Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
14 Август 2023, 12:38
ӘҘӘБИӘТ

2021: диван, себен, Венер. Повесть. Айбулат СӘСӘНБАЕВ (1)

Ҡоро йылдың сираттағы эҫе көн биҙәге булып бүлмәлә себен оса. Секундына 352 тапҡыр ҡанат менән ҡағып өлгөргән бөжәк мажор тоналлегендә фа нотаһын һуҙа.

. Ошо 352 килогерц Венерҙың ҡолағына үтеп инеп, былай ҙа аҙаҡҡы көскә тоташып торған нервыларын өҙөп бөтөрөрҙәй: ҡыйыҡ осор, күҙҙәр ҡыҙылға буялыр, егет бөкләнгән гәзитте тотоп себенгә түгел, ауылдаштарына һөжүм итә башлар.

Бер нотанан ғына торған һәм хитҡа әйләнгән көйҙәр бар, сер түгел. Тик был көйҙәрҙә нота гел бер иш яңғырамай, ә ярты тонға күсеп, йә тотошлай аккорд менән тулыланып, яңғырау ваҡытын үҙгәртеп төрлөлөк тыуҙыра. Себен иһә ҡанатын шымыраҡ ҡағырға, йә, исмаһам, фа бемольға күсә белмәй.

Венерға себен оҡшамай. Әммә уның бызылдауы, шундай уҡ бер төрлөлөк менән ләпелдәгән лекторҙы хәтерләтә. Паразитология дәресендә ни тиҙәр ине әле? Себендәр – ике ҡанатлылар отрядына ингән бөжәктәр. Улар ҡырағай тәбиғәттә генә түгел, кеше йәшәгән ерҙә лә осрай. Кешенән айырым йәшәй алмағандары синатроп төрҙәренә ҡарай. Был бөжәктәр әҙәмдән ҡалған ҡый-һай менән туҡлана. Әллә был себен Венерҙың теге донъяға күскәнен көтөп, буласаҡ ризығының дәүмәленән иҫ-аҡылы китеп, ваҡыты-ваҡыты менән ҡулдарын һыпырып аламы? Әллә ул быны түбәгә яҡшыраҡ йәбешер өсөн эшләйме? Паразитологиянан зачет алынғандан һуң барыһы онотолдо.

Ветеринарҙар себен дауаламай. Икенсе яҡтан ҡараһаң, себен, эт, йә бесәйҙән айырмалы рәүештә, һәр өйҙә осраған йән эйәһе. Тик ниңәлер береһе лә клиникаға яраланған себенен килтермәй. Тимәк, ул ҡәҙерле түгел. Ә паразиттарҙың яҙмышы билдәле: уларҙы юҡ итәләр. Әллә йәш ветеринар Венер ҙа икенселәргә ҡараймы? Бәлки, шуғалыр ҙа ул хәҙер уңыш диңгеҙен гиҙгән караптан осоп төшөп, көнитмеш бутҡаһының тонсоҡмаҫлыҡ аҙаҡҡы шлюпкаһы – тыуып үҫкән ата-әсә йортоноң ҡунаҡ бүлмәһендә урынлашҡан диванда яталыр?

Туҙға яҙмаҫ йырҙы тәүгә ишеткәс: “был ниндәй мәсхәрә”, тип уйлайһың. Күпмелер ваҡыт үткәндән һуң: “ҡана, шул мәсхәрәне тыңлайым әле”, тип интернетҡа инәһең. Һәм бына һиҙмәҫтән плейлисыңда мәғәнәһеҙҙәр парады теҙелә. Венер себенгә күнекте. “Йә ле, безелдәп ебәр”, тип түбәгә ҡысҡыра. Яуап юҡ. Йәнгә яҡын 352 килогерц урынына тәҙрә сиртеүе ишетелә. Руслан икән.

Тиҫтер булыуына ҡарамаҫтан, Руслан менән Венерҙы янға ҡуйып сағыштырһаң, береһе икенсеһенең улы, тип уйларһың. Русландың йөҙө сырышҡан, танауы һынған, тештәре мең төрлө тәмәке фильтры төҫөн һеңдергән.

  • Баш төҙәтерҙәй берәй сараң бармы, класташ?
  • Мейене көйләрлек себен генә. – Венер алдында торған дуҫы

аша ҡарап, күҙҙәре менән бөжәген эҙләй.

Улар ҡасандыр айырылғыһыҙ ине. Береһе иш, икенсеһе ҡуш. Тик береһе хыялы артынан – юғары белем алырға, икенсеһе бушлай кейем артынан әрмегә юлланды. Биш йыл эсендә уртаҡ ҡыҙыҡһыныуҙар юғалды, кем кемде, тигән ярыш сәме һүрелде. Тағы бер йылдан тыуған көндәр менән ҡотлау туҡталды. Киләһе йылға интернеттағы яңы фотоларға лайктар ҡуйылманы. Хәҙер береһе – ярға ташланған шамбы, икенсеһе күптән шунда ҡыҙынып ятҡан гөбөргәйел төҫлө.

– Аҡсаң күп, тиҙәр бит. Баш ҡаланан фатир ҙа алғанһың, тип ишеткәйнем. Ҡана, дуҫыңа берәй өлөш сығар әле. – Руслан шешәгә өмөттәрен өҙмәй.

Фатир нисек килде, шулай китте.

***

Йәнә ун һигеҙе. Айҙың иң йәмһеҙ көнө. Ҡалғандарын нисектер ҙә түҙергә була. Быныһын юҡ. Мәскәү ваҡыты 9:00 һуҡҡанда арба ҡабаҡҡа әйләнә: банк иҫәбенән егерме мең һум аҡса китә.

Ҡоро һандар. Айҙың бишендә банк иҫәбенә егерме ике мең төшә, уның егермеһенә ҡул түгел, күҙ ҙә һалып булмай, ике мең үтескә алына, дүрт меңе ҡуртымға бирелә. Ун һигеҙенсе көндә егерме мең юғала, егерме икенсе көндә бер мең аванс төшә. Айҙың егерме бише картаға тағы ун өс мең килә, ике меңе үтесте ҡапларға китә.

Венер ҡарамағында дүрт аҙна, ошо дүрт аҙнаға ун ике мең. Шәмбе, йәкшәмбе һәм эш көндәренең 18:00 – 09:00 арауығында йәшә, аҡсаңды туҙҙыр. Теләһәң, рок төркөм йый, теләһәң башыңда әйлән. Тик онотма, буш ваҡытыңдың бер сәғәтен – юлға, икеһен –бешеренеүгә һәм ашауға, һигеҙен йоҡоға ҡалдыр. Аҡсаңдың 600 һумын автобусҡа, алты меңен ашханаға, биш меңен өйҙә үҙең бешерәсәк аҙыҡ-түлеккә һәм бер тапҡыр бөҙрәханаға барырға тотон. Ҡалған 400 һумына йәнең теләгәнен башҡар: рок төркөм йый, башыңда әйлән.

Супермаркетта билмәнгә һәм туҡмасҡа ташлама булһа, артып ҡалған аҡсаға буш ятҡан 400 һумды ҡушып, Гөлфираны киноға алып барырға мөмкин. Бер айҙа – киноға, икенсе айҙа – туҡталыштағы кибеттән шаурма һәм бер роза, өсөнсө айҙа театрҙың өсөнсө ярусынан спектакль ҡарарға була, тик премьераға түгел. Күптән халыҡтың үҙәгенә үткән тамашала, кеше етмәгәнлектән, партерға төшөрөрҙәр.

Дүртенсе айҙа мөхәббәт фронтына ниндәй бомба төшөрөргә булырын Венер әле тапмаған. Радиола барған иртәнге уйында еңһә, концертҡа барып, һуңынан Гөлфира йәшәгән йортҡа тиклем таксила етергә мөмкин булыр. “Бәйләнештә” социаль селтәрендәге суши репосы рандомайзер тарафынан һайланһа, киске ашҡа көнсығыш кухняһы тәтер.

Венер айҙан айға тиклем һәр тинен теүәлләп еткерергә өйрәнгән. Ғашиҡ булыуы ғына күнеккән графикка инеп бөтә алмай. Ҡыҙға ваҡыт һәм күберәк эш хаҡы кәрәк.

Әле генә шулай ул. Ун туғыҙ йылдан йәштәрҙең ипотекаһы ябылған бер бүлмәле фатиры булыр. Тағы биш йыл аҡса йыйып ремонт эшләгәндә, бала тураһында ла уйланырға мөмкин.

Иң мөһиме - квартиранттар табылып торһон һәм Венерҙың иҫәбенә һәр егерме бишенсе көн аҡса күсерһен. Һаман пенсия йәшен баҫтырып етә алмаған тәжрибәле ағай-апайҙар теге донъяға күсһә, берәй ун йылдан егетте эшендә үрләтерҙәр, квартиранттар урынына үҙе фатирында йәшәй алыр, бәлки. Әлегә айына дүрт мең күсереп бер карауат, бер тумба һәм шкафтың ике полкаһы менән ҡәнәғәтләнә.

Шулай дөрөҫ. Шулай кәрәк. Венерға егерме дүрт йәш кенә булһа ла юғары уҡыу йортон тамамлауы тураһындағы дипломы, бюджет ойошмаһында вазифаһы һәм Өфөлә фатиры бар.

Иң мөһиме ауырып китмәҫкә, йә яңылыштан берәйһенең мөлкәтен боҙмаҫҡа. Юғиһә, Венерҙың әсәһенә тағы берҙе аяғын һындырырға кәрәк булыр.

Кредит алғанда теләйһеңме, теләмәйһеңме сәләмәтлегеңде страховкалайҙар. Ошоноң өсөн ай һайын мең һумға күберәк түләйһең. Страховканан баш тарһаң, процент артыр. Банкты отоп булмай, әҙерәк отолорға ғына мөмкин.

Венерҙың ҡулына үҙ ғүмерендә беренсе тапҡыр нолдәре бишәү булған сумма эләкте. Был бүләкте әсәһе, аяғын һындырғанлыҡтан, кредитының страховкаһынан бирҙе. Банк ҡушымтаһын асҡан һайын күҙҙәр маңлайға менә. Ҡырҡ һум урынына унда дүрт йөҙ мең бар.

***

– Фатир нисек килде, шулай китте. Хаҡ айырмаһына себен һуҡҡыс  та алып булманы. – Венер яуабын ҡабатланы.

– Беләһеңме, – Руслан әңгәмәсеһен ишетмәгәндәй үҙенекен һуҙа – һинең башың, һинең мөмкинлектәрең менән мин ошо урында булһам, бына-бына бәхет тейенен ҡойроғонан тотор дуҫына ярҙам итер инем.

– Эшләп ҡараманыңмы?

– Теләһәң, бынау урамыңа сығып, муйынымды сынйырға бәйләп, ҡапҡа алдынан үткән бер кешегә өрөп ҡаласаҡмын. Баш төҙәттер генә.

– Сәйҙәнең сәмәйенә етерлек тинлектәрем бар. Шунан бер ярты ал да, бала саҡтағы урыныбыҙға барып көт. Бушанғым килә.

***

Аҡса тик ятырға тейеш түгел. Ул эшләргә тейеш. Дүрт йөҙ мең күңелде йылыта, инфляция эстәге ялҡынды һыуыта. Инвестицияларға инеүе ҡурҡыныс. Бының өсөн уҡырға һәм нулдәрҙе йәлләмәҫкә кәрәк. Эшҡыуарлыҡҡа ваҡыт күп китә. Ә ҡала ветлабораторияһында эшләгән белгестең карьераһын өҙмәй килем алыр өсөн башҡа ысул бар.

Фатир алып ҡуртымға тапшырыу. Был һөйләм киске аш ваҡытында фон өсөн ҡуйылған телевизорҙан яңғыраны. Кеше мейеһенә ниндәйҙер фекер орлоғо ултыртам тиһәң, иң мөһим һөйләмде хикәйәләү эсендәге хикәйәләүҙә, ҡап уртала яңғыратырға кәрәк, тиҙәр. Венер мейеһенә тәғәйен орлоҡ төштө.

Фекер һоро шыйыҡсанан һуғарылып буй еткергәс, ауыҙ аша шытып сыҡты. Риелтор, ни бары алтмыш меңгә тәғәйен документтарҙы юллап, ике быуын өләсәйҙән һуң ҡалған фатирҙы табып бирҙе. Обоиҙар Хрущев кукурузаһының сәсрәгән һутын һаҡлай, әммә торлаҡ ҡала үҙәгендә. Унда йәшәргә теләүселәр күп булыр. 

Риелторҙан ҡалған аҡса тап-таман ғына ипотеканың тәү иғәнәһенә етте. Мотлаҡ страховканы түләр өсөн иһә таныштарҙан иғәнә йыйырға тура килде.

Ун биш меңгә йәшәргә теләүселәр булманы. Ун дүрткә ике студент килде. Башланған пандемия хаҡты ун өскә тиклем төшөртөргә мәжбүр итте.

***

Түңәрәк урман ситендә, ҡалҡыулыҡта ҡайындар менән уратылған эре таштар өйөмө бар. Бында ҡасандыр мәмерйә булған, тип һөйләй ине ололар. Шул мәмерйәлә пәрейҙәр йәшәгән. Улар ҡыйыуланып китеп ауыл халҡының малын урлап, күпләп ашай башлағас, халыҡ, сират беҙгә етмәҫ борон, тип мәмерйәне ябырға була. Бер көндө иң көслө ирҙәр йыйылып мәмерйәнең ауыҙына таш төшөрә. Пәрейҙәр эсендә бикләнеп ҡалған. Был ваҡиғанан һуң Түңәрәк урман яғынан оҙон төндәр буйы олоу тауышы ишетелгән.

Ауыл ҡарттарынан был легенданы ишеткәс тә үк, Венер менән Руслан шул таштарҙы табырға, мөмкинлек булһа, берәй ярығынан эскә үтеп пәрейҙәрҙе күрергә ашҡынды. Шайтандар осраманы. Әммә бала саҡтан был урын егеттәрҙең яратҡан еренә әйләнде. Түңәрәк урман таштары малайҙарға оло компанияны алмаштырҙы, ел-дауылдан ҡапланы.

Бөгөн таштар үҙ ҡуйынына бер ярты ҡыҫтырып алған егеттәрҙе һыйындырҙы. Эскелеккә һөйөү тәрбиәләгән урын бит был. Балаларын юғалтҡан әсәләр, Түңәрәк урманға килһә лә, маскировкалау оҫталығының иң юғары нөктәһенә етеп таштар араһына сумған кескәй муттарҙы эт тә таба алмаҫ ине. Тимәк, пәрейҙәр элекке мәмерйәлә һаман бар. Улар бөгөн ике егет ҡиәфәтендә тормоштоң ғәҙелһеҙлегенә зарлана.

– Ҙур аҡса килһә лә ҡыйын икән. Мин ней һине ауылдан киткәс, берәй елле клиникаға урынлашҡан, тип уйлағайным. Фатир алды тигәстәре тамам ултыра төштөм. Шулай ҙа дуҫым өсөн һөйөндөм. Йыуҙырырһың, тип уйлағайным, – ни бары йөҙ грам, ә Руслан инде ике һүҙҙе бергә бәйләй алмаған тинтәк түгел, ҡәҙимге кеше. – Кәләш алманыңмы?

Ҡатын-ҡыҙҙар бүләктең үҙен түгел, ошо бүләкте һайлауға бүленгән ваҡытты, уны ҡыуандырам, тип уйланып йөрөгән сағыңды ярата. Янында булмаһаң да, уйҙарың һәм эштәрең һөйөү объектына йүнәлтелгән булырға тейеш. Венерҙың башында Гөлфиранан тыш, нисек аҡса еткерергә, тигән уйҙар, эштәге проблемалар, таныштар менән күңел асыу ине.

– Ошо ауылда, эвет, мал тотҡан кеше лә бөтөп бара. Көтөүсе булып төшәм тиһәм, көтөү юҡ, бесән эшләшергә уйлаһам, йәй буйына бесәнлектән ҡайтмай йөрөүселәр ҡалманы. Исмаһам, берәй пилорамға ярҙамсы булып барыр инем, уныһы ла алыҫта, ә автобус йөрөмәй. – Руслан был эштәрҙе күҙҙәрен йомоп һул ҡулының сәтәкәй бармағы менән дә башҡара ала, һүҙ юҡ, эш кенә тәтемәй уға. – Әйҙә, Себергә сығайыҡ.

– Беләм мин һинең кеүектәрҙе. Себергә барып еткәнсе байрам, кире ҡайтҡанда байрам. Һөҙөмтәлә аҡса ла юҡ, һаулыҡ та юҡ, ваҡыт та бушҡа үткән.

***

Вацап ҡушымтаһында шылтыратыуың өмөтһөҙ, тигәнде аңлар өсөн егерме өс тапҡыр гудок тауышын ишетергә тура килер. Боронғо ысул менән шылтыратҡанда абоненттың һине ишетергә теләмәүе бер минуттан, ун алты гудоктан һуң иғлан ителә. Ҡайһы бер операторҙар быны утыҙ секунд үткәс белдерә. Гөлфираға күптән СМС хаттар ҙа барып етмәй. Ҡыҙ Венерҙы ҡара исемлеккә индермәгән, әммә бер нисек тә иғтибарын ҡабул итергә теләмәй.

Кемдер абоненттың яуап биргәнен көткән тауыш гитараның иң нәҙек ҡылы сығарған тауышҡа тиң, ти. Йәнәһе лә шуға ориентир тотоп музыкаль ҡоралды көйләргә була. Беренсе ҡыл дөрөҫ тауыш сығарһа, уны тыңлап ҡалғандарын тарттырырға мөмкин. Венер тотош бер музыка мәктәбенең гитараларын көйләй алыр ине. Тик быны Гөлфира белмәйәсәк, шуға ла ул эштең файҙаһы булмаҫ.

Шылтыратыуҙы ҡабул итһәләр ҙә файҙа булмаҫ, Венер һаман эштә. Ул инде егерме тапҡыр “мһм”, өс тапҡыр “оһо”, һигеҙ тапҡыр “әәә”, тине, ә әңгәмәсеһе, алтмышты тултырған тулы апай, бер нисек шымырға уйламай. Көнө буйы Венер бүлек етәксеһенең ике бесәйе тураһында тыңлай. Ветеринар булғас та, бесәй тигән һүҙҙең һәр хәрефе ҡолаҡты наҙларға тейешме икән ни? Әлегә ҡолаҡтан пар ғына сыға.

Өйгә ҡайтыр өсөн ҡағыҙ тулы ҙур папканы икенсе тәртипкә килтереп йыйып, кәрәкле мәғлүмәтте журналға күсереп яҙырға һәм үткән аҙнала яһалған эремсек экспертизаһы буйынса ҡағыҙҙар тултырырға кәрәк. Венер быларҙы бер сәғәттә тамамлай ала. Тик бүлек етәксеһе тигән дәрәжә йөрөткән әңгәмәсеһе һигеҙ сәғәттән ашыу бер һөйләмде лә ике ҡабатламай бесәйҙәрен һөйләй. Эшләнгән эште уға тапшырырға кәрәк. Икенсе кабинетҡа күсеү ярҙам итмәй. Ҡатын арттан эйәрә. Ләпелдәүе бер ҙә иғтибарҙы ҡағыҙҙарға йүнәлтергә бирмәй. Исмаһам, Гөлфира телефонын алһа, кисен кил, тиһә, яҙылмаған отчеттың эҙе лә ҡалмаҫ ине. Әле иһә бер ҡолаҡта бер туҡтауһыҙ гудоктар, ҡолаҡсын кейҙерелмәгән икенсе ҡолаҡта бесәйҙәр.

– Сәғәт инде ете тулып һигеҙенсе китте. Бесәйҙәрегеҙ асыҡҡандыр, ҡайтмайһығыҙмы? – Венер һөжүмгә күсте.

– Уларҙы күршем ашата, аңғарттым. Эштә завал, нисек ҡайтайым. Йә һине яңғыҙыңды ҡалдырып булмай, ҡарауыллап торорға кәрәк. Шул йәштәрҙән берәй ҡасан йүн сығырмы? Кемгә лабораториябыҙҙы ҡалдырабыҙ? Яҙ әйҙә, борсолма, ә мин дауам итәм...

Хәҙер етәксе бесәйҙәрен автобуста ауылға алып ҡайтҡанын һөйләргә тотондо.

Өйөнә ҡайтҡас, был йән эйәләренә лә эштәгеләр тураһында ошондай оҙон телмәр тейәме икән? Юҡтыр, бесәйҙәр әҙәп һаҡлап ваҡыты-ваҡыты менән булһа ла “мһм”, тип әйтә белмәй. Уларға ниҙер оҡшамай икән, торалар ҙа китәләр, йә сапсышалар. Венер сапсый белмәй. Тороп китергә тәрбиә ҡушмай. Сәғәт телдәре кемуҙарҙан һигеҙ һанын ашатлай.

Бүлек етәксеһе булмаһа урынбаҫары, йә директор урынбаҫарының урынбаҫары, уның урынбаҫарының урынбаҫары, йә башҡа берәйһе табыла. Көн дә ветлаборатория ишегенә яҙылған эш сәғәттәре тураһындағы һандарҙы уҙырға, өйгә беренсе йондоҙҙар менән ҡайтырға сәбәп бар. Гөлфираны күрергә генә ваҡыт юҡ.

