Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
15 Август 2023, 09:54
ӘҘӘБИӘТ

2021: диван, себен, Венер. Повесть. Айбулат СӘСӘНБАЕВ (2)

Африка һәм Евразияны тоташтырған нәҙек кенә Суэц каналы әле 19 быуатта төҙөлгән һәм оҙаҡ йылдар диңгеҙ аша тауар ташыған караптарға ҡыҫҡа юл аса.

Йә көслө ел, йә кеше яуапһыҙлығы, йә башҡа берәй сәбәп арҡалы Малайзиянан Голландияға йөҙөп барған Эвер Гивен карабы шунда арҡыры боролоп юлды ҡыя. Һигеҙ мең километрлыҡ юлды үтеп тотош Африканы бөгөп урарға теләмәгән контейнер ташыусылар сиратҡа йыйыла. Ә унда барыһы һыйған: яңы автомобилдәр, кейем, уйынсыҡ, төҙөлөш материалдары, күҙлектәр, хатта һарайға кейеп сығырға кәрәкле яңы калош та шул контейнерҙарҙың береһендә, адресатына килеп етә алмай ята.

Пандемия беҙҙе интернеттан тауар алырға өйрәтте. Башҡа һатыусы тотоп торған ҡорған артында картон өҫтөнә баҫып ыштан кейеп ҡарарға кәрәкмәй. Уны ишегеңә тиклем үк курьер килтерер. Заказ ярамаһа, үҙе үк кире алып китер һәм Бөрөләге Фәриткә ярамаған ике балаҡ кире контейнерҙарға тейәлеп Ҡытайға, йә Төркиәгә юлланыр.

Венер йәнә диванда. Ауылда цивилизация бар, тиҙәр. Ул бында, ысынлап та, юҡ түгел. Өй мөйөшөндә ҙур арҡалы телевизор, ҡыйыҡ башында тимер сым. Бер генә бәлә: ул сым ни бары өс телеканал тота. Шуларҙың береһендә йәш журналист Әминә Өмөтбаева иҡтисад яңылыҡтарын һөйләй. Эвер Гивен карабының Суэцта тығылыуы донъя сауҙаһына сәғәтенә 400 миллион доллар зыян килтерә, ти. Венер өсөн Эвер Гивен ул тиклем ҙур зыян килтермәһә лә, кеҫәһенә көнөнә кәмендә 900 һум өҫтәй алыр ине.

***

Фатир алғандан һуң егет баҙарҙың хаҡтарын күҙәтеүен туҡтатты. Ә бер йыл эсендә ул үҫеүҙән туҡтамаған. Әгәр торлаҡты әле үк баҙар хаҡына оҙатҡанда, сумма ипотеканы ябырға, тәү иғәнәне ҡайтарырға һәм өҫтәп биш йөҙ мең эшләргә мөмкинлек бирә. Бер йыл эсендә күсерелгән ипотека түләүҙәрен, обоиҙар алмаштырыуын, өс тапҡыр кран яңыртыуын ҡушып һанағанда ла, Венер плюста ҡаласаҡ.

Айҙан айға тиндәр һанап көн еткергәнсе, шулай ҡыланып банк иҫәбенә йәнә ҙур һандар ҡайтарыу хәйерлерәк. Был юлы егет улар менән яҡшыраҡ файҙаланыр.

Ни ҡылам тиһәң дә, ул шөғөлгә ваҡытыңды тулыһынса бирергә кәрәк. Ҡайҙа төртмә, эшҡыуар булған ерҙә Венер ҙа үҙен шунда һынарға булды. Тик йөҙ мең түләп стадионда лекция тыңларға, мең һум ҡалдырып  мотивация арттырған китаптар уҡырға теләге юҡ. Әгәр кемдер ҙә уңыш серен асһа, уны бер ҡасан кешегә әйтмәҫ ине. Һәләте булған кешеләр китап яҙа, һәләте булмаған, әммә китап нисек яҙылырға тейеш икәнен белгәндәр тәнҡитсе була, тигәндәй, эшҡыуар менән эшҡыуарлыҡ тураһында мәғлүмәт биреүсе лә ике төрлө кеше.

Эштәгеләрҙең хәйләләрен сисергә, улар таратҡан ғәйбәтте урап үтергә, үҙең теләмәҫтән кемдеңдер дошманы булырға, бөтмәҫ етәкселектең эшен үтәргә ялҡҡан Венер, ниһайәт, ғариза яҙырға булды. Ҡайҙа китерен белмәһә лә, фатир һатыуҙан килгән аҡса берәй йыл ҡайғыһыҙ йәшәргә мөмкинлек бирер.

Торлаҡ ҡына оҙаҡ һатылды. Был ваҡыт тормошта үҙгәрештәр кәрәкме, юҡмы икәнлеген сәйнәргә, төшәсәк аҡсаны нисек арттырырға план ҡорорға сара бирҙе.

Күңелгә ятмаған эш башҡа мөнәсәбәткә ҡамасау итмәйәсәген генә Гөлфираға еткереп булманы. Ул ярты йыл түҙгәндән һуң киләсәге өсөн борсолоп, яуаплыраҡ, психологик яҡтан олораҡ кеше кәрәклеген аңлап офоҡта юғалды. Ярар, эшҡыуарҙарҙың ҡатындары күп була. Венерҙың уңышты йүгәнләгәнен аңлағас, Гөлфира үҙе ҡайтыр.

Ниндәй ҙә социаль селтәргә ингән һайын, танышыңдың йылмайған фотоһын күргәндән һуң, мотлаҡ реклама сыға. Блогер, йә яңылыҡ порталын ҡарағанда ла мәғлүмәт араһына тегелгән рекламаны айырырға кәрәк. Иҙелгән картуф рецептын беләм тиһәң дә, шым ғына туҡталышта автобус көтөп торһаң да, ниндәйҙер тауар, йә хеҙмәт тәҡдим ителгәнен белмәй ҡалмаҫһың. Донъя алыш-бирешкә ҡоролған. Һәр кеше нимәлер һата: ваҡытын, ҡытай тауарын, фекерен, ыштанын.

Реклама, йәшенә ҡарап, һәр кемгә тик уға кәрәклене тәҡдим итер. Берәүҙәр телемагазиндан ламаның иң йомшаҡ еренән ҡырылған йөндән тегелгән ойоҡ алып ҡәнәғәтләнер, кемгәлер 24 сәғәт буйына тирләмәҫкә мөмкинлек биргән дезодарант хуш килер. Венерға иң күбе инвестициялар һәм маркетплейстарҙа сауҙа итеү күренде. Көнөнә кәмендә илле тапҡыр яхтала ғына ултырып аҡса эшләгән тиҫтерҙәрен ҡарағас, егет биреште. Ул да фатирынан сыҡҡан килемдең бер өлөшөн – инвестицияларға, икенсеһен интернет гипермаркеттарҙың береһендә тауар һатырға ҡулланырға булды.

Беренсеһе менән барыһы аңлашыла: компания исеме янында аҫҡа күрһәткән уҡ төшөрөлһә – акцияларын алырға, уҡ өҫкә күтәрелһә, һатырға кәрәк. Икенсеһе менән дә аңлашыуы ҡыйын түгел: иң йыш һатып алынған тауарҙарҙы асыҡларға һәм был өлкәгә үҙ өлөшөңдө индерергә.

Интернетта күберәк хужабикәләр әйбер ала. Тимәк, иң йыш һатылған тауар категорияһында аш-һыу бүлмәһе өсөн кәрәк-яраҡтар һәм кейем. Кейем тәҡдим итеүселәр айырыуса күп, тик Венерҙы был туҡтатмай. Алалар икән, алһындар. Венерҙыҡын да. Проблема шунда: егет кейем текмәй. Уны ҡайҙандыр осһоҙға алырға һәм маркетплейс өсөн фотоға төшөрөп складҡа оҙатырға кәрәк. Әлеге лә баяғы интернет ярҙамға.

Тәржемәсе аша сит ил сайттарын ҡарап, Венер үҙенең буласаҡ тауарын – балағы таланған джинсыларҙы тапты. Һиндтар уның береһе өсөн ни бары йөҙ һум һорай, төймәләре, яҙыуҙары булғандарының хаҡы илле һумға күтәрелә. Маркетплейста үҙ исеме аҫтынан был балаҡтарҙы кәмендә туғыҙ йөҙгә ҡуйырға мөмкин. Тимәк, айырма транспорт сығымдарын артығы менән ҡаплай. Заказ түләнде, джинсылар диңгеҙ аша контейнерҙарға тейәлеп, һуңынан тауар поезына тығылып, артабан фураларға тейәлеп адресатына килеп етәсәк.

Яҙмыштың ғына планы башҡаса. Суэц каналында Эвер Гивен тығылған. Ошоға бәйле тауар тотҡарлана, ошоға бәйле инвестициялар кәмей. Фатир һатылған сумманан бер ни юҡ. Минус. Хатта ҡуртымға алынған карауат, тумба һәм шкафтағы ике полканы түләргә аҡса етмәй. Ә инвестициянан минус менән сыҡҡы килмәй. Хәлдәр үҙгәргәнсе, Венер сатрашлы сумкаһына кейемен тултырып ауылға ҡайтты.

4

Ҡапыл тәҙрәне кемдер туҡмай башланы. Боҙборсаҡ яуамы? Күк ап-аяҙ. Быялаға тап килгән һуғыуҙарҙан киткән вибрация өйҙө нигеҙенән ҡуҙғатырҙай. Ниңә был йортҡа килеүселәр ишек, йә әҙәплек һаҡлап ҡапҡа сиртмәй ул? Тағы Руслан килһә, бала саҡтағы кеүек ҡойма башына менеп “Ве-нер”, тип ҡысҡырһа ла ишетелер ине.

Венер ҙур-ҙур аҙымдар менән тәҙрә янына килеп ҡорғанын тартып ебәрҙе лә, бер хәрәкәттә тәҙрәне асып унда пәйҙә булған шәүләгә үрелде. Март айының саф еле егеттең күҙенән ҡыҙыл фильтрҙы систе. Ярай, тынлыҡ боҙоусыға ташланып өлгөрмәне. Күрше урамда йәшәгән Хәлисә апай килгән.

– Ой, Венер, алай ҙа үҙең килдең! Ҡайтҡанһың, тип ишеткәйнем шул. Әйҙә, йүгерҙек! – ҡатын тынын да төҙәтә алмай хәбәрен һөйләй башланы.

– Ҡайҙа киттек? Нимә булды?

– Анда ҡан, үлә бит! Йүгер!

– Кем үлә? Фәнил ағайға берәй нәмә булдымы? Әйҙә 112-гә шылтыратам?

– Фәнилең Себерҙә, ниндәй 112!? Ветеринар кәрәк, йүгер!

– Мин бында күптән ветеринар булып эшләмәйем, станцияға шылтыратығыҙ.

– Улар ҡасан килеп еткәнсе, әйҙә, тинем мин һиңә! – Хәлисә егетте шул тәҙрәһенән үк тартып сығара яҙырҙай итеп ҡулын һуҙҙы. Венер башҡа ҡаршы торор дәлил тапмай, кейемен тотоп тышҡа йүгерҙе. Әммә буйға тәпәш кенә ҡатынды баҫтырып етеп булмай.

Юл күп ваҡыт алманы. Әммә ошо ваҡыт эсендә Венер башынан әллә күпме уй йүгерҙе: Ниндәй мал бәләгә эләккән? Әле береһе лә йәнлеген ҡырға оҙатмай, һарай эсендә берәй инфекция таралғанмы? Әллә берәй тауыҡ башына төлкө еткәнме? Ни булһа ла егеттең бит үҙе менән бер дарыу ҙа, инструмент та юҡ. Хәлисә апай ҡан, ти ине. Ҡан булғас берәйһе йәрәхәтләнгәндер.

Һарай эсендә бер ниндәй ҙә артыҡ ЧП булмаған кеүек: түбә имен, малдар шым.

– Нимә булды һуң? Тулыраҡ һөйләй алаһығыҙмы?

Бер аҙ тынын рәтләгән Хәлисә, бер ҡулы менән стенаға таянып һүҙ башланы. - Ошо һарыҡтарға бесән һалған арала бынау оло тәкә икенсе бүлмәгә инеп ҡалған. Мин һиҙмәгәнмен дә. Һәнәккә бесән элеп инһәм, йәш тәкә лыс ҡанға буялған. Күҙҙәре лә күренмәй. Олоһон туҡмап, тигәндәй сығарып бикләнем дә һиңә йүгерҙем. Нимә эшләргә була, ҡара әле.

Ысынлап та. Һарайҙың бер мөйөшөндә ниндәйҙер ҡара йөнлө йән эйәһе ята. Ҡан фонтаны юҡ, әммә аҫтындағы һалам ярайһы уҡ буялған. Яҡыныраҡ килгәс, яра ла асыҡ күренә. Бахыр тәкәнең бер мөгөҙө төшкән. Тәкә башын борған һайын уныһы һалбырап ҡараш артынан эйәрә.

– Яраларҙы бөтәштерә торған берәй мазь һәм бинт кәрәк.

– Уларҙы ҡайҙан алайым, мал өсөн мазь юҡ? – Һынып төшкән, әммә өҙөлөп бөтмәгән мөгөҙҙө күреп Хәлисәнең күҙҙәре йәшләнде.

– Мазьдың ниндәйе лә бара. Бинт һыуытҡыстың ишегендә булырға тейеш. Ниңәлер күптәр уны шунда һаҡлай. – Венер тиҙ аҙымдар менән тәкәне шаҡарып тотто. – Тағы ҡайсы кәрәк. Йәһәтерәк булығыҙ.

Тәғәйен инстументтар килгәс, егет, төшкән мөгөҙҙө ҡырҡып бөтөрөп, яраны һарыҡтарға эсергә ҡуйылған биҙрәләге һыу менән йыуып, мазь һөрттө. Ныҡлап бинт урағандан һуң тәкә лә, тотҡан ҡулдар көсһөҙәйгәнен һиҙеп, башҡа мөйөшкә атылды.

– Йәшәйәсәкме? – Хәлисә малды йәлләп ике күҙен унан алманы.

– Йәшәйәсәк инде. Мөгөҙө генә үҫмәҫ. Үҫкән хәлдә лә күп түгел, икенсеһен баҫтыра алмаҫ.

– Ай, Аллам. Шундай матур ине бит әле үҙе.

– Әйткәндәй, һыңар мөгөҙҙө тотоғоҙ. Матур шул, сервантҡа ҡуйырлыҡ.

– Юҡ, кәрәкмәй, алып кит бынан.

Венер кеҫәһенә тәкә мөгөҙөн һалып ҡайтыр юлға сыҡты. Хәлисә артынан рәхмәттәр уҡып ҡалды. “Ветеринар булып кире ҡайт”, тигән һүҙҙәр ишетелде. Булды ундай заманалар ҙа. Өй беренсә йөрөп ошо уҡ һарыҡтарҙан анализға ҡан алғаны ла булды. Ҡулдар барыһын да иҫләй икән. Мөгөҙ мейе һөйәгенән үҫкән нәмә, уның менән айырыуса һаҡ эш итергә кәрәк. Тик был ваҡиға ғына ауылда ҡалырға сәбәп түгел. Венер юғарыраҡ үрҙәр яуларға теләй.

5

          – Ҡалала берәҙәк эттәр күбәйгән. Илфатты ал да, Рено Логанға тейәлегеҙ, киске сығарылышҡа был проблема тураһында миңә көслө репортаж кәрәк. – Мөхәррир балағын күтәреп аяғын ҡарарға тотондо. Сапсылған эҙҙәр күренә. Осло тештәр күберәк балаҡҡа зыян килтергән.

– Мин социалкалар менән булышмайым. Мин хәҙер иҡтисадты ғына яҡтыртам, оноттоғоҙмо? – Әминәнең эшен башлаған осорҙағы кеүек микрофон тотоп кемдән нимә һөйләтергә белмәй йөрөгән саҡтарға ҡайтҡыһы килмәй.

– Бер көн аҡса һанамай түҙеп торорбоҙ. Рейтингтар буйынса, иҡтисад иң әҙ ҡаралған тема. Шуға йәһәт микрофоныңды тотоп урамға сыҡ.

– Ә шунан нимә? Урам буйлап эттәр эҙләйемме? – Әминә бирешергә теләмәй.

          – Ҡала хаҡимиәтенә шылтырат, эттәрҙе аулаусылар менән бәйләнешкә ин. Приюттарға бар. Һиңә барыһын сәйнәп бирергә кәрәкме? Аяғымды күрәһеңме? Ул юлдан балаларым да мәктәпкә йөрөй. Уларға эт һөжүм итһә? Кискә эшләгән репортажыңдан һуң ҡалала бер берәҙәк ҡалмаһын. – Мөхәррир урынына ултырып ҡулы менән ишегенә күрһәтте. Бындай ялҡынлы телмәрҙән һуң ҡаршы һүҙ тапмай, Әминә кабинеттан сыҡты.

          Эште, һәр саҡтағыса, материалды өйрәнеүҙән башларға кәрәк. Интернет аша берәҙәк эттәрҙе аулаусы ойошманы, хаҡимиәттә был мәсьәләләр менән шөғөлләнгән кешене, яҡын арала эттәрҙән зыян күреүселәрҙе табып шылтыратышҡас, сығырға ла мөмкин. Башта буласаҡ репортаждың яҡынса планы бар.

          Ҡала хаҡимиәте аша догхантерҙар менән бергә рейдҡа барыу тураһында килешеп булды. Закон буйынса, эттәрҙе үлтерергә ярамай. Хәҙер был йәнлектәрҙе тотоп, тейешле вакцина ҡуялар, ҡолаҡтарына һары пластмасс һырға тағалар һәм, иң күбендә ике аҙна тотоп, кире урамға оҙаталар. Бындай шифаханала булған эт кире үҙ өйөрөн табырмы, юҡмы – билдәһеҙ. Әммә ул барыбер сүп-сар контейнерҙары, кафе, ресторандарҙың артҡы ишеге яғына барасаҡ.

          Берәҙәк эттәрҙе аулаусылар ИЖ-2715, халыҡ телендәге “пирожок”та йөрөй. Өҫтәрендә ябай кейем, бер ниндәй айырыусы билдә, йә тамға юҡ, ҡулдарында көпшә һәм йоҡлатыусы дарыуға мансылған дротик.

          Свердлов урамындағы сүп-сар контейнерҙары араһында эттәр өйөрө эйәләшкән, тигән хәбәр бар. Шылтыратыу теркәлгәндән алып бригада урынға еткәнсе өс сәғәттәй ваҡыт үткән. Әминә һәм уның командаһы урынға килгәндә, нәҙек оҙон бер догхантер устан ағып төшкән һыуҙы тоторға тырышҡандай, ҡулдарын йәйеп эттәр артынан йүгерә ине. Икенсеһе машинанан сыҡмайынса ғына көпшәһен һуҙып төҙләргә тырыша. Багажник яғында тәрән йоҡоға талған көсөк ята. Йүгереп йөрөгән эттәрҙең береһе, күрәһең, уның инәһе. Урап-урап балаһы яғына ыңғайлай, тик осҡан дротиктар маршрутты үҙгәртергә мәжбүр итә. Илфат оҙаҡ көтмәй камераһын сығарып тамашаны һанлаштырырға тотондо.

          – Дөрөҫ эшләйһегеҙ, төшөрөгөҙ ошо ҡәбәхәттәрҙе! Бер ни ғәйебе булмаған эттәрҙе үлтерәләр! Вәхшәт! – тип ҡайҙандыр янда хасил булған ҡатын ҡысҡыра башланы.

          Эт баҫтырыусылар быға ҡолаҡ һалмай эшен дауам итте. Ниһайәт, кәнтәй ҙә татлы йоҡоға талды. Ҡалған эттәр таралды. Догхантерҙар ике кәүҙәне багажникка һалырға самалай. Яндарына баяғы ҡатын йүгереп килеп көсөктө тартып ала. “Бирмәйем, үлтереүселәр!” – тип ҡысҡыра ул. Егеттәрҙең ябығы уны көскә тартып алып машинаға инеп бикләнде. Ҡатын бер Әминәгә, бер “пирожок”ка ҡарап тыпырсына. Әминә ҡашын да ҡыбырлатмай. Ул был концерттың ҡатнашыусыһы түгел. Ул журналист. Ул күҙәтә генә.

          Руль артында ултырған егет машинаһын борғас тәҙрә аша ғына Әминәгә: “Һеҙ телевидениемы? Әйҙә беҙҙең арттан. Питомникта төшөрөрһөгөҙ”, – тине һәм газға баҫты. Репортер ҙа машинаға ашыҡты. Хайуандар хоҡуғын яҡлаусы ҡатын ғына, бер ни аңламай ҡалды. Асылған тәҙрә аша ҡарғыш ишетелә ине.

          Приютта бер ниндәй гильятиналар, электр ултырғыстар юҡ. Рәшәткәле камералар, бер туҡтауһыҙ олоу һәм эт еҫе. Свердлов урамында эт баҫтырыусы егеттең исеме Олег булып сыҡты. Ул ауларға барған һайын шулай зооһаҡсылар килеп эшләргә ҡамасаулағандарын һөйләне. Бер тапҡыр ажғырып торған хайуанды йәлләүсе ҡатын уның башына таба менән эләктергән, хатта. Олег камеранан ҡурҡмай, барыһын нисек белә, шулай әйтә. Тик аҙаҡ телевизорҙан йөҙөн күрһәтмәүҙәрен һәм исемен үҙгәртеүен һораны. Юғиһә, таба менән эштән һуң китеп барғанында ла эләктерә алалар.

          Киләһе туҡталыш мэрияла. Бында һәр берәҙәк этте ҡарауға айына меңәрләгән һум аҡса бүленеүе, ветеринарҙарҙың һәр көсөккә, һәр кәнтәйгә тыуған әсәһенә ҡараған кеүек иғтибарлы булыуҙары тураһында һөйләнеләр. Әминә уға ихлас ышанғандай һәр һөйләменән һуң аңлаған ҡараш менән баш ҡаҡты.

          Артабан берәҙәк эттәр мәсьәләһен хәл итер өсөн уларҙың бөтәһен дә үлтерергә һәм бер йән эйәһенә лә ҡул күтәрергә ярамай, эт аулағансы, догхантерҙарҙы ағыулағыҙ, тигән ҡарашта булғандарҙың фекере камераға төшөрөлдө. Эттәргә ҡаршы булыусыларҙың төп дәлилдәре: берәҙәктәрҙең ҡотороу сирен таратыуы, урамда йөрөгән балаларға, ололарға һөжүм итеүе, асарбаҡ эттәрҙең ҡала ҡиәфәтен боҙоуы. Быларға ҡаршы яҡ эттәр шул уҡ йән эйәләре, улар бер ҡасан да кешегә беренсе һөжүм итмәүҙәре һәм, ғөмүмән, кешеләргә ҡарағанда йәнлектәрҙе яҡыныраҡ күреүҙәре тураһында һөйләне.

          Киске сығарылышта берәҙәк эттәр тураһында өс минутлыҡ репортаж күрһәтелде. Әминә һәр кемгә тигеҙ ваҡыт бүлеп, мәсьәләнең бөтә яҡтары тураһында нимә күрҙе, шуны тапшырҙы. Бер һөйләмдә лә уның үҙ ҡарашы сағылманы, тамашасы урынына һығымталар яһалманы. Үҙ ҡарашы булғандарҙы барыбер башҡа фекергә килтереп булмай. Мөхәррир репортаж менән ҡәнәғәт булмаһа ла, мәсьәләне хәл итеүҙә һәм берәҙәк эттәрҙең тормошон үҙгәртеүҙә беренсе аҙым яһалды. Иң мөһиме – үҙ эше менән Әминә ҡәнәғәт.

6

Әхтәм ҡарт ҡапҡаһы. Венер, ҡасандыр километрға ла яҡын килмәҫ өйгә бер аҙым ара яҡынлыҡта тора. Тотош ауыл халҡын ҡурҡытып тотҡан әҙәм ишегенә ел дә һуғылмай, ә ул хәҙер шунда инмәксе. Хәйер, заманаһы икенсе, ҡарттың тештәре ҡойолған, ҡапҡаһының буяуы сыҡҡан, ә яуыз, тигән данын тик күрше Вәзәмдең ҡыйыш танауы хәтерләтә.

Ҡура эсендә бөхтәлек. Ҡоймалар, йорт тышы, һарай, мунса, әлбиттә, элекке. Тик улар ташландыҡ ҡиәфәттә түгел. Бында барыбер тормош ағыуы, көндәлек мәшәҡәттәр ҡайнауы һиҙелә. Ҡайҙандыр һыйыр мөңрәүе ишетелде. Артынса кемдер тыныс тауыш менән: “Йә, йә”, тип көрһөнөп ҡуйҙы. Тимәк, Венерҙы көтәләр.

  • Һаумыһығыҙ, Әхтәм бабай, ветеринар саҡырғайнығыҙмы?
  • Рәсүл ҡайҙа? – ҡарт башын да бороп ҡараманы.
  • Ул бөгөн ял итә, вызовҡа мине ебәрҙеләр. Мин Венер булам, яңы ғына ветстанцияға урынлаштым.
  • Беләм мин кем икәнеңде. Хәбәр һатҡансы һыйырҙы ҡара.

Йәш ветеринар институтта алған белемен хәтерендә тотоп һаҡ ҡына ерҙә ятҡан малға яҡынлашты. Диагноз ҡуйыр өсөн төп сара – хужа менән аралашыу. Тик Венер ҡарттан шөрләй. Һораша башлаһа, маңҡа малай, белмәгән баш менән ниңә йөрөйһөң, тип әйтер кеүек тойола. Шулай ҙа һыйыр янына килеп, уны ҡараштырыу, меңәрләгән сирҙән миҙгеленә тап килгән бер-нисәүҙе ҡалдырырға булышлыҡ итте. Мөңрәкәйҙең күҙҙәре йәшләнгән, бармаҡ менән төртөп ҡарауға эсе ҡаты, ҡиәфәте һары. Әсәһенән ишетеүенсә, ауылдың көтөүе торған ер яҙҙан бирле алмашынғаны юҡ.

  • Эсе китәме? – Венер, шулай ҙа, яуапҡа оҙон һүҙ талап итмәгән һорауын яңғыратты.
  • Китә инде.
  • Тимәк фасциолёз, - тине ветеринар.
  • Башҡортса әйт! – ҡарт ҡулы менән һыйырҙың мөгөҙөн тотоп ҡараны.
  • Ҡортлаған. Хәҙер мин уға дарыу эсерәм. – Венер килтергән сумкаһында соҡона башланы.

Малға дарыу ҡаптырыу ауыр эш түгел. Һәр хәлдә йәш белгескә. Йәнлектәр менән уртаҡ тел таба белеүе өсөн дә ошо һөнәрҙе һайланы ул. Тик бөтә хайуандың хужаһы була. Ә кешеләр менән аралашыу проблема. Улар һүҙгә ышанып ҡына кәрәк нәмәне башҡармай, бәхәсләшеп барыусан. Әхтәм ҡарт оҙон һүҙле түгел, Венерҙы икенсе мәсьәлә борсой. Буштың атаһы үлгән, уға хәҙер вызовҡа килгәне, дарыу ҡулланғаны, уны малға ҡаптырғаны өсөн аҡса алырға кәрәк.

“Ярай, беренсе эш көнөм. Ҡарттың былай ҙа хәле яҡшынан түгел. Юл сығымы, ветеринар хеҙмәте өсөн һорамам, дарыу хаҡын ғына түләһә, еткән”, тип тәғәйен сумманың өлөшөн яңғыратырға булды:

  • Һеҙҙән дарыу өсөн 500 һум.

Әммә яуап та, бармаҡ төкөрөкләп банкнота һанау тауышы ла яңғыраманы. Бабай боролоп өйөнә юлланды. Венер сумкаһын кире йыйып, һыйыр башын һыйпаны ла, Әхтәм артынан йүгерҙе:

  • Тәртибе шулай. Миңә бит отчет бирергә кәрәк, – тине егет.
  • Рәсүлдән алырһың, ул миңә бурыслы.

Ишек ябылды. Венер ҡапыл үҙе өсөн бөтөнләй ят кеше тупһаһында тороуын аңланы. Баш ҡалала үткәргән биш йыл эсендә ауылдаштарының холҡон, Әхтәм бабайҙың ҡырыҫлығын онотоп та өлгөргән. Рәсүл Сәлимович - бүлек етәксеһе, унан да дарыу өсөн аҡса һорауы уңайһыҙ. Тимәк, һуңғы стипендиянан өлөш бүлергә кәрәк булыр. Шулай ҙа ҡайғыраһы урын юҡ. Беренсе ҡоймаҡ төйөрлө була. Һыйыр йүнәлһә, еткән.

***

Әхтәм бабай һыйырынан башланған карьера, бабайҙың үҙе кеүек, ҡырыҫ дауам итте. Ай һайын үҙәктән план төшә: шуның сама һарыҡтың ҡанын анализға алырға, ошо хәтлем һыйырға вакцина яһарға. Тик тейешлесә эшләргә килеп сыҡмай: ветстанцияға ҡараған ерҙә ул тиклем мал юҡ. Шуға бер һарыҡтан ике-өс пробиркаға ҡан алырға, вакцинаны ишек артына түгеп, ҡағыҙҙарға “ҡаҙалды”, тип яҙырға ҡала. Башҡаса әмәл юҡ, һандар кәмене, тигәс тә ветстанцияға тип бүленгән аҡса ҡыҫҡарасаҡ, персонал ҡыуылып, ҡалғандары күрше районға ебәреләсәк. Ер йөҙөндә торорға хаҡың булыуын дәлилләр өсөн шул ҡағыҙҙарға тейешле һандарҙы яҙырға, баш ҡалаға ҡан тулы пробиркалар ебәрергә кәрәк.

Отчет ижад итеүҙән аҙнаһына бер-ике тапҡыр тура килгән выездар һәм ҡырағай хайуандарҙы ҡотороуҙан вакциналау аралаштыра. Был эш тә әллә теләгән эффектты бирә, әллә юҡ. Мышыға тәғәйен сәғәттә станцияға кил, вакцина ҡаҙарбыҙ, qr-код баҫтырырбыҙ тип ағасҡа иғлан элеп ҡалдырып булмай. Шуға һунарсылар менән хайуандар йөрөгән һуҡмаҡтарға сығып, тәм-том булып йәшерелгән вакцинаны ағас төбөндә ҡалдырырға һәм районда ҡотороу таралмаҫ, тип ышанырға тура килә.

Йәйгеһен аҙна һайын һыу буйына ял итергә килгән ҡала кешеләре, аҙна һайын кәмендә бер малдың башына етә. ДТПла ҡаланан биш минутҡа айырылғанлыҡтан ҡырағайланып өлгөргән водитель дә, малын трассаға сығарған хужа ла ғәйепле. Йәнлек кенә, бахыр, йән бирә. Ветеринар артынан эсәктәрен йыя.

Венерҙың мейеһе бөтә кәрәкмәгән мәғлүмәтте юйып, отчет тултырыуҙы ғына ҡалдырыр ине лә, һирәк-һирәк ҡолонлай алмаған бейәгә ярҙам итергә, йә укол ҡаҙатмаған сусҡаны баҫтырып йөрөргә тура килгән көндәр һөнәре һәм белеме буйынса кем икәнлеген хәтерҙә тоторға ярҙам итә.

Ҡалғаны – бер көйө. Тәҙрә артында ағастар сисенеп, кире кейенә;  быялалар араһында ҡатҡан себендәр йәнә терелеп маҙаға тейә. Йәнлектәр менән эшләү бик һирәк тәтегән бәхет. Күберәк кешеләр менән аралашырға мәжбүрлек, унан күберәге - һис кемдең асып  ҡараясағы шикле булған документтар тултырыу.

Телевизорҙан сит илдәрҙә үк танылыу алған йәш музыканттар тураһында һөйләйҙәр, интернетта һәр тиҫтер ҡиммәтле машинаға ултырып аҡса туҙҙыра, Венер ғына ғүмерҙә лә булмаған һарыҡтың, ғүмерҙә лә йоҡтора алмаҫлыҡ сирҙән дауаланыуы тураһында яҙа.

Бына социаль селтәрҙә тағы бер эшҡыуар уңыш серен өйрәтә: бөгөн, йә бер ҡасан да түгел, һайла, ҡыбырла, ти ул. Ысынлап та, башҡаса былай дауам итә алмай. Егеттең әҙме, күпме йыйылған аҡсаһы бар, Өфөлә ҡуртымға бүлмә сисергә, эш тапҡансы икмәк алырға етер. Ҡыбырларға, яңы үрҙәргә ынтылырға! Егерме йыл ошонан китмәй ыштан туҙҙырһам, юбилейыма берәй атҡаҙанған, тигән исем бирерҙәр, тигәнде көтөп ултыраһы түгел. Атты әле үк алырға ла ҡаҙанырға кәрәк.

7

          Тыуған райондан эштән китеүе ауыр түгел. Ата-әсәгә ни өсөн киткәнеңде аңлатыуы ҡыйын. “Ҡайҙа бараһың? Унда һине кем көтә? Бар кире урынлаш!” – ошо өс һөйләм бер туҡтауһыҙ Венерҙың мейеһен ыуа. Бер ҡолаҡтан инә, икенсеһенән сыға, осоп үткән сағында нервыларҙа уйнап өлгөрә.

          “Эш табылыр әле. Бөгөн бер урында ғына ғүмер буйына йәбешеп ултыраһы ваҡыт түгел. Миңә үҫеш, миңә төрлөлөк кәрәк”, тигән яуап киреһенсә, бер ҡолаҡҡа ла инмәй. Стенаға бәрелеп иҙәнгә шыуып төшә. Ана, диван артында, сервант эсендә Венерҙың аҡланыуҙарынан күләүектәр ята.

          – Һинең йәшеңдә минең ошо ауылда эшем, ҡатыным һәм яңы һалынған өйөм бар ине. Һинең нимәң бар? – ти уҫал тауышлы атай.

          – Мине институттан һуң туп-тура ошонда ебәрҙеләр һәм мин бер көнгә лә ситкә сыҡмай ошонда эшләнем, йәшәнем һәм шулай дауам итә! – ти әсәһе.

          Тик бөгөн тәҙрә артында Совет дәүере түгел. Юғары уҡыу йортон тамамлағандан һуң да бер кем һине эшкә саҡырмаҫ. Барыһын үҙеңә табырға кәрәк. Эштән бирелгән торлаҡ та, иртәгә ул эшең буласаҡ тигән гарантия ла юҡ. Бер урында шарттар оҡшамаһа, икенсеһенә күсергә ярамай, тигән закон яҙылмаған. Ни өсөн Венер ата-әсәһе юлын ҡабатлап бында ҡалырға тейеш? Унан башҡа ауылда тиҫтерҙәре лә юҡ бит. Институттан һуң йәш уҡытыусылар ҙа, көслө беләкле һыйыр һауыусы ҡыҙҙар ҙа килмәй. Егет кемгә өйләнһен?

          Шарттар юҡ, ә ейәндәр кәрәк. Уларҙы ҡайҙан алырға? Өйҙәгеләргә, һис юғында, йөрөгән ҡыҙым ҡалала, уның фатирында ҡунам, эш тә бар, тип алдарға тура килде.

          – Ярар, йән биргәнгә йүн бирер, бар әйҙә! – Венер әсәһенең был һүҙҙәрендә мохтаж булмаһа ла, фатиха алыуы күңелде еңеләйтте. Хәҙер ни бары аҡсалы эш һәм ғүмерлек мөхәббәтте табырға ҡалды.

***

          Университеттан һуң бер йыл ауылда эшләп алған арала Өфөлә әллә ни ҙур үҙгәрештәр һиҙелмәй. Барыһы ла үҙ урынында: бөтмәҫтәй булып юлдар ремонтлана, проспектта һаман мәсет төҙөлә, маршрут автобусы водителдәре бер береһенең юлын ҡыйып пассажирҙар өсөн көрәшә.

          Асфальтта, йорт стеналарында, бағаналарҙа эш тәҡдим иткән иғландар күп. Ҡайһыларын өйҙә генә ултырып, ҡайһыларын үҙҙәренә барып йәшәп башҡарырға мөмкин. Ҡайһылары өсөн төрмәгә ултыртыуҙары ихтимал.

          Венер ҡуртымға торлаҡ тапҡас та, интернет аша ветклиникаларҙы эҙләне. Ә улар етәрлек. Тик йәш егеткә урын юҡ. Ҡайҙа персонал тулған, ҡайҙа бесәй ҙурлығындағы эттәрҙе, эт ҙурлығындай бесәйҙәрҙе дауалау тәжрибәһе кәрәк. Бер урында йылан, ташбаҡаларҙа осраған сирҙәрҙе киҫәтеү тураһында һоранылар. Венерға былар ҡараңғы. Тәжрибә ауыл мал-тыуарында тупланған. Тимәк, ветклиника тураһында онотоп торорға кәрәк.

          Кеҫәләге тишек һәм һыуытҡыстағы бушлыҡ Венерҙы күҙенә тәү эләккән һәм бер ниндәй тәжрибә талап ителмәгән урынға килтерҙе. Ул хәҙер промоутер. Ғорур яңғырай. Тик асылында был эш ҙур төлкө костюмын кейеп ҡала үҙәгендә дарыухананың реклама флаерҙарын таратыу тигәнде аңлата.

          Берәй курсташын, йә башҡа танышын осратып оятынан ер аҫтына төшөп китергә костюм ҡамасаулай. Бер асыҡ ере булмаған кейемдә дарыухана символын уйнап үткән берәүгә ҡағыҙ тоттороу ауыр эш түгел. Тәү ҡарашҡа.

          Венерға йә төшкә тиклем, йә төштән һуң флаер таратырға тәҡдим иттеләр. Беренсеһен һайланы. Эш ваҡыты иртәнге 8-ҙән 13 сәғәткә тиклем. Бер сәғәт өсөн йөҙ һум түләнә. Тик торорға ярамай. Үткән берәйһенә берешәр ҡағыҙ тотторорға талап ителә. Бүленгән ерҙе көнөнә берҙе генә ун биш минутҡа ҡалдырырға мөмкин. Бәҙрәф ике светофор аша үткәс, Үҙәк баҙарҙа бар. Эшсенең үҙ вазифанын нисек башҡарғанын көнөнә бер нисә тапҡыр яндан үткән ойошма вәкилдәре тикшерә. Буйы метр һикһән булған төлкө әллә ҡайҙан күренә, шуға егет бер тикшереүсене лә яҡындан абайламаны.

          Биш сәғәт аяҡ үрә тороуы йәш егеткә ауыр бирелмәй. Ямғыр, йә эҫе ҡояш та эшкә ҡамасау итмәй. Ҡайһы берҙә балалар фото төшөргә килә, йомшаҡ төлкөнө ҡосаҡлап үтеүселәр ҙә бар. Әммә күптәре уны күрмәҫкә тырыша. Ҡулға һуғып, йә төкөп китеүселәр ҙә юҡ түгел. Былары һирәк осрай.

          Көн дә бер үк ваҡытта бер үк урында торғанлыҡтан кемдең ҡасан, нисек, нисәлә үтеүе лә билдәле. Бына алһыу сәсле ҡыҙ туҡталышҡа бара. Үҙе үк ҡулын һуҙып төлкөнән флаер ала. Уның артынан көн дә ҡайҙалыр ҙур пакеттар ташыған ҡатын килә, уға рекламаны тәҡдим итеүе мәғәнәһеҙ. Бер ҡасан ҡулы буш булмай, буш булған хәлдә лә алмаҫ ине. Улар артынан тағы киләләр, башҡалар үтәләр. Туғыҙ тулғас, эргәләге ер аҫты үткәүеле янына емеш-еләк һатыусы килә. Бер аҙ һуңғараҡ китаптар һатҡан бабай баҫа.

