Зал тын ҡалды, себен осҡан тауыш та ишетелмәй, Димдең моңло, йөрәккә үтеп инерҙәй, йыраҡтан тау-таштарҙы ярырҙай көслө тауышы залды сорнап алды.
Егет йырлай, ә һәр тамашасы сихри моңға иләүрәп,үҙ уйҙарына бирелә...
Ошо сәхнәгә Дим Бүләков булып сығып баҫыр өсөн был егет утты-һыуҙы үтте...
Димдең әсәһе Әлфиә хәҙерге байҙарҙың берҙән-бер ҡыҙы ине. Бәләкәйҙән тәҡәбер, үҙ һүҙле, бар теләктәре бер һүҙһеҙ үтәлеүен талап иткән ҡыҙ була. Бар яҡшы уйынсыҡтар, ҡиммәтле гаджеттар, кейем тураһында һүҙ ҙә юҡ. Әлфиәнең бар нимәһе була, эргәһендә йүгереп, һәр йомошон үтәгән ярҙамсылары:гувернантка, ашнаҡсы, тәрбиәсе, тренер, тик атай әсәй генә юҡ, улар һәр саҡ үҙ эштәре менән мәшғүл. Шулай Әлфиә мәтди яҡтан бай, ә психик-мораь яҡтан ярлы булып үҫә. Әсәһе бер ҡайсан да кистәрен әкиәт уҡымай, мәктәпкә сәсен үреп ебәрмәй, иртәнге аш әҙерләмәй. Был эштәрҙең барыһында ярҙамсылар эшләй.
Әлфиәгә был тормош оҡшай, мәктәптә арлы-бирле уҡый, үҫә төшкәс бер төркөмгә ҡушыла, унда һыра эсә, наркотиктар ҡуллана башлай, бер һүҙ менән әйткәндә ҡыҙ яман юлдан китә. Әлфиәнең холҡо үҙгәреүен, шикле дуҫтары барлығын белмәйҙәр, һиҙмәйҙәр. 10 синыфта уҡығанда ауырға уҙа. Әлфиә кәүҙәгә тулы булғас йөклө булыуын бер кемдә һиҙмәй.
Яҙғы каникул ваҡытында ата-әсәһе Египетҡа ялға киткән саҡта, Әлфиә бар ярҙамсыларын өйҙәренә ҡайтара, ике аҙнаға үҙе генә ҡала өйҙә. Шунда яңғыҙы тыуҙыра улын, алдан уйлап ҡуйғанса кендеген киҫкәс, әҙерәк хәл йыйып ала ла, баланы бер одеялға урап тышҡа сыға. Күп уйлап тормай, яҡындағы Дим йылғаһы ярына бара, тәүҙә һыуға ырғытырға уйлай, һуңынан ни эшләптер йәлләп, ярҙағы скамейкаға һалып китә...
... Апрель башы, яҙ айы булһа ла көндәр һыуыҡ әле, Риф ағай һәр көн иртән Дим буйлап йүгерергә сыға. Бына был көндө лә йүгереп китеп бара ине, йәш бала илаған тауыш ишетеп ҡалды. Тауыш сыҡҡан ергә барғас, үҙ күҙҙәренә ышанманы, скамейкала одеялға төрөлгән йән киҫәге ята ине. Риф ағай тиҙ генә бәләкәсте ҡосаҡлайҙа өйөнә йүгерә, унда ҡатыны Әсмә апай бәләкәсте йыуындыра, һөт йылытып эсерә. Һуңынан полицияға шылтыраталар, тәүҙә больницаға, аҙаҡ балалар йортона ебәрәләр бәпесте. Риф ағай менән Әсмә апай нисек теләһәләр ҙә бәпесте ала алмайҙар, улар икеһе лә оло йәштә, пенсионерҙар шул. Балаға Дим тип исем ҡушалар, фамилияны Бүләков, атаһының исемен Риф тиҙәр.
Әсәһе йөклө саҡта аҙғын тормош алып барғанға Димдең сәләмәтлеге зыян күрә, зәғиф була, бер аяғы икенсеһенә ҡарағанда 7см ҡыҫҡараҡ була. Психик яҡтан да йәштәштәренән ҡалыша, 6йәшенә тиклем һөйләшмәй, 5 йәшендә аҡһап булһа ла атлай башлай. Һаңғырау түгел, әйткәнде аңлай, бар ҡушҡан эште үтәй, ә бына бер өндә сығармай. Балалар йортонда уны ҡыйырһыталар, көләләр башҡалар, төрткөләп, туҡмап та китәләр, Дим өндәшмәй, шым ғына илай.
Барыһын хайран ҡалдырып, үҙенең тыуған көнөндә беренсе һүҙен әйтә, Риф ағай тыуған көнө менән ҡотларға килгән, уны күргәс:-Атай!!! "-тип ҡаршыһына бара. Шуны әйтергә онотоп торам, Димде тапҡан Риф ағай, ҡатыны Әсмә апай менән бәләкәсте үҙҙәренә алмаһалар ҙа, һәр саҡ эргәһенә килеп йөрөйҙәр, ял көндәрендә ҡунаҡҡа алып ҡайталар. Дим уларҙы яйлап атай, әсәй тип әйтә башлай. Үҙҙәренең балалары булмағас Дим улар өсөн Хоҙай биргән бүләк була. Риф ағайҙың тәҡдиме буйынса Бүләков фамилияһын бирәләр.
Аяғының зәғифлеге арҡаһында биш йәшкә тиклем атлай алмай, Риф ағай аҡса йыйып Димдең аяғына операция эшләтә сит илдә, тимер ҡуялар. Аҡһап булһа ла атлай башлай.
Мәктәптә уҡығанда ла еңел булмай Димгә, сөнки 6 йәшендә генә һөйләшә башлағас, 9 йәшендә саҡ мәктәпкә бара. Уҡыуы шәптән булмаһа ла, йыр-моңға оҫта була. Балалар йортоноң һандуғастан әйләнә, уның моңло тауышы барыһында хайран итә.
-Дим ҙурайғас кем булаһың?-тип һораһалар.
-Йырсы булам!!!-тип ҡыйыу итеп яуап бирә.
Риф ағай музыка мәктәбенә урынлаштыра, Дим унда пианинола, ҡурайҙа, гитарала уйнарға өйрәнә. Мәктәпте тамамлағас, 18йәше тулғас Риф ағайҙарға йәшәргә килә, сәнғәт училищеһына уҡырға инә. Унда инде бер сығыш яһағанда билдәле продюсер күреп ҡала һәм Димдең хыялы тормошҡа аша, ул йырсы булып китә.
... Ә әсәһенә килгәндә Дим уны һәр саҡ күрә, тик белмәй генә.
Әлфиәнең яҙмышы бик аяныслы була шул, мәктәпте тамамлаған йылды атаһы менән әсәһе аварияла һәләк булалар. Әлфиә атаһы ғүмер буйы эшләп йыйған аҡсаны тиҙ сарыф итә, төҙөлөш фирмаһын банкрот була, аҡсаһы ҡалмағас йәшәгән өйөн дә һата.
Бай ҡатын янында ир-ат күп була, тик улар үҙ кеҫәләрен тултырғас тиҙ генә табандарын ялтыраталар. Ғаилә ҡормай, бала тапмай. Өйөн һатҡас, әсәһенән ҡалған коммуналка бүлмәһендә йәшәй башлай, көндә хәмер эсә., аҡса юҡ, ә Әлфиә эшләгеһе килмәй, ул берәҙәк булып китә, яңы дүрт тиҫтәһен ваҡлаған ҡатын магазин төбөндә хәйер һорап ултыра башлай. Бына шунда күрә лә инде Дим әсәһен, ҡай саҡта тәнкәләр биреп китә.
... Дим йырын тамамланы, зал шау-гөр килеп баҫып алҡышланылар.
Ана алғы рәттә уның иң ҡәҙерле кешеләре ултыра атаһы -Риф ағай, әсәһе-Әсмә апай!!!!