Бына шул кәрәк тә, һиңә! – тип ултырырға терәлеүе лә булды, ултырғысы тирелеп иҙәнгә ҡолап барып төштө. Ултырғысы күптәнән эшлектән сыҡҡайны. Рәткә килтерергә сүкеш, тағы ни бары биш-алты сөй кәрәк булыр ине. Тик был ярты сәғәтлек эш өй хужаһының бер уйына инеп тә сыҡманы. Утыҙ биш йәшлек, типһә тимер өҙөрлөк, йәш ир тора һалып китергә ашыҡманы. Ҡаҡ иҙәнгә бәрелгән башының күбеп сыҡҡан урынын һыйпай-һыйпай иҙәнгә уңайлабыраҡ ятып өй эсенә күҙ йөрөттө. Ҡараштары унда-бында ятҡан тәмәке төпсөктәренә, шырпы ҡаптарына, эреле-ваҡлы хәмер шешәләренә, аҙыҡтары бушатылған тапалып йәмшәйгән полиэтилен һауыттарына, ҡалаҡтарға, керләнеп бөткән ҡулъяулыҡҡа төштө. «Ана, тегендә ҡун, урының шуда-а!» – тип сикәһенә ҡунаҡлаған себенде ҡыуҙы ла, ары күҙәтеүен дауам итте. Сығарып түгеүсеһе булмағас, ашлы һыу биҙрәһендәге һыу ашып-ташып иҙәнгә йәйелгән. Өҫтәлгә һауыт-һаба тулған...ниндәйе генә юҡ...Газ плитәһе күптәнән таҙартылмаған.Тәҙрәнең аҫҡы өлгөһөнә яҫтыҡ тығылған. Кисә генә дуҫтары һүҙгә килеп ҡаңғырышҡанда ярылып төшкәйне. Әлеге лә баяғы шул енле Басирҙың әтәсләнеүенең сәбәбе. Һуңғы ваҡыт тап булған береһенә бәйләнмәһә тынсымай. Ҡылығын белгәндәр унан йыраҡ йөрөй. Береһе ут, икенсеһе һыу булғанға тиҙ үк ярашты Нәжип менән Басир. «Ҡайҙа ла тормош шулай ҡоролған, барыһы ла шыма бармай», тип һығымта яһарға ярата күндәм, араларындағы иң йәш Нәжип.
Яңы дуҫтарынан уңды-ы-ы Самат. Ҡайғыһын да, шатлығын да уртаҡлашалар. Эшенән ҡыуған начальнигын эттән-эткә һалып әрләйҙәр, һүгәләр. Ауыҙынан сыҡҡан һәр бер хәбәрен ҡеүәтләп, тост күтәрәләр. Шә-ә-әп дуҫтары! Ошоға тиклем ундайҙарҙы осратманы. Булыуын булғайны, аҡыл өйрәтеүселәре...Улары ташланы, донъяһы башҡарғас.
Ҡайҙа ла эш урынында блат та, сват өҫтөнлөк хөкөм һөрә. Төпкөл ауылдан район үҙәгенә килеп төпләнгән йәш ғаиләнең ниндәй блаты булһын. Ете йыл түҙҙе Самат, хужаһының юҡтан ғәйеп табып бәйләнеүенә. Михаил Петровичтең туҡтауһыҙ күҙәтеүе аҫтында, тауыш-тын сығарманы һәләтле белгес. Шунһыҙ хәл дә юҡ.... Кредитҡа поселок ситендәге ике бүлмәле ағас өйҙө һатып алғайнылар. Яйлап үҙебеҙ ҙә өй төҙөрбөҙ тигән ниәт ҡорғайны юғары уҡыу йортон тамамлаған йәштәр. Эшенән бушатылғас, аңҡы-тиңке килеп, ҡайҙа һуғылырға белмәне. Ҡырға эшкә сығып китергә лә уйланы. Тик теләге килеп сыҡманы. Яңы декрет ялынан эшкә төшкән ҡатынына ике баланы тәрбиәләп өлгөрөүе ауырға тура киләсәк.
Бер, эш эҙләп йөрөгәнендә ҡапҡылап алырға ашханаға инде. Кеҫәһенән аҡса сығарып түләп боролған ерҙә, аҡ сәсле, олпат кәүҙәле ир биш һум аҡса һораны. Аҡса яғы наҡыҫ булһа ла, юҡ тип әйтә алманы. Бирҙе. Аҡ башлы ир янына килеп ултырҙы. Хәмер ҙә алған икән. Өҫтәл артында һүҙ һүҙгә ялғанып таныштылар. Бер эшкәлник бушатылғас ҡайғыһын да асып һалды.Танышыу хөрмәтенә Самат та эшкәлник ҡуйҙы. Уның Басир менән дуҫлашыуы шул көндән башланды. Һәм өйгә беренсе тапҡыр эсеп ҡайтып инеүе лә ине ғаиләһенә.
Ҡулы оҫта булһа ла, мебель эшләү фабрикаһындағы эшкә күңеле ятманы. Биш йыл уҡып алған дипломы юҡҡа сыҡһын сәле! Ул алдынғы технология ысыулдары менән эш итергә белем алған. Яңынан-яңы ысулдар уйлап табырға ниндәй генә хыялдар ҡорманы студент йылдарында. Алдынғы студент почёт таҡтаһынан төшмәне. Замана йылдан-йыл үҫеш талап иткән тормошта уның һөнәре ҙур әһәмиәткә эйә. Шунһыҙ илдең бер тармағы ла алға бармаясаҡ. Аҡсаһы ла яҡшы, тип башкөлләйгә эшкә сумғайны. Тик Саматтың хыялдары селпәрәмә килде. Михаил Петровичтың яҡын туғанының улына эш урыны кәрәк булып сыҡты. Ҡыҙы ауырып эшкә һуңлап килеүе сәбәп кенә булды эштән бушатылыуына. Ризаһыҙлыҡ белдереүҙең файҙаһыҙ икәнлеге көн кеүек асыҡ ине, шуға үҙ теләге менән эштән китергә ғариза яҙҙы. Ул көндө үҙен ауыр йөктән ҡотолғандай хис иткәйне. Тик ике-өс эштә алһыҙ-ялһыҙ эшләп тә, йүнле килем ала алмауы кәйефен төшөрҙө. Эшенән эсеп ҡайта башланы. Яйлап ғаилә тормошонан ситләште. Ғаиләлә һауыт-һаба шалтырамай ҡалманы, шау-шыу йышайғандан-йышайҙы. Тәскирәһе түҙмәне, ике балаһы менән ата-әсәһенә ҡайтты. Йәштәр ҡатнашып йәшәгән дуҫтарының кәңәшен һанға һуҡманы. «Тормошта төрлө хәлдәр була, сабырлыҡ кәрәк...Беҙҙең баштан да үтте шундай, барыһы ла ал да, гөл бармай...Аҡса наҡыҫ та булып китә, булғанына шөкөр итә лә белеү кәрәк. Атта ла, тәртәлә лә бар, тигәндәй аңлашығыҙ....Самат, эсмә! Эскелек менән йыуатмайҙар ҡайғыны. Ир була бел!»
Япа-яңғыҙ ҡалған иргә ярҙам итеүселәр табылды. Шулай була икә-ә-ән был тормошта. Элек күҙгә элмәгәндәр күҙгә элә...Ҡайһылыраның көнкүрештәре бер үк булғастыр...Эс-бауырына инеп, маҡтау-ҡуптау һүҙҙәре яуҙыралар. Тағы ни кәрәк уға, донъяһы түңәрәк, янында аңлаусы яҡшы дуҫтары барҙа.
– Әһ-ә-ә, быныһы ла ҡапты-ы! Шә-ә-әп ау тапты ағаң һеҙгә!– тип устарын устарына шапылдатып һуҡты.
Көҙгә етеүгә себен мыжғып күбәйгән, яңғыҙ йәшәгән ирҙең өйөндә. Бөгөн Хәлимә әбейҙең утынын ярып муллыҡҡайны. Ҡыуанысынан әбей ҡулына әжерен яҡшы тотторҙо. Йомарт та икән, өй икмәген дә бирҙе. Самат өйөнә ҡайтышлай, юл ыңғайына, кибеткә һуғылды. Сәй, шырпы, тоҙ , бер эшкәлник хәмергә, закускаға тоҙло балыҡҡа ла таман булды аҡсаһы. Ҡалған тиндәрен ҡырып-һепереп себен йәбештергескә лә еткерҙе.
Күңеле күтәрелеп ҡайтып ингән ир, түбә таҡтаһына себен йәбештергес елемле таҫманы элде. Дуҫтарын һыйлап, маҡтанып та алыр. Бына, тағы йәбешкәк таҫма тирәһендә бер ҙур себен безелдәп өйрөлөп осоп йөрөнө-йөрөнө лә ҡунды. Күпме генә ысҡынырға мәтәшһә лә ҡотолоу яйын тапмны. Уны, янынан осоп үтеп барған, себен күреп ҡалды. «Был себен бушҡа сарт йәбешмәгәндер. Бик тә тәмле нәмә тапҡан ахырыһы», – тип уйлапмылыр ултырыуы ла булды, сәрелдәргә тотонмаһынмы!
– А-а-ах, харап ҡына булды-ым! Харап ҡына булды-ы-ым, йәп-йәш кенә көйөнә-ә-ә-ә!
Һе-е-е себендәр ҙә әҙәм кеүек төрлө холоҡло икән. Ҡайһылай ныҡ сәрелдәй! Сабырһыҙ...
– Беззззз, һин ниңә мине иҫкәртмәне-ең ?! – тигәндәй асыулы безелдәне, унан алда килеп ҡапҡан себенгә. – Ниңә ултырма, харап булырһың, тимәне-е-ең?!
– Мин саҡырҙыммы ни һине, үҙең килеп ҡундың! Һорап та торманың бит һуң!– тине хәлһеҙ генә безелдәп.
– Э-эй, һеҙ, нимә бүлешә алмайһығыҙ?! – тип ыҙғышҡан тауышты ишетеп, берен-бере уҙышып ике себен осоп төштө.
Береһе мин генә бәләгә тарымайым әле, тип, уйлапмылыр өй эсендәге себендәрҙе саҡырҙы:
– Әйҙәгеҙ, әйҙәге-еҙ, килегеҙ, һеҙгә лә еткелек бынд-а-а! Күрәһегеҙме, беҙ күмәкбеҙ! – тип тамағы ҡарлыҡҡанса безелдәне.
Төшкән бер себен елемле таҫмаға йәбешкәс кенә алданғанын белде.
– Без-без, шәрбәт тәме генә аңҡып торғас тәмләргә генә уйлағайным шу-ул...
– Ә миңә был нәмәнең ыҫмла еҫе би-ик оҡшағайны-ы, – тине уның артынса ғына ҡунаҡлағаны. Ай-ай аяғымды ебә-әр, без-з-з, без-з-з! Быныһы сәбәләнгән һайын тәне йәбешкәк таҫмаға йәбешеп, бәләкәйә барып йомғаҡҡа әүерелде.
Таҫмалағы себендәрҙе күреп, әллә күпме себен йыйылды.Таҫма тирәләй ҡайнашып йөрөп, урын табып ултырыуҙары була, йә аяҡтары, йә ҡанаттары таҫмаға йәбешә. Себендәр күбәйгән һайын таҫма аҫҡа табан һуҙыла ла һуҙыла. Кемдең теләге бар урын табыла. Ете-һигеҙ минуттан һуң, бер нисек тә ысҡынып китер сара тапмай, хәлдән тайған эреле-ваҡлы себендәр, елемле таҫмала мәңгелеккә тынып, ҡатып ҡалды.
«Баштарында тамаҡ туйҙырыу ҡайғыһы ...Тамаҡ тамуҡҡа илтә, тигәндәре шул булалар ҙа..Тик бәләгә тарығандарына ярҙам итеүсе юҡ. Себендәр алама бөжәктәр икән. Етмәһә башҡаларын саҡыралар. Үҙҙәре кеүек яфаланыуын теләйҙәрме? Берен-берен ҡоторталар, ҡотолғоһоҙ бәләгә тарыталар. Ниндәй мәрхәмәтһеҙҙәр!–тип Самат урынынан тороп. аяҡтарын салып ултырҙы. Иҙәндә ултырған килеш өҫтәлдәге хәмергә ҡул һуҙғайны, буйы етмәйерәк ҡуйҙы.Тора һалып ҡолҡолдатып эсеп ебәрәһе килеп, аяғына баҫырға ынтылды. Ни ғәләмәт, быуындары тыңламайсы?! «Эш төшкәнде-р... Ә-ә-ә...туҡта, туҡта эш төшөргә йәп-йәшмен...Иртә, бик иртә...әлүктән арырға! Хәлимә әбейҙең бер стакан самогонына бирешә торғандарҙанмы ни мин. Анһын да бүлә-бүлә эстем. Яҡшы ғына ашағайным да йылҡы итенән бешерелгән ашын. Дә-ә-ә....эскелектән бөтөнләй кешелектән сыҡҡанмынмы? Яңы дуҫтар менән көн дә кәйеф-сафа ойошторҙолар. Хөрриәт ине лаһа...Бер кем сир эҙләмәй, отчёт талап ителмәй. Күктән аҡса яуып торғайны. Өй йыһаздары еңел генә һатылды. Алыпһатарҙары үҙҙәре үк хаҡ ҡуйышты, баш ватып йонсоманылар.
Баҙҙағы картуф та ҡалманы. Еләк ҡайнатмаларына ла бер етте сират ... Самат Тәскирәһе менән йыйған еләк ҡайнатмаларын йәлләгәйне. Йәлләне шул, сөнки еләкте Мөхәббәт аҡланынан йыйғандар. Бер күреүҙән йәш йөрәктәрҙе берен-беренә ғашиҡ иттергән аҡлан ул. Аҡланға исемде лә үҙҙәре ҡушҡан. Йәшлек хистәре бөрөләнгән генә сағы...Саматҡа егерме икеһе, ә Тәскирәһенә ун туғыҙ ғына тулған. Йәйге каникулда ауылдарында йәшәгән апайына килгән ине ҡала һылыуҡайы. Сөм ҡара күҙле, ап-аҡ көләгәс йөҙлө ҡыҙ өләсәһе, ә ул һеңлеһе менән йәйҙең салт аяҙ йәмле көнөндә, тирә-яғын ҡайындар уратып алған аҡланда. еләк тиргәндә осраштылар. Күҙҙәр күҙҙәргә тап булышып, ике аралағы ялҡынлы хистәрҙе берләштереп, йөрәк түрҙәренә мөхәббәт күпере һалды. Аһ! итеп гөлтләп ҡабынды ике йөрәк.Уларҙы, ниндәйҙер әйтеп аңлатып булмаҫлыҡ, эске сихри көс тартты. Йөрәк тибештәренең ҡайнар һулыштарында тибрәлешеп, ләззәтле тойғоларҙа эреп, оҙаҡ- оҙаҡ ҡараштарын айыра алмайынса торҙолар...
Туйға төшкән балаҫ та юҡ....Стена яланғасланып ҡалған. Нәжиптең тыуған көнөн билдәләргә, сәғәт һайын күкелдәгән сәғәтте лә һатып эстек, аръяҡ урамдағы Гөлдәрҙең ҡомалаҡҡа әсетелгән балына. Таңға тиклем матур байрам ҡорғайныҡ. Күршеләге Кәримә апай гөлдәрҙе илай-илай ташып бөттөсө. «Тәскирәнең төҫө күреп кенә үҫтерермен», – тинесе. Бөтөнләй өйҙөң йәме ҡасҡан... Сабыйҙарының көлгән, шаярған тауыштары ла ишетелмәй ҙаһа! «Атай!» тип йүгереп килеп ҡосағына инмәй ҡурсаҡтай Гөлнурым, улыҡайым Илгиз дә. Улар һағыналарҙыр атаһын? Һағынмай буламы ла...Мин ниңә һағынмайым? Ниҙер булған ахырыһы хистәрем менән...Әллә хистәр ҙә сирләйме? Тажлы сир кәмеүгә барғанда, башҡа бәлә буламаҡсымы хистәрҙең юғалыу ауырыуы?
Гөрләп йәшәгән өйгә себендәр эйәләгән. Ана, ҡайһылай безелдәйҙәр! Иҙән ни һынлым бысраҡ...Фу-у-у, ниндәй һаҫыҡ еҫтәрҙе һулап йәшәйем! Ул танауына килеп ингән еҫкә йөрәге болғанып уҡшып, ауыҙына килеп тығылған әскелт шыйыҡлыҡты иҙәнгә ласҡылдатаһына төкөрөп, ең остары менән ирендәрен һөрттө. У-ф-ф! Үтемде ҡоҫаммы, яндыра ғына-а-а...Улайһа мин күпкә лә бармаммы..?» Самат башында эс бошорғос уйҙарҙың ҡуйырғандан -ҡуйыра барыуынан тиҙерәк ҡотолғоһо килеп, дүртаяҡлап барып ишек яҡтауына тотоноп тороп баҫты. Ҡолаҡ төбөндә генә, тыз-быз килеп безелдәшкән себендәрҙең тауыштарын ишетеп, ауға күтәрелеп ҡараны.«Һе-е-е артҡандан арта баралар. Ауға ҡапҡан бере икенселәрен әйҙүкләй. Аҡылһыҙҙар...Туҡта, туҡта...һуң мин дә ауға эләккәнмен бит! Мине лә ҡоторттола-а-ар! Маҡтай-маҡтай эсергә, тәмәке тартырға өйрәттеләр: «бына шулай беҙҙең кеүек төп күтәрәһенә тот!» Йәнәһе, уларса ир шулай була. Тик фәхишәлеккә йәне тартманы. Ауыҙынан хәмер, тәмәке еҫе борҡоған йәш сибәркәйҙән ынтырғанды. Ә ҡатыны, Тәскирәһе лә, һылыу... Уны ла ҡоторталармы эсергә, тәмәке тартырға? Ул да эскелеккә бирелдеме? Теләһә кем аҫытына яттымы? Ю-юҡ, кәрәкмәй миңә бындай тормош! Тормош була тиме былай йәшәү! А-а-ах, һин башыма еттең, һин башыма етте-е-ең! Донъямды тамуҡҡа әйләндереүсе хәме-ер!» – тип асырғанып өҫтәлдәге шешәне алып иҙәнгә атты. Шул ваҡыт ишектән инеп килгән Басирҙың ҡарлыҡҡан тауышы ишетелде:
– Эй, һи-и-н, ниңә зәмзәм һыуы-ы-ын әрәм итәһе-ең?!
– Әйттем бит һеҙгә, тиҙерәк бара һалайыҡ тип! – тине Басирҙан тотам ҡалмаған Нәжип.
– Ә-ә...тағы йыйыла башланығыҙмы? – Мин һеҙгә кем, кем мин һеҙгә?!
– Башың киткәнме әллә, Самат, ҡустыҡайым? – тине мыҫҡыллы көлөп, аяҡ кейемен һалмай түргә уҙған Басир.
– Егеттә-ә-әр....һеҙ, һеҙ минең өйгә хужа булып алдығыҙмы ни?
– Ҡуй, ҡаңғырма, беҙҙең баш ауырып тора...Ҡайҙа... бармы берәй нәмәң?
– Юҡ! Башҡа булмаҫ та!
– Ниңә улай тиһең? Беҙ һинең башыңды аҙ төҙәтмәнек, Самат. Ҡалғандыр аҡсаң, бик ихлас утын яра инең Хәлимә ҡарсыҡта.
– Ҡалған тинемә ау ҡуйҙым себендәргә.
– Тапҡан аҡса туҙҙырырға нәмә! Бар Хәлимә әбейҙән һорап кил!
– Миңә бирәсәген биргән. Оло кешене бимазаларға ярамай, егеттәр! Был яғына эсмәйем. Етте! Ауға эләккәнмен. Ана, күрәһегеҙме, ауға эләккән себендәр менән ни булған?! Мәхлүктәр ...Ул ауҙан бер ҡасан да ҡотола алмайсаҡтар ҙа! Яҡты донъя менән мәңгелеккә хушлашҡандар. Беҙ ҙә шулай уҡ буласаҡбыҙ, егеттәр! Бына ошо минутта аҡылыбыҙға кил-мә-һә-ә-әк!
– Самат, әллә бөгөн икенсе аяғың менән торҙоңмо?! Юҡ менән булышма! Ҡорһаҡ асыҡты-ы-ы....ҡайҙа ашарға нимәң бар?
– Булғаны өҫтәлдә. Егеттәр, мин китәм...
– Ҡайҙа китмәк булдың?
– Ғаиләмде алып ҡайтырға. Минең балаларым, ҡатыным бар.
– Һинең кеүек эскесе, аҡсаһыҙ нимәгә кәрәк уларға? Бар йүгер, Хәлимә әбейгә! Иртән берәй эшеңде эшләрмен тиерһең!
– Был өйҙә бынан был яғына эскелек булмаясаҡ? Нәжип! Иманым камил.
– Тә-ә-әк...и-ма-а-ан тиһеңме-е? Ха-ха-ха! Иманың яңы иҫеңә төштөмө, хөрәсән! Аҫраған быҙау артҡа тибә түгелме, Нәжип ?– тип аяҡтарын кирә баҫып, ҡулдарын бөйөрөнә таянып иҙән уртаһын килеп баҫты Басир.
– Эйе...Һеҙ мине яман юлға этәрҙегеҙ. Минең көсһөҙлөгөмдән файҙаландығыҙ. Өйҙәге йыһаздарымды һатып эсеп бөттөк. Һатырлыҡ нәмә лә ҡалманы.
– Ҡустыҡайы-ым, өйөң бар...юҡҡа борсолаһың. Өйҙө һатһаҡ, йәшәрбеҙ гөрләтеп, бына күр ҙә тор! Мәғнит урыҫтарына дан өй буласаҡ! Нисек уйлайһың, Самат?
– Ниңә үҙеңдең өйөңдө һатмайһың? Ни хаҡың бар минең өйгә хужа булырға?!
– Һем-м....Телең сыға башлаған түгелме?! – тине күҙҙәренә ҡан һауған Басир.
– Ней, ҡуйығыҙ, Басир ағай, эште олоға ебәрмәйек. Мин...мин үҙем алып киләйем берәй нәмә. Гөлбаныу апайҙар кисә ҡунаҡ саҡырғайны.Уларҙа булырға тейеш. Картуфымды алып бирерһең тип тә тора ине кисә генә.
– Юҡ инде...Был кеше минең ҡанды ҡайтты бөгөн!– тип, Басир курткаһын һалып, еңдәрен төрөргә кереште.
Басир төрмәлә ултырып сыҡҡан кеше. Өҫтәлдең арғы башында торған Самат, ҡот осҡос хәл булырын һиҙеп, йөҙө аҡ ҡағыҙ төҫөнә инде. Күҙҙәре ҡанһыраған Басирҙың уға табан атлағанын күреп, артҡа сигенә барып, стенаға һөйәлеп таш һындай ҡатты. Уға әжәлән көтөүҙән башҡа сара ҡалманы.
– Ҡағылмаа-а-а! – тигән аяныслы тауышҡа айнып киткәнендә, уға ҡул һуҙымы арауыҡта гөрҫләп ауған Басирҙы шәйләне. Башынан сорлап ҡан урғыла...Асыуҙан ҡабарған ҙур йәшел күҙҙәре себен ауыны текәлеп хәрәкәтһеҙ ҡалған.
– Эй, эй, нимә аңшайып тораһың, шылдыҡ-шылдыҡ тиҙерәк! – тигән тауышҡа боролдо. Нәжиптең ҡулында ҡанға буялған бысаҡты күреп, йөрәген үткер осо телеп алғандай булып әсеттереп сәнсергә тотондо. Әжәл көҫәгән бысаҡ бына-бына уның да йәнен алыр кеүек...Бар тәне, күҙәнәктәре буйлап электр тогы йүгершкәндәй дер-дер ҡалтыранды...Янына уҡ килеп торған Нәжиптең ниҙер әйткәнен аңларлыҡ хәлдә түгел. Кинәт ҡолаҡтары, башы зыңҡып шаулауына иҫәңгерәп, таман быуындан яҙып, киҫелгән ағас кеүек Басирһың өҫтөнә ауҙы.
*******
– Атай уянды! Әсә-әй, атай күҙҙәрен асты! – Сама-а-т, ҡәҙерлем! Ул томан араһында... Уға ниндәйҙер шәүләләр эйелә. Уларҙан йылы бөркә. Таныш хушбуй еҫе...Аҡ ептәр, түңкәреп ҡуйылған шешә...Ап-аҡ кейемлеләр...Стеналар ҙа ап-аҡсы...Ул ҡайҙа?
– Күлдәк эсендә тыуғандыр. Иртәгә килерһегеҙ...Бөгөнгә уға тыныслыҡ кәрәк! – тигән тауыштар салынды.–Эйе ул күлдәк эсендә тыуғайны.Э-эй....әҙәм башы ни генә күрмәй-й-әй....Күрәһенә булғандыр...Хоҙай яҙғанылыр. Өйө лә табылыр, бергә генә булығыҙ, балаҡайҙар, тип сеңләп илағаны Бибиниса апайы лаһа...
Самат айға яҡын дауаханала ятты. Янынан ҡатыны, ҡыҙы, улы өҙөлмәне.
Фажиғәле ул кистә Нәжип Саматты уята алмай. Йән биргәндер тип тә уйлай. Ни эшләргә белмәй албырғанып ҡала. Бар ғәйепте уға һалыуҙарынан ҡурҡып, эҙҙе юғалтмаҡ булып ишекте йоҙаҡлап, өйгә ут төртә. Киске һауындан ҡайтҡан ҡатын-ҡыҙҙар күреп ҡала ла ут сыҡҡанын. Тәҙрәнән Саматты сығарып өлгөрәләр. Өй ярты сәғәт эсендә янып бөтә. Нәжиптең ҡалалағы апайында йәшеренеп ятҡанын табыуы ауыр булманы полицайҙарға.
Суд залында Самат Нәжиптең хәлен еңеләйтеүҙәрен һорай. Ул уны Басирҙың үлем тырнағынан ҡотҡарғанын һөйләй. «Нәжип яҡшы күңелле. Тик ул насар кеше ҡулына, ауға эләккән. Ауҙан ҡотолоу юлын таба алмаған ғына... »
Суд ҡарары Нәжипте биш йылға иркенән мәхрүм итте. «Бәлки аҡылға ултырып сығыр. Йәш тә. Егерме етеһе генә тулған буйҙаҡ егеткә. Тормошто аңлар, дуҫтар һайлар белер. Сыҡҡас килмәй ҡалмаҫ. Уға хәлемдән килгәнемсә ярҙам итәсәкмен дә», – тигән өмөттә суд залынан сыҡты Самат.
– Ҡәҙерлем, биш йыл тиҙ үк үтеп тә китер... Беҙ Нәжиптең хәлен белергә барғылап торорбоҙ, – тине Тәскирә ирен ҡултыҡлап.
– Эйе, шулай итербеҙ ҙә, аҡыллым!
– Яңылышмаған кеше булмай был ҡатмарлы донъяла.
– Эйе, Тәскирә. Дүрт аяҡлы ат та абына. Ә беҙ кешеләр... бәләгә тарығандарға ауырлыҡтарҙы еңеп сығырға ярҙам итергә тейешбеҙ.