Бөтә яңылыҡтар

Упҡынға өс аҙым. Хикәйә. Рәзинә Зәйнетдинова-Урманшина

“Бер, ике, өс!” Азалия тағы ла өс аҙым алға атлаһа, бөтөн проблемаларынан бер юлы ҡотоласаҡ. Ни бары өс аҙым. Йәне – күккә, кәүҙәһе дымлы асфальтҡа осасаҡ.

Ағастан ҡойолған һуңғы япраҡ кеүек, ул да ергә төшәсәк һәм йәшәү менән иҫәпте өҙәсәк. Хәйер, ун бишенсе ҡаттан һикергәндә кәүҙәнең күп өлөшө сәрпәкләнеп бөтөүе лә бар. Ҡыҙға уныһы барыбер. Мейеһендә мыжғыған уйҙарҙан, үҙен эҙәрлекләп аҡса таптырған әҙәмдән ҡотолоуы ғына мөһим. Төшкәс, тәненең теге йәки был өлөшө асылып, күренеп ятмаһын тип, һомғол кәүҙәһенә һылашып ҡына торған ҡара төҫтәге спорт костюмын кейҙе. Түбәһенә өйөлөп йыйылған сәсе өҫтөнә шул уҡ төҫтән башлығын да эләктереп алды. Ошолай ул өй алдындағы спорт майҙанында иртәнге күнекмәләр эшләргә, йүгерергә сыға торған ине. Шуға, кәүҙәһенә юлығыусыларҙың һәр икеһе уны күреү менән таныясаҡ. Шәхесен билдәләп ваҡыт уҙғарып тормаясаҡтар.

Балкондың тәҙрәһе асылды. Көҙгө һалҡынға битен ҡуйып иркен итеп тын алды. Хәҙер. Бер, ике, өс...

 – Азалия, бәпесем. Был өләсәйең... – Бүлмә эсендә ятҡан телефон зыңғырланы. Ауылда сағында ҡыҙыҡ күреп өләсәһенең уға ошолай тип өндәшкән сағын яҙҙырып алған ине. Аҙаҡ ул шылтыратҡанда ошо тауышты ҡуйҙы.

– Ҡәһәрең! Өләсәй бөтөнләй ваҡытһыҙ шылтыратаһың бит, - тип һөйләнә-һөйләнә телефонын барып алһа ла, өлкән кешегә ризаһыҙлығын белдереп торманы.

– Хәйерле кис, өләсәй! Хәлдәрең нисек? – тип бер ни булмағандай һөйләшә башланы.

– Һаумы, ҡолонсағым! Хәл ней шул әбейҙәрсә инде. Таң ата ла, кис була. Үҙең нисек, ҡыҙым?

– Яҡшы.

– Һәйбәт әләйгәс. Алаҡайҙы һауып ултыра инем, ҡаршымда ҡапыл һинең ҡарашың барлыҡҡа килде лә, йөрәгем терт итеп ҡалды. Минең менән бергә кәзәкәйем дә тертләп, һөтөмдө түгеп ебәрҙе. Керә һалып һиңә шылтыратырға тотондом мына. Ҡайҙә, мәйтәм, ҡолонсағымдың хәлен беләйем әле тим...

– Яҡшы, өләсәй, яҡшы.

– Бәпесем, тауышың әллә нисек, моңһоу кеүек. Ысынлап та, бер нимә лә булманымы?

– Өләсәй, минең йәшәгем килмәй! – Үҙен-үҙе саҡ тотоп торған ҡыҙҙың быуаһы йырылды. Түгелеп илап ебәрҙе.

– Атаҡ-атаҡ, балам! Йәшәгем килмәй тисе! Һин дә йәшәмәгәс, кем йәшәргә тейеш һуң! Ете ағзаң да теүәл, яныңда һинең өсөн үлә яҙып торған яҡындарың бар! Ниндәй ҡайғы төштө йәш башыңа? Һөйлә. Һөйләһәң эс бушап ҡалыусан ул. Бәлки, ярҙам да итә алырмын...

– Һинең менән минең генә ҡулдан килерлек эш түгел ул, өләсәй! – Азалия һаман да тыныслан алмайынса һыңҡылдап-һыңҡылдап алды.

– Атҡарып сыға алмаҫтай бер эш тә юҡ ул, балам! Юҡты һөйләмә! Беҙҙең һәр беребеҙгә көсөбөҙ етерҙәй, күтәрә алырҙай ғына һынауҙар ебәрелә. Әйт, нимә булды?! – Был юлы телефондың теге осонда тауыш ҡаты һәм ҡәтғи яңғыраны.

– Минән 500 мең һум аҡса таптыралар...

– Уй, Аллам! Кемгә, ни өсөн шул саҡлы аҡса бирергә тейешһең һуң?! 

– Бер егет иртәгәгә саҡлы аҡса күсермәһәң, фотоңды интернетҡа һалам, ти.

– Аҡса һорап һине ҡурҡытырлыҡ ниндәй фото һуң ул?!

– Мин шәрә килеш төшкән...

– ?! – Әлфинур әбей ҡолаҡтарым яңышыл ишетәме, тип бер мәл тынып торғандан һуң, телен саҡ-саҡ әйләндереп һорай алды: – Нимә?!

– Шәрә килеш төшкән фотоңды интернетҡа һалам, ти, өләсәй! – Күңелен өйкәп йөрөгән хәлде һөйләгәс, рәхәт булып ҡалды, Азалия бер ни тиклем тынысланған ине. Танауын  тартып ҡуйҙы.

– Ундай фотоң да бар инеме ни, балам!?

– Юҡ!

– Бә-әй, булмағас һуң?! Булмаған нәмәне булдырып булмайҙа баһа, ыста!?

– Өләсәй, хәҙер уныһы мөһим түгел!

– Нисек инде мөһим түгел! Еще как мөһим! Иҫләп ҡара әле, яланғас төшкән фотоң булдымы-юҡмы?

– Юҡ тинем дә инде!

– Ә эшләп буламы?

– Ну-у-у, әлләсе. Фотошоп менән эшләһәң килеп сығалыр, бәлки...

– Тимәк, һиңә кемдер йә этләшә, йә аҡса һығырға маташа.

– Өләсәй, фотошоп булған хәлдә лә мин уны асыҡлап өлгөргәнсе, юйҙыртҡансы меңәрләгән кеше күреп өлгөрәсәк! – Азалия ҡабаттан ярһый башланы. – Әсәйемдән ныҡ эләгәсәк. Беләһең, холҡо ҡыҙыу. Урамда осраған һәр икенсе кеше бармаҡ төртөп минән көләсәк. Йәшәмәүең мең артыҡ...

– Көфөр һүҙ һөйләмәсе, балаҡайым! Ата-әсәйең был турала беләме?

– Юҡ, ҡурҡам. Эш менән былай ҙа баштары ҡатып бөткән. Был хәбәрҙе әйтһәм, тереләй ҡәбергә илтәсәкмен уларҙы. Ана, атайым ҡайтты ла. Их, өләсәй, ҡурҡам!

– Туҡта, тыныслан. Кейәү өҫ-башын алыштырғас, бер нисә минуттан уға үҙем шылтыратып хәлде аңлатырмын.

– Ярай, өләсәй, рәхмәт! Хуш!

– Ҡыҙым, бынау ямғырҙа тышта күнекмәләр эшләп йөрөнөңмө әллә? Һалҡын тейҙереп ауырып китмә, – тине атаһы, Азалияны спорт костюмында күреп.

– Уйлаған ғына инем, атай. Өләсәй шылтыратты ла, кире булдым. Әсәйем ҡайтҡансы ашарға бешерә торайым әле.  

Аш-һыу бүлмәһенә ингәс тә Азалияның ҡулына эш барманы. Микротулҡынлы мейестә ит иретергә ҡуйған ине, уныһын алғанда һауыты ҡулынан төшөп китте. Кишер таҙартҡанда бармағына бысаҡ тейҙе. Уңарсы өләсәһе атаһына шылтыратып хәлде аңлатып та өлгөрҙө. Йоҡо бүлмәһенән ҡаштары төйөлөп сыҡҡан атаһы, алдан уҡ йөрәге болоҡһоп йөрөп йөҙө ағарып киткән ҡыҙының бармағын бәйләгәс:

– Иртәгә ауылға, өләсәйең янына бараһың, –  тине.

– Уҡыуым ҡала бит. Тренеровкалар...

– Дистанцион уҡып торорһоң. Күнекмәләрҙе лә онлайн аша эшләп була. Тренерың менән һөйләшермен. Социаль селтәргә теркәлгән диуарҙарыңды ваҡытлыса юйып торорға ла кәрәк булыр...

Атаһы – хирург. Ваҡытында юғалып ҡалмайынса, дөрөҫ һәм ҡәтғи ҡарарға килә торған кеше. Әле лә ҡыҙынан фото тураһында һорашҡас, таныштарына, дуҫтарына шылтыратырға тотондо. Әсәһе ҡайтып, Азалия бешергән былау менән тамаҡ туйҙырғас, проблеманы уртаға һалып һөйләште ғаилә ағзалары. Әлбиттә, әсәй кеше был яңылыҡты тыныс ҡына ҡабул итә алманы. Берсә иланы, берсә ҡыҙын ғәйепләп маташты, берсә Азалиянан аҡса таптырған егеткә йоҙроҡ төйҙө.

Бына Азалия йәнә ауылда. Август аҙағында, уҡыу башланыр алдынан ғына киткәйне ул бынан. Ике айҙан һуң билдәһеҙ ваҡытҡа ҡабат әйләнеп килер тип кем уйлаған инде. Йәйге каникул башланғансы, быға тиклем Яңы йыл байрамдарына ғына килеп өләсәһенең хәлен белешеп китәләр ине.

Һуңғы ике йәйге каникулда ғына бында килә, ата-әсәһе ҡалдырып китә башланылар. Быға Азалия үҙе сәбәпсе булды. Бәләкәйҙән гимнастика менән шөғөлләнде. Атаһының сәтәкәй бармағына йәбешеп тәүге тапҡыр тренировкаға килгәндә өс йәштәр генә ине. Шунан алып был спорт төрөнә үлеп ғашиҡ булды. Ауырып, теге йәки был сәбәп менән бер генә тренировканы ҡалдырһа ла, үҙенә урын тапмайынса, борсола ине. Һәләтле, гимнасткаларға ғына хас булған һығылмалы, һомғол оҙон буйлы ҡыҙҙы тренерҙары ла яратты. Ярыштан ярышҡа йөрөнө, призлы урындар алды. Һуңғы өс-дүрт йылда Рәсәй кимәлендә уҙғарылған конкурстарҙа ла уңышлы сығыш яһай башланы. Республикала Ләйсән Үтәшеваға алмашсы үҫә, тинеләр уның хаҡында. Маҡтанылар. Һоҡландылар. Осондорҙолар. Ҡыҙҙың танауы өҫкә күтәрелде. Үҙенән башҡа кешене күрмәй башланы. Барыһының да алдында бейеп кенә тороуын теләне. Көндәре мәктәпкә барып, күнекмәләр эшләп һәм социаль селтәргә яңы фотолар һалыу менән үтә ине. Мәктәптә уҡытыусыларға арҡырылашты, өйҙә ата-әсәһен һанға һуҡмай башланы. Этелеп-төртөлөп һигеҙенсене тамамлаған йәйҙә атаһы теҙгенде үҙ ҡулына алды. Ауылда ҡалдырып китәсәктәрен белгәс, Азалия ризаһыҙлығын белдерҙе. Ярҙам итмәгәс, илап еңергә маташты.

Ул ваҡыттарҙы иҫенә төшөрһә Азалия үҙенең ҡыланышы өсөн оялып ҡуя хәҙер. Тәүге көндө бөтөнләй тиерлек ашаманы. Өләсәһе бер нисә рәт саҡырҙы ла, туҡтаны. Үҙ иркенә ҡуйҙы ҡала ҡунағын. Икенсе көнөнә өләсәһе саҡырғансы уҡ иртәнге сәйгә өҫтәл артына килеп ултырҙы.

Тегене эшлә, быны эшлә тип тә йонсотманы ейәнсәрен. Үҙе эш менән була, үҙе күҙ ҡырыйы менән генә Азалияның ҡыланышын тикшерә. Ун биш йәшлек үҫмерҙең биш йәшлек бала кеүек үҙ-үҙен тотошона аптырап, хәҙерге замандымы, әллә уның ата-әсәһенме ғәйепләргә белмәне.

Тегенеһенең иһә үҙ донъяһы. Шпагатҡа ултыра ла, фотоға төшә. Өй, урам эсе, йылға буйы, хатта бәрәңге баҡсаһы арты ла ҡалманы. Танауын күккә сөйөп, һәр аҙымын фотоға төшөрөп йөрөгән ҡала ҡыҙының ҡыйланыуы ауыл ҡыҙҙарын тиҙ бүктерҙе. Ҡомда шпагатка ултырып фотоға төшөп торғанында яңы ғына һыуҙан сыҡҡан Шәһиҙә: - О-о, беҙҙең ауылдың үҙ Волочковаһы барлыҡҡа килде! – тип көлдө. Әсе телле әхирәттәренең әйткәнен башҡа ҡыҙҙар ҙа күтәреп алды. Шул көндән Азалияға Волочкова тигән ҡушамат йәбешеп ҡалды. Ҡотолорлоҡ та түгел. Һаман да шулай тип кенә өндәшәләр. Биле үлтереп һыҙлаһа, “Серей бит”, – тип йәлләй-йәлләй йыйып индергән бер биҙрә ҡурай еләген индереү менән ейәнсәре йомолоп ашай-ашай фотоға төшөрөп торғанын күргәс, Әлфинур әбей түҙмәне:

- Ҡыҙым, һәр аҙымыңды иҫтәлеккә тип төшөрәһеңме ул? – тип һораны.

– На память? Ты что, ба? На инстаграм выложу.

– Ыстарам тиһеңме? Атаҡ, уныһы нимә тағы?

Төпкөл ауылда йәшәгән әбейгә аңлатырға тура килде инстаграмдың нимә икәнлеген Азалияға. Ейәнсәренең ярыштарҙағы сығыштары һаҡланған видеоларҙы һоҡланып, эске бер ғорурлыҡ менән ҡараны. Ә бына, йә ауыҙын ослайтып, йә купальникта ғына төшкән фотоларын оҡшатманы. Хатта юйырға ҡушты. Шунһыҙ аудитория йыйып булмағанлығын аңлатып ҡараған ине лә:

- Әҙәм ыстарамы! Һинең маймылланыуыңды, эске кейемдә генә йөрөүеңде ҡарарға теләүселәрҙе йыйып үҙеңә ни файҙа һуң? – тине.

 – Кемдең яҙылыусыһы күберәк, шул текәрәк һынала, ба!

– Ул текәлек һиңә ни бирә һуң?

– Ммм...

Бер көндө ейәнсәре менән үҙе әйтмешләй “Ыстарам“ды ҡарап ҡарағанда күршеләренең бер нисә айлыҡ ҡына ейәнсәрен күреп ҡалды.

– Аһ, аһ, Самира түгелме һуң? – тине аптырап.

– Эйе, Миләүшә апай ҡыҙын ҡуйған. Няша ивит, ба?

– Нишана тиң уны ҡуйған ата-әсәһен!? Яңы ғына тыуған нарасыйҙы бесәй балаһы шайы ла күрмәй ни йөрәге менән бөтөн мир алдына талпынып ятҡан сағындағы видеоһын һалды икән?

– Мода такая...

– Үҫкән саҡта аҡыллы ғына күренә ине. Ул да модаға эйәрә башлаған икән дә... Мөхәммәт Пәйғәмбәребеҙ: “Минең өммәтемдәге күп кешеләр күҙ тейеүҙән үләсәк”, – тигәне ошоға бәйләнеп алдан күҙалланғандыр инде. Эй, Аллам!

– Ниндәй күҙ тейеү ти, ба? Ты о чем? Һаман шуға ышанаһыңмы, хи-хи-хи...

– Яман күҙ йәшендән яман, ҡылыстан үткер бит ул. Үҫеп ултырған имәнде лә ҡорота, шап-шаҡтай кешене лә гүргә алып тығыусан...  

Әлфинур әбей шулай социаль селтәрҙе ҡырҡа кире лә ҡаҡманы, әммә ейәнсәре аңын томалаған виртауль ауҙан яйлап ҡына ҡотҡарҙы.

...

– Кеше ауылдан китә ала. Ә бына ауыл кешегә мәңгелеккә йәбешеп ҡала икән, хи-хи! Йәй быйы инстаграмға бер йүнле фото һала алманың түгелме? А хотя дикая природа, ер ҡортона әйләнеп бөткән кешеләр... Үҙҙәре генә ни тора?! Ха-ха-ха... – тип ҡаршыланы уҡыуҙың беренсе көнөндә Азалияны иң яҡын әхирәте Гүзәл.

 – Ну да... Ул бит ауылда йәйен үткәргән. Беҙҙең кеүек Төркиәлә, Ҡара диңгеҙ буйында түгел! Ҡайҙа инде беҙгә уға етеү! – тип икенсеһе эләктереп тә алды.

 – Ҡыҙҙар, иронияғыҙҙы аңламайым. Нимә булды, нимә үҙгәрҙе? – тип Азалия аптырап һорауына ирен ситтәре менән мыҫҡыллы көлдөләр генә.

“Ярай, һеҙгә тағылып йөрөмәһәм дә донъя түңкәрелмәҫ”, – тип уйлап, артабан уларҙың көлөүҙәренә иғтибар итмәҫкә тырышты Азалия. Уҡыуын рәткә килтерҙе. Буш ваҡытында өйҙә ваҡ-төйәк эш менән булышты. Ул ҡойған ҡоймаҡты, бешергән бәрәмәсте маҡтай-маҡтай ашайҙар. Ейәнсәренә аш-һыу сере бүлешкән, бер нисә ай эсендә яҡшы тәрбиә бирергә өлгөргән өләсәһенә эстән генә рәхмәт уҡыйҙар ине ата-әсәһе.

Ә бына класташы бынан һуң Гүзәлде, әйтерһең дә, алмаштырып ҡуйған кеүек булдылар. Яйы сыҡҡан һайын үсләшеп, тырмаһын һөйрәп кенә тора.

Гимнастик менән икәүләшеп шөғөлләнәләр. Мәктәптә Азалияға теше батмаһа ла, бында яйын табырға тырыша. Рәсәй кимәлендәге чемпионатҡа һайлап алыу туры бара ине. Кейенгәндә Азалияның аяғына меңләгән быяла валсығы ингәндәй булды. Ауыртыуға түҙеп, күҙ йәштәрен эскә йота-йота сығыш яһаны. Аяҡ кейемен сискәндә аяҡтары шау ҡан ине. Ә чемпионатта ҡатнашыусылар араһында Азалияның да исеме яңғырағас, ҡаршыһында торған Гүзәл ирендәрен ҡанатҡансы тешләне.

Икенсе юлы тағы бер мөһим ярышҡа әҙерләнеп йөрөгәндә спорт залына ҡапыл тәртип һаҡсылары, быҙау ҙурлыҡ эттәре менән кинологтар килеп тулды. “Наркотик һатыусылар барлығы хаҡында хәбәр иттеләр”, – тип хәлде аңлаттылар. Һәм... Азалияның сумкаһынан үтә күренмәле бәләкәй генә шыптыр эсендә порошокка оҡшаған нәмә таптылар. “Ух, ул ваҡыттағы шау-шыуҙы дошманыңа ла күрһәтмәһен”, – тип теләй Азалия, иҫенә төшһә.

Енәһенән ебенә тиклем тикшерҙеләр ул мәлдә Азалияны. Кем менән аралаша, дуҫтары кем? Организмда наркотик матдәләр юҡмы? Хатта Мәскәүҙә уҡыған Асия апаһына ла ҡара тап ташлап маташтылар. Ата-әсәһенә ноҡот уҡынылар. Ул уҡыған мәктәпкә лә һүҙ тейҙе. Тренерҙары менән дә һөйләштеләр. Бары тик бәйләнерлек, яуапҡа тарттырырлыҡ сәбәп табылмағас ҡына туҡтанылар. Кемдең этлеге тураһында ул ваҡытта асыҡланмайынса шул килеш ҡалды. Әле өләсәһенең басаһында емеш ағастарынан ҡойолған һуңғы япраҡтарҙы тырмап йөрөгәндә Азалияның иҫенә шул ваҡиға килеп төштө. Өс көн тынлыҡта, өләсәһенең янында бәләкәй генә ҡыҙсыҡҡа әйләнеп, иркәләнеп йөрөгән ҡыҙҙың күңеленә ҡабаттан һиллек ҡайтҡайны. Айыҡ аҡыл менән барыһын да барлай башланы. Наркотик нәмәләрҙе һәр кем ҡулға төшөрә алмай. Быныһы – бәхәсһеҙ. Үҙенең янындағы таныш-белештәрен барлай торғас, Гүзәлдең ағаһы Радмирҙың наркоман булыуы иҫенә төштө. Ломка ваҡытында һеңлеһенең хатта алҡын алҡаларын урлап сығарып һатҡанын Азалия менән дуҫлашҡан сағында үҙе һөйләгән ине. Тимәк, теге порошокты уның сумкаһына Гүзәлдең һалыуы бар бит...

 – Уф... – Ҡыҙ башын тотоп йәйен сәй эсеп йөрөй торған өҫтәл янында торған скәмйәгә барып ултырҙы. – Ни өсөн ҡапыл мине яратмай башланы? Уға эйәрмәгәнгәме? – тип үҙ алдына һөйләнде. 

Ейәнсәренең борсоуло йөҙөн өйгә килеп кереү менән үк аңғарып ҡалды һиҙгер күңелле өләсәһе.

– Тағы ла, бер-бер хәл булдымы әллә, балам? – тине борсолоп.

– Бер ни ҙә юҡ, өләсәй. Атайым да фото тураһында әлегә бер ни ҙә өндәшмәй. Интернетҡа инмәгәс, ундағы хәлдәрҙе үҙем дә белмәйем. Ниңәлер бер ваҡиға иҫкә төштө, – тине лә телен тешләне.

– Ай-һай. Ҡараштарыңдан уҡ күңелең тыныс түгеллеген аңлап торам бит, ҡолонсағым. Әйт, ниндәй ваҡиға шул хәтлем һине уйға һалды? – Ҡамырлы ҡулын йыуып, алъяпҡысына һөртә-һөртә ҡыҙының яурынан килеп ҡосаҡланы.

Әлфинур әбейҙе ул ваҡытта борсолдормайыҡ тип, наркотикка бәйле ваҡиға хаҡында әйтеп тормағандар ине. Әле иһә Азалия серҙе сисергә булды.

– Гүзәлдең ҡапыл мине күрә алмай башлауының сәбәбен һаман да аңлай алмайым, – тип йомғаҡланы, ул хәлде бәйән иткәс.

– Көнсөл кеше үҙенән яҡшыраҡ кешегә шулай баҙ ҡаҙыусан була, ҡыҙым. Шуның менән бергә үҙенә лә насарлыҡ эшләгәнен аңламай.

– Этлеге асыҡланғансы, уға бер ниндәй ҙә насарлыҡ булмай инде. Киреһенсә, шатланып тик йөрөй, – тип яурынын һикертте Азалия.

– Шулай күренә генә ул. Ғәмәл дәфтәренә яҡшы, яман ҡылыҡтарыбыҙ көнө, сәғәте, минуты менән яҙылып бара ул, балам. Шул хаҡта онотмаҫҡа кәрәк. Әлбиттә, һәр яҙыҡ эшебеҙ тегендә үҙ дәүмәлдәрендә үлсәнә. Әммә кеше үлтергән, үҙ-үҙенә ҡул һалған, йәтимдең ауыҙынан тартып алған әҙәмдәргә мәңгелек тамуҡ уты әҙерләнә, тиелә Ҡөръәндә. Саф күңел, таҙа намыҫ менән йәшәүҙәргә ни етә инде, балам?!

Ҡапыл тәҙрә төбөндә береһенән береһен уҙҙырып сәскә атып ултырған гөлдәрҙең ҡороған япраҡтарын ала башлаған Азалия (берәй нимәгә борсолһа, ниндәйҙер эшкә тотоноп ҡыҙыу-ҡыҙыу эшләй торған холҡо бар), тәҙрәнән һикерергә уйлағанын әйтергәме-юҡмы, тип бер мәл уйланып торҙо ла:

– Өләсәй, теге көндө мин дә үҙ-үҙемә ҡул һалырға уйлаған инем бит. Тәҙрәнән һикерергә өс аҙым ғына ҡалған ине. Һин шылтыраттың. Шулай тороп ҡалдым, – тине.

– Ай, балам! Һинең һының күҙ алдымда ҡапыл пәйҙә булып, йөрәгем лерт итеп ҡалыуы бушҡа булмаған икән шул!

– Һинең һиҙгерлегең иҫ китерлек шәп, өләсәй! “Битва экстрасенсов” тапшырыуына барһаң, ундағы буш ҡыуыҡтарҙың танауына сиртер инең...

– Күрәҙәлек ҡылыу беҙҙең диндә тыйыла, балам. Ундай билдәлелектең дә булғанынан булмағаны мең яҡшы. Ә һиңә үҙ-үҙеңә ҡул һалыу уйын башыңдан бөтөнләй алып ташла. Хәл итмәҫтәй проблемалар юҡ ул. Бары тик көтөргә, сабыр итергә генә кәрәк. Юҡҡа ғына, сабырлыҡтың төбө – һары алтын, тимәгәндәр...

Шул арала телефон шылтыраны. Атаһы икән.

– Фотоң интернетта икенсе көнөнә үк килеп сыҡты. Шунда уҡ белгестәр тикшерә башланылар. Элекке купальникта төшкән фотоңдан фотошоп эшләгәне асыҡланды. Кейгән купальнигыңды тән төҫөнә генә буяған икән. Тәү ҡарашҡа, ысынлап та, шәрә килеш кеүек. Хәйер, уға идеяны үҙең биргәнһең инде. Берәү ҙә һыуҙан сыҡҡан килеш фотоға төшә һалып, уны бар донъяға күрһәтергә, тимәгән бит... – Атаһы тамағын ҡырып алды. 

– Ғәфү итегеҙ, инде. Һин дә, әсәйем дә, өләсәйем дә... Һеҙҙең әйткәндәрегеҙҙе ысынға алмаған инем. Юйып бөткән дә һымаҡ инем. Күрәһең, ҡалған булған...

– Ярай, бынан кире һабаҡ булыр... Әммә һинең арҡала енәйәтсе тотолдо. Шуның өсөн күңелем тыныс хәҙер...

– Кем һуң ул? – тип  ҡысҡырып уҡ ебәрҙе.

– Радмир Сәғәҙиев тигән йәш кенә бер егет...

– Бәй, ул бит Гүзәлдең бер туған ағаһы!

– Әйтәм фамилияһы таныш һымаҡ тип ҡуйҙым шул.

– Тимәк, минең элекке фотоларым Гүзәлдә ҡалдымы икән?

– Ул хәтлемен үк белмәйем. Әммә һиңә тиклем дә уның тоҙағына эләккәндәре булғанлығы асыҡланды. Шул юл менән аҡса эшләгән ул. Шикле ябыҡ төркөмдәргә теркәлеүе аша наркоман икәнлеге лә беленде.

– Атый, ваҡытында миңә ышанғанығыҙ өсөн рәхмәт! – Гүзәл шатлығынан берсә илай, берсә көлә ине.

Атаһы менән һөйләшеп бөткәндә үҙендә ҡанаттар үҫеп барған кеүек тойған Азалия, телефонын һүндереү менән, өләсәһен ҡосаҡлап алды ла:

– Өләсәйкәйем! Упҡынға илткән өс аҙымдан һаҡлап ҡала алғаның өсөн мең рәхмәт! – тине.

Читайте нас: