Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
16 Август 2023, 09:57
ӘҘӘБИӘТ

2021: диван, себен, Венер. Повесть. Айбулат СӘСӘНБАЕВ (3)

Күктән яуған тәүге ҡар Венерға “яңы эш тап”, тип шыбырлай. Йәйгеһен ул костюм эсендә яланғас торһа, хәҙер еңел куртка кейеп тә өшөй.

Бигерәк тә аяҡтар ныҡ туңа, сөнки костюм өҫтөнән аяҡ кейемен эләктереп булмай. Подъездар буйлап йөрөү ҙә сәләмәтлек өҫтәмәй. Үҙ йәшниктәрен рекламанан һаҡлаған әбейҙәр менән дә телләшеү егеттәрсә түгел кеүек. Венерға ҡышҡылыҡҡа йылы урынлы, ултырып эшләй торған ер кәрәк.

          Бындай урын таксила табылды. Егеттең “Жигули”һы замана сервистары талаптарына бармай, шуға машинаны ойошманан ҡуртымға һораны. Бының өсөн көндәлек эштең проценты күберәк алына, әммә яңы автомобиль булмағанлыҡтан, ошо вариант та бара.

          Эш ауыр түгел. Кешеләргә хеҙмәт итергә теләгән саҡта юлға сығаһың да телефон аша ҡушымтаны ҡабыҙаһың. Эҙләү радиусына ҡарап заказдар килә. Кемгәлер такси кәрәк булһа, ун секунд эсендә экранда сыҡҡан төймәгә баҫып өлгөрөргә кәрәк. Унан һуң пассажир артынан юлға сығаһың.

          Икһеҙ-сикһеҙ соҡорҙарҙы, ҡалдырылған машиналар менән тулы ихаталарҙы урап үткәндән һуң клиентыңды ултыртаһың да – алға. Мобиль ҡушымта үҙе маршрутты төҙөр, пассажирға ҡайыш тағырға кәрәклеген иҫкәртер.

          Юлдаштарҙың төрлөһө эләгә. Күпселеге ингәндә һаулыҡ һораша ла, юл буйына шым ултырып, сыҡҡанда һаубуллаша. Бындай кешеләр ожмахҡа сиратһыҙ эләгәлер ул. Йөҙ һум түләп, үҙен шәхси водителе булған батша тип хис итеүселәр ҙә етәрлек. Йә финиш нөктәһенә тиклем ҡайҙалыр һуғылып сығырға кәрәк була уларға, йә музыка оҡшамай, йә салонда тәмәке тартырға теләйҙәр.

          Ниндәй ҙә булһа машинаға ҡышын ингәндә, башта арт менән эскә ултырып, аҙаҡ аяҡ кейемен тышта ҡарҙан ҡағырға кәрәк. Был яҙылмаған ҡағиҙәне һәр әҙәпле кеше белә. Тик уны иңҡар итеүселәр  юҡ түгел. Батшалар улар яғына әйтелгән һәр тәнҡит һүҙенә ҡыҙыу ҡарай. Ҡуҙғалмаҫ борон уҡ телләшеү сәфәргә кәйеф өҫтәмәй, киреһенсә, күберәк соҡор эләктереп уны һикертеү теләген уята. Тик машина йәл. Уны ҡарау былай ҙа ҡыйбатҡа төшә.

          Ябай көндө ғәҙәти биш сәғәт эсендә кеҫәгә ике-өс мең аҡса төшөрөп була. Ҡар яуһа, йә дауыл сыҡһа, заказдар һәм хаҡтар арта. Килем дә күберәк төшә. Бының менән бергә нервылар ҙа нығыраҡ ҡаҡшай, сөнки һауа торошо насар булғанда таныш юлда ла икеләтә иғтибарлы булырға кәрәк.

Әгәр пассажир бер аҙ төшөрөп алған булһа, бөтөнләй “бөттө баш”. Тәҙрәләр боҫланғаны өсөн мейесте нығыраҡ асырға кәрәк, салонда эҫе булғанлыҡтан пассажир көслөрәк иҫерә. Юл өсөн түләү ысулында банк картаһы тормаһа, был кешенән наличканы алыуы әтәстән күкәй һалыуҙы һорауға тиңләшә.

          Таксист пассажирҙың ҡарашынан уҡ уның менән юл нисек үтерен белә. Бындай һәләт уға бер айҙан һуң килде.

          Венер ветеринарияны кешеләр менән әҙерәк аралашырға, күберәк йәнлектәр менән эш итергә теләп һайлағайны. Әлегә барыһы киреһенсә килеп сыға. Пассажирҙар менән уртаҡ тел табыу иң ярһыу үгеҙгә укол ҡаҙауҙан ауырыраҡ.

          Егеттең хәтерендә уйылып ҡалған иң сағыу юлдаштар исемлегендә юл буйына бер туҡтауһыҙ “ҡоймаҡ”, тип ҡабатлап барған ҡыҙ, артҡы ултырғыстарҙа үбешеүҙән туҡтай алмаған әбей менән бабай һәм муйынына бысаҡ терәп аҡса һораған мигрант. Ҡайнар саҡта ниндәй ҙә булһа хәлдән сығыу юлын табырға мөмкин. Венер ҡанында адреналин уйнағанда, үҙе ниҙәр ҡыла алыуҙарын белеп сәстәре үрә торҙо. Тәү ҡарашҡа русса ла яҡшылап белмәгән ауыл малайы, ә тормошо бысаҡлы алйот ҡулында булған саҡта, фильмдарҙа ғына күрһәтелгән приемдарҙы ҡулланып бандиттың ҡулын шаҡара алырлыҡ баһадир.

          Таныш булмаған ҡыҙҙар менән дә аралашыу таксист булған саҡта еңелерәк бирелә. Дарыухана төлкөһө исемле актерлыҡ мәктәбен үткән егет үҙен әллә кем итеп танытып һәр кешенең күңеленә юл таба ала.

          Такси – килемле эш. Автомобилеңде ваҡытында ҡарап, тейешле эштәрҙе башҡарған саҡта. Венерға иһә әллә күпме кеше ҡулы аша үткән транспорт эләкте. Шуға аҙна һайын берәй деталде алмаштырыу ғәҙәти кеүек тойола башланы. Кеше сит мөлкәткә аянысһыҙ. Өс көн эшкә бер көн СТО-ла ултырыу тап килә.

Был эштән булған килем ярты йыл элек ҡағыҙҙар таратыу кимәленә тиңләшкән саҡта такси менән дә хушлашырға тура килде. Етмәһә, бында карьера үҫеше юҡ. Стагнация.

***

          Венер үҙләштергән сираттағы һөнәр – фастфуд бешереүсе. Унда ла бер ниндәй диплом, тәжрибә, белем һорамай эшкә алалар. Тик үҙеңде яҡшы күрһәткән хәлдә администратор, филиал директоры булып китеү мөмкинлеге ҙур. Бындай урында кадрҙар ағымы көслө, шуға ымһындырғыс вакансиялар ҙа йыш булғылай.

          Тәүҙә эшсене йә һыу ҡойоу аппараты янына, йә картон һауытҡа картуф тултырыуға ҡуялар. Аҙағыраҡ заказдарҙы упаковкалау, йә кассаға килтереүҙәре ихтимал. Дөйөм алғанда, фастфудта һәр кескәй эш өсөн айырым кеше тәғәйенләнә. Берәү тик туңдырылған кәтлиттәрҙе ҡыҙҙыра, икенсеһе әҙер бургерҙарҙы ҡағыҙға төрөү менән шөғөлләнә...

          Залға иҙән йыуырға, йә сусҡа клиенттар артынан батмустарҙы сүп-сар контейнерына алып барып ташларға сығарыуҙары ихтимал. Фастфуд өлкәһендә йөрөүселәр – универсал. Ниндәй генә эшкә ташлаһаң да, йырып сыға алалар.

          Ни менән шөғөлләнһәң дә, сәғәтенә йөҙ һумдан бер аҙ күберәк аҡса килә. Эш хаҡы промоутерҙыҡынан саҡ ҡына юғарыраҡ. Тик бында эш сәғәттәре буйынса сикләү юҡ. Һигеҙ сәғәт тә, ун ике сәғәт тә бил бөгөргә мөмкин.

          Бер туҡтауһыҙ эшләп торған мейестәр менән уратылған тар кухняла һәммәһенә урын етмәй. Тонсоғоп яфаланыусылар ҙа юҡ түгел. Эҫелә аяғүрә тороп эшләгәнгә лә бындағы персонал гел ябыҡ була. Уларҙың нескәлеге клиенттарға, бургер ашап һимереп булмай, тигән ышанысты уята.

          Бөтә варианттар араһынан Венерға иң ныҡ оҡшағаны – кассала тороуы. Бында ҡалыная башлағандарға йылмайырға һәм тейешле төймәләргә баҫып заказ йыйырға ғына кәрәк. Ашау зонаһы менән кухня сигендә тороуҙың үҙ тылсымы бар. Бында клиенттар артынан күҙәтеп, кешеләр тураһында һығымталар яһарға мөмкин.

          Мәҫәлән, үҫмерҙәр күберәк кола һәм картуф ярата. Улар ашап бөткәндән һуң да ике сәғәт буйына сүп-сар тулы өҫтәл артында телефонға тексәйеп ултырыусан. Артыҡ килограмдар үҫтергән әҙәмдәрҙең дә калориялары күп ризыҡ алғанынан һуң шәкәрһеҙ газировка һорауы кәйефте күтәрә.

          Донъя тулыһынса алыш-бирешкә ҡоролған. Венер сәс киҫтергән парикмахерҙар уға ашарға килә, шул уҡ аҡса ҡулдан ҡулға әйләнә. Кешеләр бер урында аҡса эшләй һәм икенсе урынға уны килтерә. Икенсе урында уны ҡабул итәләр ҙә өсөнсө ергә килтереп тапшырып ҡуялар. Был әйләнештә нисек үҙеңә күберәген һоғоноп ҡалырға?

          Венерҙың кейеменә, юҡ, хатта, тиреһенә фастфуд майы еҫе һеңгән. Уны бер ниндәй ҙә һабын менән йыуып сығарырға мөмкин түгел. Ошо еҫтән күңел болғана башлағанға ла тиҙ туйҙырған ризыҡтар йортонан китергә тура килде.

          Артабан Венер үҙен төҙөлөштә һынаны. Бер ниндәй эш һөнәре эйәһе булмағанлыҡтан, егет объекттарҙа ярҙамсы булып йүгерҙе. Сүп-сар ташыу, ҡыйыҡҡа кабель мендереү, оҫталарға эш ҡоралы алып биреү, берешәр сәғәт тәмәке тартыусылар янында ҡыҙҙар артынан йөрөү тураһындағы хәбәрҙәр күңелгә ятманы.

          Венер сит кешеләргә ниҙер төҙөргә түгел, үҙенең тормошон көйләргә теләй. Бында ла оҙаҡ тотҡарланырға тура килмәне. Мигранттар менән бергә вагончик бүлергә теләмәй, егет кире асылына ҡайтырға һәм ветеринарияға тығылырға булды.

          Тик клиникаларҙа һаман буш урын юҡ. Һис юғында ветеринария лабораторияһына урынлашырға тура килде. Ни булһа ла, был фартук кейеп плита алдында һигеҙ сәғәт тороу түгел. Ҡағыҙ тултырырға икән, тултырырға. Кабинетта кондиционер, йылытыу батареялары бар. Йәшәргә мөмкин. Тик йәшәргә генә, байырға түгел.

8

          Әминә колонналар залына үҙ тыуған көнөнә һуңлаған ханбикә кеүек атылып инә. Ҡарашы менән иң шуҡ, иң теремекте эҙләй. Бына ул – информатор. Ҡыҙыҡай унан һәр һүҙен, һәр фекерен сығарып ала. Кем мәғлүмәткә эйә, шул донъя менән идара итә. Әйтсе, малай, шайморатовсы булыу һинең өсөн нимә? Микрофон Сони камераһына тоташтырылған, был бөгөн ҡулланылған иң сифатлы апараттарҙың береһе. Һин Шайморатов тураһында үҙең ни беләһең? Ул кем булған? Әминәгә һинең эш буйынса ғына теүәл утыҙ секунд һөйләүең кәрәк. Бер синхрон әҙер, яҡшы. Репортер микрофонын тағы бер нисә кешегә төбәй. Улар араһында чиновниктар ҙа, мәктәп директорҙары ла, уҡыусылар ҙа бар. Бөтәһенә лә яуап бирергә тура киләсәк, бер кем дә ситтә ҡалмаҫ. Микрофон проводы ҡулға урала, камера сумкаға һалына. Телеканал символикаһы менән биҙәлгән Рено кире телеүҙәккә юл тота.

          Конгресс-холл бинаһында сираттағы форум. Райондарҙан килгән кешеләр үҙен күрһәтергә ашҡына. Бында респондент эҙләргә кәрәкмәй. Туғандары алдында маҡтанырға теләүселәр үҙҙәре килә. Бүләкләнеүселәр булһа, уларҙы, конкурс булһа, ярышсыларҙы, фекер алышыу булһа, ике һөйләмде бергә бәйләй белеүсене яҙҙырыу етә. Ҡалғанында бер яңылыҡ юҡ. Түрәләр сәхнәнән отчет бирә. Түрәләрҙең түрәһе вәғәҙәләр һибә. Залда ултырғандар аяғүрә тороп ҡул саба. Сюжет һуңына стендап, кеҫәгә форум исеме яҙылған ручка, ҡорһаҡҡа – кофе-брейктан бәлеш киҫәге төшә.

          Республикала автомобилдәр һаны кеше иҫәбенә тиң. Көн дә авария. Сираттағы водитель иғтибарһыҙлығы арҡаһында балалы әсәне тапаған. Суд бүлмәһенән үкереп илау тауыштары ишетелә. Әминә микрофонын рәшәткә артында ултырған водителгә һуҙа. Тегенеһе башын эйеп бер һүҙ ҙә әйтә алмай. Көн дә булған фажиғәләргә ҡайғырып ултырырға күҙ йәше етмәҫ. Әминә тимер тауыш менән кадр артында: “Водитель бер һүҙ ҙә әйтмәне, ғәйебен танымай”, ти.

          Тәбиғәттә берәй үҙгәреш еткән һайын кешеләр бығаса ни булғанын онота. Яҙ етһә, балыҡсылар боҙҙа аға, йәйен эскеселәр һыуға бата, көҙөн баҡсасылар урамда ҡый-һай яға, ҡышын электр йылытҡыстар, мейестәр, фейерверктар контролдән сыға. Һауа температураһы үҙгәргән һайын халыҡты иҫкәртергә кәрәк. Әминә һәр миҙгелгә хас проблемаларҙы белә. Буран була, тигәс тә юлға сығыусыларҙың да, ғәҙәттән тыш хәлдә зыян күреүселәргә ярҙам күрһәтеүсенең дә ни әйтәсәге, кемде ғәйепләйәсәге билдәле. Әминәгә һыуҙа күгәреп шешкән мәйеттәр ҙә, көлгә ҡалған байлыҡтар ҙа, тәҙрәнән ҡолап төшкән сабыйҙар ҙа йәл түгел. Ул тыуған көн кеүек йыл да әйләнеп ҡайта торған персонаждар. Һәр береһенә ҡайғырырға күҙ йәше лә, ваҡыт та етмәҫ. Был тик сираттағы репортаж өсөн сәбәп. Был тик эш. Әминә һәммәһен алдан күрә. Кешеләрҙең күҙенә ҡарап уйҙарын уҡый. Әминә журналист. Әминә бутерброд өсөн кәтлит ҡыҙҙыра.

9

          Бүлмә буйлап осҡан себендәр икәү булған. Сервантта һынған тәкә мөгөҙө ялтырай. Венер һаман тыуған йортондағы диванда. Ике йыл шулай бер ниндәй ҡайғыһыҙ телевизорға тексәйеп ятҡаны юҡ ине. Гел йүгерергә, ниҙер эшләргә, ашығырға кәрәк. Ә бында тыныслыҡ.

          Стеналағы сәғәт киске туғыҙға үрмәләй. Әсәһе аш һыу бүлмәһендә вацап аша килгән ҡыҙыҡлы видеоларҙы ҡарай, атаһы ҡырҙа. Тәҙрәгә генә шаҡып ҡуймаһындар.

          Телевизорҙан һәммәһенә таныш позывнойҙар уйнай. Яңылыҡтар башлана. Ил башлығының бөгөн ҡайҙа йөрөгәне, дауаханаларға ниндәй яңы ҡорамал килтерелгәне, берәҙәк эттәр мәсьәләһе һәм театрҙа премьера үткәне тураһында һөйләйәсәктәр.

          Кадр артынан кадрҙар емелдәй. Кемдер кемгә ҡул ҡыҫа, икенсе берәү микрофонға тәьҫораттары менән уртаҡлаша. Телевизорҙан барыһы ла матур һәм туҡ булып күренә. Һәммәһе йылмая. Дәрәжәле ағайҙар күрешәме, мөмкинлектәре сикләнгән үҫмергә коляска бүләк итәләрме, төҙөкләндерер өсөн күпер ябалармы, кадрҙа сағылған һәр кешенән бәхет бөркөлә. Әллә камера шулай күрһәтә, әллә репортерҙар ундайҙарҙы ғына һайлай.

          Берәҙәк эттәр тураһындағы сюжет ҡына айырыла. Бында арыған эшселәр, эттән таланған балаларын яҡлаған еүеш күҙле әсәләр, йәнлектәрҙе йәлләгән активистар. Улар яһалма йылмаймай, камераға ғына иламай. Улар ихлас.

          Кешеләр хайуандарҙан башҡа төр йән эйәһенә йылы хистәр кисерә алыуы менән айырыла. Венер конфликттың ике яғындағыларҙы ла аңлай. Ҡала урамдарында подъезд буйлап реклама таратҡанда хәйерсе эттәрҙән таланғаны ла, һунарсылар ҡулынан иң яҡын дуҫын юғалтҡаны ла булды.

          Ике меңеңсе йылдар башы. Ул саҡта ҡануниәт, күрәһең, былай йомшаҡ булмаған. Әллә план буйынса, әллә кемдеңдер саҡырыуы менән район үҙәге лә булмаған кескәй ауылға догхантерҙар килгән. Эттәрегеҙҙе бәйҙән ысҡындырмағыҙ тигән иғлан күренмәне, атыу тауыштары ишетелмәне.

          Венер төшкө аштан һуң уйынын дауам итергә урамға сыҡҡанда, ишек ябылыу тауышына, өйрәнелгәнсә, Аҡтырнаҡ йүгереп килмәне. Дүрт аяҡлы дуҫ ихатала ла, күршеләр баҡсаһында ла күренмәй ине. Эт клуб янында табылды.

          Дүрт аяғынан да яҙған йәнлек, бейек үлән араһында ята. Ҡояш уның алтын йөнөн һыйпап нурҙар уйната. Малай бер сәғәт элек кенә көсө ташып торған маһмайға ни булғанын аңламай, янына ла килергә ҡурҡа. Яндан берәү: “Ҡара машинала килгән икәү ауылдағы бөтә эттәрҙе ағыулап китте. Исмаһам, арттарынан йыйыштырманылар ҙа”, – тип әллә Венерға, әллә һауаға өндәшеп үтте.

          Ағыулағандар, ә ни өсөн? Аҡтырнаҡ һуңғы көскә башын бороп Венерға ҡараны. Бағаналай ҡатҡан малай был ҡараштан аңға килеп дуҫын ҡосаҡлап ултырҙы. Ағыу биргәндәр икән, уның көсөн бөтөргән икенсе дарыу булырға тейеш. Бөтә киноларҙа шулай. Антидотты ҡайҙан алырға? Ололар икмәк – барыһынан дауа, ти. Венерҙың кеҫәһендә дуҫына һаҡланған киҫәк бар. Тик Аҡтырнаҡ ризыҡты еҫкәмәне лә. Венерҙың ҡулын ялап йән бирҙе. Ә егет әле һыуынмаған тәнде ҡосаҡлап оҙаҡ ултырҙы. Өҙөк-өҙөк ишеткән доғаларҙы уҡып маташты, устары менән эсен һыйпаны, тик мөғжизә булманы. Ошо саҡта бит ул ветеринар булырға ҡарар итте. Башҡа бер бала ла йәшләй үлем менән яҡын танышмаҫҡа тейеш.

          Венер хәтирәләренән кире әйләнеп ҡайтҡанда, яңылыҡтарҙа аҙаҡҡы сюжет тамамлана ине. Экран аҫтында йүгергән таҫмала таныш атама: “Эвер Гивен” күренеп ҡалды. Әллә, ниһайәт, сыҡҡанмы? Иҡтисад донъяһы иртәгәгә тиклем көтөп торор. Бөгөн мәктәп янындағы тауға интернет артынан йүгереү теләге лә, Аҡтырнаҡ йән биргән клуб янынан үтәһе лә килмәй.

***

          Телеграм каналдарҙа бомба шартлағандай. Суэц каналын ҡыйған карап юлды асҡан. Уның менән бергә миллионлаған тауар тейәгән йөҙәрләгән судно тәғәйен ергә ҡуҙғалған.

          Иҡтисад торғонлоғон ике экскаватор ҡотҡарған. Ер шарының меңәрләгән компаниялары зыян күрә, ә проблеманы бер экскаваторсы хәл итә. Бер эшсегә мең күҙ. Бер офис планктонына ун биш етәксе.

          Биржала ла ыңғай үҙгәрештәр бар. Венер аҡсаһын һалған ҡайһы бер ойошма акциялары үҫкән, ҡайһыларыныҡы һаман аҫта ҡала. Акциялар бер ниндәй логик күҙаллауға тап килмәй. Уларҙың үҙгәрешенә берәй сәйәсмәндең сөскөрөүе лә, берәй сүллектә ямғыр яуыуы ла тәьҫир итә ала. Ысынлап ҙур аҡса эшләргә теләһәң, кәмендә ике, өс йыл көтөргә кәрәк. Валюталар курсы үҙгәреше, пандемия, башҡа сир таралыуы һәммәһен сәғәт һайын уйната. Әммә оҙайлы перспективала хаҡтар барыбер арта.

          Венер бөтә акцияларын һатырға булды. Әгәр барыһын әлеге хаҡтарға күсергәндә, ҙур плюс та, кескәй минус та булмай. Аҡсаны сығарып ҡалаға ҡайтырға. Ике көндән маркетплейс өсөн алынған ыштандар килергә тейеш.

          Ауылда иҫәңгерәп ятҡан саҡта бығаса ҡуртымға бирелгән бүлмә өлөшө башҡа фәҡиргә күскән. Венер проспект уртаһынан икенсе фатир тапты. Бының өсөн айына ун меңгә күберәк түләргә тура килер, әммә бынан ары барыһы яҡшы буласағына өмөт ҙур.

          Маркетплейс аша тауар сығарыр өсөн шәхси эшҡыуар булараҡ теркәлергә кәрәк. Һалым түләү тәртибе, эшҡыуарлыҡ йүнәлешен һайлағандан һуң, һәммәһен интернет аша эшләп булды. Һиндостандан килгән джинсыларҙы фотоға төшөрөп, уларға исем уйлау, һәммәһен айырым упаковкаға һалып складҡа оҙатыу өс көн ваҡыт алды.

          Интернетта был һуҡмаҡты тапаған эшҡыуарҙар видеоһын ҡарау эштең айышына төшөнөргә ярҙам итте. Ҡайһы тауарға сертификат алырға кәрәк, ҡайһыһына юҡ. Декларация өсөн ниндәй документтар йыйырға. Маркетинг нигеҙен тапау һәм бына тауар интернет витринала. Сайт алгоритмдары кейемде һатып алыусыларға тәҡдим итә, ҡулланыусылар уны үҙ гардеробында күҙ алдына килтерә.

          Тәүге ике балаҡты Венер үҙе һатып алды һәм башҡа аккаунт аша үҙ магазинына ыңғай фекер менән биш йондоҙ ҡалдырҙы. Тауарҙы быға оҡшаш мең ыштан араһынан алға сығарыр өсөн шулай итергә кәрәк. Алдамаһаң, уңмаҫһың.

          Икенсе булып ыштандарҙы таныш булмаған кеше алды. Өсөнсөһө лә Башҡортостанға түгел, Ырымбурға оҙатылды. Сауҙа китте. Егет кеҫәһенә тамсылап аҡса төшә. Тимәк, магазинды ҙурайтырға ваҡыт. Тоҙ һәм борос өсөн һауыттар, йондоҙҙар төшөрөлгән плед, паспорт һәм автомобиль документтары һыймалы портмоне – Венер алып һатҡан киләһе тауарҙар. Етештереүсенән күмәртәләп осһоҙға алаһың да, интернет аша берәмләп ҡыйбатыраҡҡа оҙатаһың. Буш ваҡытта интернетта кәңәш таратаһың.

10

          Интернет күптән Ер шарының һәр мөйөшөнә үткән. Ә унда һаҡланған мәғлүмәт донъяның иң ҙур келәттәренә лә һыймаҫ ине. Ошо виртуаль киңлектә намыҫлы эшҡыуарҙар ҙа, ҡыланыу оҫталары блогерҙар ҙа, мутлашыусылар ҙа етәрлек.

          Көн дә тиҙ байығыу ниәте менән веб даръяға миллионлаған кеше инә. Кем яңы тредҡа видео төшөрә, кем карауаттан ҡолап төшкән бесәйҙе күреп көлә. Бөтәһен дә бер ниәт берләштерә – интернетҡа инеүселәр тиҙ шатлыҡ, кескәй бәхет эҙләй.

          Халыҡ үҙе уны аңламай, ә мутлашыусылар хаҡиҡәтте яҡшы белә.  Инвестициялар ярҙамында аҡсағыҙҙы бер аҙнала ике тапҡырға арттырырбыҙ. Беҙҙең брокер ҙур корпорацияларҙың серен белә. Беҙҙең каналға яҙыл, аҡсаңды беҙгә бир.

          Сираттағы тинтәк кредит алып шул рекламаларҙың береһенә ышанып биш йөҙ мең оҙатҡан. Хәҙер брокер телефонын алмай. Полиция ҡул ҡаушара. Һуңғы өмөт журналистарҙа. Әммә репортерҙар ҙа аҡсаны кире ҡайтармаҫ. Микрофонлылар тик башҡаларҙы алданыуҙан киҫәтә ала.

          Әминә алдында яңы маҡсат – интернетта аҡса эшләү буйынса махсус репортаж төшөрөү. Сюжет йәкшәмбе кис “Аҙна яңылыҡтары”нда донъя күрерәсәк. Ҡыҙ ҡарамағында ике көн.

          Донъя селтәрендә аҡса эшләп була. Ысулдары күп. Блог алып барыусыларҙы ла, өләсәһе бәйләгән йөн ойоҡтарҙы тәҡдим итеүселәрҙе лә, спорт уйынларына ставка ҡуйыусыларҙы ла, акциялар менән уйнаусыларҙы ла табырға, өйрәнергә, асырға кәрәк. Бынан тыш, һәр ингән кешенән берешәр мең алған бинар пирамидалар етәрлек. Ике кеше килтерһәң, үҙеңә һигеҙ мең төшөр. Улар тағы икәүҙе ошо тоҙаҡҡа ылыҡтырырға тейеш.

          Яңылыҡтар командаһы букмекер ойошмаларының береһендә. Етәкселек менән килешеп булмағанлыҡтан, ставкаларҙа аҡса эшләгән егет менән аралашыу урамға күсерелде. Уның схемаһы ябай: матч көнөндә ике командаға ла тиң аҡса ҡуяһың. Кемеһе еңеүенә ҡарамаҫтан, плюс сыға. Тиң иҫәпкә тамамланған уйындар ҙа була, тик улар әҙ. Ә уйыдар күп: волейбол, баскетбол, футбол, тенис, хатта боулинг һәм бильярд партияларына ла аҡса алалар. Етмәһә һәр илдең үҙ лигаһы бар, халыҡ-ара осрашыуҙар үтә. Көнөндә тиҫтәләгән матч, һәммәһенән еңеү. Еңелеүсе команда иҫәбенә киткән аҡса менән комиссияны алып ташлаһаң, таҙа булып бер-ике мең ҡала. Илле меңдәй һум аҡса гел әйләнештә йөрөй.

          Киләһе респондент эпоксид ыҫмалаһынан һырға һәм балдаҡтар эшләй, балалар өсөн милли биҙәлешле йомшаҡ уйынсыҡтар һата. Хаҡтары ҙур түгел, иң ҡыйбаты бер мең. Әммә ошо ваҡытта ла биҙәүесте бушлай һораған, ташлама талап иткән таныштар бар, тип зарлана эшҡыуар ҡыҙ. Һалым органында теркәлмәү килемдең өлөшөн кеҫәлә ҡалдырырға мөмкинлек бирә. Ә дәүләт бындай ваҡ балыҡ менән ҡыҙыҡһынмай. Үҙенең өс меңлек аудиторияһын арттырырға теләп ҡыҙ төрлө акциялар ойоштора. Башҡа блогерҙарҙан һатып алынған реклама биш-алты кеше килтерә. Әммә һатыуҙар барыбер байрам алдынан ғына күбәйә. Йәй, көҙ – һиллек. Шулай ҙа ҡыҙҙың ай һайын эш хаҡын алған ире бар. Ә был шөғөл тик декрет ялын уҙғарыу сараһы ғына.

          Әминәнең киләһе туҡталышы – маркетинг менән шөғөлләнеүсе апай. Ул ҡатын аҡса эшләү процессын асыр урынына күберәк үҙ компанияһын рекламалай һәм зөбәржәт статустар алған башҡа ҡатындар фотоларын күрһәтә, үҙенең командаһына әйҙәй. Ә был командаға аҙаҡҡы булып килгән кешегә ни ҡала, тигән һорауға яуап юҡ. Уның урынына сираттағы презентацияға саҡырыу, бер айҙа күҙ йомоп утыҙ мең аҡса эшләү тәҡдиме. Тик башта был ҡатынға йөҙ мең күсерергә кәрәк. Әминә ул кешенән сыҡҡанда телефон номерын шунда уҡ ҡара исемлеккә индерҙе.

          Ниһайәт, маркетплейс. Социаль селтәрҙәрҙәге статистикаға ышанғанда, хәҙер тик тома һуҡыр кеше генә интернеттан тауар алмай. Был өлкәлә күптән түгел, Венер исемле егет аҡса эшләй. Уның номерын Әминәгә курсташы бирҙе, бер ауылдан икәндәр.

          Егет үҙ офисы тип һанаған урын - ҡуртымға алынған фатир. Бүлмә әллә ни бай йыһазландырылмаған. Шкафтан әле “Заря” фабрикаһы эшселәре һөртөнгән “Турист” одеколоны еҫе сыға.

          – Төп эш урыным ошо өҫтәл. – Венер ҡунаҡтарҙы аш-һыу бүлмәһенә оҙатты. – Күреүегеҙсә, үҙем дә интернетта тәҡдим иткән тауарҙарым менән ҡулланам. Бына тоҙ һауыты, бына джинсылар.

          – Был эшкә нисек килеп эләктегеҙ һуң? – Әминә микрофонын һуҙып егеттең камераға түгел, үҙенә ҡарауын үтенә.

          – Эшҡыуарлыҡҡа илткән юлым оҙон. Төп сәбәп – кемгәлер бойһонорға теләмәү. – Венер күкрәген алға сығарып үҙе менән ғорур булыуын күрһәтә.

          – Ә интернет магазин ҡағиҙәләре һеҙгә уға бойһоноуын талап итмәйме?

          – Уныһы ғына түҙерлек. Иң мөһиме – мин үҙем үҙемә баш. – Венерҙың күкрәге тағы нығыраҡ тулыланды.

          – Ә һеҙ башҡарған эштең кешелеккә ниндәй файҙаһы бар? – Әминәнең интервьюлағы яратҡан өлөшө, кешенән уның тормош мәғәнәһен һорау.

          Венер бер аҙ шым ҡалды. Паузаның секундтарын һанаған видеокамера ҡарашы юғалған әҙәмде төшөрә. Егет кадрҙы боҙор өсөн башын эйеп операторға ҡараны.

          – Кешеләр мин тәҡдим иткән әйберҙәр менән файҙалана. Аяҡтары өшөмәй, документтары гел бер урында ята, – тигән яуап яңғыраны.

          Камера һүнгәс, Венер Әминәгә ташлама һәм маркетплейстарҙа үҙ эшеңде асыу буйынса уҡыу ойошторорға тәҡдим итә. “Журналист булып күп аҡса эшләп буламы һуң?”, – ти егет.

          – Беләһегеҙме, социаль йүнәлешле проекттарға дәүләттән ҙур гранттар алып була. Әгәр эшҡыуар булам тиһәм, файҙалыраҡ шөғөл табыр инем. Интернет аша ыштан һатыу, минеңсә, етди эш түгел. - Әминәнең хушлашыу урынына әйткән һүҙҙәре буш ҡалған фатирҙы тулыһынса ҡаплап алды.

          “Аҙна яңылыҡтары”нда сыҡҡан репортажда Венерҙы ни бары егерме секунд күрһәттеләр. Ул ҡайһы сайтта теркәлгәнен күрһәтеп, брокерының телефон номерын әйтә. Әминә уның буйынса шылтыратып үҙенә тәғәйенләнгән отошло тәҡдимде тыңлай. Алданғандар тураһында һорау биргәс, трубкала ҡыҫҡа гудоктар ишетелә. Репортер, шулай ҙа интернетта аҡса эшләп була, тип ике көн арттарынан осрашыу эҙләп йөрөгән кешеләргә күсә.

11

          Сираттағы йыл аҙағына яҡынлаша. Тәүге ҡар яуғандан һуң байтаҡ ваҡыт үткән. Күктән төшкән бөгөнгө бөртөктәр ерҙә яҙға тиклем ятырға тейеш.

          Венер ҡулындағы гөлләмәһен тәненә яҡыныраҡ ҡыҫа. Һыуыҡҡа туңмаһын тип ҡағыҙға уратылған розалар тиҙ бирешмәҫкә тейеш.

          Ҡар көсәйә. Кинолағы кеүек бөртөкләп керпектәргә ҡунмай. Бер туҡтауһыҙ яуған туңған ямғыр шаршау булып араларҙы ҡаплай.

          Йәнә университеттың ҙур ишеге асылды. Унан бер йылмайған, бер илар сиккә етән студенттар ағыла. Гөлфираның ошонда лаборант булып эшләүен Венер уртаҡ таныштарҙан һорап белешкәйне. Тик ҡасан эштән бушауы, бөгөн урында була-булмауы ғына ҡараңғы. Өмөт – кешене Эверест башына уҡ еткерә алырлыҡ көс. Университет янындағы аҡ ҡарға күмелгән һәйкәлгә оҡшаш булһа ла, Венер ике күҙен ишектән алмай тора бирә.

          Ҡар бабайҙың тап ошо осҡон сәскән күҙҙәрен танып Гөлфира үҙе янға килде. Шыптыры асылмаған сәскәләрҙе ҡабул итте. Юл аша эшләгән кафеға инергә ризалашты.

          – Беләһеңме, мин хәҙер ҡара төнгә тиклем лабораторияла ҡағыҙ тултырып ултырмайым. Грант отоп берәҙәк эттәр өсөн приют астым. - һүҙҙе Венер башланы.

          – Беләм. Һинең турала таныштарҙан һорашып торҙом, – тип яуаплай ҡыҙ.

          – Һин нисек? Осрашып йөрөгән егетең бармы?

          – Юҡ. Һинән башҡа булманы ла, – ҡыҙ ҡарашын йәшереп өҫтәлгә килтерелгән сәйгә уҡталды, тәрән тын алып үҙен ҡулға алды. - Интернетта приютыңа идарасы эҙләйһең тип күргәйнем. Таптыңмы?

          – Таптым. Ауылда ятҡан бала саҡ дуҫым Русланды күсерҙем. Ул әҙерәк төшөрөп алырға ярата, әммә эшкә яуаплы ҡарай. Минең менән йөрөп насар ғәҙәтен ташларға вәғәҙәләне, – тағы тынлыҡ. Венер бер аҙ йылмайып дауам итте. - Әллә үҙең вакансияға киләм тигәйнеңме? Эттәрҙе яратаһың бит.

          – Уйланым. Тик һин мине ҡабул итмәҫһең тип ҡурҡтым. Байый башлағас кире килде, тип көлөрһөң, тип уйланым. – Гөлфира башын нығыраҡ аҫҡа эйҙе. Бына-бына ул алдындағы сынаяғына төшөп китәсәк.

          - Һиңә мин башҡа урын тәҡдим итәм. Ул ошонда. – Венер ҡыҙҙың усын йөрәгенә килтерҙе.

          Йәштәр яңы яуған ҡарҙа эҙҙәрен ҡалдырып киске ҡала буйлап етәкләшеп китте. Артта йәнәш барған табандарҙың һүрәте. Алда – ап-аҡ офоҡ. Яңы бит.

          Венер туҡтай алмай берәҙәк эттәр менән уртаҡ тел табыуы, уларға тәғәйен урын эҙләүе һәм яралыларҙы дауалауы тураһында һөйләй. Ҡыҙ уға йылмайып ҡарай.

          Башта ҡуртым хаҡы ҙур булмаған киң ер табыуы ҡатмарлыҡтар килтерҙе. Булгаковонан алыҫ түгел, бер участок табылды. Шунда грант аҡсаһына вольерҙар төҙөү, интернетта реклама көйләү, ҡағыҙҙар тултырыу мәшәҡәте үткәндән һуң, ниһайәт, эттәрҙе килтерә башланылар. Аяҡ, ҡабырғаларын һындырғандар, бетләгәндәр, ағыуланғандар бар. Улар өсөн тейешле дауаны Венер үҙе билдәләй. Тоҡомло көсөктәр ҙә эләгә. Тоҡомлоларын һатып алалар, тоҡомһоҙҙары бушлай оҙатыла.

          Хәйриә эшенә меценаттар табылды, дәүләт тарафынан ай һайын күсереләсәк дотациялар юлланды. Бынан тыш, ирекмәндәр килеп эттәр менән уйнай. Ҡайһы берҙә полиция өсөн кастинг ойошторалар. Ҡыҫҡаһы, тормош гөрләй. Аҡса ла етәрлек.

          Руслан көн дә эттәргә ризыҡ алыу, ирекмәндәргә эш таратыу менән мәшғүл. Үҙенең муйынын сынйырға бәйләп, тубыҡланып өргөһө башҡа килмәй. Шулай ҙа йоманан дүшәмбегә тиклем унан еңелсә араҡы еҫе сыға.

          Урам тормошонан шашҡан эттәр, өйөргә тупланып тиҙ ҡырағайлана. Ундайҙарҙы йомшартыр өсөн айырым вольерҙарға бикләп, көн дә ашатып, һыйпап, яраштырырға кәрәк. Адаптациянан һуң ҡалғандары менән кире ҡушырға ла була. Иң мөһиме – эттәргә тоғро булып ҡалырға. Тормошта ла шулай. Венер үҙ өйөрөнөң башлығы. Яҙмышының дилбәгәһен тотоусы.

          – Тағы бер грант еңдем, яҙға табан ауылымда ферма төҙөй башлайым. Тыуған ергә мал тәмен, эш тәмен, ҡот ҡайтарырға кәрәк, ти егет. – Һине һыбай йөрөтөрмөн, үҙең ҡымыҙ һауып бешерһең. Беҙ бер-беребеҙгә генә бойһоноп, кешелеккә саф ризыҡ биреп, һәр йән эйәһенә ярҙам итеп йәшәйәсәкбеҙ. Һин ризамы?

          Гөлфира Венерға ҡарап: “Риза, риза!”, тип ҡысҡыра. Уларҙың тауышын ел эләктереп ҡала урамдары буйлап тарата.

          Ишетәһегеҙме?

Читайте нас: