Әбейе менән ике сәғәт һайын яйлап ултырып сәй эсеүҙәрҙе, йәштәштәре менән эскәмйәгә теҙелешеп гәп һатыуҙарҙы һағынып һөйләргә генә ҡалды. Хәҙер иртән тора ла, балтаһын ҡыҫтырып, ут күршеһе Вәзиргә керә.
Аҙна-ун көн эсендә мунса бурап, иҙән-түбәһен түшәп, мейесен ултыртып ҡуйҙылар. Сиратта – Хәйбулланың йортона төкөтмә бурау, унан Сәлихтың аҙбарын рәтләү тора. Барыһы ла мал аҙығы хаҡына инде. Биш һыйыр тотҡан Вәзир – ике сана бесән, ырҙын табағы мөдире Хәйбулла центнерлап комбикәбәк вәғәҙәләй, шуға Сәлих көтөүгә сығырға шундуҡ ризалашты.
Кис тә тынғы юҡ. Көтөүҙән ҡайта белмәгән башмаҡты эҙләп хәлдән тая, тапһа ла, ҡасыу яғын ғына ҡараған мал менән ярышыу етмеш йәшлек ҡартҡа еңел түгел. Ғәжәп, юғары ҡан баҫымынан, баш ауыртыуҙан, йөрәк өйәнәгенән яфаланған ҡарт ауырыуҙарын бөтөнләй онотто – уның дауаланырға ваҡыты ла ҡалмай.
Башмаҡты Яңы йыл алдынан ғына һуйҙылар.
– Ите матур күренә, тас май, шул хәтлем ҡарауға ни, – тип һөйләнде ҡарт ҡәнәғәтлек менән. Мал һуйышырға ҡайтып төшкән балалары, тағанға эленгән түшкәләрҙе һыйпап, ярыша-ярыша баш ҡаҡты. Ҡарт уларға тәү күргәндәй ҡарап ҡуйҙы. Ҙур ғына икән дә уның ғаиләһе. Ана бит, өс ҡыҙы, ике улы, уларҙың хәләл ефеттәре, балалары – өйгә лә һыймайҙар хатта. Ҡарсығының да, үҙенең дә юбилейына ла был тиклем йыйылмағайнылар. Балаларына аҡыл ултыра, тимәк, ата-әсәне ҡәҙерләргә кәрәклеген аңлағандар. Ҡарттың күңелен ғорурлыҡ хисе биләне. Ул эргәһенә килеп баҫҡан, быйыл ғына пенсияға сыҡҡан оло ҡыҙының арҡаһынан һөйөп алды.
– Ейәнең, кәләш алам, ти бит, атаҡайым, туйға аҡса еткерә алмай хитланабыҙ, берәй бот һуғым һатып алырға ине лә... – Ҡыҙы, һүҙен дауам итә алмай, танауын тартты, ҡулъяулығы менән күҙ тирәһен һөрткөләне.
– Бәй, ниндәй һатып алыу ти ул? Алып китегеҙ алғы ботон, аҡсаһы кәрәкмәй.
Ҡапыл урамда тауыш ҡупты, бер аҙҙан оло улының ҡатыны кәртәгә һөйәлеп, шарылдап илап ебәрҙе.
– Итһеҙ нисек ҡыш сығырбыҙ икән, тип ҡайғыра, икебеҙҙең дә эш хаҡын ҡыҫҡарттылар бит, кризис, – тип ғәйепле төҫ менән аңлатты улы ҡатынының ҡылығын.
Ҡарт сығырынан сыҡты:
– Артҡы ботон һал машинаңа, тапҡанһығыҙ ҡайғырыр нәмә!
– Атай, эсәк?бауырын арттыр әле, пирожкийы тәмле була. Киленең ҡойҡа ярата, баш-тояғын да алып китһәк инде? – Кинйәһе һораулы ҡарашын төбәп торҙо ла өҫтәп ҡуйҙы: – Алған бөтә эш хаҡы фатирға түләүгә китеп тора шул, баҙарҙан да алыр инек тә.
Ҡарт ҡулын ғына һелтәп ҡуйҙы...
– Ауыҙ тултырып ит ашап булырмы бер, юҡмы?– Тәрилкәһенән бәләкәй генә ит киҫәге тапҡан ҡарт һуҡранып ҡуйҙы.
– Быҙау алып үҫтерәйек, бер бешерерлек кенә ит ҡалды,– тине ҡарсығы, унан ҡартының асыулы ҡарашын шәйләп, өҫтәргә ашыҡты:
– Икәүҙе алайыҡ, нисек тә ҡарарбыҙ әле!
Марат ӘМИНЕВ.
Федор Кащеевтың "Хат" картинаһы фотоһы.