Бөтә яңылыҡтар

Әхирәттәр. Хикәйә. Гөлназ Ҡотоева

Их, йомарт абейҙәр сыуағы! Йәлләмә миңә йылыңды, йәлләмә! Шул тиклем дә кеше донъяла яңғыҙ булмаҫ... Ниңә гел биләп ала һуң ул мине ошо тойғо? Һиңә һөйләйем, тик һин ишетмәйһең.

 Мәңгегә, мәңгегә шул бер генә һирпелеп ҡарауың күңел төбөмдә ҡалыр. Ә беҙгә бер-беребеҙҙе аңларға ни ҡамасаулай һуң? Минең дә күҙҙәрем һине саҡыра түгелме? Күңелде аҡыл ҡамсылай, ә ул һаман һинең туралағы уйҙарға, төштәргә һыйына. Алдағы көндәргә ҙур өмөт менән йәшәй ул... «Һин мине ишетергә, танырға тейеш», – ти ныҡышмал күңел...
– Нәфисә, ҡороғор, ҡайҙа китеп олаҡтың, йә, йәһәтерәк ҡый¬мылда, йыбытҡы. Тәҙрәгә ҡапланаһың да тораһың! Икәү-өсәүһен индереп бикләнем, йыйып ал ваҡ малды! – тип үгәй әсәһе шарыл¬дап килеп инде лә ҡыҙҙы һүгергә тотондо. Ҡыҙыҡай өндәшмәй. Апаһының ошо көндәрҙә бигерәк ныҡ ене ҡотора – атаһы эскәнгә микән. Ә ундай ваҡытта бер генә мал ҡайтмай ҡараһын... Ҡайҙалыр үргәрәк ҡыҫтырыулы шыйыҡ сыбыҡ шайт-шойт итеп ҡалыр, хатта тос йоҙроҡтар ҡыҙҙың башын төйгөсләүе лә ихти¬мал.
Һарыҡтарҙы тиҙ тапты Нәфисә. Тауышын ишетеү менән йүге¬решеп килә үҙҙәре. Ә бына бер генә бөртөк кәзә тәкәһен эҙләп, күҙе тондо. Уғаса ҡараңғы төшөргә лә өлгөрҙө. Көҙгө көн ҡыҫҡа, тиҙ кис була. Малдар ҙа был ваҡытта, көтөүе булмағас, тырым-тырағай төрлө яҡҡа һибелеп китеүсән. Ә тиктормаҫ кәзәләр хатта тауҙың кеше аяғы баҫмаған ҡаяһына барып менәләр. «Әй йөрөһөн әйҙә, тинтәк. Ҡараңғыға тиклем кеше кәзә эҙләйме, тип, апайым кәрәгемде бирер әле. Ул кәзә эҙләп йөрөгәнһең тип әйтмәҫ, торғанһыңдыр әле ҡарап берәйһенең ауыҙына аңшайып, тиер. Туҡта, мин килгән юл бигерәк бысраҡ ине, икенсе яҡтан ҡай¬тайым әле...» Нәфисә атлауын ҡыҙыулатты. Ҡапыл арттан берәү килтереп һуҡтымы ни! Ҡыҙ нимәгәлер абынып йығылды. Күҙенә осҡондар күренде, ҡолап киткән еренән һәрмәнеп торорға маташ¬ты. Бөтөнләй иҫәнгерәп, үҙе менән нимә булғанын да аңламай ҡал¬ды. Битенән ҡан һарҡыуын тойҙо. «А-а-а!» – тине ҡыҙ. Төнгө урам ишетмәне. Йән өҙгөс тауыштың шаңдауын йылғыр елдәр эләкте¬реп алды: «а-а-а-у-у!» Өйҙәренә күп тә ара ҡалмағайны. Илай-илай шул яҡҡа табан өҫтөрәлде. Нәфисәнең илаған тауышына апаһы йүгереп килеп сыҡты. Тиҙ ярҙам саҡырҙылар. Дауаханала ҡыҙҙың йыртылған ауыҙын тегеп ҡуйҙылар.
– Нисауа, төҙәлә ул! – тине хирург, үҫмерҙең үтә лә моңһоу күҙҙәренә ҡарамаҫҡа тырышып.
...Класташ малайҙарының берәүһе был аяныслы хәлгә тиклем унан күҙен да алмай ине. Мәктәпкә килгәс, бер генә тапҡыр ҡара¬шын һирпте лә бүтәнсә ҡыҙыҡай яғына хатта боролмаҫ булды.
«Ха-ха, йыртыҡ ауыҙ», – тип үртәүселәр ҙә табылды. Белә ине Нәфисә, улар шулай бер нәмә менән генә үҙ өҫтөнлөктәрен күрһәтә алалар. Ә уҡыуҙа – отҡорлоҡта, эштә – таһыллыҡта, сослоҡта унан үткәреүсе юҡ.
...Күңел төбөнә ныҡлап инеп ултырған, көндәренә йәм өҫтәп торған бер генә йән эйәһенә – Илнарға ҡарата хистәрен генә бер ниндәй дауыл ҡаҡшата алмаҫ кеүек ине, улар ошо ғазаптар менән бергә тағы ла баҙыҡлана төштө.
– Нәфисә, һинең Илнарҙы үлеп яратыуың хаҡында ҡыҙҙарға сер итеп кенә әйткәйнем, улар түҙмәгәндәр, үҙен һөйөнсөләгәндәр... Ғәфү итерһең инде, йәме, мин алйотто... – ти Гөләндәм, йәлләтергә тырышҡандай, ауыҙын бүлтәйтеп, йолҡош ҡына ҡиәфәттә.
– Аһ, нишләп әйттең? Шулай яраймы ни, Гөләндәм? Нисек баҙнат иттең һин минең хистәрҙән көлөргә? – Ҡыҙҙың ирендәре йылмайып торған кеүек, ә күҙҙәрендә – йәш, әрнеү.
– Юҡ, Нәфисә, Илнар көлмәгән дә, асыуланмаған да, хатта бер нәмә лә өндәшмәгән...
– Нимә тип әйтһен, ә-ә, шул йыртыҡ ауыҙ мине яратамы, тиһенме?
– ...?
Нәфисә бәғер төбөнән һығылып сыҡҡан күҙ йәштәренә быуыл¬ды. Күңел күгендәге берҙән-бер йондоҙ атылып төштө лә селпәрәмә килде. Әйҙә, хәҙер тап та ҡорша, тап та ҡорша ярсыҡтарын, бер ҡасан да йәбешмәҫ, элеккесә балҡып китмәҫ был йондоҙ.
Әлеге көндән алып ҡыҙ бер тапҡыр ҙа егеткә күтәрелеп ҡарарға баҙманы. Гөләндәмде лә онотто, осрашһалар, хәбәрҙәре ә-ә-ә, шу¬лаймы, ярар, хуштан ары уҙманы...
Илнар! Иң ғазаплы көнөмдөр бөгөн. Мин һинең менән хушла¬шам. Ике йыл! Әҙме был, күпме? Күптер, моғайын. Их, сәстәреңә берҙе генә ҡағылаһы ине! Юлдарыңа ҡаршы сығып, ҡарашыңдың яҡты нурына ҡойонаһы ине! Юҡ, юҡ, минең хаҡым юҡ, ана Гөләндәм ҡараһын. «Илнар мине яратам тип әйтте, донъяла һинән дә шәп ҡыҙ юҡ, самай минең кәләш булырлыҡ ҡыҙ, тине»,– тип сутылдай ине түгелме? Үҙенең егеттәре бер көнлөк булғас, мине лә күптән һүрелгән тип уйлай торғандыр. Бәлки, юрамал да шулай нәмәләр уйлап табалыр. Бер уйлаһаң, Гөләндәм яратмаҫлыҡ ҡыҙмы ни? Ҡашыҡҡа һалып йоторлоҡ, тип кенә ебәрә бит апайым. Уның ҡарауы буш ҡыуыҡ, әле һөйләгәнен иртәгә онота. Илнарҙы оҙатыу кисәһенә саҡырылғанмын, аҡ ебәк күлдәгеңде биреп торсо, тиме? Тышҡы тауыш: барыр ҙа шул, класташы бит, ти, ә күңелдәге бер еп: әллә һөйләгәндәре раҫмы, тип шик ауына сорнай. Хәлһеҙ ҡулдары аҡ күлдәккә үрелә... Бөтә күҙәнәктәре менән Гөләндәмдең өйҙән тиҙерәк сығып китеүен теләй. Тегеһе ашыҡмай, кейеп ҡарарға булып китә, көҙгө алдында һырпалана. Илнарҙы, бәлки, үҙеңә ҡарата алырһың, тик минең күңелдәге хистәрҙе төбө-тамыры менән йолҡоп ала алмаҫһың шул, тип ҡарай Нәфисәнең күҙҙәре. Нишләп беҙҙең кластың иң шәп егете... Нәфисәне яратырға тейеш әле, мин ҡайһы ерем менән кәм, тип сырт-сырт йомола Гөләндәмдең кенәсел күҙҙәре, һәм тәү ҡара¬маҡҡа бөтә өҫтөнлөк ошо күҙҙәрҙә! Бына Илнар Гөләндәм ҡар¬шыһына килер, ҡулдарынан тартып бейеүгә төшөрөр... Йә илаһым! Онотоуҙан башҡа юл юҡ. Ике йыл Нәфисәгә онотоу срогы булырға тейеш.
Нәфисә мәктәпте бөтөрөп, юғары уҡыу йортона инергә хыялла¬нып йөрөһә лә, бер ҡайҙа ла китә алманы. Үгәй әсәһенең: «Ана, эшлә берәй йыл, аҡса йый ҙа китерһең», – тигәне лә туҡтатҡан¬дыр. Ҡасан да булһа өйҙән сығып китеренә ышана ине. Атаһы иһә апаһына ҡаршы һүҙ әйтергә ҡурҡа, ни башы эскелектән сыға ал¬май. Бер йыл тигәнең бер көндәй генә үтә лә китә икән. Нәфисә үҙенең уҡырға инергә китәсәге хаҡында һүҙ ҡуҙғатҡас, атаһы һәр ваҡыттағыса өндәшмәй ҡалыуҙы хуп күрҙе. Бер аҙ ваҡыт йөрөгәндән һуң ҡыҙын саҡырып алды – ҡыҙмаса ине.
– Ҡыҙым, – тине ул усына йомарланған аҡсаларҙы иҙәнгә ырғытып,– бар олаҡ һин бынан, кит! Уҡырға ин, илдә сәпсек үлмәй, тиҙәр, үлмәҫһең, һинең тырышлығың бар... бер ҡайҙа ла юғалмаҫһың. Ну, ҡара уны, уйнаштан бала тотоп ултырһаң, миңә үпкәләмә. Хәйер, һиңә кем ҡарар тиең, йырыҡ ауыҙға,– атаһы иренен салышайтып көлөп маташты.
Ялҡҡан-бүккән инде Нәфисә өйҙәге талаш-тартыштан, эскенән, һуңғы арала апаһы ла атаһына ҡушылып йотҡолай башланы. Күп уйламаны, иҙәндәге аҡсаны эйелеп алды ла, барлы-юҡлы ке¬йемдәрен сумаҙанға тултырып, ҡалаға олаҡты. Кемгә барһын мо¬рон төртөп? Әлбиттә, Гөләндәмгә. Ул юғары уҡыу йортоноң икенсе курсында уҡып йөрөй. Ихлас ҡына ҡаршы алған булды. Мату¬райып киткән үҙе, йылмаяҡ. Сәсен дә килешле генә итеп ҡырҡты-рып ебәргән.
– Нәфисә, теләйһеңме мин һиңә Илнарҙың хаттарын уҡытам?
– Нимә яҙа? – тигән булды ҡыҙыҡай, керпектәрен түбән төшөрөп.
– Яҙа шунда, – тине Гөләндәм эре генә. Нәфисә лә һыр бирмәне. Ҡуйы керпектәре араһынан бер генә бөртөк тә осҡон үтеп сыға алманы. Ә Гөләндәм уға Илнарҙың хаттарын һуҙа ине. Аһ, нисек ҡулдары бешмәй икән? Их, уға тейһә икән Илнарҙан хат алыу бәхете!
– Ал, ал, ниңә йылмаяһың?
– Ҡорт саҡҡан кеүек тертләп китте Нәфисә. Нишләп йылмайһын ул? Аяғында саҡ баҫып тора ла баһа!
– Ю-у-у-у-ҡ! – тип иңрәп сыҡты тауыш. «Ярай, уҡыма ла»,— тиеп, хаттарын өҫтәлгә ырғытты ла сығып китте, йәнәһе. Юҡ, мәңге уҡымаясаҡ ул хаттарҙы Нәфисә. Билдәле, бөтәһе лә билдәле: оноторға, хәтерҙән юйып ташларға!
...Илнар! һинең ҡарашыңды һис тә аңлай алмайым, һәр ҡайҙа ла шул серле ҡараш оҙатып йөрөй төҫлө. Бәлки, хәҙер осраһа, бөтөнләй улай ҡарамаҫ. Ҡыҙыҡ, ул мине төштәрендә күрә микән? Ул саҡ ҡына янда туҡтап торһон ине, шул саҡ минән урғылған йылы тулҡын уны бөтөнләй солғап алыр ине. Юҡ, мин һиңә үҙем¬дең хыялымды бер ҡасан да көсләп таҡмаҫмын. Гөләндәмде яратаһың икән, ярат...
Нәфисә уҡырға инде. Тырыш, ипле ҡыҙыҡайҙы уҡытыусылар ҙа, курсташтары ла тиҙ шәйләп алды. Иптәштәре күбәйә барҙы.
Өсөнсө курста уҡып йөрөгәнендә, Нәфисә кейәүгә сыға, тигән хәбәр таралды, һеҙ күп тә йөрөмәнегеҙ шикелле, тип шикләнеберәк ҡараған кешеләргә Нәфисә: «Ул миңә оҡшай. Ул һәйбәт ке¬ше», – тип яуаплай торған булды. Атаһы менән апаһы ла ҡул ғына һелтәне, үҙ аҡылы үҙендә, сыҡһын, ҡыҙ китә – ҡый китә, ти¬неләр. Гөрләтеп туй яһанылар. Балалары тыуҙы. Их, шул бала! Ба¬ла – балдан татлы, тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр икән. Ирен дә ярат¬май түгел, ярата Нәфисә. Уныһы ла, Нәфисә, тип, өҙөлөп тора! Нимә тине әле ул ҡауышҡан төндә? Һин минең иң матурым, иң һөйөклөм, тине түгелме? Ниңә һин гел йылмаяһың ул, тиеп, берәй таныш булмағаныраҡ кеше һораһа ла, ҡаушап китмәй хәҙер. «Ке¬ше нимәгә йылмая һуң? Бәхетле булған өсөн!» – тип кенә ебәрә.
Илнар... Мөхәббәтем генә түгел һин, ә ғүмерлек ғазабым да, хатта... ғүмерлек үкенесем. Бәлки, мин һиңә хистәремде асып һал¬май дөрөҫ эшләгәнмендер. Ҡараштарың менән генә һөйләшеп йөрөнөм дәһә мин. Башҡа бер нәмә лә кәрәкмәй ине. һинән генә түгел, үҙемдән ҡастым. Шулай итмәһәм, ҡыҙым да йүгереп йөрөмәҫ ине. Мин бит бер кешегә йән бирҙем! Илнар... Юҡ, был хы¬янат түгел. Ирем генә үпкәләй ала, ул минең ғүмерем буйы һине уйлап йәшәгәнде белмәй шул. Һиҙенәлер ҙә... Ни хәл итһен?
* * *
Ире тарамыш бармаҡтары менән Нәфисәнең күпереп торған сәстәрен һыйпай ине. Күҙҙәре уйсанланды. Ҡатыны һораулы ҡараш ташланы. Тегеһе: «Ә шулай ҙа, Нәфисә, әйт әле, әгәр Илнар килеп, һиңә яратыуын белдерһә, һин уның менән китер инеңме? – тип һораны. Тауышы тимер сыңы ҡушылғандай һалҡын, һорауы аныҡ, яуап көтөп, сабыйҙыҡылай эскерһеҙ күҙҙәр төбәлгән. Ләкин Нәфисә шаярыуға бороп ебәрерҙәй көс тапты бит. Был һорауҙы үҙе лә үҙенә биргәне бар. Илнар – хыял ғына, ә ысынбарлығым – һин, тип әйтер ине ул иренә лә.
Ә Гөләндәмдең балаһы юҡ, тиҙәр.
Ҡойоп ҡуйған сибәрлектән дә бер нәмә ҡалмаһа ҡалмай икән. «Көндәшенең» тәне ҡурышып ҡалғандай, сәстәре туҙған, алдағы бер һыныҡ теше арҡаһындамы, һаҡауыраҡ та һөйләшкәндәй. Әй, әхирәт, тигән була бит әле үҙе.
– ...Әхирәт, тием, ниңә уйға бирелеп киттең? Шулай инде. Бе¬ренсе ир – алланан, икенсеһе – бәндәнән, өсөнсөһө – шайтандан, тигәндәре дөрөҫтөр. Беренсеһенән бала булмаған өсөн айырылғай¬ным, икенсеһе үҙе ташлап китте, хәҙер йәшәп ятыла шунда шайтан менән. Кисә ҡунаҡта булғайныҡ, бөгөн баш ауырта, берәй йөҙ грамы юҡ микән апайыңдың, ҡара әле! Ҡой әле, булһа. Ағай ҙа үлеп ҡуйған, ауыр тупрағы еңел булһын, артығыраҡ эсте шул. Ҡырҡын уҡытырға ҡайттым, тиһеңме? Их, әхирәт, тим, ҡара әле! Ҡой әле, әҙерәк эсте бушатайыҡ!
Нәфисә йәлләүҙән бигерәк, ҡурҡыуҙан сынаяҡҡа араҡы һалып һондо. Ишеткәне бар: эсмәһәләр, «пахмил»дан баштары ауыртып үләләр, ти, бәғзеләр.
– Ултыр әле, ҡой үҙеңә лә, ҡойһаң, бер секрет әйтәм, тимәһенме ҡарлыҡҡан тауыш.
– Әйт, тик мин эсмәйем, – тип ҡырт киҫә Нәфисә. Гөләндәм сынаяҡтарын төп күтәрә эсеп ҡуя.
– Нәфисә, һине бит Илнар ярата ине. Гел һораша ине һинең ту¬рала. Мин һиңә быны юрый әйтмәнем, һеҙ һаман яҡынаймай йөрөһәгеҙ, һине онотоп, миңә килер кеүек ине. Хаттарын да миңә һинең әхирәтең булғанға ғына яҙғанын белә инем. Фу, әллә күҙгә күренә инде, ниңә көләһең? Әллә илай инде. Нәфисә!!!
Нәфисәнең йөрәге генә тибә, тибә, тибә.
* * *
Нәфисә хәтерендә – үҙен сикһеҙ ғәйепле тойған Гөләндәмдең «этлеге». Осраштылар ҙа бына, һөйләштеләр, көлөштөләр. Нәфисә алдында – етди, олпат ир. Ана, уҫлаптай ҡулдарын ҡайҙа ҡуйырға белмәй, кеҫәһенә бер тыға, бер ала. Бит алмаларына ҡуйы алһыулыҡ йүгергән йомро ҡатын да ҡарашын ҡайҙа күсе¬рергә белмәй. Әйтәһе һүҙҙәр ҙә әйтелеп бөттө шикелле. Бер-береңә ғәжәпләнеү ҡатыш һоҡланыу менән ынтылыуҙар ярһыта, ҡуҙғыта бәғер итен, тик ниҙер йүгәндән ысҡынырға ирек бирмәй. Тота, быуа.
«Ярай хуш», – тип елпелдәй керпектәр. Хуш, хуш! Күңел бары¬бер үҙе теләгәнде эҙләй, таба икән. Ә был йәшәү мәғәнәһен табыу тигәнгә бәрәбәр түгел микән?
Осрашыуыбыҙға ҡаршылыҡ булып, меңәр көндәр ятһын, мин һинең менән йәшәрмен, тип талпына күңелдәре, тик был һүҙҙәр әйтелмәй, төпкәрәк йәшерелә. Ауырттырып, яндырып торған ҡуҙ булып түгел, йәшәргә дәрт биреүсе булып.
Бер-береһен ихлас яратыусы мәрхәмәтле йәндәр башҡаларҙың күҙ йәшен түктереп бәхетле була алмаҫ барыбер.
«Ах, ниндәй һоҡланғыс ҡатын, һәр бер хәрәкәтенән наҙ бөркөлә,– тип тел шартлаталар Нәфисә артынан. Ә Илнарҙың гөлт итеп балҡып торған сыняһау донъяһында ҡот бар кеүек. Иха¬та алды бөхтә, таҙа. Илнарҙың көн оҙон йорто тирәһендә туҡылдап йөрөүенән ауылдаштары кинәнес таба хатта.
«Туҡ, туҡ!» – ти Илнарҙың балтаһы, шунан тынып тора. Аҙға ғына...
Ошо тынлыҡта тылсымлы сер ҙә бар кеүек.

Читайте нас: