Бер ҡараһаң, бер ниндәй тәртип юҡ кеүек, ә ысынында иһә һәр кеше үҙ эше менән мәшғүл бында. Кем трибунаны рәткә китерә . кем аттарын сабышҡа әҙерләй , кем колхоз тирмәһен ҡора...
Шулар араһында беҙ ҙә ҡыжмырлайбыҙ.
Бөтә ерҙә байрам алды кәйефе аңҡып тора , кемделер мәрәкәләйҙәр, көлөшәләр. Етәкселәр етди ҡараштар менән әҙерлек барышын тикшерәләр.
Бына беҙҙең тирмә әҙер булды, ниһайәт. Халыҡ ҡайтырға йыйына башланы. Бына ошо моментта бер һорау килеп тыуҙы- кем ҡала һаҡсы булып? Былтыр милиция һаҡлай тип берәүҙе лә ҡалдырмай ҡайтып киткәйнек, әллә күпме әйберҙәр "аяҡланғайны".
Күҙҙәр миңә төбәлгән. Мин :
- Юҡ, йылда мин буламмы ни, минең дә матур итеп кейенеп килеп, байрам ҡарап йөрөгөм килә, тиһәм дә, беҙҙең ҡатындар беҙҙе нисек ризалаштырға беләләр- һындырҙылар тәки мине.
Ярай , ҡалдым. Минең дуҫ Фәрғәт, күрше тирмәгә барып , тегендәге ҡалған егеткә , миңә төртөп нимәлер һөйләне лә машинаға кереп ултырҙы. Миңә күҙ ҡолаҡ булһын тигәндер инде тип уйланым инде мин, рәхмәт төшкөрө дуҫ, мине ҡайғырта...
Ярай, ҡайтып киттеләр, ҡояш та байыу яғына ыңғайланы. Мин дә , тирмә эсендәге балаҫтарҙы түшәп , бер одеялды ябынып, әүен баҙарына китеп бара инем:
- Иншар ағай, балтаңды биреп тор әле , иртән бирермен , йәме, беҙҙекеләр алып ҡайтып киткән, тип ишек төбөндә күрше тирмәнән Ибраҡай егете тора.
-Мин яттым бит инде, кереп ал, ана, теге яҡта ята , тигәйнем:
- Юҡ ағай, үҙең генә тороп алып бир инде, инмәйем тирмәгеҙгә... -ти бит был суҡынған. Ярай , торҙом, балтаны алып барып тотторҙом. Теге китәм генә тигәндә, ҡапыл балтаның һабынан кире тотоп алып:
- нишләп ҡурҡаһың , ҡустым, керһәң, бер бәләкәй эсәбеҙ тиһәм? Теге сәпсим ҡалтырай башланы.
-Инәр инем, ағай теге Фәрғәт ағай һеҙҙе саҡ ҡына тамаҡ сылатһа, маньяк кеүек ҡылана , беҙҙең тирмәне урап үтегеҙ, бер бер хәл булып ҡуймаһын , бүтәндәргә лә әйт, йәме,тип әйтте,-тине лә балтаны тартып тигәндәй алып йүгерә атлай үҙ тирмәһенә йүнәлде. Мин эсемде тотоп көлдөм дә, өшөмәҫкә теге "бәләкәй"ҙән уртлап,уранып йоҡларға яттым... Ысынлап , теге байрамды алдан башлап ебәргән һаҡсылар ҙа, хатта милиция егеттәре лә, бутән йылдарҙа эсеп, тәртип боҙоусылар юҡмы тигән булып , биш кереп биш сығып йөрөгән кешеләр, бер тапҡыр ҙа маҙаһыҙлап йөрөмәйнеләр, рәхәтләнеп йоҡланым. Ибраҡай егете бөтәһен дә иҫкәртеп сыҡты, ахыры...
Иртән иртүк килеп еткән беҙҙең машина. Фәрғәт дуҫ :
- нихәл, брат, тәртипме?- тигән була , нәғәләт.Һуғыуҙан саҡ үҙемде тотоп ҡалып :
- Рәхмәт инде , тирмәгә кереү түгел , урап үттеләр , һинең иҫкәртеүҙе белеү менән - тигәйнем , байрам бөткәнсе яҡын килергә ҡурҡып йөрөнө.
Теге Ибраҡай егете лә, таң атҡас, балтаны тирмә ишеге алдына һалып киткән. Ҡурҡыныс бөттө, төн үткәс, тигәндер инде, бахыр.