Кешеләр менән эшләүҙең кире яҡтары күп, әммә иң ҙур минус – уларҙың бер ҡасан ябылмаған ауыҙҙары. Һәр кеменә ярарға кәрәк. Түрә өҫтөндә түрә. Бишәү эшләй, ун бише тикшерә. Хайуандар менән эстән генә уйлап та ярашырға мөмкин. Венер шуға был өлкәне һайланы ла. Был зоопаркка нисек килеп эләкте һуң?

***

Руслан менән ауыл осонда хушлаштылар. Венер өйөнә, дуҫы хәйерселәргә юлланды. Ҡайтышлай мәктәп янына ғына һуғылырға кәрәк. Ҡалҡыулыҡта урынлашҡан бина тирәләй интернет тота.

Ни тиһәң дә тарих ҡуласа буйлап ҡабатлана. Кеҫә телефондары килеп сыҡҡан заманда бында һөйләшер өсөн менәләр ине. Хәҙер һәр өйҙән һәм, хатта, һарай эсенән шылтыратырға мөмкин. Тик интернет ҡына хөрт. Бәлки пандемия арҡаһында индерелгән ситтән тороп уҡыу яҡында урынлашҡан телефон станцияһы бағанаһын алмаштырырға мәжбүр итер, тип уйлағандар булды. Әммә мәктәптә интернет бар, тиҙ эшләй. Уҡытыусылар барыбер бында килеп балаларға эш, үрҙәгеләргә отчет ебәрә. Мәғариф министрлығында ауылда интернет бар, тиелгән, тимәк үҙгәрештәр көтөлмәй.

Уҡыусылар 45 минут һайын мәктәп янына килеп телефон аша китаптан нисәнсе күнекмәне яҙырға кәрәклеген ҡарап китә. Уҡытыусылар тәҙрә аша балаларға ҡарай. “Тиҙерәк йүгер, йүгергәнеңде видеоға төшөр һәм миңә ебәр, киләһе дәрес физкультура”, тип ҡысҡыра педагог.

Венер яңылыҡтар уҡый. Юҡ, сир тамамланмаған, доллар кәмемәгән, Эвер Гивен карабы һаман Суэц каналында тығылып тора. Барыһы ла элеккесә.

2

Әминә алдында ҡайҙа уҡырға барырға, тигән кеүек үк, ҡайҙа эшкә урынлашырға, тигән һорау булманы. Аң белгәндән алып журналист булғыһы килде. Әле һөнәрҙең мәғәнәһенә төшөнөр алдынан ниндәйҙер һүрәттә блокнот, ручка тотҡан, тәнен һығып торған оҙон күлдәк һәм киң эшләпә кейгән ҡатын-ҡыҙҙы күреп ошо образға ғашиҡ булды.

 – Әсәй, мин үҫкәс ошо апай кеүек булам, – тине кескәй Әминә.

–  Журналист булаһың инде, - тип яуапланы әсәһе.

«Журналист» – Әминә ҡабатланы. Был һүҙ еңел генә итеп ауыҙҙан осоп сыға ла, бүлмәне тотошлай тултырып һауала эленеп ҡала. Бала саҡ хыялы тормошҡа бер аҙ башҡасараҡ ашты: Әминә блокнот, ручка урынына телефон менән микрофон, артынса оператор эйәртеп йөрөй. Тәнде һығып торған күлдәк тураһында уйлау ҙа ҡурҡыныс — башҡорттар улай итмәй!

Журналистикала әйтер һүҙҙе кинәйәләп, алғы планға матур һүрәтте сығарырға кәрәк. Контексты аңлай белгәндәр йомаҡты сисә, ҡалғандары ҡайҙа кем нимә эшләгәнен генә белә. Бәлки ысынбарлыҡта материалда бер ниндәй ҙә контекст юҡтыр, олораҡ һәр кемдә авторитет күреп, ул кешене үҙенән аҡыллыраҡ тип ҡабул итергә өйрәнгән Әминә генә контекст эҙләп маташалыр.

