Туристар тейәлгән автобус мөһабәт бина янына барып туҡтау менән, тиҙерәк тышҡа ынтылдым. Яңы ҡала, яңы тойғолар, яңы таныштар һәм күптән хыял иткән сәйәхәт – был кисерештәрҙән күңелем кисәнән бирле тыныслыҡ таба алмай. Ҡайҙалыр ашҡынған кеүекмен, урынымда ултырып түҙә алмайым. Ҡулымдан килһә, ҡаланы кисә үк йәйәүләп күреп сығыр инем, моғайын.
– Был беҙҙең бөгөнгө экскурсияның һуңғы туҡталышы. Һеҙҙең алда 150 йыл элек төҙөлгән Исаакиев соборы. Ул ҙурлығы буйынса донъяла 4-се урынды биләй. Эске майҙаны 4 мең квадрат метр, биҙәү өсөн 400 килограмм алтын, мең тонна баҡыр тотонолған. Яҡын-тирәлә Санкт-Петербург ҡалаһының иң билдәле урындары – Ҡышҡы һарай, Николай I һәйкәле, Адмиралтейство, Манеж һәм башҡалар урынлашҡан. Шуға күрә, иркенләп, саф һауа һулай-һулай ҡала менән танышырға теләгәндәр төркөмдән айырылып ҡалырға мөмкин. Ҡунаҡханаға үҙ аллы ҡайтыу артыҡ ауырлыҡ тыуҙырмаҫ, был тирәнән ҡала транспорты күп үтә. Тәү сиратта, соборға инеп, эске биҙәлеш менән танышырға тәҡдим итәм. Иң бейек ерҙә күҙәтеү майҙансығы эшләй... – Гид ҡатындың ирек биреүенә ҡыуана-ҡыуана автобустан алыҫыраҡ китергә тырыштым. Хыял иткән ҡаланы автобус тәҙрәһенән генә ҡарап йөрөү ялҡытҡайны. Алдымдағы бинаның матурлығы хайран итһә лә, эскә инергә ашыҡманым. Мосолмандар күпләп йәшәгән республиканан булғанғамы, әллә дини белемем һай булғанғамы, нисек кенә матур булмаһын, сиркәү, монастырь, собор кеүек ерҙәрҙе күңелем менән ҡабул итә алмайым. Ҡышҡы һарай яғына нисегерәк барырға икәнлеген ҡарар өсөн телефондан карта өйрәнергә тотондом.
– Инмәйһегеҙме? – Беҙҙең төркөмдәге иң оло ағай миңә һүҙ ҡуша икән. Кисә кис ойошторолған танышыу табынында ул үҙен Рәшит тип таныштырғайны.
– Юҡ... Артабан барырға ине.
– Мин ҡаланы яҡшы беләм, өсөнсө тапҡыр киләм инде. Аҙ ғына көтһәгеҙ, үҙем оҙатып йөрөй алам.
– Көтәм, әлбиттә. Тәүге тапҡыр килеүем булғас, яңғыҙым йөрөргә бер аҙ шөрләтә.
– Ярай, хәҙер соборға инеп, шәм ҡуйып киләм дә. За упокой души усопшего...
Соборҙың тышҡы биҙәлеше менән танышып, уратып сыҡҡас, Николай I һәйкәле яғына киттем. Юлдашымдың аҙ ғына тигәне ярты сәғәттән ашып китте. “Тағы ла 10 минут көтәм дә яр буйы яғына йүнәлермен”, – тип уйлап та өлгөрмәнем:
– Ғәфү итегеҙ инде, оҙаҡлап киттем. Туристар күбәйеп киткән мәл булды. Йә һеҙҙе лә бергә алып инмәгәнмен. Эстә лә бик матур ул.
– Ой, юҡ. Мин ниңәлер сиркәүҙәрҙе ҡабул итә алмайым...
– Йә-әл. Һеҙ уларға сәнғәт өлгөһө итеп ҡарағыҙ. Мотлаҡ ниндәйҙер табыныу ғәмәле ҡылырға тимәгән бит. Мин дә мосолман бит. Әйҙәгеҙ, Эрмитаж яғына. Ҡала менән танышыуҙы шунан башлайыҡ...
– Әйҙәгеҙ... Мосолман тиһегеҙ, ә үҙегеҙ иконаға шәм ҡуйып йөрөйһөгөҙ...
– Ысын мосолманмын. Биш намаҙҙы ҡалдырмайым, ураҙа тотам. Күңелемә шулай тыныслыҡ эҙләйем. Һеҙҙе, яҡташ булараҡ, яҡын күреп, танышыу маҡсатында һүҙ ҡушыуым. Үҙем Түбәнге Новгород ҡалаһында йәшәйем. Атайым Башҡортостандың Илеш районында тыуып үҫкән. Ә әсәйем яҡлап өләсәйем Бүздәк районынан. Улар Ҡазан ҡалаһында танышып, ғаилә ҡорғас, шунда төпләнгәндәр.
– Бына бит, сит ҡалала яҡташтарҙы тап иттем...
Рәшит ағай менән өс сәғәткә яҡын ҡала ҡыҙырып йөрөнөк тә яр буйындағы кафеға инеп сәй эсергә ултырҙыҡ. Шул саҡта уға күңелемде өйкәгән һорауҙы бирмәй түҙә алманым:
– Ә ниңә һеҙ мосолман булғас, соборға инеп шәм ҡуйҙығыҙ һуң? Мосолмандар бит мәрхүмдәр рухына хәйер биреп доға ҡыла.
– Эй, һеңлем, күңел тыныслығы, ғәфү һорайым. Ҡытайға барған саҡта ҡорамдарға инеп, буддистарҙың ритуалдарын да ҡарап сығам. Иерусалимдағы Әл-Харам тауында булдым. Тик тыныслыҡ барыбер юҡ... Оло гонаһым бар шул.
– Һәр кешелә ниндәйҙер үкенес, гонаһ бар инде ул. Иң ҙур гонаһ – кеше үлтереү. Ә ҡалғаны...
– Шул-шул! Мин бит кеше үлтерҙем! – Минең ҡапыл аптырап, хатта ҡурҡып ҡалғанды күреп, Рәшит ағай көлөп ҡуйҙы. – Ҡурҡма, һеңлем, мең ғаләм алдында һеҙҙе үлтерергә йыйынмайым. Һәм ул хәл күптән, 21 йыл элек үк булды...
– Яңылышлыҡ менәнме?
– Нисек әйтергә лә белмәйем. Баштан һөйләп үтәйем әле үҙеңә. Күңелде бушатып, тигәндәй. Үҙем әйтеүемсә Ҡазанда тыуып үҫтем, шунда юғары белем алдым. Түбәнге Новгород ҡалаһынан уҡырға килгән Тәслиә исемле татар ҡыҙы менән танышып, студент ваҡытта уҡ ғаилә ҡорҙоҡ. Диплом алғас, ҡатынымдың тыуған яғына барып төпләндек. Икебеҙ ҙә мәктәптә һәйбәт кенә эшләп йөрөй инек, 1996 йылда мин ҡыҫҡартыуға эләктем. Үҙ эшемде асып ҡараным – алға китеш булманы, ҡалым итерлек башҡа һөнәр белмәйем. Дүрт йыл тирәһе ваҡыт шулай аңҡы-тиңке йөрөп үтте. 2000 йылдарҙың башында ил яйлап финанс көрсөктән сыға башланы. Тегендә-бында төрлө банктар асылғаны ишетелә. Бер көн шулай элекке хеҙмәттәшем, минең кеүек ҡыҫҡартыуға эләккән Марат дуҫ шылтыратып, яңы асылған банкка һаҡсы булып эшкә килергә тәҡдим итте. Бер ни тиклем ваҡыттан һуң инкассацияға ла урынлашып була икән, ә уларҙа эш хаҡы тағы ла юғарыраҡ, ти. Һайланып йөрөп булмай – ҡатындың аҡсаһы осто осҡа ялғарға ғына етә, ике бала буй еткереп килә. Олоғайып барған ата-әсәләрҙән ярҙам алып йәшәү тамам ялҡытҡайны. Һаҡсылар өсөн махсус курстар тамамланыҡ, психологик тестар үттек, имтихандар тапшырҙыҡ та эш башлап ебәрҙек. Ҡала ситендәрәк ҙур бинала урынлашҡан банкты һаҡлайбыҙ. Ҡорал да тоттороп ҡуйҙылар. Талашырға яратыусыларҙы тынысландырыу һәм иҫерек клиенттарҙы хеҙмәтләндереү бүлегенән сығарып ебәреүҙән тыш эшебеҙ юҡ тиерлек. Эш көндәре тыныс ҡына үтә, аҡсаны арыу түләйҙәр. Бәлә гел булмай икән ул, бер була. Уныһы ла берәгәйле, тигәндәй. Ул көндө ҡат-ҡат күҙ алдынан үткәрә торғас, кино кеүек ятлап алдым инде.
Эш көнө һәүетемсә генә башланып китте. Төшкә табан банкка оло йәштәге бер әбей инеп, касса янында оҙаҡ ҡына торҙо. Бирелгән аҡсаны алды ла ситтәрәк торған ултырғысҡа барып ултырҙы. Күрәм, хәле шәптән түгел: бәләкәй генә аралыҡты ҙур ауырлыҡ менән үтте. Янына барып, ярҙам кәрәкмәйме, тип һорашырға булдым. “Улым Чечня һуғышында мәрхүм булды. Уның ғүмерен ай һайын түләнгән аҡса менән баһаланылар. Шуны алырға килгән һайын йөрәгем телгеләнә. Ике йыл алғаным юҡ ине, ҡыҙыма туй үткәрергә кәрәк. Шуға ғына килдем...” Һыҡтаған әсәне йыуатыр һүҙҙәр тапмай һыу менән тынысландырыусы дарыу килтерер өсөн икенсе ҡатҡа күтәрелдем. Ә кире килгәндә ҙур залда мәхшәр ҡупҡан ине: биттәренә маска кейгән ике кеше пистолеттарын кассирға төбәп аҡса таптыра. Ә өсөнсөһө теге хәлһеҙ әбейҙең башына көбәк терәгән. Белеп торам: аҙ ғына хәлдәр уларҙың планынан тайпылһа, иң тәүге ҡорбан шул әбей буласаҡ. Кассир ҡатындар тимер өҫтәл аҫтына ҡаса ала. Унда бер түгел ике саҡырыу төймәһе тора: береһе сигналды эшләтә, икенсеһе беҙгә һәм милиция өсөн. Аптырауға ҡалған, ҡурҡҡан ҡатындарҙың нимә эшләрен алдан белеп булмай: әбейҙе уйлап, аҡсаларҙы сығарып һалырҙармы, әллә тиҙ арала саҡырыу төймәһенә баҫырға ынтылырҙармы?
Көтөп торор ваҡыт юҡ ине: ишеккә ышыҡланып ҡына үҙемдең пистолетты әбей янындағы егеттең ҡулына төбәп, курокка баҫтым. Белмәйем, ҡулым ҡалтыраныуҙан үҙем яңылыштыммы, әллә ул урынынан шылдымы – егет бер өн сығармайынса иҙәнгә ауҙы. Атыу тауышына бурҙар ҙа, башҡа клиенттар ҙа аптырап ҡалды, мин дә иҙәндә йәнһеҙ ятҡан егеткә ҡарап ҡаттым. Ә кассир ҡыҙ мәлдән файҙаланып, саҡырыу кнопкаһына баҫҡан. Бер нисә секундтан башҡа һаҡсылар килеп инде. Ике бур ҡулға алынды. Теге әбейҙең хәле ҡурҡыуҙан тағы ла мөшкөлләнгәйне, “Тиҙ ярҙам” менән дауаханаға оҙатылды. Пуля теге егеттең йөрәгенә тейгән булып сыҡты – милиция хеҙмәткәрҙәре минән хәлде һораштылар, аралыҡты үлсәнеләр ҙә мәйетте тейәп алып киттеләр. Видеояҙманы ла һорап алдылар.
Китте бит бер заман минең дан! Ул саҡта интернет селтәре юҡ, шулай ҙа өлкә һәм ҡаланың барлыҡ гәзит-журналдары минең турала яҙып сыҡты, телевизорҙан да һөйләнеләр. Танау күтәрелде, эштә бигерәк тә ихтирам итә башланылар. Тәүҙә премия биреп, шунда уҡ инкассация бүлегенә күсерҙеләр. Бер йыл тирәһе үткәс, миңә ҡала буйынса “Йыл геройы” тигән миҙал тапшырҙылар. Хоҡуҡ һаҡлау органдарына эшкә саҡырыу ҙа булды – ризалашманым.
Эште алып барған тәфтишсе менән ул ваҡиғаларҙан һуң бер нисә тапҡыр ғына осрашырға тура килде. Хәлдең нисек булыуын аңлатыуҙы һорап мөрәжәғәт итте ул. Теге ике бурҙы хөкүм иткәндә ниңәлер мине судҡа саҡырманылар. Уларҙың хәлен үҙем дә һорашып йөрөмәнем. Тынысландым, хатта ул хәлде бер аҙ оноттом. Ярайһы ғына аҡса туплағас, үҙ эшемде асып ебәрҙем. Үҙәк майҙан янындағы бәләкәй генә кафенан башлағайным, хәҙер инде барлығы дүрт рестораным, һигеҙ кафенан торған селтәрем бар. Өйгә алып барыу хеҙмәтен дә ҡалала беҙ башлап ебәрҙек. Мин инде һуңғы йылдарҙа эштән бер аҙ ситләштем, уны башлыса улым менән киленем алып бара. Йәштәр бит – идеялары күп, яңылыҡтарҙан ҡурҡмайҙар. Ә мин үҙем генә, йә ҡатыным менән сәйәхәт итәм. Күңелемә тыныслыҡ эҙләйем, тип әйтәйемме икән...
Алты йыл элек ҡәйнәм яҡлап туғандарға ҡунаҡҡа барҙыҡ. 60-лап кеше йыйылған табын хужалары ҡунаҡтарҙы бер-береһе менән таныштыра башланы: “Был беҙҙең кейәү. Бизнесмен, ысын батыр, беҙҙең ҡаланың геройы!” Шул саҡ ҡунаҡтар араһынан берәү: “О-о, беҙ бит иҫке таныштар!” – тип ҡысҡырып ҡуйҙы. Баҡтиһәң, банктағы хәлдәрҙе тикшергән тәфтишсе лә был табында икән. Уның ҡатыны хужабикәнең әхирәте булып сыҡты. Табын артында хәл-әхүәлдәр белешеп, һөйләшеп ултырҙыҡ. Ул да хаҡлы ялға сыҡҡан. Тора-бара һүҙ теге хәлгә барып тоташты.
– Ул егет барыбер йәл... Эскесе атай-әсәй менән аслы-туҡлы көн күргән 19 йәшлек кенә егет ине ул. Иң үкенеслеһе, уларҙың ҡулында ысын ҡорал булмаған бит. Береһенең – газлы пистолет, икәүһендә – “травматика”. Иҫән ҡалғандары яҙыҡ юлға ҡабат баҫманы, аралашып торабыҙ. Үлмәһә, теге егетте лә төҙәтеп булыр ине, моғайын...
Шул һөйләшеүҙән һуң күңел тыныслығым юғалды. Эйе, егеттәрҙең ҡулындағы ҡоралды матурлап күрә алманым. Тик ябай “травматика” менән ысын пистолетты ла айырмағас, ни бысағыма тип ҡораллы эшкә барып башымды тыҡтым икән?! Тормошо яңы башланып торған йәш егеттең ғүмере бөгөн минең намыҫымда. Әлбиттә, яҡындарым, дуҫтарым “һинең эшең банкты һаҡлау” тип йыуатҡан була. Тик унан миңә еңеллек килмәй. Ниндәй диндә булған ул? Ғәфү үтенеү өсөн доға ҡылайыммы, әллә иконаға шәм ҡуяйыммы? Үлгәндәрҙән ғәфү үтенмәйҙәр, тип уҡығаным бар. Ә ғәйеп тойғоһо менән йәшәү беләһеңме нисек ауыр?
Рәшит ағайҙы йыуатыр һүҙҙәр таба алманым. Хәйер, ул һүҙҙәргә мохтаж түгел ине. Был осраҡта ла Аллаһы Тәғәлә генә хөкөмдар бит...