          Был урындан башҡа ҡалаларға такси ҡуҙғала, шуға көн дә күргән йөҙҙәргә һәр саҡ яңылары өҫтәлә. Оҙон юлдан төшөп аяҡтарын талдырыусылар, ғәҙәттә, ҡулдарына нимә тотторғандарын аңғармай ҙа ҡала. Кемдер рекламаны шунда уҡ ергә ташлай, кемдер бөкләп кеҫәһенә һалып ҡуя. Бер ҡасан да шул флаерҙы тотоп дарыуханаға барыусы күренмәне. Венерҙың эшенән файҙа бармы, юҡмы – аңлашылмай.

          Кешеләр спорт зал өсөн, тренер өсөн, дөрөҫ туҡланыу өсөн түләп ябыға. Венер, киреһенсә, аҡса эшләп килограмдарын юғалта. Ярты көн буйына тирләп, ҡыбырлап торғаны өсөн уға 500 һум түләйҙәр. Аҡсаны костюмды тапшырған саҡта бирәләр. Ҡалған ярты көнөн егет яҡшыраҡ эш эҙләп үткәрә. Сираттағы собеседованиеға бер сәғәттәй ваҡыт бар.

          Яндағы кибеттән бер шаурма алып ашарға ла, йүгерергә кәрәк. Бындай обед көндәлек эш хаҡының ҙур өлөшөн ала, шуға Венер әҙер ризыҡ һатып алмай. Әммә бөгөн икенсе осраҡ. Уны телефон аша ниндәйҙер сит ил компанияһына саҡырҙылар. Һөйләшкәндә номерын ҡайҙан алыуҙары, нимә менән шөғөлләнеүҙәре ҡараңғы булып ҡалды. Шулай ҙа сит ил компанияһына көн дә саҡырмайҙар.

          Тәғәйен ваҡытта офис алдында унарлаған тиҫтерҙән сират теҙелгән. Бөтәһе лә йыйылғас, күҙлек кейгән урта йәштәге ҡатын презентация башланы. Баҡтиһәң, был ойошма күреү һәләтен 120 процентҡа арттырған витаминдар, бер эсеүҙә ябығырға ярҙам иткән дарыуҙар, һөйәк һыҙланыуҙарын бер ҡарашта бөтөрә алырҙай пасталар һата. Бында йыйылғандарҙың эше шул тауарҙы халыҡҡа тәҡдим итеү, сөнки ойошманың үҙ офисы юҡ. Көн дә сауҙа үҙәктәренә барып иллене үткән ҡатындарға презентацияға яҙылыуҙы тәҡдим итергә, ә иң мөһиме – уларҙың телефон номерҙарын һурып алырға талап ителә. Бер сыҡҡанда кәмендә утыҙ номер эләктерергә кәрәк, әгәр кеше презентацияға яҙылып ниндәйҙер ҙә тауар алһа, эш хаҡы айына егерме биш меңгә етеүе ихтимал... Был сараға киткән бер сәғәтте кире ҡайтарып булмаҫ, ярай, ҡабат алданмаҫҡа дәрес булыр.

Венер көндөң икенсе яртыһын да бушҡа үткәрмәҫ өсөн икенсе промоутерлыҡ үҙәгенән тағы бер эш алды. Хәҙер ул иртән төлкө костюмында флаер тарата, төштән һуң подъездар буйлап йөрөп почта йәшниктәрендә реклама ҡалдыра. Бер йәшниккә һалынған һәр бер ҡағыҙ өсөн 25 тин түләйҙәр. Көн дә флаерҙар менән бергә карта бирелә. Унда бөгөн реклама атакаһына дусар ителгән йорттар билдәләнә.

Йәшниктәргә хат ҡыҫтырғас та, уларҙы фотоға төшөрөп офисҡа ебәрергә кәрәк. Кәрәкле адрестарҙа ғына йөрөгәнеңде белһендәр өсөн телефонда геолокация ҡабыҙылған булырға тейеш. Шуның буйынса фотоның ҡайҙа төшөрөлгәне асыҡлана.

Подъезға инер өсөн ниндәй ҙә булһа фатирға домофондан шылтыратып “почта”, тип әйтеү етә. Ишек асыла. Беренсе көндә йөрөгән өсөн аҡса икенсе көнөнә күсерелә. Икенсе көндөкө унан һуңға. Картаны ябыуы ғына шарт. Унда билдәләнгән ер ҙурлығы буйынса гел бер үк. Эсендәге йорттар ғына айырыла. Ҡайһылары биш ҡатлы, ҡайһылары туғыҙ. Әлбиттә, йорт бейегерәк булған һайын, бер подъезда урынлашҡан фатирҙар һаны күбәйә. Тимәк, аҡса ла күберәк күсә. Бер көндө Венер өс йөҙ һум эшләй, икенсе көнөнә алты йөҙ, өсөнсөһөнә йөҙ һумлыҡтар бишәү була.

Иртән егет үҙәк баҙар янында дарыухана төлкөһө ролен уйнай, кискә почтальон булып ҡылана. Ике ерҙә лә ул үҙен күгәрсен кеүек тоя. Башта ҡоштар менән бергә бер урында тыпырсына, аҙаҡ урта быуат күгәрсене кеүек мөхәббәт хаттарын ташый. Тик элек егет ҡыҙға хисен асһа, бөгөн берәй ойошманың аҡсаға булған мөхәббәте сағыла. Мәҫәлән, сираттағы ҡағыҙҙарҙа ниндәйҙер бер Сергей исемле әҙәмдең ошо йортта йәшәүе һәм компьютерҙар йүнәтеүе яҙылған. Ҡағыҙ сифаты ла яҡшыларҙан түгел, иғлан да күк төҫ менән ҡулдан яҙылғандай баҫтырылған. Сергей, әгәр ул булһа, моғайын, ошо рәүешле кешеләрҙә дуҫлыҡ тойғоһон, мотлаҡ уның хеҙмәттәре менән файҙаланырға кәрәк тигән уйҙы уятырға теләйҙер. Тик компьютерҙар менән эш итә белеүе тураһындағы иғланды “ҡулдан” яҙған кешегә Венер ышанмаҫ ине.

Читайте нас: