Эшләйҙер, бәлки шунда ҡунып та ҡалалыр әле, йәшәгән ҡасабаһында күптән инде иҫке больница бинаһын ҡарттарҙың һуңғы төйәге итеп ҡулайлаштырылған тигәнде ишетә белә инем. Ә үҙе ҡарттар йортонда көн итерлек йәштә түгел әле, тиҫтә йылдар элек кенә әле барлыҡ туғандарын бер табынға йыйып осраштырҙы, беҙҙе лә туғанға һанап саҡырған ине. Хаҡлы ялға сығыу шатлығынан ине был мәжлес, эшен ташларға ла йыйынманы, тик эшенән ҡыҫҡартыуға эләккәс ҡарттар йортонда йыйыштырыусы булып эшләй тинеләр аҙаҡ.
. Хәҙер ишеткәс кенә аралар алыҫлығына һылтанған булырмын, йәштән яҡын аралашып йәшәмәнек тә, тип аҡланырмын, ни тиһәң дә кеше ҡайғыһы төштән һуң шул, үҙемдең донъя мәшәҡәттәренән бушанып уны бер ваҡытта ла хәтеремә төшөрмәгәнмен.
. Бабайҙың машина йөрөтөүгә хоҡуҡ биргән ҡағыҙын алыштырыр ваҡыты еткән икән, Гөлзаһира апайҙар йәшәгән ҡасабаға юлға йыйынды, ниңәлер күңел ҡушыуы буйынса мин дә барырға ниәтләнем, ошоғаса артыҡ ҡатнашып йәшәмәгән апайҙың хәлен белешергә.
. Юлда барғанда уҡ башымдағы икеле-микеле уйҙарҙан арынырға тырыштым, өйҙәренә һуғылырғамы, әллә инмәҫкәме кеше мәшәҡәтләп, нисә йылдар хәлен дә белешмәгән кешенең нисек ҡаршылауы ла билгеһеҙ, йомошоғоҙ булғанға ғына килеп сыҡтығыҙмы, туҡталып ял итер урын кәрәктеме, тиеүе лә мөмкин, нисек әйтһә лә ул хаҡлы буласаҡ.
. Үҙем был турала бабайға өндәшмәйем, юғиһә әйтер, йөрөйһөң эт күтенән ем теләп, юҡ туғаныңды барлап, инеп ысталауай аша ла, правамды алһам ҡайтырға сығырбыҙ, тиер.
. Мине Гөлзаһира апайҙар йәшәгән тәңгәлгә төшөрөп ҡалдырып, бабай ГИБДД офисына китте, күрмәлекле йорттоң ҡапҡаһы алдында инергә ҡыймай туҡталып ҡалдым. Йортҡа ҡыйып баҡҡыһыҙ евроремонт яһалған, әгәр адресын белмәһәм бәлки яңылыш төртөлгәнмендер тигән уйҙа булыр инем, Гөлзаһира апайҙың электән тырыш, эшлекле, булдыҡлы икәнлеген ишетә беләм, тик былай уҡ йортон сынъяһау итеп ҡуйыуы, ай-һай...
. Ихата эсендәге эттең ярһып өрөүөнә күрше ҡапҡанан оло йәштәрҙәге ағай сығып миңә өндәште.
. -Өйҙә юҡ улар, эштә булалар был ваҡытта, һеҙгә кем кәрәк?
. -Гөлзаһира апайға тип һуғылғайным, һаман эшләй икән дә...
. -Һе... Ул бит күптән бында йәшәмәй, ҡыҙының банкка бурысы булғанға һаттылар был өйҙө, ҡарттар йортонда ул хәҙер.
. -Ә Миңзәлә, Рәйсә ҡайҙа икән, ҡыҙҙарын әйтәм, ҡарттар йорто алыҫмы бынан, Гөлзаһира апай ни хәлдә?-албырғанып ағай кешене һорауҙарға күмәм.
. -Анау урамдың осона сыҡһаң күп ҡалмай барып етергә, ике ҡатлы аҡ кирбес йорт алыҫтан күренеп тора, аҫҡы ҡатында урынлашҡан ҡарттар йорто.
. Ниңәлер ҡулын ҡырҡа һелтәп ҡапҡаһынан инеп киткән ағайҙың артынан эйәрә биреп ҡалдым, ҡулымдағы пакеттар ярайһы ғына ауыр, машинаға ышанып апайға ауыл күстәнәсен тултырғанмын, һыйыр тотмағанын белә инем.
. Һәлмәк йөгөмдө алмаш-тилмәш ҡулдан-ҡулға күсереп, ауыр тын алып ҡарттар йортоноң күтәрмәһенән күтәрелгәндә үҙем етмеште артылған әбейгә оҡшағанмындыр.
. Рәшәткә буйында теҙелгән әбейҙәрҙән һорашып Гөлзаһира апайҙың ҡайһы бүлмәлә йәшәгәнен һораштым, ниңәлер бер береһенә ҡарашып ситен генә бүлмәһенең номерын әйттеләр.
. Ҡабул итеү бүлмәһендәге шәфҡәт туташы ла минең үтенесемә тиҙ генә яуап бирмәне, көтөргә ҡушып ҡайҙалыр барып килде, байтаҡ ҡына көттөргәндән һуң миңә үҙенең артынан эйәрергә ҡушты.
. Тар ғына тәҙрәһеҙ бүлмә, яҡтылыҡ түбәләге аҙ ваттлы лампочканан ғына төшкәнгә тыштағы яҡтылыҡтан һуң бында шыҡһыҙ тойола.
. Мин килгәс кенә ашыҡ-бошоҡ йыйыштырғандарҙыр, иҙәндең һөртөлгән урыны еүеш әле, һауала ауыр еҫ аңҡый, асып елләтерлек форточка юҡлығы эҙемтәһе.
. Тимер карауатта ятҡан Гөлзаһира апайҙы танырлыҡ түгел, ҡаҡ һөйәккә ҡалған, элекке дәү кәүҙәле, аҡ тулы йөҙлө апай урынына сирышып бөткән, һоро тут баҫҡан битле ҡарсыҡ ята. Уны ошо хәлдә күреүемдән шаңҡып ҡалғанмындыр, ул ҡулы менән иҙәп ултырғысҡа ымланы.
. -Ултыр, балам, миңә төбәп килгәнһең тинеләр, сырамыта алмай торамсы...
. -Һаумыһығыҙ, мин... - күҙҙәремә төйөлгән йәштәрҙән һүҙемдән бүленеп ҡалдым, ошомо һуңғы тапҡыр күргәндә табында туғандарға арнап йыр йырлаған апай, һыйҙан һығылып торған өҫтәл артындағы туғандарына һәр береһенә ҡалаҡлап бишбармаҡ һоғондорған ҡунаҡсыл хужабикә.
. -Йә! Йә! Мине йәлләп йөрәгеңде боҙма, күрәсәгеңде күрмәй гүргә инмәйҙер кеше, минең көндө күрергә яҙмаһын тип телә. Гөлнур килен бит әле һин, туғандарҙы күрмәһәм дә хәтерҙә барлап ятам әле, нисек килеп сығаһы иттең.
. -Әле бына ҡустыңдың эше килеп сыҡты ла был яҡҡа, мин дә хәл белергә һылтауы сыҡҡанға килдем дә еттем.
. Үҙемде ҡулға алырға өлгөргәйнем, шулай ҙа ҡыйынһыныуымдан үҙемде эш менән әүерәтәм, тумбочкаһын һөрткөләп күстәнәстәремде урынлаштырам.
. -Килен ҡыйынһынмаһаң бынау тошта матрас төйөнө арҡамды ауырттыра, рәтләһәң ине бер аҙ, ҡабаланып һин килер алдынан аҫтымды алыштырғайнылар.
. Юрғанды асыу менән ҡырҡыу еҫ танауҙы ярҙы, өҫкө яғына йәштәр футболкаһы кейгән апайҙың аҫҡы яғы күк талаҡҡа ите әйләнеп, иҙелеп, сейләнеп тора, арҡа тиреһе һыҙырылып ҡубып күберсегән.
. -Сыҡмаған йән генә ҡалған инде, үлеп кенә булмай шул, үҙ йәнеңде үҙең алыуҙан да ҡыйын хәл юҡтыр, нисәмә тапҡыр ынтылдым яҙыҡ юлға баҫырға, булмағас булмай, муйындан гонаһҡа батырмын инде.
. -Килен, тағы оло үтенесем бар, әгәр сикәнмәһәң йыуындырып ҡына алып ҡайт әле, сафланып алғым килә, бик күптәнән мунсала йыуынғаным юҡ, һораш әле, бөгөн изгелекле санитарка эшләй, рөхсәт бирер ул, тик бөгөнгө көн мунса яҡҡандармы икән.
. Ҡабул итеү бүлмәһендәге ҡатын минең Гөлзаһира апайҙы мунсала йыуындырырға теләүемә ыңһарлап ҡына ризалашты, ҡулына тотторған ауыл күстәнәсе лә ярап ҡалды.
. Ваҡытты һуҙмай санитарка ҡатын ярҙамында апайҙы каталкаға һалып мунсала йыуындырҙыҡ, йөҙтүбән һалып елпетеп кенә сабындырғандан һуң Гөлзаһира апайҙың тәненән һыпырылып бысыраҡ тиреләр, эрен-һүл ҡойолоуон күреп күҙҙәрҙән йәш түгелде генә, ярай эҫе мунсала биттән аҡҡан тир йәштәрҙе йыуа.
. Беҙ ҡайтыуға санитарка постелде алыштырып йыйыштырған, бүлмәләге ҡырҡыу еҫ тә бер аҙ баҫылған һымаҡ, әллә үҙем өйрәндемме...
. Таҙарынған тәненә, әммә һаман да ҡанһырап иҙелгән янбашына, бот араларына тумбочкаһында торған порошокты һиптергән булдым, әммә бының файҙаһы юҡлығы шунда уҡ беленде, өҫтән ҡаплаған порошок аҫтынан ҡанлы һүл һарҡыуын дауам итә.
. -Әрнеүҙәрем баҫылғандай булды, Хоҙай рәхмәте төшһөн инде үҙеңә, сынаяғындағы сәйен һыуһаһа ла эсеп бөтөрөргә тырышманы Гөлзаһира апай, аҫтына ебәреүенән тартына икән, үтә ныҡ ябығыуына ла шул сәбәпселер күрәһең.
. -Йылдан артыҡ ятам инде, тәүҙәрәк әбейҙәр менән бер бүлмәлә булғанда рәхәтерәк ине, уларҙың һөйләшкәнен тыңлайһың, тәҙрәгә ҡарап ятыу ғына ла үҙе бер кинәнес. Тик еҫ сыға тип һөйләнә, яратмай башланылар, кеше күп булғанлыҡтан айырым бүлмә юҡ, ошо тәҙрәһеҙ бүлмәгә күсерҙеләр, тере килеш ҡәберҙә ятҡан кеүекмен, утты ла үҙҙәре ингән саҡтарында ғына яндыралар, сыҡһалар тағы дөм ҡараңғыла ятам. Рәхмәт шулай ҙа, бындағы эшләгәндәргә лә түҙем бирһен, урында ятҡандарҙы ҡарауы ла ауыр инде, үҙем элек бында эшләгәс беләм. Үҙеңдекеләргә кәрәкмәгәс, ете-ятҡа үпкәләп булмай.
. Ниңәлер минең күстәнәстәремде ауыҙ итеүҙән дә баш тартты, яуабы, таҙарынам әле, булды, холодильниккә илтеп урынлаштырырға ҡушты, аят уҡығанда ауыҙ итерҙәр.
. Һаман да ҡыҙҙары тураһында һорарға ҡыймайым, хәбәрҙән ауыҙым буш тормаһа ла өйө тураһында ла һүҙ башлай алмайым.
. -Беләм был көнгә нисек төшкәнлегемә аптырайһың, шулай ҙа була икән был донъяла. Йәшә йәшә лә, ғүмереңдең аҙағына килеп еткәнен һиҙмәй ҙә ҡалаһың икән. Үҙемде ауыр йөктө һөйрәп тауға күтәрелеүсе кеше итеп тоям йәшәүемде, инде еттем генә тигәс кенә йөгөм этеп тау түбәненә шыуҙырҙы ла төшөрҙө.
. Ғүмер буйы эскән ир менән йәшәп, уға ярарға тырышып йәшәнем. Өйҙә уның бар эше бал ҡыуып, самогон ҡойоу булды. Айыҡ та түгел, иҫереп тә ҡоламаны, мәңге аңҡы-тиңке үтте ғүмере, шул эсеүе арҡаһында китеп тә барҙы.
. Миңзәләмде тапҡас та табиб, ирең эсәме, тип һораны, сәбәбе булған икән. Төҫкә башҡа теүәл, етлеккән булһа ла психик сирле булып тыуҙы балам. Тиҙ ҡыҙыусан, үҙһүҙле, ауыр холоҡло булып үҫте ҡыҙым, эсеүеңде ташламаһаң башҡаса бала тапмайым тинем иремә, ташламаны, араҡыны ғаилә бәхетенән артыҡ күрҙе. Ул саҡта больницала санитарка булып эшләй инем, яйын таптым тапмаҫҡа, ауырыу баланы үҫтереү ҙә үҙемә бик ауырға төшә ине.
. Тәүҙә балам ауырыу икәнлеген белмәһендәр тип тырыштым, кешегә һыр бирмәйем, кеше араһында әҙәмсә йәшәйем тип серәштем, ир үлгәс кенә бер аҙ тын алдым, ғәйепләйһеңдер, әммә дөрөҫө шул. Балаға аҡсаһы сыҡты, аҡсаға тейендем, төнөм тыныс, ашауым аш булып һеңгәс төҫ-башым рәтләнде.
. Ул саҡта балалар табыу йортонда санитарка булып эшләй инем, йәш кенә ҡыҙ ғәйептән бала табып, больницала ҡалдырҙы. Эйәләштем дә ҡуйҙым шул балаға, эргәһенән китә алмайым, ахырҙа үҙемә документтарын юллап алып ҡайттым.Кешенең тыуған көнөн, исемен үҙгәртһәң яҙмышы үҙгәрә тигән ырым буйынса исем-шәрифен әсәһе ҡушҡанса ҡалдырҙым, атаһы исемендә һыҙыҡ торғанға ғына мәрхүм иремдекен яҙҙырҙым.
. Үҙемдең ҡыҙым менән апалы-һеңлеле итеп, тиң күреп үҫтерҙем, кейемде лә бер иштән кейендерергә тырыштым.
. Үҙ әсәһе табып аралашырға теләгәс тә кире һүрмәнем, йөрәген яраламаҫ өсөн ипләп кенә, яйын табып аңлатырға тырыштым.
. -Әсәй, минең әсәйем Сәйҙә апаймы,-тип һораны бер уларҙан йөрөп ҡайтҡас.
. -Әйҙә булһын улай бик теләгәс, ә мин һинең өләсәйең булырмын, тип яуапланым шаярыу ҡатыш.
. -Ана, класташыңдың ике өләсәйе бар бит, һинеке лә икәү булыр.
. -Юҡ, һин дә минең әсәйем булырһың, икәү булһын әйҙә әсәйем.Ә һин мине больницанан алып ҡайттыңмы?
. -Бәпесте больницанан алып ҡайталар инде, кәбеҫтә араһынан, һыуҙан тотоп алдым тип алдашалар ҙа, барыһы ла больницанан ала.
. Ышанды бала, күршебеҙ ҙә шул осорҙа больницанан бәпес күтәреп ҡайтҡас башҡаса һорашманы ла.
. Ә үҙ әсәһе тағы кейәүгә сыҡты, бәләкәс бәпестәре тыуғас йылдар буйы күрешмәй торҙолар, айырылғас тағы килде, аҙаҡ та үҙ тормошон яйларға тырышты. Рәйсә бошонманы ла үҙ әсәһенең килеп китеп йөрөүөнә, яҡын туғандар кеүек аралашып йәшәнек, ауыр саҡтарҙа бер-беребеҙгә ярҙамлаштыҡ.
. Рәйсәнең өйҙән биҙеүенә үҙемдең ҡыҙым сәбәпсе булды, эскелеккә, аҙғын тормошҡа бирелде. Ғүмер буйы ирҙең эсеүе, балаңдың эсеүенә ҡарата еңел күренгәндер, сараһыҙлыҡтан һығылып төшә инем. Эсһә ныҡ ҡыҙып, нимә һөйләгәнен белмәй китер ине, тәүҙәрәк минән ҡурҡып тынып ҡалһа, аҙаҡ үҙемә ни күҙенә күренһә, шуны елләй башланы. Рәйсәне лә бер нисә тапҡыр туҡманы, өй өсөн, милеккә хужа булыр өсөн йәшәйһең, тип рәнйетте.
. Күп тапҡыр кейәүгә сыҡһа ла бәпескә бәйләнмәне, ауырыуын белгәс табибтар таптырмаҫҡа әмәлен таптылар, баҫылып үҙе бер ерҙә лә эшләй алманы, инвалидность юллаһам да бирмәнеләр.
. Башы эшләгән, банктан өйөмдө залогҡа һалып кредит алып түләмәгән, банк өйөмдө һатып, мин урамда тороп ҡалдым, үҙе ул саҡта кейәүҙә ине.
. Аҡсаһы бөткәс айырылды, бергәләп өйҙәш булып кешелә йәшәһәк тә тынсытманы, араҡы эсһә мине туҡмарға ынтылды, тынысландырыусы дарыуын бәләкәй саҡтағылай көсләп эсерә лә алмай инем, тыңламай. Айыҡһа үкенә, тик айыҡ көндәре юҡ тигәндәй.
. Ошо ҡарттар йортона йәшәү шарты менән эшкә төштөм, тик бына инсульт аяҡтан йыҡты, ятам бына кеше көнлө булып.
. Рәйсәме, бик алыҫҡа, Алыҫ Көнсығыш яғына сығып китте ул, кейәүгә сыҡты, уға хәлемде белдермәйем, үҙ балаңдан булмағас кеше балаһына көнөң ҡалмаһын, мин уны аҡсаһы өсөн, үҙемде ҡараһын өсөн ҡыҙлыҡҡа алманым, бары уны йәлләнем, әсәй урынына тәрбиәләп үҫтергем килде, ә уға ҡарттар йортонда эшләйем тинем. Әсәһенән дә уға ярҙам булманы, үҙ йортон булдырырға тырыша, аяғына тышау булмайым тейем.
. Эштәрен теүәлләгән бабай бүлмәгә инеп апаһы менән күреште, үҙемдең бындалығымды алдан уға шылтыратып аңғартҡайным.
. -Бик ҡыуандырҙығыҙ килеп хәлемде белеп, тәнем, йәнем сафланғандай тойҙом үҙемде, гонаһҡа батам инде, ғәйепләп иҫкә алмаҫһығыҙ улай былай хәбәр ишетелһә.
. Уны йыуатырға тырышып йәнен йылытырлыҡ һүҙҙәр эҙләйем, тик минән артыҡ оло ла булмаған Гөлзаһира апайға ҡарап тамаҡҡа төйөр тығыла.
. Иҫәнлектә күрешеүебеҙҙе теләп ишеккә юнәләбеҙ, апай күҙҙәре менән генә хушлаша.
. Ауыр, бик ауыр хәле апайҙың, был осрашыу һуңғы күрешеүебеҙ икәнлеген беләбеҙ, исмаһам һуңғы юлына, ысын йортона хөрмәтләп оҙатырға ине.
. Бер нисә көндән, апайҙың теләген үтәп, телефондан ҡарттар йортонан шылтыратыусы таныш санитарка ҡатын Гөлзаһира апайҙың мәрхүм булып ҡалыуы, уны ерләүҙе ҡарттар йорто ойоштороуын хәбәр итте. Ашханала уның гүр эйәһе булыуы хөрмәтенә аят бағышлағандар, нәҡ беҙ ҡайтып киткәндән һуң үҙ ғүмерен үҙе ҡыйған.
. Бына ниндәй яҙыҡ юлды һайлауын, үҙенең аятының ризығына күстәнәстәрҙе ҡалдырыуын, оло гонаһлы булырын телгә алған икән, ул турала уйларға беҙҙең башыбыҙға ла инмәне.
. Йән тыныслығын тапһын ине ысын донъяһында.
Гөлдәр әбей.