Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
25 Сентябрь 2023, 10:53
ӘҘӘБИӘТ

Асыуланһағыҙ ҙа ,дөрөҫ асыуланығыҙ

Йәннәт – әсәйләрҙең аяҡ аҫтында, тибеҙ. Шуға күрә уларның ҡылған доғалары ҡабул була ла. Әсәй кешенең үҙ балаларына, ейән-ейәнсәрҙәренә теләгән һәр бер доғаһы– яҡшыһы ла, насары ла.

ru.freepik.com
Фото:ru.freepik.com

Ҡайһы бер ғаиләләрҙә, бала асыуҙы килтерһә, уға «шайтан» тип әйтеү ғәҙәте бар. Ә бит шайтан был донъяла ла, әхирәттә лә бәхетле була алмай... Ҡайһы ваҡыт әсә кеше ҡыҙы иҙәнде йыуырға онотҡан өсөн генә: «Кем һине кейәүгә алһын?!» – тип туҙына. Ә аҙаҡ ҡыҙ бала бик оҙаҡ үҙенә пар таба алмай... Халыҡ юҡҡа ғына «сабыр төбө – һары алтын» тимәй. Әйе, әсәй кешегә бик тә сабыр булырға, телен тыйырға кәрәк. Тағын ҡабатлайым: онытмағыҙ, асыуланған ваҡытта ла Аллаһы Тәғәлә доғаны ҡабул итә, шуға күрә насар һүҙҙе – бәддоғаны әйтеүҙән һаҡланығыҙ.
Күпләр өшкөртөргә тип киләләр ҙә: «Хәҙрәт, нишләптер нәҫелебеҙҙә мына шундай хәл...» – тейләр. Ә аҙаҡтан, һөйләшә башлағас, бер нәмә асыҡлана: әсәйләре уларҙы гел бер һүҙләр менән асыулана торған булған. Инде мына улар үҫеп буй еткәнләр ҙә, асыу килгәндә балаларына үҙләре шул ук һүҙләрҙе ҡабатлайлар икән. Нәтиҗә күҙ алдында: әсәйләренең дә бәхете булмаған, ҡыҙларының да, инде менә ейән- ейәнсәрләренең дә...
Телебеҙҙе тыяйыҡ, яҡынларыбыҙға, балаларыбыҙға, белгән-белмәгәнләргә ауыр һүҙ әйтмәйек. Элек әбейләр бушҡа ғына бала-сағаны «рәхмәт төшкөрө», тип асыуланмаган. Беҙгә лә ул-ҡыҙларыбыҙ нимә өсөндөр кәйефебеҙҙе төшөргәндә: «Әй бәхетең булғыры!» – дип ҡуйһаҡ, хәйерлерәк. Яҡшы һүҙ әйтеү, хәйерле доға ҡылыу – изгелек ҡылыу менән бер, һәм ул һинең үҙеңә үк әйләнеп ҡайта. Ә ләғънәт тураһында пәйғәмбәребеҙ мына нәмә тигән: «Әгәр беҙ бәддоға әйтһәк, ул шул кешегә барып етә. Әммә һаҡһыҙға әйткән булһаҡ, кире үҙебеҙгә үк әйләнеп ҡайта».
Сәбәпһеҙ әйтәһең икән, үҙ балаңа ҡылған бәддоға ла – гонаһ. Әсә кеше уйламайынса әйткән ләғънәте балаһына төшөүҙән һәм уны бәхетһеҙ итеүҙән бик һаҡланырга тейеш.
Әсәйләр иҫән булғанда беҙҙе һәр ваҡыт уларҙың доғалары һаҡлап йөрөтә. Был ауыр, ҡатлаулы көннәрҙә намаҙҙан һуң доғаларҙы тағын да күберәк уҡыһыннар ине улар. Иң хәйерле доға, әлбиттә, "Аятел-көрси".
Рөстәм Хәйруллин хәҙрәт.
Көньяҡ -көнсығыш диалектында яҙылды

Автор:Аскарова Минзаля
Читайте нас: