
Сәйфетдин һеңлеһен тәүгә күргәндәй аптырап – асыуланып уға төбәлде, ә Нуретдин:
–Әй, Хәкимә, атай үткәндә генә, – йәшерәк шул, баламды ыҙалатҡансы кейәүгә генә бирер ҙә ҡуйыр инем, – тип һөйләнеп торҙо, хәҙер “төрмә”һүҙен ишеткәс һүҙһеҙ бирәсәк, Зариф менән барып ҡайтырһығыҙ, - тип әйтте лә – бар, еңгәйгә ярҙам ит, бер юлы никах та уҡытырбыҙ, - тип һүҙен бөтөрөп, Хәкимәне мейес яғына ыңғайлатты.
***
–Дә,–тип үҙ алдына уйлана-һөйләнә атын ҡыуаланы Ғылмитдин ҡарт, – был һуғыштың осо ҡырыйы күренмәй, ней ошо арала Нуретдиненән дә хат-хәбәр юҡ, Имен генә йөрөһөн инде... Зәһәр ҙә ауыр һуғыш, бәлә төштө бит башҡайҙарына балаларҙың... Эй, бөтә илгә төштө инде һуғыштың ауырлығы... Ярай эле Сәйфетдине ут эсендә түгел, унан хәбәр килеп тора былай. Завутта эшләй Сәйфетдине, танкылар эшләйҙәр. Һуғышҡа күпме һораһалар ҙа ебәрмәнеләр оло улын, егәрле шул ул.
Ауылдан да, һуғышҡа ярҙамға тип, кемдә бар, кем бирә балдаҡ, муйынсаҡ кеүек нәмәләрҙе йыйып алдылар, кемдең аҡсаһы бар, аҡса ла бирҙеләр. Ул үҙе лә Кинйәбикәһенең төҫө итеп кенә һаҡлаған, үҙе лә Хәкимәһе менән Сәлимәһенә бүлеп бирергә уйлаған балдаҡ-йөҙөктәрҙе, муйынсаҡтарҙы бирҙе, әҙме-күпме генә булһа ла ярҙам булыр, тип. Тамсынан күл йыйыла, тиҙәр бит.
Әле Ғылмитдин Ырғыҙлыла эштә йөрөй. Аты менән ағас һөйрәй. Бына әле Монасипҡа аҙыҡ-түлек алырға ҡайтып килеүе. Алмашлап ҡайталар ауылға. Бөгөн уның сираты.
Ырғыҙлы менән Аҡбулат араһында ҡапыл ел сыҡты. Ел көсәйгәндән көсәйә барып, буранға әйләнде, етмәһә көслө итеп ҡар яуа. Тиҙҙән юл да күренмәй башланы.
–Әйҙә, әйҙә малҡай, – тип атын ашыҡтырып ҡараны бабай.тик аты буран йырып күп бара алманы. Нисек йырһын ул – иртәнән ҡара кискә тиклем ағас һөйрәй, етмәһә бөгөн юлда?
Ғылмитдин санаһынан төшөп, атын етәккә алмаҡсы булып, урынынан ҡалҡынырға уйланы. Тик көслө ел уны санаға йыға һуҡты... Ҡабат ҡалҡына алманы Ғылмитдин, тыуған Монасибына ҡайтып етә алманы ул...
Иртә менән ҡар йырып эшкә ашығыусы ике Аҡбулат ауылы кешеһе уны күреп ҡалғанда тере ине әле Ғылмитдин. Йәһәтләп район больницаһына алып барыу ҙа ярҙам итмәне, больницала йән бирҙе ул. Күҙҙәрен мөлдөрәтеп, ниҙер әйтергә ынтылып-ынтылып ҡараны, әйтә алманы, телдән ҡалғайны ... Әйтер һүҙҙәре лә үҙе менән китте...
Ул замандар башҡа ине шул, Ғылмитдинде Монасипҡа алып ҡайтып ерләү мөмкинселеге булманы... Ул Иҫке Соббханғол зыяратында ятып ҡалды...
Шәрәфетдин, ул хәбәрҙе ишеткәс, төнөн атын егеп, ике ҡыҙҙы атаһы менән хушлашырға алып барҙы, ярай әле, өлгөрөп ҡалдылар, бик үкенесле булыр ине юғиһә...
Ире үлеп ҡалғас, Шәмсийыһан апай ҡайтырға булып китте һәм кәнсәгә бригадир янына килде.
–Юҡ, – тип өҙә һуҡты Шәрәфетдин, – ҡыҙҙарын кем ҡарай? Һуғыш бөткәс ҡайтырһың әле.
–Ул һуғыш ҡасан бөтә әле ул? Осо-ҡырыйы күренмәй бит әле уның.
–Күп ҡалманы Шәмсийыһан, күп ҡалманы. Ана бит беҙҙекеләр алға китә башланы. Күпме ерҙәрҙе азат иттеләр бит инде... Хәкимәне бушатып булмай, үҙең аңлап тораһың.
–Һуң... детдомға ебәрерһегеҙ Сәлимәне, өҫтө бөтөн, тамағы туҡ булыр.
–Аңла, Шәмсийыһан, был уларға тағы ла нығыраҡ удар булысаҡ.
Ыңһарлай-ыңһарлай ғына Шәмсийыһан сығып китте. Уға һыны теймәй тороп ҡалды бригадирҙың.
...Их, Гылмитдин, Ғылмитдин... Ярҙам да итә алманым бит һиңә мин. Һуғыш ваҡыты, имеш...Гел бойорҙом да гел бойорҙом.Элеккесә эс-бауырыңа инеп бер һөйләшеп ултырманым бит...
Шәмсийыһан сығып киткәс, бригадир күңелһеҙ уйҙарға сумды, күңелен әйтеп тә аңлата алмаҫлыҡ һағыш биләне, ул тороп тәмәке ҡабыҙҙы, күҙ алдынан балалыҡ, йәшлек дуҫы китмәне, уның тормошонда ғәйебе булмаһа ла үҙен ғәйепле тойҙо.
Атаһын һуңғы юлға оҙата барғанда күҙҙәрен ҙур асып, апаһына йәбешеп ҡатып ҡалған ҡыҙ бала килеп баҫты күҙ алдына. Ирекһеҙҙән күҙҙәренә йәш тулды. Күҙ йәштәрен үҙенән үҙе йәшереү өсөн күкрәген тултырып тын алды ла тәмәкеһен һурҙы, тик күңеле баҫылманы. Күҙ алдынан дуҫы менән Иҙелдә ат йөҙҙөрөүҙәре, үҫә төшкәс ҡыҙҙар артынан сабыуҙары, бер-береһенең туйҙарында йөрөүҙәре, үҙҙәре дуҫ булғас, ҡатындарының да дуҫлашып китеүҙәре – барыһы ла бөгөнгөләй күҙ алдына баҫты.
–Их, йәшем уҙған көйө фронтҡа һорап йөрөгәнсе ауыл кешеһен ҡайғыртһам ни булды? Эш тә эш... Бойор ҙа бойор... Һалдатмы ни улар һиңә?
Эх, Ғылмитдин, Ғылмитдин... Һаҡлай алманым бит мин һине.
–Улай тимә. Йә, уйлап ҡара, унан башҡа Ырғыҙлыға кемде ебәрер инең? Өҫтән райком ҡыҫтай, план да план... Берҙән һуғыш уаҡыты, эшләрҙәй кешеләр һуғышҡа китеп бөттө, шул, кемдең әҙерәк хәле бар, эшләй инде,ҡалайтаһың, – ниндәйҙер бер эске тауыш Шәрәфетдинде аҡлап ҡуйҙы. Кәнсәгә бер-бер артлы кешеләр килеүе уны бошонҡо уйҙарынан бер аҙ арындыра төштө.
Шәмсийыһан апай оҙаҡҡа сыҙаманы, бер ай үттеме-юҡмы, кәртәләге һыйырҙы һуйҙырып, тейәп үҙенең ауылына ҡайтты ла китте. Был юлы бригадирға ла әйтеп торманы. Хәкимә, һеңлеһен ҡосаҡлап, иламаҫҡа тырышып тороп ҡалды. Уны Шәрәфетдин ҡарт атаһы үлгәндән һуң сепаратсы итеп күсергәйне. Аңлы бабай барыһында күҙ уңында тотҡандыр инде. Сепаратсы булып эшләүе уға һеңлеһен асыҡтырмаҫҡа мөмкинселек бирҙе, уларҙы аслыҡтан ҡотҡарҙы.
Малды ҡышлатыу өсөн алыҫҡа, Кәлтәгәү тигән яланға ҡыуҙылар. Хәкимә лә, һеңлеһен алып шунда китте. Был ваҡытта ул тағы ла һауынсы булып эшләй башлағайны инде. Бер ваҡыт йәйләүгә ниндәйҙер кешеләр килеп төштөләр. Ферма мөдире менән генә һөйләшеп, уға ниндәйҙер ҡағыҙҙарҙы күрһәтеп торғандан һуң, ай-вайға ҡуймай, Сәлимәне Хәкимәнең ҡулынан тартып алып, кире ҡайтып киттеләр. Үкереп илап тороп ҡалды Хәкимә. Төнө буйы һеңлеһе менән һаташып сыҡты:
–Сәлимәне, Сәлимәне бирегеҙ, ҡалдырығыҙ! Теймәгеҙ уға! – тип ырғып килде лә торҙо, килде лә торҙо... Унан устары менән ҡолаҡтарын ҡапланы, ҡолағына Сәлимәнең тауышы ишетелгәндәй тойолдо. Ул бер аҙ тынысланғансы һауынсылар уға беркетелгән һыйырҙарҙы алмашлашып тәрбиәләнеләр. Тынысланды Хәкимә яйлап, әммә бик ныҡ үҙгәргәйне . Ул һөйләшмәҫкә әйләнде, Зарифының йыр-таҡмаҡтарын көйләп йөрөүен дә ташланы, шым ғына йөрөп һыйырҙарын һауа ла аҙаҡҡы һауған һыйырының муйынынан ҡосаҡлап ниҙер шыбырлап-шыбырлап шунан һуң ғына һөтөн тапшырып балаганға инер булды. Өлкән һауынсы(һауынсыларҙың етәксеһе) Бибинур апай уның менән һөйләшеп ҡарамаҡсы булып, ул шулай һыйырының муйынынан һөйөп ниҙер һөйләп торғанда уға яҡынайҙы һәм уны тыңлап хайран ҡалып тора бирҙе лә кире боролдо. Һауынсылар уны уратып, һүҙһеҙ генә яуап көттөләр.
–Мин уны барыбер үҙемә кире аласаҡмын бит ул. Барыбер аласаҡмын. Беҙҙе бит айырырға тейеш түгелдәр. Илайҙыр инде, һеңлегенәм, сәстәренән һыйпап йыуатыусыһы ла юҡтыр инде туғанымдың...– шым ғына Хәкимәнең һүҙҙәрен ҡабатланы ла илап ебәрмәҫ өсөн ферманан сығып китте Бибинур, Ҡыҙҙар ҙа бер-береһенә ҡарашып алдылар ҙа тышҡа атланылар ...
-Ҡайҙа һуң Кәшфулла? – тип һорай ҡуйҙы.
–Эй, ҡәйнәм... Ни эшләргә лә белмәйем инде... Ҡатын алып ҡайтам, өйҙө бушат! - тип сығып китте улың... – һөйләп тә бөттө, сеңләп тә ебәрҙе килене.
–Аһ –аһ, - тип бот сапты әбей, – нишана( бар әрләү һүҙе ошо ине уның), ҡайтһын ғына әле, мин уны... - тип улына янап та ҡуйҙы һәм килененә – бер ҡайҙа ла йөрөмәйһең, тыпырсыныр-тыпырсыныр ҙа тыныр әле, - тине, сөнки улының үҙенең һүҙенән сыҡмаҫын ул яҡшы белә ине.
Ә Кәшфулла был ваҡытта Бөрйән юлында ине инде. Монасипҡа килеп төшкәйне иртә менән 3-4 көн инде Хәкимәнең өйҙә булмауын әйттеләр, кемдер берәү Бөрйән юлына осратыуын да әйткән булып сыҡты. Юҡ, Кәшфулла кеше араһында көлкөгә ҡала торған әҙәм түгел, барыбер эҙләп табып алып ҡайтыр!.. Сәмсел, ғәрсел Кәшфулла ла Бөрйәнгә китте. «Ер тишегенән булһа ла эҙләп алып ҡайтам» тип уйланы ул. Тик... Хәкимә Бөрйәндә булмай сыҡты, аңҡы-тиңке булып , ҡайҙа һуғылырға белмәй йөрөнө лә Кәшфулла кире Монасипҡа килде. «Нисек ауылға ҡайтһын ул, ҡатынына бит өйҙө бушатырға ҡушты, әлдә генә әсәһе белмәй әле» Монасипта үҙе Хәкимә менән танышҡан өйгә килде. Әмәлгә ҡалғандай, уларҙа бер һалдат ултыра ине.
–Әйҙүк-әйҙүк, - тип түргә саҡырҙы уны хужа, - маҡтап ҡына йөрөйһөң икән, хәҙер ҡоҙағыйың аш өлгөртә.
Кәшфулла, ҡулдарын йыуып , улар янына уҙып улар менән күрешеп, ашъяулыҡ янынан урын алды.
–Бына, мин һөйләгән егет ошо инде, - тип һалдатҡа боролдо Сәйфулла, - ә Хәкимә ҡайҙа һуң,ниңә инмәй?
Күрәһең, улар уны Хәкимә менән бергә ҡайта тип уйлап, аш һалып көтөп торғандарҙыр инде.
– Бөрйәндә юҡ ул, - тине Кәшфулла, - мин кире ҡайтҡандыр тиһәм...
– Әй, мин һеҙҙе таныштырманым да бит әле, бына Хәкимә һеңлекәштең бер туған ағаһы, бөгөн генә ҡайтып төштө. Хәкимә, хаты юҡ тип борсола ине.
– Бирәйем тигән ҡолона, сығарып ҡуййған юлына, тип эстән генә, эскерһеҙ ҡыуанды Кәшфулла, бына бит, рәхмәт Аллаһҡа, юлыма ағаһын сығарып ҡуйҙы.
Улар гәпләшә-гәпләшә аш ашанылар, сәй эстеләр. Унан һуң өсәүләп тышҡа сыҡтылар.
- Ух, ниндәй сафлыҡ, һауаһы һуң, һауаһы, - тип күкрәк тултырып һуланы киске һауаны өй хужаһы – Сәйфулла. Үҙе кеҫәһенән тәмәке сығарҙы.
-Һин нимә, әллә тегендә төтөндө аҙ еҫкәнеңме, бынауындай матур кисте боҙоп? – тип көлдө Хәкимәнең ағаһы Нуретдин.
-Өйрәнелде инде, берәй нисек ташлар кәрәк ине лә ул, - Сәйфулла шулай һөйләнә-һөйләнә тәмәкеһен ауыҙына ҡапты ла ҡабын Кәшфуллаға һуҙҙы.
–Ул нәмәне ауыҙға ла алған юҡ, ҡоҙа, - Кәшфулла ҡыйынһынып китте, - өйрәнеп булманы инде, һуғышта ла тартманым.
–Яҡшы, яҡшы. ҡоҙа. Мин тарттым инде. Нисауа, яҙған булһа ташлармын әле. Шунан, Хәкимә тураһында ни әйтерһең?
Кәшфулла оҡшаны Нуретдингә, ипле һөйләшә, тартмай, һуғышта гел командир булған. Бисәһе барлығын да, ниңә айырырға уйлағанын да хужа аңғартып ҡуйғайны инде.
–Ни тип әйтәһең инде, иртәгә үҙен барып күрербеҙ инде. Ҡунағыңды миңә ебәр, һеҙ үҙегеҙ ҙә күмәк бит.
Улар икәүләп Нуретдингә киттеләр. Һүҙҙәре килеште уларҙың, икеһе лә ҡайһындай мәхшәр, ут эсендә йөрөп, имен ҡайтҡан кешеләр бит. Таң атыуға Кәшфулла Хәкимә һәм уның ағайҙары, һеңлеһе тураһында, ата-әсәләренең нисек вафат булыуҙары хаҡында бөтәһен дә белә ине инде. Таң һыҙылыуға ғына йоҡлап китте ике утты-һыуҙы кискән һалдат.
–Әйҙә, - тине Нуретдин, иртәнге сәйҙе эсеп алғас, - мин кисә уның ҡайҙалығын ишеткәйнем дә, үҙеңде күреп һөйләшермен, - тип уйлағайным. Күңелгә яттың былай, әҙ ултырыр – күп һынар, тигәндәй, барып һөйләшеп ҡарайыҡ, яҙған булһа, бәлки, кейәү ҙә булырһың.
– Ә ҡайҙа һуң ул?
– Эй, бесәнселәр янында, иптәш ҡыҙҙары янында икән. Кем белә, кире уйлап та ҡуйғандыр, кейәү бик яҡшы кеше ине...
– Мин дә төшөп ҡалғандарҙан түгел – тип ҡуйҙы, Кәшфулла үпкәләгәндәй итеп.
–Шулай ҙа бит, кейәү уны 16 ғына йәшендә ФЗО-нан алып ҡалды, үҙе лә шуның арҡаһында һуғышҡа ла иртәрәк китте... Ярай, барайыҡ әле,күҙ күрер, Сәлимәне лә приюттан алыр кәрәк, апайына ғына баш баҫып үҫеп килә ине...
Кәшфулла өндәшмәне, ни әйтһен инде ул, Кинйәбай ағаһы ла ҡатындың яҙмышын уға һөйләп, яҡшы көт, тип тыҡып-тыҡып ебәргәйне лә бит.. (ред). «Тыумаған ҡолондоң ботон һындырған» кеүек булып ҡуймаһаҡ ярай ҙа бит – тип кенә уйланды борсолоп .
Колхоздың сабындары йыраҡ ҡына булып сыҡты. Бесәнселәрҙең төшкө ялға туҡтаған мәле, туғай гөрләп тора. Ҡаҙан аҫып ебәргәндәр, тирә-яҡҡа тәмле һурпа еҫе таралған. Бына бер осло күҙе Нуретдинде күреп тә ҡалды һәм туғай яңғыратып:
-Хәкимә, ағайың ҡайтҡан, - тип һөрәнләп тә ебәрҙе. Сыр-сыу килгән ҡатын-ҡыҙҙар араһынан берәү айырылып сыҡты ла бер аҙ өнһөҙ торғандан һуң:
-Ағайым!... – тип быларға ҡаршы йүгерҙе.
Йүгереп килеп ағаһының ҡосағына һыйынып, күҙ йәштәренә күмелде Хәкимә. Ул да уны йыуатманы, өнһөҙ генә сәстәренән һыйпаны, маңлайынан үпте. Эйе, әсе яҙмыш төштө уларҙың өлөшөнә, бигерәк тә һеңлеһенең өлөшөнә. Бер аҙҙан Хәкимә Кәшфуллаға күтәрелеп ҡараны. Уның күҙ ҡарашы, һин дә йөрөйһөң тағылып, тигәнде аңлата кеүек тойолдо иргә. Тик Хәкимә улай уйламаны, үҙен эҙләп килгәнен аңлап ниндәйҙер аңлашылмаған кинәнес кисерҙе ул. Ағаһынан кискә тиклем бөтөнләй айырылманы. Нуретдинде һырып алдылар, күккә сөйҙөләр, ул барыһы менән дә ҡосаҡлашып күреште, бәләкәйерәк малайҙарҙы күтәреп-күтәреп алды.Эйе, үҙ кеше ине ул ауылында. Олораҡтар Кәшфулла янына ла килеп һөйләшеп өлгөрҙөләр. Ҡайһыһы атаһын, ҡайһыһы әсәһен белә булып сыҡты, туған тейешле кешеләре лә табылды.
-Әйҙә, туған, ҡараңғы төшмәҫ элек ҡуҙғалайыҡ. Эш кешеләрен бимазалап йөрөмәйек, юл кешеһенең юлда булғаны яҡшы, – тип Кәшфуллаға өндәште Нуретдин
Кәшфулла, был ни эшләр икән, тип Хәкимәгә күҙ һалды. Ә уның ағаһының ҡулдарын тотоп, күҙҙәренә ҡарап йылмайып торғанын күргәс, еңел тын алып, улар яғына ыңғайланы.
– Беҙҙе тере ҡул ҡалдыраһың бит әле, Нуретдин ҡустым, - тине бесән эшләүселәрҙең етәксеһе Әшрәф, – бесән йыйышыуға ла шәп, тамаҡ бешереүгә лә оҫта бит әле Хәкимә.
– Ярай, ярай, һуңыраҡ килер әле, - тигән булды Нуретдин дә. Әшрәф ҡабат өндәшмәне, ни генә тиһен инде, тик бесәнселәрҙең бөтәһенең дә тигәндәй күҙе Кәшфуллала икәнен күреп, йәһәтләп уларҙы эшкә ҡуҙғалтты. Бесәнселәр, хушлашып, теләр-теләмәҫ кенә ҡуҙғалдылар.
– Олораҡ икән, - тине береһе.
–“Ҡарт ҡуйынында ҡалас бар, ҡаласынан ҡан тамыр” – тине уны йөпләгәндәй икенсеһе.
– Етер һеҙгә, - тип екерҙе Әшрәф, - хәлен белмәһәгеҙ бер асыу.
–Шулай шул, бәхетле генә була күрһен инде, балаҡай, - тип күҙ йәштәрен һөрттө Бибикамал исемле ҡатын, уға башҡалар ҙа ҡушылды. Әле генә шаулап торған туғай тынып ҡалды, шул тыныуҙан кешеләр кискә тиклем тигәндәй шым ғына, баш баҫып эшләнеләр. Эй. был һуғыш... ниҙәр генә күрмәтмәне әҙәм балаһына...
Теге өсәү ҙә ҡуҙғалды.
–Шунан, ҡарындашым, ни уйланың?
Ни тиергә лә белмәй баш баҫты Хәкимә.
–Мин һиңә көсләшмәйем, тик ризалығыңды ла уйлабыраҡ бирер кәрәк ине, хәҙер бына Кәшфулла ҡустыны ла яйһыҙ хәлгә ҡалдыраһың бит инде...
–Минең шарттарыма риза булһа... мин риза.
–Ниндәй шарттар? – тине ағаһы аптырап.
–Иң беренсе детдомдан Сәлимәне алышһын, унан тағы... мин ЗАГС-ҡа тормайым, бәлки кейәүең иҫәндер, - Хәкимәнең тауыштары ҡалтырап китте, – ул ҡайтһа, Сәлимәне алып мин кире ҡайтасаҡмын... Мин һеңлемде алыу өсөн генә һайлайым был юлды. Уны көтөргә ризаһыңмы һуң?
–Уға нисә йәш һуң?
–10 йәш тула инде...
–Ҡул араһына инә башлаған бит, үҙеңә ярҙамсы ла булыр. Мин риза, һеңлеңде иртәгәнән юллай башлаясаҡмын, - Кәшфулла ла Хәкимә ни әйтһә шуны үтәр сиккә еткәйне инде. Эстән генә, – «ҡайтмай инде ул, кем белә үлгәндер ҙә, йә плендәлер, йә дезертирҙер» – тип үҙенсә генә ҡыуанып ҡуйҙы ул.
Ә Нуретдин Кәшфулланы күҙәтеп, «аҡыллы күренә, моғайын, Сәлимәне һыйҙырыр, аҡыллылыр, һуғышта ла гел командир булған бит» - тип уйланы.
Монасипҡа барып етеп, ул-был иткәс, йәһәтләп Кәшфулланың ауылына ҡайтырға сыҡты улар.
Хәҙер инде Кәшфулланы икенсе уй борсой башланы: их, Ғәзимә генә ҡайтып киткән булһа ярар ине, бушты ғына әсәйемә аңғартып һөйләп китмәгәнмен, их, ҡайтҡан булһа ярар ине...
Ауылға эңерләтеп кенә ҡайтып еттеләр.
Ишекте асыу менән иң беренсе Кәшфулланың күҙенә Ғәзимә салынды, ул түрбашта, мейес янында киске аш йүнәтә ине булһа кәрәк. Ир йылп итеп әйләнеп Хәкимәгә күҙ һалды, тик уның борсолмауын күреп тынысланды. Ул арала тыштан әсәһе килеп инде:
–Ҡайҙа йөрөйһөң ул уттай эш ваҡытында? – әбей бик асыулы ине, - быныһы кем тағы? – тип Хәкимәгә төбәлде ул.
Бығаса Ғәзимәне һеңлеләренең береһелер, тип уйлап тороусы ҡатын тертләп китте.
Кәләше, тигән уй йүгерҙе башына. Ул ишеккә ынтылды, тик Кәшфулла уны сығып йүгермәҫ элек эләктереп өлгөрҙө һәм әсәһенә:
–Әсәй, был киленең була, - тине
–Ә был киленде ҡайҙа ҡуяһың? –әсәһе асыуынан Ғәзимә киленен уға этә биреп ҡуйҙы.
–Ярай, ҡәйнәм, мин ҡайтам. Минең өсөн тәмһеҙләшмәгеҙ, үҙем ғәйепле, – тип әйтергә көс тапты үҙендә меҫкен ҡатын һәм сәңгелдәктән балаһын алды.
–Һин түгел, һуғыш ғәйепле , килен, ай, ҡалайтайым һуң инде, үпкәләмәй, рәнйемәй генә ҡайт инде, киленкәйем, – Мөғлифә Ғәзимә килененә шул тиклем өйрәнгән ине, ирекһеҙҙән күҙенән йәштәр бәреп сыҡты.
Баш ҡалҡытып та ҡарамай, бер ҡулына балаһын, икенсеһенә төйөнсөгөн тотоп сығып китте Ғәзимә
Өйҙө бер аҙға уңайһыҙ тынлыҡ баҫты. Тик зирәк әбей хәлде ҡуйыртып торманы:
–Әйҙә, килен, төклө аяғың менән, - тип киленен түргә саҡырҙы һәм - йә, оҫталығыңды күрһәт әйҙә, киске ашты йүнәт, - тип бойороҡ биреп тә ҡуйҙы. Кәшфулла иркен тын алып,йылмайып ебәрҙе.
Күрер әле әсәһе килененең нисек аш-һыуға оҫта икәнен, яратыр уны, барыбер яратыр, сөнки уны бит улы ярата.
Яратты әсәһе киленен, бик яратты, бөтөн эшкә лә өлгөр,шул тиклем тилбер булып сыҡты килене.
Бына бит улы ла йылмайып ҡына йөрөй, килендең детдомдағы һеңлеһен дә барып алып ҡайтты.
Эй, ул детдом тигән нәмәләрен хоҙай күрһәтмәһен, һөйәк тә тире инде бахыр бала. Ярай, апайы шәп , ана фермаға эшкә лә төштө, терелтеп алыр әле. Әбей балалары һөйләмәһә лә кеше аша баланың улыныҡы түгеллеген дә ишеткәйне инде, Анауы Әптерәйҙеке икәнен белгәс, үҙе лә йәшәй алмаҫтар, имен сағында ҡайтҡаны яҡшы тиеп уйланы, тик һуң ишетте. Кисәге һаман улы ҡайтмағас, Йәмилә килененә барып сәй эсеп ҡайтты, шунда ул һөйләп һалды әле ул.
–Ҡыҫылып йөрөмә, – тип әбейҙе ҡаты ғына киҫәтеп тә ҡуйҙы. Белһә ни, ҡыҫылмаҫ та ине бит...
Ярай, хәйерлеһе шулдыр.
Өсәү ара бик татыу йәшәп китте улар. Сәлимә лә тилбер булып сыҡты. Апаһы менән еҙнәһе ферманан эштән ҡатыуға уаҡ-төйәк эште бөтөрөп ҡуя, иҙәнен дә йыуа һалып сыға, әбейгә утын индереп бирә, һөйөнөп бөтә алмай Мөғлифә әбей.
Бер көн урамда Ниғмәт ҡарт:
–Дә, ҡатындың кәттәһен эләктергән Кәшфулла, – тип торғас, етмәһә Ситдығы ҡушылып:
–Эйе, шәп ҡатын эләктергән, - тип Ниғмәт ҡартты йөптәп торғас, әллә ни эшләне лә китте: эстәре көтөрҙәшеп ни, ҡарт аҙғындар, бисәләрен һанға һуҡмай, туҡмап йәшәттеләр, хәҙер кеше бисәһенә һеләгәйҙәрен ағыҙалар, нишаналар, - тип эй һуҡранды үҙ алдына, эй һуҡранды. Былай ҙа биш ваҡыт намаҙын теүәл генә үтәп йөрөгән әбей бөтөнләй урын төбөнән төшмәҫ булып китте. Һәр намаҙының артынан Аллаһтан улы менән килененә һаулыҡ, татыулыҡ, бала- сағалы булып китеүҙәрен һораны.
Оҙаҡ йөрөнө килене бәпәй алмай. Өс йыл... Әллә Ғәзимәнең үпкәһе ебәрмәйме икән? – тип тә уйлап бөттө Мөғлифә әбей. Улай тиһәң , үҙе ғәйепле... Уны ла ғәйепләп булмай инде... Һуғыш ғәйепле барыһына, һуғыш...
3 йыл үтеүгә килененең матур ғына булып йомороланып китеүе күҙенә салынды уның.
“Эй, Раббым, теләктәремде ишеттең бит, эй, Раббым, шөкөр инде, мең-мең шөкөр”.
Ә Хәкимә, кешегә бик бәхетле булып күренһә лә,һаман тәүге ирен көтә ине. Белмәйҙәр шул уның хәлгенәләрен, эскәйендә ниндәй ут янғанын... Эшкә, һеңлеһенә генә баҫып йәшәй ул күңелен.
Ул ғынаһы тыуғас, килененең:” И-и, улғынамды минең, яралы бәхеткенәмде, - тип яратыуын ишеткәс әбей бик аптыраны, төрлөсә уйлап, үҙенсә юрап ҡуйҙы һәм килененең барып арҡаһынан яратып:
–Имен йәшә, балаҡайым, яралы булһа ла бәхетең бар. Ә һин булғанға, ейәнем тыуғанға иреңдең бәхете бөтөн. Яйлап- яйлап һинеке лә бөтәйер, киленем, - тине. Килене әйләнеп уның күкрәгенә башын һалды һәм тәүге тапҡыр ҡәйнәһе алдында күҙ йәштәренә ирек бирҙе.
–Илаһын әйҙә, күңелендәге һағыштары бөтөр, бөтмәһә лә кәмер, - тип уйланы Мөғллифә әбей, килененең сәстәрен һыйпап, арҡаһынан һөйөп.
Йылдар үтте. Мөғлифә әбейгә улының бәхете теүәлләнгән төҫлө тойолоп, ул инде килененең һуғыштан алда никахлы ире булғанлығы тураһында онотоп та ҡуйғайны инде, хәҙер инде дүртенсе балалары тыуҙы, ейәндәрен ҡарашып, улына, килененә матур кәңәштәрен биреп, тормошонан шул тиклем риза булып йәшәп ята ине ул. Тик... барыбер күп нәмәне белеп етмәгән икән әле ул. Бер көндө түр бүлмәлә ауырыҡһынып йоҡомһорап ята ине, аш бүлмәһендә улы менән килененең әрепләшкәнен ишетеп ҡолаҡ һала ҡуйҙы:
–Юҡ, ЗАГС-ҡа торабыҙ,юғиһә мин балаларға фамилиямды бирҙермәйем, атаһы тигән графа ла буш торһон әйҙә.
–Атайыбыҙ булмаған, тип уйламаҫтар, моғайын... Аңларҙар үҫә килә.
-Дүртенсегә минән бала табаһың, нисә йыл бергә йәшәйбеҙ. Хәҙер барыбер үткәндәргә кире ҡайтып булмай. Юҡ кешене лә көтә икән кеше...
– Үлде, тимәгәндәр бит, хәбәрһеҙ юғалғандар ҙа һирәкләп табыла тора...
–Ну, ҡара еңмешһең дә инде... Әҙәмдән оят.
–Уның нимәһе оят, асығын белмәйенсә, Зариф тураһында берәй хәбәр ишетмәйенсә мин барыбер ЗАГС-ҡа тормайым. Мин һиңә баштан әйттем,үҙең риза булдың бит.
–Һуң... әй, теләһә ни эшлә, әммә минең фамилияны ҡуймайһың – ныҡ асыуланды, шикелле, Кәшфулла, ишекте шартлата ябып сығып китте һәм кискә тиклем ҡайтманы. Иҫерек ине ул, бығаса ла эсештереп алһа ла иҫергәнен күргәндәре юҡ ине әле. Эсһә лә әсәһе, ҡатыны алдында аҡланып, көлөп кенә.- бөгөн нарком нормаһы эләкте,- тип кенә ҡуя торған ине, ә бөгөн инде лә аш бүлмәһенә инеп ултырҙы. Аш ҡойоп бирергә уйлаған ҡатынын екереп янынан ҡыуып сығарҙы. Кеҫәһенән бөтмәй ҡалған шешәһен сығарҙы ла стаканға һалып эсергә уйланы. Мөғлифә әбей түҙмәне,улы янына сыҡты:
–Ҡуй, балаҡайым, юҡ менән булма, түбәнгә төшкәнеңде һиҙмәй ҙә ҡалырһың, - тине әбей улының арҡаһынан һөйөп, - әйҙә урыныңа сығып ят, ыҙғышмағыҙ, балаларың үҫеп килә.
–Их, әсәй, һин дә аңламайһың... Немецте еңгән кеше бит мин... ә үҙ бисәмә һүҙем үтмәй...
–Ярай, ярай, - әжеүәләне улын Мөғлифә, тик үҙенең дә килененә шул тиклем асыуы килә, ана бит улын нимә эшләткән,хәҙер нығынды шул... – үҙем һөйләшеп ҡарармын килен менән, мине тыңлар ул...
– Ю-у-ҡ! Ауыҙыңды ла асма, әсәй, - Кәшфулла һикереп торҙо, - әйҙә, ниндәй фамилия ҡуйһа ла ҡуйһын, бала барыбер минеке бит, унан ҡыҙҙарға фамилия ла үтә мөһим түгел инде...
–Аһ-аһ, шулай булғас ниңә эсәһең? Юҡ ҡайғыңды бар итеп? – әбей улының ҡулынан шешәһен алды, –ятып йоҡла ла эш менән булыш, эш эшләһәң ҡайғы-хәсрәт һәйбәтерәк баҫыла ул.
Иртән тороуына Кәшфуллаға йәһәтләп , май , борос һалып, ҡорот иҙеп эсерҙе лә, – бар,тышҡа сыҡ, эштән күп нәмә юҡ, яҙылып китерһең, – тип улын тышҡа ҡыуаланы Мөғлифә.
Әсәһе менән һүҙләшеп торманы Кәшфулла, кейенде лә тышҡа сығып китте, тупһаға баҫыуы булды, бөтә эштәре иҫенә төштө. «Әсәйем дөрөҫ әйтә, бесәндән алда мал өйөн дә өлгөртөр кәрәк, түбәлектең башын яңыртырға ваҡыт, бер бесәнгә төшһәң...көҙ еткәнен һиҙмәй ҙә ҡалына торған.
Барыбер еңмешләнде Кәшфулла, фамилияһын баланың тыуыу таныҡлығына яҙҙыртма
– Баланың ни ғәйебе һуң? – тигән әсәһенә хатта яуап та бирмәне.
– Килен, мин китәм, - тине бер көн килененә, - Кәшфулланың һөмһөрө ҡойолоп йөрөүе иҙә мине...
–Ҡуй, ҡәйнәм, Кәшфулла ни баҫылыр әле, ЗАГС-ҡа тормағанға миңә үпкәләп кенә йөрөй бит ул.
–Нисәмә йыл шул нәмәңде һөйләйһең, әллә миместә плендә лә йөрөп яталыр, кем белә, ҡайтһа ни, балларыңды һөйрәп китер ҙә барырһың, етмәһә, шәп булып, ике бәләкәйгә шул нәмәңдең фамилияһын ҡуйғанһың, мыҡты нәмә,– һис кемгә тауышын күтәрмәгән әбейҙең асыуы тышҡа сыҡҡан ине. Ул ҡабатлап килененең һүҙен дә тыңлап торманы, төйөнсөгөн тотоп тышҡа атланы, ҡыҙында һыйыр әле, моғайын.
–Йә инде, нисәмә йыл шул ире менән ҡаңғыра. Уныһы, иҫән булып, мимес бисәһе алып ҡайтып төшһә инде, йә үлгәндер, йә пилендәлер, – тип һөйләнә-һөйләнә барып инде Мөғлифә Фәйрүзә ҡыҙына. Ҡыҙы, уның төйөнсөгөн күрҙе лә:
– Тағы ни булды, әсәй?, - тип килеп ҡулындағы әйберҙәрен алды.
– Ни булһын, килен менән ағайың һаман Загысҡа тормағандар икән, еңгәң бәпәй алғаны бирле шуның өсөн талашалар, ағайың тота ла шешәгә йәбешә,эсеп алып китмәгәйе, тип борсолам.
–Уға ниңә борсолаһың, талашырҙар ҙа туҡтарҙар әле.
–Эйәреп килмәһә, Ғәзимә лә бик һәйбәт килен ине әле. Ана хәҙер иргә барып, нисәмә балаға әсәй булып китте.
–Юҡты һөйләмә, Хәкимә еңгәм килмәһә башҡаһы булыр ине, ағайым барыбер Ғәзимә еңгәйҙе айырыр ине. Еңгәмдең күңелен китеп буш-бар әйтеп бөткәнһеңдер инде.
–Артыҡ әйтмәнем, төйөнсөгөмдө генә алдым да сығып киттем.
– Бында ла үҙең артыҡ йөрөргә яратмайһың, Ней апайымда оҙаҡ тора алмайһың, ней Фәрзәнә килен менән борсағың бешмәй китә, улай ярамай инде, әсәй, үҙеңә лә сабырлыҡ кәрәк. Бында күпме торорһоң икән, барыбер ағайыма кире китәһең бит. Кәшфулла ағайымһыҙ сыҙайһыңмы ни һин? – Фәрзәнә һөйләнә-һөйләнә самауырын яңыртып ебәрҙе. Икәүләп шым ғына ултырып сәй эстеләр. Хәсрәте күп шул Фәрзәнәнең дә. Берҙән ире ауырый, икенсенән береһенән-береһе ваҡ балалар... Әсәһе бында йөрөһә һәйбәт тә бит, эштә сағында исмаһам балалары ҡараулы. Тик әлегә тиклем әсәһе берҙә оҙаҡҡа килгәне юҡ, уҙа барһа аҙна-ун көн...
Тик Мөғлифә әбей ҡайтырға уйламаны ла. Аҙна түгел, ай үтте, йыл үтте – ҡыҙынан китмәне ул.
Ара-тирә аҙналап барып ҡалған балаларында йөрөнө лә кире ҡыҙына килде. Кейәүе үлеп ҡалғас, бөтөнләйгә ҡыҙында ҡалды. Үҙе кеүек үк йомшаҡ күңелле, алсаҡ ҡыҙында уға еңел ине йәшәүе.
Талашыр кешеһе лә юҡ, балалары ла өләсәйҙән өҙөлөп торалар. Ары-бире барып киткән арала Кәшфуллаһы ғына һуҡранып үҙенә йәшәргә саҡырып ыҙаланы, һуңынан ул да төңөлдө.
Эргә-тирәләге балаларҙы еләк-емешкә алып йөрөнө әбей, эйәреп йөрөгәндәйҙәрҙең бөтәһен дә эйәртер ине. Муйыл тирергә, оҫҡон, ҡуҙғалаҡ йыйырға алып сыҡты. Ата-әсәләре эштә, ә ул ошо балаларға ҡарауыл ине.
Шулай балаларҙы йыйып еләккә алып сыҡты бер йәйҙә. Байтаҡ ҡына йөрөп ҡайтыу яғына ыңғайланылар. Бер тау башына килеп сыҡтылар. Мөғлифә әбей аҫҡа ,күренеп ятҡан ауыл яғына ҡарағайны...йөрәге жыу итеп ҡалды – аҫта йәйрәп уның тыуған ауылы – Ҡолғанаһы ята ине.
Ул сеңләп илап ебәргәнен һиҙмәй ҙә ҡалды. Балалар шымып ҡалды.
–Өләсәй, ниңә илайһың? Ҡайтып еттек бит. – ейәнсәре Фәриҙә аптырап өләсәһенең ҡулдарынан тотоп алып, күҙҙәренә ҡараны.
–Эй, балаҡайҙарым, һеҙҙе аҙаштырғанмын бит, ана яңылыш минең тыуған ауылыма килеп сыҡҡанбыҙ. Нисек кенә кире ҡайтып етербеҙ инде?
Балалар ҙа аптырап ауыл яғына төбәлделәр, бәләкәйерәктәре сеңләп илай ҙа башланы.
–Өләсәй, - тине өлкәнерәк малайҙарҙың береһе, - Был Ҡолғана түгел, был беҙҙең ауыл.
–Ә-ә? Мин ни Ҡолғанамдың Түгәрмәһендә торам икән, тип уйлайым бит әле. Унда ла тап ошо Түгәрмә кеүек кенә ике Түгәрмә тауы бар. Эй, һағындым шул ауылымды, күрә алмай ғына үлеп китермен инде...
Ҡартайҙы шул Мөғлифә, ҡартайҙы... Зар-интизар булып ауылын һағынды...
Балаларҙың тауыштары ла кәмене, улар һөҙәгерәк ер һайлап тау түбәненә атланылар. Шым ғына алмашлашып, өләсәһен етәкләп ҡайтты улар, әйтерһең, уның үҙҙәре менән бүтәнсә емешкә йөрөй алмаҫын һиҙҙеләр. Ошо йәйҙән һуң Мөғлифә әбей ысынлап та бүтәнсә емешкә йөрөй алманы, ҡарыуы ҡайтты уның...Ҡапҡа төбөндәге эскәмйәгә сығып оҙаҡ ғ (ред.)ына ултырыр, янына йыйылған бала-сағаға уҙған ғүмер юлын һөйләр булып китте. Тик балалар уның һөйләгәндәрен әкиәт кеүегерәк ҡабул иттеләр. Сөнки 10 йәшлек кенә ҡыҙ балаға ҡайны тейеш кешеһенең ауыл аша килеп, ата-әсәһе менән килешеп, килен итергә һөйләшеп, килен буласаҡ балаға һырға һабағы ҡалдырып китеүе, кейәүе буласаҡ кешенең тау-таш аша һуҡмаҡ һалып, кәләшен күрергә килеп йөрөүе, 13 йәше тулып уҙыуға әйттереп алыуҙары уларҙың мейеһенә һыйып етмәй ине...
Әммә уның һөйләгәндәре әкиәт түгел ине. Иренең кейәүләп килеп йөрөгән һуҡмағын да иренең исеме менән “Исрафил һуҡмағы” тип атанылар. Үҙе лә, балалыҡтан сығып өлгөрмәгән, уйнап та туймаған ҡыҙ бала, килен булып төшкәс тә уйнап ыҙаланы. Ҡәйнәһе һыуға ебәрһә, донъяһын онотоп ҡырсын-таш менән уйнарға керешер ине, урамға саҡ ҡына сыҡһа ҡыҙҙар менән йүгерешер булды. Һәм ҡәйнәһе аптырап һыуҙы унан күҙ бәйләнер алдынан ташытып ыҙаланы. Юҡ, уҫал булманы ҡәйнәһе, тик киленен бала-саға итеп күргеһе килмәне, Әҙәм һүҙенән оялды, кеше күҙенән биҙрәне...
Әсәһен ерләгәндән һуң, былай ҙа әсәһенең һеңлеһендә йәшәүенә, ней үҙенең, ней ҡустыһының түрендә ултырмауына йәне көйөп йөрөгән Кәшфулла сығырынан сыҡты:
–Һин еттең, әсәйемдең башына, ЗАГС-ҡа торған булһаң ул беҙҙе ташлап китмәҫ ине. Шулай, ЗАГС-ты иҫенә төшөрөп, әҙме - күпме, ҡайғыһы онотола төшкәнсе ҡатынына һүҙ ташлап, усегә биреп йөрөнө һәм яҙылып китте. Ә бер көндө, ҡайҙа йөрөгәндер, һуң ғына ҡайтты һәм аш йүнәтеп йөрөүсе ҡатыны янына сығып, ишекте япты. Әсәһенә нимә тигәндер, әсәһе уға нимә әйткәндер – балалар белмәне, тик шул көндән һуң Кәшфулла Хәкимәгә һүҙ ташлауын ҡырҡа ташланы.
Ҡатынын бик яратты ул. Бик егәрле кеше ул үҙе. Утын-бесәне һәр саҡ әҙер, кәртә-ҡураһы төҙөк, ҡулынан килмәгән эше юҡ. Ә кәбән ҡойһа ине, ҡәләм ослаймы ни, шундай оҫта ҡоя. Берәү ҙә уның кеүек ҡоя алмай.
Һуғышта булыу, алған яралар үҙенекен итте. Уның бер аяғы һиҙелер-һиҙелмәҫ икенсеһенән ҡыҫҡа ине, яранан һуң шулай ҡалған. Маңлайын һыҙып үткән пуля эҙе ҡаштарына тура килгәнлектән, ҡаштары ялбырап үҫеп китер ине. Илай-көлә, көҙгөгә ҡарап уларын тигеҙләп алыр булды. Орден-миҙалдарын күкрәк киреп тағып та йөрөмәне. «Ҡый бит улар, ана ятып ҡалғандар күпме, тере ҡайтыуым үҙе бәхет» – тип кенә ҡуйыр ине. Тып- тыныс китте ул был донъянан. Ята-тора бер-ике ай ауырыҡһынып йөрөнө лә ... китеп тә барҙы.
Тамаҡ ашап ултырған еренән тышҡа сыҡҡыһы килеп(үлем боғаҙынан алғандыр инде) сығыуы булды – хәле бөтөп килеп тә инде:
–Хәкимә, мин китәм,– тигәс, ҡатыны уға аптырап әйләнеп ҡараны. Хәлде һиҙеп, йәһәтләп, урынына һалды.
–Ыҙалатҡан саҡтарым өсөн ғәфү ит, бәхиллегенде бир,– тип ҡатынынан ғәфү һорап өлгөрҙө ул, ҡатынының ҡулдарынан тотоп.
–Уй, Алла, балаларҙың яңы аяҡҡа баҫҡан сағы... Ҡуй, бушты һөйләп ятма, – иренә ныҡ эҫенгән Хәкимә ни эшләргә лә белмәне. Бына һөйләгән һүҙҙәре аңлашылмай ҙа башланы, 10-15 минут эсендә китеп тә барҙы Кәшфулла.
–Йә инде, минән ғәфү һораған булды бит әле. Загысҡа торманым бит, шуға ныҡ үпкәләне шул, –тип һөйләне аҙаҡ Хәкимә килендәшенә.
–Шул загыс тип ҡаңғырҙығыҙ инде, хәҙер уға ана бер ни ҙә кәрәкмәй, торһаң да булыр ине, ҡайнаға шул тиклем һәйбәт кеше булды.
–Хәл юҡ инде, үткән эшкә салауат, тием инде хәҙер. Шул ҡағыҙ, тип теше төштө бит үҙенең дә, яҡшы йәшәгәс етмәйҙер...
–Ярата ине бит ҡайнаға һине, загста тормағасың һаман ҡыҙғанғандыр инде, мәрхүм.
Йылдар үтте. Хәкимә йыл һайын иренә аяттар бағышлап, ҡөрьән аштары ашатты. Бик ғәйепле тойҙо ул үҙен ире алдында. Биш бала үҫтереп тә ЗАГС-ҡа ла тормаһын әле, үпкәләмәҫ ерҙән үпкәләрһең. Радио тыңланы, телевизор ҡараны, аят-сүрәләрҙе яҡшы белгәс, уны ауылда мулла урынына йөрөттөләр. Гәзит-журнал алдырҙы, район гәзитен бик яратып уҡыны.
Кәшфуллаһының баҡыйлыҡҡа күсеүенә лә 10 йыл үтеп китте. Бер көн шулай район гәзитен уҡып ултыра ине, таныш исем-фамилияны күреп терт итеп ҡалды. Зарифын яҙғандар! Уның Зарифын, ғүмере буйына күңелендә йөрөткән, һаман да асығын белмәүҙән йөрәген яндырған Зарифын яҙғандар. Ундай кеше юғала буламы һуң? Ҡаһармандарса һәләк булды, тигәндәр. Белоруссияла ятып ҡалған Зарифы. Ҡайһы ерҙә ерләнгәнлегенә саҡлы күрһәткәндәр! Хәкимәнең эй барып ҡәберен булһа ла күргеһе килде Зарифының. Тик балалары аңламаҫ, тип уйланы. Икенсенән Кәшфуллаһы алдында уңайһыҙ, ғәйепле кеүек тойҙо үҙен ире алдында ул үлгәс. Гәзитте матур итеп бөкләп һалып ҡуйҙы, уйҙары үткәнен байҡаһа алып уҡып-уҡып алыр булды. Унан һуң күп тә тормай Зариф тураһында ҙур мәҡәлә баҫылып сыҡты, унда инде Хәкимәнең үҙе тураһында ла яҙғандар ине. Тик исем-фамилияһы менән яҙһалар ҙа ауыл халҡы үҙҙәренең ауылында йәшәп ятыусы Хәкимә икән тип уйламаны, әҙме ни бер иш фамилиялы кешеләр. Быға Хәкимә ҡыуанды ғына. Гәзитте бөкләп тегеһе янына һалып ҡуйҙы. Эстән генә мәҡәлә авторҙарына бөткөһөҙ рәхмәт яуҙырҙы. Бына бит, яҙған булғас, 47 йыл үткәс булһа ла асығын белде.Ул рәхмәттәрҙән Белоруссия эҙәрмәндәренә лә өлөш сыҡты.
Загс-ҡа торорға тура килде Хәкимәгә Кәшфуллаһы менән.
Яңғыҙ йәшәй ине ул ваҡытта Хәкимә. Фронтовик ҡатындарына миллион аҡса сыға, тип шаулай башланылар бер ваҡыт. Буш һүҙҙер, миңә ул тиклем аҡса нимәгә ,өйөм бар, тиеп уйлаһа ла Хәкимә ҡыҙыҡһынып яңылыҡтарҙы ҡарай башланы. Дөрөҫкә оҡшай бит был хәбәр, тик нисек итеп юлларға икән, тип аптыранып алып китте. Әмәлгә ҡалғандай улы килеп инде. Улы ла, килене лә йыбанмай уның, көнөнә 2-3 төшөп әйләнгән саҡтары була. Өйөнә ингән берәүҙе лә буш сығармай Хәкимә. Ҡайһы берәүҙәр көлөп:
–Хәкимә инәйгә барһаң ашамай, эсмәй барыр кәрәк, тип тә әйткәндәр, ти. Ысынмылыр, бушмылыр был хәбәр, әммә ингән берәүҙе сәйгә ултыртырға тырыша ул. Бына әле лә улына йәһәтләп сәй ҡуйып ебәрҙе, уныһы шул арала ҡайнап та сыҡты.
–Ох, үҙемдең киленем, егәрле шул, – тип электр самауырын маҡтап ебәрҙе лә улын өҫтәл артына саҡырҙы.Әбей оҙаҡ уйлап, сурытып торманы:
–Улым, фронтауик ҡатындарына миллион аҡса сыға ти, шул дөрөҫмө икән?
–Сыға ла ул, әсәй, тик һиңә булмай шикелле ул...
–Ништәп миңә булмаһын, ти. Атайың фронтауиктаһаң.
Улы көлөмһөрәп баш сайҡаны:
–Ну, әсәй, атайым бит һиңә берәй кәрәге тейер, Загс-ҡа торайыҡ, тине, һин тыңламаның, кем ире менән Загста булған, шуларға ғына сыға. Шуға күрә артыҡ ҡыҙыҡһынманыҡ та.
Хәкимә әбейҙең бик ныҡ миллионды алаһы килеп китте:
Уй, хәҙер ҡалайтабыҙ инде, анауы хәтлем аҡсанан ҡолаҡ ҡағырбыҙ микән?
–Ну-у, суд аша теркәйҙәр, ти ул... Тик һинең барыуың кәрәк, ти. Шуға күрә һине ыҙалатып, йөрөмәҫ тә ҡуйырбыҙ, тип һөйләшкәйнек киленең менән.
–Атағатаҡ, мин әллә судҡа ғына йөрөй алмайыммы ни? Бала сағым да, йәшлегем дә ауыр заманға тура килде... Юллайбыҙ, ауыҙығыҙҙы ла асмағыҙ, алабыҙ тигәс алабыҙ. Ана бит,суд аша булһа ла алып була ,тигәндәр, тиһең бит.
–Ярай, алайһаң, киленең менән һөйләшәйем дә... Былай һәйбәт булыр ине, өйөңдөң башын быйыл берәй нисек алыштырып бирербеҙ, тип һөйләшкәйнек. Үҙебеҙҙекенән тартып-һуҙып, һинең пенсияңды бүлгесләп торғансы рәхәтләнеп, уйһыҙ эшләр инек. Ҡалананмы, ҡайҙан квартира алырға ла була шикелле ул.
–Ю-у-ҡ, атаң һалған өйҙө ташлап әллә ҡайҙа китәһем юҡ. Ошо өйөмдө тәрбиәләп бирерһегеҙ. Ныҡ әле өйөм, тағы ла бер 50 йыл торор әле.
Бына судҡа көн дә килеп етте. Унан алда бер төн йоҡлай алмай ыҙаланы Хәкимә әбей. Күҙ алдына Кәшфуллаһы килде лә баҫты, килде лә баҫты. «Йә инде, бабайғынамды ҡайһылай үпкәләткәнмен загысҡа тормай, ана бит улыбыҙ ҙа үпкәләп тора.» - шундайыраҡ уйҙар мейеһен ҡайнатты уның.
Иртәгәһен таң һарыһынан тороп намаҙын уҡыны ла Кәшфуллаһына бағышлап оҙаҡ итеп доғалар ҡылды.
Нисә йыл бергә йәшәүҙәре, биш баланы бергә тәрбиәләүҙәре тураһында справка бирҙеләр уға, ә Хәкимәгә ул ысын ЗАГС ҡағыҙынан да ҡәҙерле тойолдо. Ураған һайын, бына бит, ҡартайып, яңғыҙ ҡалғас булһа ла торорға тура килде загысҡа, ҡалай ғына бабайымды бушҡа үпкәләткәнмен, тип уйланып-һөйләнеп алыр булды.
Бирҙеләр уға ул аҡсаны, өйөн дә йүнәттереп алды, балаларына ла өлөш сығарҙы. Тик яңғыҙ йәшәүе ҡыйын булып китте лә улына күсеп сыҡты ла китте. Өйө ауыл уртаһында балҡып ултырҙы ла ҡалды...
Эй, яҙмыш... Бала сағы ауыр булһа ла Килдеғолдағы яҙмышы бик матур булды уның. Кәшфуллаһы менән 5 бала үҫтерҙеләр. Балаларынан уңды Хәкимә. Бабайы менән 4 балаһын эйәле башлы иткәйне инде, берәуһе генә ҡалғайны ҡулында. Тик шул Кәшфуллаһы менән Загс-ҡа тормауы күңелен өйкәп тик торҙо, бабайы ныҡ үпкәләп тулаған сағында, - эй, һинән ҡалып бер 10 йыл йәшәһәм инде, тигән һүҙҙәрен үкенеп уйлар булып китте. Тик бергә йәшәүҙәре тураһында справка алғас ҡына, – инде бәхиллегеңде бир бабай, риза бул, -Кәшфуллаһынан ғәфү һораны...
ЯРАЛЫ БӘХЕТ
(эпилог)
Был яҙмаларым әсәйемдең тормош юлынан алынған. Хикәйә алымы менән яҙылғас бер аҙ өҫтәүҙәрҙә,үҙгәртеүҙәр ҙә етәһелер инде.Әсәйем тураһында ла, атайым тураһында ла бик күп яҙырға була. Әлегә эпилог итеп һеҙҙең иғтибарға әсәйем мәрхүмә иҫән саҡта яҙылған, "Таң" гәзитендә баҫылған статъямды ҡуям.
ҠАҺАРМАНЛЫҒЫ АЛДЫНДА БАШ ЭЙӘБЕҘ.
Бөгөнгө яҙаһы яҙмаларым атайым, уның күргән кисергәндәре тураһында. Атайым Көмөшбаев Шәһит Исмәғил улы 1914 йылда Бөрйән районы Килдеғол ауылында тыуған. Бер туған ҡустыһы Нух ағайым һәм 3 һеңлеһе бар ине, хәҙер бөтәһе лә мәрхүмдәр инде, ауыр тупраҡтары еңел булһын. Атайымдың әсәһе Гөлйемеш өләсәйем йомшаҡ күңелле, изге бер йән эйәһе булып иҫтә ҡалған.
Бөйөк Ватан һуғышы башланғанда атайым Белорет районында эштә була һәм һуғыштың тәүге көндәренән үк, ауылына ла ҡайтып тормай, үҙ теләге менән һуғышҡа китә. Гвардия өлкән сержанты атайым Шәһит Исмәғил улы 246-сы уҡсы дивизияның 914-се полкында отделение командиры була. Төнъяҡ-көнбайыш,1-се Балтик буйы, 1-се Украина, 4-се украина фронттары составында һуғыштарҙа ҡатнаша. 4 мәртәбә яралана. Һуңғы яраны Латвияла ала. Был яранан бик оҙаҡ госпиталдә ятырға тура килә – яралары оҙаҡ уңала, барыбер бер аяғы ҡыҫҡараҡ булып ҡала. Шәбәйгәс тағы ла фронтҡа китә. Атайымдың командир булыу өҫтөнә политрук та булып йөрөүе уның аңлы, абруйлы, талапсан шәхес булыуы тураһында һөйләй.Һуғышта күрһәткән батырлыҡтары өсөн ордень-миҙалдар менән бүләкләнә. Ә һуңғы ҙур наградаға – «Ҡыҙыл байраҡ» орденына һуғыш аҙағында тәҡдим ителә.
1945 йылдың 6-сы июнендәге бойороҡ менән (пр.№0164/4) менән личный составынан 14 кеше ошо юғары наградаға эйә булып ул исемлектә атайым да була. Тик был хаҡта атайым белмәй әле.Һуғыш бөтөүгә Совет армияһы һалдаттарға ныҡ ҡытлыҡ кисерә.Атайым тағы ла хәрби хеҙмәттә тороп ҡала. Гвардия өлкән сержанты Шәһит Көмөшбаев тыуған ауылы Килдеғолға 1945 йылдың декабрь аҙағында ғына ҡайтып төшә. 1946 йылда әсәйемә өйләнә. 2 йыл үткәс кенә ҙур бүләк – награда, « «Ҡыҙыл байраҡ» ордены уны эҙләп таба.
- Орденды алғас атайың иланы, - тип һөйләй әсәйем, - шул тамуҡтан иҫән ҡайттым бит, ә күпме кеше ятып ҡалды, был орденда уларҙың да өлөшө бар. Ҡайтырмын тип, ауылымда йәшәрмен тип, әсәйемде күрермен тип уйламай ҙа торған инем, хәйер, уйларлыҡ булдымы ни? Шулай ҙа саҡ ҡына буш ваҡытым булһа, Аллаһы Тәғәләнән иҫән ҡайтарыуын һораным.
Атайым дингә битараф түгел ине, бик күп сүрәләр белде һәм беҙгә лә өйрәтә ине. Өләсәйем мәрхүмә лә намаҙ ҙа уҡыны, ураҙа ла тотто.
Атайымдың иң ҙур ғорурлығы булып «Батырлыҡ өсөн» миҙалы торҙо. Ысынлап та был миҙалға лайыҡ булыусылар уны күкрәктәренә ҙур ғорурлыҡ менән тағып йөрөгәндәр, сөнки был миҙал яуҙа батырлыҡ күрһәткәндәргә генә бирелгән.
Атайым, әсәйемә өйләнгәс, тәүҙә Ҡотан, Мәндәғол яҡтарында колхоз рәйесе, парторг булып эшләй. Һуңынан ауылға ҡайта ла колхозға эшкә төшә. Әсәйем һатыусы эшенә тотона һәм пенсияға сыҡҡансы һатыусы булып эшләй.
Һәр нәмәнең ҡәҙерен белеп,колхоздың аҙ ғына эш хаҡына, һуңыынан пенсияһына ҡәнәғәт булып йәшәне атайым. Яралары, бигерәк тә аяғы һыҙлап ыҙалатыр ине,маңлайын ҡаш буйлап һыҙып үткән пуля эҙенән ҡаштары ялбырлап үҫеп китер ине,илай-көлә уларҙы ҡырҡып алыр ине. Уның һыҙланыуҙарын әсәйемдән, өләсәйемдән, балаларынан башҡа берәү ҙә белмәгәндер, моғайын.Һыр бирергә яратманы ул, беҙҙе лә ныҡ булырға өйрәтә ине. Маҡтаныу түгел, беҙ – 5 балаһы ла эшкә шәп булдыҡ, шуға ла беҙҙе яратып, «минең гвардиям” тип кенә йөрөттө. Әсәйем менән 34 йыл бик матур, һоҡланғыс ғүмер кисерҙеләр. 1980 йылда бик иртә, 66 йәшендә генә баҡыйлыҡҡа күсте ул, 3 ейәнен, 1 ейәнсәрен генә күреп өлгөрҙө. Ә хәҙер, Аллаға шөкөр, әсәйемдең 22 ейән-ейәнсәре, 60 бүлә-бүләсәре бар. Балаларынан уңды әсәйем, һәр беребеҙ был тормошта үҙ урынын тапты. Бөтәбеҙ ҙә хеҙмәт ветераны. Ейән-ейәнсәрҙәре лә был тормошта үҙ урындарын табып, эшләп йөрөйҙәр, бына тигән иттереп донъя көтәләр.
Бүлә- бүләсәрҙәренең күбеһе мәктәп уҡыусылары – уҡыу алдынғылары. Әсәйем дә һуғыш ветеранына тиңләштерелгән тыл һәм хеҙмәт ветераны. Һуғыш бөткәнсе Иҫке Монасип ауылында Кәлтәгәү тигән ерҙә фермала эшләгән.
-Бөтәһе лә баштан үтте инде, нисек тә малды үлтермәҫкә тырыштыҡ, билбыуарҙан ҡар йырып утын-бесән ташыныҡ, бесән бөтһә уҫаҡ, йыла һөйрәр инек. Хөкүмәт беҙҙең һуғыш осорондағы хеҙмәтте юғары баһаланы.1944 йылда СССР Юғары Советының маҡтау ҡағыҙына лайыҡ булһам,1945 йылда « Һуғыш йыдарындағы фиҙакәр хеҙмәте өсөн» миҙалын һәм ҡиммәтле бүләк тапшырҙылар. Өфөгә алдынғы малсылар слётына делегат итеп һайландым, тип хәтер йомғаҡтарын һүтә әсәйем. Әсәйем тәүҙә колхозда төрлө эштәрҙә йөрөй, ә1950 йылдан 1977 йылға тиклем – пенсияға сыҡҡансы ауылда һатыусы булып эшләй. Һатып алыусылар менән яғымлы мөғәлләмә итеүе, ваҡыт менән иҫәпләшмәй эшләүе уның халыҡ араһындағы абруйын арттыра, райпо идараһы ла тырыш һатыусының хеҙмәтен юғары баһалай. «Коммунистик хеҙмәт ударнигы», «Биш йыллыҡтар отличнигы» һ.б, һ.б – әсәйемдең титулдары бихисап. Заманында фотоһы райондың почёт таҡтаһынан төшмәне. Әлеге көндә ул апайым менән еҙнәм ҡарамағында иҫке Монасип ауылында йәшәй. Беҙ уларға сикһеҙ рәхмәтлебеҙ – әсәйемде бала урынына тәрбиәләйҙәр. 88 йәшенә тиклем әсәйем яңғыҙы йәшәне, йорто«Өлгөлө йорт» исемен йөрөттө, йортонан нур, йылылыҡ бөркөлөп торҙо. Беҙ, балалары, атайымдың үлемһеҙ рухы алдында баш эйәбеҙ, ә сабыр, аҡыллы, иңдәренә төшкән ауырлыҡтарҙан бөгөлөп төшмәгән, беҙгә һәр саҡ терәк булған әсәйебеҙ менән сикһеҙ ғорурланабыҙ. Рәхмәт һиңә, әсәйем!
Атай-әсәйҙәребеҙҙең тормош юлдары беҙгә лә,киләсәк быуынға ла бик фәһемле. Беҙ илебеҙҙең азатлығы, тыныслығы өсөн көрәшкән ата-олатайҙарыбыҙҙың оло ҡаһарманлығы алдында баш эйергә, ошо гүзәл илдә йәшәй алыуыбыҙ менән уларға бурыслы икәнлегебеҙҙе аңларға тейешбеҙ. Ниндәй матур илдә йәшәйбеҙ беҙ! Илебеҙ өҫтөндә һәр ваҡыт азатлыҡ ҡояшы балҡыһын, Хоҙай беҙҙе оло ғәрәсәттәрҙән, афәттәрҙән һаҡлаһын.