Ғәзизә ашыҡты. Үҙенең теләгән еренә тиҙерәк барып етергә ашҡынды ул. “Китеп кенә өлгөрмәһә ярар ине...”
Биш йәшлек Ғәзизә өләсәһе менән йәй көндәрендә емеш - еләк мул итеп үҫкән баҡсаға бара. Уларҙың баҡсаһы ҡаланан йыраҡ түгел, автобусҡа ултыралар ҙа, тиҙ арала барып та етәләр. Көндәр матур торһа, өләсәһе һәр саҡ Ғәзизәне үҙе менән алып, шунда ашыға. “Эш күп унда, балам, әйҙә, тиҙерәк бара һалайыҡ! ”-ти. Эйе шул, баҡсала эш бигерәк күп! Өләсәһе йәшелсәләрҙе, еләк - емеште тәрбиәләй, һыу һибә. Ғәзизә лә хәленән килгәнсә ярҙамлаша өләсәһенә. Бәләкәй генә лейкаһына һыу тултырып ала ла яратҡан сәскәләренә һыу һибә. Эй, ҡыуанған була үҙенең эшкингәненә. Өләсәһе маҡтап та ебәрә ейәнсәрен. Кис етһә, автобусҡа ултырып ҡалаға ҡайта улар.
Ашығып йүгергән урынға барып еткәс, таштар менән ҡаплап ҡуйған өйөмдө асты ла, ҡыуанысынан сәбәкәйләп ебәрҙе Ғәзизә:
“Көткән! Ҡасмаған, мине көткән!”
Ипләп кенә үҙен көткән әйберен ҡулына алды. Был – йөнтәҫ кенә, иләмһеҙ ҙур, көрән төҫтәге ҡарышлауыҡ ине. Рәхәтләнеп йоҡлап ятҡан йән эйәһе, уянғас та, кирелеп – һуҙылып, тәнен яҙып алды. Үҙе ихлас йылмайҙы:
-Килдеңме, Ғәзизә?
Ҡарышлауыҡ менән Ғәзизә кисә кис танышҡайны. Баҡсала көнө буйы йүгереп йөрөгәндә нисек күрмәгәндер уны, һуҡмаҡ буйлап ниҙер шыуышҡанын күреп ҡалды ла, шып туҡтаны. Матур көрән төҫтә, үҙе һәләк ялбыр. Арҡаһындағы йөндәре терпенең энәләре кеүек тырпайып тора. ”Йөнтәҫ” тип исем ҡушты уға Ғәзизә эсенән генә. Бераҙ күҙәтеп торғас, ҡулына алып, һүҙ ҡушты:
- Эй, һин кем? Ҡалай ҡыҙыҡҡынаһың ул!?
– Минме? Мин – ҡарышлауыҡ. Ә һине беләм, һин – Ғәзизә!
Аптырауынан күҙҙәрен ҙур итеп асҡан Ғәзизә һорай һалды:
- Һин мине беләһең? Ҡайҙан?
- Мин бында күптән йәшәйем. Өләсәйең һиңә “Ғәзизә” тип өндәшә бит!
Ғәзизә ҡыуанысынан көлөп ебәрҙе:
– Эйе шул, мин – Ғәзизә! Ә мин һине Йөнтәҫ тип йөрөтөрмөн, яраймы? Әйҙә, улайһа, бергә уйнайыҡ.
Ҡайтырға йыйынғанын да онотоп, икәүләшеп оҙаҡ ҡына уйнаны улар. Автобусҡа йыйынған өләсәһе ашыҡтыра ине ейәнсәрен. Йөнтәҫкә йылыраҡ булһын, тип таштарҙан йорт яһап бирҙе лә, иртәгә лә осрашырға килешеп, хушлаштылар Йөнтәҫ дуҫы менән.
Бына әле йоҡоһонан көскә уянған ҡарышлауыҡты ҡулына алып, усында бәүелтте. Рәхәтләнеп кирелеп - һуҙылып алған булды уныһы. Ғәзизә уның йомшаҡ ҡына арҡаһынан һыйпаны.
– Килдеңме? Ә мин һине көтә инем, йоҡлап киткәнмен.
– Килдем. Әйҙә уйнап ҡалайыҡ, өләсәйем, оҙаҡлама, тине.
– Уф, асыҡтым! Әйҙә, анау ағасҡа менеп алма ашайыҡ. Ул ағастың ҡорттары шундай һимеҙ. Ныҡ тәмлелер алмаһы!
– Әйҙә һуң!
Ғәзизә ҡарышлауыҡты алды ла, ул күрһәткән ағас янына килде. Ҡарышлауыҡ етеҙ генә үрмәләп, ағасҡа менеп тә китте.
– Әйҙә, һин дә мен, ҡалышма! – тине ул.
Ғәзизә “ах” та “ух” килеп ағасҡа үрмәләп маташҡайны ла, килеп сыҡмай ҙа ҡуясы. Ҡарышлауыҡ, ана, ағастың яртыһын уҙып та киткән. Ғәзизә:
– Минең дә, һинең кеүек, ағасҡа үрмәләп менгем килә. Йөнтәҫ, ярҙам ит миңә? – тип инәлде.
– Ана, ҡара әле, һинең яныңда ғына һары япраҡ ята. Шуға баҫ. Түлкә ҡымшанмай ғына тор!
Ғәзизә Йөнтәҫ әйткән япраҡты табып, уға аяғы менән баҫты. Бына Йөнтәҫ Ғәзизәгә аңлашылмаған телдә нимәлер әйткәйне, Ғәзизә шул минутында бәләкәс кенә ҡыҙсыҡҡа әүерелде лә, япраҡ уны осороп ғына Йөнтәҫ янына мендереп тә ҡуйҙы.
– Ә хәҙер минең арҡама менеп ултыр ҙа, ныҡ ҡына тотон, тағы ла юғарыраҡ менәбеҙ!
Ғәзизә менеп атланыуы ла булды, Йөнтәҫ йылғыр ғына ағасҡа үрмәләне. Ғәзизәгә бигерәк күңелле! Бындай юғарыға уның бер ҡасан да менгәне юҡ, кәүҙәһе бәләкәй ҙә булғас, бар нәмә лә үтә ныҡ ҙур күренә икән. Быны ҡыҙыҡ күреп, Ғәзизә көлә башлағайны, Йөнтәҫ тыйҙы үҙен. Әтеү йығылып төшәбеҙ, тип ҡурҡытты. Бына ҙур ғына алма янына етеп туҡтанылар. Әйҙә, ашай башлайыҡ, тине ҡарышлауыҡ. Алманың һутлылығы! Бер алманы ашап бөткәс, икенсеһенә тотондолар. Ашап туйған ҡарышлауыҡтың бер мәл йоҡоһо килә башланы. “Әйҙә, һин дә ял ит!” – тине лә, үҙе ҡапыл ҡаты йоҡоға талды. Тирә - яҡты күҙәтеп ултыра торғас, Ғәзизә лә йоҡомһорай башланы. Йөнтәҫтең арҡаһына башын терәне лә, күҙҙәрен йомдо... Бына бер мәл өләсәһенең өҙгөләнеп үҙен саҡырған тауышына Ғәзизә уянып китте.
– Ғәзизәү, һин ҡайҙа? Ғәзизәәә! Ай, аллам, ошонда ғына йөрө, тинем бит. Ҡайҙа ғына китеп барҙы икән балаҡайым? Ғәзизәәәү!
Шунда ғына Ғәзизә өләсәһе тураһында бөтөнләй онотҡанын иҫенә төшөрҙө. Ныҡ итеп асыҡҡанын тойҙо үҙе. Ҡоймаҡ бешерәм, тигәйне лә өләсәһе.
– Өләсәй, мин бындааа!
Тауышы үҙенән ары китмәне инде әллә, өләсәһе ейәнсәрен эҙләүен дауам итте. Ҡарышлауыҡ ҙурлығы ғына булып ҡалған Ғәзизәне күрмәне лә хатта. Рәхәтләнеп йоҡлап ятҡан Йөнтәҫте төрткөләй башланы Ғәзизә. Уныһы ҡымшанмай ҙа хатта, бик ҡаты йоҡоға талған. “Мин бәләкәс кенә булғас, инде бер ҡасан да өләсәйем мине тапмаҫ микән? Әсәйемдәр эштән ҡайтһа, мин булмағас, иларҙар инде...” – тип, ҡысҡырып иларға тотондо ҡыҙсыҡ. Ниһайәт, уның аҡырып илауына Йөнтәҫ уянды ла, Ғәзизәгә ярҙам итергә теләп, баяғы һүҙҙәрен ҡабатланы. Тик, ни сәбәптәндер, ҡыҙыҡай тағы ла нығыраҡ бәләкәсәйҙе лә ҡуйҙысы? Ҡурҡышынан баяғынан да нығыраҡ илай башланы Ғәзизә. “ Әәәә, аңланым!” – тип ҡысҡырып ебәргән Йөнтәҫ бәләкәс кенә ҡыҙҙы яңынан арҡаһына йөкмәне лә, йылғыр ғына ағастан ергә төшөрҙө. Үҙе кетерләтеп көлөп ебәрҙе:
– Һи, һи! Вәт ҡыҙыҡ! Ағас башында һине ҙурайтып булһа, ауыр кәүҙәң менән йығылыр ҙа төшөр инең бит! Йә, тиҙерәк баҫ япраҡҡа!
Ғәзизә һары япраҡҡа менеп баҫты. Йөнтәҫ үҙенең тылсымлы һүҙҙәрен өс тапҡыр ҡабатлап әйтеүе булды, Ғәзизә тиҙ арала элекке матур сағына әйләнеп тә ҡайтты. Ҡыуанысынан Йөнтәҫте күтәреп алып, ҡат- ҡат үбеп тә алды үҙе. “Ярай, ҡайт өләсәйең янына! Иртәгә осрашырбыҙ!” – тине лә ҡарышлауыҡ, тиҙ арала шыуышып китеп тә барҙы. Ғәзизә өләсәһенә ҡаршы йүгерҙе:
– Өләсәй, өләсәй! Мин бындааа!
– Ай, балаҡай, ҡотомдо алдың бит, ҡайҙа юғалып йөрөнөң һуң һин? Бәпкәмде! Асыҡҡанһыңдыр. Әйҙә, өйгә инә һалайыҡ, һине унда бик тәмле ҡоймаҡ көтә! – Өләсәһе ейәнсәрен ҡосаҡлап алды.
– Өләсәй, өләс, минең хәҙер Йөнтәҫ исемле дуҫым бар! Ул шундай йылғыр, ағасҡа, эй, шәп үрмәләй! Беҙ уның менән тәмле генә алмалар ашаныҡ. Ә беләһеңме, ул ниндәй тылсымлы һүҙҙәр белә? Беҙ иртәгә лә уның менән бергә уйнаясаҡбыҙ... Иртәгә лә килербеҙ баҡсаға, яраймы, өләсәй?
–Килербеҙ, балам, килербеҙ!
Яңынан өләсәһе менән бергә булыуына бик ныҡ ҡыуанған Ғәзизә бер туҡтауһыҙ тәтелдәп, тәмле ҡоймаҡ менән һыйланып, яңылыҡтары менән бүлешә ине...