Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
31 Август 2023, 17:12
ӘҘӘБИӘТ

ТИҘ ОСЛАНҒАН СӘЙӘХӘТ (Мажаралы хикәйә.Аҙағы) Б.Хәй.

Ришат ҡустым үҙ фекерен аныҡ ҡына итеп әйтеп еңел һулап ҡуйҙы һәм мин ни әйтер икән тигән ҡияфәттә туп-тура күҙгә ҡараны. Был юлы ҡустым алдында үҙемдең егетлегемде күрһәтергә булдым.

- Әйҙә, ҡустым, былай итәйек. Бына бау, һиңә элмәк яһап бирәм. Мин хәҙер уға ишкәктең ҡырлы яғы менән ныҡ итеп тондорам. Иғтибар менән ҡарап тор, ул шул арала иҫтән яҙырға тейеш, ә һин уны элмәккә эләктереп йәһәтләп тартып ал!
- Ярай, ағай, хәлдән килһә, һин әйткәнде мотлаҡ үтәрмен, кәнишне, -тип Ришат ҡустым минең әйткәнде үтәргә әҙерләнә һалды.
Ә теге яһил, йәнде үртәргә тырышыптыр инде, һаман булһа йәнәш йөҙөүен белә.
- Бер, ике, өс! Миндә белем, миндә көс! Пионер ҡыйыу була, шуға ла эше уңа, - тип әйтеп, ишкәк менән баяғы суртанға һуғыуым булды, аңғармай ҙа ҡалдым, билләһи, үҙем һыуға остом. Бөтә бәлә ныҡлап баҫмау арҡаһында булғанын һыуҙан сыҡҡас ҡына аңланым, сөнки һал бәләкәс булыу сәбәпле бик сайҡалыусан булып сыҡты. Тик ултырып барғанда ғына уның ҡыйпаҡлығы беҙгә ныҡ беленмәгән икән. Инде хәҙер балыҡ ҡайғыһы китте, минең кейем һыуланды, бороп-бороп һыҡтыҡ та эскәмйәгә йәйеп һалдыҡ.
- Шырпы булһа ярға сығып, ут яғып кейемеңде киптерә алыр инек, түлке шырпыбыҙ юҡ бит, - тип Ришат ҡустым үҙ уйын әйтә һалды һәм күңелгә ул бәләкәс кенә яра һалып өлгөрҙө. Мин дә шулайыраҡ уйлап бара инем. Икенсерәк төрлө яуап бирергә булдым.
- Ҡустым! Шырпы булған хәлдә лә беҙ яр буйында усаҡ яғып кейемде киптерә алмаҫ инек, сөнки ҡоро-һарыны сапҡысларға балтабыҙ юҡ бит, -тип аңғартырға тура килде уға. – Беҙ, мау баштар, эшкинмәгәндәр, был турала бөтөнләйгә уйламағанбыҙ, тырым-тырағай сыҡҡан да киткәнбеҙ бит, - тип мин үҙемде әрләй-әрләй һүҙемде йомғаҡлап ҡуйҙым.
- Анау уң яҡта өйҙәр күренә биреп ҡалды, ниндәй ауыл икән?
- Ҡайҙа? Әһә, аңлашылды. Был Ниғәмәт ауылы, шул ауыл уртаһынан Һаҡмар йылғаһы аға бит. Бына-бына ошо ҙурыраҡ йылғаға төшәсәкбеҙ.
Тап ауылға ингән урында беҙҙең һал Һаҡмарға төшөп алды ла артабан юлын ҡабаланмай ғына дауам итте. Артабанғы юл тынлыҡта үтте, беҙ ике яҡ ярҙағы тәбиғәткә күҙ һала-һала йәйҙең төҫтәрен үҙебеҙҙең күңелдәргә һеңдерҙек. Ошолай итеп тағы бер сәғәттәй ваҡыт уҙҙы.
Ағас араларынан тағы ла өйҙәр күренгәндәй булды.
- Беҙ Бикеш ауылын үтеп барабыҙ икән дә баһа. Эйе, шулай, - тип мин үҙалдыма һөйләнеп алдым.
- Ә был ауылда кемдәр йәшәй? – тип һору бирҙе ҡустым.
- Был ауылда башлыса урыҫтар тора, башҡорттар ҙа бар. Былтыр атайға эйәреп барғайным, шунда күреп ҡайттым ауылды. Тағы сталауай эшләй унда, шул барғанда атайым менән инеп ашап сыҡҡайныҡ. Шунан Таулыҡайға барып ураныҡ та ҡайттыҡ. Атыбыҙ шәп булып сыҡты, бөтөнләйгә арыманы.
- Шулай икән дә... Әллә беҙ ҙә яр башына сығып, тамаҡ ялғап алайыҡмы, ағай, эс арҡаға яҡынайған һымаҡ була башланы, - тип Ришат ҡустым яңы тәҡдим индерҙе. – Иртәнсәк һыуыҡ һыуҙан башҡа бер нәмә лә эсмәй сығып киткәйнем.
- Һай, маладис! Мин дә шул турала уйлай ғына башлағайным, тик тәҡдим итергә өлгөрмәнем - тип мин тиҙ генә килешеп ҡуйҙым.
Һыу ситенә һалды ышаныслы итеп бәйләп ҡуйҙыҡ, ярға сыҡтыҡ, ашарға ултырҙыҡ. Тәүҙә минең моҡсайҙағы ике телем икмәкте ҡаймаҡҡа ҡушып ашаныҡ, һөт эстек, унан һуң Ришат ҡустымдың майға бешкән ике түңәрәк икмәгенең башына еттек. Был юлы беҙҙән тик ярты шешә ҡаймаҡ ҡына артып ҡалды. Тамаҡты туйҙырып алғандан һуң тәбиғәт ҡосағында ятып, ҡояшһыҙ урындараҡ ял итеп алырға булдыҡ. Иртәнсәктән алып һал өҫтөндә барыу арыуыҡ ялҡытҡан ине, әлбиттә. Әүен баҙарына күсеүемде аңғармай ҙа ҡалғанмын. Бер саҡ эттәр өргәнде ишетеп уянып киттем. Ришат ҡустым да уянды. Беҙгә ҡарай бер көтөү ялбыр һәм ҙур-ҙур эттәрҙең сабып килеүен, (ярай әле алдан уҡ) күрҙек. Тиҙ генә йыйынып был тирәнән шылыу яғын ҡараныҡ. Бөтә көскә һалыбыҙға ҡарай йүгерҙек һәм уны бауҙан ысҡындырып алып, һыу уртаһына ҡарай ҡабалана-ҡабалана ишә башланыҡ. Тап ошо ваҡытта эттәр ярға килеп еттеләр һәм беҙҙе төрлөсә тауыштар сығарып оҙаҡ ҡына өрөп тороп ҡалдылар.
- Исмаһам, бер-ике таяҡ булһа ла һалып алмағанбыҙ икән, - тип Ришат ҡустым ауыр көрһөнөп ҡуйҙы. Мин бер ни ҙә өндәшмәнем, сөнки теүәлләп кәрәк нәмәләрҙе һалып алмағанбыҙ икән, тимәк беҙ сәйәхәт ҡылыуға үҫеп етмәгәнбеҙ булып сыға түгелме? Эйе, тап шулай.
Һал һәүетемсә генә йылға ағымы менән ҡушлап йөҙөүен дауам итә. Көн кискә ҡарай ауыша башлаған ваҡыт. Ҡояш нурының ялҡыны бер аҙ һүрелә барғандай тойолдо миңә.
- Ағай! Һин ҙурайғас кем булырға уйлайһың?
- Уҡытыусы булғым килә минең. Бер-ике төштә үҙемде уҡытыусы итеп күреп, сикһеҙ ҡыуаныс менән килеп уянғайным. Ә һин, Ришат ҡустым, кем булыр инең?
- Мин шуфир булғым килә, ҙурайһам шуға уҡып сығам да машинамдың рулен бора-бора йөк ташыясаҡмын, кешеләргә лә машина ярҙамын күрһәтәсәкмен. Машина барҙа самолет та кәрәкмәй миңә. Түлке ҙурайып алайым әле.
- Фекерең бик дөрөҫ, тик шуның буйынса уҡырға ынтылырға кәрәк булыр инде, - тип мин уның әйткәнен үҙемсә йөпләп ҡуйҙым.
- Аулаҡта ғына һорай торған бер генә һорау бар ине, ҡалғандары ваҡ-төйәк кенә. Әбижәтсә итмәһәң һорайым әле тигәйнем. Тик оялта бит әле.
- Бәй, һора кәнишне, нишләп аптырап ултыраһың? Һора, булдыра алһам – яуап бирермен.
- Һине нисә йәштә бестерҙеләр, ағай?
- Һа-һа-һа! Шулмы ни бөтә һорауың? “Бестерҙеләрме” түгел, сөннәткә ултырттылармы, тип һорарға кәрәк. Айғырҙы ғына бестерәләр, йәки башҡа малды – белеп ҡуй! Башҡа бер йүнлерәк һорауың юҡмы ни?
- Бар. Түлке быныһы иң кәрәге ине.
- Ай, әттәгенәһе! Иң кәрәге, имеш, уға! Ярай, иң кәрәге булғас, әйтәйем инде. Ул саҡта өс йәш тулып үткән ваҡыт булғандыр, күрәһең, уныһын яҡшы иҫләмәйем. Иҫтә ҡалғаны шул: бер көнө атай-әсәй мине ҡартәсәйгә ҡалдырып кемдеңдер туйына киттеләр. Күп ваҡыт та үтмәне өйгә көрәк һаҡаллы бабай килеп инмәһенме! Ҡартәсәй уның килерен алдан белгәндер, күрәһең, килеп ингән һаҡалтай менән шул арала сөсөләнеп һөйләшеп алып китте, йүгерәндәп йөрөй башланы. Башта улар сәләм бирештеләр ҙә ултырып биттәрен һыйпап алдылар.
- Йылымыс һыу барҙыр, Хәшиә апай? – тип һораны беҙгә ингән ҙур һаҡаллы олатай.
- Бар, бар, хәҙрәт, Аллаға шөкөр. Таҙа сепрәк тә әҙерләгәнмен. Әжере лә әҙер.
- Ярай улайһа, ваҡытты һуҙмайыҡ, Аллаһы Тәғәлә рөхсәте менән изге эште йәһәтләп башҡарып, имен-аман ғына тамамлап ҡуяйыҡ әле. Аҙаҡтан берәй еңел юрғандың уртаһынан бау бәйләп, бауҙы түбәгә тоташтырып, малайға ҡыуыш яһарға онотмаҫһың, Хәшиә апай.
- Ю-уҡ! Онотоу ҡайҙа ул. Бындай мәшәҡәтте беренсе тапҡыр башҡармайбыҙ бит. Хоҙай Тәғәлә тик ыңғайлыҡтарҙы ғына бирһен инде!
- Бошонма, апай, барыһы ла ыңғай булыр.
Шунан һуң бабай миңә ҡарап:
-Улым! Ҡуян-ат арбаһына ултырып, сауҡалыҡ буйлап елеп үткең киләме? – тип һораны. Кемдең генә бәләкәс ат егеп елеп үткеһе килмәһен инде. Әлбиттә, ыңғай яуап бирҙем. Шунан баяғы бабай:
- Бик шәп! Бик шәп! Уның өсөн һине сөннәткә ултыртмайынса булмай, ризаһыңмы? – тип яңы һорауын бирҙе.
Ҡуян-аттың арбаһы “сөннәт” исемлелер ул, шуға ултыртырға самалайҙарҙыр ул, тип иҫемде йыя алмайыраҡ хәлдә тегеләй-былай әйләндереп уйлап торам. Мин ни әйтергә белмәй торған арала ҡартәсәй:
- Риза ул риза. Сөннәткә ултыртыу сөннәтле эш. Нишләп риза булмаһын инде, аҡыллы малай бит ул, - тип минең өсөн яуап бирергә ашыҡты.
Шул арала ыштанды систереп, урындыҡтағы түшәлгән сепрәк өҫтөнә һуҙып һалдылар, ҡартәсәй баш осона ултырып, ике ҡулымды тотто. Ә бабай аяҡ яғына урынлашып нимәлер уҡып алды ла үҙенең һаҫыҡ түбәтәйе менән минең битте ҡапланы һәм “Аллаға тапшырҙыҡ”, тип әйтеп, йән еремде ҡырҡып та ебәрҙе. “Бау” итеп ҡалдым шул саҡта, ғәләмәт ауырта бит. Иланым, әлбиттә, шарылдап яттым, тик ни ғәжәптер күҙ йәшем сыҡмай ҙа ҡуя. Эйе, үҙем ҡысҡырып илайым, ә күҙ йәше юҡ. Бына бер ғәжәп хәл! Улай ҙа була икән дә баһа! Ярай әле һаҡалтай минең йән еремде башҡа ҡырҡып маташманы, шунда уҡ ҡырҡылған урынға нимәлер һипте лә моҡсайын алып тиҙ генә ҡайҙалыр сығып олаҡты. Сәй ҙә эсеп торманы баяғы сөннәт бабай.
- Ә мин сөннәт бабайҙан ике мәртәбә ҡасып ҡотолдом. Башҡа мине тота алмаҫтар, сөнки мин уны хәҙер яҡшы таныйым, - тип Ришат ҡустым һөйләшеүҙе артабан дауам итте. – Ҡарале, ағай, мин сөннәтләнмәгәс урыҫ булып ҡаламмы?
- Юҡ! Урыҫ булып ҡалмайың. Юҡ менән башыңды ҡатырма, ҡустым. Һин сөннәтһеҙ мосолман, мин сөннәтлеһе булып йөрөйөм – бына шул ғына айырма беҙҙең арала, атайым әйтте. Тик “бисмилла” һүҙен гел генә әйтеп йөрө – файҙаһы тауҙай, ҡартәсәйем ураған һайын әйтергә ҡуша.
Ришат ҡустым яуаптан ҡәнәғәт булды, шикелле, тынып ҡалды, яуапты тағы бер ҡат барлағандай тойолдо миңә. Арыуыҡ ваҡыт уйланып ултыра биргәс, ҡустым тағы йәнләнеп китте, һорауҙар биреүен дауам итте.
- Ә беҙ төнгә ҡалһаҡ ҡайҙа йоҡларбыҙ?
- Ярға сығып, берәй уңайлы урын табып йоҡларбыҙ әле.
- Аңлашылды. Ә асыҡһаҡ нишләрбеҙ?
- Сираттағы ауыл магазинына инеп, аҙыҡ-түлек алырбыҙ, икмәкте лә кемдәндер һатып алырға була. Аҡсабыҙ бар!
- Ярай шулай булһын, ти. Беҙ хәҙер ниндәй ауыл эргәһенән үтергә тейешбеҙ?
- Таулыҡайға яҡынлап киләбеҙ. Артабан белеүемсә ошо йылға буйлап Сыңғыҙ, Буранбай, Беренсе Этҡол, Ғүмәр, Ярат ауылдары буласаҡ. Артабанғы ауылдарҙы белмәйем шул. Кәрәк булһа кешеләрҙән һорашып белешербеҙ тип уйлайым.
Бына бер саҡ һыу буйлап үҫкән ерек-талдар һирәгәйә бирҙе, тигеҙлек башланды, алыҫта, бейек яр башында, тағы ауылдың өйҙәре күҙгә салынды.
-Ошомо Таулыҡай ауылы? – Ришат ҡустым ултырған урынынан тороп баҫты һәм күҙҙәрен алыҫҡа төбәне.
- Эйе,Таулыҡай ауылы ошо булырға тейеш. Атайым менән бер саҡ бында килеп киткәйнек, шуға төҫмөрләй бирәм.
Арыуыҡ араны тынлыҡта йөҙөп барҙыҡ. Алғы яҡтан күҙен алмаған Ришат ҡустым кинәт кенә телгә килде лә:
- Ауылдан алда беҙҙе күпер ҡаршылай икән дә баһа! Күпер уртаһында бер кеше баҫып тора. Машинаһы яр буйында, Рәшит ағай йөрөгән машинаға оҡшаған бензовоз был, - тип әйтеп һалды.
Ниһәйәт, күҙгә асыҡ күренеп торған күпергә яҡынлаштыҡ. Күперҙә торған ағай ҡулдарын болғай-болғай беҙгә ярға туҡтарға ҡушып ҡысҡыра башланы, хатта исемдәребеҙҙе лә белә булып сыҡты. Бына һиңә мә!
Һалды машина торған яр буйына алып барып төкөттөм һәм иғтибарымды беҙҙе ҡаршы алып торған ағайға йүнәлттем. Бәй, был ысынлап та икебеҙгә лә яҡын туған булған Рәшит ағайыбыҙ булып сыҡты ла баһа! Ана, беҙ әллә ҡасан уҡ танып бөткән бензовозы ла уныҡы. Был яҡтарҙа нимә ҡарап йөрөй икән? Шулай ҙа сит урында үҙебеҙҙең туғаныбыҙҙы осратҡанға сикһеҙ шатбыҙ. Ҡабаланмай ғына ярға күтәрелдек, Рәшит ағай менән ҡул биреп күрешеп алдыҡ. Беҙ, малайҙар, осрашыуға сикһеҙ шатбыҙ. Ағайыбыҙҙың да ауыҙы йырыҡ, йөҙө ҡәнәғәтлек менән балҡый, “беҙҙе осратҡанға ул да ҡыуанып торалыр, моғайын”, тигән уй баштан йүгереп үтте шул саҡта.
- Шунан, хәлдәр нисек, сәйәхәтселәр? Һалда йөҙөп туйҙығыҙмы? – тип кинәйәле һорау бирҙе Рәшит ағай һәм артабан беҙҙең яуапты тыңлап та тормайынса:
- Барығыҙ, давай, кейемдәрегеҙҙе, башҡа әйберҙәрегеҙҙе алығыҙ ҙа ҡайтыу яғына һыпырттыҡ, унда һеҙ икәүҙе ата-әсәләрегеҙ дүрт күҙ менән көтөп тора, - тип беҙгә ҡәтғи бойороҡ бирҙе. Шулай иттек, кейем-һалымды ҡосаҡлап алып тиҙ генә машина кабинаһына инеп ултырҙыҡ.
Ҡайтыр юлға ҡуҙғалып киткәс тә Рәшит ағай беҙгә кинәйәле ҡарап:
- Эй! Ҡасҡалаҡтар! Һеҙҙе эҙләп йөрөп күпме бензинде әрәм иттем, шуға күрә был юлы икегеҙгә лә түләргә тура килер, - тип беҙҙе ныҡ аптыратҡан хәбәрен һалды. Быға тиклем машинаһында беҙҙе бушлай ултыртып ураған һайын алып йөрөгән ағайыбыҙға бөгөн нимә булды икән ул? Беҙ, ике малай, бер нәмәлә аңламаныҡ, шулай ҙа мин:
- Түләрбеҙ, аҡсабыҙ бар беҙҙең, - тип яуап бирҙем эре генә. Йәнәһе беҙ һис тә ярлы халыҡ түгелбеҙ.
- Юҡ! Аҡса менән түләргә кәрәкмәй, давай йыр йырлап түләгеҙ! – тип беҙ уйламаған хәбәрҙе һалды ағайыбыҙ. Йыр йырлай беләһегеҙме? Әгәр йырламаһағыҙ Ниғәмәт тирәһендә төшөрөп ҡалдырам да, бер үҙем ҡайтып китәм, артабан яйлап йәйәүләп ҡайтып етерһегеҙ әле, - тип әйтеп аптырауға ҡалдырҙы ул. Шаярамы икән әллә тиһәң – етди ҡарап ултырған һымаҡ.

Ышаныс юҡ өлкәндәргә. Күп ваҡыт улар әйткәнен уйламағанда теүәл үтәп ҡуя. Юлдың ниндәйҙер бер өлөшөн бер ҙә йәйәүләп ҡайтҡы килмәй бит инде. Шуға күрә мин тиҙ генә яуап бирергә ашыҡтым.
- Беҙ бер урыҫса, бер башҡортса йырҙы беләбеҙ, - тип әйтеп һалдым мин икебеҙ өсөн дә.
- Давай, улайһа урыҫсанан башлағыҙ!
Минең иң яратҡан йырым “Взвейтесь кострами” тип башлана.
Бер ни тиклем ҡарлыҡҡан күкле-йәшелле тауыш менән мин йырҙы башлап ебәрҙем, ләкин ҡушылыусы булманы. Күмәкләп йырлаһаҡ, бәлки, шәп тә килеп сыҡҡан булыр ине, бик хөрт килеп сыҡҡандай булды был юлы, ярай, булғанса булыр, бында сәхнә лә, аҫтан йылмая биреп ҡарап ултырыусы кешеләр ҙә юҡ.

Взвейтесь кострами, синие ночи,
Мы пионеры - дети рабочих!
Близится время светлых годов.
Клич пионеров - всегда будь готов!

Мы поднимаем красное знамя,
Дети рабочих - смело за нами!
Близится время светлых годов
Клич пионеров - всегда будь готов!
- Был йырҙы беҙ уҡыған саҡта нишләптер өйрәтмәнеләр, - тип һөйләп алып китте Рәшит ағай, - атайым һуғышта һәләк булғандан һуң йыр ҡайғыһы булманы беҙҙә, ә нисектер тамаҡ туйҙырыу ҡайғыһы алға баҫты. Өйгә яғыр утынды ла сауҡалыҡҡа сығып, ағас төбөрҙәрен тибеп ҡолатып, ҡул арбаһы менән ташырға тура килде. Һай, был донъя! Кешеләр ҙә, дәүләттәр ҙә һаман да һыйышып йәшәй белмәй, шуға күрә тормошобоҙ ҙа алға бармай, шикелле. Бәлки, һеҙҙең быуын матурыраҡ йәшәй алыр, кем белә! Бөттөмө ни йырың, ҡустым?
- Бөттө. Ҡалған куплеттары иҫтән сыҡҡан, - тинем мин.
- Йә ярар, ә икенсе йырың нисек атала?
- Шайморатов генерал.
- Оһо! Шәп йыр бит ул, үҙе ябай, үҙе мәғәнәле, үҙе тантаналы. Давай башла. Был йырҙы белмәгән кеше юҡтыр ул!
Мин йырҙы башлауым булды кабина эсендә ултырғандар дәррәү ҡушылып китте:

Башҡорттар китте һуғышҡа,
Оҙатып ҡалды күк Урал.
Ат уйнатып алдан бара
Шайморатов генерал.

Әлегә моңһоҙораҡ башҡарылған йыр булһа ла, ул, кабина эсенә һыймай, асыҡ тәҙрә аша тышҡа, һәр иркен тарафтарға ынтылды, тирә-яҡты ялмап алды һәм тигеҙ түңәрәктәр яһағандай, артабан һауала тибрәлеүен дауам итте. Йыр күңелебеҙҙе йылытты, йәнен-тәнен аямай илен һаҡлаған батырҙарыбыҙ менән ғорурланыу тойғоһон тағы бер ҡат уятты. Шулар һымаҡ илебеҙҙе һүҙҙә түгел, ә ысынбарлыҡта тулы мәғәнәһендә сикһеҙ яратҡы килде. Беҙгә, малайҙарға, ил үҙебеҙҙең өйҙән, ата-әсәләребеҙҙән, үҙебеҙ йөрөгән һуҡмаҡтарҙан, теҙелешеп ултырған тауҙарҙан, ауыл эргәһендәге ҡайынлыҡтан башлана ине. Шул ерҙең биҙәге булған балыҡлы, ҡомороҡло, ҡаҙлы-өйрәкле йылғалар тыуған еребеҙҙең беҙгә таныш булған бер өлөшө ине. Ауыл уртаһынан аҡҡан “Рәжәп”, тауҙар сылбыры буйлап килгән “Таулы” йылғалары беҙгә ныҡ таныш булған, һыу ингән йылғалар ине. Тора биргәс акылдан ситтәрәк аҡҡан “Сыбалайыр”,, “Бәләкәй Йылға”лар менән таныштыҡ, уҡыуға барғас та Ағиҙел, Ҡариҙел, Кама, Волга, Амур, Енисей йылғаларын белеп географик ҡараштарыбыҙҙы киңәйттек. Ләкин Ағиҙел беҙҙең өсөн батырҙар үҫтергән матур һәм күп һыулы күңелебеҙгә яҡын булған бер илаһи йылға булып иҫкә инде.

Ағиҙелдең һыуын эскән,
Туғайында көн иткән.
Утта янмай, һыуҙа батмай,
Һай, батыр ҙа ир икән...



Йыр тамамланғас та Рәшит ағай һүҙ дилбәгәһен үҙенә алды.
- Батыр булғығвҙ киләме, малайҙар?
- Эйе, эйе, - тип беҙ ҡысҡырышып яуап бирҙек.
- Бөтә кеше батыр булып бөтә алмай, - тип һүҙен дауам итте Рәшит ағайыбыҙ, - кешеләргә мешать итмәй, ата-әсәңә ҡайғы-хәсрәт килтермәй, эш боҙмай йәшәһәң - шул еткән. Тағы ямандан - яҡшыны, сит кешенән үҙеңдекен айыра белергә өйрәнергә кәрәк. Иң мөһиме - бәлә-ҡазанан һаҡланып йәшәгеҙ, ә бөгөн бәлә-ҡазаны үҙегеҙ уйлап тапҡанһығыҙ икән, башҡа улай итмәгеҙ, малайҙар.
Кабинала тынлыҡ урынлашты, һәр кемебеҙ әйтелгән ябай ғына һүҙҙәрҙең мәғәнәһен аңларға тырышып тын булып ҡалдыҡ. Мвшина моторының тигеҙ генә геүләүе эске донъябыҙҙың "түңәрәк" икәнен иҫбат иткәндәй үҙ йырын дауам итә.
Ағайыбыҙҙың бында машина менән килеүенән алда эш былай булған икән. Ришат ҡустымдың әсәһе Сәғилә апай эштән ҡайтып торһа, балаларҙың береһе беҙҙең һыу буйлап йөҙөп киткәнде еткергән. “Батып ҡуйырҙар инде былар”, тип ҡото осҡан Сәғилә апай бер туған ҡустыһы Рәшит ағайға йүгергән. Ярай әле шофер ҡустыһы өйҙә булған саҡҡа тура килгән. Ҡустыһына хәлде аңлатып биргәндән һуң, беҙҙе машина менән баҫтырып тотоуҙы үтенгән. Рәшит ағай машинаһы менән елеп сығып киткән дә тәүҙә Ниғәмәт күперендә беҙҙе көтөргә булған, ләкин өлгөрмәгән булып сыҡҡан. Беҙ унан алдараҡ үтеп киткәнде күпер эргәһендә генә балыҡ тотоп ултырыусы берәү әйтеп һалған. Шуға күрә ағайыбыҙ Бикеш аша тура юлдан Таулыҡай күперенә ҡарай "осҡан" ғына. Һөҙөмтәлә бөтәбеҙ өсөн дә шатлыҡлы булған осрашыу килеп сыҡты. Был бер. Икенсеһе шул: был юлы рөхсәтһеҙ сығып киткән өсөн “мукалашка” булыр инде тип уйлаһаҡ та, киреһенсә килеп сыҡты.

Нишләптер был юлы беҙҙе орошоусы булманы, сыбыҡ та өрлөктә, үҙ урынында ҡалды. Шулай итеп, беҙҙең сәйәхәт оҙаҡҡа бармай тиҙ генә осланып ҡуйҙы. Бәлки, ҡартәсәй әйтмәксе, Хоҙай Тәғәлә шулай ҡушҡандыр, беҙҙе, быуындары нығынып бөтмәгән балаларҙы, ошолай итеп бәлә-ҡазаларҙан һаҡлап алып ҡалғандыр ул Ғәләмдәр хужаһы.
Һай, ғәмһеҙ бала саҡ! Ҡайһылай тиҙ үтеп киттең дә ҡапыл ғына юғалдың, шулай ҙа ярты-йорто көйө булһа ла матур бер мәл булып иҫтә ҡалдың.
Был бер көнлөк мажаралы сәйәхәттән һуң күп йылдар үтте. Рәшит ағай ҙа, уның әсәһе Сәғилә апай ҙа, беҙҙең атай-әсәйҙәр ҙә гүр эйәһе инде хәҙер.

Ришат ҡустым хыялына тоғро ҡалды, шофер танытмаһын алып лесовозда тырышып эшләне, эше өсөн орден-миҙалдар алды, өйләнде, бынамын итеп иркен өй һалып инде, уба-туба мал тотто, матур һәм аҡыллы балалар үҫтерҙе, кешеләргә ярҙамсыл булды. Тик беҙҙең аранан ул да иртәрәк китеп барҙы.
Улар барыһы ла алыҫта, ҡул һуҙымы етмәҫтәй урында, һаман элеккесә йәшәп яталар кеүек миңә тойола. Минең ике ҡыҙым да әсәләренән һуң мәңгелеккә күстеләр, минең өсөн улар ҙа һаман тере булып ҡала бирәләр. Бәлки, шулай уйҙа булғанғалыр йөрәк әле лә тибеүенән туҡтамай үҙ эшен дауам итә.
Эйе, мәңгелеккә күскәндәрҙең барыһының да нурлы йөҙҙәре, ниндәйҙер һүҙҙәре һәм йырҙары күңелемдең иң төпкөлөндә илаһи бер нурлы моң булып һаҡлана. Әлхәмду лилләһи!

Читайте нас: