Эйе, бер ҡараһаң һәр кеше яңы ерҙәрҙе күреп белгеһе, танышҡыһы килә, икенсе яҡтан кемгәлер улар булды ни ҙә булманы ни!. Шулай ҙа бындай ынтылыш булһа, бала саҡтан уҡ башлана, күрәһең. Ундайҙар ҙурайып алһа, йә йәйәүләп сәйәхәт ҡыла, кемдер һыу буйлап ағып төшә, караптарҙа сәйәхәт итә, самолеттарҙа осоп барып етә – аҡсаң ғына бклһын.
Шулай ҙа бындай мөмкинлек барыһына ла эләкмәй, сөнки күпселек халыҡ ярлы, ундайҙар осон-осҡа ялғап, булған тинен һанап йәшәй бирә, киләсәк матур булыр әле, тип ышана. Тик нишләптер алға китеш һиҙелмәй, хаҡтар артыу арҡаһында һаман да ярлы ярлылана, бай байый бара. Ниндәй генә илдә булмаһын, экономик тигеҙһеҙлек, ғәҙелһеҙлек, әлбиттә, ризаһыҙлыҡҡа килтерә, бындай хәл ныҡ ҡаршы торошҡа алып барып еткермәһә – иң яҡшы вариант.
Беҙ бала саҡта, йәғни һуғыштан һуңғы осорҙа, илдә ауырлыҡтар хөкөм һөрә ине әле – газ да, электр яҡтылығы ла юҡ ваҡыт, күп кенә ғаиләләрҙең ирҙәре, улдары һуғыштан ҡайтмаған. Илдең яңы ғына аяҡҡа баҫа башлаған ваҡыты. Ул саҡта беҙ, балалар, кистәрен шәм яҡтыһында дәрес әҙерләй торғайныҡ, ҡышҡы ҡараңғы кистәрҙә, мал-тыуарҙы ҡарап инергә булғанда, кәрәсин менән тултырылған фонарь иң кәрәкле юлдаш булыр ине.
Шундай ваҡыттарҙың бер көнөндә беҙ дүрт күрше йәшәгән дуҫ малайҙар мин, Ирек, Әмер, Ришат ҡустым йәй башы килеүенә ҡыуанып, кинәнеп уйнап йөрөгәндә, һал эшләп алып йөҙөп һыуҙа уйнарға булдыҡ. Ришат ҡустым тип айырата әйтеүем бушҡа түгел, ул минең атай яғынан булған яҡын туғаным, тағы, бер-беребеҙгә ут һорарға инмәһәк тә, ут күршеләр булып ҡатнашып йәшәйбеҙ. Малайҙар араһында мин иң өлкәне – яңыраҡ ҡына етенсе класты тамамланым, Ирек, Әмер алтынсыны, Ришат ҡустым дүртенсе класты тамамлап йөрөгән сағы ине.
Һал төҙөү башланғысын бөтәһе лә дәррәү күтәреп алды. Иртәгәһе көнө урам эстәрендә ятҡан алты-ете бағананы бергә ҡушып, арҡыры таҡта менән алдан-арттан, аҫлы-өҫлө арҡыры һалып нығытып ҡатып сығып, тағы бер йоҡағыраҡ трансанан көрәк яһап, төшкә ҡарай был эште тамамлап ҡуйҙыҡ һәм һалға дүртәүләп баҫып, йөҙөп самалап ҡараныҡ.
Һалыбыҙ бөтөнләй батырға уйламай. Бер һүҙ менән әйткәндә, шәп килеп сыҡты был ҡапыл ғына уйланған эш, бөтәбеҙҙе лә ышаныслы күтәрә һал – шуныһы ныҡ ҡыуаныслы.
- Эх! Ошо һалға ултырып күмәкләп ағып китһәк, ҡайҙа барып сығыр инек икән? – тигән һорау ташланы Ришат ҡустым.
- Ҡайҙа барып сығыр инек тиһеңме? Ошо Таулы йылғаһы Һаҡмарға ҡойғанын беләһегеҙ бит инде. Артабан йылғалар диңгеҙгә ҡарай аға, - тип һүҙҙе дауам итте Ирек.
Үҙ-ара фекер алыша торғас, был йылғаларҙың ниндәй диңгеҙгә барып ҡоя икәнен аныҡ ҡына берәү ҙә белмәй булып сыҡты.
- Ҡара диңгеҙгә барып ҡушылырға тейеш! – тип хәбәр һалды Әмер.
- Нишләп тейеш? Ҡайҙан беләң – тигән һорауҙар менән беҙ, унан башҡалар, Әмерҙең күҙенә төбәлдек, сөнки был өлкәлә беребеҙҙә лә аныҡ мәғлүмәт юҡ.
- Ҡара диңгеҙҙән башҡа диңгеҙ бөткәнме? Азов диңгеҙе бар, тағы Каспий, Урта диңгеҙ ҙә шулар тирәһендә булырға тейеш, - тип мин үҙемдең икеләнеүемде белдерҙем.
Әмер бер аҙ уйланып, фекер төйнәгәндән һуң беҙҙең һорауға аныҡ итеп яуап бирҙе:
- Үҙегеҙ уйлап ҡарағыҙ, малайҙар, беҙҙең Таулы йылғаһы таҙамы? Таҙа. Ауыл уртаһынан аҡҡан Рәжәп йылғаһы таҙамы? Таҙа. Улар бергә ҡушылып буръяҡлана биреп ағамы? Аға. Мин Франс ағайым менән Ниғәмәткә барғанда күрҙем: ошо йылғалар Һаҡмарға ҡушыла, ә Һаҡмар һыуы нығыраҡ буръяҡ. Ҡабатлайым: үҙ күҙҙәрем менән күрҙем, ышанмаһағыҙ ағайымдан һорағыҙ. Ә инде диңгеҙгә барып еткәндә ул ҡарая һәм диңгеҙҙе лә ҡарайта. Белдегеҙме?
- Мин нишләптер ышанып етмәйем әле, шуға күрә ҡайтып әсәйҙән һорап киләйем әле, - тип Ирек өйөнә ҡарай сапты. Уларҙың өйө яҡында ғына, ә әсәһе элекке уҡытыусы. Мин әллә ҡасан уҡ шуға инанғанмын: уҡытыусылар бөтәһен дә белә, ниндәй һорау бир – яуабы һәр ваҡыт әҙер. Их! Ҙарайғас уҡытыусы булһаң ине...
Беҙ ул-был итеп планды ҡорғансы өйгә йүгергән дуҫыбыҙ әйләнеп тә килде.
- Һаҡмар Уралға ҡоя, әсәйем әйтте, - тине ул һауалы ғына үҙен тотоп. – Ә Урал йылғаһы Каспийгә ҡоя. Вәт шулай.
Беҙ, ер-һыуҙы йүнләп белмәгән малайҙар, шунда уҡ ризалашып баш һелкештек. Уның әсәһе Шәмсиямал инәй (беҙҙә атайҙарҙан өлкәнерәк ҡатындарға “инәй” тип өндәшәләр) ысынлап та элекке уҡытыусы ине, тик хәҙерге ваҡытта һаулығы насарыраҡ булыу арҡаһында өйҙә ултыра. Дөрөҫөрәге донъяһын көтә, шуға күрә уның һүҙҙәренә ышанмайынса булмай. Китап уҡырға ярата, үҙ күҙҙәрем менән күрҙем. Бер көн Иректе уйнарға саҡырам тип ингәйнем, шунда дуҫымдың әсәһе урындыҡта ҡалын ғына китапты уҡып ултыра ине. Ирек кейенгән арала, үҙемә ҡыйын булһа ла, ниндәй китап уҡыуын инәйҙән һорай ҡуйҙым.
- Мөхтәр Әүәзовтың “Абай юлы” китабы был, - тине Шәмсиямал инәй.
– Мин яҡшы беләм, беҙҙең мәктәп китапханаһында бындай китап юҡ, - тигәйнем, ул:
- Юҡтыр шул. Был китапты ҡыҙҙарым аша ҡырҙан алдырҙым әле. Яңыраҡ башҡортсаға әйләндерелгән роман булып сыҡты. Уҡығың килһә һуңғараҡ биреп тора алам, тик китапты һаҡлап ҡына тотоп, бысратмай, йыртмай кире ҡайтарырға тейешһең, - тине. Тағы бер әднәкәһе бар: роман өлкәндәр өсөн яҙылған, һин, улым, уны аңлай алырһыңмы икән, тип миңә һораулы ҡарашын йүнәлтте.
- Китапты бирһәгеҙ аңлаһам да-аңламаһам да уҡып сығасаҡмын, - тип яуапланым да дуҫым менән бергә тышҡа сығып йүгерҙем. Ике көн үткәс тә Ирек дуҫым ошо китапты әсәһе ҡушыуы буйынса үҙе үк килтереп бирҙе һәм мин уны уҡый башлап, ҡаҙаҡ далаларына, беҙгә бауырҙаш булған күрше ҡәүем донъяһына, даланың хөрмәтле шәхестәренең йәшәйешенә баш-күҙ менән инеп киттем. Китапта һүҙ танылған ҡаҙаҡ шағиры Абай Ҡонанбаевтың тормош юлы тураһында бара ине. Аңланым яҙыусының китабын! Нишләп аңламай, ти! Роман эсендәге күпте күргән Жомабай ҡарт та, оҫта йырсы Байтас та миңә бик ныҡ оҡшаны. Эх! Шул ерҙәрҙе барып күрһәң ине!- тип уйлағайным шул саҡта. Эйе, ул ваҡытта китапты әҫәрләнеп бер-нисә тынала уҡып сыҡтым, шул уҡыған арала ҡәҙерләп кенә тоттом һәм бысратмай-нитмәй йөрөтөп, имен-һау көйө рәхмәттәр әйтеп, китапты хужабикәһенә тапшырҙым.
Ярай әңгәмәләшеп тороуға кире күсәйек.
Был юлы Әмер еңелеп ҡалғыһы килмәне, шикелле, тәүҙәрәк әйткәнен өҫкә сығарырға тырышып һүҙҙе ҡуйыртырға булды.
- Эйе, уҡытыусы кешегә, кәнишне, ышанмайынса булмай. Бәлки, Урал ҡайһылыр диңгеҙгә төшөр алдынан икегә бүленеп китеп аҡҡандыр. Ул саҡта бер яғы Каспийгә, икенсе яғы Ҡара диңгеҙгә ҡойорға тейеш. Белдегеҙме!
- Белдек, белдек! Ярай, шулай булһын һинеңсә!
- Беҙ, тирә-яҡтағы ер-һыуҙы яҡшылап белмәгәнгә күрә, тағы ла ризалаштыҡ та ҡуйҙыҡ. Нишләп ризалашмай, ти? Тап ошолай булыуы ла бик мөмкин бит! Бөтә ерҙе белеп бөтөп буламы ни?
- Әйҙәгеҙ һалға ултырып күмәкләп ағып төшәйек тә тикшерәйек, - тип тауыш бирҙе Ришат ҡусты.
Мин уның фекеренә ҡушыла һалдым, сөнки күңел менән әллә ҡайҙарға барып сыҡҡы килгән ваҡыт ине шул саҡта.
- Әйҙәгеҙ хәлдән килгәнсә ағып төшәйек. Тик ашарға икмәк-һөт, һыу алырға кәрәк буласаҡ. Бәкеһеҙ ҙә булмай. Тағы һал өҫтөнә эскәмйә яһап ултыртыу кәрәк. Уныһын үҙем эшләрмен.
Ҡаршы килеүсе булманы. Әмер:
Аҡса ла алырға кәрәк булыр, сөнки кире йәйәүләп кенә ҡайтып етеүе икеле. Юл ыңғайы машина килеп сыҡһа, шуфиргә һораған аҡсаһын биреп, ҡайтып етеп буласаҡ.
Ә ҡайһы саҡта сәфәрҙе башлай алабыҙ? – тип Ришат ҡустым беҙгә һорау ташланы. Мин шунда уҡ яуап бирергә ашыҡтым:
- Иртәнән һуң баҙар көнө. Шул көндө әсәйҙәр өйҙә була. Эйе, тап шул көндө миңә һеңлеләрҙе ҡарау бурысы булмаясаҡ, өйҙән ысҡыныуға уңайлы мәл миңә. Тағы берәй көн әҙерләнеү ҙә кәрәк бит.
Бөтәһе лә һүҙһеҙ риза булды. Аҡса алырға кәрәклекте бер-беребеҙгә ҡат-ҡат аңғарттыҡ.
Шәмбе көнө өс трансанан “п” хәрефенә, йәки баштүбән улаҡҡа оҡшаш булған ике кеше ултырып барырҙай эскәмйә эшләп бөтөп ҡыуандым. Уны Таулы йылғаһында беҙ бәйләп ҡалдырған һалға алып барып, уртаһынан арҡыры ҡатып нығыттым.
Ял көнө иртәрәк тороп һүҙһеҙ генә һәм йәшертен рәүештә бер шешәгә һөт тултырҙым, ике телем икмәк алып, соланда эленеп торған алама ғына сумкаға һалдым, шунда уҡ һалды бәйләп ҡуйырҙай бау ҙа һалынды, кеҫәгә тағы бәке инеп ятты. Йылыраҡ кейенеп алдым, шунан һуң Ришат ҡустыма һуғылдым, ул әҙер ине инде. Икәүләшеп Әмергә барһаҡ, мин бара алмайым, тип ултыра.
- Әсәйем ебәрмәй, утын ярырға ҡушты, - ти был дуҫыбыҙ.
Нишләп әсәйгә әйтергә инде! Йүнле бер әсәй ҙә күрә тора балаһын әллә ҡайҙа ебәрергә тормай инде ул! Уларҙан сыҡтыҡ та Иреккә киттек. Ул атаһы менән Баймаҡҡа китергә йыйынып йөрөй булып сыҡты. Бармаҫҡа булған.
- Ағай! Нишләйбеҙ? – тип һорау бирҙе Ришат ҡустым. – Икәүҙән-икәү генә ҡалдыҡ бит!
-Эйе, икебеҙ генә ҡалдыҡ шул. Әйҙә, икәүләп ҡуҙғалдыҡ, - тинем мин. – Элек батырҙар уйлаған эште башҡармайынса туҡтамағандар.
- Ниндәй батырҙы иҫеңә төшөрөп тораң, ағай?
- Бәй! Алдар батырҙы, кәнишне. Ишеткәнең бармы?
- Бар ҙа ул, тик миңә уның тураһында йүнләп һөйләгән кеше булманы.
- Булмаһа – үҙем һөйләрмен. Аҫҡа ҡарай аҡҡан саҡта ваҡытыбыҙ беҙҙең кү-үп буласаҡ әле, Ришат ҡустым.
Был юлы Ришат ҡустым ҡарышып торманы һәм беҙ белгән генә бисмиллабыҙҙы әйтә-әйтә һалға ҡушарлап ултырҙыҡ та һыу буйлап юл башланыҡ. “Берәйһе тотоп туҡтатып тормаһа ярар ине”, - тип уйлап барһам да, ундай ҡытыршылыҡ булманы. Таулы менән Рәжәп ҡушылған урынға еткәс Ришат ҡустым:
-Ағай! Күпме аҡса алдың – тип һорап ҡуйҙы.
- Миндә өс һум аҡса бар, ә һин алдыңмы?
- Алдым. Илле тинем бар, - тип яуап бирҙе ул.
- Ярар, булған аҡсаларыбыҙ ҙа етеп торор. Ана, утын тейәүсе машиналарҙың шуфирҙәре ултыртҡан кешеһенең һәр береһенән иллешәр тин ала икән. Атайымдан ишеттем. Илле тин бер һумдың яртыһы бит инде. Уға ун тапҡыр киноға барырға була, йәки егерме биш дәфтәр һатып алып, оҙаҡ ваҡыт хәсрәтһеҙ йөрөргә була. Ә инде кабинала урын булмай ҡуйып, кем дә кем утын башына ултырып барырға булһа – утыҙ тин бирә. Шуға күрә аҡсабыҙ ул-былға етер әле, икенсе яҡтан, әллә уның кәрәге була, әллә юҡ.
Таулы менән Рәжәп ҡушылғандан һуң йылға киңәйеп, күтәрелеп киткәндәй булды. Рәжәптең һыуы Таулыныҡы менән сағыштырһаң күберәк күренгәндәй, сөнки уға Бәләкәй йылға, Сыбалайыр шишмәләре ҡушылып китә.
Һал яй ғына алға табан ағыуын белә, уны унда-бында ғына ҡулдан эшләнгән ишкәк менән төҙәйтеп алыу етә. Тора бара ҡояш үҙ нурҙарын йәлләмәйсә тарата башланы, эҫе төштө. Беҙ, ике малай, тирә яҡты байҡай-байҡай һыу юлын артабан дауам итеүебеҙ. Бер аҙҙан һыуһатҡандай булды. Ришат ҡустым, бәлки, шешәһенә сәй яһап алғандыр, тип уйлап, һорау бирҙем:
- Ҡустым! Һинең шешәлә һөтмө, сәйме? Сәй булһа, хәҙер үк бер аҙын эсеп алайыҡ, тирләтә бит, шуға һыуһатҡандай булды.
- Мин һөт таба алманым, йоҡонан тороуыма уны айыртып өлгөргәндәр ине. Шуға күрә яңы ғына айыртылған ҡаймаҡты күреп ҡалдым да, шуны шешәгә тултырып алдым. Белгең килһә, был донъяла ҡаймаҡтан да файҙалыраҡ аҙыҡ юҡ. Әсәйем шулай, ти һәм ураған һайын ашарға ҡуша, тиҙерәк ҙурайырһың, ти. Ә мин унан бүккәнмен – бер ҙә ашағы килмәй.
- Ә нимә ашағың килә һуң улай булғас?
- Ҡарбуз ашағым килә, унда һыу ҙа, битамин дә етерлек, - тип әйтеп Ришат ҡустым мине аптырауға һалды.
Был юҫыҡта күп уйлап торманыҡ, бер-нисә минуттан һуң усҡа алып Һаҡмар һыуын туйғанса эсеп алдыҡ, өҫтән ҡарағанда һыу йәшкелт һымаҡ күренһә лә, усҡа һалһаң тап-таҙа, ап-аҡ төҫтә был һыу, үҙе тәмле, еләк еҫе яғылып торғандай.
Ә тирә яҡта һиллек, илаһи мәл. Күк йөҙө салт зәңгәр, болоттар ҡайҙалыр бик алыҫта яҙа-йоҙа һыҙылып тора. Алыҫтараҡ, урман ситендә һыйыр көтөүе күренә. Был көтөү күрше ауылдыҡы, беҙҙеке һыйыр көтөүен бөтөнләй кире яҡта Тәкәһуҡҡан юлы тирәләй көтәләр, сөнки ул яҡтар бөтмәҫ-төкәнмәҫ ҡара урмандарға барып тоташа. Ә был яҡта тигеҙлектәр башланған ерҙәр ята. Бәлки, шуғалыр, ҡартәсәйем әйткәнсә, Ҡояш апай нығыраҡ нурҙарын түгәлер. Ҡояш нурҙарына ҡойоноп, баш осонан төрлө ҡоштар осоп үтә, тызылдап осҡан себендәр ҙә үҙҙәренсә ҡабатланмаҫ тауыш сығарып үтәләр, уларға башҡа бөжәктәр ҡушыла, янлатып бал ҡорттары бызылдап үтә. Күбәләктәр төрлөсә фигуралар яһап, ярышып осоп, ошо матурлыҡҡа йәм өҫтәйҙәр кеүек. Ай-һай, был ерҙәрҙән матурыраҡ тағы ерҙәр бармы икән? Минеңсә юҡ!
Эйе, июнь айы йәйҙең иң матур айы булып күренә миңә. Июндә тағы бөтә ер йәшеллеккә күмелде, болон, туғайҙар гөрләп сәскә атты. Йылға, күлдәр өҫтөн ап-аҡ һәм һап-һары томбойоҡ сәскәләре ҡапланы, ә йылғалар ағымға ҡаршы йөҙгән төрлө балыҡтар менән тулы.
- Ағай!
- Әү!
- Мынау ярты метрҙай суртан әллә алйыған инде, ағым ҡаршыһына ынтылмай. Баянан бире ҡарап киләм, беҙҙең йәнәшәлә аҫҡа ҡарай йөҙөп тик бара.
- Кит анан! Ҡайҙа ул мәхлүк? Күрһәт әле!
- Мына уң яҡта! Иғтибар менән түлке ҡара!
Эйе, баяғы балыҡ арҡаһын күрһәтә биреп беҙҙең йәнәшәлә йөҙә. Ришат ҡустым дөрөҫтө әйткән икән. Бына һиңә мә! Балыҡтар араһында ла алйоттары була икән дә баһа!
- Ҡустым! Нишләйек икән? Әллә тотоп ҡарайыҡмы? Беҙҙең тирәнән китмәй ҡыланып бик йәнде үртәй бит был.
- Әллә шул, ағай, нимә тип әйтергә белмәйем. Тураһын әйтәйем дә ҡуяйым – бындай шамбыны тота алмаҫбыҙ ул, бик елле күренә бит!
Аҙағы бар.