Уйламағанда ҡустым менән килен хәлдәребеҙҙе белергә килеп сыҡтылар. Һуңғы йылдары үҙем саҡырырға аҡса арттырып булмағанлыҡтанмы, үҙемдең һәлкәүлегемдәнме, беҙҙә осрашҡаныбыҙ юҡ ине. Кешелә булып өҫтәлен күргәндән һуң бөтөнләй һүреләм, улар кеүек етешәр төрлө салаттар яһай алмаҫымды беләм, ҡаҙы янына тултырма, төрлө-төрлө ҡош итенә ҡушып йә йылҡы, йә һыйыр ите, бер нисә төрлө ҡабымлыҡтарҙы иҫемә төшөрһәм, тағы ҡул һелтәйем.
. Хәйер, бер мин генә лә түгелдер, хәҙер башҡорт халҡының матур йолаларының береһе булған хәл белешеү, ҡунаҡ күрһәтеү ғәҙәте әкренләп һүрелә бара шикелле, күпте уйлап, аҙҙан һемәйеп ҡалабыҙҙыр күрәһең.
. Әҙ күргән ней ҙә, күп күргән ней, белеп әйтеүҙәренсә бер нисә сәғәт эсендә артыҡ хәбәр һөйләшеп булмаһа ла, бик күңелем булды, өҫтәлгә лә барынса ғына теҙелде, әммә төнө буйы уйланып, ҡыуаныслы хәтирәләргә бирелеп ятырға сәбәп булды.
. Беҙҙең ҡарт бесәйебеҙҙең ҡыҙыҡ ғәҙәте бар, кешене йә ҡабул итә, йә юҡ. Был юлы ла ғәҙәтенсә иң тәүге танышыуы итеп ҡунаҡтарҙың аяҡ кейемдәрен ентекләп еҫкәп өйрәнеүҙән башланы. Шунан ғына үҙенсә һығымта яһайҙыр, өйҙә ҡалыу ҡалмауын үҙенсә хәл итә, юҡ-юҡта килгән ҡунаҡтарҙың аяҡ кейеменә сәпереп ҡуйыуы ла ихтимал, аҙаҡ минең асыуымдан ҡурҡып сығып ҡаса. Ҡайһы ваҡытта бөтөнләй ырылдап ҡәнәғәтһеҙ генә ситтән күҙәтеүе мөмкин, килгән кешене яратмауын белдерә.
. Был юлы ҡустым менән килендең ҡаршыһына уҡ ултырып һөйләгәндәрен алмаш-тилмәш күҙҙәрен йөрөтөп тыңлап ултырҙы, уның был ҡылығына улар ҙа ихтибар итеп үҙҙәренең бесәйҙәре тураһында бәйән иттеләр.
. Быйылғы бесәйҙәрҙең март айындағы туйынан һуң күршеләрендәге бесәйбикәнән көсөктәре тыуа, ата бесәй үҙенең балаларын эҫе күргәнме, бәлки ғаилә ҡороу ниәте ҙур булғандыр, күҙе лә асылмаған бесәй балаларын күршеләрҙән ҡустымдың өйҙәренә ташый. Быны бесәйбикә әлбиттә хупламай, балаларын эҙләп килеп кире тешләп алып ҡайта, кеше донъяһында өйҙәш булғансы, үҙем яңғыҙ үҫтерермен балаларымды тигәндер. Әммә ата булған бесәй ҙә ныҡыш, бесәй балаларын тешләп берәмләп урлап ташыуын дауам итә, асыуланған бесәйбикәгә эш өҫтәлә, көсөктәрен тағы үҙ өйҙәренә килтерергә. Көсөктәр һәпте үк ҙурайғанса бара үҙ ара көсөктәрҙе бүлешеү, аҙаҡ ата бесәй ҡул һелтәй.
. Үҙенә ихтибар кәмеүен бесәйбикә һуңлап ҡына аңлаймы, бәлки ҙурайып килгән бесәй балаларын тәрбиәләү ауырлашҡанға алимент көҫәгәнме, хәҙер артынан эйәреп йөрөргә эшкә ашҡан көсөктәренең уртаһында эре генә баҫып ата бесәйгә был юлы үҙе килә.
. Ҡыуанып көтөп тормаған шул был юлы ата бесәй, алимент та түләргә теләмәгәндер, уларҙы күреү менән ирәүәнләп ҡояшта ҡыҙынып ятҡан еренән тороп өйгә инеп ҡотолоп ҡалған.
. Бесәйҙе үпәсләп яратмаһаҡ та, үҙебеҙҙең ғаилә ағзаһы кеүек күргәнбеҙҙер үҙебеҙ үҫкәндә. Элек тә етешһеҙлек булғандыр, беҙ бәләкәй саҡта ятыр ергә простынялар түшәмәнеләр, әсәйҙәр иҫке кейемдәрҙе һүтеп түшәктәргә, үҙе әйтмешләй көп тегеп кейҙерер ине, малайҙарға ҡара-ҡорараҡ кейемдәрҙән, ҡыҙҙарға ағыраҡ итәктәрҙән, иҫке ҡорғандар ҙа урынын тапты. Ниңәлер ул саҡта гел ҡарҙай аҡ булған простыня-юрған тыштары сумаҙандарҙа һаҡланды, сәскәле тауарҙарҙан күлдәк-шаршауҙар тектеләр, уларын апайҙарға бирнәлеккә һаҡлағандыр әсәйем. Хәҙерге балалар кеүек беҙ таҫтамалдарҙы ла айырып быныһына һөртөнмәйем, тегенеһенә теймәгеҙ минеке, тигән һүҙҙәрҙе белмәнек, уртаҡ таҫтамалдар ине һәммәбеҙгә лә.
. Шул көплө түшәктәрҙе таҙа тоторға тырышҡандыр, әсәй бесәйҙе алып ятырға ҡушмай, беҙ ҡасырып ҡына юрған аҫтына тығырға тырышабыҙ, уныһы ла өйрәнеп китә, әсәй яҡынлашһа аяҡ араһына йәшенә, шунан әйт һин уны аңһыҙ хайуан тип.
. Атай ҡартайып ауырыуға һабышҡас ҡарт бесәй һәр саҡ уның янында ятырға тырышҡан, атай ҙа ҡаршы булмағас үҙенең законлы урынындай күрә ине. Хәл белергә инеүселәргә үҙ урынын бирмәне, этенеп тигәндәй үҙ урынын ала ине.
. Атайҙы мәңгелек йортона оҙатҡас та бесәйебеҙ юҡҡа сыҡҡан, килен әйтеүенсә бер тапҡыр килеп ҡысҡырып мыяулап өйҙө бер урап сыҡҡас тағы юғала, бүтәнсә күренмәй ҙә.
. Үҙе генә белгән юлдар менән зыяратҡа барып атайҙы ҡайтарырға тырышҡандыр, кире ҡайтмаҫын белгәс янында ҡалғандыр тип фаразлайбыҙ.
. Ҡустымдың һөйләүе буйынса күршебеҙ яман ауырыуға дусар булғас йәш бесәйҙәре һаман уның янында булырға тырышҡан, таҙалыҡ һаҡлап тышта ла тотоп ҡарағандар, әммә ҡустым хәл белергә ингәндә өйгә, уның янына ынтыла ине тип хәтерләне. Көндән көн һүнә барған күршемде күреп, бесәйҙәре лә ауырыуға һабышты, ул теге донъяға күскән көндө бесәйе лә үлде тине.
. Бәлки хужаһының ғазаптарын еңеләйтергә тырышып ауырыуын үҙенә күсергәндер, тик күрәсәгеңдән ҡасып булмай шул, үлемде еңә алмағандыр.
. Быйылғы йәй көнө урамда ҡустым күшегеп бөткән ташландыҡ бесәй балаһын күреп алып ҡайта. Өйҙәге бесәйҙәре тәүҙә һағайып ҡалһа ла, өйҙәшен ҡабул итә, шаярып уйнаған бесәй балаһын күҙәтергә ярата. Ҡарт бесәй уҫал эттәргә өҫтөн ҡарап үҙ юлы менән йөрөһә, йәш бесәй үҙенең тәжрибәһеҙлегенән ҡазаға тарый, йылға яғында бер эт быуып үлтерә.
. Оҙаҡ ҡайтмағас өйҙәшен эҙләп сыҡҡан ҡарт бесәй уның кәүҙәһен табып тешләп алып өйгә өҫтөрәгәнен күреп күптәр күҙ йәштәре менән күҙәткән. Нимә уйлағандыр үҙе шул саҡта, хужаһынан өйҙәшен ерләп ҡуйыуын теләнеме, бәлки терелтерҙәр, дауаларҙар тип тә өмөтләнгәндер.
. Бының менән генә бөтмәй әле уның ҡыҙыҡ ҡылыҡтары, Сибай әртистәре килеп концерт күрһәтергә булғас килен клубҡа йыйына. Йәйге кистә бесәйен тышта ҡалдырырға теләһә лә уныһы артынан эйәрә. Клуб алыҫ ҡына, ауылдың теге осонда урынлашҡан, ҡыуһа ла ырғый-һикерә уның артынан ҡалмай, клуб ишегенә тиклем оҙата килә. Ике сәғәттән ашыу концерт ҡарағандан һуң тышҡа сығыуына бесәйе ҡойроғон антенна һымаҡ күтәреп клубтан сығыусылар араһынан хужабикәһен эҙләй икән. Шулай ҙа була икән был донъяла, һығымтаһын үҙегеҙ яһағыҙ инде.
Гөлдәр әбей.