ШАЙМОРАТОВ ЯНЫНДА. Мөнир Ҡунафин
Бөтә яңылыҡтар

ПРОГРАММИСТ КӘЛӘШЕ КӨНДӘЛЕГЕНӘН

Беләһегеҙме ни өсөн мин уның компьютер мәхшәрҙәрен ғәфү иттем? Сөнки ул бер ҙә сексуаль маньякка оҡшамағайны.

 Хатта киреһенсә. Быға тиклем кем менән осрашһам да тел төбөнән түшәк бүлешеү уйы һиҙелә ине. Ә был... Минең фатирҙа булды - ниндәйҙер линукс, пингвиндар хаҡында ғына һөйләне. Мин тәки уның биологмы, әллә башҡа һөнәр эйәһеме икәнен аңлай алманым. Үҙен "сисадмин" тип таныштырғас, ҡолап китә яҙҙым.
Уның йортона ҡунаҡҡа барғанда ла миңә ҡағылыу түгел яҡын да килмәне. Миндә хатта ҡыҙыҡһыныу уянды. Ҡана бының күңелен уятайым әле, тим. Юҡһа үҙемде ышанысһыҙ тоя башланым.
Әммә Айҙар бер нисә көнгә юғалды, хатта шылтыратып ғәфү ҙә үтенмәне. “Барыһы ла бөттө...” - тип уйланым. Егет минең ҡапыл ғына ҡасып китеүемә үпкәләнеме, әллә үҙен ғәйепле һанап, күҙемә лә күренергә уңайһыҙлана микән?..
Көтөүҙәрем ғазапҡа әүерелде, мин: “Әллә үҙем тәүге аҙымды яһарға микән?” - тип төрлө вариантар уйлай башланым. Һәм... Бер кистә моңһоу ғына эштән ҡайтып килһәм... Минең “мөғжизәм” балҡып тора! Мин уны бындай хәлдә тәүгә күреүем ине: салбарҙар үтекләнгән (моғайын, үҙе үтекләгәндер инде - “стрелкаһы” һул кеҫәһенән башланып, аҫҡа ҡарай салбарҙы киҫеп, уңға боролған), аҡҡа оҡшаған төстәге күлдәктә, башында пингвин һүрәтле ҡыҙыл баш кейеме. Ә ҡулында – әсәкәйем! - сәскәләр гөлләмәһе! Мин, әлбиттә, тәүҙә етди ҡиәфәттә яҡынлаштым, ҡоро ғына һаулыҡ һорашам.
- Зөбәржәт, һин... ээ... - ул тамаҡ ҡырып алды. - Ней, һин мине ғәфү ит! Мин бит улай булыуын теләмәнем. Һин мине дөрөҫ аңламаның. Ней, теге саҡта компта кәрәкле файлдарҙы асам ғына тигәйнем, порносайттар үҙенән-үҙе асылды ла китте. Етмәһә спамдар ҡаҡшатты. Мин уларҙы ҡарамаҫҡа тырышам...
Миңә ул шундай йәл тойолдо. Мин, әлбиттә, уның һүҙ бутҡаһынан бер ни ҙә аңламаным, шулай ҙа ғәфү итеүемде һорауын төшөндөм.
- Ярай, ғәфү итәм. Тик белеп ҡуй: был һуңғы тапҡыр!
Егетемдең күҙҙәрендә нурҙар балҡыны.
- Эйе, эйе! Бөгөн уҡ ҡайтам да бөтә браузерымды дизассемблировать итәм!
- Туҡта! Һин үҙеңә ҡул һалырға йыйынаһыңмы әллә? Ә был гөлләмә кемгә? Миңәме? - тип иғтибарын ситкә йүнәлттем.
- Юҡ, юҡ, эйе, эйе, - тип ул сәскәләр бәйләмен минең танау аҫтына килтереп терәүе булды – нимәһелер төртөлөп, танауым ҡанап китте.
- Был нимә ул? - тип ҡысҡырып ебәрҙем.
- Был, - тип ул тантаналы төҫ менән аңлатырға кереште, - Был – ысын оптосүс! Бына! Уны вазаға ҡуйырға, абажур эшләргә була. Яҡтылыҡ төшһә, ул төрлө төҫтә балҡый. Бындайҙы бер ҡайҙан да һатып алып булмай!
Уға ҡарайым да көнләшәм: хәҙерге заманда ла шундай эскерһеҙ, бер хәйләһеҙ кешеләр була икән! Шуның өсөн ғашиҡ булдым да инде мин уға.
- Айҙар, - тим, - ә һин беләһеңме, ерҙә сәскә тигән үҫемлек тә була. Ул хуш еҫ бөркә, яланда йәки баҡсала үҫә. Декоратив сәскәләрҙән гөлләмәләр яһап, магазиндарҙа һаталар. Уларҙы яратҡан ҡатын-ҡыҙҙарға ғына бүләк итәләр.
- Зөбәржәт, һин мине мыҫҡыл итәһеңме әллә? Сәскәнең нимә икәнен беләм, әлбиттә. Магазиндан һатып алырға иткәйнем – бер рауза өсөн генә ҡутара хаҡ һоранылар! Һин мине һаран тип уйлап ҡуйма! Бер нисә сәғәттән һулый торған сәскә өсөн бер флешкалыҡ хаҡ түләп ней!.. Ә был сүс – мәңгелек!
- Һыыы... Ә һинең яҡын киләсәккә пландарың нисек?
- Нееей, - ул уйлана төштө. - Тәүҙә яңы фикспакты NT-ға тоташтырырға кәрәк...
- Юҡ, һинең ул тимерҙәрең хаҡында һорамайым! Миңә ҡарата пландарың нисек, йөрәкһеҙ?! - тип көсһөҙлөгөмдән илай башланым.
- Уй, Зөбәржәт, ҡуй, илама! Һин минең уйым хаҡында һораның, ә мин әйттем... Икебеҙгә ҡағылышлы пландарым да күп ул минең! Иртәгә яңы күргәҙмә асыла. Интернет буйынса. Әйҙә, шунда барайыҡ!
Ул шулай тип ауыҙ эсендә бутҡа бешерә, ә мин илайым да илайым... Шунда минең алда ике генә юл барлығы төҫмөрләнде: йә уның менән араны бөтөнләйгә өҙөү, йә....

Авторы - Экслер Алекс
Айгөл Иҙелбаеваның тәржемә варианты.

Автор:Аскарова Минзаля
Читайте нас в