ЯРАЛЫ БӘХЕТ (хикәйәт). Зәйтүнә Айытбаева
Бөтә яңылыҡтар

АЛТЫН

Салауат ӘБҮЗӘР   АЛТЫН хикәйә Зөлфиә – Мәүлиттең күҙе төшөп йөрөгән ҡыҙ. Уның да үҙенә битараф түгеллеген тоя егет, юлдары тап булышҡанда, ҡыҙ ҡараштарын йәшерә, ҡыҙарып китә. Һиҙә егет, күңелендәге ялҡын шулай ҡыҙарта уны. Ә инде ул ялҡын бер ҡабынған икән, тиҙ һүрелмәйәсәк, хатта быҫҡып-баҙлап булһа ла ғүмерлеккә ҡалыуы ихтимал әле. Баҙлап ятҡан ҡуҙҙы терелтеп ебәреү өсөн бер өрөү ҙә етә ул...

АЛТЫН
АЛТЫН

... Был эшкә мотлаҡ тотонорға кәрәк, тип уйланы Мәүлит. Бәй, ҡулдан килмәҫлек нимәһе бар уның? Борон ошо яҡтарҙа күпме кеше алтын йыуып ятҡан, тиҙәр. Һунарсы Аҙнабай ағай әйтеүенсә, Күктау буйында йәнлек аулап йөрөгәндә әүәлге шахтаға барып юлыҡҡан. Моғайын, алтын соҡоп ятҡандарҙыр, ти. Тимәк, байлыҡ аяҡ аҫтында, йыбанмай ғына эйел дә ал. Ана, ҡайһы яҡта әле, бер тракторсы баҫыуҙа ер һөрөп йөрөгәндә ат башындай алтын тапҡан, тип яҙып сыҡтылар гәзиттә. Баҫыуҙа ятҡан алтын тау-таш араһында булмаймы һуң?! Уйлап ҡараһаң, алтын ояһы ошонда инде!

Быйыл әрме хеҙмәтенән ҡайтты Мәүлит. Бер-ике аҙна байрам итеп йөрөнө-йөрөнө лә, ҡунаҡ ҡәҙере киткәс, ята хәҙер ҡайҙа барып баш тығырға белмәй. Эше булһа аптырап тормаҫ ине, ауылда кем һиңә әҙерләп ҡуйһын. Шул мал аҫырап, арлы-бирле ситкә ҡалымға йөрөп тын алып ятҡан була халыҡ. Ярай әле әсәһе иҫән. Уның үлмәктән ҡалмаҡ әҙ-мәҙ пенсияһына күҙ терәп торалар. Апаһы ла бар Мәүлиттең. Мәктәпте бөтөү менән ҡалаға китте лә, шунда кейәүгә сығып, хәҙер ҡайтып әйләнгәне юҡ. Онотҡанда бер күренеп киткән булалар. Нимә тиһең, һәр кемде үҙ мәшәҡәте, үҙ донъяһы баҫа.

Мәүлит ихатаға сығып, нигеҙе сереүҙән бер яҡҡа ҡыйшая төшкән һарайға, ҡартайған әсәһенең һалынған иңдәре кеүек өй ҡыйығына, ҡойолған тештәр шикелле рәшәткәләргә оҙаҡ ҡына ҡарап торҙо. Быларҙы йүнәтер өсөн, ай-һай, күпме көс, аҡса кәрәк. Иҫкегә иҫең китер, тиҙәр, һарайҙы ла, өйҙө лә яңынан һалыуың хәйерле...

Егет утынлыҡта һөйәүле торған балтаны алды. Уның тупаҫлығы күҙгә бәрелеп торһа ла йөҙөнә баш бармағын тигеҙеп ҡараны. Әҙәм балаһы ла ошо балта һымаҡ инде. Яңы сағында үткер, ялтырап тора, эшкә керештеме – тут баҫа, тимер-ташҡа эләгеп тупаҫлана. Сарлап тормаһаң, ҡәҙере китә уның. Ер шары зыр әйләнеп торған сар шикелле бәндәләрҙе сарлай. Шулай ашала бара, ашала бара кеше яҙмыштары... Ошо минутта, баяғы уйы тоҡанып, күңелен ләззәтле ағым солғап алды Мәүлиттең. Алтын тапһа, иң беренсе донъяһын бөтәйтәсәк. Юҡ, улай ғына түгел, ауылда беренсе буласаҡ уларҙың йорто! Шунан инде Зөлфиә менән иркен һөйләшергә лә була.

Зөлфиә – Мәүлиттең күҙе төшөп йөрөгән ҡыҙ. Уның да үҙенә битараф түгеллеген тоя егет, юлдары тап булышҡанда, ҡыҙ ҡараштарын йәшерә, ҡыҙарып китә. Һиҙә егет, күңелендәге ялҡын шулай ҡыҙарта уны. Ә инде ул ялҡын бер ҡабынған икән, тиҙ һүрелмәйәсәк, хатта быҫҡып-баҙлап булһа ла ғүмерлеккә ҡалыуы ихтимал әле. Баҙлап ятҡан ҡуҙҙы терелтеп ебәреү өсөн бер өрөү ҙә етә ул...

Ярай, былары һуңынан. Әкиәт китабынан килеп сыҡҡандай һылыу ҡыҙҙы ошондай ишелергә торған донъяға нисек баҙнат итеп алып ҡайтаһың?! Иң беренсе, бер нигә ҡарамай, йорт-ҡураны бөтәйтерлек бол йыйырға кәрәк.

Нисек алтын йыуыу тураһында интернеттан күп уҡыны Мәүлит. Бер ҡатмарлығы юҡ уның: таҡтанан улаҡ, бәләкәй генә тырма эшләп алһаң – булды. Алтын ятҡылығын табырға ғына ҡала. Ауылдан үргә китһәң, тау-таш араһынан аҙым һайын тиерлек шишмә ағып ята, шуларҙың ҡомон йыуып ҡарарға кәрәк.

Маҡсатының еп осон тапҡан кеше шикелле ҡәнәғәт йылмайып ҡуйҙы Мәүлит. Балтаһын сарлап алды, тегенән-бынан тапҡан иҫке-моҫҡо таҡталарҙы йышҡылап, интернетта күрһәтелгәнсә, улаҡ әтмәләне. Бәләкәйҙән балта-көрәк тотоп үҫкән ауыл балаһының ни ҡулы эш белә – арыу ғына килеп сыҡты уныһы. Балалар уйынсығы кеүек кенә тырма эшләүҙең бер мәшәҡәте булманы, теш урынына дүрт-биш ҡаҙаҡ ҡағып сыҡҡайны, эш тә бөттө.

 

...Иртәгәһен иртә менән тороп йөрөгән улын күреп, аптырап һораны Камила апай:

– Бәй, бәй, улым, таң менән ҡайҙа йыйындың ул?

– Эшкә, инәй, эшкә! – Бер аҙ уйланып торғас өҫтәп ҡуйҙы. – Ғүмер буйы һинең пенсийәңә ҡарап ятып булмаҫ. Донъяны рәтләргә кәрәк...

Улының эш тураһында уйлауына ныҡ ҡыуанды Камила апай. И-и, Хоҙайҙың рәхмәте, бына, улы ла үҫеп, терәк-таяныслы булды хәҙер. Берәй ипле генә ҡыҙ-ҡырҡынға юлығып, башлы-күҙле булып китһә, донъялары түңәрәкләнер, иншаллаһ!

Ниндәй эш тип тә, ҡайҙа бараһың тип тә төпсөнмәне Камила апай. Улы балалыҡтан сыҡҡан, үҙе беләлер.

– Инәй, бер-ике көндән ҡайтырмын, – тине Мәүлит. – Оҙаҡлап китһәм, көйөп-маҙар торма.

Тоҡ йөкмәп юлға сыҡҡан улының артынан ҡарап, апайҙың күҙҙәре йәшкәҙәне, ауыҙ эсенән белгән доғаларын ҡабатланы, хәйерле юл юраны.

Һа-а-ай, тәбиғәттең ниндәй урынын төйәк итергә белгән беҙҙең ата-бабалар! Тау ҙа ҡая, йылға ла шишмә, урман да ялан... Торғаны ожмах инде. Тик бына ошондай хозур донъя ҡосағында хәйерселектә йән аҫыраған халыҡты күреү эсте бошора. Нишләп улай икән? Ялҡаулыҡмы, битарафлыҡмы, әллә башҡа сәбәбе бармы? Быныһына төшөнөп етмәй Мәүлит. Ауылда көр йәшәгән бер-ике ғаилә бар барлыҡҡа. Ҡояш сығыр сыҡмаҫтан күҙ бәйләнгәнсе эштән бушамай улар. Умарта-умарта ҡортон тота, көтөү-көтөү мал аҫырай. Барыбер Мәүлит аңлап етмәй быны: йә, шул бер тамаҡ тип бөксәнлә лә бөксәнлә инде. Ана, кемдәрҙер әллә ни эш ҡырмай ғына хөрриәттә йәшәй. Улар ни, ризыҡ тулы ялғашҡа башын беренсе тығып өлгөргән үгеҙ шикелле ыбыр-сыбыр малды яҡын да ебәрмәй. Нишләйһең, заманы шул хәҙер: кем өлгөр – өҙөп-йолҡоп ҡала, кем ауыҙ асып тора – ус ялай.

Мәүлит, кеше-фәлән аяғы баҫып бармаған яҡҡа, ауылдан егерме саҡрым самаһы үргә атланы. Был тарафты малай сағынан күреп үҫте ул, атаһы иҫән ине әле, йыл һайын бесәнгә, утынға йөрөнөләр. Дуҫ-иштәре менән балыҡ тотоп, ҡуна ятҡан саҡтары ла аҙ булманы. И-и, донъяға үҙең баш, үҙең түш булып, хәстәр-хәсрәтһеҙ йәшәлгән икән.

Күктау итәгенә еткәс, ҡыуыш ҡорорлоҡ урын самаланы егет. Бисмилла итеп, эште ошонда башларға булды. Теге һунарсы Аҙнабай ағай әйткән шахта ла ошо тирәлә булһа кәрәк, Күктау буйында, тине бит. Әлбиттә, тауҙың арҡырыһы-буйы әллә нисә саҡрымға һуҙыла, ул шахтаны эҙләп йөрөүҙән фәтеүә лә юҡ. Унан Аҙнабай ағай әллә ысынды, әллә бушты һөйләй, кем белә. Хәйер, ул шахтаның Мәүлиткә ни хәжәте, иң мөһиме шарлап ағып ятҡан шишмәһе бар. Бөгөн ҡыуыш әтмәләп, арлы-бирле иткәнсе кисе лә төшөр. Иртән инде өр яңы көс менән шишмә буйын ҡапшай башларға ла була.

Арытһа ла оҙаҡ йоҡлай алмай ятты егет. Ҡыуыш алдында янған усаҡ ялҡынына текләп, әллә ниндәй уйҙарға сума ла китә. Бесәнгә барған саҡта атаһы, усаҡ төнө буйы янһын өсөн йәш ағас яғырға кәрәк, ти торғайны. Ҡоро утын гөлт итеп дөрләп яна ла бөтә шул. Йәш ағастың йәшәү өсөн көрәшеп маташыуымы был? Ә тәнеңә бер ут ҡапҡас, йә көлгә, йә торонбашҡа ҡалғансы янаһың инде барыбер.

... Шишмә ҡомона көрәк батырыуы булды, үҙ күҙенә үҙе ышанманы Мәүлит: алдында йоҙороҡ ҙурлыҡ һап-һары таш ята. Таш түгел, алтын бит был, самородок! Уны ҡулына алыуы булды, тирә-яҡ күҙ ҡамаштырғыс һары нурға мансылды, хатта уның илерткес нуры ағас япраҡтарына ҡунып емелдәшә. Ул тағы көрәген батырҙы. Ҡара, ҡара, эре-эре һары таштар килә лә сыға, килә лә сыға...

Мәүлит күҙҙәрен асты, әле күргәненең төш икәнлеген аңлап, ошо ләззәтле мәлде ҡайтарырға теләгәндәй, ҡабат йомдо. Татлы төш дауам итмәне. Шулай ҙа йылмайып ҡуйҙы егет: насар төш түгел, нимәгәлер ишара һымаҡ был.

Ҡояш күтәрелмәгән әле. Тау-таш араһында көн ғүмере ҡыҫҡа һымаҡ була шул. Күк сырағы бер тауҙан сыға ла икенсеһенең артына йәшенеп тә өлгөрә. Шуғалыр ҙа бында ҡояш ҡәҙерлерәк.

Мәүлит арлы-бирле ҡапҡылап, бер көрөшкә сәйен түңкәреп ҡуйҙы ла кәрәк-ярағын алып, шишмә буйына килде. Ҡайһы тирәнән башларға икән? Уҡығайны, алтын ҡара-көрән ҡомлоҡта булыусан. Был шишмә буйы ҡом да ҡырсын дабаһа, йәнең теләгән урында кинәнеп йыу әйҙә. Егет шишмәгә улағын йәтешләп урынлаштырҙы, бисмилла итеп, эшкә кереште. Көрәген ҡомға батырғанда, бая күргән төш шауҡымынанмы, эре-эре алтын киҫәктәре килеп сығыр һымаҡ тойолдо. Улаҡҡа бер нисә көрәк ҡом өйөп ҡуйғас, уны тырмаһы менән тарата-тарата йыуырға кереште. Ул көткән һары бөртөктәр нишләптер күренмәне. Ярай, алтын йыуыу еләк йыйыу түгел дәбаһа, тип йыуатты үҙен. Ошо йылға буйының аҫтын-өҫкә аҡтарып сыҡһа сығыр, зиннәтле хазинаны тапмай ҡуймаҫ барыбер. Кеше ҡулы теймәгән ерҙә нишләп алтын булмаһын ти?!.

Күҙ асып йомған арала ике көн үтте лә китте. Өсөнсө көнөнә, был тирәлә йүн юҡ, тип эште шишмә тамағынан башланы ул. Хитлана торғас, ниһайәт, улаҡта энә осондай ғына өс-дүрт ялтыр бөртөк күренде. Бына ул ҡөҙрәтле бөртөктәр Мәүлиттең усында ята! Бөртөк түгел, усында тотош донъяны тотоп тора һымаҡ, сөнки кешелек тормошо ошо тылсымлы бөртөктәр тирәләй әйләнә. Уның ҡөҙрәте менән бөйөк төҙөлөштәр, баш етмәҫ асыштар, ҡот осҡос һуғыш-ҡыйралыштар башлана. Был бөртөктәрҙән йәшәү менән үлем һулышы бөркөлә...

Тәүге табыш дәрт өҫтәп ебәрҙе егеткә. Тимәк, алтын бар бында, тырышлыҡ ҡына кәрәк. Алтын бөртөкләп йыйыла, тиҙәр. Йыйыр. Ни тиһәң дә, күктәге йондоҙҙарҙы хыялда сүпләү түгел был, аяҡ аҫтында ятҡан йондоҙ саңы.

Был яҡтарға кеше аяғы баҫмаҫын самалаһа ла, эш ҡоралдарын йәшереп, аҙыҡ-түлек алып килергә ауылға ҡайтты Мәүлит. Тәҙрәнән күҙен алмай көткән әсәһе, эй, ҡыуанда улын күреүгә. Аш-һыу әҙерләп, өтәләнеп тора, ауыл хәлдәрен һөйләй, әйтерһең, улы йылдар буйы әҙәм аяғы баҫмаған утрауҙа йөрөп ҡайтҡан. Иртәгә Мәүлиттең тағы китәсәген белгәс, йөҙөн болоҡһоу баҫты Камила апайҙың. Ошосор ниңәлер йөрәгем сәнсеп тора, тип тә ҡуйҙы. Уның һүҙ араһында ысҡындырған был хәбәрен әллә ишетмәне, әллә әһәмиәт бирмәне егет. Күҙ ҡырыйы менән генә булһа ла Зөлфиәне бер күреп ҡалырға ине тигән уй өйкәне уның күңелен. Ҡыҙ күҙгә салынмағас, ярай, мәңгегә китмәй ҙәбаһа, икенсе ҡайтҡанында күрер әле, тип йыуатты үҙен.

Был юлы оҙаҡҡа сығып китте Мәүлит. Ризыҡ бөтөп китһә тип, балыҡ тоторға ҡармаҡ та алды. Эшкә бер бирелеп китһә, сәме ҡуҙғала ла китә уның. Хәҙер йыш ҡайтып булмаҫын да самалай, яҡын ер түгел. Уй төбөндә, теге алтын бөртөгө шикелле, бер хыял осҡоно ла емелдәп ҡуя: бәләкәй генә өй төҙөп ҡуйғанда, ҡалай йәтеш булыр ине, һаман ҡыуышта ятып булмаҫ. Күктау шишмәһе буйына килеү менән ошо ниәтен бойомға ашырырға кереште ул. Бында буралыҡ ағас өҫкә ауып бара. Бүрәнә әҙерләүҙең бер ауырлығы булманы тиерлек. Бик үк йыуан булмаған ҡарағайҙарҙы ауҙарып, ҡайырын әрсеп, бер урынға ташый ҙа, шунда уҡ бурай бара. Көн һайын бер-ике ниргә күтәрелде шулай. Эш араһында йүкә ағасының ҡабығын ҡуптарып, шишмәнең тәрән генә урынына һалабаш һалып ҡуйҙы. Ҡыйыҡ ябырға кәрәк буласаҡ.

Аҙна үтеүгә бура әҙер ине. Өскә – дүрт метрлыҡ ыҡсым ғына өй килеп сыҡты. Хәҙер түбә, иҙән ябыр өсөн бүрәнә ярып, таҡта рәүешенә килтереп юнырға ҡала. Һалабашҡа тип әҙерләгән уҡ кеүек һөйән ағастары етерлек. Улары, бер-ике шына ҡағыу менән, шарт та шорт ярылып тора. Ботаҡһыҙ булғас, бер мәшәҡәте юҡ.

Эшләһәң эш түҙмәй, ти инәһе. Ун көн үттеме, юҡмы, бына тигән өй әҙер булды. Ҡарағай еҫе аңҡып торған өй иҙәнендә ләззәттән иҙерәп оҙаҡ ятты Мәүлит. Үҙ хеҙмәтеңдең еҫе ҡалай татлы!.. Шунда башында ҡылт итеп бер һорау тыуҙы: алтындың еҫе буламы икән?..

Өй төҙөгәндә алтын йыуыу менән әллә ни мәшәҡәтләнмәне егет. Яҡын-тирәлә генә бер-ике сәғәт самаһы соҡоноп ҡарағайны, алтын бөртөктәре күренмәгәс, аҙаҡҡа ҡалдырҙы. Бына хәҙер бөтә көстө егергә бер нәмә лә ҡамасауламай. Таң менән тора ла ҡояш тауҙар артына йәшенгәнсе шишмә буйын айҡап әллә ҡайҙарға барып сыға, күңеленә оҡшаған урында туҡтап ҡом-ҡырсын аҡтара. Улаҡ төбөндә йылтырап күренгән бөртөктәрҙе һаҡ ҡына алып, бәләкәй генә быяла һауытҡа һала, ныҡ итеп бөкөһөн тыға. Һауытта алтын бөртөктәренең артып ятмағанын белһә лә, уны әллә нисә мәртәбә алып ҡарай ҙа татлы хыялдар донъяһына сума. Шунда берәй елле генә самородок килеп сыҡһа, ә!.. Ҡояш нурында емелдәшкән бөртөктәр нуры араһында Зөлфиәнең оялыуҙан алһыуланған йөҙө сағылып үткәндәй була. Эх, белһәң ине, Зөлфиә! Икегеҙҙең бәхет бөртөктәрен эҙләп йөрөүе бит Мәүлиттең. Ул бөртөктәр тау-тау булып өйөлөп ятмай шул, берәм-берәм сүпләнә... Бәлки, самородок!.. Егет сәмләнеп тағы эшкә тотона...

 

Шулай йөрөй торғас, һиҙмәй ҙә ҡалды Мәүлит, әллә нисә йыл үтеп тә киткән. Ҡышҡыллыҡҡа ауылға ҡайтып ята ла, тағы кәсебенә сығып китә. Һуңғы арала әсәһе лә һуҡрана башланы:

– Ҡайҙа йөрөйһөң былай? Өҫ-башыңды ҡарар инең, исмаһам. Кешеләр бит балаларын: “Ана, бәрей Мәүлит килә!” тип ҡурҡыта хәҙер, – ти.

Был хәбәр егеттең бер ҡолағынан керҙе, икенсеһенән сыҡты. Ҡул һелтәп:

– Ҡуй әле, инәй, сабырлыҡтың төбө – һары алтын... – тип кенә ҡуйҙы.

Уның күҙ алдында томандар араһынан бер нур емелдәп-емелдәп китә. Бәхет нуры шулай саҡыра уны. Ул яҡтылыҡ сығанағы күренгән икән, ярты юлда туҡтап ҡалмаясаҡ, һис шикһеҙ барып етәсәк уға!

Был юлы ла ҡара көҙҙә генә ауылына ҡайтырға сыҡты Мәүлит. Һаҡал баҫҡан ирҙе урман һуҡмағында осраған һунарсы Аҙнабай ағай танымай торҙо хатта. Исемен әйткәс кенә, ағай көрһөнөп:

– Энем, һин белмәй ҙә ҡалдың инде... Әллә ҡайҙа йөрөнөң бит... – тине, әйтергәме-юҡмы тип икеләнгәндәй.

– Ни булды, ағай? – Мәүлиттең йөрәген шом биләне.

– Ни булды тип... – Аҙнабай ағайҙың һүҙ әйтергә йәпһеҙһенгәне күренеп тора, шулай ҙа һығып сығарҙы. – Инәйең... Инәйең китеп барҙы бит...

Мәүлитте йәшен атҡандай булды.

– Н-н-нисек?.. – тине ул был хәбәрҙең дөрөҫлөгөнә ышанырға теләмәй.

– Бер ай элек ерләнек, – Аҙнабай ағай йыуатҡандай егеттең яурынан ҡағып алды. – Приступ булған, тиҙәр. Ни хәл итәһең... Һиңә шылтыраттылар-шылтыраттылар, телефоның тотмай...

Мәүлит өйөнә ҡайтып тормай туп-тура зыяратҡа йүнәлде. Ҡарайып ятҡан тупраҡ өйөмө алдында кискә тиклем ултырҙы ла ултырҙы ул. Күҙҙәренән йәше сыҡтымы, юҡмы – уныһын үҙе лә белмәй. И, кеше ғүмере! Тау артынан ҡалҡып сыҡҡан ҡояш шикелле офоҡҡа барып сума. Кемдәрҙеңдер ғүмер ҡояшы балҡый, бәғзеләрҙекен болоттар ҡаплай, күҙгә лә салынмай, йылыһы ла, яҡтыһы ла булмай. Ярай, ҡояш үҙ юлын мәңге ҡабатлай, ә бәндә ғүмере ике офоҡтан ғына тора шул...

Ҡайғы яңғыҙ йөрөмәй, тип дөрөҫ әйтәләр икән. Ҡайтып бер-ике көн торғас, Зөлфиәнең кейәүгә сығып, ҡалаға китеүен ишетте Мәүлит. Күңел күген нурлап торған ике ҡояшы бер юлы селпәрәмә килеп ҡойолоп төштө лә ялтырауыҡ саңы донъяға һибелде. Ул бөртөктәрҙе хәҙер бер нисек тә йыйып булмай...

Яҙ еткәнсе аңҡы-тиңке булып өйөндә ятты ир. Ятты тип, күрше-тирә ауылдарға сығып, тамаҡ хаҡына ялланып эшләп тә алды. Ҡояш ҡайнарлығы арта барған һайын уның күңелендә һүрәнләнеп ҡалған теге өмөт сатҡыһы ла нығыраҡ баҙларға кереште.

Ер ҡарҙан әрселеп бөттө тиерлек. Иртәгә Күктау буйына ҡуҙғалырға, тип ихатала кәрәк-ярағын йыйыштырғылап торғанда, ҡапҡа тапҡырына ят машина килеп туҡтаны ла бер ир күренде. Уны шундуҡ таныны Мәүлит: әрмелә хеҙмәт иткәндә яҡын дуҫына әйләнгән Ҡырмыҫҡалы егете Сабир ине. Ҡара, тамсы ла үҙгәрмәгән. Инеүсе, ниҙәндер шикләнгәндәй тирә-яғына ҡаранып, иҫәнләшкәс:

  • Мин Мәүлит тигән кешене эҙләп килгәйнем, – тине.
  • Мин! – тине Мәүлит уңайһыҙланып. – Танымайһыңмы?..

Алдында торған һаҡаллы ирҙең Мәүлит икәнен төҫмөрләгәс, ҡолас йәйеп ҡосаҡлап алды Сабир.

  • Ну, малай!.. Һин нимә, Робинзонға әйләндеңме әллә? – тип шапылдатып арҡаһынан ҡаҡты.
  • Шула-ай... – тип һуҙҙы Мәүлит һүҙенә ниндәйҙер мәғәнә һалып.
  • Минең өсөн донъя бер утрауға ҡалып бара шикелле...

Дуҫының һағышлы йөҙөн, моңһоу ҡарашын күргән Сабир уны тағы ҡыҫып ҡосаҡлап:

  • Ҡуй әле, дуҫ, һинме һуң бирешә торған кеше! – тип йыуатҡандай һөйләнде. – Бына, ғаиләм менән һинең тыуған яғыңды күрергә килеп сыҡтыҡ. Армияла, беҙҙең яҡтың тәбиғәте торғаны ожмах, тип маҡтана инең бит. Дөрөҫ икән!

Шунда ғына Мәүлит машина яғына ҡараш ташлап, тәҙрә аша йылмайып торған ҡатын менән ҡыҙ баланы шәйләне. Ул ни эшләргә белмәгән кешеләй берсә өйгә, берсә Сабирға күҙ һирпеп:

  • Күреп тораһың... Хәбәр иткән булһаң... – тип ауыҙ эсенән мығырланы.

Хәлде шундуҡ төшөндө шикелле Сабир:

  • Киттек, алып бар беҙҙе тәбиғәт ҡосағына, – тип дуҫын ҡыҫтай ҙа башланы.

Улар йылға ярына барып ултырҙы. Күҙ асып йомған арала Сабирҙың ҡатыны ашъяулыҡ йәйеп ебәрҙе, әллә күпме ризыҡ теҙеп ҡуйҙы. Йөҙөнән йылмайыу китмәгән дуҫына ҡарап, һаман шул бошона белмәҫ Сабир икән, тип уйланы Мәхмүт. Һыу эргәһенән китә белмәгән күбәләктәй ҡыҙы ла үҙенә оҡшап көләс йөҙлө. Былар илап түгел, йылмайып тыуғандыр был донъяға!..

  • Һөйөклөм, беҙ бынау яланда йөрөп киләбеҙ, йәме, – тине Сабирҙың мөләйем ҡатыны ҡыҙын етәкләп.
  • Ярай, ҡәҙерлеләрем минең! – Сабир ҡыҙының башынан һыйпап, ҡатынының сикәһенән үбеп алды. – Барығыҙ, тик һаҡ йөрөгөҙ, зинһар!

Улар киткәс, дуҫының хәл-әхүәлен һорашыуҙы килештермәне шикелле Сабир, бәлки, Мәхмүттең дә теле асылыр типмелер, үҙе тураһында һөйләне:

  • Армиянан ҡайтҡас та өйләндем. Ғаиләле булғас, ояһыҙ булмай. Яйлап өй һалдыҡ, ҡыҙыбыҙ тыуҙы. Арендаға ер алып, мал-тыуар үрсеттек, хәҙер ферма тотабыҙ. Тормош үҙ көйө менән бара шулай. – Сабир, һин һуң нисек, тигәндәй, дуҫына һораулы ҡараш ташланы. Нимә тиһен Мәхмүт? Алтын эҙләнем, тиһенме? Өндәшмәне, ҡул ғына һелтәне.

Әрме мажараларын хәтерләп байтаҡ ултырҙы улар. Ул арала Сабирҙың ҡатыны менән ҡыҙы күренде. Офоҡҡа тәгәрәп барған ҡояш нурында ҡойоноп, һирәк-мирәк иҫеп ҡуйған йылы елгә толомдарын бәүелтеп яландан килгән әсә менән ҡыҙ бәхетле йылмая ине.

  • Ана, минең алтындарым килә! – тип Сабир уларға ҡаршы атланы.

Ҡараңғы төшмәҫ элек ҡайта һалайыҡ, тип улар юлға йыйынды. Машина күҙҙән юғалғансы ҡарап торҙо Мәүлит, шунан йылға буйына барып сүгәләне. Талғын ғына аҡҡан һыуға текләп, оҙаҡ ултырҙы ул. Йылға аға ла аға... Аға ла аға... Түш кеҫәһенәндә йөрөткән быяла һауытты алып, энә осондай ғына алтын бөртөктәрен усына ҡойҙо. Уның күҙҙәренә йәш төйөлдө. Гүйә йылтыр туҙанға әйләнгән бәхете бәләкәй генә саң өйөмө булып үҙенең усында ята. Ҡасандыр күңел илертеп емелдәшкән бөртөктәр, ҡапыл ғына тоноҡланып, ҡөҙрәтен юғалтҡан ине. Мәүлит усындағын йылғаға һипте лә ауыл яғына атланы. Йылға төбөнә сумған бөртөктәр байып барған ҡояшта сағылып, ымһындырғыс нурҙар менән емелдәп ятып ҡалды...

Автор:Салават Абузаров
Читайте нас в