Ҡыҙ репортаж яһағанда унда төрлө мәғәнәләр һалып, сюжетын күп ҡатлы итергә теләне. Беренсе материал эшләгәндә барыһын тығырға маташты. Хронометраж, мөхәррир һәм баҙнатһыҙлыҡ ҡына сюжетта кем ҡайҙа нимә эшләгәнен ҡалдырҙы. Бутерброд яһар өсөн башта кәтлитен йәбештерергә, уны ҡыҙҙырырға өйрәнергә кәрәк.

Ә өйрәтеү текә башланды. Студент саҡта Әминә практикаға телевидениеға эләкте. Бында ҡатын-ҡыҙҙар күп. Үҙ тауышыңды, үҙ йөҙөңдө табыр өсөн башҡаларҙан өлгө алмай, үҙ юлыңды ярырға кәрәк. Беренсе «өйрәнсек» репортажын яһарға Әминә театрға ебәрелде. Бында кемдеңдер ижад кисәһе. Беренсе маҡсат — ул кешенең кем икәнлеген асыҡларға, икенсеһе — респондеттар табып, тантана сәбәпсеһе тураһында фекерҙәр йыйырға һәм ошо бутҡаны бер тәрилкәгә һалып, үҙ текстың менән майлап тамашасы алдына бирергә.

Ҡулдағы микрофон күп ишектәрҙе аса. Алдан һөйләшелгән булһа, бигерәк тә. Әминә һәм команда тамашаға тиклем залға үтеп тейешле фекерҙәрҙе йыйҙы. Сара башланғансы ҡыҙ мәҡәләһен яҙҙы. Оператор Илфат залға үтеп кадрҙар йыйҙы.

Телеүҙәккә ҡайтҡас, Илфат кәүҙәһе ҙурлығындай видеокамеранан йоҙроҡтай шаҡмаҡ сығарып ҡыҙға һуҙҙы. «Материалды монтажлар өсөн ошо дискыға тап килгән кабелде алырға кәрәк. Минеке юғалды. Яңылыҡтар бүлегендә һораһаң, тейешле проводты ҡайҙан алырға әйтерҙәр».

Әминә шаҡмаҡты тотоп ишек асып инде: «Миңә ошо флешкаға яраҡлы провод кәрәк, материалды күсерергә», тине. Яуапҡа тынлыҡ. Кемдер башын эйеп ҡулы менән йөҙөн ҡапланы. Икенсе остан берәү: «Провод мәҙәниәт редакцияһында, шунда бар», – тине.

Мәҙәниәт редакцияһында режиссерҙар кабинетына ебәрҙеләр.  Улар икенсе ҡатҡа, мөхәррирҙәргә, оҙатты. Мөхәррирҙәр көлдө-көлдө лә, компьютер техникаһын ремонтлаусыларға ебәрҙе. Халыҡ телендә «программист», тип йөрөтөлгән берәү генә: «Был бит аккумулятор, унан ниндәй видео күсермәксе булаһың», – тип, Әминәгә башҡаларҙың сәйер ҡыланғанын аңлатты.

Аккумулятор үҙенә ҡайтҡас, Илфат тәгәрәп ятып көлдө. Әминә эскерһеҙлеген кәметте. Йәш ҡыҙҙы һуңынан ВВК, балыҡ, лайф килтереүҙәрен дә һоранылар. Әммә Әминә башҡа ул ҡармаҡҡа ҡапманы. Өлкәгә инәһең икән, телен ятларға кәрәк. Был хаҡта лекцияла һөйләмәҫтәр. Шуға ҡыҙ интернеттан тәғәйен терминологияны табып ятланы: балыҡ — сюжет хронометражы, ВВК — алып барыусының кадрҙан ситтә булыуы, лайф — сюжет геройының ниҙер ҡылғаны, синхрон — кешенән алған интервью, стендап — хәбәрсенең кадрҙа хәбәр һатыуы…

Әминә башҡа эскерһеҙ йән эйәһе түгел. Тәжрибә менән бергә хәйлә үҫә. Мәҙәниәткә лә ҡағылаһы юҡ.  Мәҙәни темалар практиканттарға ҡалһын. Унда бер ни белмәһәң дә, эш ваҡытында айышына төшөнөргә мөмкин. Әминә иҡтисадты яҡтырта. Бөгөн бына донъя иҡтисадына Суэц каналында тығылған Эвер Гивен карабы йоғонтоһон халыҡҡа еткерергә кәрәк.

Автор:Аскарова Минзаля
Читайте нас: